Шоңҡар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
5 Май , 09:20

Шул ҡатынға әҙәм аҡтығы тимәй нимә тиһең!

Был ысул менән енәйәтсе 10 граждандан 7 миллион һумдан ашыу аҡса урлай, уларҙы рәхәтләнеп туҙҙыра. Һеҙ уға ниндәй яза бирер инегеҙ? Һеҙҙең арала ошондай һөмһөҙ әҙәмдәрҙән төп башына ултырыусылар юҡмы? Хәҙер бит әллә ниндәй компаниялар менән донъя тулған. 

Шул ҡатынға әҙәм аҡтығы тимәй нимә тиһең!
Шул ҡатынға әҙәм аҡтығы тимәй нимә тиһең!

Стәрлетамаҡ ҡала суды  "БК"  кредит ҡулланыусылар кооперативы идараһының элекке рәйесенә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм сығарҙы  Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул мутлашыуҙа ғәйепле тип табылған. Судта билдәләүҙәренсә, 2015 йылдан 2016 йылға тиклем ҡатын Стәрлетамаҡта «БК» кредит ҡулланыусылар кооперативын ойошторған һәм етәкләгән. Ул граждандар менән килешеүҙәр төҙөй, вкладтар буйынса 26-36 процент килем вәғәҙә итә. Шул уҡ ваҡытта клиенттарға ойошманың финанс-хужалыҡ торошо һәм уларҙың килеме тураһында ялған  мәғлүмәт бирелә. Шәп эшләйбеҙ тип күрһәтеү өсөн ҡайһы бер пайсыларға процент түләнә. Был ысул менән енәйәтсе 10 граждандан 7 миллион һумдан ашыу аҡса урлай, уларҙы рәхәтләнеп туҙҙыра. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай. Суд уға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 3 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Ҡатынды суд залында һаҡ аҫтына алалар.

Автор:
Читайте нас: