Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Сентябрь 2021, 20:25

Өйөм .. зыяратта булып сыҡты

Дуҫ тәүҙә үк асылырға теләмәне. Шулай ҙа хәмер үҙенекен итте, тиҙҙән барыһын да һөйләп бирҙе.

Өйөм .. зыяратта булып сыҡты
Өйөм .. зыяратта булып сыҡты

Күпмелер ваҡыт үткәс навигатор “Вы дома!” тигән хәбәр һалды. Аптырап тирә-яғыма ҡарайым, ә был зыярат! Ҡасандан алып ҡәберлек минең өйөмә әйләнде икән тип ни иларға, ни көлөргә белмәйем. Шулай ҙа кире юлға төшөп, ҡайтыу яғын эҙләй башланым. Юҡ, ошо зыярат тирәһендә әйләнеп тик йөрөйөм...

Дуҫым уйламағанда ҡатыны менән айырылышырға булып китте. Беҙ кәләш менән был хәлгә ышанып бөтә алманыҡ. Шул тиклем яратышып өйләнештеләр, нисәмә йыл эсендә бер талашҡандары булманы, хатта мөхәббәттәре көсәйә генә бара ине. Минең кәләш: “Ана, улар һаман да ҡыҙ менән егет кеүек ҡылана, ә һин йылы һүҙ ҙә әйтмәйһең”,-тип үпкәләп тә ала ине.

Сәбәбен һорап икәүләп тегеләрҙе ныҡытабыҙ, юҡ, өндәшмәйҙәр.

Бер көн кәләш ғүмере ҡыланмағанын иҫерткес эсемлектәрҙе үҙе һатып алып, мул итеп өҫтәл әҙерләне лә: “Саҡыр дуҫыңды, юғиһә, улар ысынлап та айырылашасаҡ”,-тине лә үҙе сығып китте.

Дуҫ тәүҙә үк асылырға теләмәне. Шулай ҙа хәмер үҙенекен итте, тиҙҙән барыһын да һөйләп бирҙе. Ул руль артында күптән түгел. Тағы бер сәйер ғәҙәте бар – юлды иҫендә ҡалдырмай бөтөнләй. Ситкә сығып китһә, аҙаша ла йөрөй. Шуға күрә кәләше уға GPS-навигатор алып биргән. Артабан дуҫымдың һүҙҙәре менән яҙам.

Йән рәхәте булып ҡалды, кәрәкле боролошто үткәрәм тип тә ҡурҡмайым. Ә бер көн күрше ҡаланан ҡараңғыла ғына ҡайтырға сыҡтым. Навигаторға ғына иғтибар итеп барам. Күпмелер ваҡыт үткәс навигатор “Вы дома!” тигән хәбәр һалды. Аптырап тирә-яғыма ҡарайым, ә был зыярат! Ҡасандан алып ҡәберлек минең өйөмә әйләнде икән тип ни иларға, ни көлөргә белмәйем. Шулай ҙа кире юлға төшөп, ҡайтыу яғын эҙләй башланым. Юҡ, ошо зыярат тирәһендә әйләнеп тик йөрөйөм. Яҡты төшкәнсе машина эсендә йоҡларға булдым. Бик насар йоҡланым, туҡтауһыҙ һаташтым. Уянғас, бер юлға төштөм. Бер ир осраны. Навигаторға ышанып, аҙашҡанымды белеп: “Ярай әле, һин бәхетле. Ә ҡышҡыһын ошонда батып үлгән егет анау зыяратта ята. Машинаһы менән күл аҫтына төшөп киткән дә, ҡышҡыһын уны кем эҙләһен...”

Ҡайтһам кәләш мине эҙләп илап бөткән. Мин уға бер егет машинаһы менән батып үлгән ерҙә йоҡлағанымды әйткәс, ул ағарынып китте. Унан навигаторҙы үҙенең элекке синыфташынан һатып алғанын, ә тегеһенең иҫке машиналарҙан һүтеп алынған запчастәр менән кәсеп итеүен әйтте. Был навигаторҙың хужаһының да күлдә батып үлеүен, машина һыу аҫтында оҙаҡ ятһа ла, GPS-тың эшләүенә аптырауын белдергән. Минең кәләш шуға ҡарамаҫтан уны һатып алған! Әйтерһең дә, мин яңы навигатор һатып алырлыҡ аҡса эшләмәйем! Уның менән нисек бергә йәшәмәк кәрәк?!

Дуҫымды ҡатындарҙың һәр нәмәне экономиялауы, шуның менән уларҙың беҙҙең донъяны тотоп тороуында инандыра алдым. Артабан һәүетемсә йәшәп киттеләр. Тик шунан һуң дуҫым бер ҡасан да навигатор ҡулланмай, юлдарҙы ла ятлап алды.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: