Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Сентябрь 2021, 20:20

Кәкре суҡмар

Ҡап уртала ҡулына автомат тотҡан “милиционер” тора. Икеһе сыр—сыу килгән ҡатын-ҡыҙҙы талай. Бәләкәй сумкаларын аҡтарып, кеҫә телефондарын, мәркәздә  тауар һатып алыуға тәғәйенләнгән аҡсаларын таптыралар, өҫ кейемдәрен ҡапшайҙар, бармаҡтарындағы балдаҡтарын, ҡолаҡтарындағы  алҡаларын, муйындарындағы сылбырҙарын һалдыралар.

Кәкре суҡмар
Кәкре суҡмар

Хөриә Абыҙгилдина.

Кәкре суҡмар (Хикәйә)

Мәскәүгә йөрөргә  ярата Ғамир.  Шыма, һикәлтәһеҙ баш ҡала юлы.  Тап ошо юл уға хәҙер  “көрәп” аҡса эшләү мөмкинлеге бирә. Шуға ла үҙ тормошонан ифрат  ҡәнәғәт  ул.  Үҙенә үҙе хужа. Сөнки хәҙер уның үҙ автобусы бар!  Элек  ул шофер булып йөрөгән  ойошмала айҙар буйы  эш хаҡы түләнмәй башлағас,  Өфөлә йәшәгән яңғыҙ әсәһе, районда көн иткән ҡайныһы менән ҡәйнәһе, йылдар буйы йыйнаштырған аҡсаларын ҡушып, һатырлыҡ  нәмәләрен һатып,  уға  өр-яңы автобус алып бирҙеләр.  Бик рәхмәтле уларға Ғамир.

Шәхси автобусында  эшҡыуарҙарҙы   айына бер нисә тапҡыр баш ҡалаға алып барып, алып ҡайта.  Халыҡ ундай йүнселдәрҙе “челноктар” тип атай.  Улар төрлө тарафтарҙан, хатта сит илдәрҙән дә, әллә күпме тауар ташый. Ғамирҙың юлдаштары Мәскәү юлын тапай. Күберәге Черкизов баҙарында булалар. Унан арзан ғына  хаҡҡа  билдәле Европа  фирмаларҙыҡына оҡшатып Ҡытайҙа  йә баш ҡала подвалдарында тегелгән кейем-һалымды күмәртәләп һатып алалар. Өфөгә ҡайтҡас, хаҡын  күпкә арттырып,  берәмләп  баҙарҙа һаталар.

Ғамир менән “хеҙмәттәшлек иткән”, йәғни уның автобусы менән файҙаланған челноктарҙың бөтәһе лә  юғары белемле, мәҙәниәтле   ҡатын-ҡыҙҙар.  Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғанға тиклем  уларҙың ҡайһыһылыр  балалар уҡытҡан, кемелер кешеләрҙе дауалаған, бәғзеләре театр сәхнәләрендә уйнаған, араларында хатта  ғилми хеҙмәткәрҙәр ҙә бар.   Челноктарға   әйләнергә уларҙы  аяуһыҙ тормош үҙе  мәжбүр иткән.  Бала-сағаларын ашатыу, кейендереү, дауалау, уҡытыу өсөн кәрәкле аҡса етештерә алмайынса тамам  йонсоғанға күрә  тотонған улар был мәшәҡәтле кәсепкә.

Мәскәүгә барғанда, ғәҙәттә,  автобус яртылаш буш була, ә кире  ҡайтҡанда иһә шып- шығырым   –  тыңҡыслап тултырылған      шаҡмаҡлы  клеенка сумкалар түшәмгә тиклем  тейәлә.

Гүзәл заттар отошлораҡ тауар эҙләгәндә  оҙон юлда арыған Ғамир йоҡо туйҙыра. Шулай ҙа өйгә буш ҡул менән ҡайтмай. Юлдаштары уның  тураһында ла хәстәрлек күрә.

  • Ҡатыныңа килешер, моғайын, - тип   бер “челнок”  уға сағыу

яулыҡ тоттора.

  • Американыҡынан кәм булмаған джинсыларға юлыҡтым, һинең

улыңа ла алдым әле, -  тип икенсеһе  шәп салбар һуҙа.

  • Үҫмерҙәр яратып кейә, ҡыҙыңа бүләк итерһең, - тип өсөнсөһө

зәңгәр  сәскәләр төшөрөлгән матур  күлдәк сығарып бирә.

Әле лә  Өфө баҙарҙарында  һатырлыҡ тауар артынан баш ҡалаға китеп барыуҙары.   Алдан килешеп, сәфәргә төнгө сәғәт дүрт тулғас та  сыҡтылар.   Тәүлек әйләнәһенә йүнселлек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәре менән булышҡан ҡатындар шундуҡ  тәрән йоҡоға сумдылар.  Бик йәлләй Ғамир уларҙы. Иңдәренә бәғзе ирҙәр күтәрмәҫтәй  ауырлыҡ  йөкмәгән бит улар! Форсат барҙа ял итһендәр тип, ул хатта  радиоһын да ҡабыҙмай. Үҙенең ҡатыны хаҡында уйлана.  Диләһе әллә ни сибәр түгел. Уның ҡарауы аҡыллы, тәрбиәле, хәстәрлекле. Үҙенә тоғро тормош иптәше, балаларға яҡшы әсәй. Бәхетле көн итеү өсөн тағы нимә кәрәк?

Ун йыл самаһы элек дауаханала танышҡайнылар. Ғамир унда,  Афғанстанда алған контузиянан һуң үҙен ныҡ яфалаған баш ауыртыуын дауалап, йыл һайын яҙлы-көҙлө  ятып сыға торғайны. Яңы ғына медицина институтын тамамлаған   табип ҡыҙ  һөйкөмлө егеткә тәү күреүҙән үк ғашиҡ булды. Ярым шаярып, өйләнешергә лә үҙе тәҡдим итте.  Әсәһе лә: “Эргәңдә врач йәшәһә, бирешмәҫһең, өйлән” тигәс, Ғамир тәүәккәлләне лә ҡуйҙы. Гөрләтеп туй яһанылар. Бер-береһен аңлашып, матур ғына йәшәп киттеләр.

Дилә ире өсөн өҙөлөп тора.  Алыҫ юлға оҙатыр алдынан, ас йөрөмәһен тип, әллә күпме тәмле-татлы ризыҡ, эҫе сәй, компот  әҙерләп, Ғамирҙың сумкаһына  һалып ебәрә.

  • Абай бул, зинһар, юлда төрлө хәлдәр булыуы ихтимал, - тип

үтенә һәр саҡ. – Өфөлә генә эш эҙләштерһәңсе,  юлбаҫарҙар күбәйгән тип һөйләйҙәр бит.

  • Хәҙерге заманда ниндәй юлбаҫарҙар булһын ти, юҡҡа борсолма

инде, - тип тынысландыра хәләлен Ғамир.

Хәтирәләренә сумып, Башҡортостан менән Татарстандың сигенә яҡынлашыуҙарын да һиҙмәгән  Ғамир. Быны алда юл хәрәкәте хеҙмәтенең контроль-үткәреү пунктына яҡынлашҡас ҡына аңғарҙы. Юл ситендә баҫып торған яңғыҙ  милиционер, таяғын болғап, туҡтарға  ҡушҡас,  автобусының тормозына баҫты. Документтарын әҙерләне.  Ғәҙәттә документтарҙы автобустың  тәҙрәһен асып ҡына күрһәтәләр. Әммә был юлы милиционер  ҡәтғи рәүештә Ғамирҙан  ишекте асыуын талап итте. Буйһонмай булмай –  асырға тура килде. Шул мәлдә, әллә ҡайҙан пәйҙә булып,  автобусҡа бер-бер артлы тағы  өс милиционер килеп керҙе. Береһе шундуҡ  шоферҙың сикәһенә пистолет көбәге терәне... Йәшен тиҙлегендә: “Кәкре суҡмар!” тигән уй йүгерҙе Ғамирҙың башынан.

...Ун йыл самаһы элек булған был ваҡиғаны  оноторға, бөтөнләй  хәтеренән юйып ташларға теләгәйне ул. Онотҡайны ла тип әйтерлек.  Урта Азиянан Рәсәйҙең үҙәгенә елгән поезда  алыҫ илдән һалдат хеҙмәтенән ҡайтып барыуҙары. Һауа-десант ғәскәрендә  иңгә-иң терәшеп утлы һуғыш эсендә ҡайнаған иптәштәре менән, ниндәйҙер бер станцияла һатып алған араҡыны һемереп, рәхәтләнеп кәйеф-сафа ҡоралар.  Ярым буш вагонда уларҙан башҡа һалдаттар ҙа бар.  Улары үҙҙәрен ипле, тыйнаҡ тота – тыныс ҡына әңгәмәләшеп, сәй эсеп  ултырыуҙары.

  • Һеҙ ниндәй ғәскәрҙән? – тип төпсөндө уларҙан ярайһы уҡ

һалмыш десантсыларҙың  Сергей исемлеһе.

  • Төҙөлөш батальонынан, - тип яуапланы күршеләр.
  • Ҡайҙа хеҙмәт иттегеҙ?
  • Монголияла.
  • Нимә төҙөнөгөҙ һуң?
  • Электр станцияһы.
  • Беҙҙең дембель табынына ҡушылығыҙ, - тип тәҡдим итте

Сергей  яңы таныштарына.

  • Беҙ араҡы эсмәйбеҙ, - тип дәррәү баш тартты  төҙөүселәр.

Был десантсыға оҡшаманы.

  • Беҙ Афғанстанда  ҡан түккәндә һеҙ кеҫә ҡалынайтып

йөрөнөгөҙмө? – Сергей ҡапыл     йәмһеҙ итеп аҡырып ебәрҙе. – Беҙ  һаулығыбыҙҙы юғалттыҡ, ә һеҙ байып ҡайтып бараһығыҙмы?

Һүгенә-һүгенә кеҫәһенән пистолет килтереп сығарҙы ла теге

һалдаттарҙың береһенең башына тоҫҡаны. Низағ сыҡҡан урынға башҡа десантсылар ҙа йыйылды.  Ғамир: “Ҡоралдарҙы частә ҡалдырырға ҡушылғайны бит,  тимәк, Сергей бойороҡто үтәмәгән!” тип кенә уйлап өлгөрҙө.  Үҙе лә һиҙмәҫтән, хеҙмәттәштәре эргәһенә барып баҫты. Десантсылар төҙөүселәрҙе ҡамап алды. Ығы-зығы китте.

  • Аҡсаларығыҙҙы өҫтәлгә һалығыҙ! – Сергейҙың “башланғысына”,

ҡырағай хайуандай ажғырып, Григорий  исемле тағы бер иҫерек десантсы ҡушылды.

Уның ҡулында фин бысағы ялтланы.  Төҙөүселәр десантсыларға ҡаршы тора аламы һуң? Юҡ, әлбиттә.  Сөнки ғәҙәттә төҙөлөш батальондарына башҡа төр ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итерлек физик мөмкинлектәре булмаған егет-елән  эләгә. Ә десантсылар иң ныҡлылар, иң көслөләр араһынан  берәмләп-бөртөкләп  кенә һайлап алына. Монголиянан ҡайтып барыусылар  өндәшмәйенсә генә кеҫәләренән ике йыл буйы тир түгеп  эшләп алған аҡсаларын сығарып вагон өҫтәленә һалдылар. Араларынан береһе генә, мосолман кешеһе икәнлеген төҫмөрләптер инде,  башҡортсалап, Ғамирҙың  күҙҙәренә тура ҡарап:

  • Кәкре суҡмар ҡанунынан ҡурҡмайһығыҙмы? – тип һорарға

баҙнат итте.

  • Беҙ үҙебеҙ – кәкре суҡмар! – тип яуапланы уға дөйөм ғауғала

үҙҙәрен хаҡлы тип иҫәпләй башлаған Ғамир. – Беҙ үҙебеҙ теләһә кемде ҡурҡыта алабыҙ!

Шулай ҙа ара-тирә ул: “Кәкре суҡмар тигәне нимә була икән  һуң?” тип уйланып йөрөнө.  Был һүҙбәйләнештең асылын ҡатыны төшөндөрөп бирҙе:

  • Ырғытып ебәрһәң, кире әйләнеп ҡайта торған кәкре суҡмар

рәүешендәге ҡорал  ул, уны   бумеранг тип тә йөрөтәләр, - тип тәфсилләне Дилә иренә. -  Көнкүрештә күсмә мәғәнәлә ҡулланыла, башҡаларға ҡарата ҡылған яҡшылығың  ҡасан да булһа үҙеңә лә яҡшылыҡ булып, яманлығың - яманлыҡ булып әйләнеп ҡайта тигәнде аңлата.

Сикәһенә терәлгән пистолет Ғамирға башын бороп салонды күрергә ҡамасаулай. Ундағы хәлде ул көҙгө аша ғына күҙәтә ала.  Төҫ-ҡиәфәттәренә,  туҡтауһыҙ әшәке итеп һүгенеүҙәренә ҡарап,  юлбаҫарҙарҙың ысын милиционерҙар түгеллеген аңғара ул. Ҡап уртала ҡулына автомат тотҡан “милиционер” тора. Икеһе сыр—сыу килгән ҡатын-ҡыҙҙы талай. Бәләкәй сумкаларын аҡтарып, кеҫә телефондарын, мәркәздә  тауар һатып алыуға тәғәйенләнгән аҡсаларын таптыралар, өҫ кейемдәрен ҡапшайҙар, бармаҡтарындағы балдаҡтарын, ҡолаҡтарындағы  алҡаларын, муйындарындағы сылбырҙарын һалдыралар.

  • Исмаһам, туй балдағына теймәгеҙ! – тип ялбара бер ҡатын.

Юлбаҫар уғата ҡоторона:

  • Шым хәҙер үк! - ти ҙә, ҡатындың яңағына һуғып ебәрә.

Үҙенә пистолет терәгән бандит Ғамирҙың да кеҫә телефонын, бар булған аҡсаһын тартып   ала. Ниһәйәт,  “милиционерҙар”, эштәрен бөтөрөп, тышҡа сыға башлай. Автоматлыһы, ҡоралын пассажирҙарға төбәп, арты менән сигенә.   Юл аша торған  “Жигули”ға ултыралар ҙа, Өфө яғына  елдереп китеп тә   баралар. Шаңҡып, илашып ултырған ҡатындарҙы нисектер йыуатырға теләп:

  • Иң мөһиме – үҙебеҙ иҫән ҡалдыҡ бит әле, - тигән була Ғамир.

Милиция саҡырырға кәрәк тип,    контроль-үткәреү пунктына йүнәлә. Барып керһә, унда  аяҡ-ҡулдары  ҡайыш-бауҙар менән бәйләнгән, ауыҙҙарына сепрәк-сапраҡ тығылған  ярым-яланғас  дүрт ир-егет аунап ята!

  • Беҙ ҡоралһыҙ бит, ә бандиттарҙың һәр кемендә пистолет,

уларҙың  хатта автоматтары ла  бар,  - тип зарлана бер милицонер, ауыҙынан сепрәкте тартып алғас та.   – Кейемебеҙҙе сисеп бирергә тура килде инде.

Уларҙы ҡотҡарып, милицияға шылтыратҡансы, таң да атты. Ғамир юлдаштары менән ҡайтыу яғына боролдо. Кәкре суҡмарҙы үҙ иңендә татығас, ул   артабан бер  ҡасан да, бер кемгә лә, бер ниндәй ҙә хилафлыҡ ҡылмаҫҡа үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе...

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: