Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Август 2021, 22:10

Күҙ йәше

Бер нисә йыл буйға уҙмай йөрөнө. Кинйә ҡыҙҙарына биш йәш тулғас ҡына ауырға ҡалды. Ниһайәт, ғаиләлә бишенсе бала булып, улдары тыуҙы! 

Күҙ йәше
Күҙ йәше

Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Әллә күпме  сағыу төҫтәре менән  балҡыған  әбейҙәр сыуағынан да йәмлерәк  көндәр юҡ Нурғәле өсөн. Еңелсә генә иҫкән елдең алтын япраҡтарҙы  ергә осороуы  ябалаҡлап ҡар яуыуын хәтерләтә уға.      

  • Миҙгелдәр алмашынып тора, ғүмер уҙа бара, - тип көрһөнә ул. –

Ел  ағас башынан уҙа, ә әҙәм башынан ваҡыт үтә.

Хәбәрен оло йәштәге ир ...атына һөйләй! Уныһы, хужаһының һүҙҙәрен аңлағандай, ҡолаҡтарын ҡарпайтып-ҡарпайтып ҡуя. “Йондоҙ”оноң  муйынын ҡосаҡлап:

  • Нисәмә йыл буйы иң тоғро дуҫым булдың һин минең! – тип

яратып ала Нурғәле.  

...Фермала мал ҡараусы булып эшләп йөрөүе. Бер иртәлә хужалыҡ етәксеһе идаралыҡҡа саҡыртты үҙен.

  • Таң алдынан ҡара бейә ҡолонлаған бит әле, ҡолонсағын һиңә

бирергә ҡарар иттек, - тип һис көтөлмәгән хәбәр әйтеп һалды. – Бөгөн үк алып ҡайтып китһәң да була.

Нурғәле аптырап ҡалды. Рәйестән:

  • Ә ниңә инәһенән шулай бик иртә айыраһығыҙ һуң? – тип

һораны.

Түрәнең йөҙөн ҡара һөрөм ҡапланымы ни! Уҫал ғына итеп:

  • Инәһе менән бергә ҡолонҡайҙы ла ит комбинатына оҙатайыҡмы

ни һуң? – тип  екереп ебәрҙе. –  “Өҫтән” колхозды тарҡатырға, мал-тыуарҙы ит комбинатына оҙатырға бойорҙолар бит! 

Бүлмәлә  себен осһа ла ишетелерлек тынлыҡ урынлашты.

Бер килке ваҡыттан һуң  рәйес тағы телгә килде:

  • Ҡара бейәнең ҡолонон һиңә тапшырырға хәл итеүебеҙ юҡҡа

түгел,  - тип һөйләй башланы ул. -  Оҙаҡ йылдар хужалыҡта  мал ҡараусы булып эшләүең иҫәпкә алынды.  Өҫтәүенә, һинең мал йәнле  икәнлегеңде белмәгән кеше юҡ. Инәһе ҡарынынан саҡ айырылған ҡолонсаҡты һин генә аяҡҡа  баҫтыра алырһың тигән фекерҙәбеҙ.

Йомшаҡ сепрәккә төрөп, күкрәгенә ҡыҫып, күтәреп алып ҡайтты Йәнғәле бәләкәй генә тере йән эйәһен.  Бала сағында атаһы күҙ төбәп кенә торған һыйырҙарын дөйөм аҙбарға алып барып бикләгәнен  әрней-һыҡрана һөйләгәйне. Колхоз ойошторолған осорҙа булған был хәл.  “Донъя – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа” тигәндәре тап шул булалыр  инде. Бөгөн килеп районда ғына түгел, тотош өлкәлә иң алдынғыларҙан иҫәпләнгән колхоз  тарҡатылыуға йәне өҙгөләнә уның. Үҙе өсөн әллә ни борсолмай – балалары,  үҫеп етеп,  һәр ҡайһыһы ғаиләле булып, төрлө ҡалаларҙа төпләнгәндәр. Һәр ҡайһыһының үҙ бала-сағаһы үҫеп килә. Ауылға һирәк-һаяҡ ҡына ҡайтып йөрөйҙәр.  Ярай, ил нимә күрә, шул  күрелер инде. Ҡарсығы Хәтирә менән нисек тә көн итерҙәр әле. Һыйырҙары, таналары, һарыҡтары, ҡош-ҡорттары бар. Йорттары артында, ярты гектар самаһы ерҙе кәртәләп алып, картуф, һуған, кишер, сөгөлдөр  үҫтерәләр.  Эшһеҙ ҡалған эреле-ваҡлы  бала-сағалары булған  кешеләр артабан нисек көн итер? “Йән биргәнгә йүн биргән”  тиҙәр ҙә ул тиеүен – ниндәйҙер әмәлен күрерҙәр инде.  Уйҙарына сумып, ҡайтып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Нурғәле.  Ҡолонҡайға Хәтирәһе иренән дә нығыраҡ шатланды.

