Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Был көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?

Ҡар ҙа вәғәҙә итәләр...

Был көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?
Был көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?

 

Синоптиктар мғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 6 май көндө, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан, урыны менән көсәйеүсән. Тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем етәсәк. Термометр бағаналары көндөҙ +6,+11° градус күрһәтәсәк, көньяҡ-көнсығышта +15° градусҡа тиклем.

Шишәмбе көндө, 7 майҙа, урыны менән шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ, төндә республиканың төньяғында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән һауала һәм ер өҫтөндә ҡырау төшөү ихтималы ҙур – 0,-2°, көн –+11,+16°.

8 майҙа, урыны менән күк күкрәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуып уҙыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6,+11°, көндөҙ +12,+17°, көньяҡта +22°тиклем.

 

Сығанаҡ: bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: