Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарағат ҡара була Хикәйә (3) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

Операциянан һуң көс-хәлгә аяғына баҫты. Ана шул мәлдә ире ғаиләһен ташлап, икенсе ҡатынға сығып китте лә инде. Һай, ул көндәр...

Ҡарағат ҡара була    Хикәйә (3)   Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА
Ҡарағат ҡара була Хикәйә (3) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

Ысынлап та, күп тә үтмәне, ире элекке хәленә ҡайтты. Ғаилә дуҫтары ҡунаҡҡа килһә, йүгереп йөрөп һыйлай, өҙҙөрөп йырлай. Гөлсәсәк үҙе лә йырға маһир, бәләкәстән гармунда уйнағас, гармуны һәр саҡ үҙе менән. Тағы ла дәртләнеп йәшәп киттеләр. Улы һәм ҡыҙы урта мәктәпте тамамлап, үҙҙәре теләгән һөнәрҙәренә эйә булдылар. Улар йәшәгән ҡалала төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа күп кенә. Байрамдарға концерт ҡуялар. Гөлсәсәк тә ире менән ул концерттарҙа теләп ҡатнаша. Ире менән икәүләп тә, яңғыҙы ла сәхнәгә сығып йырлай. Урындағы халыҡ Гөлсәсәктең йырлауын бигерәк үҙ итә, ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып сығаралар. Бигерәк тә оло йәштәге апайҙар янына килеп һоҡланыу, маҡтау һүҙҙәрен яуҙыралар.
Һигеҙенсе март алдынан концертҡа әҙерләнгән мәл ине. Йыраҡтан бер туған һеңлеһе Хәлиҙә ҡунаҡҡа килеп төштө. Һеңлеһе килһә, өй тултырып ҡунаҡ йыйып, геү килешеп алалар. Йыр-моң, бейеү менән кис үтә. Был юлы ла шулай булды. Репетицияға һеңлеһен дә үҙҙәре менән алдылар. Был юлы Заһир ни сәбәптәндер ҡатнашмаҫҡа булды. Ваҡытым юҡ, эштә арыйым, тине. Гөлсәсәк менән Хәлиҙәне машинаһында мәҙәниәт йортона тиклем алып барҙы ла, үҙе ҡайҙалыр барып килергә булды. Гөлсәсәктең кәйефе бик шәп, ҡыҙыҡтарын һөйләп, барыһын да көлдөрөп бөттө ул көндө. Байрам бит, һеңлеһе лә ҡунаҡҡа килгән. Шау-гөр килеп концерт ҡуйырға йыйынған артистарҙы күҙәтеп торған Хәлиҙә апаһынан ҡапыл һорап ҡуйҙы:
– Еҙнә ҡайҙа сыға ла юғала ул?
– Әй, ул бит дуҫтары янына барып әйләнәм, тигәйне. Концертта был юлы ҡатнашмағас, уға ҡыҙыҡ түгел бында. Хәҙер килеп етә ул! – Шулай яуапланы Гөлсәсәк. Һеңлеһе бер ни өндәшмәне. Нимәлер әйтергә уйланымы Хәлиҙә шул саҡта... Концерттары бик шәп булды. Хәлиҙәгә лә оҡшаны, апаһын маҡтап бер булды. “Сәхнәлә үҙеңде шулай иркен тотаһыңдыр, тип бөтөнләй уйламағайным”, – тине.
Иртәгәһенә 8-се март ине. Заһир иртә менән сығып китте лә, бер аҙҙан сәскәләр, коробкалы кәнфит тотоп ҡайтты. Һеңлеһе менән икәүһенә берәр роза сәскәһе, ҡыҙына ла бүләген һондо. Үҙе сисенеп тә тормай, гаражға барып киләм, тип сығып китте. Табын әҙерләп бөтөүгә Заһир ҙа ҡайтты. Тик һеңлеһенә тағы нимәһелер оҡшап етмәне ул көндө: “Нишләп һиңә бер генә сәскә бүләк итте ул? Элек улай итмәй торғайны бит?” “Бүләк бирҙе бит инде!”– тип һеңлеһен тынысландырҙы апаһы. Их, ана шул саҡта уҡ һеңлеһе ниҙер һиҙенеп, апаһын иҫкәртергә тырышҡан бит. Еҙнәһендәге үҙгәрештәргә лә иғтибар иткән. Тик Гөлсәсәк үҙе генә бөтөнләй һаңғырау, һуҡыр булған... Нисек ул һуңғы ваҡытта Заһирҙа булған үҙгәрештәргә бер тапҡыр ҙа иғтибар итмәгән икән? Ә бит Заһирҙың ул мәлдә эшендә тотҡарланыуҙары йышайғайны. Эш күп, бөгөн ҡалып эшләйем, тиер ине. Ҡайһы саҡта бергә эшләгән иптәштәре лә асыҡтан-асыҡ әйтеп ҡуйыр ине: ”Ниндәй эш булһын, ти? Бер кем дә ҡалып эшләмәй бит ул!” – тип. Гөлсәсәк кенә ишетмәгән бер кемде лә. Эшенән ҡайтыуын өҫтәл әҙерләп көтөп ултырыр ине. Туҡтауһыҙ ләпелдәр ине, көндөҙгө яңылыҡтарҙы һөйләп. Ә уныһы, бөгөн бик ныҡ арып ҡайттым, ятайыҡ инде тиҙерәк, тиер ҙә, йоҡо бүлмәһенә ашығыр ине...
***
Бер көн эштән һуң әхирәте Мәҙинә килеп инде. Гөлсәсәкте саф һауала йөрөп әйләнергә саҡырҙы. Заһир был көндө, эшемдә тотҡарланам, һуңлабыраҡ ҡайтасаҡмын, тип шылтыратҡайны. Шуға Гөлсәсәк иркенләп әхирәте менән йөрөп әйләнергә йыйынды. Киске ашы әҙер, иртәрәк ҡайтып өлгөрһә лә. Ҡала буйлап һөйләшә-серләшә ашыҡмай ғына бара торғас, Мәҙинә: “ Гөлсәсәк, әйҙә ошо подъезға инеп сығайыҡ әле? Бер ҡатында йомошом бар ине...” – тип һүҙ ҡушты. Подъезға инеп баҫҡыстан күтәрелә башлағайнылар ғына, бер фатирҙың ишеге ҡапыл асылып китте лә, унан көлөшә-көлөшә ир менән ҡатын килеп сыҡты. Ҡулдарына стенанан һыҙырып алынған обойҙарҙы төрөп тотҡандар. Көтмәгәндә Заһирҙы ят подъезда осратырмын, тип уйламаған Гөлсәсәк, албырғап ҡалып: “Заһир, һин бында нишләп йөрөйһөң ул? Эштәмен, тигәйнең дә?!” – тип һорап ҡуйҙы. Көтөлмәгән осрашыуҙан юғалып ҡалған Заһир ҙа нимәлер ыҡ-мыҡ килеп аңлатып маташты: “Эштән ҡайтышлай дивандарын алып барышырға ярҙам иткәйнем... эштәге таныштың ҡатыны бит был... ремонт эшләйҙәр...” – тине. Бераҙ һушына килгәс: “Ә һин үҙең бында нимәшләп йөрөйһөң ул? Бар, ҡайта тор, мин тиҙҙән ҡыуып етермен”, – тип өҫтәне. Мәҙинә Гөлсәсәктең еңенән тартты: “Әйҙә, сығайыҡ әле тышҡа, унда һөйләшербеҙ..." – тине. Бер ни аңламаған Гөлсәсәк бер Заһирға, бер уның янындағы ҡатынға ҡарап торҙо ла, Мәҙинәнең артынан эйәрҙе. Ана шунда әхирәте уға дөрөҫлөктө һөйләп бирҙе. Көтмәгәндә кемдер боҙло һыу менән ҡойондорғандай, тәне күшегеп, дерелдәргә тотондо. Ҡапыл таныштарының йә береһе, йә икенсеһе нимәлер иҫкәртергә маташҡаны иҫенә төштө. Ә бит ул йәштән һөйгән йәренә шул тиклем ышана ине, хатта ундай хәлдең булыуы ла мөмкин түгел кеүек ине, әгәр үҙ күҙҙәре менән күрмәһә. “Мин һине ныҡ йәлләйем, Гөлсәсәк, әммә ҡасан да дөрөҫөн белергә тейешһең!” – тине Мәҙинә. Гөлсәсәктәргә килер алдынан уларҙың икәүләшеп шул подъезға инеп киткәнен күргән икән әхирәте. Теге ҡатындың ире хыянатын белгәс, айырылышырға булған. Шуға был икәү яңы фатир алып, шуны ремонтлап йөрөгән мәлдәре икән. Барыһы ла был турала күптән белгән, Гөлсәсәктән башҡалар. Дөрөҫ әйткәндәр, иренең һөйәркәһе барлығын ҡатыны ғына иң һуңынан белә, тип. Ул мәлдә Гөлсәсәк өсөн донъя түңкәрелде. Туҡтауһыҙ илап, иренә үпкәләп уҙҙы көндәре. Заһир ҙа эшенән ваҡытында ҡайта башланы, ғәфү ҙә үтенде. Тик Гөлсәсәктең йәне үрһәләнде, бер нисек тә кисерә лә, онота ла алманы.
Күп тә үтмәй, Гөлсәсәк ныҡлап ауырый башланы. Биле бик ныҡ ауыртыуына түҙә алмай, стенаға тотоноп тигәндәй йөрөй башлағас, “Тиҙ ярҙам” машинаһында дауаханаға илтеп һалдылар. Бөйөрөнә операция яһанылар. Операциянан һуң көс-хәлгә аяғына баҫты. Ана шул мәлдә ире ғаиләһен ташлап, икенсе ҡатынға сығып китте лә инде. Һай, ул көндәр... Хатта дошманыңа ла теләмәҫһең Гөлсәсәктең кисергәндәрен. Иренең хыянаты күҙ алдынан китмәне. Бөтөнләй аҡсаһыҙ, эшһеҙ ҡалған бисара ҡатын ауырыуынан ныҡлап йүнәлеп тә өлгөрмәгәйне әле. Тиҙ арала эшкә сығырҙай хәлдә түгел. Күпмелер ваҡыттан һуң ире әйләнеп ҡайтты. Уға барыһы ла әйткән, оялтҡан икән ул саҡта. Тик Гөлсәсәк кисерә алманы. Көн дә ғәйепләп илап, үҙе янына яҡын да ебәрмәгән ҡатыны менән һөйләшеп тә, аңлашып та булмағас, Заһир түҙмәне: “Былай булмай йәшәп, мин китәм. Түҙергә була ине бит саҡ ҡына...” – тине лә, бөтөнләйгә сығып китте. Их, шул саҡта сабырлығы етмәне шул Гөлсәсәктең, ғүмерлеккә яратҡан һөйөклө иренең хыянатын кисереп, нисек тә киҫелгәнде ялғау сараһын күрергә. Янында тормош тәжрибәһе үткән бер кеме лә булманы микән? Үҙенең кәңәштәре менән Гөлсәсәкте өгөтләп, туҡтатып ҡалырға? Һуңынан бик ныҡ үкенде лә, тормош юлдары бөтөнләйгә айырылғайны инде ире менән. Уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң яңыраҡ ҡына эшкә урынлашҡан улы һәм ҡыҙы нисек тә был ауыр хәлдән сығырға тырышты. Улы әсәһенә ныҡлы терәк булырға һүҙ бирҙе. Атаһын Йәмил оҙаҡ ғәфү итә алманы: “Һин беҙҙең әсәйгә уға ныҡ ауыр ваҡытта хыянат иттең – ташлап киттең, мин һине күрә алмайым!”– тине нәфрәтләнеп. Юлында осрап, атаһы һүҙ ҡушһа, һаулығын да алмай, урап уҙыр ине. Тик Гөлсәсәк улын да, ҡыҙын да ҡаты итеп киҫәтте: “Ниндәй генә булһа ла, ул һеҙҙең атайығыҙ, ҡаты бәрелмәгеҙ. Ул миңә генә хыянат итте, һеҙгә түгел. Арағыҙҙы бер ҡасан да һыуытмағыҙ!” Улы ошо хәлдәрҙән һуң ике йыл үткәс кенә атаһы менән аралаша башланы...
(Дауамы бар)

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: