Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Май , 09:15

Алты йәшлек малай йөк машинаһы аҫтына барып ингән

Фажиғә  Белорет районында  булған.

Алты йәшлек малай йөк машинаһы аҫтына барып ингән
Алты йәшлек малай йөк машинаһы аҫтына барып ингән

Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов белдереүенсә,  фажиғә  Белорет районының  Тирлән ауылында булған. Малай йәштәштәре  менән бергә Матросов урамындағы юл буйында  велосипедта йөрөгән. Шул ваҡыт  ул ағас тейәп китеп барған КамАЗ прицебының  һуңғы тәгәрмәсе аҫтына инеп китә. Йәрәхәттәрҙән малайҙың ғүмере өҙөлә. Мәрхүмдең ата-әсәһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Әле был хәл буйынса тикшереү эше бара.

Алты йәшлек малай йөк машинаһы аҫтына барып ингән
Алты йәшлек малай йөк машинаһы аҫтына барып ингән
Автор:
Читайте нас: