Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Сентябрь , 14:52

Яуап тотасаҡтары алда әле...

Интернет аша ҡара магия тураһында уҡып, шуның менән шөғөлләнә башлаған...

Яуап тотасаҡтары алда әле...

Дин әһелдәре менән һөйләшергә яратам. Ул ислам динендәме әллә христианмы – барыбер. Бер шулай сиркәүҙең батюшкаһы менән һөйләшеп киттек. Тегенән: “Хәҙерге ваҡытта сихыр, боҙом тураһында күп һөйләйҙәр. Ысынлап та бармы ул?”-тип һорайым.

Уның яуабы мине бик уйландырҙы, шуға күрә һеҙгә лә тәҡдим итәм: “Бар, әлбиттә. Хатта ундайҙар тәненә тәре аҫып йөрөргә, сиркәүгә килергә лә ҡурҡмай. Әммә улар барыбер күренә, һиҙелә бит ул. Шулай, бер ирҙең ҡыҙы уның күҙ алдында машинаға тапалып үлә. Ғаиләләге берҙән-бер бала. Ҡайғынан әсә кеше тыуған яҡтарына ҡайтып китте. Ә был ир йортонда ҡалып ҡурҡыныс олоған тауыш сығара ине. Бер көн мине саҡырып, йортона изге һыуҙы һибеүҙе үтенде. Был ир заводта ябай эшсе булып эшләгән. Бригадиры бер туҡтауһыҙ бәйләнә башлағас, нисек үс алырға тип баш ватҡан. Интернет аша ҡара магия тураһында уҡып, шуның менән шөғөлләнә башлаған. Бригадир ысынлап та ҡазаланып, эштән китткән. Бынан һуң ир шашынып китеп ҡара магия менән шөғөлләнә башлаған. Һөҙөмтәлә, берҙән-бер балаһын юғалтты.

Иғтибар итһәгеҙ, танылған экстрасенс, күрәҙәселәр һ.б. ғаиләһендә оло бәхетһеҙлек, ҡаза ята. Күпселеге балаларын, иң яҡын кешеләрен юғалта. Әйтерһең, уларға ҡара көс бирелә лә, әммә шуның өсөн ҡорбан алына. Тағы бер ҡыҙҙы сиркәүҙә суҡындырайым тигәндә, мин ҡулымды күтәреү менән ул артына ҡолап китте. Әйтерһең дә, уға һуҡҡанмын. Ҡыҙ үҙенең сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүен йәшермәне лә. Иң ҡурҡынысы – ул үҙенең ғәйебен бөтөнләй тоймай.

Күп сихыр эшләүҙә сиркәүҙең май шәмдәре ҡулланылыуы билдәле. Уларҙы төрлө милләт кешеләре алып китә. Хәйер, сихырсыларҙың милләте лә, дине лә юҡ инде ул. Ҡара көстән һаҡланыу өсөн Хоҙайға ышанырға, уға һыйынырға һәм унан ғына ярҙам һорарға кәрәк”.

Автор:Айнур Акилов