Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарағат ҡара була Хикәйә (4) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

Ул арала Гөлфиә яңынан бәхетен һынап ҡарарға булып, икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡты. Уңмаған юлды ҡыума, тигәндәре шулдыр. Икенсегә ауырлы булып, тағы ҡайтты әсәһенә.

Ҡарағат ҡара була Хикәйә (4) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА
Ҡарағат ҡара була Хикәйә (4) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

Гөлсәсәк арыулана башлағас, йәһәтләп төҙөлөшкә эшкә сыҡты. Эш хаҡы ала башлағас, тормоштары ла яйға һалына башланы. Төҙөүсе эше үтә ауыр, хеҙмәттәштәре әле ярай хәленә кереп, еңелерәк эшкә ҡуйырға тырышалар. Үҙен ҡулға алғас, яңынан концерттарҙа ҡатнашып, тулы тормош менән йәшәргә үҙендә көс тапты. Ныҡ ябыҡҡан ине тәүҙә, ваҡыт дауалай, тиҙәр. Хәҙер уға, һин бик матур, һөйкөмлө ҡатынһың, тиҙәр барыһы ла. Тиҙҙән һабантуй буласаҡ тигәстәр, яңыраҡ ҡына ҡайҙалыр ишетеп ҡалған йырҙы өйрәнеп, башҡарырға булды. “Ҡарағат ҡара була” исемле халыҡ йыры. Беренсе ишеткәндә үк ныҡ оҡшағайны ул йыр. Әллә үҙенең күңел торошо ла хәс тә ошо йырҙағыса булғанға...
Халыҡ күп йыйылған. Әхирәттәренең кемеһелер килеп шыбырҙаны: “Заһир ҙа бында килгән, теге бисәһе менән!” Улай икән... Элегерәк бергә йөрөрҙәр ине һабантуйға, балаларын да үҙҙәре менән алып... Шул хәтлем йөрәге әрнегәнгәме, сәхнәлә ныҡ моңло итеп башҡарҙы йырын Гөлсәсәк. Үкһеп илап ебәрер хәлдә ине үҙе:
...Ҡарағат та түтәлдә,
Бөрлөгән дә түтәлдә.
Йәнем һөймәй, күңелем ятмай,
Һинән башҡа бүтәнгә...
Йырлап төшөүенә әллә күпме кеше янына килеп ҡотланы: “Бигерәк шәп йырланың, Гөлсәсәк”, “Илаттың, һеңлем...”, “Үҙеңдең яҙмышың тураһында йырланың бит һин...”, – тинеләр. Кемдер һуңынан Заһирҙың бик моңһоу төҫтә йырҙы тыңлап, ҡуҙғалып китә алмай, оҙаҡ ҡына баҫып торғанын әйтте. Йөрәге янғаны тойола ине, тинеләр. Теге бисәһе ҡайҙа булғандыр ул саҡта? Шул көндән алып ошо йыр һәр ваҡыт күңел түрендә, әллә Заһир ҙа теге көндө тыңлағанға...
Шулай ике йыл тирәһе ваҡыт үтеп китте. Әсәһе ҡабаттан ныҡлап ауырып киткән, тип телеграмма килгәс, тыуған яғына ҡайтты. “Кейәү менән икәүләшеп ҡайтмағанһығыҙ икән, ҡыҙым. Бушамайҙыр инде. Аллаға шөкөр, кейәүебеҙ һәйбәт. Һине лә бер һүҙһеҙ мине ҡарарға ҡайтарып ебәргән, рәхмәт инде үҙенә!” – тип, кейәүен хатта хәл белешергә килгән кешеләргә лә туҡтауһыҙ маҡтай әсәһе. Бер мәл, түҙемлеге етмәй, икәүһе генә ҡалғанда барыһын да һөйләне лә бирҙе Гөлсәсәк. Ул саҡта әсәһенең өҙгөләнеүе! “Нисек миңә һөйләмәй түҙҙең һуң анау сама ваҡыт, шул саҡлы ыҙалап йәшәгәнһең икән дә? Ныҡ рәнйейем мин уға, үҙенә лә әйтерһең...” – тине үҙе ауыр хәлдә түшәктә ятҡан әсә, ҡыҙы өсөн үртәнеп. Гөлсәсәк юлға сыҡҡанда ныҡ борсолоп ҡалды. “Ах, әсәй, әсәй, һинең үҙеңдең тормошоң минекенән күпкә ауырыраҡ булғандыр ҙа. Һаман да мине ҡайғыртаһың...” – тип әсенде ул саҡта Гөлсәсәк. Бер аҙҙан әсәһен һуңғы юлға оҙатырға ҡайттылар...
***
Ауырыуҙары йышайҙы Гөлсәсәктең. Сәбәпһеҙ генә килмәйҙер инде улары ла. Кисергән ауырлыҡтар, яҡын кешеңдең хыянаты, гел ғазап уттарында яныу шулай тәнеңдә ауырыуҙар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәлер. Еңелерәк эш табып, икенсе эшкә күсергә тура килде. Нисек тә бирешмәҫкә тырыша, төрлө сараларҙа ҡатнашып, әүҙем тормош алып бара. Моңло, тырыш ҡатынға күҙ һалыусылар ҙа булманы түгел, булды. Тик уның яуабы ундайҙарға һәр ваҡытта ла ҡәтғи: “Ҡайтасаҡ Заһир, барыбер әйләнеп ҡайтасаҡ, уны ғына көтәм...” Теге юлы Таисияға кәрт һалдырырға бармағанда, тормош юлы үҙгәреп тә китер ине, бәлки? Ҡайтасаҡ, тик оҙаҡ көтөргә кәрәк буласаҡ, тип ул өмөтләндерҙе бит! Эйе, йылдар буйына көттө, бер мәл барыбер ҡайтыр, тип. Бөтөнләйгә ҡайтып инерен. Таяҡҡа таянып булһа ла. Теге саҡта артыҡ ҡаты бәрелмәҫкә, түҙергә, сабыр итергә кәрәк булған да бит бер аҙ ғына. Нисек кенә ауыр булһа ла. Яратыуы ни тиклем көслө булһа, нәфрәте лә ул мәлдә шул саҡлы булғандыр инде... Үҙен еңергә, кисерергә көс тапманы. Инде хәҙер таяҡҡа таянып ҡайтып инеүе лә кәрәкмәҫ...
Ҡыҙы кейәүгә сығып, ейәне тыуғас, икенсе һулышы асылды Гөлсәсәктең. Хатта ауырыуҙары ла артҡа сигенгәндәй булды. Ейәнен шул хәтлем ярата, бар шатлығы хәҙер тик ул ғыналыр төҫлө. Буяусы булып эшләгәс, илле йәшенән хаҡлы ялға сыҡты ла, өйҙә генә ултырыу мөмкинлеге бар. Ейәненә бер йәш тулғайны, Гөлфиәгә эшкә сығырға рөхсәт итте. Ҡыҙының ғаилә тормошо тәүге көндәрҙән үк бармағас, әсәһенә әйләнеп ҡайтҡайны. Көн оҙонона ейәне менән мәш киләләр. Урамда саф һауала йөрөп әйләнгәс, ейәнен йоҡлата ла, өй эштәре менән булыша, балаларының ҡайтыуына киске аш әҙерләй. Шулай бер нисә йыл үтеп китте.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәр... Гөлсәсәк һуңғы йылдарҙа онкология юлын тапай башланы. Тәненең төрлө органдарында барлыҡҡа килгән шештәрҙе операция юлы менән алып ташлайҙар. Күп тә үтмәй, яңы урында ҡалҡып сыға. Тик әлегә яман шешкә әйләнмәгән, тигәндәре генә йыуата күңелен. Ауыр операцияларҙан һуң көскә аяҡҡа баҫып, тынысланып йәшәй башлауы була, яңынан башлана ғазаптары. Ул арала Гөлфиә яңынан бәхетен һынап ҡарарға булып, икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡты. Уңмаған юлды ҡыума, тигәндәре шулдыр. Икенсегә ауырлы булып, тағы ҡайтты әсәһенә. Эйе, ауырыу әсәгә ҡыҙының икенсе улын да үҫтерергә ярҙам итергә тура килде. Үҙенә нисек кенә ауырға тура килһә лә. Улы Йәмил бөтөнләй өйләнмәне. Әллә ата-әсәһенең көтмәгәндә айырылышыуы сәбәпсе булды быға. Гөлсәсәк беренсе йылдарҙа бер нисек тә үҙен ҡулға ала алмай, туҡтауһыҙ илар ине. Йәмил улы : “Әсәй, мин һине бер ҡасан да ташламаясаҡмын”, – тип йыуатып, гел янында булырға, хәлен еңеләйтергә тырышты. Эшенән ҡайта ла, өй эштәрендә ярҙамлаша. Гөлсәсәк тамам тынысланып, әүҙем тормош менән йәшәй башлауына иң ҡыуанғаны улы булғандыр. Һеңлеһенең балаларын ҡарашырға ла һәр ваҡыт ярҙам итте...
(Аҙағы бар)

Автор:
Читайте нас: