Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Сентябрь 2021, 15:53

Нәҫелебеҙ менән ғорурланам

Олатайымдың телегеҙҙе, иманығыҙҙы юғалтмағыҙ, тигән һүҙҙәре беҙгә изге мираҫ булып ҡалды.

Нәҫелебеҙ менән ғорурланам
Нәҫелебеҙ менән ғорурланам

«Ҡайҙа йөрөп, ниҙәр эшләһәк тә, Камалиевтар икәнебеҙҙе онотмайбыҙ. Олатайымдың телегеҙҙе, иманығыҙҙы юғалтмағыҙ, тигән һүҙҙәре беҙгә изге мираҫ булып ҡалды. Беҙ уға тоғробоҙ», — тип нәҫел тамырҙары менән таныштырҙы Ҡариҙел районы Киҙәсе ауылынан оло хөрмәткә лайыҡ мәғариф ветераны, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Алия Закирйән ҡыҙы Камалиева. Киҙәсе ауылында йәшәүсе Заһира һәм Закирйән Камалиевтар туғыҙ балаға ғүмер бүләк итеп, уларға яҡшы тәрбиә, күңелдәрендә иман нуры һәм ғилемгә ынтылыш бирә алған. Кистәрен балалар аталарының мөнәжәттәр көйләүен, әсәләренең ауыл тарихы, кешеләр яҙмышы хаҡында һөйләгәнен тыңлап үҫә. Бына шулай тыуып-үҫкән ергә, нәҫел тарихына ихтирам, ҡыҙыҡһыныу Камалиевтарҙа бәләкәйҙән тәрбиәләнә. Үткән йыл Асҡында үткән республика Шәжәрә байрамы сиктәрендә Шәжәрәләр аллеяһы ойошторолдо. Унда асҡындарҙан тыш, күрше-тирә район һәм ҡалаларҙан милләттәштәребеҙ ҙә бик әүҙем ҡатнашты. Ҡариҙел районы Киҙәсе ауылынан килгән шундай рухлы, илһөйәр, телһөйәр апай менән нәҡ ошо байрамда танышҡайныҡ. Уның үҙ нәҫеле, ауыл һәм ырыу тарихы тураһында шулай илһамланып һәм ғорурланып һөйләүе бик күптәрҙе тыуған яҡ тарихын өйрәнергә, шәжәрә төҙөргә сәмләндерҙе. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул Алия Закирйән ҡыҙы! 41 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған талантлы уҡытыусы ул.Шуның 25 йылын — директор урынбаҫары, 10 йылын мәктәп директоры булып хеҙмәт иткән. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы», "Башҡортостадың атҡаҙанған уҡытыусыһы«тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. 2008 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсында еңеп, грантҡа эйә булған. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай, ә тыуған яҡ, нәҫел тарихын ныҡлы өйрәнергә тотонған. Быйыл ауылдың 150 йыллығын да ҙурлап үткәрергә уйлаған булғандар, тик эпидемия пландарына үҙгәрештәр индергән. Алия Закирйән ҡыҙы нәҫеле тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне: «Ҡариҙел районы Киҙәсе ауылынан Камалиевтар шәжәрәһе ябай ғына күренһә лә, унда 10 быуын вәкиле яҙмышы, ауыл һәм ил тарихы сағылыш тапҡан. Улар айырылғыһыҙ, бер-береһенә бәйләнгән. Райондың дала яғында урынлашҡан Уртауыл ауылында Унлар ырыуы аҫаба халҡы йәшәгән. Күрәһең, урман яғы ла улар ере булғандыр. Йүрүҙән йылғаһының һул яғына ағас киҫергә килеп, бура бурағандар, дегет ҡайнатып, йүкә һыҙырыу менән шөғөлләнгәндәр. Бер-ике йыл килеп-китеп йөрөгәндән һуң, урман ерендә төпләнергә уйлайҙар. Минең ҡарт олатайым Шәймөхәмәт үҙенең дуҫтары Дәүләтхан, Ғәлләм менән 1870 йылдарҙа был яҡтарҙа килеп йорт һала оло йылға буйында. Ә эштәре кесе йылға буйында. Киҙәсе ауылының исеме лә кесе һүҙе менән бәйле. Ауыл йылдан-йыл ҙурая. Шәймөхәмәт олатайым ауыл старостаһы булып китә. Мәсет һалдырыуға ирешә. Улы Камалимөхәмәт унда балалар уҡыта. Ул мәзин була. 20-се быуат башында ауылға Владимир исемле рус байы үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән килеп урынлаша. Ул урындағы халыҡ етештергән продукцияны һатып ала, мәсет төҙөргә лә ярҙам итә. Ә революция ауыл тормошон бик ҡатмарлаштыра. Камалимөхәмәт олатайымдың бер улын — аҡтар, бер улын ҡыҙылдар алып китә. Улар шул китеүҙән кире ҡайтмай. Илдә репрессиялар башланғас, мәсет клубҡа әйләндерелә. Дини һәм зыялы булғаны өсөн Камалимөхәмәт олатайымды 1937 йылда ҡулға алып, 10 йылға төрмәгә оҙаталар. Тик уҡымышлы улы Таһир Диниә назараты аша атаһын ҡотҡарыуға ирешә. Бөйөк Ватан һуғышына олатайым үҙенең өс улын оҙата. Бер улы хеҙмәт армияһында Силәбелә танк заводында эшләй. Һуғыш бөткәндән һуң Ғайнан исемле улы: «Генерал Рокоссовский ҡулынан миңә «Батырлыҡ өсөн» миҙалын алырға тура килд», — тип бик ғорурланып һөйләй торғайны. Ә бабай һуңынан Жуков ордены менән дә бүләкләнә. Ҡыҫҡаһы, шуны әйтә алам: генетик яҡтан — сәләмәт, рухи яҡтан көслө беҙ», - ти ул . Алия Закирйән ҡыҙы һымаҡ шундай илһөйәр, рухлы тыуған яҡты өйрәнеүселәр барҙа тарихыбыҙ, телебеҙ онотолмаҫ, нәҫел тамырҙарын өйрәнеүселәр артыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Наилә Имаева

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: