

Оҙаҡ йәшәү серҙәре күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Был феноменды өйрәнә торғас, шуны аңланым: оҙаҡ йәшәү бер генә нәмәнән, мәҫәлән, нәҫелдән йәки ғөрәф-ғәҙәттән генә тормай. Оҙон ғүмерле булыу өсөн бик күп факторҙар бергә килеп тоташырға тейеш. Был уйыма Икарияла бер аҙ йәшәп киткәс, тағы ла нығыраҡ инандым.
Беренсенән, Икария, әлбиттә, тәбиғәте менән айырылып тора. Иҫ-аҡылың китерлек матур ландшафт, асыҡ-күк төҫтәге диңгеҙ, ташлы-ҡаялы тауҙар... Утрауҙа мәңге йәшел зәйтүн, цитруслылар, йөҙөм, инжир ағас-ҡыуаҡтары, финик пальмаһы, башҡа ағастар, төрлө сәскәләр үҫә. Климат та яҡшы. Ҡоро эҫе йәй һәм йомшаҡ ямғырлы ҡыш был яҡтарҙа.
Бында тәбиғәттең таҙалығын боҙған бер нәмә лә юҡ тиерлек. Заманса ел тирмәндәре, ҡыйыҡтарҙағы ҡояш батареялары — бөтә булған “сәнәғәт”.
Икарияла бигерәк эскән һыу оҡшаны. Ул йомшаҡ һәм тәмле. Сәйнүктәрҙә юшҡындың эҙе лә юҡ, төбөнә лә бер ни ултырмай. Йылдар буйы ҡулланылһа ла, сәйнүктәр эстән яп-ялтыр. Әйткәндәй, Афиндарҙа (ҡалған алты айҙа шунда эшләнем) һыуҙы крандан эсәләр. Беҙҙең ҡалаларҙағы кеүек унда һауыттарҙа һыу һатыу тигән нәмә бөтөнләй юҡ.
Ҡәһүә йә үлән сәйе эсергә уйлаһалар, икарийҙар һыуҙы ҡайнатып еткермәй. Сәйнүкте тәүге ҡыуыҡтар күренгәс тә йәки шаулай башлағас та, һүндерәләр. Ҡытайҙа ла шулай эшләйҙәр, сөнки ныҡ ҡайнатыу һыуҙың структураһын насарайта, тип иҫәпләйҙәр. Билдәләп китәйем, утрауҙа ҡара йәки йәшел сәйҙе бер кем дә эсмәй.
Гректарҙың өҫтәлендә һәр ваҡыт бер стакан һыу була. Тамаҡ ялғағас, улар беҙҙең кеүек сәй һемермәй. Бик булмаһа, ул һыуҙы ныҡ эҫе ҡәһүәгә өҫтәп ҡоялар. Кафела ла нимә генә алһаң да, мотлаҡ һыу бирәләр. Хатта туңдырма менән дә бер стакан һыу килтерәләр.
Утрауҙа йәшәүселәрҙең туҡланыуына ҡарап, ошолай һығымтаға килдем. Улар башлыса йәшелсәләр, сырҙар, емеш-еләктәр, сәтләүектәр ашай. Икенсе урында балыҡ йәки диңгеҙ аҙыҡтары тора. Ә инде һарыҡ, тауыҡ, һыйыр, сусҡа иттәрен улар бик һирәк ҡуллана. Ошо була ла инде Урта диңгеҙ диетаһы.
Ярты йыл дауамында минең ҡарамағымда торған 96 һәм 86 йәштәрҙәге парҙың иртәнге аштары үҙгәрешһеҙ булды. Әбейем менән бабайым иртәнсәк һөтлө, шәкәрле ҡәһүә эсә, фета (һарыҡ һөтөнән сыр) менән урындағы магазиндан һатып алынған бойҙай йәки арыш ононан бешкән шөкәрә ашай. Иртәнге аш бик тәмле. Алты ай дауамында мине бер ҙә ялҡытманы.
Грецияла эҫе ризыҡтарҙы тик төшкө ашҡа бешерәләр. Ғәҙәттә, төрлө бутҡаларҙы әҙерләйҙәр — борсаҡтан, яҫмыҡтан, фасолдең төрлө төрҙәренән, йыш ҡына йәшелсәләрҙе лә бешерәләр. Томат соусы һәм сыр менән буталған спагеттиҙы бик яраталар. Йәшел салат, йомшаҡ кәбеҫтә, мәҫәлән, пекин кәбеҫтәһен, үҙ итәләр. Бөтә ризыҡтарға ла күп итеп һарымһаҡ, петрушка, зәңгәр һуған ҡушалар. Тәмләткестәрҙе киң ҡулланалар. Ит менән балыҡҡа орегано, беҙ сәйгә ҡушҡан ҡанүлән була инде, өҫтәйҙәр. Әйткәндәй, ҡанүлән бәләкәй ватанымды хәтерләтә. Был еҫте тойған һайын Ирәндек буйҙары, бесән эшләүҙәр, еләк йыйыуҙар күҙ алдыма килеп баҫа.
Бөтә ризыҡтар икенсе блюдо булараҡ әҙерләнә. Аштар бында— һирәк күренеш. Айына ике тапҡырҙан күберәк бешермәйҙәр. Ҡайһы саҡ ҡына уха йәки шыйыҡ аш әҙерләүсе табыла. Шуға ла икарийҙарҙың менюһында тоҙлоҡло, итле һурпа юҡ. Мин хатта бер кемдә лә аҡ май күргәнем булманы. Бөтә нәмәгә зәйтүн майы ҡушыла.
Теләһә ниндәй ризыҡтарҙы ашар алдынан мотлаҡ зәйтүн майы, лимон һуты менән болғайҙар. Аҙыҡ тағы ла тәмлерәк булып китә. Картуф бар, әммә беҙгә ҡарағанда һирәгерәк һәм әҙерәк ашайҙар. Беҙҙә икенсе икмәк — картуф тип иҫәпләнһә, гректарҙа — зәйтүн һәм фета. Шуныһы ла ҡыҙыҡ: икмәкте тик төшкө аш ваҡытында ашайҙар, ҡалған саҡта — шөкәрә.
Кискеһен еңелсә туҡланалар. Минең әбей менән бабай йә бер-ике бешкән йомортҡа, йә шәкәрле дөгө, һоло бутҡаһын ашай. Ҡайһы бере сырлы, шпинатлы бәлештән дә баш тартмай. Йышыраҡ дәрсен менән йогурт ҡына эсәләр.
Емеш-еләктәре күп булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы тик көндөң икенсе яртыһында ашайҙар. Йәшелсәләрҙе тоҙлап, емеш-еләкте һаҡлап бармайҙар. Уңыш йылына ике тапҡыр уңа, бының кәрәклеге юҡ.
Көҙ көнө тауҙарҙа төрлө бәшмәктәр үҫә, шул иҫәптән, аҡ бәшмәк тә. Уларҙы бына, исмаһам, бер нисә банка тоҙлайҙар.
Шулай уҡ гректар эҫе ризыҡты ашамай ҙа, эсмәй ҙә. Аҙыҡ һыуынған булһа (ә төшкө ашты унда иртәнге аштан һуң уҡ йүнәтеп ҡуялар), уны йылытырға кәрәк тигән уй бер кемдең дә башына килмәй. Икарийҙар аш-һыуҙы саҡ ҡына йылы, беҙҙеңсә бөтөнләй һыуынған, көйө ашайҙар. Урамдағы кафеларҙа эҫе ҡәһүә һораһаң да, саҡ ҡына йылыны алып киләләр. Күрәһең, бындағы климат арҡаһында кешеләр шулай туҡланырға өйрәнгән.
Гректар ашауға бик күп иғтибар бүлә. Улар рәхәтләнеп, төрлөләндереп бешеренә. Төшкөһөн нимә ашаясаҡтарын кистән үк һөйләшеп ҡуялар. Осрашһалар, мотлаҡ бер-береһенән нимә бешергәндәре тураһында һорашалар, үҙҙәре лә тәфсирләп тороп һөйләйҙәр.
Төшкө аштан һуң — ял. Бөтәһе лә, айырыуса, өлкәндәр ике-өс сәғәт серем итеп ала. Был ваҡытта бер кем дә килмәй ҙә, шылтыратмай ҙа.
Менталитетҡа килгәндә, ауылдарҙа йәшәгән ябай икарийҙарҙың холоҡтары цивилизация, аҡса менән боҙолмаған, тип уйлайым.
Тәүге тапҡыр диңгеҙ буйында ғына урынлашҡан ике ҡатлы ҙур йортҡа барып ингәнемдә, өлкән парҙың ҙур ғаиләһе — дүрт балаһы, ете ейән-ейәнсәре һәм ете бүләсәре унда йәйге ялда ине. Бөтәһе лә мине туғандарын ҡаршы алғандай ҡабул итте. Тәүгә күрһәләр ҙә, бер ҙә шикләнеп торманылар, тикшереп тә ҡараманылар. Мин шунда уҡ ихтирам, йылылыҡ, алсаҡлыҡ атмосфераһына эләктем. Ҡайһы саҡ хатта уңайһыҙ булып китә ине. Сөнки беҙгә, совет кешеләренә, яратыуҙы, ышанысты, ихтирамды эшләп алып, уға лайыҡлы булырға кәрәк һымаҡ.
Туғандарым шылтыратһа, минең әбейем сәләмдәрен еткереп, ҡунаҡҡа саҡыра ине. Хужаларҙың шул ҡунаҡсыллығы арҡаһында дүрт ай тирәһе эшләгәс, бәләкәй ҡыҙым Грецияға килеп ҡайтты.
Икарийҙар бик аралашыусан. Һәр ваҡыт шылтыратышып торалар, бер-береһенә туҡтауһыҙ ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Йәйге кистәрҙә туғандары, дуҫтары менән баҡсалағы ҙур өҫтәл артына йыйылып, ҡараңғы төшкәнсе, һөйләшеп ултыралар. Һәр саҡ күстәнәс тотоп йөрөйҙәр, күрешкәндә ҡосаҡлашып, ике тапҡыр үбешәләр. Бер-береһенә “минең балам”, “минең йөрәгем”, “минең мөхәббәтем” тип өндәшәләр.
Шулай уҡ гректар йыш ҡына “сига-сига” һүҙен ҡуллана. Беҙҙеңсә, ҡабаланмауҙы аңлата. Икарийҙарға был бик хас һыҙат. Әгәр беҙҙә “ҡалған эшкә ҡар яуа” тигән әйтем киң таралған булһа, уларҙа, киреһенсә. Минең әбей менән бабайым йыш ҡына миңә “иртәгә эшләрһең, ҡабаланма, борсолма” ти торғайны.
Икарийҙар, ысынлап та, ашыҡмай, сапмай, ҡабаланмай йәшәй. Холоҡтары буйынса ябай һәм алсаҡ, һәм, шул уҡ ваҡытта, энергиялы һәм эшлеклеләр. Ҡатындар бик яҡшы хужабикәләр, ирҙәр алтын ҡуллы. Темперамент буйынса гректар емереп алып бара, шаулылыр, күп һөйләйҙәр, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар.
Таулы ландшафтта йәшәү физик көс тә талап итә. Ундағы бөгөнгө оҙаҡ йәшәүселәр бәләкәй саҡтан хәрәкәткә, эшкә өйрәнгән. Бала саҡтарында улар көн һайын тауҙарға әллә нисә тапҡыр менеп, төшкән. Сөнки элегерәк пираттарҙан йәшенеп, өйҙәрен ярҙан алыҫҡараҡ, тауҙар араһына төҙөгәндәр. Шулай уҡ бәләкәстән һарыҡ-кәзә көткәндәр, һыу ташығандар, ер эшкәрткәндәр, тауҙарҙа төрлө емеш-еләк йыйғандар.
Психологтар билдәләүенсә, күңел тыныслығы менән физик әүҙемлек — сәләмәт һәм бәхетле тормоштоң нигеҙе.
Элегерәк шулай уҡ иртә кейәүгә биреүҙәр булған. Мәҫәлән, минең ҡарамаҡта булған әбейгә 86 йәш булһа, уның өлкән улына — 70, иң бәләкәс балаһына — 61. Тимәк, улар 15-16 йәштә кейәүгә сығып, 17 йәштә бала таба башлағандар.
Өлкән йәшкә етһәләр ҙә, икарийҙар бик яҡшы һаҡлана. Беҙҙең өлкәндәр менән сағыштырғанда, улар 10 йәшкә йәшерәк күренә.
Минең 96 йәшлек бабайым үҙен үҙе ҡараны. Ҡайһы бере яйлап атлап магазиндарға бара, баҡсаһында ағастарҙы ҡырҡа. Күршелә йәшәгән әбей менән бабайға 92-шәр йәш. Улар тулыһынса үҙҙәрен үҙе ҡарайҙар, көн дә баҡсаларында нимә менәндер мәшғүлдәр.
Тағы ла шуға иғтибар иттем. Уларҙың береһенең дә аяғында һөйәктәр үҫмәгән. Аяҡ баштары йәштәрҙеке кеүек тип-тигеҙ.
Гректарҙы ниндәйҙер сит темалар борсомай, бында һәм хәҙер йәшәйҙәр. Уларҙы тик ғаиләһе, ата-әсәләре, балалары ғына ҡайғырта. Ғаилә культы бар, тиһәң дә була. Өйҙәрендә лә, эштәрендә лә ғәзиздәре менән фотоһүрәттәр тора. Ата-әсәләренә ҡарата бигерәк ихтирамлылар. Улар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдыралар, ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәйҙәр.
Мин эшләгән ғаиләлә йәй буйы өлкән ҡыҙҙары бергә йәшәне. Шуға ҡарамаҫтан һәр кис күрше ауылдан бәләкәй ҡыҙҙары ла ярҙамға килә ине. Йәйге ялдарҙан һуң Австралияға кире киткән улдары видеобәйләнеш аша кис һайын шылтыратып торҙо.
Улар араһында, беҙ, Рәсәйҙән килгән кешеләр, ҡаты һәм йомоҡ күренәбеҙ.
Гректар — православ христиандар. Бик иманлы кешеләр. Ял һайын сиркәүгә йөрөйҙәр. Йәкшәмбе бер кем дә эшләмәй. Бөтә ойошмалар ҙа, магазиндар ҙа, хатта аптекалар ҙа ябыҡ була. Һәр бер өйҙә, мәктәптә, дауаханала иконалар ҡуйылған мөйөш бар. Бөтә байрамдар ҙа дин менән бәйле. Гректар шулай уҡ музыка, милли йырҙарын һәм бейеүҙәрен ярата.
Ҡунаҡ сыҡырһалар, беҙҙәге һымаҡ ашамлыҡтарға түгел, ә аралашыуға баҫым яһала. Спиртлы эсемлектәрҙән урындағы шараптарҙы яраталар. Көслөрәктәрҙе һыу менән болғап эсәләр.
Оҙаҡ йәшәүселәр утрауында булыу һаулығыма ҙур йоғонто яһаны. Башҡалар әйтеүенә ышанғанда, мин тағы ла матурланып, таҙарып киткәнмен. Ҡан баҫымы һирәгерәк борсой башланы. Ашҡаҙан эше көйләнде, хатта ете килограмға артҡанмын да.
Хәҙер өйҙә, Рәсәйҙә, Икариялағы таныштарымды йылмайып хәтерләйем. Улар менән осраштырғанға яҙмышыма рәхмәт әйтәм. Греция тәнде генә түгел, ә күңелде лә йылытырға мөмкинлек бирҙе.
Гүзәл ҠЫРҒЫҘБАЕВА.