Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Сентябрь 2021, 20:45

Сонар Хикәйә

Туй ҙа үткәрмәнеләр. Кәләшенең телһеҙлеген кеше белер тинеме? Әйтерһең, утты итәк аҫтында йәшереп була. Йә берәй иҫәүәне килеп, йырла, тип бәйләнер... Йә... әй, эҙләһәң, сәбәп күп инде...

Сонар Хикәйә
Сонар Хикәйә

...Өфөләге «Аҡ тирмә» клубында танышты улар, урындары йәнәш тура килгәйне. Ул кистә бында шиғриәт бәйгеһе булды. Тамашасы призы ла ойошторолдо. Илнурға ҡалһа, кемдең шиғыры шәберәк, кемдеке ҡайтышыраҡ икәнен өҙөп кенә әйтә алмаҫ ине.

Был уйҙарын егет янындағы ҡыҙ менән дә уртаҡлашты.

– Эйе шул, дөрөҫ уйлайһығыҙ, – тигәнде аңланы ул ҡыҙҙың күҙ ҡарашынан. Фекер уртаҡлығы уларҙы тиҙ арала яҡынайтты. Ҡайтҡанда бер автобуста һөйләшеп ҡайттылар.

– Кисә оҡшанымы?

Ҡыҙ йылмайып баш ҡаҡты. Тулҡын-тулҡын булып яурынына ятҡан ҡуйы ҡара сәстәре эргәһендә баҫып торған ағайҙың битен ҡытыҡланы, ахырыһы, уныһы сырайын һытып, боролоп баҫты. Их, шул сәстәргә бер генә ҡағылырға, шул тулҡындарға күмелергә, тип уйлап алды Илнур.

– Әйҙә, яҡшылап танышайыҡ әле, мин Илнур булам, ә һин?

– 3... – Ҡыҙ шаяртырға булдымы, исеменең баш хәрефен генә автобустың тирләгән тәҙрәһенә яҙып күрһәтте.

– Земфира!

«Юҡ», тигәндәй, башын сайҡаны тегеһе.

– Зәлифә, Зарема?

Ҡыҙҙың шаян күҙҙәре: «Түгел, түгел», – тип яуапланы.

– Заһира!

– Эйе! – тип, көлөп ебәрҙе ҡыҙ. Тимәне шул, тимәне... Ә шундай итеп ихлас көлдө, «эйе» тигәнде аңлатты ла ҡуйҙы.

Илнур Өфөгә бер айлыҡ курсҡа уҡырға килгәйне. Институт тамамлап, инженер булып эшләп йөрөүенә өсөнсө йыл ғына булһа ла, уны ебәрҙеләр колхоздан. Бүтәндәр ситкә тигәндә бик ҡуҙғалып бармайҙар шул, ғаиләлеләр бит.

– Ярар, ҡустым, сәсеүҙе арыу ғына үткәрҙең, уҡып ҡайт.

Рәйес шулай тип тороп ҡалды. Илнурға нимә, әсәһе әйтмешләй, ҡойроҡто һыртҡа һалып сыҡты китте.

* * *

Яҙмыштыр инде, тап шул арала ул Заһираны осратты.

Егерме алтыһын тултырып килгән Илнурға инде ауыл ҡыҙҙары ла ҡул һелтәп бөткәйне. Кино-фәләнгә барһа ла, тансыға ҡалмай, ҡайта ла китә. Ҡарт буйҙаҡҡа әйләнеп бара. Бына шул кешенең йоҡомһорап барған күңелен уятып, арбаны ла ҡуйҙы Заһира.

Ҡыҙ бик һөйләшеп бармағас, нишләһен, күберәк Илнур һүҙ ҡатты. Ауылы, әсәһе тураһында һөйләне, үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡтарҙы иҫкә алды. Әлеге заманда уғата ҡатмарланып киткән сәйәсәткә лә төшөп киткеләне. Ара-тирә яуап көтөп, Заһиранын күҙҙәренә ҡараны: аһ, ул күҙҙәр... «Шундай күҙҙәрең барында тел кәрәкме ни, иркәм!» Сеү, ошо уй күпме тапҡырҙар башына килгәйне Илнурҙың. Һөйләшә торған күҙҙәр! Күлдәй тәрән, әленән-әле үҙгәреп торған ғәжәп күҙҙәр. Бер ҡараһаң, аяҙ июнь күге кеүек зәп-зәңгәр, икенсе ҡараһаң, йәм-йәшел. Ә уның һиҙгер ҡуйы керпектәре, тойғоларын ап-асыҡ күрһәтеп торған ҡыйғас ҡаштары! Тауышһыҙ ғына һөйләшеүсе ирендәре! Ысын-ысын, һөйләшә бит ул ирендәр. Илнур тиҙ үк улар әйткәнде аңларға, тойомларға өйрәнде. Ғәжәп... Заһираның бармаҡтары ла һөйләшә, билләһи. Улар, ҡош кеүек талпынып, берсә елпенеп осоп китәләр, берсә кәйелеп ҡолап төшәләр. Егеткә «Мин һине оҡшатам!» тип тә тап шул бармаҡтар әйтте түгелме?

* * *

– Уф, ошо ауыл араһына сыҡһаң, әллә күпме эшең ҡала, – тип зарлана-зарлана әсәһе ҡайтып инде. – Әхирәтемә инеп сыҡҡайным, ҡыҙы, Рәсиләһе, ҡайтҡан Өфөнән. Ни... – Шунда хәбәрен ҡырт туҡтатты ла, әсәһе мейес тирәһендә булышырға тотондо. Сәйер. Һүҙе улай тиҙ генә осланмай торғайны ғәҙәттә.

«Беҙҙең килен телһеҙме әллә ул?» тип, Ил нурҙы һиҫкәндереп сығып киткәненән һуң түгел инде был ҡайтып инеүе әсәһенең. Ул ваҡыттан бирле өс йыллап ваҡыт үтеп киткән. Ә шул арала был өйҙә өс ғүмергә етерлек ваҡиғалар булып уҙған. Иҫләп алып китһәң, йөрәк әрнетеүҙән башҡаға ирешмәйһең дә, бүтәнсә сараң юҡ.

Беренсе тапҡыр, эйе, «Аҡ тирмә»лә күрештеләр. Икенсе йомала ла шунда барҙы Илнур. Өмөтө бушҡа булманы, Заһира фойела уны әллә ҡайҙан күреп, йылмайып тора ине. Иптәш ҡыҙына ниндәйҙер ишара яһаны ла, Илнурға ҡаршы атланы. Ул да булмай, концерт башланды. Сәхнәгә беренсе булып инде ярайһы танылып өлгөргән сәсәниә сыҡты. Үҙе яҙған ҡобайырҙарын ул ниндәй аһәң менән башҡара! Бер кешегә Хоҙай күпме һәләт биргән: шағирәлек, йырсылыҡ, ә буй-һын, һомғол хәрәкәттәр...

– Әйтә бит, ә, ҡайҙан таба шундай йән тетрәткес һүҙҙәрҙе, – тип шыбырланы Илнур Заһираның ҡолағына. – Минең әсәйем йырлай торған: «Ал ебәкәй йомшаҡ тел кәрәк», – тип, ысынлап та... Бәй, әллә илайһың?

– Юҡ, юҡ! – тип баш һелкте Заһира, тиҙ генә ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп алды. Сәхнә уттары сағылған ҙур зәңгәр күҙҙәре мөлдөрәмә йәш ине, «юҡ» тигән була...

Илнур ҡыҙҙы өйөнәсә оҙата барырға булды. Заһира ҡарышманы. Аптырауын белдереп, ҡаштары сөйөлөп киткәйне, керпектәре һәлмәк кенә елпенеп «Ярай», тине...

– Әсәйендең ҡулына тапшырам да, тыныс күңел менән ҡайтып китермен, – тине Илнур.

– Риза, – тип яуапланы ҡыҙҙың бармаҡтары, еңелсә генә Илнурҙын ҡулдарына ҡағылып.

Ишекте ҡырҡ йәштәр самаһындағы һылыу ҡатын асып ҡаршыланы.

– Әллә инде минең ҡыҙым да өйгә егет алып ҡайтҡан, – тип йылмайҙы һылыу ҡатын һәм егеткә бик һынсыл итеп ҡарап ҡуйҙы. Заһира төҫкә әсәһенә оҡшамаған икән, тип уйланы Илнур, әсәһе ҡара күҙле, буйсаныраҡ та.

Түргә үттеләр. Өй эсе бөхтә. Күңелгә нисектер рәхәт. Ҡыҙ уны эстәрәк бер бүлмәгә етәкләп алып инде, моғайын, үҙенең бүлмәһелер.

– Заһира, ҡыҙым, булышһаң ине, – тип кухнянан тауыш бирҙе ул арала ҡыҙҙың әсәһе, – ҡунаҡты сәй эсермәй ебәреп булмай инде.

Ҡыҙ күбәләктәй осоп сығып китте. Кәүҙәгә бәләкәйерәк тә һымаҡ, әммә шундай һөймәлекле, күтәреп кенә йөрөткө килә үҙен. Илнур бүлмәгә күҙ һалды: өҫтәл: карауат, теген машинкаһы, тәҙрә төбөндә – гөлдәр. Ә күпме китаптар! Тотош бер стенаны кәштәләр алып тора. Ҡыҙыҡһынып, бер китапты алып күҙ һалды. Төрлө аҡыл эйәләре әйткән фекерҙәр теркәлгән йыйынтыҡ икән. Бер биттә аҫтына ҡәләм менән һыҙылған юлдарға иғтибар итте: «Тел кешегә бәғзе уйҙарын йәшерә алһын өсөн бирелгән». Был фекер мәрәкә тойолдо уға...

Торараҡ сәй эстеләр, һәүетемсә генә һөйләшеп ултырғанда, Заһираның әсәһенең нимәнелер ҡапыл иҫенә төшөргәндәй, сырайы үҙгәреп китте лә, ҡыҙын күршеһенә йомошҡа сығарып ебәрҙе. Илнур, был тиктомалға түгелдер, тип уйлап та өлгөрмәне, апай кеше уға туп-тура ҡарап әйтте лә һалды:

– Улым, ҡарап торам-торам да, һин, ахыры, Заһираның телһеҙ икәнен белмәйһең. Әллә белмә-мешкә һалышаһыңмы? Алдап китергә уйың булһа әгәр, йөрөмә, аяҡ баҫма бүтән.

Илнурҙың башына бер күнәк һыу ҡойҙолармы ни! Шулай һиҫкәнеп, ҡалтыранып китте. Заһира телһеҙ?

– Белмәйһең икән шул, – тине уның йөҙөнән бөтәһен дә уҡып торған зирәк апай. – Ә балам ҡанатланып йөрөй. Белә-күрә ғашиҡ булдың, тип уйлайҙыр...

Апай әҙерәк тынысланғас, үҙенең ғаиләһенә килгән оло фажиғәне һөйләп бирҙе. Заһираға биш кенә йәш була ул саҡта. Ғаилә менән мотоциклға ултырып, бәшмәккә китеп барғандарында йөк машинаһы төрттөрөп китә. Ире һәләк була, ҡыҙы ҡурҡыуҙан телдән яҙа...

– Баланың ҡолағы ишетә, теле юҡ. Нишләмәк, телһеҙҙәр мәктәбендә уҡыттым инде. Үҙем өйҙә телдән төңөлмәһен тип гел һөйләшеп йөрөнөм. Ул да эстән һөйләшергә өйрәнде. Мин уның ирендәренең ҡыймылдауына ҡарап, ни әйткәнен күрәм.

– Күрәм, тиһегеҙ, ә мин бит уны ишетәм, – тине Илнур, үҙенең бөтөнләй ғажиз хәлдә ҡалыуын йәшермәй.

Апай уға ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла: «Бәлки, Хоҙай ҡушып, берҙән-бер көндә теле асылып китер әле», – тип ҡуйҙы.

Ул арала Заһира ҡайтып инде. Илнур тағы күпмелер ултырҙы ла ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалды. «Тағы осрашҡанға тиклем», тип ҡалды ҡыҙҙың күҙҙәре. «Мин һине көтәм», тип хушлашты уның бармаҡтары.

Дөйөм ятаҡтағы шау-шыу тынғайны ул ҡайтыуға. Төптәге карауатына барып ятты ла, Илнур ебе өҙөлгән муйынсалай һибелешкән уйҙарын берәмләп кире теҙә башланы. Ике кис осрашып, үҙеңсә һөйләшеп йөрөсәле күҙең төшкән ҡыҙыңдың телһеҙлеген белмәй. Әҙәм ышанмаҫлыҡ. Әле килеп, ул үҙе лә ышанмай. Ә бит шулай булды! Сихыр тиһән... Хәйер, сихырҙыр был, мөхәббәт сихыры. Ғашиҡтар бит донъяны бары үҙе теләгән төҫтәрҙә генә ҡабул итә, ҡолағы талымлағанды ғына ишетә, йәне сарсағанды ғына һөйә. Ғашиҡлығына шиге юҡ Илнурҙың. Тик шулай ҙа, күҙе бәйләндеме уның, ни булды? Нисек инде бергә йөрөгән кешенең телһеҙлеген белмәҫкә? Һиҙемләүе былай, әгәр иҫкәрһә, шыбырлаған булған икән. Иҫкәрмәгән, иҫәүән, хәҙер бына берәм-берәм хәтеренә төшә: Заһиранын исемен әйтмәй ҡыланыуы, теге иптәш ҡыҙы менән ишаралап һөйләшеүе...

Шунда ул ҡапыл үҙенең уйҙарынан үҙе сирҡанып китте. Нимәлер уйлап, кем алдында аҡланып ята һуң ул? Әлегәсә берәүгә күҙе төшмәй ҡаңғырып, төңөлөп бөткән йәнен кем уятыр, мөхәббәте менән хыялый итер, тип әҙ зарыҡтымы ни? Таптым уны тигәндә, ваз кисергәме? Ғүмергә ваз кисмәйәсәк! Заһира – уның яҙмышы, мөхәббәте. Яҙмыш күктәрҙә хәл ителә, ти. Тимәк, хәл ителгән.

Иртән дә Илнур Заһира хаҡында уйлап уянды, әйтерһең, мөхәббәте уны баш осонда ғына керпек ҡаҡмай көтөп торған. Ысын бит был хис, ихлас, тын алған һайын күңелендә – ул ғына. Ауылға ҡайтып әйләнәйем, әсәйгә әйтәйем дә, Заһираны килеп алайым, тип хәл итте Илнур. Бик тиҙ түгелме, әҙерәк һынашып йөрөргә кәрәкмәйме, тигән уй ҙа килеп инде башына, әммә егет уны шарт ҡына кире сығарып ебәрҙе...

– Заһира, мин һине яратам. – Илнур был һүҙҙәрҙең үҙ ауыҙынан йәп-йәтеш килеп сығыуына, ғәп-ғәҙәти генә яңғырауына бер аҙ аптырап китте. Шулай була икән дәһә. Юҡ, барыбер ғәҙәти түгел, ана, нисек йөрәге дарҫлап тибә. Ә ҡулдары ни ҡылана? Илнур ипләп кенә ҡыҙҙың сәстәренә ҡағылды, бармаҡ остары менән уның ҡыйғас ҡаштарын һыйпаны. Алһыу ирендәр саҡ ҡына дерелдәп ҡуйҙы. Шул ымды ғына көтөп торған егет ҡыҙҙы ҡосағына алды, ирендәрен йотлоғоп үпте.

– Ризаһыңмы минең кәләшем булырға?

Заһира Илнурҙың күкрәгенә тағы ла нығыраҡ һыйынды. Тимәк, риза!

Ҡыҙҙың әсәһен күндереүе ауырыраҡ булды.

– Бер күргән кешегә кейәүгә сығырға тораһыңмы? – тип теҙеп алып китте ул ҡыҙына. – Ауылда йәшәп ҡарағаның бармы, бында күнеккәнһең, дуҫтарың, эшең бар. Үҙ хәлеңде лә онотма, балам, ни генә тимә...

Шунда Илнур сәйер бер күренешкә шаһит булды. Хәйер, Заһира менән әсәһенә күнегелгән хәлдер инде ул, тулҡынланған мәлдәре булғас, ғәжәпләнер был, тип уйлап та тормағандарҙыр. Ҡыҙы ирендәрен генә ҡыймылдата, ара-тирә ҡулдары менән дә әллә ниндәй ишаралар эшләп ала, ә әсәһе ҡәҙимгесә һөйләшә:

– Юҡ тигәс, юҡ. Һин минең ғәзиз балам, әллә ҡайҙа ҡағылып-һуғылып йөрөргә...

– Ышанам, тисе. Нисә көн әле белеүеңә. Яратам, тиһәсе. Тиер инде.

– Ай, Алла, нишләүең был, Заһира? Бар, улай булғас, эйәр ҙә кит. Әсәйеңдең һүҙен тотмаҫ булғас.

– Юҡты ғына һөйләмә, балам. Кеше көлөр, улайтһаң. Ҡуй-ҡуй, ҡайтып килһен, бәлки, әле килмәҫ тә, шунан тағы һөйләшербеҙ.

Илнур Заһиранын нимә әйткәнен ишетеп торғандай булды. «Бөгөндән эйәреп китәм, сәмемә теймә, әсәй, мин уға ышанам», тине лә ул...

Ҡыҙҙы киске автобус менән ауылға алып ҡайтты Илнур. Әсәһе уларҙы ҡапҡа алдына уҡ сығып ҡаршы алды. Оста ике апай төшөп ҡалғайны, йүгереп килеп һөйөнсө лә алғандар икән. Шулай инде ул ауыл ерендә.

Әсәһе килене тураһында тәүләп шик белдергән көндә Илнур баҡсала түтәл утап ҡалған Заһираға өндәшмәй генә эшенә китте. Юҡ мәшәҡәтен бар итеп, тегендә-бында һуғылып, һуң ғына ҡайтты. Ишек асып көткән кәләше муйынына һарылды, йөҙөнә күҙ ташланы. Ҡапыл, бармаҡтары ҡурҡышҡан ҡоштар кеүек, ҡаушап, ҡалтырап китте, керпектәре дерелдәне. Илнур уны шул тиклем «тыңларға» өйрәнгәйне, был «Ни булды, йәнем?» тип һорауына:

– Бер ни ҙә булманы, – тип яуапланы ла, эскә үтте. Әле уның күңелендә кәләшенә ҡарата бер ни ҙә үҙгәрмәгән һымаҡ. Ләкин... Әсәһенең әлеге ысынын белмәйенсә, юрамал ғына әйтеп киткән һүҙҙәре уны әллә нишләтте. «Телһеҙ ҡатын менән ғүмер итергә? Туған-тыумаса, дуҫ-иш менән ҡатышырға...» Ошондай уйҙар ағас олонон эстән кимергән ҡорттай, уның йәнен ашай башлағайны инде.

Туй ҙа үткәрмәнеләр. Кәләшенең телһеҙлеген кеше белер тинеме? Әйтерһең, утты итәк аҫтында йәшереп була. Йә берәй иҫәүәне килеп, йырла, тип бәйләнер... Йә... әй, эҙләһәң, сәбәп күп инде. Һәр мөхәббәт һынауға дусар, тип дөрөҫ тә әйтәләр икән. Кемгә нисектер, Илнурға иң ауыры төштө кеүек һынауҙың һәм ул... күтәрә алманы уны.

Әсәһе менән яйлап бер сама аңлаштылар. Ах итте ул, ух итте. Киленен яратып өлгөрһә лә, улының телһеҙ ҡатын алыуына һис күңелен күндерә алманы. Заһира өйҙә юҡ мәлде генә көтөп ала ла, тотона:

– Киленең менән рәхәтләнеп һөйләшеп тә ултырмағас, ҡарт көнөңдә... Ни ҡоҙағыйым эргәлә түгел. Бөткәнме ауылда ҡыҙҙар, әллә ҡайҙан, әллә кемде етәклә лә ҡайт, имеш. Кәңәш юҡ, төңәш юҡ.

– Өйлән, тип, быуыныма төштөң бит, әсәй.

– Нисәмә йыл буйҙаҡ йөрөгәнеңде, ниңә шулай ашыҡтың, әҙерәк һынашырға булмаймы? Их, үҙем дә бит, тәү күреүҙән ебенем дә төштөм, әллә нимәһе менән эс-бауырыма үтеп инде бит ул килен-балаҡай.

– Һөйгәнемде таптым, тигәйнем...

– Эй, балам, һөйгән һөйәгең менән нисек тә йәшәрһең дә ул, – тип йомшап та китә әсәһе. – Уф, Алла, кеше нимә тиер, дуҫтан дошман күп. Ҡалала йәшәмәйбеҙ бит, ауылда, бер нәмә йәшерерлек түгел.

Көн артынан яйлап көн үтә, кеше килмәй тормай, килгән береһе менән ҡарсыҡ зарын уртаҡлаша. Тегеләр, күренеп тора, уны ҡыҙҙырып ҡына китәләр. Бер шулай бик бырхып һөйләнеп йөрөгәндә килеп сыҡты ла инде иң ҡот осҡос һүҙ.

– Әйтмәгән, йәшергән. Вәт мут, егетте эләктергәнсе йәшергән. Нишләп был бер һүҙ өндәшмәй, тип йөрәгем һеркелдәгәйне лә, оялсандыр, тинем. Ай, улым харап булды, ай, балам әрәм булды. Телһеҙҙең балаһы ла телһеҙ була инде!

Шул урында әсәһе шып туҡтаны ла, ҡото осоп Илнурға ҡараны. Әсә менән улды бер ыңғай шаңҡытты был һүҙ.

Йәй үтте. Көҙ ҡырҡмаһа-ҡырҡ эш менән тиҙ генә үтеп китте. Илнурҙын минут ваҡыты булманы, өйгә йүнләп йоҡманы. Шуға ла ундағы ҡатмарлы хәлдәр үҙенән-үҙе бөтөр һымаҡ та тойолдо. Заһираның тегенсе икәнен белеп ҡалған рәйес инде нисәмә йыл буш торған оҫтахананы ремонтлатып, шунда эшкә саҡырҙы. Тағы өс ҡыҙ ҡушылып, татыу ғына эшләп киттеләр. «Заһира еңгә өйрәтте», тип ул ҡыҙҙар арыу уҡ әйбер тегеп ташлаған, ти...

Ниһайәт, оҙон ҡыш килде. Инженерҙың әллә ни эше юҡ, гараж тирәһен урап, контораға барып ҡайта ла гәзит уҡыштыра, кистәрен клубҡа сығып китә. Заһира өндәшмәй, әсәһе тыймай. Барып бильярд төртөп, ир-ат менән тәмәке тартып ҡайтҡандан ни була?

Ҡәйнә менән килен уны көткән арала ҡул эше менән була. Ап-арыу аңлашалар. Ситтән күҙ һалһаң, үҙ-ара һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгәнгә оҡшай. Йыш ҡына ҡарсыҡтың арғы остағы әхирәте инеп ултыра. Ҡаланан отпускыға ҡайткан ҡыҙы Рәсиләне лә эйәртеп керә. Рәсилә менән Заһира дуҫлашып та китте. Аҙаҡ хат алыша башланылар.

Ә клубта, ҡәҙимгесә, йәштәр кино бөтөр-бөтмәҫтән фойеға сығып, тансаға тотона, өлкәнерәк ир-ат айырым бер бүлмәгә йыйылып гәп һата. Имеш, ҡатындар хәбәр һатырға ярата. Ә ирҙәрсе? Бер-береһенә төрттөрөшөп, йәнәһе, мәҙәкләшеп рәхәтләнгән булалар. Берәүҙең бисәһе иренең эшенә барып тауыш күтәргән. Әллә нисә кис сурытырға етте шул хәбәр. Теге ир, бахыр, ҡорҙаштарына ҡушылып, үҙенән үҙе көлгән була, бәй, нишләһен. Мәрәкә инде.

– Бына, мәйтәм, Илнурға ул яҡтан рәхәт, кәләше әрепләшеп ыҙалатмай, – тип һалмаһынмы һүҙ араһында кемдер. Шыма ғына итеп уға күсте лә китте хәбәр. – Ун һүҙеңә бер яуап юҡтыр, ә? – Ҡәйнә ҡарсыҡ ризалыр инде, уларҙың бит теләгәне телһеҙ килен...

Клубҡа Илнур шунан һуң һирәгерәк йөрөй башланы. Заһира башта быға һөйөндө, әммә аҙаҡ уның өйҙә булыуы булмауынан ауырыраҡ икәнен аңланы. Кис буйы ире ләм-мим һөйләшмәй тумһайып тик ултыра. Уға әллә ниҙәр әйтергә, түгелеп уйҙарын сисергә уҡтала ла Заһира... Сараһыҙлыҡтан күҙенән йәш атылып сыға. Илнур быға түҙә алмай, янына килеп, кәләшен йыуата, өндәшмәй генә сәстәренән һыйпай.

– Аңламайым һине, Илнур, аңламайым! – ти йәш ҡаплаған зәңгәр күҙҙәр.

* * *

Ғинуар урталары ине шикелле, Заһираның әсәһенән хат килде. «Ҡыҙым, Өфөгә данлыҡлы экстрасенс килә, уның һиңә ярҙам итеүе ихтимал», тип яҙғайны ул.

– Барайыммы, ебәрәһеңме? – тип ҡараны Заһираның өмөт тоҡанып киткән күҙҙәре. Илнурҙың күңелендә лә өмөт уянды. Ҡатынын Өфөгә үҙе оҙатып ҡуйырға булды. Автобуста Заһира ҡулдарын иренең ҡулдарына һалды, нескә бармаҡтар көслө баҙыҡ бармаҡтарға үҙ телендә күп нәмәне һөйләне. Әйтелмәгән бер һүҙ ҡалманы кеүек.

Төш ауыуға Өфөгә барып инделәр. Ҡәйнәһе эштән ҡайтып ҡына тора ине. Әсәһе ҡыҙына ҡараны ла ҡатты: бөтөрөнгән, ҡоро күҙ тороп ҡалған.

– Ни булды, кейәү, әллә сирләйме Заһира? – тип хафаланып Илнурға өндәште ҡәйнәһе.

– Балам, бер-бер хәл булдымы әллә?

Заһираның ҡаштары сөйөлөп китте лә, үҙ һүҙле бер ҡиәфәттә ҡатып ҡалды, ярһып, башын һелкте, бер ни ҙә булманы, йәнәһе.

Илнур үҙенең иркә, тыңлаусан, хатта күндәм тип уйлаған ҡатынын тәүләп шулай ныҡышмал һүрәттә күреп ғәжәпләнде. Әкренләп хәлдең айышына төшөндө ҡәйнәһе. Йөрәк дарыуы эсеп алды, иланы ла, буғай, күҙ тирәһе ҡыҙарынып йөрөнө. Ай, түҙем дә икән үҙе, кискә генә һүҙ ҡуҙғатты.

– һуң, кейәү, белә-күрә алдың, хәҙер үкенәһеңме?

– Баштуҡ белмәнем шул. Заһира иренең был һүҙҙәрен ишеткәс, уға шундай итеп ҡараны, әйтерһең, уның тәнен үтәләй йөҙ уҡ тишеп үтте. Бөгөн дә янында булып, бөгөн дә ҡараһын ине шулай, түҙер ине, мең уҡҡа ла рәхәтләнеп түҙер ине. Ә ул саҡта һүтелде лә китте:

– Тәү осрашҡанда уҡ аңғартманы бит, исмаһам...

Туҡтаны ла бит шул урында, әйтеп тә бөтөрмәне. Башлайһы ла булмаған ул һүҙҙе. Тик теле үҙенә ҡаршы һөйләп тик торҙо. Их, телһеҙ булһа икән ул шул минутта!

– Ярар инде... – тине ахырҙа Илнур, ҡәйнәһен тынысландырырға теләпме, үҙенме. – Хәҙер нишләмәк?

– Нишләмәк, тип, ҡыҙымды көсләп тағып ебәрәһем юҡ, үкенәһең икән, ҡалдыр ҙа кит, артыҡ түгел ул миңә...

Заһира йүгереп барып әсәһен ҡосаҡланы, кухняға әйҙәп алып китте. Илнур балконға тәмәке тартырға сыҡты. Бүтәнсә һүҙ ҡуҙғалманы. Иртәгәһен ҡайтырға юлланды. Заһира ун көнгә ҡала ине, теге экстрасенс сеанстарын башлаған икән. Ярар, кем белә, мөғжизәләр донъяла булып тора бит. Бәлки? Хәйер, дөрөҫөн әйткәндә, Илнур өсөн Заһираның телгә килеүе мөһим дә түгел, хатта кәрәк тә түгел ине. Бүтән мөғжизәне – мөхәббәтенең тәүге хәлендә, иҫерткес, һуш юйырлыҡ сихырға эйә хәлендә йөрәгенә кире әйләнеп ҡайтыуын көтә ләһә ул. Әле быны ныҡлап аңлап та етмәй, әммә һағышының сәбәбен тойомлай.

– Килеп алмаһаң, ебәрмәйем ҡыҙымды, – тип ҡалды ҡәйнәһе. Ҡалай уҫал, килеп алмаҫ та ҡуйырым, үәт, тип уйлап ҡуйҙы Илнур.

Поезға төштө был юлы. Вагонда ирекһеҙҙән ике ҡатындың һөйләшеүенә шаһит булды. Улары ла әллә нимәгә шулай дәртләнеп алғандар, кеше ишетә тип тормай, ҡысҡырып тороп һөйләшәләр.

– Әхирәт, һинең менән ҡунаҡҡа йөрөрлөк түгел, тәки берәйһенең башын әйләндерәһең, ә? Йәш сағыңда, ярай, үҙең һылыу, үҙең һомғол инең. Хәҙер кәүҙәң дә бөткән инде ялпайып, хи-хи-хи.

– Ә кем уларға кәүҙәгә күҙ һалырға ирек бирә? Нимәгә миңә Хоҙай ҡыйғас ҡара ҡаш биргән дә, янып торған күҙ биргән? Бер генә ҡарап, эҫтәрен өҙәм дә ҡуям. Кәүҙәмде күрергә өлгөрмәҫ элек үк ғашиҡ булалар ҙа ҡуялар!

– Кит, һин әйтерһең инде. Ә миңә нишләргә? Битем табаҡтай, күҙем ҡыҫыҡ, танауым инде...

– Уфылдама юҡҡа. Һинеке кеүек толомдар кемдә бар? Ир-аттың оҙон сәскә һушы китә, белгең килһә. Күрһәтә генә бел. Аяҡтарың матур, әхирәт, гел күҙем ҡыҙа. Уныһына ла тегеләр йығылып китә...

Нишләптер ошо һөйләшеү аҙаҡ та йыш иҫенә төштө Илнурҙың. Ҡатын-ҡыҙҙың ныҡ йәшереп тотҡан серҙәренең бер семтемен генә булһа ла асҡандай тойҙо ул үҙен. Иҫенә төштө иһә, Заһираға асыуы ҡабара. Ул да бит уны шулай ҡармаҡлаған. Матурлығы менән хыялландырған.

Әллә ниндәй тойғо биләп алды шул мәлдәрҙә Илнурҙы. Уға кәләше лә йәл, үҙе лә йәл, йәшлеге, киләсәге, тағы әллә нимәләр йәл. Әле уйлаһаң, иҫәрлегенә, йән ваҡлығына баш була алмаған ул, шул ғына. Хәҙер килеп бер нәмәне лә төҙәтерлек түгел. Аҡылы ла асылды, күңеле лә киңәйҙе, йөрәге лә нығынды – ә нимәгә хәжәт?

...Заһираны Өфөлә ҡалдырып киткәненә ун көн үтте, ун ике көн. Илнур ҡымшанмағас, әсәһе түҙмәне, килене артынан үҙе китте.

– Яманмы, яҡшымы – үҙемдеке, – ти бит әле.

Иртәгәһенә һин дә мин ҡәйнәле-киленле ҡайтып төштөләр. Илнур кәләшен үлеп һағынһа ла, сер бирмәгән булды. Заһираның тағы күңеле кителде, һөйләшмәне. Тағы шул, һөйләшмәне, ти ҙә уйлай был Илнур. Телһеҙ һөйләшәлер шул! Ә элек, бәхетле көндәрендә һөйләшә ине ләһә?

...Төндәр бығаса уларҙыҡы ине. Ниндәйҙер көс уларҙың мөхәббәтен һаҡлай, аралағы кәртәләрҙе алып ташлай һымаҡ.

– Һағындым! – тип бышылдай Илнур, Заһираның башын һаҡ ҡына мендәрҙән ҡалҡытып үҙенең беләгенә һала – ә ҡатыны өсөн ошо көсө ҡабарып торған беләктән дә йомшағыраҡ мендәр юҡ.

– Мин дә һине өҙөлөп һағындым! – ти Заһира: уның иркә бармаҡтары Илнурҙын тыңлауһыҙ шырт сәстәрен һыйпай, әйтерһең, биш тешле тылсымлы тараҡ менән йомшаҡ ҡына итеп тарай...

Өфөнән ҡайткан кисте Заһира үҙен нисектер сәйер тотто. Ҡыҫып ҡосаҡлағайны, ҡурҡынып, этеп ебәрҙе. Шунан иренең усын ипләп кенә үҙенең эсенә ҡуйҙы, тыңла, тигәндәй, ишара итте. Илнур башта аптырап ҡалды һәм ҡапыл аңлап алды.

– Беҙҙең балабыҙ буласаҡмы?

Илнур ул төндө кәләшен арығансы күтәреп йөрөнө. Шатлыҡ хисе уның йәнен талаған бөтә башҡа хистәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарҙы ла, үҙе генә кинәнеп хакимлыҡ ҡылды. Тағы таң атты. Аттырмаҫтай була ине Илнур шул саҡтағы тандарҙы! Ә таң ата, тағы аҡыл (әллә аҡылһыҙлыҡ) уянып, һиҙгер күҙен аса, тағы һәр уйыңды, һәр ҡылығыңды айҡап-байҡап тикшерә башлай.

– Телһеҙҙән телһеҙ тыуа инде, – тип иҫкә төшөрҙө шул аҡыл (әллә аҡылһыҙлыҡ). Бөттө көн. Килененең бала әйберҙәре тегеп маташҡанын күргән ҡәйнә лә һағайҙы, шик-шөбһәләрен әйтә башланы. Инде апаруҡ тынысланып килгән күрше-күлән, туған-тыумаса таяҡ тыҡҡан ҡырмыҫҡа иләүеләй гөж килде. Нәҫеле менән телһеҙ булған әллә кемдәрҙең әллә кемдәре иҫкә төштө...

Бильярд төртөүселәрҙең береһе, йәнәһе, хәленә кереп, әйтеп ҡуйҙы:

– Ҡайғырма юҡҡа, беҙҙең илдә телһеҙ ҙә кеше ул. Ана, Өфөлә туп-тулы улар. Үҙҙәренең заводы бар эшләргә, торлағы, магазины...

Ауыҙына һуғаһыңмы ни уның? Үҙенсә дуҫ күреп әйтә. Исмаһам, анау экстрасенсы ла ярҙам итмәгән, аҡса йыйып, әҙәм алдап йөрөйҙәр шунда!

* * *

Май етте. Бөрөләрҙең сырт-сырт килеп сәтләүектәй ярылғаны ишетелеп тора, донъя күҙгә күренеп уяна. Ошо мәлдә танышҡайнылар. Ниндәй йәмле килгәйне былтырғы яҙ! Ә быйыл? Юҡ уның өсөн яҙ, юҡ. Күрәһең, ул ағастар япраҡ ярған минутта түгел, ә кешеләрҙең күңелдәрендәге боҙ ҡоршауҙар асылғанда башланалыр?

Ни гонаһ шомлоғо, баҡса осонда олатаһы ултыртҡан ҡарағас сырхаулап ҡына япраҡ ярҙы. Илнурҙың сәңгелдәге бәүелгән ҡеүәтле ботаҡ бөтөнләй ҡороно. Тиктәҫкә түгел был, әсәһе әйтмешләй. Урамға, йортҡа, күңелгә шом инде. Бер көн Илнур түҙмәне, ҡыу ботаҡты бысып ташланы. Бүтәнсә унда сәңгелдәк бәүелмәҫ... Кисен, йәне әрнеүгә түҙә алмай, гел әсе балы өҙөлмәй торған бер ҡарсыҡҡа барып, лаяҡыл иҫереп ҡайтты.

– Телһеҙҙән телһеҙ тыуасағын һеҙ беләһегеҙме, юҡмы, – тип һөйләнә-һөйләнә карауатҡа барып ауҙы.

Иртәнсәк Заһираның ҡарашынан уҡ бөтәһен дә аңланы: әйткән икән теге күңелен өйкәп йөрөгән һүҙҙәрҙе. Ярай, әйткәне яҡшы, артабан һөйләшеүе еңелерәк булыр.

– Заһира, баланы табырға ярамай, аңла шуны, – һөйләшер нимәһе шул ине. – Укол һалырҙар ҙа...

– Юҡ, юҡ, юҡ! – тип һөрән һалды кеүек Заһира: аҡылдан яҙырға яҡынлашҡан күҙҙәрме шулай ҡысҡырҙы? Ул йән тетрәткес ауаз әле лә Илнурҙың ҡолағында яңғырап тора.

Бала инде үҙенең барлығын иҫкәртә, Илнур төндәрен унын тын алышын тойғандай була, ирекһеҙҙән ҡулы менән уны иркәләй, һыйпай. Шуғалырмы, Заһира һаман врачҡа барыуҙы һуҙа. Ә таң атыуға тағы:

– Баланы табырға ярамай!

– Илнур, ниңә шулай ҡыланаһың әле, – тип әсәһе лә ҡаршы төшөп ҡараны. – Ни күрһәк тә күрербеҙ...

– Күргем килмәй ул телһеҙ балағыҙҙы!..

– Балағыҙҙы, тисе, балабыҙ инде, үҙебеҙҙеке, аһа.

Шунда Заһираға әллә нимә булды. Атылып килеп Илнурҙың яғаһынан бөрөп тотоп һелкетергә тотондо, ике-өс төймә шартлап өҙөлөп, иҙәнгә ҡойолдо. Шул иҫенә килтерҙеме, ҡулын ысҡындырҙы ла, Илнурҙың йөҙөнә ҡараны.

– Күрә алмайым һине! – тип бышылданы унын күгәренгән ирендәре, зәңгәр ялҡын бөрккән күҙҙәре лә шуны ҡабатланы.

Ошо хәлдән һуң да айлап йәшәне әле уларҙа Заһира. Һаман да өмөтө өҙөлөп бөтмәгәнме икән? Әммә тормош селпәрәмә килгәйне инде. Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгәс, күҙҙәр осрашып торҙо, әммә бүтәнсә һөйләшмәне улар. «Ә, был һинме ни?» тип төбәштеләр ҙә тиҙерәк бер-береһенән ҡастылар. Инде өйҙә бер телһеҙ урынына ике телһеҙ ине...

Элек дүрт күҙ менән көтөп ала торған төндәр ҙә уларҙы яраштыра алманы. Илнурҙың әле һүнмәгән дәрте йылытҡан ҡайнар ҡосағы ла иретә алманы Заһираны. Боҙ ине ул... Күпме була боҙҙо ҡосаҡларға, күпме була! Ә бит элек... Тәҙрәнән төшкән ай яҡтыһында ике ғашиҡ мөхәббәт минуттары кисерә, Заһира карауат ситенә ултырып сәсен үрә (үрмә, Илнур барыбер тағата бит толомдарыңды!), ире иҙәндәге йомшаҡ балаҫта ултырған килеш башын унын тубығына һала. Һала ла, шырт сәстәре менән ҡытыҡлай, ярһыулы хистәрҙән бүртенгән сикә тамырҙары менән тубыҡтағы бығаса өнһөҙ-тынһыҙ булған ниндәйҙер бер тамырҙы эҙләп табып уята, дөпөлдәп тибергә мәжбүр итә. Ҡушлап типкән тамырҙар дуэты! Илнур һөйгәненең ихласлыҡ менән тулы тәненең һәр күҙәнәген үбергә тип ашҡына, үҙе уның ҡулдарының наҙына ирей... Ҡайҙа, ҡайҙа ул минуттар? Шул уҡ ай йомарт яҡтыһы менән шул уҡ бүлмәне яҡтырта. Оло донъяла, ғаләмдә бөтәһе лә әүәлгесә. Ә бына уларҙың кескәй генә донъяһында бөтөнләй бүтәнсә...

* * *

– Мин һине күрә алмайым!

Илнур ошо аяуһыҙ һүҙҙәрҙе тәү ҡат ишеткәндәй, ҡапыл бөршәйеп ҡалды, ниңәлер ҡулы менән күҙен ҡапланы, әйтерһең, сыбыртҡы менән һуҡтылар. Шунан, һыҙланыуына түҙә алмай, үрле-түрле йөрөй башланы.

Китте Заһира. Ғәфү итә алманы. Ғәйеплеме Илнур? Тормош ҡанундары... Туҡта, теймә ҡанундарға! Теймә! Ниңә үҙенде еңә алмай бер булған булдың? Ниңә Заһираның әсәһе «Улың тыуҙы» тип телеграмма һуҡҡас та Өфөгә барманың? Әсәйең оло башын кесе итеп барып ҡайтты ла баһа.

Ураҡ бөтмәгән, эш күп, тип һылтауланың. Эш ырҙын табағында ғына арлы-бирле ҡалғайны бит. Сентябрь аҙағы ине. Тимәк, улың хәҙер йәш тә һигеҙ айлыҡ булып киткән. Инде татылдап йүгереп йөрөйҙөр. Татылдап? Йөрәге сәнсеп китте, үҙе лә һиҙмәҫтән:

– Әсәй! – тип ҡуйҙы.

Әсәһе, шуны ғына көткәндәй, һауыт-һаба яғынан өлтөрәп килеп сыҡты.

– Әү, балам.

– Минең улым хәҙер атлайҙыр инде.

– Аһа, атламай, татылдап йүгереп йөрөйсө, – тип һалмаһынмы ҡарсыҡ. – Ай, алла... Әйтә яҙҙым.

Шулай тине лә, тағы мейес яғына инә һалып китте. Илнур, ниҙер һиҙенеп, әсәһенең артынан эйәрҙе.

– Һин нимәлер ишеттеңме әллә, Рәсилә ҡайтҡан ти инең, ул ниҙер һөйләнеме? Күргәнме Заһираны?

– Күргән-күргән, фото алып ҡайтҡан, миңә ебәргән, «Өләсәйемә – Исмәғил ейәненән» тип яҙылған. Күрҙең, атайыңдың исемен ҡушҡан балаға, онотмаған. Эй, бигерәк иртә алып китте шул Исмәғилемде анау ҡәһәр һуҡҡыр үпкә сире, ейәнен күреп, ҡалай һөйөнөр ине лә...

– Туҡта әле, әсәй, иламай тор. Рәсилә тағы нимәләр ти. Исмәғил атлап йөрөй, тиме?

– Татылдап йүгереп йөрөй, тип тораһың уға, әллә ышанмай. Ана, барып күр, ышанмаһаң...

– Эй, әйтеп бөтөрҙөм инде, әйтмәҫкә ҡушҡайнылар ҙа. Рәсилә Заһира киленде ҡунаҡҡа апҡайтҡан, барып ингәйнем, улың мине бер тамсы ят итмәй, итәгемә менде лә ултырҙы. Уф, хыялый булам инде һеҙҙең менән. Алтын кеүек ейәнемде һөйә алмай зарығып ултыр инде бына.

– Заһира үҙгәргәнме?

– Әҙерәк тулыланып, һылыуланып киткән һымаҡ.

– Нимә ти?

– Һаумы, ҡәйнәм, – ти инде, ни тиһен...

Әсәле-уллы шым булдылар, күҙгә-күҙ бағыштылар.

– Юҡ, теле юҡ юҡлыҡҡа, һуң уны былай ҙа аңлап тораһын бит инде. Мин гел киленем менән үҙемсә һөйләшеп йөрөнөмсө элек тә, бер-береңде аңлар өсөн тел генә кәрәктер шул... Бөтөн әҙәм аптырай инде беҙгә. Таш бәғер һинең Илнурың, тип кенә торалар.

Әсәһенә инде был турала башларға ирек кенә ҡуй. Ә бит ҡасан ғына әле шул уҡ кешеләргә ҡушылып, үҙе лә күпме елегенә үтте. Хәҙер улар һәйбәт, Илнур ғына – таш бәғер. Аумаҡай бер, әсәһе лә. Үҙеңсе, үҙең? Эй, аумаҡайҙан аумаҡай тыуа инде.

Илнурҙың башында төрлө уйҙар ҡайнашты. Диванынан айырылып, ишек алдына сыҡты, күҙе күнегеп бөткән нимәләргә әле күргәндәй булып йотлоғоп ҡараны. Ҡараманың бысылған ботағы төбөнән сибек кенә бер һабаҡ йән яралған түгелме? Ике-өс япраҡ ишараты ла бар. Яҙ бит тышта. Уның тормошона Заһира килеп ингәндән бирле ергә әйләнеп ҡайтҡан дүртенсе яҙ.

Илнур ҡапҡаны асып, тышҡа сыҡты, аяҡтары үҙенән-үҙе баҫыу яғына атланы. Ҡалын ҡар аҫтында иҫән-һау ҡышлаған ужымдар йәм-йәшел зөбәржәт төҫөндә йәйрәп ята. Эйелеп, уларҙы һыйпап алды: ниндәй йомшаҡ был ужымдар, әйтерһең дә, сабый сәстәре... Устары янып һулҡылдап китте Илнурҙың. Ул турайып баҫты, тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалды. Эргәләге сауҡалыҡта һандуғастар һайрай. Моңдары менән донъяны хайран итеүсе ата һандуғас – сонар ти бит, инәһе түгел, ти. Ғәжәп. Ата һандуғас, моғайын, инәһе күкәй баҫҡанда, бала сығарғанда һөйөнөслө татлы һағыштарына сыҙамай йырлайҙыр. Ниңә Хоҙай Илнурҙы һандуғас итеп яратмаған икән? Йәнен һыҙлатҡан хистәренә түҙерлек әмәле ҡалмаған минуттарҙа һайрап ебәрер ине, исмаһам. Һайрап, тигәндәй, теге «Аҡ тирмә»лә анау шағирҙарҙан да арттырып телгә һалышып ултырғайны түгелме Илнур? Ҡапыл асылған тел ҡеүәһенә үҙе лә шаҡ ҡатҡайны.

Ата һандуғас... Сонар... Ни генә тимә, тәбиғәтте тоя белә инде ул Илнур. Ҡайындар нимә серләшә, талдар нимә бышылдай, барыһын да ишетә кеүек. Ана, балыҡ ҡарпый. Әллә ул күккә ырғырға сәмләнә? Тәбиғәт тә үҙенсә һөйләшә ләһә! Тынлай ғына күр, аңлай ғына бел. Кеше лә тәбиғәт балаһы. Шунда Илнур ошо уйының айышын тотоп алды. Бына ни өсөн ул Заһираның телһеҙлегенә тәүҙә үк иғтибар итмәгән, бына ни өсөн уны һүҙһеҙ ҙә аңлап, ишетеп, тойоп торған. Тәбиғәттең үҙ асылын белдерергә мең сараһы бар. Кеше өсөн тел бөйөк, тел зарур, әммә бит кешенең дә үҙ асылын күрһәтергә мең сараһы бар!

Илнур баҫыуҙан ашығып ҡайтты ла, йыуынып, кейенергә тотондо. Заһираны барып күрергә кәрәк, алып ҡайтырға... Тик... Нимә тип әйтер һуң ул уға. Күпме ғүмер тауыш бирмәй ят та, ни йөҙөң менән күренәһең? Ни телең менән аңлатаһың ҡылығыңды?

Ике ҡулы менән сәстәрен йолҡа тотоп, ултыра төштө. Күңеле һүнде, ҡанаты һынды үҙенә үҙе биргән ҡәтғи, тура һорауҙарҙан. Юҡ, Заһира уның менән һөйләшмәҫ тә хәҙер. Их, Илнур, Илнур, инде һиңә нишләргә? Барып һүҙеңде лә әйтә алмағас, ниңә кәрәк һиңә тел?

Тел! Тел? Эйе, тел, ул ғына ғәйепле Илнурҙың был бәхетһеҙлектәргә тарыуында. Телһеҙ булһамы, анауы һүҙҙәрҙе Заһираға әйтмәгән булыр ине. Әйткән бит теге аҡыл эйәһе, кем ине әле ул, Лопе де Вега, шикелле, «Тел кешегә бәғзе уйҙарын йәшерә алһын өсөн кәрәк», тип. Алдаҡсы, тимәк, Илнурҙың теле, хыянатсы, уйындағын әйтеп торғас...

Әсәһе ҡайҙа йөрөй икән. Моғайын, Рәсиләләрҙәлер. Киленен, ейәнен күреп кинәнеп йөрөйҙөр. Ә ниңә һуң әле Илнурға ла, әсәһе ише аумаҡайланып, башын һантыйға һалып барып кермәҫкә? Берәй йөҙ грамды төшөрөргә лә. Илнур был уйына һөйөнөп китте. Ҡалтыранған ҡулдары менән стакан тултырып араҡы һалды ла бер тында эсеп тә ҡуйҙы. Ҡаны ҡыҙып китһә лә, быуындары йомшарҙы. Юҡ, йөрәге етмәй барыбер, барып баҫа алмай Заһира ҡаршыһына. Ебегән! Йүнһеҙ!

Илнурҙың аңы томаланды, үҙен-үҙе күрә алмау тойғоһо боғаҙын быуҙы, бөтә нәмәне ватҡыһы, ҡырғыһы, үлтергеһе килде. Ярһып, табаҡ-һауыт яғына сыҡты, ҡабаланып бысаҡ эҙләне. Өҫтәл тартмаһын асып ҡараны – бысаҡ юҡ. Шул әсәһенең һалған еренән әйбер табам тимә. Әһә, бына сәнске, уның менән дә теләгән эште ҡылырға була. Нимә теләй әле ул? Ә, ул бит әлеге хыянатсыны – телен юҡ итергә, үс алырға теләй!

Йылдар буйы килгән ғазаплы кисерештәр мискәнең бөкөһөн атып ташҡан әсегән бал кеүек икән. Илнур аҡылын юйҙы. Бына ул сәнскенең һалҡын һабын ҡыҫып тотоп алды, ирендәре ҡымтып ябылған ауыҙын һәрмәп ҡараны. «Йәшендеңме, ҡурҡаҡ, ҡастыңмы?» тип, урт эсендә йылыла ирәйеп ятҡан теленә үсәп янаны. Шунан телен һәлендереп сығарҙы ла, сәнске менән һелтәнде. Сәнске теш ҡаҙнаһына тейҙе, ахыры, ҡан борҡоно. Был инде үҙен-үҙе аңламаҫ хәлгә килгән Йлнурҙы ҡотортоп ҡына ебәрҙе. «Әле һин шулаймы ни, һатлыҡ йән, шулаймы ни?» тип эстән һөйләнеп, яңынан телен сығарҙы. Ауыҙын ҡулдары менән шаҡарып тигәндәй асты – телдең һис тә сығаһы килмәй ине. Илнур был юлы уны ысҡынмаҫлыҡ итеп тештәре менән ҡыҫып алды. Сәнске күҙенең эргәһендә генә ялтлап китте...

* * *

– Ат-тау! Атау!

Илнур ҡайҙандыр алыҫтан ишетелгән ошо тауыштан иҫенә килде. Сабый бала тәтелдәп һөйләшкән кеүек. Ауырайған күҙ ҡабаҡтарын көскә асып, тауыш ишетелгән яҡҡа ҡараны: ултырғыста бер апай ултыра, тубығында орсоҡтай әйләнгеләгән кескәй малайға ниҙер һөйләгән кеүек. Илнур көсәнеп ҡолаҡ һалды:

– Йә, ҡолонсағым, тағы әйт әле, «атай» тиң әле.

– Ат-тау! – тип ҡысҡырҙы бала. Илнур терт итеп ҡалды. Бер апай тигәне үҙ әсәһе лә баһа! Ә алдындағы сабый кем? Томаланған мейеһен ярып үткән һиҙемләүҙән йөрәге тулап китте...

– Ҡолонсағым, мин бит һинең өләсәйен. Йә, «өләсәй» тиң әле.

– Зә-зәү! Өзә-зәү! – тип тәтелдәне сабый.

Ҡалай ҡыҙыҡ икән дәһә балаларҙың теле. Берәй заман еренә еткереп һөйләшергә өйрәнерме икән был малай? Өйрәнер, Илнур үҙе лә иҫ белгәнсе радио тигәнде «ындуйын» тип йөрөткән дә баһа. Туҡта әле, туҡта, «атау»ы – Илнур, «өзәзәү»е уның әсәһе булып сыға түгелме?..

Ә ҡайҙа ята һуң әле ул үҙе? Бите-башы уратып марля менән бәйләнгән... Тимәк... Больницала...

– Улым! Исмәғил! – тип ҡысҡырҙы Илнур. Ләкин тауышы сыҡманы. Ғәжәп, уның йәне, тәнендәге һәр күҙәнәге донъя ярып һөрән һалды, ә бер кем ишетмәне. Ҡайраҡтай булып уртына йәбешкән теле әйләнмәне, туң ирендәре ҡуҙғалманы, көсөргәнештән тартышҡан яңаҡ мускулдарының һыҙлауы йөрәгенә төштө...

Гөлнур Яҡупова.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: