Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май , 10:55

Башҡортостанда көслө дауыл

Баш ҡалала бер нисә автомобиль зыян күргән.

Башҡортостанда көслө дауыл
Башҡортостанда көслө дауыл

Бөгөн иртән, 6 майҙа, Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртеү иғлан ителде. Был хаҡта республиканың  Ғәҙәттән тыш хәлдәр Министрлығы хәбәр итте. Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ һәм кис республиканың төрлө төбәктәрендә секундына 21-26 метр тиҙлектәге көслө ел иҫеүе көтөлә. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау Идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, Башҡортостандың баш ҡалаһында һауа торошоноң боҙолоуы арҡаһында бер нисә автомобиль зыян күргән.

Һаҡ булығыҙ, машина һәм башҡа транспорттарығыҙҙы хәүефһеҙ урынға ҡуйығыҙ.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас: