Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
6 Май , 10:29

Һаҡсы менән директор

Директор ҡиммәтле сыр урлаған! Иҫ китерлек бит! Ул урлашһа, ҡалған хеҙмәткәрҙәр ниңә тыйылһын?

Һаҡсы менән директор
Һаҡсы менән директор

- Магазинда бер кем дә ҡалмағанмы? Ҡарап сыҡтыңмы? – тип директор һаҡ хеҙмәткәренән һораны.

– Ҡараным, уттарҙы һүндерҙем, сигнализацияны тоҡандырҙым, – тине һаҡсы.

– Ярай атыу, хуш! – Директор сығыу яғына ыңғайланы.

– Туҡтағыҙ, сумкағыҙҙы миңә күрһәтегеҙ, – тине һаҡсы директорҙың ҡулындағы тоҡсайға төртөп күрһәтеп.

– Нимәгә ул? Билдәле инде, урлашмайым!


– Тәртип шулай. Камералар төшөрөп тора, ҡарарға тейешмен.


Директор камерға ҡарап уфтанды ла сумкаһын бер секунд эсендә асып япты.
– Булдымы?! – тине ул ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән.


– Туҡта-туҡта! Унда нимә ята ул? Ҡиммәтле сыр, шикелле?


– Бер нәмә лә юҡ! – Директор сумкаһын ҡосаҡлап уҡ алды. – Һатып алдым!


– Улайһа чегын күрһәтегеҙ!


– Ташланым мин уны!


– Ҡабаттан сығарығыҙ ҙа күрһәтегеҙ, үҙегеҙ беләһегеҙ бит, чекһыҙ бер хеҙмәткәр ҙә аҙыҡ-түлек алып сыға алмай!


– Мин бында директор! Нимә теләйем шуны эшләйем! – етәксе сығырынан сығып, тауыш күтәрҙе.


– Ах, шулаймы?! Улайһа мин полиция саҡырырға тейешмен!


– Саҡырып ҡына ҡара, ҡороғор!


Төн булыуына ҡарамаҫтан магазинда ҡаңғырыш китте. Полиция хеҙмәткәренән алда иң тәүҙә юғарыраҡ торған хужалар килеп етте. Директор ҡиммәтле сыр урлаған! Иҫ китерлек бит! Ул урлашһа, ҡалған хеҙмәткәрҙәр ниңә тыйылһын? Юҡ! Бындай ыҙғышты таратырға ярамай, юғиһә, магазиндың бәҫе төшә!
Бар эштәрен ташлап йүгереп килеп еткән начальниктар бахырҙы һүктеләр генә! Нимә генә тип ғәйепләмәнеләр!


– Нисек оят түгел һиңә! – тип хужаларҙың хужаһы әрләне намыҫһыҙҙы. – Беҙ бит бер ғаилә! Күпме ауырлыҡтар үттек, күпме еңеүҙәр яуланыҡ! Ә һин арҡабыҙға бысаҡ ҡаҙаның!..


Уның урынбаҫары ла ҡушылды:
– Китсе! Китсе! Беҙ бит ышанып һине эшкә алдыҡ. Дуҫ урынына күрҙек! Ә һин... – һүҙҙәре етмәй ҡул ғына һелтәне.
Урынбаҫарҙың урынбаҫары ла һүҙһеҙ ҡалманы:
– Битһеҙ! Бынан башҡа һиңә ышаныс юҡ! Ҡыуырға! Ҡыуырға, – тип йомғаҡланы ул хужаларының һүҙен.


– Эйе, ҡыуырға кәрәк! Беҙ үҙебеҙҙең репутацияны боҙа алмайбыҙ. Бөгөндән үк ғариза яҙ, – тип әмер бирҙе хужаларҙың хужаһы.
Һаман сумкаһын ҡосағынан ысҡындырмаған директор бер етәкселәренә, бер һаҡсыға ҡараны. “Фух! Еңел ҡотолдом!” – тип ул уйланы эстән. Унан йүгереп ҡәләм менән ҡағыҙ килтерҙе лә... һаҡсыға һуҙҙы. Бахыр һаҡ хеҙмәткәренә “үҙ теләгем менән эштән китәм” тигән эстәлекле ғариза яҙыуҙан башҡа сара ҡалманы...

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:
Читайте нас: