Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Сентябрь 2021, 17:05

Ә ҺЕҘ ЕН-ПӘРЕЙ КҮРГӘНЕГЕҘ БАРМЫ?

Аптырағас атты туғарғайным, ул бер ни булмағандай ырғып килеп торҙо, морононан килгән ҡан да туҡтаны. 

Ә ҺЕҘ ЕН-ПӘРЕЙ КҮРГӘНЕГЕҘ БАРМЫ?
Ә ҺЕҘ ЕН-ПӘРЕЙ КҮРГӘНЕГЕҘ БАРМЫ?
Диалекттарҙа бире, бәре, пәре, пәрей, мосолман пәрейе, мосолман бәреләре кеүек атамалар менән дә йөрөй. Башҡорт мифологияһында бәрейҙәр ғаилә ҡороп, ырыу менән йәшәйҙәр. Уларҙың кешенеке кеүек туйҙары (бәрей туйы), балалары (бәре балаһы) була. Балалары йәмһеҙ булғанға уны кеше балаһына алмаштырыу осраҡтары ла бар.
Аҡылға зәғиф, ауырыу баланы башҡорттар бәре, ен алмаштырған бала тиҙәр. Бәрейҙәр башҡорттарҙың үҙҙәре кеүек йәйләүгә лә күсә икән. Улар күскән саҡта һыйырҙары мөңрәй, кәзәләре баҡыра, бала-сағаһы илаша икән. Үҙҙәре лә, малы ла, йорт-тирмәләре лә бәрейҙәрҙең күҙгә күренмәй, эҙҙәре лә ҡалмай, тиҙәр.
Бәрейҙәр ғәҙәттә кешегә күренмәҫкә, осрамаҫҡа тырыша. Осрағанда улар ир, ҡатын-ҡыҙ, бик һирәк кәзә йәки башҡа хайуан ҡиәфәтенә инә. Бәрей осраған кеше ғәҙәттә ауырый, хатта үлеүе лә ихтимал икән.
Мәҫәлән, Салауат районынан И.Зарипов яҙыуынса, ауырып ятҡан ауылдашы Нәғимулла ағай түбәндәгеләрҙе һөйләгән: «Жиге-ер йылғаһын сығып, ярҙан күтәрелгәйнем, ҡараһам, ун биш-егерме метр самаһы алда ике ҡатын-ҡыҙ китеп бара. Икеһе лә йәш кенә, матур итеп кейенгәндәр, ҡиәфәттәренә ҡарағанда, мәрйәләр. Уларҙы уҙып 200-300 метр киттемме-юҡмы бер көйө юртып килгән атым йығылды ла ҡуйҙы. Сананан төшөп уны күтәрергә тырышып ҡарағайным, морононан ҡан килә башланы.
Әлеге ҡыҙҙар минең менән тиңләшкәс, тегеләргә руссалап: «Атты күтәрергә ярҙам итегеҙ әле», — тинем. Улар: «Беҙ ҡандан ҡурҡабыҙ, атыңа яҡын бармайбыҙ», — тип уҙып китте. Ә үҙҙәре, ниндәй ирмәк күргәндәрҙер инде, шарҡылдап көлә.
Аптырағас атты туғарғайным, ул бер ни булмағандай ырғып килеп торҙо, морононан килгән ҡан да туҡтаны. Тиҙ генә егеп ултырып киттем.
Мәрйәләр уҙып китеүгә күп ваҡыт үтмәһә лә, алда бер кем дә күренмәне. Икенсе яҡҡа киткәндәрҙең тиер инең, сана юлынан башҡа юл, эҙ ҙә юҡ. Шул мөғжизәгә иҫем китте. Әлегә тиклем юҡ-бар хөрәфәткә һис ышанмай торғайным, хәҙер ышандым инде», — тине ағай көрһөнөп.
Нәғимулла ағайҙы табиптар ҙа ҡараны, оло ағайҙар кәңәше буйынса белемсе мәрйәләрҙе лә саҡырҙылар, ләкин файҙаһы теймәне, дүрт көн тигәндә ул яҡты донъя менән хушлашты».
Ышаныуҙар буйынса, ҡайһы бер кешеләр бәрейҙәр менән яҡынлаша, енси мөнәсәбәткә инә, ғаилә ҡора. Ошондай ышаныуҙар менән бире заты, биреләр араһы кеүек зат-ырыу атамаларының килеп сығышы аңлатыла.

«Түрмән үҙе алып ҡайтҡан Бире ҡыҙы менән оҙаҡ ҡына ғүмер итә. Шул ҡатындан 9 ул тыуа. Тимер ауылында йәшәгән кешеләр ана шул Бире нәсәбенән йәйелгәндәр. Шуға Тимерҙә йәшәүселәрҙе биреләр тип йөрөтәләр».
(БХИ Риүәйәттәр, легендалар. II т.)
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: