6
Мунсанан сыҡҡас, Йәнбикә һалҡын сәй эсеп алды ла яҫтығына барып ятты. Әсәһе:
– Әйҙә, ҡыҙым, сәй ҡайнаны, кил, – тип саҡырһа ла, торманы.
– Һуңыраҡ, әсәй, һуңыраҡ, – тип юрғанына төрөнә биреп ятты. Йоҡлар өсөн түгел, үҙенең үткән тормошон, студент йылдарын уйланы. Һуңғы көндәрҙә практикала булған сағын йыш иҫкә ала. Ул көндәр күңелендә иң матур мәл булып һаҡлана.
Ни өсөн ул бөгөн бер үҙе? Егеттәр ҡараманы түгел – ҡараны бит. Практикала булған саҡта ике егет үҙенең дуҫлашырға теләүен белдерҙе. Ярамаҫлыҡ түгелдәр ине. Шул йылдар күҙ алдына килде.
Йәнбикә үҙҙәренең колхозына түгел, башҡа районға ебәреүҙәрен һораны. Гөлназ исемле ҡыҙ менән уны йыраҡ райондарҙың береһенә, артта ҡалған колхозға билдәләнеләр.
Автобус район үҙәгенә саҡлы барҙы, ә колхозға барырға утыҙ саҡрым бар. Ҡыҙҙар аптырап ҡалды. Етмәһә, алмаш кейемдәр тултырылған сумаҙандары ла бар.
– Утыҙ саҡрымды йәйәүләп бара алмайбыҙ инде, ауыл хужалығы бүлегенә инәйек, – тине Гөлназ.
– Ысынлап та, – тип килеште Йәнбикә.
Ауыл хужалығы етәксеһе ҡыҙҙарҙы йылмайып ҡаршы алды. Уларҙы тыңлағандан һуң.
– Тимәк, һеҙгә “Таң” колхозына барырға инде, – тип башын тырнап торҙо. Шунан телефондан шылтырата башланы.
– Лоҡман Рамазанович, һеҙгә “Таң” колхозынан килеүсе юҡмы? Шулаймы, бик яҡшы. Миндә ике сибәр ҡыҙ бар, практикаға килгәндәр, бухгалтерҙар. Көтәбеҙ. – Телефонды һалғас, ҡыҙҙарға ҡарап: – Машина була, һеҙ барасаҡ колхоздың председателе бында икән, кереп аласаҡ. – Шунан ҡыҙҙарҙың ҡайһы райондан икәндәрен һорашты. Ул райондарҙа булғанын әйтте.
Колхоз рәйесе оҙаҡ көттөрмәне, ҡыҙҙарҙы кереп алды. Уларҙы УАЗ машинаһы көтөп тора ине. Шофер егет машинаның артҡы ултырғысына ултырған ҡыҙҙарға көҙгөнән ҡарап-ҡарап алды. Етәксе быны күреп:
– Бына һиңә практикант ҡыҙҙар, береһен һайлап алырһың. Исмаһам, юғары белемле бер бухгалтер булыр, – тине ул шоферына шаяртып төртөп алып.
– Юлдыбай Харисович, шаяртмағыҙ әле, минең ҡыҙым бар, – тине, ә үҙе ҡып-ҡыҙыл булды.
– Йәш саҡта ҡыҙҙар күп була инде ул, ә ҡыҙҙарҙың егеттәре… – тине лә Юлдыбай Харисович, ҡыҙҙарға ҡараны.
– Беҙҙең икебеҙҙең дә егет юҡ, – тип ҡыҙҙар йылмайҙы.
– Был етешһеҙлекте төҙәтергә кәрәк. Йәш саҡта ла йөрөп ҡалмағас, бына минең йәшкә еткәс, һуң була.
Йәнбикә уйға сумды. Студент йылдарын бер үҙе үткәрҙе. Егете булмағас, кино-театрға, күңел асыуҙарға йөрөмәне. Был ағай дөрөҫ әйтә тип, уйлап ҡуйҙы. Тегеләй ярамай, былай ярамай тип башына инеп ултырған уй, ҡараш уны насар юлға төшөүҙән һаҡлаһа ла, яҡшыларынан да мәхрүм итте. Студенттар араһында төрлө хәлдәр булды: бала тапҡаны ла, көнө-төнө егеттәр менән йөрөгәне лә, араҡы эскәне лә. Бер нисәһен институттан да ҡыуҙылар. Ә Йәнбикә иң яҡшы уҡыған студенттарҙың береһе булды. Йыл һайын курс аҙағында декан үҙ ҡулдары менән уға “Рәхмәт ҡағыҙы” тапшырҙы. Уның өсөн шатланыусылар ҙа, көнләшеүселәр ҙә булды. Атаһы колхоз рәйеселер, шуға маҡтайҙар, тигән һүҙ ҙә тараттылар. Береһе лә атаһының механизатор, әсәһенең һауынсы икәнен белмәне, шикелле. Йәнбикә үҙе лә әйтергә ашыҡманы.
Райондан йыраҡлашҡан һайын юлдар насарайҙы. Машина тегеләй-былай уйнаҡланы. Юлдыбай Харисович аҡланғандай итеп:
– Юлдарға ҡул етешмәй тора, колхоздың уға аҡсаһы юҡ. Колхоз биләмәһенә ҡараған юлдарҙы ҡарарға тырышабыҙ, ә был юл барыбыҙҙыҡы ла, шуға шундай хәлдә. Алдағы йылдарҙа әйбәтләнер, асфальт йәйергә сиратта тора. Так что ҡыҙҙар, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, юл булыр.
– Ошо юлдарҙа ғына машина ватыла, ваҡытһыҙ, – тип ҡуйҙы шофер егет.
– Беҙгә юл мөһим түгел, бына тигән егеттәрегеҙ булһа, йәшәргә фатир бирһәгеҙ, – тине Гөлназ уйыны-ысыны бергә.
– Эшен табырбыҙ, фатирын бер аҙ көтөргә тура килә инде. Килгән белгестәргә өй һалырға тип өс бура ҡайтарттыҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, беҙҙең колхозды район үҙәгенән дә, ҡаланан да алыҫ урынлашҡан тип белгестәр килергә ашығып бармай. Ну, заман үҙгәрә, был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ.
Колхоз рәйесе һөйләшергә яратыусы кеше булып сыҡты, шуға утыҙ саҡрым араны үткәнен дә һиҙмәй ҡалдылар. Ауылға инеп бер аҙ барғас, һалам башлы йортто күреп ҡыҙҙар аптырап ҡалды. Ҡыҙҙарҙың башына, бына ни өсөн белгестәр килмәй, фәҡирлек күҙгә бәрелеп тора, тигән уй килде. Гөлназ түҙмәне:
– Юлдыбай Харисович, был һалам башлы йортта музеймы? – тип һораны.
– Шулай тип әйтһәң дә була. Унда йөҙ йәшкә етеп барған инәй йәшәй, бер нисек тә уны килештереп булмай. Йортоноң түбәһен ябырға тип шифер ҡайтарттыҡ. “Мин үлгәнсе йортома ҡағылаһы булмаһыҙ. Улымдың иҫтәлеге” тип эшселәрҙе ҡыуып сығарған. “Инәй, йортоң ауылды йәмһеҙләп тора, һалам башлы йорттар хәҙер юҡ, әйҙә матурлайыҡ” тип үҙем дә әйтеп ҡараным. “Юлдыбай улым, уйың яҡшынан икәнен беләм, үлгәнемде көтөгөҙ инде” тине.
Әсмә әбейҙең берҙән-бер улы Аҙнағол был йортто һуғышҡа саҡлы һалған. 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалған. “Үлгән тигән хәбәре юҡ, тимәк, ул иҫән, улымды көтәм. Ҡайтып инһә, йортто ник үҙгәрттегеҙ тиһә, нимә тиермен?” ти. Бына нисә йыл инде көтә лә көтә.
– Башҡа балалары юҡмы ни? – тип һораны Йәнбикә.
– Юҡ шул. Ире 1929 йылда, яҙғы ташҡында, утындан ҡайтҡанда, батып үлгән. Улын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән, башҡа кейәүгә сыҡмаған. Колхозда эшләгән дә эшләгән. Етмәһә, улы ла һуғыштан ҡайтмаған.
Ауыл янынан кескәй йылға аға, яҙын ул таша, уҫаллаша. Ҡар күп булған йылдарҙа, тауҙан төшкән һыуҙан йылға ярынан сығып ауылға килеп етә. Ҡыҫҡараҡ һөйләгәндә, тарих шундайыраҡ.
Машина “Таң” колхозы идараһы тип яҙылған бина янына килеп туҡтаны.
– Урал, ҡыҙҙарҙы Вазиха апайыңа алып барып урынлаштыр, мин әйтте тиерһең. Ҡаршы килмәҫ. Был беҙҙең колхоз идараһы, иртәгә шунда килерһегеҙ. Һау булығыҙ, ҡыҙҙар, – тип Юлдыбай Харисович машинанан төштө.
– Рәхмәт һеҙгә, Юлдыбай ағай, – тип ҡыҙҙар бер тауыштан һаубуллашты.
Машина байтаҡ ҡына барғас, ауыл ситендәге бер йорт ҡаршында туҡтаны.
– Был йорт фатирығыҙ була, әйҙәгеҙ, – тине шофер егет. Ҡыҙҙарҙың сумаҙандарын алып, алдан атланы. Ҡыҙҙар егет артынан эйәрҙе.
– Вазиха апай, бына һиңә ҡыҙҙар, ҡабул ит. Практиканттар. Юлдыбай Харисович һиңә индерергә ҡушты.
– Ҡалай һәйбәт, рәхмәт инде Юлдыбайға. Бер үҙемә бик күңелһеҙ ине. Әйҙәгеҙ, инегеҙ, – тине йорт хужабикәһе ирҙәрҙекенә оҡшаған ҡалын тауыш менән.
Оҙон буйлы, ҡара йөҙлө, оҙонса битле, ҡалын тауышлы ҡатынды күреп ҡыҙҙар бер тын аптырап ҡалдылар. Был ҡатын рәссам Лотфуллиндың “Өс ҡатын” картинаһын хәтерләтте. Йәнбикә музейҙа ул картинаны күргәс, бындай ҡатындар буламы ни, шаштырған, тип уйлап ҡуйғайыны. Ысынлап та бар икән. Үҙҙәренең районында ваҡ һөйәкле, ҡыҫҡараҡ буйлы халыҡ йәшәгәс, Башҡортостандың бөтә халҡы шулайҙыр тип уйлап йөрөй ине.
Йортҡа ингәс, ҡыҙҙарҙың танауҙарына ниндәйҙер ят еҫ килеп бәрелде. Йәнбикә ике бармағы менән танауын ҡапланы. Йорт артыҡ ҙур түгел, тик ни өсөндөр кеше йәшәр өсөн һалынмаған кеүек тойола. Иҙәндәр ныҡлап нығытылмаған, таҡта аралары ярыҡлы, бүрәнәләрҙең ҡабыҡтары ла тороп-тороп ҡалған.
– Был карауат һеҙҙеке булыр, урынлашығыҙ, – тине йорт хужабикәһе, аптырап торған ҡыҙҙарға. – Йортто күреп ғәжәпләнеп тораһығыҙмы? Ниндәй еҫ килә икән тип ғәжәпләнмәгеҙ, был элекке бригад йорто, тәмәке еҫе һеңеп бөткән. Мин өйрәндем инде. Һеҙ ҙә өйрәнерһегеҙ. Үҙебеҙҙеке янғас, колхоз ошоно бирҙе. Рәхмәт инде Юлдыбай ҡустыға. Бер әйберһеҙ ҡалдыҡ бит. Йорт һалырға рәт юҡ. Улымдың институтҡа уҡырға ингән йылы ине. Ирем бер ваҡытта ла булманы тиһәң дә була. Өйләнешеп өс ай ғына йәшәп ҡалдыҡ. Башҡаға китте. Бәй, нишләп һүҙ менән туйҙырып торам әле, ашым бешкән, йылытып алайым. Ҡатын ашығып кухняға инеп китте. Кухня тигәне ДВП менән бүленеп алынған бәләкәй генә бүлмә.
Йорт эсе артыҡ тәртипһеҙ булмаһа ла, зауыҡ менән йыйыштырылмаған. Йортта бөхтәлек булмау, хужабикәнең үҙ-үҙен тотошо ҡыҙҙарға оҡшап етмәне.
Вазиха ҡыҙҙарға эштән ҡайтыуға ашарға бешереп торҙо. Ләкин уның көн дә ҡыҙмаса булып тороуы ҡыҙҙарға бөтөнләй оҡшаманы. Ул бешергән ризыҡты ашарға шикләнделәр. Етмәһә, Йәнбикәнең тәҙрә тупһаһына ҡуйылған ҡул сәғәте юҡ булды. Сәғәтен ул йәй көнө колхозға эшкә сығып эшләгән аҡсаға һатып алғайыны. Сәғәте юғалғанға ныҡ хафаланды. Хужабикәгә әйтмәй булдыра алманы. Уныһы бер ҙә аптырамай:
– Ярыҡтан баҙға төшкәндер. Улым ҡайтҡас, алып бирер, – тине.
Барын да уйлап ҡыҙҙар башҡа фатирға күсергә теләнеләр. Бер аҙнанан һуң бухгалтерияла эшләгәндәрҙән белешеп, колхоз идараһына яҡын ғына йәшәгән әбей менән бабайға күсергә булдылар.
Ҡыҙҙарҙың күсергә йыйынғандарын күреп Вазиха асыуланды, аҡырҙы:
– Мин һеҙҙе йүнле генә ҡыҙҙар тип торһам, әҙәм әшәкеһе булып сыҡтығыҙ. Мине рисвай итеп, ауыл халҡы алдында мыҫҡыл итеп, ташлап китәһегеҙме? Былай ҙа халыҡ миңә ҡырын ҡарай. Эсәм шул, эсәм... Бәхетем булманы... Йәшәүем барып сыҡманы...
– Вазиха апай, беҙгә асыуланма. Һеҙҙән йөрөү йыраҡ, шуның өсөн генә яҡынға күсәбеҙ. Бер көн буранда саҡ аҙашманыҡ. Ауылды сығып киткәнбеҙ, – тине Йәнбикә Вазиха апаһын йәлләп.
– Улың ҡайтып инһә, йоҡларға урын юҡ, уңайһыҙ булыр, – тине Гөлназ.
– Дуҫына барыр, берҙә булмаһа иҙәнгә ятыр...
...– Ҡыҙым, Йәнбикә, кил әле. – Әсәһенең тауышын ишетеп, уйҙарынан арынып яҫтығынан һикереп торҙо Йәнбикә.
– Нимә булды, әсәй? – тине бүлмәһенә инеп.
– Башым әйләнеп тора, күҙемә тулҡындар күренә. Давление күтәрелмәнеме икән? Үлсәп кенә ҡара әле.
Әсәһенең мунсанан һуң, ысынлап та, ҡан баҫымы юғары ине. Дарыу эсерҙе.
– Әсәй, мунсаны эҫе итеп инәһең, һиңә ярамай бит.
– Улай булмай торғайны, күрәһең, көн боҙолалыр.
Әсәһенең ҡан баҫымы төшөп, нормалашҡас, Йәнбикә йәнә яҫтығына килеп ятты ла практикала булғанын, өҙөлгән урындан, уйы менән дауам итте...
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.