  • Олоғайып барғаныбыҙҙа атлы ла булабыҙ инде! – тип үҙенсә

һығымта яһаны.

Үҙҙәренең аттары булмаһа ла, бығаса ла  йәйәү йөрөмәне Нурғәле – мал ҡараусы булғас, кәрәк саҡта хужалыҡтағы аттарҙы файҙаланды. “Бүләк”те, ҡәҙерләп, йылы мунсаға индерҙеләр. Нурғәленең һарыҡ тиреһенән тегелгән иҫке туны ярап ҡалды – эсен тышҡа әйләндерҙеләр ҙә,  иҙәнгә түшәнеләр.     Хәтирә  ҡолонсаҡҡа  быяла шешәнән йылы һөт “имеҙҙе”.  Ҡолонсаҡты, сабый балалай күреп,  яратып, ихлас тәрбиәләнеләр.   Тиреһе, ялы-ҡойроғо ҡап-ҡара, маңлайында ғына бала йоҙроғо ҙурлығында ап-аҡ табы булғанға   “Йондоҙ” тип исем ҡуштылар.  Бер нисә йылдан  малҡай  йылҡылдап торған тиреле,  зифа һынлы, оҙон тояҡлы үтә күркәм, үтә һөйкөмлө тай-тулаҡҡа әүерелде. Башын гел ғорур тотто.  Хужаларынан башҡа бер кемде лә үҙенә яҡын юлатманы. Тағы бер нисә йылдан  “Йондоҙ” Нурғәленең иң ышаныслы ярҙамсыһына, иң тоғро дуҫына  әүерелде. Хәйер, уларҙың тағы бер дуҫы – “Аҡтырнаҡ” тигән ҡап-ҡара төҫлө, ап-аҡ тәпәйле эттәре лә бар. Бер тотам да ҡалмайынса,  арттарынан эйәреп йөрөй.   

Ауыр эште  Нурғәле үҙе эшләне, ауыр йөктө аты тартты.  Ҡышҡылыҡҡа  утын-бесән әҙерләү күпкә еңелләште. Көҙ көндәрендә  баҡсаларында үҫтергән  күпме бәрәңгене, йәшелсәне район үҙәгендәге баҙарға һатыуға ташыны  “Йондоҙ”! Шул арҡала бик күптәрҙе  осто осҡа саҡ ялғатып, аслы-туҡлы йәшәтеп яфа сиктергән туҡһанынсы йылдарҙа  Нурғәле менән Хәтирә нужа күрмәнеләр. Ҡулдарынан килгәнсә балаларының ғаиләләренә лә  ла ярҙам иттеләр - ай һайын тип әйтерлек, үҙҙәренән өҙөп булһа ла, һәр ҡайһыһына әҙ булһа ла аҡса ебәрергә тырыштылар.  

Әлегеләй, үҙен борсоған мәсьәләләр хаҡында Нурғәле иң тәүҙә атына һөйләр булып китте.   Балалары хаҡындағы һағышлы уйҙары менән  дә уның менән бүлеште. Тәүге сабыйҙарын , малай булыр тип, түҙемһеҙләнеп көтөп алғайны ул.  Ҡыҙ тыуҙы.  Хәтирәһе иренең өмөтө аҡланмауға бошоноп йөрөнө.

  • Көйәләнмә, зинһар, боронғолар әйтмешләй, “изге ҡатын ҡыҙ

табыр”, - тип тынысландырҙы ул хәләлен. – Ҡыҙ бала – үҙе бер ҙур хазина була бит ул.  Тормошобоҙ яңы башлана,    улыбыҙ ҙа тыуыр әле.

Уның был һүҙҙәренән һуң ҡатыны  тынысланды. Ҡыҙсыҡҡа Хазина тип исем ҡуштылар. Хәтирә бер-бер артлы тағы өс ҡыҙ тыуҙы. Береһенән-береһе һөйкөмлөрәк  Нәҡиә, Рәҡиә, Зәриә  исемле һеңлеләренең донъяға килеүенә теремек, күңелсәк  ҡыҙ булып  үҫеп барған Хазинанан да нығыраҡ ҡыуанған кеше  булмағандыр. Малай көтөп иҫ-аҡылы киткән Нурғәле бер көн:

  • Бигерәк ныҡ изгеһең шул, бисәкәй,  - тип шаяртмаҡсы

булғайны, уныһы ҡыҙҙы ла китте.

  • Ҡыҙ балалар өйҙә – ҡыуаныс, ҡунаҡ ҡыналар,   - тине

Хәтирә ҡәтғи генә. – Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған:  “Ҡыҙлы йорт – нурлы, фәрештәле йорт” тигән һүҙҙәрҙе лә онотма.  Өйөбөҙҙөң йәме, тормошобоҙҙоң мәғәнәһе бит шул сабыйҙар!

Бер нисә йыл буйға уҙмай йөрөнө. Кинйә ҡыҙҙарына биш йәш тулғас ҡына ауырға ҡалды. Ниһайәт, ғаиләлә бишенсе бала булып, улдары тыуҙы!  Зарығып көтөп алған малайға  Зиннәт тип исем ҡуштылар.  Бик ҡәҙерле, тимәк.  Ата-инәһе, апайҙары хәстәрлегендә иркәләнеп кенә  үҫте малай.  Йорт-ҡурала барлыҡ ваҡ-төйәк эштәрҙе апайҙары башҡарғанғамы - ялҡауыраҡ булды.  Буй-һыны бәһлеүәндәй булһа ла, холоҡ-фиғеле йомшағыраҡ ине. Шуғалыр инде, бәғзелә тиҫтерҙәре уны бәргесләп тә ҡайтарҙылр.  Атаһы улына:

  • Егет бит һин, егәрле бул – тип тылҡыны. – Ебегән булма, ҡыйыу,

батыр бул!

Улы уны башын эйеп кенә тыңлай-тыңлауын, тик барыбер ишетмәй төҫлө.  “Күңел күҙе күрмәһә, маңлайҙағы күҙҙән фәтеүә юҡ” тигән кеүегерәк була инде.  Һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡас, өйләнде.  Башҡортостандың үҙҙәре йәшәгән Силәбе өлкәһе менән сиктәш ауылдарының береһендә тыуып үҫкән ҡыҙҙы алып ҡайтты.  Яҡшы юлдан йөрөгәндә ҡоҙаларының ауылы ныҡ йыраҡ төҫлө, ә урман-ҡырҙар аша тура барғанда ара яп-яҡын ғына.  Киленкәй төҫкә-башҡа “балғалаҡҡа һалып ҡына   йоторлоҡ”,  әммә үтә  текә, һауалы. Нурғәле менән Хәтирә берҙән-бер улдарын  үҙҙәренең эргәләрендә йәшәр тип өмөтләнгәйнеләр.   Шуға ла әле  йәшәп ятҡан йорттарын   ҡасандыр ҙур, иркен итеп һалғайнылар.  Ауылда тороп ҡалыуға   Фирҙәүес килен ҡаршы килде. Зиннәт ҡатынының һүҙен йыҡманы. “Оҙон” аҡса юллап, удар комсомол төҙөлөшөнә сығып киттеләр. Әле булһа шунда -  Ырымбур өлкәһендәге Ясный    ҡалаһында көн итәләр.  Зиннәт  үҙе Кейембай асбест комбинатында эшләй.  Белорет педагогия  училищеһын тамамлаған   Фирҙәүес  балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Өс ҡыҙ үҫтерәләр. Зиннәт олпат ир хәҙер. Эше ауыр булғас, уға  хаҡлы ялға сығырға ла  күп ваҡыт ҡалманы. “Өмөтһөҙ – шайтан” тигәндәй, Нурғәле менән Хәтирә,  ҡасан да булһа барыбер  ғаиләһе менән атай йортона ҡайтып төпләнер  тип, һаман улдарын көттөләр.   Йылдар буйы зарығып көттөләр.  Һуңғы тапҡыр ялға ҡайтҡандарында Зиннәт улына:

  • Олоғаям, һаулығым да шәптән түгел, улым, үлеп-фәлән китһәм,

“Йондоҙ”  һиңә ҡалыр, - тип әйткәйне.

Бәлки, атлы булыу форсаты улында тыуған ауылына ҡайтыу теләге уятыр тип өмөтләнгәйне.

  • Юҡты һөйләмә инде, әле һиңә йәшәргә лә йәшәргә, - тип кенә

яуап биргәйне Зиннәт атаһына.

Ә Һаулығы ысынлап та ҡаҡшағайны Нурғәленең.

  • Шулай булмай ни – һуғыш йылдарында уҙған аслы-туҡлы бала

саҡ, ғүмер буйы гелән ауыр эш менән булышыу эҙһеҙ үтмәй инде!  - тип һөйләй ул “Йондоҙ”она.

Ныҡ һыҙланһа ла,  атын һаман үҙе тәрбиәләй  Нурғәле –  иртән дә,  кисен дә  алдына бесән һала, күнәгенә һыу ҡоя. Көндөҙ аяғында йөрөй-йөрөүен, ә төндәрен ауыртмаған-һыҙламаған  ере юҡ.  Һуңғы осорҙа айырыуса ныҡ интегә. Фанилыҡта ваҡытының һанаулы ҡалғанын яҡшы аңлай. Быға һис көйәләнмәй – йәшәре йәшәлгән, ашары ашалған. Донъя малы донъяла ҡалыр. Хәтирәһен йәлләй. Үҙенең  вафатынан һуң  ҡарсыҡҡайы нисек  көн итер?  Яңғыҙы нисек  кенә донъя йөгөн тартыр?  Зиннәт яндарында булһа ине лә бит! Бигерәк йомшаҡ холоҡло шул улы.  Ҡатынының көйөн  көйләп кенә йәшәй. Хәйер,  улының  шулай булыуында ниндәйҙер дәрәжәлә   уның үҙенең дә ғәйебе бар -  бәләкәйендә гел: “Әсәйеңде, апайҙарыңды тыңла”, - тип тылҡый торғайны бит. Улы шулай итте лә. Әле килеп атай кеше улын үҙаллы ҡарар ҡабул итергә өйрәтмәгәненә үкенә.  Нурғәленең уй сылбырын таң алдынан  “Аҡтырнаҡ”тың  ҡапыл олоп ебәреүе өҙҙө. Күрше бүлмәлә  хырылдап йоҡлап ятҡан Хәтирә, уянып, бабайы эргәһенә килде.

  • “Этең олоһа, яманға юра”, “Эт олоһа бәлә килә”, тиҙәр, -

хәйерлегә генә булһын инде! - тине ул ҡартына. – Нимә булды икән?  

  • Мал йәне һиҙгер була шул, - тине ҡапыл тамам хәлһеҙләнеп

киткән Нурғәле. – Булмаһа, сығып ҡарап кер.

Ҡарсығы, йылы итеп кейенде лә, сығып  та китте.  Тиҙ  генә кире  әйләнде.

  • Әллә нимә булған атың менән этеңә - “Йондоҙ”, һарайҙың

ҡапҡаһын емерерҙәй булып, тулай ҙа тулай,  “Аҡтырнаҡ” та ныҡ  саялана, - тип һөйләнә-һөйләнә килеп керҙе ул. – Алдарындағы  аҙыҡҡа яҡын да килмәйҙәр.

Нурғәле яуап ҡайтарманы. Уның күҙҙәре мәңгегә йомолғайны.  Ауыл урамын “Йондоҙ”ҙоң ярһып кешнәп ебәреүе яңғыратты...

Атайҙарын һуңғы юлға оҙатырға бөтә балалары ла ҡайттылар.  Ҡыҙҙары инәһе янында аҙна-ун көн тороп китмәксе. Ә Зиннәт менән Фирҙәүес, зыяраттан ҡайтҡас та, ҡабалана-ҡабалана, юлға йыйындылар.

  • Иртәгәгә тиклем генә булһа ла ҡалығыҙ инде, - тип үтенде

Хәтирә ҡарсыҡ.

Ризалашманылар.  Фирҙәүес машиналарының руленә үҙе ултырҙы. Зиннәт ат һарайына табан атланы. Йүгәнләп, “Йондоҙ”ҙо алып сыҡты. Үҙенә аптыраулы  ҡарашын төбәгән инәһенә:

  • Атайым атын миңә ҡалдырам тигәйне бит, - тип аңлатты. –

Ҡайнымдарға алып китәм, шунда һуйырға һөйләшелгән.

  • Көнө бөгөн генәме һуң, улым? – тип ялбарҙы инәй кеше. – Башҡа

ваҡытта алып китһәң булмаймы ни?

  • Әйләнгән һайын ҡайтып йөрөргә яҡын-ара ер түгел бит! – тип

ҡырт киҫте Зиннәт.

Атҡа һыбай атланып  уҡ алды.

  • Хушығыҙ! - тине лә, ҡапҡаға йүнәлде.

“Аҡтырнаҡ”, хужабикәһен йыуатҡандай,  ҡойроҡтарын болғай-болғай, таш һындай ҡатып ҡалған Хәтирә эргәһендә өйөрөлдө. Ә “Йондоҙ”ҙоң күҙҙәренән сөбөрҙәп йәштәр аға ине...

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: