Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Тамьян-Ҡатай кантоны Исмаҡай ауылында тыуған. 15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша (1942—1945). ШМАС (школа младших авиационных специалистов), йәғни кесе авиация белгестәре мәктәбен тамамлай.
КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбендә уҡый (1954). 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында инструктор, унан бүлек мөдире була. 1947 йылда 1-се секретарь итеп һайлана.
1949 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында, унан һуң 1952 йылға тиклем «Башзолото» тресында сәйәси бүлек етәксеһе урынбаҫары була.
1954 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына инструктор итеп күсерелә.
1956 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай.
1960 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
1963—1969 йылдарҙа БАССР Эске эштәр министрлығында бүлек етәксеһе була[1].
40-сы йылдарҙың икенсе яртыһында башлап әҫәрҙәре баҫыла башлай. Беренсе хикәйәләре старателдәр тураһында була.
«Бөртөкләп йыйыла алтын» (1966), «Аҡман-тоҡман» (1971), «Йәшенле йәй» (1975), «Юрғашты» (1980), «Руда» (1982) романдарын эсенә алған пенталогияһы алтын эҙләүсе старателдар тураһында. Башҡортостанда алтын эҙләү тарихына, алтын табыу сәнәғәте формалашыу тарихына арнала.
Тәүге өс роман нигеҙендә 4-сериялы нәфис фильм төшөрөлгән (1979 йылда, режиссеры Абдразаҡов Асҡар Әмир улы, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты).
Оло әҙиптең 70 йәшлек юбилейында райондашы шағир Гүзәл Ситдиҡованың ҡотлау сығышы
Яңыбай Хамматов ғүмеренең аҙағына тиклем тыуған яғы менән бәйләнешен өҙмәй. Ҡайтып йөрөргә мөмкинлеге ҡалмағас та, райондың "Урал" гәзитен даими алдырып, яҙышып тора. Гәзит башҡортса ғына сыға башлағас, ул әҫәрҙәренән өҙөктәр ебәреп баҫтыра, шуның менән уны уҡымлы итеүгә өлөш индерә. Ҡатайҙарҙың йыйынына ла ҡайта.
Оло әҙиптең 70 йәшлек юбилейын районда ҙурлап үткәрҙеләр.
Тыуған ауылында уға арналған музей ҙа бар. Районда арҙаҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштереү маҡсатында күп эштәр эшләнә. Ҡаланың 22-се гимназияһына Яңыбай Хамматов исеме бирелгән. Белорет районы Советы президиумы ҡарары менән проза ѳлкәһендә актив эшләүселәргә Яңыбай Хамматов исемендәге премия булдырылған. “Яңыбай Хамматов һабаҡтары”н үткәреү ҙә яҡшы йолаға әйләнгән[2].