Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Июль 2019, 14:50

Драматург яҙмалары

Ун һигеҙ йәшендә олатайым ауылдың иң матур ҡыҙына өйләнергә тейеш була. Уны һораталар, туй көнөн билдәләйҙәр. Ләкин, никахҡа бер аҙна ҡалғас, ҡыҙ юғала. Ҡаса. Дөрөҫөрәге, алып ҡасалар. Ул йылдар өсөн ғәҙәти күренеш. Ҡыҙ урлау – рәхимһеҙ йола түгел, ә ябай тормош хәйләһе, төрлө сетерекле хәлдәрҙә йәиһә кейәү кеше ярлы булғанда, ҡалым түләмәҫ өсөн, ата-әсәнең ризалығы менән аҙым һайын башҡарылған ул. Ҡыҫҡаһы, алып ҡасалар. Ошонан да түбәнерәк хурлыҡты уйлап табыуы ауыр.

Флорид БҮЛӘКОВ
Драматург яҙмалары

ТАШТАР

Ун һигеҙ йәшендә олатайым ауылдың иң матур ҡыҙына өйләнергә тейеш була. Уны һораталар, туй көнөн билдәләйҙәр. Ләкин, никахҡа бер аҙна ҡалғас, ҡыҙ юғала. Ҡаса. Дөрөҫөрәге, алып ҡасалар. Ул йылдар өсөн ғәҙәти күренеш. Ҡыҙ урлау – рәхимһеҙ йола түгел, ә ябай тормош хәйләһе, төрлө сетерекле хәлдәрҙә йәиһә кейәү кеше ярлы булғанда, ҡалым түләмәҫ өсөн, ата-әсәнең ризалығы менән аҙым һайын башҡарылған ул. Ҡыҫҡаһы, алып ҡасалар. Ошонан да түбәнерәк хурлыҡты уйлап табыуы ауыр.
Оятҡа ҡалған кейәү ауылдан сығып китә һәм бер йылдан ғына әйләнеп ҡайта. Бер үҙе түгел, ә яңы кәләш менән. Уныһы етем, ғәрип, ярым һуҡыр (һуңынан ул тулыһынса һуҡырайҙы) була. «Быныһы инде бер ҡайҙа ла ҡасмаясаҡ, – ти олатайым үҙенең атаһына. – Тирә-яҡтағы иң йәмһеҙ ҡыҙҙы һайлап алдым». Ҡасманы. Уларҙың тормошо тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Тотош бер йыр ул. Әрнеткес йыр. Өләсәйем 21-се йылғы аслыҡта биш улын ерләй. Ире лә һуғышта һәләк була. Ул беҙҙең менән йәшәне. Мин уны етәкләп йөрөттөм – әбейҙәргә ҡунаҡҡа барһынмы, магазинғамы, һәр саҡ янында булдым. Үҙе гел бер теләкте теләр ине: «Бәхетле бул, улым. Бөгөн һин мине түгел, үҙеңде тормош буйлап етәкләп йөрөттөң». Башҡортса күңелгә ятышлы ғына, рифмалы яңғыраған был хикмәтле һүҙҙәрҙе, мин нимәнәндер аҡылым томаланып, упҡын ситенә килеп еткән саҡтарҙа йыш иҫкә ала һәм, ана ҡолайым, бына ҡолайым тигәндә, үҙемдә көс табып, тормошҡа яңыса ҡарай башлай инем.
Олатайым унда ниндәй йәмһеҙлек тапҡандыр, быныһын барыбер аңламаным. Ул миңә күпме легенда көйләне (һөйләмәне, ә көйләне), күпме йыр йырланы!
Өләсәйемдең бер әүәҫлеге бар ине (әгәр ҙә уны әүәҫлек тип атап булһа): йылғанан таштар килтереп, уларҙы бер нисә ай үҙенең эргәһендә йөрөткәндән һуң, ҡулында тигеҙ генә өйөрөлтөп, оҙаҡ итеп доғалар уҡыны. Һәр береһенә – меңләгән доға. Өләсәйемдең ҡулында улар ялтырап киткән һымаҡ тойола ине. Тормошоноң ахырына яҡынлағанда йәшник тулы төрлө хикмәтле биҙәкле таштар йыйылды. «Ҡәберемде шулар менән ҡапларһығыҙ», – тип йыш ҡына иҫкәртеп торҙо. Уның ҡулдарының йылыһын, үҙе яңғыратҡан доғаларҙың моңон һеңдергән таштар мәрхүмәнең тыныслығын һәм хәтерен һаҡларға тейеш ине. Эйе, хәтерен, ошо һүҙгә ул айырыуса баҫым яһаны.
Өләсәйем мин әрмелә саҡта мәрхүмә булды. Тыуған ауылыма ҡайтып төшкәс тә уның ҡәберенә юлландым. Теге серле таштар менән ҡапланған ҡәбер өйөмө ҡаршылар мине тип уйлағайным да, йәм-йәшел үлән күреп аптырап ҡалдым. Ҡәбер өҫтөнә, әйтерһең дә, асыҡ йәшел төҫтәге балаҫ йәйелгәйне. Әллә, үтенесен онотоп, таштарҙы һалмағандармы? Ныҡлабыраҡ ҡараным. Юҡ, таштар – урынында, улар ҡәберҙе тығыҙ ҡатлам булып ҡаплаған. Тик йәшел үлән ҡайҙан? Таштарҙан үҫеп сыҡтымы икән? Нимәне аңлата һуң был?

ҺЫҠТАУ

Кисә төндә йоҡлап булманы. Ауыр ине ниңәлер. Балконға сығып, сираттағы сигаретты төтәттем. Шунда иҫкереп бөткән плеер күҙгә салынды. Ҡараңғыла ҡулыма эләккән тәүге кассетаны һәрмәп алдым. Тоҡандырҙым. Һәм – йә, Хоҙайым! – халҡымдың моңло көйө ағылып китте. Мөнәжәт. Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй ҙә булһа бәхетһеҙлек, бәлә, улын, ирен йә ҡыҙын юғалтыуы сәбәпле Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәте. Нәфис заттың үҙенең ябайлығы һәм моңо менән йөрәкте телгеләүсе тын ғына һыҡтауы, сеңләүе. «Улымды көтөп тә, көтөп ала алманым. Яландарға сығып иланым. Минең сабыр илауымды ишетмәнеңме ни, Хоҙайым?» Ошо мәлдә бөтә нәмәне оноттом, дуҫтарым, һеҙҙе оноттом, үҙемде оноттом, һәм, булмышымды солғап алған бәхеттән иҙрәп, үҙәккә үткес һүҙҙәр тапҡан йәш тол ҡатындың йырын (хатта Аллаһы Тәғәләнең уны ишетмәүе ғәжәп) һаҡлап алып ҡалған ата-бабаларыма рәхмәт тойғоһонан күңелем тулып иланым!
Беҙҙе йыш ҡына фольклор менән үтә мауығыуҙа ғәйепләйҙәр – нимә һаман ҡурайға, эпостарға, оҙон көйҙәргә, бәйеттәргә йәбешеп ятаһығыҙ, тиҙәр! Ана ниндәй быуатта йәшәйбеҙ, ә һеҙ бер тирәлә ҡайнашаһығыҙ ҙа ҡайнашаһығыҙ. Ҡайнашмайбыҙ, беҙгә ығы-зығы хас түгел. Һаҡлайбыҙ. Нисек булған, шул рәүештә. Боронғо саф яңғырашында. Үҙебеҙҙең рухи мираҫты шул уҡ урыҫ халҡының саф фольклорын юҡҡа сығарған псевдофольклорға әйләндермәйбеҙ. Иң ҡәҙерле әйбер һымаҡ, быуаттан-быуатҡа тапшырабыҙ. Быуаттан-быуатҡа. Ер йөҙөндә бер беҙ генә йыр ижад итеүселәрҙең исемдәрен беләбеҙ һәм һаҡлайбыҙ. Буранбай, Зөлхизә, Көнһылыу – тиҫтәләгән улар. Һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ әле – ҡатын Сыңғыҙхан урҙаһы менән һуғыштарҙа үлеп ҡалған улын юҡһынып илай. Был хәлдәр ҡасан булған бит – ә ул шундай итеп йырлай, әйтерһең дә, яугирҙың әсәһе янымда ултыра. Йөҙәрләгән быуын әсәнең һыҡтауын тыңлаған, йөҙәрләгән быуын уның менән бергә Аллаһы Тәғәләнән ялбарыуҙарын ишетеүен һораған. Мин дә, йөрәгемде ҡыҫып, Хоҙайға ялбарам – минең сабыр һыҡтауымды ишетсе! Ишетсе! Шулай яңғыҙ ҡатындың күңеленән урғылған бер йыр тотош халыҡтың һыҡтауына әйләнә.

ДУҪТЫ ХӘТЕРЛӘП

Бөгөн кис Ғәзим менән йөрөргә яратҡан маршрут буйлап үттем. Өфөнөң сағыштырмаса тыныс булған иҫке урамдарын тапағандан һуң, Яҡутов паркына йүнәлдем, Һалдат күлен урап сыҡтым.
Мәрхүм дуҫымды иҫкә төшөрҙөм. Шаяртыуҙарын хәтерләп йылмайҙым, тын ғына көйләүҙәрен һағынып болоҡһоп алдым. Ул, хәбәр араһында тынлыҡ килеп сыҡһа, танау аҫтынан мөңгөрләгән һымаҡ итеп, боронғо матур көйҙәрҙе йырларға ярата ине. Тауышы йөрәккә үтерлек, бәрхәттәй йомшаҡ, йырҙары ла һәр ваҡыт мәленә тура килеп кенә тора. Ғәфү үтенгән һымаҡ итеп йылмайыуы ла ныҡ иҫтә ҡалған. Уның менән саф һауала йөрөргә сыҡһам, эштәрем бүленә, тип уйлай торғайны. Һуңғы биш йыл ғүмерендә көн һайын тиерлек бергәләп урамда йөрөнөк. Хәҙер инде һирәк сығам. Иптәш юҡ.
Был юлы йәш парҙар күпләп осраны. Ҡасандыр Ғәзимдең таныштары – рәссамдар, музыканттар, яҙыусылар – йәшәгән йорттар янынан да үттем. Билдәле исемдәр. Дуҫым уларҙы йыш иҫкә ала торғайны. Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ минең өсөн яңылыҡ ине. Ғәзим ағай аша үҙебеҙҙең классиктар тураһында байтаҡ нәмә белдем. Һәм улар хаҡында ғына ла түгел. Күп кенә элекке дуҫтары уны бәләһе менән яңғыҙ ҡалдырған. Шылтыратмаған, аралашмаған, осрашҡанда хатта урамдың икенсе яғына сығыусылар ҙа булған. Ул тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән, башҡаларҙы рухландырған кеше, көтөлмәгән ваккумды ауыр кисерә ине.
Моңһоу уй-хәтирәләргә бирелеп килә торғас, ҡапыл уңайһыҙ булып китте, күңелемде ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо биләп алды. Әллә ниндәй ҡурҡыныс хис – ул юҡ, ә мин китеп барам…
Эстән генә аҡлана башланым. Мин унан тиҫтә йылға йәшерәк бит. Эх, Ғәзим ағай! Ҡурҡыныс сиргә дусар булыуың һине тормоштан төңөлдөрҙө, хатта донъянан үҙ теләгең менән китергә теләнең, маңлайға яҙылғанды аҙағына тиклем кисерергә кәрәк, тип ары йәшәргә өгөтләнем, ләкин төнөн тағы ошо уйға әйләнеп ҡайта инең. Ҡайһы ваҡыт, үҙ теләгең менән китмәнеңме икән, тигән уй ҙа тыуып ҡуя. Әгәр ҙә шулай икән, тимәк, һуңғы осрашыу көнөндә кәрәкле һүҙҙәр таба алмағанмын. Йөрәгемде йәнә үкенес, ғәйеп тойғоһо биләне.
Ә янымдан парҙар үтә. Бына бер йөклө ҡатын ғорур атлап уҙҙы. Ерҙә тормош дауам итә, Ғәзим ағай. Һәм әлегә уны ташлап китке килмәй. Хәйер, беләм, һин көтәһеңдер, минең кеүек һағынаһыңдыр…
P.S. Бер хәл иҫкә килеп төштө. Яҙыусылар союзына яҙған күрһәтмәһендә ул: “Имярек уны маҡтай, тимәк, Флорид союзда булырға лайыҡлы”, – тип яҙғайны. Ә Денис ағай мәрхүм тағы ла ҡыҙығыраҡ итеп әйтте. “Инде ҡырҡ йәшкә еттем бит, биш пьесам сәхнәгә ҡуйылған, ә мин һаман йәштәр исемлегендә! Ҡасан союзға алаһың?” тиеүемә “Союз һиңә нимәгә, һин былай ҙа яҙыусы!” – тип яуапланы.
Ул да үтә лә матур күңелле кеше ине!

ТЫЙЫУҘАР

Бала саҡта төрлө тыйыуҙар менән теңкәгә тейеүҙәре хәтерҙә: бысаҡты әйләндереп һал, башлаған киҫәгеңде ашап бөт, өҫтәл артында кирелмә, телеңде шартлатма, төндә һыҙғырма, утҡа төкөрмә, ишекте шапылдатып япма, башлығыңды ултырғыста ҡалдырма, ҡулыңды йыуғас һелкмә, ташҡа таш менән һуҡма, ғәриптән, кеше ҡайғыһынан көлмә, төндә ҡысҡырма, ҡулыңды баш түбәңә һалма, ишек яңағына һөйәлмә, урҙаға аҫылынып торма, кис еткәс тырнаҡ киҫмә… Әсәй йыш ҡабатлаған һүҙҙәрҙе байтаҡ һанарға була.
Өҫтәүенә, һәр тыйыу тейешле иҫкәртеү менән тамамлана – әйтәйек, башлығыңды элеп ҡуймайынса, ултырғысҡа йәки һикегә ташлап китһәң – ҡаты яза көтә. Һыҙғырма – ярлы булырһың; ерҙә ятҡан әйберҙе алма – ғүмер буйы теләнселәрһең. Таяулы бағана аҫтынан үтмә – үҫмәй ҡалырһың, кешенең аяғы аша атлама – өҙөлөп төшөрҙәр.
Ләкин теге йәки был тыйыуҙы боҙған өсөн ниңә ундай ҡурҡыныс яза тейеш икәнен аңлатмайҙар ине. Мин, мәҫәлән, эйәгемә таянып китап уҡырға яраттым. Күрәһең, башым ул саҡта уҡ туп-тулы булған һәм мотлаҡ тотоп тороуҙы талап иткән. Әсәйем мине шул хәлдә күреп ҡалһа, ҡото осоп, улай ултырырға ярамай, атайың үлә, тип ҡысҡырыр ине. Һәм бына тағы бер аңлайышһыҙ тыйыу – кискеһен тышҡа сығырға тура килһә, ярау иткәндә айға һәм йондоҙҙарға ҡарарға ярамай. Ниңә улайҙыр? Белмәйем, аңлатмағандар, ярамай икән ярамай! Бер нисә тапҡыр өйләнгән ир-аттың ҡулынан һый алырға ла ҡушмайҙар. Килеп сығышы һәм мәғәнәһе аңлайышһыҙ тағы әллә күпме шундай сәйер тыйыуҙар әле лә бар.
P.S. (комментарийҙарҙан) Бына Пифагорҙың васыяттары: йөрәк ашама; ут аша атлап сыҡма; өйгә ҡарлуғастар индермә һ.б. Ғалимдар әле булһа был тыйыуҙарҙы нисек аңлатыу буйынса бәхәстәр алып бара. Йолаға бәйле тыйыуҙармы, әллә кинәйәләргә әүәләнгән тормош аҡылымы улар? Йөрәкте ашама, йәғни бушҡа ғазапланма; ҡарлуғастарҙы өйгә индермә – йәғни буш ҡыуыҡ һәм ығы-зығылы кешеләргә ишегеңде асма.

