Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Сентябрь 2021, 22:02

"Һин китмә" йыры менән яҙғы гөрләүектәй башҡорт эстрадаһына шаулап килеп ингән “Етегән” төркөмө тиҙ арала танылыу тапты

...

"Һин китмә"  йыры менән яҙғы гөрләүектәй башҡорт эстрадаһына шаулап килеп ингән “Етегән” төркөмө тиҙ арала танылыу тапты
"Һин китмә" йыры менән яҙғы гөрләүектәй башҡорт эстрадаһына шаулап килеп ингән “Етегән” төркөмө тиҙ арала танылыу тапты

Һин китмә йыры менән яғҙы  гөрләүектәй башҡорт эстрадаһына шаулап килеп ингән “Етегән” төркөмө тиҙ арала танылыу тапты. Төрлө һөнәр эйәләре, хатта мәктәп уҡытыусылары булған, ләкин барыһын да, йыр-моңға һөйөү берләштергән ете йондоҙҙоң ауыл ерендә төркөм ойоштороуы , ҙур сәхнәгә ышаныслы аҙымдар яһауы, республика кимәлендә сенсацион яңылыҡ, асыш булды. “Етегән төркөмө, ысынлап та, юғары сәнғәт офоғонан бик түбәндә, ябай ауылда барлыҡҡа килгән, тәүге ҙур төркөмдәрҙең береһе ине. Яңы тауыш яңы моңдар шунда уҡ үҙ тамашасыһын тапты, “Юлдаш” радиоһы “Һин китмә ташлама”йырын туҡтауһыҙ өйрөлттө. Ҡыҫҡаһы, Хәлил йырсылары популярлыҡтары менән хатта профессионалдарҙың  “танауына” сиртте. Ҙур сәхнәләге тәүге һынау ҙа уңышлы үтте – Сәлиә  Мөхәмәтғәлина һәм Ильдар Ғәлимов  башҡарыуындағы дүэт “Йәшлек – шоу – 2001” ҙә “Өмөт” номинацияһында билдәләнде. Ә киләһе йәйҙә төркөмдөң тәүге аудио альбомы донъя күрҙе.

Ә кемдәр һуң “етегәндәр”?

Төркөм етәксеһе Ильдар Ғәлимов – төп вокалсыларҙың береһе, йырҙар авторы, аранжировкалаусы. Әрме хеҙмәтенән һуң музыкаль аппаратура һатып  алып, тыуған ауылында һәләтле ауылдаштарын туплап, “Етегән”де төҙөй. Төркөмдөң ете йондоҙы – Гөлфиә Ғәлимова, Нәйлә Әлимғужина, Заһит Ғәбитов, Сәлиә Мөхәмәтғәлина, Дилә һәм Рәзиф Килдейәровтар, Радик Шәмсетдинов хөрмәтенә күктәге иң сағыу йондоҙлоҡтарнының исемен бирә. Мәхмүт ауылы клубында “бис”ҡа үткән тәүге концерттан һуң ете йыл дәүерендә улар ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, гелән ҙур алҡыштарға блдаш була. Әйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Күгәрсен, Белорет, Ейәнсура райондары, Магнитогорск, Сибай ҡалалары буйлап гастрольдәрҙән уңышлы йөрөп ҡайталар, баш ҡала сәхнәләрен яулайҙар.

Матди ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, төркөмгә төрлө музыка ҡормалдары, студия апараттары һатып алалар.  Шулай “ Етегән” студияһы асып, үҙҙәрендә йыр яҙҙырыу мөмкинселеге тыуа. Төркөм башҡарған күпселек йырҙар Илдарҙың үҙенеке. Шулай уҡ йырҙар ижад итеүсе һәүҫкәр ауылдаштары Яхъя Ҡаҙаҡбаев, Таһир Илһамов, Мират Рәхмәтуллиндарҙың да йырҙарын тамашасы хөкөмөнә алып сыға. Илдар Сәғит улының ярҙамы менән “Аян”, “Ынйы”, “Хыял”, Илнур Миһманов Башҡортостан эстрадаһында үҙ урынын таба.

2009 йыл матди ҡыйынлыҡтар һәм заманса аппаратура булмау айҡанлы, “Етегән”дең етәксеһе Илдар Ғәлимов төркөмдө тарҡатырға мәжбүр була. Эстрада күгендә сағыу балҡып атылған йодоҙ “Етегән” төркөмө тураһында мәҡәлде ошолай һағышлы нотала тамамларға тура килә.
Бәлки, дауамы ла булыр әле тигән өмөт ҡуҙы йәшәй күңелдә...

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: