Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Апрель , 14:47

Хыялдарҙың тормошҡа ашыр мәле

Ҡырҡ йәшенә етеп килгәндә Гүзәл уңышлы эшмәкәрлек алып барған бизнесмен булып танылғайны инде. Юғары уҡыу йортон тамамлау менән ойошторған реклама агентлығы  йылдан-йыл күрһәткестәрен яҡшырта бара. Уның хәҙер яңы йорттағы шәп фатиры, ҡыйбатлы автомобиле бар, бергә сәйәхәткә сығып йөрөгән дуҫтары ла күп. Ә бына ғаилә хәле...

Хыялдарҙың тормошҡа ашыр мәле
Хыялдарҙың тормошҡа ашыр мәле

 – Кейәүгә сыҡҡың килмәһә, бала табыр инең, исмаһам. Үҙең өсөн генә. Аҡсаң күп, бер түгел, ун баланы тәрбиәләп үҫтерә алаһың... – тип көрһөнә әсәһе.

– Улай булмай инде, әсәй... – тип йылмая Гүзәл. – Ҙурайғас, һине торна алып килде, шуға атайың юҡ, тип әйтәйемме? Дөрөҫөн әйткәндә, әсәй булырға теләгем дә юҡ.

Студент сағында уның оло мөхәббәте лә бар ине. Улар хатта өйләнешергә лә йыйынып бөт­кәйне, әммә һөйгәне Илдар көт­мәгәндә АҠШ-та уҡыуға грант отто һәм бер нисә йылға шунда китте. Гүзәл уның ҡайтыуын тү­ҙемле генә көттө, ҡайтҡас та өйләнешә­сәктәренә һис шикләнмәй ине. Тәүге ярты йылда йыш хат алышып торҙолар. Тик яйлап хаттар һирәгәйҙе. Ә бер мәл бөтөнләй туҡтап ҡалды. Оҙаҡламай Гүзәл егеттән хәбәр алды: “Ғәфү ит, артабан һине алдағым килмәй, мин бында икенсе бер ҡыҙҙы осраттым һәм ошонда ҡалырға уйлайым...”

Гүзәлгә бөтә донъя емерелгән­дәй тойолдо. Ул айҙар буйына бик аҡрынлап иҫенә килде, был йә­һәттән әлеге реклама агентлығы буйынса проект ярҙам итте лә инде – бөтә күңелен һәм ваҡытын эшкә бирҙе. Уның йөрәге артабан баш­ҡалар өсөн бикле ине. Үҙе менән дуҫлашырға теләгән һәр егеттә ул хәүеф кенә күрҙе, һуңынан барыбер ташлап китерҙәр һымаҡ тойолдо.

Йәй еткәнен Гүзәл түҙемһеҙлек менән көтөр булды. Йылы миҙгелдә ул дачаһында йәшәй, ҡала шау-шыуынан да ял итә. Үҙе сәскә клумбалары һәм декоратив ҡыуаҡ­тар үҫтерергә ярата, ә ҡыяр һәм помидор кеүектәрҙе тәрбиәләүҙе әсәһенә ҡалдыра. Йәй буйы тыныс шарттарҙа ял итеп, көс йыйып, көҙгә табан сәйәхәткә китә. Нигеҙҙә Азия илдәренә – йәйҙе оҙайтыу өсөн.

Быйыл ул матур һәм башы япмалы беседка эшләтергә булды. Әхирәте ышаныслы төҙөүселәр бригадаһы ла тәҡдим итте.

– Әйткәндәй, бригадир – бик һөйкөмлө генә егет, – тип мут ҡына йылмайҙы әхирәте. – Ҡатыны менән айырылышҡан, тиҙәр, тик кеше менән бик асылып китеп һөйләшеп бармай.

– Ә миңә уның һөйләшеүе ниңә кәрәк, – тип көлөмһөрәне Гүзәл. – Теле менән түгел, ҡулы менән эшләһен.

Бригадир Азамат бәһлеүәндәй кәүҙәле ир-ат булып сыҡты. Буйы ике метр самаһы булыр, үҙе ҡо­яшта янған. Күрәһең, төҙөлөш объекттарында оҙаҡ була. Гүзәлдең теләктәрен өндәшмәй генә тың­ланы ла бер төргәк фотолар тотторҙо. Хужабикә үҙенә оҡшаған проектты һайлап алғас, уға тиҙ генә күҙ һирпеп алды:

– 15 августа, иртәнге сәғәт 8-ҙә башлайбыҙ. Ризамы?

– Килештек, – тип ҡыҫҡа ғына яуапланы Гүзәл. Ә үҙе Азаматтың күҙ ҡарашынан ҡаушабыраҡ ҡал­ғандай булды һәм тиҙ генә икенсе яҡҡа боролдо. Шул бер күҙ һир­пеүҙән генә йөрәгенең дарҫлап ҡуйыуына үҙе лә аптырай төштө. Аҙ һүҙле баһадирҙы тиҙ генә башынан алып ташларға тырышты.

Килешелгән ваҡытта бригада эшкә тотондо. Гүзәл уларҙың кү­ҙенә салынмаҫҡа тырышты, клумбалар тирәһендә сәскәләрен тәр­биәләне, үҙе яратҡан йомшаҡ бәүелсәккә ултырып китап уҡыны.

Өс көндән һуң бригада эшсе­ләре араһында 6-7 йәштәр тирә­һендәге бер малай күренде. Тәүҙәрәк ул эшләгәндәргә ҡаҙаҡ йәки инструмент кеүек нәмәләр биреп йөрөнө, аҙаҡ гел ситтәрәк булды – уйын менән мауыҡты, ахы­рыһы. “Төҙөүселәрҙең береһенең малайылыр, атаһы эшкә өйрәтә­лер”, тип уйланы Гүзәл һәм шунда уҡ тиерлек был турала онотто.

– Һеҙгә ярҙам итергә мөмкинме? – Гүзәл тауыш килгән яҡҡа боролоп ҡараһа, әлеге малай ул эшләгән түтәлгә һәм ултыртылған сәскә­ләргә һоҡланып ҡарап тора.

– Әйҙә, ярҙам ит, – тип йыл­майҙы Гүзәл. – Ана тегендә ятҡан үҫентеләрҙе биреп тор. Исемең кем?

– Рөстәм.

Малай бик теремек һәм ҡыҙыҡ­һыныусан бала булып сыҡты. Ул Гүзәлдең артынан ҡалмай эйәреп йөрөнө, һәр ҡыуаҡты тотоп ҡараны, сәскәләр менән ихлас һоҡланды. Бала-саға менән күптән аралаш­маған Гүзәлдең күңелен тамам арбағайны инде был малай.

– Әсәйең эштәлер, моғайын, ә һин атайыңа ярҙам итергә килгән­һеңдер? – тип ҡыҙыҡһынды Гүзәл.

– Беҙҙең әсәйебеҙ юҡ, – тип аңлатты Рөстәм. – Атай менән икәү генә йәшәйбеҙ. 

Баланы йәлләп, Гүзәлдең йөрәге ауыртып ҡуйҙы. Ниңә һорашҡанына үкенә биреберәк, артабан был турала һөйләшмәҫкә булды. Ул ма­лайҙы етәкләп алды ла быуа­лағы лилиә сәскәләрен, туя аға­сының ҡуйы ботаҡтары араһын­дағы ҡош ояһын күрһәтеп йөрөнө. Шунан һуң террасаға үҙе бешергән ҡурай еләге бәлеше менән сәй эсергә саҡырҙы.

– Рөстәм, бына һин ҡайҙа икән! Ә мин һине эҙләйем... – тип, шул саҡ атаһы Азамат килеп инде. – Ғәфү итегеҙ, ул бик аралашыусан малай.

– Был һеҙҙең улығыҙмы? – тип һорамай булдыра алманы Гүзәл.

– Оҡшамағанмы ни? – Азамат­тың йөҙөндә беренсе тапҡыр йылмайыу сағылып киткәндәй булды.

– Бөтөнләй оҡшамаған, – тине Гүзәл. – Һеҙ борсолмағыҙ, минең менән йөрөһөн әйҙә, бында уға ҡыҙыҡ шикелле. Шулай бит, Рөстәм?

Малай шунда уҡ ризалашып баш ҡаҡты һәм атаһына төбәлде:

– Мин ошонда йөрөһәм буламы, атай?

– Һеҙгә ҡамасауламаһа, әл­биттә...

– Ә, бәлки, һеҙ ҙә беҙҙең менән сәй эсерһегеҙ? Ҡурай еләгенән бәлеш бешергәйнем...

Ул ҡояш нурына күмелгән террасала сағыу биҙәкле сарафанда шундай һөйкөмлө һәм хәстәрлекле ҡиәфәттә ултыра ине. Азамат ирек­һеҙҙән һоҡланып ҡарап ҡуйҙы. Ә Гүзәл уның өндәшмәүен ризалыҡ ғәләмәте тип ҡабул итте һәм матур сынаяҡҡа сәй яһап бирҙе, тиҙ генә бәлеш киҫеп һалды. Азамат баш тартырға ла уйлағайны, улының бәхетле ҡарашын тойоп, улар менән бергә өҫтәл артына улты­рырға мәжбүр булды.

Гүзәл уңайһыҙланыуын белдер­мәҫ өсөн Рөстәм менән шаяртып һөйләшеүгә күсте. Уларҙың әңгә­мәһе шундай ихлас ине, әйтерһең дә, Гүзәл был малайҙы күптән белә. Ул Рөстәмдең туҡтауһыҙ тәтел­дәүен йылмайып тыңлай, уның һәр шаяртыуына көлөп ебәрә, иңбашы­нан ҡосаҡлап ала. Ә тегеһе, иғтибарҙы тойоп, сутылдауҙан туҡ­тамай ҙа. Азамат улының шундай бәхетле сағын беренсе тапҡыр күрә ине. Был икәүҙең әңгәмәһен күреп, уның да күңеле йылынып киткәндәй булды.

– Һеҙҙә бында күңелле, әлбиттә, тик мине эш көтә, – тип ахырҙа ул өҫтәл артынан тороп китте.

Шул көндән алып Гүзәл был яғымлы малай менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә башланы. Ул күңелендә нимәлер асылыуын, тормошҡа ҡарашы үҙгәреүен тоя ине.

– Һеҙ шундай бәхетле, шундай матур малайығыҙ бар, – тине ул бер көн Азаматҡа Рөстәм ситкәрәк киткән мәлдә. – Миңә был турала хыялланырға ғына ҡала...

– Ә шулай ҙа әсәһе Рөстәмде һис икеләнеүһеҙ ташлап китте, бер әтрәгәләм менән икәүләп яңы тормош артынан саптылар, улыбыҙға өс йәш кенә ине... – тип көрһөндө Азамат.

– Шулай ҙа буламы икән ни? – тип аптыраны Гүзәл. – Хәйер... Беләһегеҙме, Рөстәм менән осраш­ҡанға саҡлы мин дә шулайыраҡ инем – балалар тураһында бөтөн­ләй уйланғаным да булманы.

– Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙе баһалап еткермәйһегеҙ, – тип ҡаршы төштө Азамат. – Һеҙ – ысын ҡатын-ҡыҙ һәм әсә, Рөстәм дә һеҙгә шуның өсөн тиҙ ылығып китте бит.

– Эйе шул, мин хәҙер үҙемде икенсе кеше итеп тоя башланым, – тине был һөйләшеүҙән биттәре алһыуланып киткән Гүзәл. – Хәҙер мин уның менән осрашыуҙы көтөп тик йөрөйөм...

– Ысынлапмы? – тине Азамат һәм һаҡ ҡына Гүзәлдең ҡулдарын алып күкрәгенә ҡыҫты, уның күҙ­ҙәренә ҡараны. – Һеҙҙең менән осрашҡанға тиклем бөтә ҡатын-ҡыҙҙар аҫтыртын һәм эскерле тип уйлай инем. Ә хәҙер... Һеҙҙең менән осрашыуҙы көн һайын көтәм, ниндәйҙер мөғжизә һымаҡ көтәм...

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: