Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Апрель 2023, 22:37

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (10)

– Килеп терәлдекме? Иманыңды уҡытам бит хәҙер, кирегә бөткән ҡатын...

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (10)
ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (10)

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН

Повесть

Зифа ҠАДИРОВА

(10)

Дүрт бүлмәле фатирҙың – дүрт хужаһы, дүрт хужаның һәр ҡайһыһында – икешәр балаһы, ҡыҫҡаһы, күңелле. Кис етһә – һабантуй. Барыһына бер бәләкәй аш бүлмәһе, бер бәҙрәф. Шулай ҙа, был – бәхетле миҙгелдәр, дөйөм ятаҡ түгел, үҙ ишегең, үҙ түбәң. Бәхетле миҙгелдәр барыһы ла яңы кисерештәрҙән тора ине. Яңы йылға Асияға яңы тун, аҡ төлкө бүрек алдылар. Оло ҡорһағын киреп ирен эштән ҡаршы алырға сыҡҡас, Самат Асияһына беренсе күргәндәй ҡарап торҙо: “Был матур ҡатын минең ҡатын бит! Көндән-көн нығыраҡ яратам мин һине!” – тине, һәм, һоҡланыуын йәшерә алмайынса, ҡыҫып ҡосаҡлап алды.
Яҙ көнө ҡыҙҙары тыуҙы. Тик бала был юлы беренсеһенә ҡарағанда ла ауырлыҡ менән тыуҙы – ярып алдылар. Асияны айырым палатаға күсерҙеләр, сөнки хәле ауыр ине, ҡанды күп юғалтҡан. Сит ҡан бик килешмәнеме, аяҡ-ҡулдары тартышып, ҡуйған бөтә укол энәләрен өҙөп бөтөрөп яфа сикте. Баланың хәле насарайған булып сыҡты. Өсөнсө көнгә алып инеп күрһәттеләр: “Балағыҙҙың иҫән ҡалыуы самалы, икенсе бинаға күсерәбеҙ, күкрәгегеҙҙе ҡыҫып бәйләгеҙ, һөт төшмәһен”, – тинеләр. Ҡалғанын Асия хәтерләмәй. Тик, зәңгәрме, йәшелме одеялға төрөлгән бала үлгән кеүек тойолдо. Самат көн дә эштән ҡайтышлай бала тыуҙырыу йортоноң тәҙрә янын тапай: бер көндө башына бала йыуындыра торған тас ҡаплап баҫып тора, икенсе көндө тағы берәр нәмә һөйрәп килә... Табиптар әйтһә лә, һөт төшкәс, күкрәген бәйләмәне. Һөт күкрәкте һыҙлатып ҡатыра. Һөтө лә ағып сыҡҡас: “Юҡ, балам үлмәй, баламдың имгеһе килә. Бында булһа, килтерерҙәр ине лә, икенсе бинаға алып киттеләр шул”, – тип үрһәләнә. Шул саҡ шәфҡәт туташына: “Юҡмы шунда берәй бала, имеҙер инем”, – тигәс, бер ҡыҙ бала алып инделәр.
– Бының әсәһе ташлап ҡасҡан, “отказной” бала, – тинеләр. Асия аптырап балаға текәлеп ҡараны: ҡап-ҡара сәсле, сөм ҡара күҙле бала! Мөлдөрәп кенә ҡарап ята.
– Ниңә ташланылар? Был бит һау-сәләмәт бала, – тине Асия күҙ йәштәренә тығылып..
– Шулай, әле уға бала кәрәкмәй, унан һуң үҙҙәре үк эҙләтә башлайҙар. Имеҙеп ҡарағыҙ, ун көнлөк инде, әле имеп ҡарағаны юҡ, шешәнән ашатабыҙ. – Ә ҡыҙсыҡ, тағы әллә эләгә, әллә юҡ тигән шикелле, имсәк башын эләктереп алды ла ҡомһоҙланып имә башланы, имә лә имә, имә лә имә... Шәфҡәт туташы: “Етәр, эсе ауыртыр”, – тип, көскә тартып алды. Ул көндө Асия бөтөнләй йоҡламаны, шул баланы уйлап күҙ ҙә йомманы. Ә иртәнсәк: “Һис шикһеҙ алырға кәрәк!” – тигән уй менән янды. Көн шундай оҙаҡ үтте. Етмәһә, Самат та бөгөн ниңәлер һуңланы. Киске яҡта тышта һыҙғырған тауышҡа Асия тороп ултырҙы. Беләгенә ялғанған энәләрен һөйрәп, тәҙрә төбөнә килеп баҫты.
Саматтың шатлығы эсенә һыймай:
– Күрҙем, күрҙем! Баҡыр башлы, ап-аҡ йөҙлө, ирендәре ҡып-ҡыҙыл! – тип ҡысҡырҙы.
– Юҡ, атаһы, уның сәсе ҡара, күҙе ҡара... алайыҡ, алайыҡ... – Әллә ни булды, бар тирә-яҡ әйләнә башланы, ҡалғанын Асия хәтерләмәй. Уның дөбөрҙәп йығылғанын күрше палатанан бер ҡатын күреп ҡалған. Йәш әсәнең ғүмере өсөн тағы өс көн көрәштеләр. Их, был тормош, күкрәк тултырып тын алырға, рәхәтләнеп шатланырға ла бирмәй. Һәр ваҡыт өмөт артында – бәхетһеҙлек, шатлыҡ артында күңелһеҙлек баҫып торған кеүек...
Бер ай тигәндә, Асия бала тыуҙырыу йортонан сыҡты. Самат килтергән аҡ кофтаһы менән аҡ босоножкаһын кейеп сығып баҫҡас, иренең күҙҙәре йәшләнде. “Шырпыға ҡалып” ябыҡҡан ҡатынын күреп ни эшләргә, ҡайһы еренә килеп тотонорға белмәне. Әле сығыу түгел ине был – бер блоктан икенсе блокка бала янына күсенеү генә ине. Ҡояш кеүек баҡыр башлы балаһын инеп күргәс, үҙе лә шаҡ ҡатты: “Нисек инде минән шундай ҡояш балаһы тыуһын?” – тип. Уның бар ҡиәфәте Саматтыҡы ине. Самат гел малай көттө, ниңә ҡыҙ кәрәкмәүен үҙенсә: “Әллә кемдәр рәнйетһә, ир-ат халҡы дорфа була, төрлөсә уйлайым: ҡыҙ бала үҫеп кемгәлер ҡатын була, интегеп бала таба бит, ҡыйырһытһалар, нисек түҙерһең... юҡ, кәрәкмәй, малай булһын”, – тип аңлата ине. Ә баҡыр башлы ҡыҙын ҡулына сығарып тотторғас, унан да ҡәҙерле йән эйәһе бар инеме икән?! Асия ул саҡта, һалған сит ҡанды үҙләштерә алманымы, бик оҙаҡ ауырыны. Шунан һуң Самат: “Башҡа бала кәрәкмәй, ошолары еткән, бала тип, ҡатынһыҙ етем ҡалаһыбыҙ юҡ, и баста!” – тине. Арыҫланды яҙ башында ауылға ҡайтарғандар ине. Ҡыҙҙары өс кенә айлыҡ ине, улар ҙа ауылға ҡайттылар. Арыҫлан әсәһе ҡулындағы төйөнсөккә сәйерһенеп ҡараны, бик оҙаҡ яҡын килергә ҡурҡып торҙо. Һәр ваҡыттағыса, бик һаҡ, ипле генә итеп килеп, аҡ төргәктә күҙен ялтыратып ятҡан бәләкәй бәпәйҙең битенән һыйпап алған булды: “Шундай матур”, – тине ул йылмайып. Шул көндән алып ул һеңлеһен бәпкәһен һаҡлаған инә ҡаҙ кеүек һаҡланы – унан да яҡшы бала ҡараусы ер йөҙөндә юҡ ине, буғай.

***

Улар өйләнешкәс тә, Самат Арыҫланды үҙенә яҙҙырыу тураһында әйтә килде. Бала белеп алғансы үҙемә яҙҙырайым, ул хәҙер минең улым, – тип ҡараған ине, тик Асия быға ҡарышты, ризалашманы: “Йәшәйек әле, әллә йәшәйбеҙ, әллә юҡ, – тип уйланы ул саҡта. – Алименты ла килеп тора”. Улай ғынамы икән... Төптән ҡаҙып ҡараһаң, бәлки, әле һаман күңелендә Рифаттан айырылмауы, тормоштоң яртыһы уға бәйле булыуы асыҡланыр ине. Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә икән ул. Арыҫлан мәктәпкә беренсе класҡа барғас, уларҙың икеһенең дә ҡурҡҡаны өҫкә ҡалҡып сыҡты. Мәктәптән ҡайтып инеүгә ишектән үк һорау яуҙыра башланы малай:
– Атай, ни эшләп минең фамилиям һеҙҙеке кеүек түгел, ә? – Ер ярылдымы ни, Саматтың сырайы ағарып тартылды, ни әйтергә белмәй өнһөҙ ҡалды. – Минең дә һеҙҙең фамилияла булғым килә. Атай, ниңә өндәшмәйһең, ниңә улай?
Самат, муйыны ҡатҡан бүре шикелле, бик аҡрын ғына бөтә кәүҙәһен Асияға борҙо, һай, ул ҡараш... Уны, ул ҡарашты, Асияның мәңге онотаһы юҡ.
Бер аҙҙан Самат бер ни булмағандай улына өндәште:
– Улым, иртәгә үк барып төҙәтәбеҙ, уҡытыусы апайың яңылышҡандыр. Бар, өҫтөңдө алыштыра тор. – Самат, күршеләр ишетеп ҡалмаһын тип, Асияның беләгенән бороп тотто ла баҫҡысҡа уҡ алып сығып китте.
– Килеп терәлдекме? Иманыңды уҡытам бит хәҙер, кирегә бөткән ҡатын...
Асия юғалып ҡалды, бының шулай булырын көткән ине бит, юҡһа. Тик пыр туҙып талашып булманы – бар ерҙә кеше. Асия белешкән ине инде: башта атаһынан отказ кәрәк икән. Шул кисте үк ултырып Рифатҡа хат яҙҙы, хәленән килгәнсә аңлатты, шикелле. Самат һөйләшмәй, балалар менән уйнай, Асияға боролоп та ҡарамай. Ҡыйын икән бер бәләкәй бүлмәлә йәшәп, һөйләшмәйенсә. Ике көн инде бер-береһен күрмәмеш булып ҡыланалар, бер-береһенә яңылыш ҡағылып китеүҙән дә ҡурҡалар. Асия икенсе көндө эштән ҡайтышлай почта йәшниген ҡарай һалды. Унан хат килеп сыҡты. Таныш ҡулды күреп, Асия бер мәлгә телһеҙ ҡалды: “Булмаҫ, кисә һалған хатҡа бөгөн үк яуап килмәҫ бит инде. – Хатты асмайынса, бик оҙаҡ ҡына әле – хатҡа, әле үҙенең ҡалтыранған ҡулдарына ҡарап торҙо. Нисәмә йылдар көткән хат! Йөрәгенең тибешенән башҡа бер ни ишетмәҫ булды. Самат эштән ҡайтҡансы тиҙерәк уҡып, алып ҡуйырға кәрәк ине. Һин ашыҡҡанда... Хәрефтәр һикерешә, уҡығанды аңлап булмай, әллә инде ике ҡат уҡығас ҡына ни яҙылғанына төшөндө. Рифат: “Яңы йыл алдынан һеҙҙең яҡтарға киләм, баланы күреп, ирең менән дә танышып китәһем килә”, – тип яҙған. Йә Хоҙай, бының булыуы мөмкин түгел, Самат быға риза булмаясаҡ. Асия тиҙ генә хатты йәшерҙе лә аш бүлмәһенә сыҡты. “Хатты алғас, ҡарарбыҙ, ни тип яҙыр...” Ә ул көткән хатҡа яуап ике аҙнанан һуң килде: “Мин билет алдым, яңы йыл алдынан киләм”, – тигән. Асия уға: “Килеп йөрөмә, ирем риза түгел, тиҙерәк отказ ҡағыҙы ебәр”, – тип яҙҙы. Ә ул: “Баланы күрергә минең полный хаҡым бар, мин уға алимент түләйем”, – тип яҙып ебәргән. Бына шулай итеп яҙыша торғас, тағы ике ай үтеп китте. Бер ялда, Самат, бүлмәне йыйыштырғанда хаттарҙы табып алып, ҡара дауыл ҡуптарҙы. Асыуы төптән ҡупҡан: “Килеп кенә ҡараһын, ҡәбер таҡтаһына һалып ебәрәм, тик баланы күрһәтмәйем, яҡын киләһе булмаһын. Бала минеке, бары тик минеке генә!” – тип ҡысҡырҙы, тынына быуылып. Асияның бик тә күрһәтәһе килә лә бит атаһына улын, Саматтың шул саҡлы енләнеүен аңлап бөтөрә алмай, әйтерһең, малайҙы унан тартып алалар. Етмәһә, сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, Арыҫландың беренсе уҡытыусыһы декретҡа китте лә, уның урынына яңы уҡытыусы килде. Беренсе уҡытыусы менән аңлашҡандар ине, быныһы шул саҡлы кире булып сыҡты: “Журналда нисек яҙылһа, шулай тейеш, һәм, бөттө!” – Бала тағы илап ҡайтты: ниңә улай ҙа ниңә былай? Самат, былай ҙа тар бүлмәлә, ситлеккә ябылған айыу кеүек үҙ-үҙенә урын тапманы. Өс ай тигәндә, “отказ” килде. Рифат икенсе биткә яҙып ҡуйған ине: “Был дөрөҫ эш түгел – үҙ балаңдан баш тартыу. Кәрәк икән, кәрәк, ебәрәм, алығыҙ”, – тигән. Отказ килгән көндө үк, Самат ял алып, баланы уллыҡҡа алыуҙы рәсмиләштереү артынан йөрөй башланы. Асия быға ҡатышманы. Тик, Рифатты тағы бер күреү, баланы ла күрһәтеү теләген еңә алманы, хат яҙып һалды: “Мин июль айында бала менән ауылға ҡайтам, районға шул числола шунда кил, осрашырбыҙ”. – Яуап булманы.
Йәйҙе көскә көтөп алды. Ваҡытын яйлап, Асия, ике балаһын да алып, ауылға ҡайтып китте. Ауыл райондан егерме биш саҡрым, автобус көнөнә өс тапҡыр йөрөй. Үҙе хатта әйткән урынға Арыҫлан менән өс көн рәттән килеп, өсәр сәғәт көтөп ултырҙылар, тик ул, атай кеше, килмәне. Ул киләһе юлды ҡарай-ҡарай күҙҙәре талды, шулай ҙа өмөтөн өҙмәне. Арыҫлан ғына әллә кемде көтөүҙән арып: “Әсәй, көн дә киләбеҙ бында, кемде көтәбеҙ, ул ҡайҙан килергә тейеш? – тигән һорауҙары менән теңкәһенә тейҙе, арыны бала: – Ҡайтайыҡ инде, әсәй, килмәй бит...” – Арыҫлан инде һигеҙенсе йәш менән бара ине. Асия кире ауылға ҡайта-ҡайта уйланды, уйҙарының осона сыға алманы. Яратманы Рифат уны, унан тыуған балаһын да. Ирекһеҙҙән керпектәренә йәш бәреп сыҡты, башын автобустың тәҙрәһенә борҙо ла һиҙҙермәй генә күҙ йәштәрен һөрттө. Улы еңенән тартты: “Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ үҙебеҙгә, атай ҙа һағынғандыр. Ул бит оҙаҡ тормаҫҡа ҡушты, китәйек, әсәй!” – Асия улын ҡыҫып ҡосаҡланы. “Эйе, әлдә уларҙы көтөп тороусы атайҙары бар. Их, был яҙмыш! Яҙмыштарында Самат осрамаған булһа, уларҙың донъяһы ниндәй булыр ине икән? Саматҡа биргән сабырлыҡты уға ла бирһә һуң. Юҡ артынан һауа ҡыуып йөрөмәҫ ине бит. Законһыҙ тыуған бала хисапҡа инмәйҙер шул. Күрмәнем, белмәнем, шулай йәшәү яйлыраҡтыр...” Тик быны әсәһе һиҙмәй ҡалманы. Күрәһең, баланан төпсөнгән.
– Бер яралауы етмәгән, яңы яралар эҙләп йөрөйһөңмө? Иҫкеләре бөтәштеләме ни? – Әсәһенең күҙ ҡарашы һуғып йығыу менән бер ине. – Яҡшылыҡты аңламаған һанһыҙ. Күрәһе килһә, үҙе эҙләп килер ине. Балаларыңды ал да иртәгә үк ҡайтып кит, кейәүҙән башҡа бында ҡайтып йөрөйһө булма. Элек йәлләнем, хәҙер йәлләмәйем. Бәхетһеҙлекте үҙең эҙләп йөрөйһөң, – тине бик ҡаты итеп. Икенсе көндө ул уны балалары менән вокзалға оҙатып, поезға ултыртып ебәрҙе.
Саматтың яратыу-яратмауы Асия өсөн әллә ни мөһим дә түгел ине кеүек. Кеше үҙ хистәрен генә аңлай, кеше хисе уға ҡыҙыҡ түгел. Рифатты уға күтәрелеп ҡараған һәр ҡыҙҙан көнләшә ине, ә Саматҡа ҡарата ундай хистәр кисергәне булманы. Өйләнешеп йәшәүҙәренең дүртенсе йылында бер һынау үтергә тура килде шулай ҙа. Самат ҡойоу заводында эшләй башлағандан алып гел бер ҡатынды теленән төшөрмәй: гел Валя, Валюшаны һөйләй. Бергә эшләйҙәр. Бер көндө Асия иренән вайымһыҙ ғына һорап ҡуйҙы:
– Ә ире бармы һуң ул Валюшаның?
– Юҡ, кейәүҙә түгел әле ул, беҙҙең йәштә инде, ниңә сыҡмайҙыр... Беләһеңме, ул София Ротаруға оҡшаған. Үҙе ябыҡ, тотһаң, тотор ере юҡ, но сәстәре... Сәстәре, мин һиңә әйтәм, нисек күтәреп йөрөйҙөр...
Башына кинәт килгән уйҙан сайҡалып китте: “Самат ғашиҡ булған!” Беренсе күргәндәй аптырап иренә текәлде. “Ике йыл тыңлай шул Валюшаны. Үҙенең вайымһыҙлығымы, ниңә быны элегерәк һиҙмәне һуң? Эй, аңра, ғаиләң ҡыл өҫтөндә тора түгелме һуң? Беренсе мөхәббәтен ҡайтарып булмай, ә балалары... Юҡ, уларҙы ҡабат етем итә алмай инде... Ни эшләргә һуң, бәлки, һуң түгелдер?” Асия бер ҡыҫылды, бер гармун күрегеләй тартылды. Беренсе килгән уй: “Түҙергә, ҡысҡырмаҫҡа, тауыш сығармаҫҡа, үҙем ғәйепле, – тип тешен ҡыҫты. Төнөн күҙ ҙә йоммай сыҡты. Иртән, Самат эшкә киткәс, тороп, көҙгө алдына килеп баҫты. Кәзә ҡойроғо кеүек итеп йыйылған сәстәре күптән инде ҡаралмаған... Өҫтөндәге күлдәге аҫылынып тора: иҫкергән... Йөҙөнөң күптән кершән күргәне юҡ: таушалған... Аһ, әсәһе, йәй ҡайтҡас, киҫәтеү яһаны бит: “Үҙеңде ҡара, ялҡауланып йыбытҡыға әйләнмә”, – тип. Әле тағы: “Эсеңде үҫтергәнһең, йәйелмә, үҙ-үҙеңде ҡарап йөрө! – тинеме? Тине. – Ирҙәр күҙ менән ярата, шуны онотма! – тинеме? Тине”. Ябай ауыл ҡатыны быларҙы ҡайҙан белде икән?! Эйе, һуңғы айҙарҙа таҙарып китте шул, бала менән өйҙә ултырыу ялҡауландырҙымы... Асия көҙгө алдында тегеләй ҙә былай әйләнде. Күлдәген сисеп, кәүҙәһен ҡарап сыҡты, үҙ-үҙенә шундай йәмһеҙ, йыуан тойолдо. Эйе, әсәһе хаҡлы – йыбытҡыға әйләнгән. Бите шешенгән, ҡашы йолҡонмаған. Әллә ни саҡлы йәмһеҙ яҡтарын табып, үҙенә шаҡ ҡатты. Ни эшләргә белмәйенсә ултырҙы ла һытылып илап ебәрҙе. Ниңәлер бөгөн Саматы эштән ҡайтмайынса шул Валюша янында тороп ҡалыр кеүек тойолдо. Башына ҡан йүгерҙе. Нисә йыл йәшәп, Саматын юғалтырмын тип бер тапҡыр ҙа уйлап ҡарағаны булманы. Хәҙер килеп, итәгенә ут ҡаптымы ни? Ни эшләргә белмәйенсә бәргеләнә башланы. Белмәй әйтмәгәндәр шул: ир бирмәк – йән бирмәк, тип. Береһен бирҙе бит инде, етәр. Асияның бер яҡшы яғы бар: “Юҡ, мин бирешмәм, мин юғалмам! Уйла, Асия, уйла, нисек, ике бала менән, Саматһыҙ?” Иртән кинәт башына уй килде, һикереп тороп балаларын ашатты ла уларҙы күрше ҡатынға ҡарап торорға ҡушып, үҙе баҙарға сығып китте. Беренсе эше итеп, өйҙә кейергә матур күлдәк, эске кейемдәр алды, унан бөҙрәханаға инеп сәстәрен матур итеп киҫтереп сыҡты. “Аҙыраҡ косметика ла кәрәк бит, инде иҫкеләрен ташларға кәрәк булыр. Самат ҡайтыуға кеше ҡиәфәтенә инергә тейеш Асия. Юҡ, элекке кеүек илап ултырмаясаҡ. Балаларын илатып, Саматын кемгәлер бирмәйәсәк. Талашыуҙан да файҙа булмаясаҡ...” Кис Самат эштән ҡайтыуға, Асияны танырлыҡ түгел ине. Самат, әйтерһең, дөйөм ятаҡта торған йылдарға ҡайтты. Ул матурлыҡты күрә белә торған кеше. Ингәс тә башта һүҙһеҙ генә ҡатынына ҡарап торҙо (фатир бит дөйөм ятаҡ кеүек – кешеһе күп, артыҡ һелкенеп тә булмай) шулай ҙа, ҡатынға ни булған, тиҙерәк белгеһе килә. Асия аш бүлмәһендә күрше ҡатындары менән, һәр ҡайһыһы үҙ өҫтәле янында ҡайнаша, киске аш әҙерләйҙәр, аяҡ аҫтында балалар ҡайнаша – унда ирҙәргә урын юҡ. Аш бүлмәһе янына килеп ураны, ҡатынын баштан-аяҡ ҡарап сыҡты, башын тырнаны ла кире китеп барҙы. Ә Асия уның ҡарашын умыртҡа һөйәге менән һиҙеп тора, тик күрмәмеш-һиҙмәмеш була. Бүлмәләре бик бәләкәй булһа ла, Асия өҫтәлде һәр ваҡыт тиерлек бүлмәһендә әҙерләй, бөгөн дә шулай итте. Үҙе гел йылмайып ҡына йөрөй. Ә Самат күҙен ала алмай, һүҙ ҙә әйтә алмай, уны күҙәтә.
– Атай, ҡара, бөгөн әсәй ниндәй матур, эйеме, – тине Арыҫлан да, әсәһенә сабыйҙарса һоҡланып.
– Эйе, улым, мин дә шуны уйлап ултырам бына, бөгөн төндә ҡыҙыл ҡар яумаҫмы икән, тим.
Асия ғаиләһен ашатып өҫтәлде йыйып алды һәм: “Минең барып киләһе ерем бар”, – тип, тиҙ-тиҙ кейенде лә өйҙән сығып китте. Китте, тип, бер ҡайҙа ла китмәне: йорт артына сығып, берәр сәғәт самаһы өшөп-ҡатып йөрөгәндән һуң, кире инде. Өс көн ҡабатланды шул хәл. Күршеләре лә шыш-быш килә башланы. Һуңғы ваҡытта Асияның күҙгә күренеп үҙгәреүе уларға ла тынғылыҡ бирмәне. Өсөнсө көндә лә шулай өшөп-ҡатып ҡайтып ингәндә, Самат һаман һораулы ҡараш менән, һелкенмәй ҙә урынында ултыра ине. Асия серле генә йылмайып бер ҡарап алды ла балаларын йоҡларға әҙерләй башланы. Һиҙеп тора бит: ни булған быға тип, ире башындағы шөрөптәрен эшләтә. Балаларҙы йоҡлатып эшен бөтөргәс, душ аҫтында йыуынып сығып, яңы алған матур эске күлдәген кейеп, муйын тирәләренә әҙерәк еҫле май ҙа һибеп, урынына инеп ятты. Баянан бирле һүҙһеҙ генә яңағына таянып уны ире көтөп ята.
– Асия, ни булды һиңә, һин әллә ниндәй серлегә әйләндең әле? Кис сығып юғалыуҙарың мине ҡурҡыта башланы, – тип, юрған аҫтында биленә ҡулын һалып, аҡрын ғына үҙенә тартты.
– Ни-и-ңә, ни булған, яңы эске күлдәк кенә кейҙем бына...

Дауамы бар.

Автор: Айнур Акилов
Читайте нас