ФАШЛАНЫЛАР

Хәтер – һайлансыҡ. Ул тик ыңғай күренештәрҙе генә иҫтә тота. Шулай булырға тейештер ҙә – юғиһә тормош тамуҡҡа әйләнер ине. Ҡурҡыныс фажиғәләрҙән дә ҡайһы саҡ шуларға бәйле шаяртыуҙар ғына тороп ҡала бит.
Башҡорт театры тарихында айырым урын биләгән ете көн бар. «Халыҡ дошмандары» менән көрәшкән йылға ҡарай улар. Колхоздар, заводтар, конторалар һәм ойошмаларҙан һуң, фашлауҙар тулҡыны академия театрына килеп етә. Йыйылыш ойошторола, һәм ул ете көн дауам итә. Сәхнә ҡороусынан алып театр директорына тиклем һәр береһен тикшерәләр (директорҙы шунда уҡ фашлап та ҡуялар). Ҡайһы берҙәрен залда уҡ ҡулға алып, йыйылышҡа конвой аҫтында алып килә башлайҙар. Был үҙе бер сәйер хәл тыуҙыра: билдәле актерҙарҙы төрмәнән театрға алып килгәндә, халыҡ, яратҡан артисын бер күреп ҡалыр өсөн, тере коридор булып баҫа. Каннылағы кеүек балаҫ буйлап үтеү һымағыраҡ. Дошмандарҙы фашлау бик ҡыҙыу һәм әүҙем бара. Аңлайһығыҙҙыр, ул замандың иң күренекле кешеләре, башҡорт театрына нигеҙ һалыусылар, актерҙар, режиссерҙар, драматургтар, композиторҙар фашлана. Көнсөлдәрҙең һәм бешмәгәндәрҙең, һәләтһеҙҙәр һәм осраҡлыларҙың тантанаһы була ул.
Бына йыйылыштың һуңғы көнө етә. Тынлыҡ. Барыһы ла хәлдән тайған. Йыйылышты алып барыусылар, партия һәм орган вәкилдәре, һөмһөрө ҡойолоп, залға ҡарап ултыра. «Йә, башҡа дошмандар юҡмы? Тағы бер тапҡыр уйлап ҡарағыҙ әле!» Шул саҡ берәү ҡыйыуһыҙ ғына: “Булат Имашев!” – ти. Халыҡ һөйөүен яулаған, театр өсөн залда ултырғандарҙың барыһынан да күберәк эшләгән кешенең исеме аталғас, халыҡ тын алыуҙан туҡтай. Ете көн эсендә берәү ҙә уның исемен әйтергә ҡыймай. Хәҙер килеп уны ла фашланылар. Тынлыҡ шул тиклем шомло һәм оҙайлы була, хатта Булат иҫен юя яҙа. Шул саҡ берәү залды яңғыратып:
– Егеттәр, һеҙ нимә, Булат ниндәй халыҡ дошманы булһын ти инде? Ул – яҡшылап тартылмаған итәктәрҙең генә дошманы! – ти.
Гөр килеп көлөшә башлайҙар! Оҙаҡ итеп, ысын күңелдән көләләр, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең күҙенән йәш килеп сыға, кемдәрҙер үкһеп үк ебәрә. Бер сәғәт тирәһе дауам иткән көлөү, шулай итеп, режиссерҙы ҡотҡарып алып ҡала һәм республика театрҙарында дошмандар асыҡлау эшенә нөктә ҡуя. Бер генә репликаһы менән ҡотолғоһоҙ һәләкәттән аралаған тапҡыр актерҙы Булат ғүмеренең аҙағына тиклем һыйлаған, тиҙәр.
Шул ете фажиғәле көндән бына ошо көләмәс тороп ҡалған.
“Ерҙе ярат. Ул атай-әсәйеңдән мираҫҡа ҡалмаған, үҙ балаларыңдан бурысҡа алынған”.
Был индеецтар васыятынан. Ғәжәп ҡыҫҡа һәм хаҡ әйтелгән!
«Ерҙе ярат» һүҙе үҙ эсенә күп мәғәнәне һыйҙыра. Мәҙәниәтеңде, туған телеңде, халҡыңдың йолаларын, йәнтөйәгеңдең тәбиғәтен ярат. Һәм башҡалар. Быларҙың барыһын да беҙ киләсәк быуындан бурысҡа алғанбыҙ. Һәм уны тулы, имен килеш кенә түгел, ә бер нисә тапҡыр арттырып, байытып ҡайтарырға тейешбеҙ. Рәхмәтле кешеләр шулай эшләй. Ә беҙ рәхмәтлеме? Ейәндәребеҙ ата-бабаларын яҡшы һүҙ менән иҫкә алырмы? Әллә әрнеү, ғәрлек, үпкә аша хәтерләрҙәрме? Белмәйем, белмәйем…

ТӨРКИСӘ ИҪӘП

Белмәйем, миңә тиклем берәйһе был хаҡта уйланғандырмы-юҡмы, һәр хәлдә фараз итергә тейештәр ине, хәйер, Google буйынса эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Эш шунда: төрки халыҡтар телендә юбилей һандары һан түгел, ә Билдә! Улар кешенең шул йәштәге хәл-торошон аныҡ белдерә. Аптырарлыҡ хатта. Башҡа телдәрҙә ул күҙәтелмәй. Үҙегеҙ ҡарағыҙ:
1. Бер – Әллә кем, Туҙансыҡ.
10. Ун – Ҡыҫҡа ғына был һүҙгә ике мәғәнә һалынған – Уңыш һәм Тырышлыҡ! Уң – тырышлыҡ аша уңышлы бул! Был йәштәге кешегә ошонан башҡа тағы нимә теләргә мөмкин?
20. Егерме, Жегерме – Егелгән, Егелеүсе. Вариант – Егәрле.
30. Утыҙ (ут) – Утлы. Вариант – Өтөлөүсе, Утлы табала бейеүсе (артҡа ут төртәләр).
40. Ҡырҡ, Кырык – Ҡырҡ! Дауыллы йәшлектән артығын ҡырҡып ташла, бәлиғ тормошҡа аяҡ баҫ. Вариант – Ҡырҡылған (Юнылған)!
50. Илле (ил) – Үҙен Тапҡан (Үҙ донъяһында).
60. Алтмыш (алт) – Алтын. Вариантһыҙ!
70. Етмеш, Житмеш – Еткән (йәғни, әһә, көс-хәл менән барып еткән!)
80. Һикһән – Ятып тороусы! Һике – сәй эсеү һәм ашыҡмай хәбәр һатыу урыны. Һике-һан (сакэ-сан менән бутамаҫҡа!)
90. Туҡһан (туҡ) – Туҡ! Йәнәһе, ғарҡ булдым, дуҫтар!
100. Йөҙ – Йөҙ (бит)! Быуат! Һәм Ҡә-бер – Ҡәбер. Йәнә Әллә кем. Йәнә Мәңгелектең Туҙансығы.
Ҡыҙыҡ, эйеме? Тормош оҙонлоғондай ҡыҫҡа мәҫәл!

Алтын йәшендәге йылмайыу менән Флорид Бүләков.

Әлфинә ҠАРАҒУЖИНА тәржемәһе.

Читайте нас: