Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Апрель , 08:40

"Юҡ, юҡ, беҙ әсәйҙе ҡарай алмайбыҙ"

– Юҡ! Әлеге кредитты ул һеҙҙең өсөн алған бит! Ҡыҙыңдың туйына алған, тағы нимәгәлер, аныҡ белмәйем. Ғүмер буйы һеҙҙең ғаиләгә ярҙам итте. Шулай булғас, бында килтерергә уйламағыҙ ҙа, тупһа аша ла үткәрмәйәсәкмен!

"Юҡ, юҡ, беҙ әсәйҙе ҡарай алмайбыҙ"
"Юҡ, юҡ, беҙ әсәйҙе ҡарай алмайбыҙ"

Әсәһе ятҡан дауахананан шылтыратҡанда Рәсимә эштә ине әле. “Ашығыс килеп етеүегеҙҙе һорайбыҙ”, – тине дауахананың бүлек мөдире. Ахырҙа, эштән һорап китергә һәм дауаханаға барыу өсөн такси саҡырырға тура килде уға.

 Дауаханала Рәсимәгә әсәһенә тиҙ арала операция эшләү кәрәк­леге, шунһыҙ ғүмеренә ҡурҡыныс янауы тураһында әйттеләр. Әлбит­тә, түләүле, хаҡы ҡот осҡос түгел, әммә аҡсаны иртәгә үк түләү талап ителә. Тик шуныһы: Рәсимәнең дә, әсәһенең дә йыйып ҡуйған аҡсаһы юҡ. Шулай ҙа Рәсимә: “Аҡса булыр, әсәйемде операцияға әҙерләй баш­лаһағыҙ ҙа була”, – тине. Башҡаса ни хәл итһен, аҡсаһын нисек тә та­быр әле, әсәһен ҡотҡарырға кәрәк.

Дауахананан сыҡҡас, Рәсимә уйға ҡалды: кемдән аҡса һорарға? Тәүҙә, моғайын, өләсәһенә шылты­ра­тырға кәрәктер – ул һис бер нә­мә­гә мохтажлыҡ кисермәй, йыйған аҡсаһы ла барҙыр әле. Артабан әсәһенең бер туған ағаһы Әнүәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк булыр.

Рәсимә өләсәһенә шылтыратты һәм, хәлде ҡыҫҡаса аңлатып, уның ярҙам итә аламы-юҡмы икәнен һорашты. Тик өләсәһе уны ҡырҡа бүлде:

– Юҡ минең бер ниндәй ҙә аҡ­сам! Бәләкәй генә пенсияға йәшәгән ҡарсыҡтың ҡайҙан аҡсаһы булһын, ти? Һеҙ әсәйең менән “ҡара көн”гә тип бер нәмә лә йыйнаманығыҙмы ни? Һеҙ бит йәштәр...

Ярҙам булмаясағын аңлап, Рәсимә телефонын һүндерҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, уның өләсәһе менән үҙ-ара мөнәсәбәте һәр саҡ көсөргәнешле булды. Ҡыҙыҡай кескәй саҡта уҡ өләсәһе уны “ялҡау, һәпрә, башһыҙ” тип һәм тағы әллә ниндәй һүҙҙәр менән йыш әрләй торғайны. Сыбыҡ менән һуҡҡылап алырға ла тартынманы. Хәйер, ул үҙенең ҡыҙына – Рәсимәнең әсә­һенә лә шулай уҡ үтә ҡырыҫ булған. Ҡыҙыҡай өләсәһенең әсәһенә ҡарата бер йылы һүҙ әйткәнен дә ишеткәне булманы.

Уның ҡарауы, улына – Рәси­мәнең әсәһенең бер туған ағаһына – мөнәсәбәте бөтөнләй икенсе төрлө булды, уға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер ине. Хатта уға фатир ҙа һатып алып бирҙе, ә ҡыҙына ремонт эшләгәндә лә ярҙам итергә теләге булмай торғайны. “Ҡатын кешене ире тәьмин итергә тейеш!” – тип кенә ҡуя ине.

Рәсимәнең әсәһе бер ваҡытта ла үҙ әсәһе менән әрләшмәй, ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәй. Ә ҡыҙыҡай, киреһенсә, өләсәһен яратмай үҫте, уға ҡунаҡҡа барырға ла һис ҡасан теләге булманы. Әсәһе, быны күреп, ҡыҙыҡайҙы битәрләй торғайны. “Ул бит һинең өләсәйең, әрләһә ни, оло кеше әйтә инде ул...” – тип өгөтләне. Ә Рәсимә ризалашмай ине, ҙурая килә, ул өләсәһенә барыуҙы бөтөнләй туҡтатты, байрам мәлдәрендә уға открытка ебәреү менән генә сикләнә башланы.

Бөгөн телефондан шылтырат­ҡандан һуң да күңеле кителде. Әсәһе үҙ ҡыҙына ярҙам итеүҙән баш тартһын әле... Әнүәр ағаһына шылтыратҡас та, Рәсимә шуға оҡшаш яуап ишетте:

– Аҡсаһыҙ ултырабыҙ, бурысы­быҙ йыйылып китте, – тине Әнүәр. – Ҡыҙыбыҙҙы университетта түләп уҡытабыҙ бит, әле саҡ шул бурыстан ҡотолдоҡ, дауаланыуға сығым байтаҡ, унан тыш та ғәләмәт күп әле...

Әнүәрҙең ҡыҙы Рәсимә менән йәштәш. Бына уны өләсәһе яратты инде, һәр саҡ маҡтап, арҡаһынан һөйөп кенә торҙо. Рәсимәгә лә уны гел өлгө итеп ҡуя ине, сөнки ул үҙе аҡыллы, үҙе сибәр, үҙе эшсән ҡыҙыҡай икән дәһә.

Был шылтыратыуҙарҙан һуң Рәсимә, аптырап, яҡындағы эскәм­йәгә барып ултырҙы. Ни эшләргә, ҡайҙан аҡса табырға? Банктан кредит алһаң, уныһын бер-ике көн эсендә генә бирмәйәсәктәр бит әле. Ә аҡса иртәгә иртән кәрәк... Шул саҡ ҡулындағы телефон “йән­ләнде”. Дуҫ егете шылтырата икән. “Ниңә тауышың шулай төшөнкө, һөйөклөм?” – тине ул. Рәсимә бөгөн килеп тыуған хәлде аңлатҡас, ул тиҙерәк тынысландырырға ашыҡ­ты:

– Рәсимә, ә ни өсөн шунда уҡ миңә шылтыратманың? Аҡсам бар минең. Туйыбыҙға тип йыйғайным, һиңә сюрприз эшләргә теләгәйнем. Хәҙер үк банкоматтан барып алам да һиңә алып киләм, тик һин борсолма, йәме.

Операцияны әсәһенә ваҡытын­да эшләнеләр. Бәхеткә күрә, ул тиҙ һауығыуға табан китте. Оҙаҡ та үтмәй өйөнә ҡайтырға ла рөхсәт иттеләр. Шуныһы ғәжәп: өләсәһе лә, Әнүәр ағаһы ла уға бер тапҡыр ҙа шылтыратманы, хәлен дә һорашманы.

Ошо хәлдән һуң бер ай үтеүгә, Рәсимә урамда бер танышын осратты:

– Сәләм, Рәсимә! Хәлдәрең нисек? Ә ни эшләп Әнүәр ағайыңдың ҡыҙының – ике туған һеңлекә­шеңдең – туйына килмәнең? Шул хәтлем шәп үтте! Хатта салют та бирҙеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, көнләшеп тә ҡуйҙым – күпме аҡса тотонолған... Байҙарҙыр инде... Ә өләсәйең ҡайһылай маладис – йәштәргә ярты миллион һум аҡса бүләк итте! Һинең туйыңа ла йәлләп тормаҫтар, тип уйлайым...

Рәсимә өндәшмәне. Өҫтөнә бер биҙрә боҙло һыу ҡойолған кеше һы­маҡ хис итте ул үҙен. Ныҡ хәтере ҡалды өләсәһенә. Уны һәм әсәһен туйға саҡырыуҙы кәрәк тип тап­мағандар ғына түгел, хәбәр итергә лә теләмәгәндәр бит... Туйға ярты миллион һум биргән икән, ә үҙ ҡы­ҙына хатта операция эшләгәндә лә ярҙам итергә теләмәне, ә бит уның ғүмере ҡыл өҫтөндә ине... Әсәһенә был туй тураһында әйтеп торманы, былай ҙа саҡ һауығып килә, борсолмаһын.

Бер аҙҙан Рәсимәнең үҙенең дә туйы килеп етте. Өләсәһен һәм әсәһенең ағаһын ул саҡырырға теләмәгәйне, ләкин әсәһе ныҡышты – үҙе шылтыратты уларға. Тик тегеләр шунда уҡ баш тартты.

– Туй ҡайғыһы юҡ миндә, аяғымды саҡ һөйрәп йөрөйөм, килеп ярҙам да итмәйһегеҙ бит, исмаһам, – тине әбей.

Ә Әнүәр ағаһы туй көнөндә ҡалала булмауын, ашығыс эштәр буйынса ситтә йөрөргә тура киләсәген белдерҙе. Рәсимә быға һис тә борсолманы. Уның өләсәһен дә, Әнүәр ағаһын да туйында күрергә һис теләге юҡ ине. Туй ҙа ҙур сығым түкмәй генә үткәрелде. Кейәүҙең ҡалған аҡсаһына ғына.

Туйҙан һуң бер йыл уҙҙы. Рәсимә өләсәһенә лә, әсәһенең ағаһына ла башҡаса шылтыратманы, әсәһенә лә быны тыйҙы. Тик бер көн эштән ҡайтып ингәс, аптырап китте: Әнүәр ағай әсәһе менән бергә кухняла сәй эсеп ултыра... Иркенләп йәйелеп ултырып алып, Рәсимәнең әсәһе менән ихлас һөйләшә ине.

– Шулай, һеңлекәш, хәлдәр шәптән түгел, – тине ул. – Әсәйебеҙ түшәккә йығылды, аяҡҡа баҫа алмай хәҙер. Мин быны шуның өсөн әйтәм: әсәйгә тәрбиәсе кәрәк. Һин, ҡыҙы булараҡ, был бурысты үҙеңә алырһың, тип ышанам. Ни тиһәң дә, әсәйҙе ҡарау ҡыҙ баланың эше инде ул.

Рәсимәнең әсәһе, башын аҫҡа эйеп, өндәшмәй ултыра ине. Рәси­мә шунда уҡ төшөндө: әсәһе риза­лыҡ бирергә әҙер. Ахырҙа ул ҡыҫылмай түҙмәне:

– Юҡ, беҙ уны бында килтертмә­йәсәкбеҙ! Ул һеҙгә фатир һатып алды, ҡыҙыңа туйға ярты миллион һум аҡса бүләк иткән икән! Унан алда ла ғүмер буйы аҡса менән яр­ҙам итте. Беҙгә эт һымаҡ мөнә­сәбәттә булды. Һеҙ уның яратҡан улы, тимәк, һеҙ ҡарарға тейеш!

Әнүәр ағай саҡ сәсәмәне, ул бын­дай һүҙҙәрҙе көтмәгән, ахырыһы.

– Мин әсәйҙе ҡарай алмайым, – тине ул. – Эшләйем бит, ҡатыным да быға риза түгел. Ҡыҙым йәш әле, уларҙың үҙ тормошо. Уға ниңә кәрәк йәштән үк шундай хәстәр­лекте йөкмәү? Ә һинең әсәйең барыбер өйҙә ултыра, уның башҡа эше лә юҡ. Унан һуң, нисек – ул үҙ әсәһенән баш тартырға тейешме ни?!

– Бик еңел баш тарта ала, өлә­сәй унан баш тартты бит! – тип ҡаршы төштө Рәсимә. – Өләсәйҙең фатиры бар, пенсия ала, уға ҡарау­сы яллай алаһығыҙ! Ҡайҙан быны проблемаға әйләндерҙегеҙ, аңла­майым?..

– Бөтә ғиллә шунда шул – уның хәҙер фатиры юҡ икән дәһә! – тип бүлдерҙе ҡыҙҙы Әнүәр ағай. – Ул торлағын банкта залогка һалған, шуның аша ҙур кредит алған. Хәҙер килеп, түләй алмаясағы асыҡланды һәм фатирын һатырға тура киләсәк. Банк аҡсаһын кире бирергә кәрәк бит. Ә бына әсәйҙе ҡайҙа ҡуяйыҡ? Бурысын түләй алмаҫын аңлағас, һаулығы ныҡ насарайҙы әсәйебеҙ­ҙең, әле бына түшәктә ята. Был турала бәхәсләшеү ҙә урынһыҙ, тип иҫәпләйем. Дауахананан һуң уны ошонда алып киләсәкмен.

Быға саҡлы өндәшмәй ултырған әсәһе, башын күтәреп, ҡыҙына ҡараны:

– Дөрөҫ, ҡыҙым, алып килһен әйҙә... Ул минең әсәйем бит, ни тиһәң дә, ә һинең өләсәйең.

Рәсимә быға ҡырҡа ҡаршы төштө:

– Юҡ! Әлеге кредитты ул һеҙҙең өсөн алған бит! Ҡыҙыңдың туйына алған, тағы нимәгәлер, аныҡ белмәйем. Ғүмер буйы һеҙҙең ғаиләгә ярҙам итте. Шулай булғас, бында килтерергә уйламағыҙ ҙа, тупһа аша ла үткәрмәйәсәкмен!

Әнүәр ағай, ҡайнар һыуға беш­кәндәй, һикереп торҙо ла, ишекте шарт ябып, сығып китте. Әсәһенең илап ултырғанын күреп, Рәсимә  уны яурынынан ҡосаҡлап алды:

– Ярай, әсәй, ҡайғырма, мин дө­рөҫ эшләнем. Әҙерәк уйланһын­дар. Олоғайған көндә кемделер хәстәрләргә теләһәң, уныһы ла булыр оҙаҡламай. Мин ауырлы, әсәй! Ейәнеңде тәрбиәләргә ярҙам итер­һең, ул һине ысынлап яратасаҡ...

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

 

Автор:
Читайте нас: