Шоңҡар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Сентябрь 2021, 20:27

Ғашиҡтарҙы хөкөм итмәйҙәр

Һуңлап булһа ла аңланымы икән ул үҙ хатаһын? Үкенәме? Эстән булһа ла ярлыҡау һораймы икән?..

Ғашиҡтарҙы хөкөм итмәйҙәр
Ғашиҡтарҙы хөкөм итмәйҙәр
Зәбирә менән Йәмил беҙҙең менән бер мәктәптә уҡыны. Ҡыҙ һигеҙенсе класта булғанда, егет мәктәптә һуңғы йыл белем ала ине.
 
Сөм-ҡара күҙле, янып торған бәләкәй генә ҡыҙыҡай байрамдарҙа үткәрелгән концерттарҙан ҡалмай, сағыу селтер тауышы менән дәртле йырҙар башҡара, ә һары сәсле, зәңгәр күҙле Йәмил уның йырына гармунда ҡушыла. Сәхнәлә бергә йыш сығыш яһаған был икәүҙең үҙ-ара йылы, яҡын, серле мөнәсәбәтен беҙгә лә, бала-сағаға, һиҙеүе, аңлауы ауыр булмағандыр. Күптәребеҙгә, концерт ҡарауҙан бигерәк, ана шулай бер-береһенән күҙҙәрен ала алмаған йырсы ҡыҙ менән гармунсы егетте күреү ҡыҙығыраҡ булғандыр, тим. Бөтә мәктәп, ә, юҡ, ауыл менән уларҙың мөхәббәтле мөнәсәбәтен күҙәткәнбеҙҙер ул заманда, сөнки ундай күренеш һирәк була торғандарҙан - ауыл балалары хис-тойғоһон күрһәтеп бармай бит.
 
Ә улар үҙҙәре дуҫлыҡтарының ҡайһы арала ҙур мөхәббәт сигенә үтеп инеүен белдеме икән? Ғашиҡтарҙың йөҙ-ҡиәфәте ҡапма-ҡаршы булған кеүек, холоҡтары ла төрлөсә ине: ҡыҙ үткер, шаян, уҡыуы уртасанан. Егет, киреһенсә, тыныс, төплө, яҡшы уҡыусыларҙан иҫәпләнеп, исеме почет таҡтаһынан төшмәне, өҫтәүенә спортсы. Унды бөткәс, ул армияға китте, ҡыҙ вәғәҙәләр биреп оҙатып ҡалды, ғашиҡтарҙың араһын яҡты хистәр менән тулы хаттар нығытып тороуына тиклем белдек.

Үҙем уларҙың тарихын ошо еренә тиклем генә белә инем, ҡалғаны тураһында күп йылдар үткәс ишеттем. Йәмил әрменән ҡайтаһы йылда Зәбирә унынсыны тамамлап, училищеға уҡырға инә. Егет ҡайтышлай уҡ шул ҡалаға барып урынлашып, институтҡа инергә әҙерләнә. Бөтәһе лә яҡшы, ыңғай бара, алда йәштәрҙе яҡты, бәхетле киләсәк көткәнлегенә берәү ҙә шикләнмәй. Тик өйләнешеү тураһында һүҙ сығарғас, егеттең әсәһе был никахҡа теше-тырнағы менән ҡаршы тора: Бәҙәрҙең ҡыҙы һиңә тиң түгел, үҙһүҙләнеп, шуны алһаң, әсәйең юҡ тип иҫәплә, тип ҡырт киҫә ул. Егет тә ныҡ тороп ҡарай, тиҙәр, тик араларына барыбер инәләр, бер булып тибергә тейешле ике йөрәкте бер-береһенән айыралар.

Шунан һуң Йәмил уйламай ғына күҙенә беренсе салынған ҡыҙ - класташы менән йәрәшә. Зәбирә лә тәүге һоратҡан егеткә - төркөмдәшенә кейәүгә сыға. Тик ире менән оҙаҡ йәшәмәй, ике йыл бергә торһалар ҙа, балалары ла тыумай, ҡыҫҡаһы, ҡыҙ егетте үҙ итә алмай, айырылып ҡайтып төшә. Шул хәлдән бер ай тирәһе ваҡыт үткәс, был мәлгә ике бала табып өлгөргән ҡатынын ташлап, Йәмил дә өйөнән сығып китә. Һөйгән йәрҙәр яңынан осрашып йөрөй башлай, был юлы берәүгә лә иғтибар итмәҫкә, берәүҙе лә тыңламаҫҡа ҡарар итәләр. Кеше һүҙен ишетмәҫ өсөн яҡындағы бәләкәй ҡалаға сығып китеп, шунда өр-яңынан "оя" ҡоралар. Шулай урау юлдар үтеп, бер ғәйепһеҙ ике баланы етем итеп, ҡауыша айырылған йөрәктәр.

Бергә ғүмер кисереүҙәренә хәҙер 30 йылдан ашыу икән, ә йөҙҙәрендәге бәхетле йылмайыуға ҡараһаң, тәүге көн осрашҡан кеүектәр. Юғалтҡан йылдары өсөн дә йәшәргә теләгәндәй, һаман йәштәрсә дәртләнеп донъя көтәләр, мөхәббәттән тыуған балаларына ла күркәм тәрбиә биреп, үҙаллы тормош юлына сығарғандар күптән, тип ишеттем ауылдаштарҙан.

Оҙаҡ уйланып йөрөнөм мин улар тураһында. Бер-береһе өсөн яратылған кешеләрҙе айырыу, уларҙың маңлайына яҙылғанды үҙгәртергә теләү, үҙ улын бәхетһеҙлеккә этәреү нимәгә кәрәк булғандыр әсәгә? Һуңлап булһа ла аңланымы икән ул үҙ хатаһын? Үкенәме? Эстән булһа ла ярлыҡау һораймы икән?.. Ә улы менән килене күптән кисергәндер, сөнки бәхетле кешеләрҙең эсендә асыу, үпкә, нәфрәт ятмай тиҙәр бит...
 
ӘҠЛИМӘ ҒИЗЗӘТУЛЛИНА
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: