

XVI
Тәүге ҡырпаҡ ҡар яуған һалҡын бер көндө уҡытыусы апай беҙҙе, балаларҙы, сафҡа теҙҙе.
– Балалар, Бөйөк Октябрь байрамына бер аҙна самаһы ғына ваҡыт ҡалды. Шул оло байрамға әҙерлек уңайы менән һеҙҙе пионерға алырға булдыҡ. Теләйһегеҙме?
Пионер сафына алыныуҙың ни икәнен белмәһәк тә, кемуҙарҙан ҡысҡырыштыҡ:
– Теләйбеҙ!
– Бик теләйбеҙ, апай!..
Белорет-Иҙелбашы ҡалаһында өс айлыҡ курс тамамлап, уҡыу йылы башланырҙан алда ғына Исмаҡай ауылына килгән Асҡарова фамилиялы йәп-йәш кенә апай ҡәнәғәт йылмайҙы. Һәр ҡайһыбыҙҙың муйынына ҡыҙыл галстук урап бәйләне лә:
– Ошо минуттан башлап һеҙ пионер булдығыҙ, – тип тәбрикләп, бер үк һүҙҙәрҙе мейебеҙгә һеңдергәндәй итеп ҡат-ҡат ныҡыны: – Пионерға ҡыҙыл галстук комсомолға алмашсы булған өсөн тағыла. Ҡыҙыл галстуктың ҡыҫҡа осо пионер булыуҙы, оҙонорағы комсомол булыуҙы аңлата, арттағыһы, елкәгеҙ тәңгәлендәге – уларҙың партияға алмашсы булыу билдәһе. Тамаҡ тәңгәлендә ҡуша бәйләнгән галстуктың төйөнө – һәммәһен бергә тоташтырыусы берҙәм ойошма көсө... Хәҙер аңлашыламы?
– Аңлашыла, – тип ғауғалаштыҡ, үҙебеҙ бер ни төшөнмәһәк тә.
Уҡытыусы апай ҙа, беҙ ҙә сикһеҙ шат инек.
Бөйөк Октябрь байрамы көнө алдынан ауыл халҡы клубҡа йыйылырға, докладтан аҙаҡ пионерҙар ҙа үҙ һөнәрҙәрен күрһәтергә тейеш икәнлеген аңлатҡас, уҡытыусы апай һәр ҡайһыбыҙға берәр шиғыр ятларға ҡушты. Берәүҙәр «Буран да буран», икенселәре «Дамбыр-домбор», ә мин «Ҡулға – ҡул» тигән ҡыҫҡа ғына шиғырҙы сәхнәгә сығып һөйләргә тейеш инек.
Пионерға алыныуыма, һабаҡташтарым менән бергә күмәк кешеләр алдына сығып шиғыр уҡыясағыма ҡыуанып, мин ғорур ҡайттым. Ләкин ул йылдарҙа ҡыҙыл сепрәк иң яман гонаһ һаналғанлыҡтан, атайыма галстугымды күрһәтеүҙән ҡурҡтым. Күңелемә һыймай, тетрәткес уй-хистәрем урғылып сығарҙай хәлгә етеүен һиҙгән атайым ғәжәпләнде:
– Нимә булды һиңә бөгөн?
– Ниңә?
– Күҙҙәрең бик аландай. Берәйһе ашамлыҡ бирҙеме әллә?
– Бирмәне... – Пионерға алыныуымды әйтеүҙән көскә тыйылып, тештәремде ҡыҫтым.
– Бирмәгәс, нимәгә ҡыуанаһың?
– Уҡытыусы апай байрам көнөнә шиғыр ятларға ҡушты.
– Ал-йот, тапҡан нимәгә ҡыуанырға! – Әллә ни ишетермен тип көткән атайымдың йөҙө үҙгәрҙе.
– Үктәбер байрамы ваҡытында кешеләргә һөйләйәсәк шиғырымды уҡып ишеттерәйемме? – тип һораным, атайымдың күңелен табырға тырышып.
– Теләһәң ни эшлә, – тине ул теләр-теләмәҫ кенә.
Иҙән уртаһына сығып баҫтым да, уҡытыусы апайға оҡшатырға тырышып, үҙемә ятларға ҡушылған шиғырҙы уҡып ишеттерҙем:
Октябрәттән – пионер,
Пионерҙан – комсомол,
Комсомолдан – партия,
Ныҡ бәйләнгән ҡулға-ҡул.
Атайым аптыраны, эшенән бүленеп минең яҡҡа ҡараны:
– Бая һамаҡтаған нәмәң бәйет кеүек булғас, ярар, яман түгелдер. Кешеләр алдында уны уҡыһаң, һауаплы булырһың, – тине.
Пионерға алыныуымды әйтеп, муйыныма ҡыҙыл галстугымды бәйләп күрһәткәс тә көймәне атайым, көл һелтәһенә оҡшап уңған йәшкелт күҙҙәрен йылтыратып, ҡыуаныс менән йылмайҙы:
– Минең шикелде ярҙы балаһын шулай хөрмәт иткәстәре, Аллаға шөкөр, бик һәйбәт! Һинең дә эшкингән көнөңдө күрәһеләрем бар икән! Бай малайҙарына үс итеп тағып йөрө ул сепрәгеңде!
Пионер сафына инеүемә атайым ыңғай фекерҙә булыуын белгәс, мин ҡанатландым. Уҡытыусы апай ятларға ҡушҡан шиғырымды мейемә һеңдерергә теләп, бер үк юлдарҙы өҙлөкһөҙ ҡабатланым: «Октябрәттән – пионер...»
Бөйөк Октябрь революцияһы байрамына арналған тантаналы йыйылыш уҙғарыла торған көндә, алтынсы ноябрҙә, уҡытыусы апай беҙҙе дәрестән һуң алып ҡалды. Ауыл клубында кис уҡыясаҡ шиғырҙарыбыҙҙы иғтибар менән тыңланы ла, барыбыҙҙы маҡтап, киске сәғәт биш тулыуға клубҡа йыйылыуыбыҙҙы һораны.
Тейешле ваҡытҡа һуңлап килеүҙән йәки атайым берәй йомош ҡушып клубҡа ебәрмәүенән ҡурҡып, өйгә ҡайтманым. Ҡасан кис етеүен һәм кешеләр клубҡа йыйылырҙан элгәре беҙҙең репетиция булыуын көтөп, мәктәп эргәһендә уралдым. Үҙем, кеше алдына сығып нисек шиғыр уҡыясағымды күҙ алдына килтереп тулҡынланам. Ваҡыт яй үтә. Киҫкен ел сыҡты. Көн һыуытты. Бер тирәлә йөрөүҙән өшөй башланым. Ләкин, бер ҡайҙа ла китмәйенсә, түҙемһеҙлек менән уҡытыусы билдәләгән ваҡыттың яҡынлашыуын көттөм.
Кешеләр ауыл клубына берәм-һәрәм йыйыла башлағас, бер төркөм һабаҡташтарымды эйәртеп килгән уҡытыусы апай ҙа күренде.
– Ниңә туңып тораһың, әйҙә, – тип ул минең яурынымдан һыйпаны.
Уҡтытыусы апай беҙҙе клубҡа алып инде. Сәхнә пәрҙәһе артында беҙҙең менән йәнә бер тапҡыр репетиция уҙғарҙы. Асығыуымдан һәм арыуымдан интекһәм дә, һабаҡташтарыма хәлемде белгертмәнем, түҙҙем.
Бына тантаналы йыйылыш башланды. Унда доклад яһаған партячейка секретары трибунанан киткәс тә байрам концерты уҙғарыласағы хаҡында иғлан ителде. Ҡупшы кейемдәге апайҙар менән ағайҙар бер-бер артлы сәхнәгә сығып бейене, йырланы. Улар артынса һабаҡташтарым үҙҙәре ятлаған шиғырҙарҙы сиратлашып уҡыны. Халыҡ һәр шиғырға ҡул сапты. Ҡасан сиратым етеүен көтөп мин ныҡ тулҡынландым. Бәғзе саҡта ниндәйҙер икеләнеүле тойғолар барлыҡҡа килде, сабырһыҙланыуымдан йөрәгем ҡыҫылды, еңелсә дерелдәгән тәнемә бөрсөк-бөрсөк тамсылар ҡалҡып сыҡты. Көсөргәнешлектең аҡтыҡ сигенә еткәс, күҙ алдымда бөтә нәмә бергә буталыуын тойҙом, башым әйләнде.
Шиғыр ятлаусыларҙан яңғыҙым ғына ҡалғас, уҡытыусы апай минең янға килде:
– Ятлаған шиғырыңды уҡымайһыңмы әллә?
– Уҡыйым! – тинем ҡаратырышланып.
Уҡытыусы апай, ни әйтергә белмәйенсә, аптырап яурынын йыйырҙы. Мин ярһыным, исемемде иғлан итеүҙәрен көтөп тә тормайынса, йәнемде ус төбөнә ҡыҫҡандай хәлгә етеп, сәхнә уртаһына табан ыңғайланым. Ләкин ике-өс аҙым атларға ла өлгөрмәнем, Хәжғәли исемле күрше малайы, көслө ