Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Октябрь 2021, 13:55

Ә һинең ирең ҡайҙа?

–Һин дивизияла хеҙмәт иткән  бөтә офицер ғаиләләренең дәименлеге өсөн тырышаһың , ә үҙ  ғаиләңдең тарҡалыу ихтималлығы   хаҡында уйлағаның бармы? -  тине лә, үкһеп илап та  ебәрҙе. – Һин миңә бер туған апайым кеүекһең, бүтән өндәшмәй түҙә алмайым, ғәфү ит мине, зинһар...

Ә һинең ирең ҡайҙа?
Ә һинең ирең ҡайҙа?

 

Хөриә Абыҙгилдина 

Ә һинең ирең ҡайҙа?(Хикәйә)

Ифрат оҡшаны Зөһрәгә яңы хәрби ҡаласыҡ! Оҡшамаҫлыҡмы ни – ҡола далала урынлашыуына ҡарамаҫтан,   урамдары, майҙансыҡтары  йәшеллеккә, гөл-сәскәгә  күмелгән.  Бындағы фатирҙары ла  ҡатындың күңеленә хуш килде – үҙенән  бер нисә аҙнаға алдараҡ килгән ире  уны, матур итеп ремонтлап,  зауыҡлы ғына итеп йыһазлап та  ҡуйған.

Барса ир-ат СССР Ҡораллы көстәрендәге  иң мөһим объекттарҙың береһе тип иҫәпләнгән  стратегия тәғәйенләнешендәге, йәғни океан аръяғына йүнәлтелгән,  ракеталар дивизияһы полктарында һәм уларҙы хеҙмәтләндергән  хәрби частәрҙә  хеҙмәт итә. Ҡаласыҡта күберәге ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ғына.  

Ыҡсым ҡаласыҡ үҙе бер  бәләкәй генә  айырым дәүләт кеүек. Махсус рөхсәтһеҙ бында    бер кемде лә керетмәйҙәр ҙә, сығармайҙар ҙа.  Бында йәшәр өсөн  бөтә  уңайлы шарттар ҙа  тыуҙырылған. Берҙән-бер сәнәғәт тауарҙары магазинында заманына күрә иң модалы  кейем-һалымдың ниндәйе генә юҡ! Хатта тотош союзда “дефицит”  тип иҫәпләнгән, сит илдәрҙә генә сығарылғандары ла һатыла.  Ундайҙарҙы бүтән ҡала-ауылдарҙа көндөҙ шәм яҡтырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың!    Китап магазины ифрат бай. Ике аҙыҡ-түлек  кибетенең  дә кәштәләре   туп-тулы:  йәнең нимә теләй – бөтә бар.   Коммунизмды көтөп ала алһаҡ,  ул тап шундай булыр, моғайын.

“Нисек тә  йәһәтерәк эш табырға ине”, - тип уйланы Зөһрә, йоҡонан уянғас та.  Өс йәшлек ҡыҙы Айгөлдө балалар баҡсаһына илтте лә (уныһын да Фәрите алдан хәстәрләп ҡуйған бит әле!), төрлө ойошмаларҙы урап сығырға булды.

Ойошмалар тигәс тә, улар бында әллә ни күп түгел. Бер балалар баҡсаһы, бер мәктәп, бер дауахана, бер  нисә сауҙа нөктәһе, торлаҡ-эксплуатация хужалығы бар.  Шуларҙың бөтәһен дә   урап сыҡты  Зөһрә. Һәр ерҙә:  “Буш урын юҡ, хатта иҙән йыйыусы итеп тә ала алмайбыҙ, штатыбыҙ тулы” тигән яуап ҡына ишетте. Бер ни тиклем кәйефе ҡырылды-ҡырылыуын, әммә ул  күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә  теләмәне. “Йән биргәнгә йүн биргән,  берәй сараһы табылыр әле”, тип үҙен тынысландырҙы ла,  ҡайтыу   яғына  атланы.  Юл ыңғайы аҙыҡ-түлек кибетенә һуғылып, икмәк-һөт алып сығырға булды.  Кибеткә яҡынлашҡас та, уның ишегенә яңы  эленгән иғланға иғтибар итте.  “Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары араһында  эш ойоштороу  буйынса инструктор  талап ителә”, тиелгәйне унда.  

“Уныһы   ниндәйерәк  эш  була икән?” тигән ҡыҙыҡһыныу уянды Зөһрәлә. Ниндәй булһа ла, барып белешеп ҡарарға кәрәк.  Кибеткә кереп тә тормайынса, Зөһрә, иғланда күрһәтелгәнсә, Совет Армияһының мәҙәниәт йортона йүнәлде. Бында уны  төҫ-башы мосолманға тартым алсаҡ ҡатын ҡаршы алды:

–Мин вахтермын, - тине ул үтә лә  яғымлы итеп. – Татарҡыҙымын.  Исемем Мөнирә, тик бәләкәстән гел урыҫтар араһында йәшәгәс,  мине бөтәһе лә Марина тип йөрөтәләр.

Зөһрәнең ниндәй йомош менән килгәнен белешкәс:

–Бигерәк яуаплы эш, Һеҙҙе алмаҫтар инде ул, үтә йәшһегеҙ  бит, быға тиклем ул вазифаны  Һеҙҙән байтаҡҡа  өлкәнерәк бер апай  биләгәйне,  - тип  бер тынала  теҙеп һалды.

Зөһрә башта бер ни тиклем ҡаушабыраҡ ҡалды.  Шулай ҙа Мөнирә-Маринаға:     – Былай ҙа бер ниндәй эштән дә ҡурҡҡан юҡ инде ул, - тине.

Вахтер  “киң күңеллелек” күрһәтергә ҡарар итте буғай:

– Оҙаҡламай   етәксе килеп етәсәк, көтөп ултырып тороғоҙ, - тине ул.

Бер нисә минуттан мәҙәниәт йортона урта йәштәрҙәге мөләйем йөҙлө, мыҡты кәүҙәле майор килеп керҙе. Мөнирә-Марина уға Зөһрәнең ниндәй йомош менән йөрөүен әйтте.

–Бик хуп, әйҙәгеҙ, танышып, әңгәмәләшеп алайыҡ әле, - тип

Зөһрәне үҙенең кабинетына саҡырҙы майор.

–Мин Михаил Петрович булам,   фамилиям Рязанцев, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең   ғаилә ағзалары араһында  эш ойоштороу  буйынса инструктор  миңә генә түгел, тағы  замполитҡа -  дивизия командирының сәйәсәт буйынса урынбаҫарына буйһона, - тип һүҙ башланы ул. -  Вазифа үтә  лә ҡатмарлы һәм яуаплы -  гарнизондағы бөтә частәрҙең дә, ә улар барлығы  егерме дүрт, ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эшмәкәрлеген ойоштороу, мәҙәниәт йортонда  өлкәндәр өсөн - төрлө курстар, ә бала-саға  өсөн -  түңәрәктәр  асыу һәм уларҙың эшен яйға һалыу, һәр байрам алдынан тематик кисәләрҙең  сценарийҙарын яҙыу һәм уларҙы уҙғарыу кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ  мәшәҡәттәр инструктор иңенә йөкмәтелә. Өҫтәүенә,  ул  офицер һәм прапорщик ҡатындарының хәл-әхеүәлдәре хаҡында  ла хәбәрҙәр булырға тейеш. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ил алдындағы бурыстарын теүәл үтәһен  өсөн иң тәүҙә уларға күңел тыныслығы кәрәк бит, ә был  ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәткә бәйле. Шуны төшөнөп етмәгән ҡайһы бер гүзәл заттар  менән бәйләнеш булдырып, улар араһында  аңлатыу эше алып барыу ҙа инструкторҙың бурысы.

Майор Рязанцев иғтибарлы итеп Зөһрәнең документтарын – паспортын, дипломдарын, тәржемәи хәлен һәм, бәлки кәрәге тейер тип,  элекке эш урынынан  алған характеристикаһын ҡарап сыҡты, сәркәтибенән уларҙың күсермәһен эшләтеп алды.  Тын да алмайынса тип әйтерлек етәксенең яуабын    көтөп ултырған  ҡатынға:

–Һеҙҙе эшкә алыу-алмауҙы дивизия штабында хәл итәсәктәр, - тине.  –  Кәм тигәндә аҙна-ун көн самаһы ваҡыт үтеп китер. Яуапты хәбәр итербеҙ. Шулай ҙа башҡа урын да эҙләштерегеҙ – йәшерәкһегеҙ, өҫтәүенә, әлегәсә был вазифаға башлыса  партия ағзаларын  ғына ала торғайнылар...

“Ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эшмәкәрлеге менән танышмын,  ирем элек хеҙмәт иткән гарнизонда үҙем дә совет ағзаһы итеп һайланғаным булды, әҙме-күпме  тәжрибәм бар, - тип уйланы Зөһрә, етәксе бүлмәһенән сығып киткәс. -   Фәрит менән йәшәй башлағандың тәүге йылында эшһеҙ ҡаңғырылғайны, шунда, айына бишәр һум аҡса түләп,  “Машинопись  и  делопроизводство”, “Кейем киҫеү һәм тегеү” курстарына  йөрөргә тура килгәйне, уларҙың эшмәкәрлеге менән дә танышмын. Төрлө сараларға сценарийҙар яҙыу ҙа әллә ни ҡатмарлы булмаҫ –  мәктәптә иншаларҙы гел “бишле”гә яҙҙым. Төрлө саралар ойоштороу  ҙа өркөтмәй   -   мәктәптә лә,  университетта ла йәмәғәт тормошонда әүҙем генә  ҡатнашылды.  Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хәләл ефеттәре менән уртаҡ тел табыу ҙа   ауырлыҡ тыуҙырмаҫтыр...”

  • Һинең ҡулыңдан килер был эш, ә партияға кереү – хәл ителә торған мәсьәлә, - тине Фәрит кисен,  ҡатынының яңылыҡтарын тыңлап бөткәс тә.

Үҙенән ун йәшкә өлкәнерәк булғанғамы, Фәрит ҡатынын яратып,   ҡәҙерләп кенә тора.  Өйҙә саҡтарында  йорт эштәрендә лә булыша, ҡыҙсыҡтарын  да ихлас тәрбиәләшә.   Ҡатынының бер башланғысына ла ҡаршы килгәне юҡ. Сәбәбен табып, уңайы сыҡҡан һайын маҡтап, дәртләндереп кенә тора.  Йыл һайын отпуск мәлдәрендә  бергәләшеп тыуған ауылдарына ҡайтып йөрөйҙәр,  союздаш республикаларға сәйәхәт ҡылалар.  Украинала, Грузияла,  Әзербайжанда, Эстонияла, Ҡырғыҙстанда булғандары, Ҡара диңгеҙ  буйында ял иткәндәре бар. Ҡайҙа  ғына  сәфәр ҡылһалар ҙа, кире  Мәскәү аша ҡайталар. Баш ҡалала туҡтап,  йәш ҡатынға  сифатлы һәм зауыҡлы кейем-һалым юллап,  мотлаҡ  үҙәк универмагҡа һуғылалар.  Фәрит  йылына бер нисә тапҡыр йөрөгән оҙайлы командировкаларынан  да бер тапҡыр ҙа буш ҡул менән ҡайтҡаны юҡ –  Зөһрәһенә гел  ниндәй ҙә булһа   бүләк алып ҡайта. Уларҙың  шулай матур, татыу йәшәүенә  ҡарап әйләнә-тирәләге   барса кеше һоҡлана.

Иртәгеһен Зөһрә ирен  - хеҙмәтенә, ҡыҙын - балалар баҡсаһына оҙатты ла, яратҡан шөғөлөнә – бәйләменә тотондо. Ҡапыл ишек ҡыңғырауы яңғыраны. Был ҡаласыҡта  әлегә таныш-белештәре юҡ, кем икән?  Баҡтиһәң,  командирҙарҙың йомоштарын үтәп йөрөүсе “посыльный” һалдат икән.

–Майор Рязанцев Һеҙҙең тиҙ арала мәҙәниәт йортона килеп етеүегеҙҙе үтенде, - тине лә, боролоп сығып та китте.

Өҫ кейемен генә алмаштырҙы ла, Зөһрә лә уның артынан атланы.

–“Юғарыла” Һеҙҙе инструктор итеп алырға  рөхсәт иттеләр, хәҙер үк эшкә тотонһағыҙ бик яҡшы булыр ине, -  тип һүҙ башланы был юлы Михаил Петрович. –   Замполит,  Һеҙ элек йәшәгән гарнизон етәкселеге  менән бәйләнешкә  сығып, ғаиләгеҙ хаҡында  ныҡлап белешкән. Бөгөндән КПСС ағзалығына кандидат булырға теләүегеҙ хаҡында ғариза яҙығыҙ, рекомендацияларҙы  элекке етәкселәрегеҙ ебәрәсәк. Ярты сәғәттән быға тиклем   инструктор булып эшләгән ханым киләсәк , Һеҙгә кәрәкле документтарҙы тапшырасаҡ.

Артабан мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөһрәне оҙон  коридорҙың икенсе осондағы  эш бүлмәһенә оҙатты.  Ҙур ғына бүлмәлә төрлө папкалар теҙелгән  бер нисә шкаф тора,   “Т” хәрефен хәтерләтеп, өҫтәлдәр  ҙә ҡуйылған. Түрҙәгеһендә төрлө төҫтәге өс телефон.

–Ҡараһы – дивизия штабы менән туранан-тура аралашыу өсөн, һороһо – мәҙәниәт  һарайындағы  эске бәйләнеште тәъмин итә,   ә зәңгәрһыуы – ҡаласыҡтың элемтә бүлексәһенә ҡарай, йәғни  унан  төрлө ойошмаларға  һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең йорттарына  шылтыратып була,  -  тип аңлатты  майор Зөһрәгә, сығып китер алдынан. 

Бер нисә минуттан   ишектә  ҡырҡ биш  йәштәр самаһындағы   йоморо  кәүҙәле,  итләс битле бер ханым күренде.

  • Мин – Галина Ивановна Сорокина булам, - тине ул Зөһрәгә Һынаулы ҡараш ташлап.  –   Бында ун йыл эшләнем. Яңыраҡ ирем полковник званиеһы алды,   беҙҙе Мәскәүгә генеральный штабҡа  күсерәләр. Ә Һеҙ, тимәк, яңы инструктор булаһығыҙ инде?

Шунан ярайһы уҡ тупаҫ итеп:

–“Нацмен”дан башҡа кеше тапманылармы икән? – тип әйтеп ҡуйҙы.

Зөһрә  һис  ҡаушап ҡалманы:

  • Хәҙерге Рәсәй биләмәләренең яртыһында тип әйтерлек, шул иҫәптән был гарнизон урынлашҡан ерҙә лә, ҡасандыр башҡорттар көн иткәнлеге хаҡында белмәйһегеҙме ни?  - тип  “йыуанбикәнең”    һорауына  үҙе лә  һорау  менән яуап ҡайтарҙы. – Ғөмүмән, Советтар Союзында бөтә милләттәр ҙә тигеҙ хоҡуҡлы булыуы Һеҙгә – күп йылдар партия ағзаһы булып торған белемле, тәжрибәле  һәм мәҙәниәтле ҡатынға, билдәле  түгелме һуң?

Галина Ивановна бындай  яуапты көтмәгәйне булһа кәрәк:

  • Мин Һеҙҙе үпкәләтергә теләмәгәйнем, ғәфү итегеҙ, - тип әйткән булды.

Тәүге аралашыуҙары шулай йәмһеҙерәк килеп сыҡһа ла,ошо уҡ кистә үткәрелгән   дивизияның ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре йыйылышында  элекке инструктор  залдағыларҙы яңыһы менән таныштырып,  бөтөнләй башҡаса “һайраны”:

  • Бөгөндән алып Зөһрә Фазыл ҡыҙы Кәримова менән эшләйәсәкһегеҙ, - тине ул бәрхәттәй йомшаҡ тауыш менән. – Арағыҙҙа иң йәше ул, егерме етелә генә,  әммә  булдыҡлы һәм компетентлы күренә, уның  дөйөм эшебеҙҙе лайыҡлы дауам итәсәгендә тамсы ла шигем юҡ...

Был кистә Зөһрәне  тағы бер һәйбәт ваҡиға көткән икән.   Ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәренең  йыйылышы  тамамланғас та, уның янына  зәңгәр күҙҙәре осҡонланып торған, ерән сәсе ҡупшы итеп киҫелгән, килешле кейемдәге  ифрат сибәр бер йәш ҡатын килеп керҙе. Урыҫсалап:

  • Һеҙҙе башҡорт ҡатыны тиҙәр, шул ысынмы? – тип һораны.

Ыңғай яуап ишеткәс, саф башҡорт телендә:

–Мин дә башҡортмон, Башҡортостандың Стәрлебаш  районынан, исемем Гөлйөҙөм, бында Гуля тип кенә йөрөтәләр, - тип һөйләп бирҙе. –  Осоусылар отрядынан өлкән лейтенант  Рәхим Латыповтың ҡатынымын.  Наҙгөл  исемле дүрт йәшлек ҡыҙыбыҙ үҫә.  Мәҙәниәт йортоноң бухгалтерияһында кассир булып эшләйем.

–Бик шатмын, тик, ҡаршы килмәһәгеҙ, мин Һеҙгә ысын исемегеҙ менән өндәшермен  инде, - тине Зөһрә. – Атай-әсәйҙәр ҡушҡан матур-матур исемдәрҙе,  мәғәнәһен юғалтып, ҡыҫҡартыуға, “урыҫсалаштырыу”ға  ҡәтғи ҡаршымын.

Шулай ҙа, яҡташы менән танышыуына ныҡ һөйөндө Зөһрә.

Ҡанатланып,  ең һыҙғанып эшкә тотондо. Уға бигерәк тә вазифаһының төрлө йүнәлешле булыуы оҡшаны.  Ваҡытты бушҡа уҙғарыуҙы  йәне һөймәгәнлектән, үҙенсә  “расписание” ла төҙөп алды:  иртәнсәк “ҡағыҙ”  эше –  пландар төҙөү, отчеттар әҙерләү, сценарийҙар яҙыу  менән булышыр, артабан курстар һәм  түңәрәктәр хаҡында хәстәрлек күрер, кискә табан  алмаш-тилмәш төрлө  частәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар советтарының рәйестәре, курстар етәкселәре, офицер ҡатындары  менән осрашыр. Шулай итте лә. Гел кеше араһында. Һәр көн яңы тәьҫораттар.  Яңы таныштары  ла күбәйҙе.  Ихлас күңелле  Гөлйөҙөм менән  әхирәттәргә әүерелделәр. Ғаиләләре менән яҡынлаштылар, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөштөләр.  Сит яҡта туған телдә һөйләшеп, йырлашып алыу үҙе бер ғүмер бит ул! Ҡайһы бер офицер ҡатындары менән дә  дуҫлашып алдылар.  Ставрополь ҡалаһында тыуып үҫкән  инглиз теле өйрәнеү курсы етәксеһе Наталья Петровна Степанова һәм Карелияның баш ҡалаһы  Петрозаводск  ҡалаһынан килгән  кейем киҫеү һәм тегеү курсы етәксеһе Нина Михайловна Ивлева Зөһрәгә төрлө сараларҙы ойоштороуҙа  алмаштырғыһыҙ ярҙамсылар булып  киттеләр. Улар ғынамы – буш ваҡыттарында Фәрите лә мәҙәниәт йортона килеп етер  һәм кәрәк саҡта ярҙамлашыр  булды.  Офицер балалары өсөн үткәрелгән яңы йыл кисәһендә Ҡыш бабай эҙләргә тура килмәне – был ролде  Зөһрәнең ире үҙе  бик оҫта башҡарҙы.

Сетерекле хәлдәр ҙа килеп тыуғылап торҙо.   Бер көн  бишенсе полктың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе  Татьяна Егоровна Никитина өс балалы Василий Иванович менән Нина Николаевнаның  айырылышырға  йыйынғандарын хәбәр итте. Бергәләшеп ошо ғаиләгә барҙылар. Ғаилә башлығы   прапорщик  Иванов   нарядта ине.  Ҡыҙҙары Аня менән Таня  мәктәптә, улдары Ваня  балалар баҡсаһында.

–Ирем өйҙә һирәк була, - тип зарланды хужабикә. – Балалар атайҙарын  онотоп баралар.

–Ирҙәребеҙ – ил һаҡлаусылар, ә өйҙә генә ултырып ил һаҡлап булмай ҙа инде, - тип тынысландырҙы ярһыған ҡатынды Зөһрә.

–Беҙ - хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатындары, айырыуса сыҙамлы булырға бурыслыбыҙ, - тип уға ҡушылды Татьяна Егоровна. –  Ирҙәребеҙҙең  йә дежурствола, йә нарядта, йә учениела, йә командировкала булыуы тәбиғи хәл бит инде.  Минең ирем – подполковник, дүртенсе полк командирының урынбаҫары, беҙҙең ике балабыҙ бар,     ҡыҙыбыҙ Ольгаға – ун өс,  улыбыҙ Олегҡа -   туғыҙ йәш. Иремде тәүлектәр  генә түгел, аҙналар буйы күрмәгән саҡтарыбыҙ була... Айырыуса Мәскәүҙә, Ленинградта һәм башҡа   ҙур-ҙур ҡалаларҙа тыуып үҫкән йәш ҡатындар күп иғтибар талап итә.  Уларға бәләкәй генә ябыҡ ҡаласыҡҡа күнегеүе  ифрат ауыр.

Үҙегеҙ һайлаған яҙмыш бит - түҙемле булығыҙ инде, таҙа фатирҙа, тәмле аштар бешереп, ирҙәрегеҙҙе йылмайып ҡаршы алырға өйрәнегеҙ,  - ти  уларға Зөһрә. –  Әле улар – саҡ хәрби училище тамамлаған лейтенанттар,   һеҙҙең ярҙамығыҙ менән тырышып хеҙмәт итһәләр, яңы званиелар алырҙар, бер нисә йылдан һуң  уларҙы ҙурыраҡ ҡалаларға ла  күсерерҙәр.

Лейтенант ҡатындары менән эшләү сабыр булыу зарурлығы хаҡындағы  әңгәмәләргә генә ҡайтып ҡалмай – Зөһрә уларҙың бәғзеләрен һөнәрҙәрен арттырырға, йәғни  мәҙәниәт йортондағы  курстарға йөрөргә өгөтләй,   ҡайһы берәүҙәренә  эш  тә эҙләшә.

Йыйылыш артынан йыйылыш, сара артынан сара, осрашыу артынан осрашыу  – ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә! Етәкселек Зөһрәнең эшенән ҡәнәғәт:  байрам һайын - почет грамоталары, квартал һайын  - премиялар менән дәртләндереп кенә тора.  Тәүҙә -  кандидат, һуңыраҡ – ағза итеп, партияға ла алдылар.

Офицер ғаиләләре араһында эш ойоштороу буйынса  инструктор  вазифаһына тотоноуына ике йыл тигәндә командование Зөһрәне  Мәскәүгә,  Совет Армияһының ҡатын-ҡыҙҙар советтары  рәйестәренең конференцияһына ебәрҙе. Был оло кәңәшмәлә Зөһрәне трибунаға уҡ ултыртып ҡуйҙылар!    Үҙенең беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт, Советтар Союзы Геройы Валентина Терешкованан өс кеше аша ғына ултырыуын мәңге онотмаҫ!

Конференцияла алдынғы тип танылған  ҡатын-ҡыҙҙар советтары  рәйестәре бер-бер артлы үҙҙәренең эш  тәжрибәһен һөйләне. Уларҙың сығыштарын, бик иғтибарлы тыңлап,   блокнотына киләсәктә кәрәге тейерҙәй фекерҙәрҙе теркәп барҙы Зөһрә. Уй-тойғоларына бирелеп,  оло кәңәшмәнең тантаналы өлөшө башланғанын   аңғармайыраҡ ҡалды.   Шуға ла  командующийҙың үҙ исем-шәрифен атауынан хатта  һиҫкәнеп китте:

–Йыл һөҙөмтәләре  буйынса  эшмәкәрлеге  иң өлгөлө тип танылған    ҡатын- ҡыҙҙар советы    рәйесе Зөһрә Фазыл ҡыҙы Кәримоваға  маҡтау грамотаһы һәм  ҡимммәтле бүләк тапшырыла, - тип иғлан итте генерал-майор.

Уның ҡулынан грамота менән ыҡсым ғына ҡумта алғанында бик тулҡынланды Зөһрә.   Грамоталары күп уның, ә бындайы әлегә берәү генә! Ҡумта эсендә иһә  матур ғына гәлсәр ваза булып сыҡты. Ошо сара хаҡында иҫтәлек итеп, ҡәҙерләп һаҡлар уны Зөһрә!

Мәскәүҙән ҡайтҡас,   тағы ла дәртләнеберәк, эшкә тотондо ул. Тик   үҙенең  әйләнә-тирәһендә әлегә үҙенә аңлашылып етмәгән  ниндәйҙер үҙгәреш тойомланы. Был үҙгәрештең  илдә башланған “үҙгәртеп ҡороу”ға бәйләнеше юҡ, әлбиттә.  Эш нимәлә һуң?  Тора-бара ул мәҙәниәт йортонда ҡайһы бер ҡатындарҙың үҙенә ҡарата мөнәсәбәте башҡарғанын да аңғарҙы. Үҙ-ара нимә хаҡындалыр ҡыҙып-ҡыҙып әңгәмәләшәләр ҙә, инструктор яҡынлашһа, уңайһыҙланғандай, шымып ҡалалар.  Наталья Петровна менән Нина Михайловна ла Зөһрәнән ситләшкәндәй – элекке кеүек, көн һайын  уның бүлмәһенә кермәйҙәр. Кергәндәрендә лә  оҙаҡ тормайҙар -  йомоштарын йомошлайҙар ҙа, тиҙ генә  сығып та китәләр.

Сәйер  хәлгә Гөлйөҙөм асыҡлыҡ индерҙе. Бер көн эш тамамланыуға ярты сәғәт самаһы ҡалғас, Зөһрәнең кабинетына  атлығып килеп керҙе ул. 

–Һин дивизияла хеҙмәт иткән  бөтә офицер ғаиләләренең дәименлеге өсөн тырышаһың , ә үҙ  ғаиләңдең тарҡалыу ихтималлығы   хаҡында уйлағаның бармы? -  тине лә, үкһеп илап та  ебәрҙе. – Һин миңә бер туған апайым кеүекһең, бүтән өндәшмәй түҙә алмайым, ғәфү ит мине, зинһар...

Бер ни ҙә аңламаған Зөһрә әхирәтенә  аптырап ҡарап ултыра бирҙе.

–Һинең үҙеңдең ирең ҡайҙа һуң? - тип ярһыны Гөлйөҙөм. – Ҡайҙа Фәритең? Ҡайҙа?..

–Бер аҙналыҡ командировкаға киткәйне, - тип тыныс ҡына яуап бирҙе уға Зөһрә. – Бөгөн ҡайтып етергә  тейеш.

–Ҡаласыҡтың йә бер урамына, йә икенсеһенә еңел холоҡло ҡатындарға, ә улар, сер түгел – етерлек,  “командировкаға” йөрөй  башлаған Фәритең! – Һинән башҡа, быны белмәгән кеше ҡалмағандыр! – тип “сәпәне” яҡташы...

Булмаҫ, уның уңыштарына үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ шатлана бит Фәрите! Элеккесә, иғтибарлы, итәғәтле, хәстәрлекле. Дөрөҫ, һуңғы ярты йылда дежурстволары һәм командировкалары йышайҙы. Был, моғайын, ил башлығының яңы сәйәсәтенә бәйлелер.  Күрәләтә ҡатынына хыянат итеп, әҙәм көлдөрөп йөрөмәҫтер  бит инде...

Шулай уйланды  Зөһрә,  көтөлмәгән күңелһеҙ хәбәрҙе ишеткәс.  Балалар баҡсаһынан ҡыҙын барып алды ла, уны  күршеһенә ҡалдырып тороп, ире хеҙмәт иткән частең штабына йүнәлде.

–Виктор Владимирович, ниңә  Фәритте шулай бик  йышкомандировкаға ебәрәһегеҙ ул?  - тип  һораны ул часть командирынан.

–Капитан Кәримовтың һуңғы ике айҙа гарнизондан ситкә

сыҡҡаны юҡ тип әйтерлек, - тип яуапланы   полковник Лазарев.  -Һеҙҙең вазифағыҙҙың ни тиклем ҡатмарлы икәнлеген  һәм  бәләкәй ҡыҙығыҙ барлығын  күҙ уңында тотоп, беҙ  уны хәҙер хатта дежурствоға ла мөмкин тиклем һирәгерәк ҡуйырға тырышабыҙ . Көн дә иртәнсәк  казармаға килә, кис ҡайтып китә.  Әле лә шунда ул. Саҡыртайыммы?

–Юҡ, кәрәкмәй, - тине Зөһрә. – Борсолмағыҙ.

Командирҙы бимазалап йөрөгәненә уңайһыҙланып, ҡайтырға сыҡты. Ҡыҙы менән икәүләп, кис буйы  Фәритте көттөләр.  “Һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ,  дүрт аяҡлы ат та абына тиҙәр, әҙәм балаһы хаталанмай булмаҫ,  бөтәһе лә яйға һалыныр”, тип өмөтләнде Зөһрә.   Ире ҡайтманы.  Йоҡларға ятыр алдынан телефон шылтыраны.

–Командировкамды тағы ике көнгә оҙайттылар, - тине Фәрит, - Көтөгөҙ мине. Мин һеҙҙең икегеҙҙе лә  шул тиклем ныҡ һағындым!

Ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ҡапыл ябырылған бәләнән ҡаушап ҡалды. Ғәрлегенән күңеле әрнене.  Үҙ-үҙенә йәне көйҙө: бүтән ғаиләләрҙең именлеген ҡурсалап йөрөп, үҙенекен юғалтты бит!  Иң яҡын кешеһенең хыянатын,  ике йөҙлөлөгөн,  үҙен шулай алдап йәшәүен ҡабул итә алманы.  Йоҡоһоҙ төндән һуң ҡәтғи ҡарарға килде.  Таң атҡас та, кейенеп, мәҙәниәт йортона йүгерҙе. Унда Мөнирә-Маринанан башҡа бер кем дә юҡ ине әле. Үҙ теләге менән эштән китеүе тураһында ғариза яҙҙы ла,  вахтерға ҡалдырҙы.  Ашыҡ-бошоҡ ҡына  үҙенең һәм ҡыҙының иң кәрәкле кейем-һалымын, сабыйының яратҡан ҡурсағын ғына   сумаҙанға  тыҡты ла, бәләкәсен етәкләп,  тимер юл вокзалына йүнәлде.  “Ура! Ҡарттай менән ҡәртнәйгә барабыҙ!” тип  шатланды ҡыҙы ...

 Инәһе менән атаһы ҡыҙҙары менән ейәнсәренең, телеграмма ла “һуғып” томайынса,  ҡапыл килеп  етеүҙәренә  бик ныҡ ҡыуандылар, әлбиттә.  Сәй эскәндә атаһы:

–Быға тиклем гел бергә йөрөй торғайнығыҙ, кейәү ҡайҙа, ниңә  ул да ҡайтманы? – тип ҡыҙыҡһынды.

- Мин эштән киттем, - тип яуап бирҙе Зөһрә. – Ваҡытым күп хәҙер. Үҙегеҙҙе лә бик  һағынғайныҡ. 

Шулай ҙа, ҡыҙын көндөҙгө йоҡоға һалғас,  инәһе менән атаһына  дөрөҫөн  һөйләп бирергә булды.

–Фәриттең ҡылығына  ныҡ ғәрләндем, - тине ул. – Йәшәгән ҡаласығыбыҙ бәләкәй генә бит, барса кеше әллә ҡасандан  белгән уның мине алдап йөрөүен...

–Үҙе менән һөйләшеп тә торманыңмы? – тип һорап ҡуйҙы инәһе.

–Һөйләшеү түгел, күргем дә килмәне, - тип яуапланы Зөһрә.

Иртәгеһен көн кискә ауышҡас ауылға Фәрит килеп етте.

М

“Торғонлоҡ” тип баһаланған осорҙан һуңғы үҙгәрештәр башланғас, армияны ташларға ҡарар итте  Фәрит.  Ҡырҡ йәше тулғас, хаҡлы ялға сыҡты.  Өфөгә ҡайттылар.  Һупайлы биҫтәһендә өс бүлмәле фатир алдылар. 

Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Зөһрә ҡаты ауырып китте.

Оҙаҡ ҡына  дауаханала ятты.  Ҡыш уртаһында килеп кергәйне,  ҡар иреп бөтөп, әйләнә-тирә йәшеллеккә күмелә башлаған миҙгелгә  тиклем урам төҫөн күрмәне. Һуңғы көндәрҙә, үҙен йәһәтерәк сығарыуын үтенеп,  дауалаусы табибын ялҡытып бөттө.

Тамам төҙәлмәйенсә, теләгеңде үтәп булмай инде, ҡәрендәш, -

тип кенә яуаплар булды уға  иртәнге “обход” һайын урта йәштәрҙәге мөләйем ханым. – Беҙгә  иртәрәк мөрәжәғәт итергә кәрәк ине, шул саҡта һине  тиҙерәк һауыҡтырыр ҙа  инек.

Шулай кәрәк булғандыр ҙа инде, тик Зөһрәнең ундай мөмкинлеге юҡ ине.  Кесе йома,  туҡталышта   оҙаҡ ҡына автобус көтөп тороп, аяҡтары ныҡ  өшөгәйне.  Йома көнө хәле бөтөнләй насарая башланы. “Аяҡтан кергән ауырыу бөтөн тәнде алыр” тигәндәй, тын алыуы ҡыйынлашты,   температураһы күтерелде. Поликлиникаға барыр ине, алты йәшлек  ҡыҙын ҡалдырырға кеше юҡ. Ире  шаршамбы иртәнсәк үк:

–Бер аҙ “таксовать” итеп йөрөп әйләнәйем әле, - тип алһыу таң

төҫөндәге “Москвич”ына ултырып сығып киткәйне.

Шунан бирле юҡ та юҡ. Ниңә шулай оҙаҡланы икән? Әллә авария-фәләнгә тарығанмы? Хоҙай күрһәтмәһен! Иҫән-һау ғына булһын инде! Бигерәк хәстәрлекле уның  Фәрите. Ҡатыны, ҡыҙы тип өҙөлөп кенә тора.   Яңы торлаҡтарын йыһазландырыу өсөн аҡса табырға тырышып йөрөп ятыуы инде. Тик һаман ҡайҙа   икән һуң ул?  Аяғында саҡ баҫып торһа ла,  Зөһрә яйлап ҡына  эргәләге милиция бүлексәһенә барып әйләнде. Ундағы дежурный:

–Беҙҙең “сводка”быҙҙа һеҙҙең машинағыҙ күренмәй, тимәк ирегеҙ иҫән-һау, ҡайтыр, көтөгөҙ, - тигәс, күңеле тыныслана бирҙе.

Тағы өшөп ҡайтты ул. Ҡыҙына:

–Эргәмдә генә мультфильм  ҡарап ултыр әле, ҡыҙым,  йә һүрәт төшөр, мин  әҙ генә ятып торайым, -  тине лә, диванға һуҙылды.

Күҙҙәре йомолоп ҡына бара. “Йоҡо менән сир сыға” тиҙәр, серем итеп алһа, бәлки, арыуланыр. Ҡараңғы төшкәс кенә уянды. Өшөй. Ҡалтырана.  Гөлназы, ҡурсағын ҡосаҡлап, иларҙай булып:

–Инәйем ауырый, атайым өйҙә юҡ, ә мин бик асыҡтым, - тип  үҙ

алдына һөйләнеп ултыра.

Сабыйын йәлләп, йөрәге ярылыр сиккә етте Зөһрәнең. Яйлап ҡына тороп, ҡыҙына ашарға әҙерләргә тотонғайны, ниһайәт,  ире ҡайтып керҙе.

–Беләм, юғалттығыҙ инде мине, - тип һөйләй башланы, өҫ

кейемен һала-һала. – Берәүҙәр Шишмәгә алып барыуымды һорағайнылар, юл уртаһында машина боҙолдо ла ҡуйҙы.  Яҡын-тирәлә  автосервис юҡ, шуны эҙләп мәж килдем.  Яңы биҫтәгә телефон  үткәрелмәгәс, һеҙгә лә  бер нисек тә хәбәр итә алманым.

Шунда ғына ҡатынының хәлен абайланы Фәрит. Өтәләнеп, “ашығыс ярҙам” саҡырҙы. Артабанғы хәл-ваҡиғаларҙы урыҡ-һурыҡ ҡына хәтерләй Зөһрә.  Бына ул “сирена”һын геүләтеп елгән машинала ултыра.  Операция өҫтәленә килтереп һалғас,   уны аҡ халатлы, аҡ ҡалпаҡлы, аҡ битлекле кешеләр уратып алғанын аңғара. Бик етди фекер алышҡандарын ишетә. Араларынан кемелер:

–Был ханым элек бер нисә операция кисергән, тағы берәүһен яһай алмайбыҙ, - тигән һығымта яһай.

–Пункция ысулы менән дауаларға тура килә инде, - тип тәҡдим итә икенсеһе.

Совет дәүерендә һәр кемдең ғүмере ҡәҙерле! Табиптар Зөһрәне һауыҡтырыу өсөн нимә генә эшләмәне!  Өс аҙна буйы көн аша пункция яһанылар,төрлө   системалар ҡуйҙылар,  тәүлек әйләнәһенә  әллә күпмешәр укол ҡаҙанылар.  Үҙен яҡшыраҡ тоя башлағас, физкабинетта төрлө процедуралар яһанылар.  Үҙҙәрендә булмаған дарыу-фәләнде әллә ҡайҙарҙан юллап алып килделәр. Тырышлыҡтары бушҡа булманы – ике айҙан һуң Зөһрә  күҙгә күренеп арыуланып китте. Гөлназын машинаһына ултыртып, ире килгеләп йөрөнө. Тәҙрә аша ғына булһа ла, ҡыҙғынаһын күреп  ҡалыуына һөйөнә  ине ул. Бөгөн, ниһайәт, уны өйгә ҡайтарасаҡтар!  Кисә шул хаҡта әйткәс, ире:

–Үҙем килеп алырмын, - тигәйне.

Шуға тәүҙә  Зөһрә уны көтөңкөрәп торҙо. Обход бүтән көндәрҙәгегә ҡарағанда бер сәғәткә алдараҡ булды шул.   Дауахананан  тамам ялҡып бөткән, ҡыҙын ҡосағына алырға хыялланып тәҡәте ҡороған  ҡатындың йөрәге күкрәгенән сығып барғандай. Минуты сәғәттәй тойола уға!  Ахырыһы,  түҙмәне – кейенде лә, урамға сығып,  такси  туҡтатты. Әлдә кеҫәһендә әҙме-күпме аҡсаһы бар!  Шоферға ул әйткән сумманы -  өс һум һуҙҙы. Егерме минуттан йорто эргәһендә  баҫып тора ине инде Зөһрә.  Нишләптер “Москвич” күренмәй. Әллә аймылыш булдылармы икән? Ҡабалан ғына бәләкәй сумкаһынан асҡысын алды ла, лифт та саҡырып тормайынса, йүгерә-атлай өсөнсө ҡатҡа күтәрелде. Ишекте асып керһә, ни ғәләмәт – уларҙың йоҡо бүлмәһенән ялбыр сәсе  аҡҡа буялған, бик сағыу итеп биҙәнгән  бер ҡатын сығып килә. Өҫтөндә Зөһрәнең былтыр Мәскәүҙән алып ҡайтҡан  затлы зәңгәрһыу  халаты, аяҡтарында уның шундай уҡ төҫтәге ҡиммәтле тапочкалары. Кем икән? Кисә дауаханаға килгәнендә  Фәрите  өйҙә ҡунаҡ барлығы хаҡында бер һүҙ ҙә өндәшмәгәйне бит! Хәйер,  баш ҡалаға килеп урынлашҡас, икеһенең дә райондарҙа көн иткән  зат-зәүере бик  йышлағайны.  Берәүҙәре балаларын төрлө уҡыу йорттарына  уҡырға керетергә алып килә, икенселәре  республика дауаханаһына килгәндәрендә мотлаҡ  уларҙа туҡтала,   командировка-фәләнгә ебәрелгәндәре йә  үҙҙәре ниндәйҙер  шәхси  йомош менән йөрөүселәр ҙә кереп сығалар. Тик был гүзәл зат уның үҙенең туғаны түгел. Моғайын,  Фәриттекелер. Үҙ асҡысы менән ишекте асып кергән Зөһргә, ҡапыл баҙап ҡалғандай, үтә  сәйер итеп баҡты ят ҡатын:

–Һеҙ кем? – тип һорай һалды.

–Мин ошо фатирҙың хужабикәһе, - тине Зөһрә. Ә Һеҙ кем?

–Минең исемем Наташа, - тип,  ишетелер-ишетелмәҫ, шыбырлап тигәндәй  яуапланы таныш булмаған ҡунаҡ,  башын аҫҡа эйеп.

Хәс  тә бурлыҡ өҫтөндә тотолған әҙәм кеүек, кинәт  йөҙө ҡыҙарып китте үҙенең.  Зөһрә шунда ғына хәлдең айышына төшөнә.  Иренең һөйәркәһе бит ят ҡатын!  Башы әйләнеүҙән, “йығылып ҡуймайым” тип, ишек яңағына  һөйәлде ул. Гүйә ап-аяҙ, зәп-зәңгәр күкте ҡап-ҡара һөрөм  ҡапланымы ни! Шулай ҙа, үҙен ҡулға алып:

–Үҙе ҡайҙа һуң? – тип һорарға көс тапты.

–Машинаһын алырға гаражға киткәйне, - тине Наташа, ҡото осоп ҡына.  – Мине Өфө шоссеһында төшөрөп ҡалдырып, һеҙҙе барып  алырға йыйына ине.

–Ә минең ҡыҙым ҡайҙа?

–“Йәшел урман” биҫтәһендә йәшәгән дуҫтарығыҙҙа ҡалдырған

шикелле.

–Минең килеүемде әйтерһегеҙ, яфаланып дауаханаға барып йөрөмәһен, -   шулай тине  лә, боролоп сығып китте Зөһрә.  Йәне көйөп: -  Минең халатым менән тапочкаларымды  һалып алырға онотмағыҙ, уларҙың бүтән  үҙемә кәрәге теймәҫ! – тип өҫтәне.

Автобус туҡталышына нисек барып еткәнен дә хәтерләмәй. Бер таксист:

–Һеҙҙе ҡайҙа алып барырға? – тип һорағас ҡына иҫенә килде.

Биш тәңкә түләп, ҡыҙсығын юллап китте.  Мейеһен: “Ниңә иремде дауаханала ғына көтмәнем икән? Уның   хыянатын белмәҫ инем”, - тигән уй.  Хәйер,  уның Фәриттең  йөрөмтәлерәк икәнлеген элек тә  һиҙенә ине ул. ...Красноярск эргәһендәге хәрби ҡаласыҡта йәшәгәндәрендә лә, ҡапыл сирләп китеп, дауаханаға эләккәйне Зөһрә.  Гөлназдарына ике генә  йәш  ине. Аҙна-ун көн ятты. Ҡыҙын ныҡ һағынды. Шуға,   хәле яҡшыра башлағас та, рөхсәт булмаһа ла, кейенде лә, ҡайтты ла китте. Ҡыш мәле. Ҡараңғы иртә төшә. Йоҡларға йыйынып  ҡына йөрөйҙәр  ине, ишек ҡыңғырауы шылтыраны.    “Кем шулай һуң йөрөй икән?” тип, барып  ишекте  асты. Ҡараһа, үҙенең   Лиана исемле хеҙмәттәше.

–Кинонан ҡайтып барышлай Фәриттән һинең хәлеңде Белешергә һуғылдым әле, - тине, Зөһрәне күргәс тә. – Ә һин үҙең өйҙә икәнһең!

–Килгәс, кер инде, сәй эсербеҙ, - тип “әйҙүкләне” уны-быны уйламаған   хужабикә.

Ялындырып торманы  Лиана -  шәшке тунын һалып, эскә уҙҙы. Бик килешле өр-яңы  күлдәк кейгән. Ҡайһылай матур итеп биҙәнгән-төҙәнгән!  Театрға йә ҡунаҡҡа йыйынғанмы ни!  Залдағы креслоға  ҡунаҡланы ла:

–Военторгҡа кереп сыҡҡайным, шунан алдым әле, - тип, сумкаһынан коньяк, шоколад  килтереп сығарҙы. – Булмаһа, ауыҙ итәйек.

Ап-аҡ, тип-тигеҙ тештәрен күрһәтеп  йылмая үҙе.

–Фәрит менән ауыҙ итегеҙ, минең ҡыҙыбыҙға йоҡлар алдынан әкиәт уҡыйһым бар, - тип, Зөһрә йоҡо бүлмәһенә йүнәлде.

“Лиана йәшәгән йорт  дауахана эргәһендә генә, хәлемде белергә ниңә шунда ғына кермәне икән?” – тип аптырағайны  ул шул саҡта.  Тағы ике йылдан  йәш ҡатынды  уйландырған тағы бер осраҡ булғайны. Һарытауҙан алыҫ булмаған бер ҡаласыҡта көн итеүҙәре.   Йәй башында,  Фәриткә   отпуск  бирелгәс,тыуған ауылдарына ҡайтҡайнылар. Кире китеү ваҡыты ер еләге бешкән осорға  тура килде.

–Риза булһаң, беҙ бында тағы бер-ике аҙнаға ҡалып торор инек, - тине Зөһрә иренә.  – Гөлназға ер еләге ашатҡым килә. Ҡышҡылыҡҡа вәринйә лә ҡайнатырмын.

Уныһы шундуҡ ризалашты. Зөһрә ҡыҙы менән ауылда  тағы өс аҙна рәхәтләнделәр. Ҡайтып   кергәндәрендә ире өйҙә юҡ ине. “Хеҙмәтендәлер”, - тип уйланы ҡатын.  Сумаҙанын бушатып та өлгөрмәне, кемдер ишек шаҡыны.  Госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләгән  Алина исемле ҡатын икән.  Фәритте эҙләп йөрөй.

–Комиссия үтергә килергә тейеш ине, - ти.

–Һәр офицерҙы өйөнә барып саҡыраһығыҙмы ни? – тип һорап ҡуйҙы Зөһрә, шәфҡәт туташын йәлләгәндәй итеп.  –   Тотош часть хеҙмәткәрҙәре бергә комиссия үтә торғайны  түгелме һуң?

Алина:

–Бүтәндәр үтте комиссияны, капитан Ғәбитов ҡына килмәне, -

тине лә, боролоп сығып та  китте.

Кис, ире ҡайтҡас,  Зөһрә уға Алинаның килеүе хаҡында әйтте.

–Йөрөйҙәр инде шунда баш ҡаңғыртып, - тип кенә ҡуйҙы уныһы.

 -  Үткәнмен мин комиссияны.

Шундай сәйерерәк хәлдәр артабан да булғыланы. Иренә ныҡ ышанғас, Зөһрә уларға артыҡ иғтибар бирмәне. Ә бөгөнгө осрашыу уны тамам сығырынан сығарҙы, ярһытты. Ире, өс балаһы менән  бер бүлмәле генә фатирҙа донъя көткән синыфташы Рәйсә уны:

–Өс көн элек өс сәғәткә генә тип ҡалдырып киткәйне Фәрит ҡыҙығыҙҙы, ниңәлер   килеп алманы ла ҡуйҙы, -  тип ҡаршыланы.

Хәл-әхүәлен һорашырға тотондо. Сәй эсергә өгөтләне.  Әммә Зөһрә ризалашманы. Йылдам ғына ҡыҙын кейендерҙе лә, урамға сыҡты. Инде нимә эшләргә? Артабан нисек йәшәргә? Ҡайҙа барып баш терәргә? Әллә ауылға ҡайтып китергәме?  Унда нисек көн итер? Уйҙарынан башы тубалдай булды.  Нисектер тынысланырға теләп, ҡыҙы менән Туҡай урамындағы мәсеткә киттеләр. Буп-буш мәсеттә күпме ваҡыт булғандарҙыр, әммә унан сыҡҡанда Зөһрә етди ҡарарға килгәйне инде. Ул башҡа Фәрит менән йәшәй алмаясаҡ!    Ҡала Советы тәңгәлендә  торған курсташы Зифаны эҙләп киттеләр. Тиҙ таптылар.  Зифа саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы бик ихлас ҡаршы алды.  Сетерекле хәлде ишеткәс:

–Әлегә ҡайтмағыҙ, миндә йәшәп тороғоҙ, - тип тәҡдим итте.

Ауыл хужалығы министрлығының фәнни-техник бюроһында эшләгән Зөһрәнең тағы ике аҙна “больничныйы” бар ине. Ҡалдылар. Ваҡыты еткәс,  Зөһрә эшенә  барҙы.  Бүлмәһенә кереп ултырыуы булды, кемдер яйлап ҡына  ишекте  асты. Фәрит икән. Байрамса кейенгән.  Ҡулына ҙур  сағыу гөлләмә тотҡан. Ҡатынының алдына тубыҡланды ла:

–Ғәфү ит мине, зинһар! – тип ялбарырға тотондо. – Һинһеҙ тормош  бөтөнләй йәмһеҙ. Ҡыҙыбыҙҙы ла ныҡ һағындым. Ҡайтығыҙ!

–Тор, ултыр ултырғысҡа, - тип яуап бирҙе уға  тынысланып өлгөргән Зөлфиә. –  Беҙҙең ҡайтыуыбыҙ  тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.  Тик минең һиңә  һорауҙарым да  бар. Беренсеһе –   Өс йыл элек, мин ҡыҙымды алып ауылға ҡайтып киткәс,  артыбыҙҙан килеп етеп  әлегеләй ғәфү үтенеүеңде  һәм артабан ғүмер буйы  тоғролоҡ һаҡларға вәғәҙә биреүең    иҫеңдәме?

  • Иҫемдә лә ул, әммә һин үтә лә нәзәҡәтлеһең, ныҡ сибекһең,

бәғзелә һине нығыраҡ итеп ҡосаҡларға ла ҡурҡыныс, -  тип  “фәлсәфә һатырға”  тотондо  Фәрит. -  Өҫтәүенә, әҙ генә ел иҫһә лә, сирләйһең дә китәһең. Ә мин һине ныҡ яратам,   фәҡәт һинең менән генә йәшәгем килә!  Тик  мин – һау-сәләмәт ирмен,  ҡатын-ҡыҙһыҙ тора алмайым, сөнки  даими енси мөнәсәбәткә мохтажмын. Был –  тәбиғи инстинкт, физиология талабы!  

  -  Икенсе һорауым -  ниңә Наташаңды үҙебеҙҙең фатирыбыҙға алып ҡайттың?  Бүтән урын табылманымы һуң?

-  Урын табыу ҡыйын түгел  ул, - тип бик ихлас яуап бирә  башланы Фәрит. – Мин элек һөйәркәләремде “Ағиҙел” ҡунаҡханаһына алып бара торғайным. Унда бер төн ҡунып сығыу өсөн һигеҙ һум түләргә тура килә. Ҡиммәткәрәк төшә. Аҡса йәл. Бигерәк тә үҙебеҙҙең фатир буш торғанда...

-  Бала сит кешеләрҙә йөрөһә лә ярай тип уйланың инде?

-  Ниндәй сит кеше булһын ти улар, яҡын дуҫтар бит!

-  Һин дә мине ғәфү ит – миңә, ерәнмәйенсә,  теләһә кем менән  бәйләнешкә керергә әүәҫ ир  бүтән кәрәкмәй!

Табиптар тырышлығы менән үлемдән саҡ ҡотолоп ҡалған, әле һаман йүнләп хәлләнеп бөтмәгән Зөһрәнән бындай ҡәтғи тәүәккәллек көтмәгән сәләмәт тәнле, әммә зәғиф рухлы  әзмәүерҙәй ир бер килке шаңҡығандай булып ултырҙы. Шунан   һикереп торҙо ла:

–Һин тормошҡа яраҡлашмағанһың, барыбер яңғыҙың йәшәй алмаясаҡһың! – тип екереп ебәрҙе. – Ғорурлығың күпме ваҡытҡа  етер икән – ҡарап-ҡарарбыҙ!  Үҙең миңә ялынып киләсәкһең!..

...Зөһрә менән  Фәриттең сираттағы осрашыуы суд залында булды.  Айырылышыу тураһында ғариза яҙыуын иҫтә тотоп,  урта йәштәрҙәге  судья иң тәүҙә Зөһрәгә мөрәжәғәт итте:

  • Ғаиләгеҙҙе тарҡатырға теләүегеҙҙең сәбәбе нимәлә? Әллә ирегеҙ Һеҙҙе рәнйетәме, ҡул күтәрәме? Бәлки,  уйығыҙҙан кире ҡайтырһығыҙ?
  • Байтаҡ йылдар татыу ғына көн иткәндән һуң бында килергә тәүәккәлләгәнмен икән, тимәк, бының  сәбәбе етди. Әммә минең уны тәфсилләргә теләгем юҡ. Ә уйымдан кире  ҡайтмаясаҡмын, - тип яуапланы ҡатын.

Фәрит үҙенең айырылышырға теләмәүен әйтте.

–Нимә теләһә – шуны һатып алып бирҙем, ҡайҙа теләһә – шунда алып барҙым,һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтай йәшәне,  нимә етмәйҙер уға –  һис кенә лә аңламайым, - тигән  булды. Судья берсә ап-аҡ йөҙлө үтә ҡаҡса ҡатынға, берсә сиртһәң ҡаны сығырлыҡ таҙа иргә  иғтибар менән ҡарап ултырҙы ла, Зөһрәнең ғаризаһын ҡәнәғәтләндерергә тигән ҡарар сығарҙы.  

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: