...Мәктәптә уҡығанда уҡ Таңсулпан йыш ҡына: «Әсәйем бөгөн дә иҫерек ҡайтмаһа ярар ине», тигән теләк менән йәшәне. Әммә Зөбәйҙәнең, үҙе әйткәнсә, «кәйеф күтәреү өсөн генә әҙерәк төшөрөүе» йышайғандан-йышая барҙы. Сәбәбе лә табылып торҙо. Магазинда эшләгәс, зәм-зәм һыуы ла ҡул аҫтында, эйелеп кенә алырға кәрәк. Ана шулай эйелеп ала торғас, ул үҙ донъяһының яйлап аҫты өҫкә килеүен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Ысынында иһә Зөбәйҙә өсөн был мәхшәр Ҡыуандыҡҡа күскәндән һуң өсөнсө балаһының үлек тыуыуынан башлана биреп ҡуйғайны. (Таңсулпандан алда тыуғаны – тәүгеһе – ауылда йәшәгәндә үк гүр эйәһе булғайны.) Ләкин ире уны был хәүефле аҙымдан һаҡлап алып ҡалды. Эсмәһен өсөн әрһеҙлек тә, әсе теллелек тә күрһәтте ул. Юҡ-юҡ та ҡул да күтәрҙе – ундай саҡтарҙа ҡатын, бала кеүек һыңҡылдап илап, иренең күкрәгенә һыйыныр ҙа ғәфү үтенә башлар ине...
Ни генә тиһәң дә, ул йылдарҙа Зөбәйҙәнең уҡытыусылыҡ иткән ире йортло, ғаиләле тормош менән йәшәргә теләгәндер. Теләген уның Аллаһы Тәғәлә ҡабул итте. Артабан улар матур ғына донъя көттөләр. Донъя ҡуйған һуңғы бала ҡайғыһы ла яйлап онотолдо. Бар йыуаныстары хәҙер Таңсулпан булды – өрмәгән ергә ултыртманылар, һепермәгән урынға аяҡ баҫтырманылар. Бигерәк тә атай кеше ҡыҙын ныҡ иркәләне. Ана шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, ғаилә башлығын райондың халыҡ мәғарифы бүлеге ҡушыуы буйынса Ырымбурға ниндәйҙер семинарға ебәрҙеләр.
Әммә етеш донъяһына, эшенә, ҡыҙына һөйөнөп, ҡатынынан һөйөлөп йәшәгән ир өсөн был хәйерһеҙ сәфәргә әйләнде. Ҡасандыр Орск педагогия институтында бергә уҡыған Наилә исемле һабаҡташын осратып, ул бөтөнләй башын юғалтып ҡайтты ла, мәктәбен, ғаиләһен ташлап, кире Ырымбурға сығып китте.
Иренең аяҙ көндө йәшен йәшнәүенә тиң ҡыланышынан Зөбәйҙә яңынан шешәгә үрелде. Тора-бара инде өйөнә хатта ирҙәр эйәртеп ҡайта башланы. Кухняла үҙҙәренсә мәжлес ҡоралар. Бындай ваҡыттарҙа Таңсулпандың бар донъяға һөрән һалғыһы, тамағы ҡарлыҡҡансы ҡысҡырғыһы килә. Бигерәк тә атаһы ишетһен ине уның тауышын: ҡыҙының тормошон ул боҙҙо! Ҡулынан килһә, тылсымлы көс ярҙамында атаһын кире ҡайтарып, әсәһен эсеүенән туҡтатыр ине. Ҡабаттан бәхетле йәшәрҙәр. Өсәүләшеп паркка, киноға йөрөрҙәр, Һаҡмарҙа һыу инерҙәр. Емеш-еләк тирергә тәбиғәт ҡосағына сығырҙар. Өләсәһе йәшәгән Аҡсура ауылына ла ҡунаҡҡа ҡайтырҙар...
Таңсулпан иһә төндәрен ошондай татлы хыялдар менән йоҡлап китә лә, иртәгеһенә мәктәпкә барғас, үҙ алдына: «Әсәйем бөгөн дә иҫерек ҡайтмаһа ярар ине», – тип уйланып ултыра. Ярай әле Зөбәйҙәнең дауаланып, ярты йыллап эсмәй йөрөгән саҡтары ла була. Бындай көндәрҙә фатир эсенә ҡот ҡунып ҡала. Таңсулпандың үҙе лә атаһы иркәләп һөйгәндәге алсаҡ ҡыҙыҡайға әйләнә.
Әммә тормоштан тарһына башлаған күңеленең ярһыуын баҫыр өсөн Зөбәйҙә йәнә зәм-зәм һыуынан йәм таба. Йәнә эшһеҙ ҡала. Йәнә ике-өсәр көн өйөнә ҡайтмайынса юғалып тора. Һәм, түбән тәгәрәүҙән донъяһының аҫты-өҫкә килгәс, дауаланып, йәнә айыҡ йәшәүгә күсә...
Сираттағы айыҡ йәшәүгә бәйле ваҡиғаларҙың матур боролош алған бер осоронда Зөбәйҙә фатирына ир эйәртеп ҡайтты. «Әллә тағы эскәнме?» – тигән шик-шөбһә менән ҡаршыланы әсәһен Таңсулпан. Хатта ҡулынан китабы төшөп китте. Тышҡа күҙ һирпеп, ул урамға сығып китергә лә самалағайны. Тик әсәһенең теге иргә ҡәҙимгесә һүҙ ҡушыуынан күңеле тынысланды.
– Өҫтөңдә һал да, пакеттан ашамлыҡты кухнялағы өҫтәлгә бушат. Хәҙер сәй эсербеҙ...
Шул арала Зөбәйҙә ҡыҙының янына уҡ килеп: «Үҙем эшләгән магазинға йыйыштырыусы итеп алдылар», – тип ҡыуаныслы шыбырларға ла өлгөрҙө.
– В который раз?
Әсәһенә асыу килгәндә Таңсулпан ни өсөндөр урыҫса һүҙ ҡуша. Был инде күптән килгән ғәҙәт. Шуғалыр ҙа Зөбәйҙә, ҡыҙының һорауын тәбиғи ҡабул итеп, һуҡ бармағын ирендәренә тейҙерҙе: йәнәһе, әкренерәк һөйләш. Тик Таңсулпан был һөйләшеүҙе оҙаҡҡа һуҙырға теләмәне:
– Оставь меня в покое!
Теге ир ишетеп ҡуймаһын тигәндәй Зөбәйҙә кухня яғына ҡарап алды ла, ҡыҙына эйелә биреп, баяғынан да йомшағыраҡ өндәште:
– Ҡыҙым, тексәйеп ултырма, тыңла. Бөгөндән башлап Фуат ағайың беҙҙең менән бергә йәшәр.
Таңсулпан иһә һөйләп бөтөрөргә ирек бирмәне:
– Очередной ухажер?
Мыҫҡыллап әйтелгән бындай һорауға башҡа берәүҙең ысынлап хәтере ҡалыр ине. Ә ҡыҙҙың әсәһе, ғәйеп үҙендә булғас, уны ҡолағына ла элмәне. Ҡулдары менән: «Һинең менән һөйләшеп торған мин иҫәр», – тигән кеүегерәк хәрәкәттәр яһап, ситкә янтайҙы ла, кухнянан теге ирҙе ҡысҡырып саҡырҙы:
– Фуат! Кил әле бында!
Башҡаларҙан әллә ни ҙур айырма күрмәне Таңсулпан әсәһе эйәртеп ҡайтҡан кешенән. Йөҙө генә йыйырсыҡлы. Маңлайында ағара башлаған сәстәре ҡаплаған ҙур ғына яра эҙе лә бар.
– Ҡыҙым ошо була инде, – тине Зөбәйҙә, Фуатҡа боролоп. – Икегеҙҙе таныштырырға теләйем: бөгөндән башлап бергә йәшәй башлайбыҙ...
Һәм бергә йәшәй башланы улар. Үгәй ата былай Таңсулпанды ҡыйырһытманы. Зөбәйҙәгә лә мөғәмәләһе һәйбәт булды. Уныһы, эсеүен ташлағас, шифалы ямғырҙан һуң асылған сәскә кеүек күҙгә күренеп матурайҙы. Эше лә яйға һалынды – яңынан һатыусы итеп күсерҙеләр. Шуғалыр ҙа инде әсәһе менән бергә Фуат ағаһы ла Таңсулпанға яҡыная төштө – уларға ҡыҙыҡай бынан һуң ҡаты бәрелмәҫкә тырышты.
Әммә аяҡ кейеменән бер ҡупҡан үксә төшмәй ҡаламы һуң? Биш ай самаһы һин дә мин йәшәгәс, был йортта ла ыҙғыш сыҡты. Таңсулпан мәктәптән ҡайтып инһә, әсәһе ни өсөндөр Фуат ағаһын өйҙән ҡыуып маташа:
– Тыңларға ла теләмәйем! Сумаҙаныңа әйберҙәреңде тултыр ҙа сығып кит!
– Китәм! Һиңә ҡалған көнөм юҡ!
– Минең һымаҡ ахмаҡ бисә ҡайҙа ла табылыр!
– Шәберәген дә табырбыҙ!..
Тағы ла ниҙер әйтергә теләгән Фуат, Таңсулпанды күреп, ауыҙын асҡан килеш өнһөҙ ҡалды. Үҫмер ҡыҙыҡай алдында әҙәп һаҡлауы шул булды шикелле – кейем-һалымын йыйып сығып киткәнсе, ул башҡаса ирештереп һүҙ ҡыҫтырманы.
– Ниңә, ҡыҙым, беҙ бәхетһеҙ икән?!
Әсәһенең һулҡылдап илауын күреү Таңсулпанға ла еңел түгел. Иртәнсәк кенә ул йәш ҡыҙҙарҙай бөтөрөлөп, оса-ҡуна йөрөй ине. Ә хәҙер донъяға мөлдөрәмә һағыш тулы күҙҙәр менән баға. Нишләргә? Ошондай сетерекле уйҙар теҙмәһендә бер мәл Таңсулпандың: «Эсеп кенә китмәһә ярар ине», – тигән шиге лә яралып, уның үҙен дә ҡапыл һиҫкәндерҙе.
Ҡыҙҙың шиге дөрөҫкә сыҡты: ирһеҙ ҡалыу ҡайғыһын Зөбәйҙә араҡы менән йыуҙы. Айныған арала кемдәндер кәңәш һорағандай бер үк һүҙҙәрҙе йыш ҡабатланы: «Нисек Фуатты кире ҡайтарырға? Ҡайтырмы?» Бер аҙҙан инде кемгәлер үс иткәндәй: «Юҡ, ҡайтмаҫ!» – тип тамаҡ төбө менән кире ҡаға. Өс-дүрт көн шулай ҡылана торғас, ул, бер ҡарарға килеп, кейенеп сығып китте һәм, кисләтеп, Фуатты ҡабат өйөнә эйәртеп алып ҡайтты.
Ун өсөнсө йәше менән барған Таңсулпан был хәлгә үҙенсә ауыҙ йырҙы:
– У вас любовь, что ли?
– Не твое дело!
Фуаттың йортҡа ҡайтыуынан йөҙөндә ҡояш уйнаһа ла, Зөбәйҙә ҡыҙына таҫма телләнеп торманы. Хәйер, ни тип кенә аҡлана ала инде? Күңеленең ете ят йоҙаҡ менән бикләнгән төбөндә ниндәй генә серҙәре һаҡланмай уның. Һәр береһе үҙ ваҡытында бәғерен аҙ телгеләмәгән – яралары әле лә сәнскеләп ҡуя. Шуларҙың дауаһын ул, бәлки, Фуат мөхәббәтенән алырға теләйҙер – уныһын ҡайҙан белһен Таңсулпан.
Белмәһә лә, әсәһен өйҙәштән көнләгән саҡтары ла булғылай йәш ҡыҙҙың. Әммә уны – Фуат ағаһын – йыраҡ та ебәргеһе килмәй. Үҙенән бигерәк әсәһенә кәрәк ул. Әйҙә, йәшәй бирһендәр.
Зөбәйҙәнең үҙе лә шулай йәшәргә теләй. Эшенә барып, Фуатты эҙләп йөрөүе лә юҡҡа түгел. Был йәһәттән бөтәһе лә уңай килеп торҙо. Саҡырған кешеһе һүҙен йыҡманы – ҡайтты. Бер аҙна эшләп, бер аҙна ял иткәнгә күрә, әле ул ялда ине. Шуға ла эскәнен фашлап өлгөрмәне – магазиндағылар хатта белмәй ҙә ҡалды.
Нисек сығып китһә, шулай ҡайтып ингән Фуат та сабатаһын түргә элеп маташманы. Ҡабаттан бер ни булмағандай тыныс ҡына йәшәп алды ла китте. Шатлыҡтың – үкенескә, рәхәттең михнәткә әүерелмәгәне өсөн Зөбәйҙә лә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыны. Егет ҡарашынан ҡыҙарырлыҡ йәшкә етеп барған Таңсулпан да, тышҡа сығарып бармаһа ла, эстән ҡыуаныс кисерҙе. Иң мөһиме – ул әле әсәһенең эсеү-эсмәүе үгәй атаға ныҡ бәйле икәнен яҡшы аңлай.
Тора-бара ҡыҙыҡай Фуат ағаһын күңелендә изгелек орлоғо йөрөткән кеше кеүек күреп, уның менән иркен һөйләшә башланы. Ана бөгөн дә ул үҙен күптән ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирергә баҙнат итте:
– Күкрәгеңдәге, арҡаңдағы татуировканы – аждаһаларҙы һыйпап ҡарарға яраймы?
Әле генә эштән ҡайтып, ваннала йыуынып сыҡҡан Фуат иһә һорауға һорау менән яуап бирҙе:
– Ҡурҡмаҫһыңмы?
– Тешләшмәҫтәр әле. Улар – төрмә иҫтәлегеме?
– Тимәк, мин төрмәлә ултырғанмы?
– Белмәйем.
– Ә ни өсөн төрмәлә төшөргәндәр тип уйлайһың?
– Телевизорҙа күргәнем бар.
Таңсулпандың теләгенә үгәй ата ҡаршы килмәне. Ләкин ҡыҙыҡай ҡулдарының тәненә һаҡ ҡына тейеүенән ул ҡапыл тертләп китте. Йөрәге лә күкрәк ситлегенән сығып осор һымаҡ. Кәүҙәһе буйлап йүгергән осҡон аяғына тиклем төштө лә, ҡабат юғары күтәрелеп, йөҙөнә ҡыҙыл төҫ булып ҡунды. «Был ни хәл?» тип ихлас аптыраған Фуат, ошо ҡыҙыл төҫтөң әле ялҡын ише ҡыҙҙырыуын тойоп, үҙе лә уттай ҡабыныр сиккә етте. Тоҡанып китеүҙән һаҡланырға теләгәндәй, ул йәһәт кенә Таңсулпанды ҡосаҡланы ла, түңәрәкләп әйләндергәндән һуң, иңбашынан иркәләп һөйөргә тотондо.
– Был нишләүең, ағай, ебәр мине!
Шулай ҙа үгәй атаның ҡыланышына ҡыҙыҡай әллә ни иғтибар бирмәне. Бынан һуң да ҡосаҡлап, иңбашынан иркәләп һөйөр сәбәптәр сығып торҙо. Ундай саҡтарҙа ул Таңсулпанды тәүҙә сәстәренән үпһә, бер аҙҙан инде маңлайына үрелергә лә тартынманы. Ә хәҙер уға битенә ирен тейҙереү ҙә бер ни тормай. Быуа йырылды, тимәк. Фуат иһә ҡасан ғына ҡыҙыҡайҙы өркөтөүҙән ҡурҡып, гел тыйылып килде, һүҙ ҡушыу түгел, йөҙөнә күтәрелеп ҡарарға уңайһыҙланды.
Мөнәсәбәттәр ошолай үҙ-ара тәрәнәйә барғанда, ул Таңсулпандың асыуын килтергән аҙым яһап, ҡойроғон бер аҙ ҡыҫып та йөрөнө. Асыуланырлығы ла бар ине шул. Шәрә килеш ваннала йыуынып ултырғанда ир кеше, ишекте асып, йылмайып ҡарап торһон әле. Үгәй атаһы тап шулай эшләне лә. Унан бындай башбаштаҡлыҡ көтмәгән ҡыҙыҡайға: «Как Вам не стыдно! Закройте дверь!» – тип ярһып ҡысҡырыуҙан башҡа әмәл ҡалманы.
– Һабаҡ булһын! Келәне элергә кәрәк!
Үҙенсә шулай аҡланды Фуат. Ә башында төптө бүтән уй: «Йәш тән – йәш тән инде, күҙе бар һәр ирҙең теләген көсәйтер. Әҙәм аңлар телгә күсерһәң, хатта теш араһынан ҡыҫып сығарырға ярамай. Ә инде сығарһаң, көҙгө таңда төшкән ҡырау ише һуғып һарғайтыр. Ярай әле ер йөҙөндә ҡояшты ла көнләштерерлек итеп йылмайған ҡараштар бар. Улар булмаһа, ҡырау һуҡҡан күңелдәрҙә күпме ҡыҫыр һөйөү яралыр ине».
Ә Таңсулпан иһә, атаһы ташлап китһә лә, ҡыҫыр һөйөү балаһы түгел. Хәҙер инде уға – тиҫтерҙәренән һомғол буй-һыны, сәскәләй алһыу йөҙө, аҡҡоштай муйыны менән айырылған ҡыҙыҡайға – бергә уҡыған үҫмер егеттәр ҙә күҙ ата. Араларында иң әрһеҙе, моғайын, Саматтыр. Һис кенә лә артынан ҡалмай инде. Ана бөгөн дә ул синыфташын дәрестән һуң өйөнә тиклем оҙатып килде лә, хушлашҡанда, ирененән үбергә ынтылды. Таңсулпан тайпылманы. Ҡайнар тындың битен бешереүенән уға рәхәт ине. Әммә өҫкө ҡаттан ишетелгән аяҡ тауыштары уларға ҡараңғы подъезда ҡосаҡлашҡан килеш оҙаҡ торорға ирек бирмәне.
Ҡанатланып ҡайтып инде ҡыҙыҡай йортҡа. Ҡапҡылап алғандан һуң ғәҙәттә дәрес әҙерләргә ултыра ине. Был юлы ул ашығып барманы – музыка уйнатып, көҙгө алдында байтаҡ ҡына һығылды ла, ҡулдары менән тубырсыҡтай тирткән түштәрен һыйпай-һыйпай, диванға килеп ауҙы. Хыялланып ята торғас, йоҡлап та китте шикелле, һәр хәлдә Таңсулпан әле үҙе менән булған татлы кисереште аңларлыҡ хәлдә түгел. Уны Самат һаман да иркәләп: «Мин һине яратам, яратам!» – тигән сихри һүҙҙәр менән наҙлай, күҙ яуын алыр сәскәләр бәйләме бүләк итә, бала урынына күтәреп, талғын көй ыңғайына һәлмәк кенә әйләнә. Шатлығынан шашып көлгән ҡыҙыҡай үҙе лә ирененән тәмле итеп үпкән Саматҡа нығыраҡ һыйынып: «Мин дә һине яратам!» – тип уға көс-ҡеүәт бирә.
Рәхәтлектән иҙрәгән Таңсулпан бер мәл күҙҙәрен асһа, уны Самат түгел, Фуат ағаһы үбеп иркәләй икән! Ҡай арала эштән ҡайтып ингән дә, сисенеп, һиҙҙермәй генә янына килеп ятҡан. Шулай уҡ ҡаты йоҡлағанмы ни?! Секунд эсендә тыуған ошо уйы ҡыҙыҡайҙы аптыратып та ҡуйҙы. Ләкин ваҡыт тар, тиҙерәк тороп китергә кәрәк. «Пусти!» – тип тартышҡан арала уға үгәй ата бер үк һүҙҙәрҙе тылҡыны:
– Бирел, бирелһәң, мин һине бәхетле итермен. Әле һин бәхеттең ни икәнен татымағанһың. Аҡса йәлләмәм. Матур кейенерһең. Хатта әхирәттәрең көнләшер.
Асыуы эсенә һыймаған Таңсулпан иһә һаман да: «Пусти, пусти!» – тип дивандан тиҙерәк тороп китеү өсөн айҡаша.
– Ниңә тыпырсынаһың? Аңла, иҫәр, хәҙер бит ҡыҙ булып йөрөү модала түгел.
– Пусти, маме скажу!
– Ул барыбер ышанмаясаҡ.
– Тогда в милицию сообщу.
«Милиция» һүҙе Фуатты һағайтты шикелле. Йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу сағылдырып, ул Таңсулпанды ҡосағынан ысҡындырҙы. Ҡыҙыҡай иһә уҡтай атылып торҙо ла, ирененә һаҫыҡ ауыҙ тейеүҙән уҡшый башлағанға, ваннаға кереп бикләнде.
Һуңынан инде уға: «Әллә ысынлап та әсәйгә әйтергәме?» – тигән һорау тынғы бирмәне. Әгәр ҙә әйтһә, әсәһе өйҙәшен теге ваҡыттағыса йәһәт ҡыуып сығарасаҡ – уныһына шикләнмәй ҡыҙыҡай. Әммә йөрәген шомло һыҙланыу менән ҡыҫылырға мәжбүр иткән икенсе уйы ла бар: әсәһе, ирһеҙ ҡалғас, ҡабаттан эскегә һалышып китмәҫме? Шулай була ҡалһа, яңы рәткә һалынған донъяның тағы ла селпәрәмә килеүен көт тә тор. Юҡ, быға юл ҡуйырға ярамай. Нисек тә түҙергә кәрәк. Тора-бара, бәлки, Фуат ағаһы ла, үҙ хатаһын аңлап, уға башҡаса ҡул һонмаҫ.
Ана шундай икеләнеү-борсолоуҙар менән Таңсулпан үгәй атаның был ҡыланышын да ғауғаһыҙ ғына үткәреп ебәрҙе. Өйҙәге тормош шуға артабан да элеккесә дауам итте. Бергә йәшәгәс, үҙ-ара һүҙ ҡушырға ла тура килә. Бындай мәлдәрҙә ҡыҙыҡай уның йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырыша. Шуны һиҙепме, әсәһе Зөбәйҙә лә бер көн уға: «Ағайыңдан ситләштең, әллә эреләндең», – тип төрттөрөп ҡуйҙы. Таңсулпан иһә, яһалма көлөп, шаяртып яуап ҡайтарҙы: «Эре картуф ашап эреләндем шул».
Шулай ҙа ҡыҙыҡай күңеленә оялаған шик-шөбһә ваҡыты менән ҡырмыҫҡа иләүеләй юҡҡа ғына мыжғып алмаған икән. Бер ай самаһы үтеүгә Фуат ағаһының бәйләнеүе тағы ла ҡабатланды. Йәкшәмбе көн ине. Әсәһенең эш аҙнаһы – өйҙә юҡ. Мәктәпкә барырға булмағас, Таңсулпан йоҡоһонан уянһа ла, торорға иренеп ята бирҙе. Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары йәненә рәхәтлек өҫтәй. Күҙҙәрен йомһа, синыфташы Саматҡа бәйле әрһеҙ уйҙары, ошо рәхәтлекте ишәйтеп баш бирмәгән яҡҡа алып сыға ла китә. Әммә ул, ҡаты ишек шаҡыуҙан һиҫкәнеп, карауаттан тороп ултырғанын да һиҙмәй ҡалды.
– Таңсулпан, барып киләһе ерем бар, сығам, ишекте биклә!
Өҫтөнә халатын кейеп ҡыҙыҡай ишекте барып асты ла шаҡ ҡатты: үгәй ата бер ҡайҙа ла китергә йыйынмаған, ҡаршыһында күлдәксән тора. Күҙҙәре уйнап, ауыҙы йырылыуға ҡарағанда, ул алдашҡанға оҡшай.
– Үҙеңде һағынып киттем... Яратҡым килә...
Һүҙҙәрен дә әйтеп бөтмәҫтән Фуат уны ҡосаҡлап алды ла: «Барыбер минеке буласаҡһың!» – тип һөйләнә-һөйләнә карауатына һөйрәне.
– Не трогай меня! Уходи! – Кәүҙәһенә күрә тартҡылашып ҡаршылыҡ күрһәткән ҡыҙыҡай тауышы асыулы яңғыраны.
– Үҙең сисенәһеңме, әллә сисендерәйемме?
– Уходи, а то закричу!
– Ҡыскырыуыңдан ни файҙа?! Риза булып сисен дә, бергәләп ятайыҡ.
– Теперь я уж точно сообщу в милицию!
Шул саҡ тышҡы ишектә звонок шылтырамаһа, был айҡашыуҙың ни менән тамамланыуын Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Һәр хәлдә йәш тәнде татырға теләгән әзмәүер иргә үҫмер ҡыҙҙың көсө ҡайҙан етһен инде. Шулай ҙа унда ололарға хас тотанаҡлыҡ бар: ялбарып, күҙ йәштәренә ирек бирмәне. Бер мәл хатта өҫтәлдәге үтекте эләктереп, һуғырға ла самалап ҡарағайны, көс нисбәте тигеҙ булмағас, ниәтенә ирешә алманы. Әммә үгәй ата ҡулдарынан ысҡыныу менән ул: «Это, наверное, Самат, я ему все расскажу!» – тип атлығып ишеккә ынтылғайны ла тегеһе, киҙәнгән ыңғайға елтерәтеп, кире карауатына ултыртты.
– Өнөң сыҡмаһын!
– Силой меня не запугаешь! Милиция тебе прижмет хвост!
Аяҡ осона баҫып залға йүнәлгән ағаһын ҡыҙыҡай ошондай һүҙҙәр менән оҙатты. Бер аҙҙан унда: «Әллә ысынлап та милицияға хәбәр итергәме?» – тигән һорау яңынан тыуҙы. Әйтһә, ҡулға алырҙар, хөкөм итерҙәр. Ә әсәһе? Аҡылы бит уны: «Яңғыҙ ҡалһа, яңынан эскелеккә бәйләнер», – тип ҡурҡыта. Нишләргә һуң? Самат эргәһенә урамға сыҡҡанда ла ошо һорау ҡыҙыҡай артынан тотам да ҡалмай эйәреп йөрөнө.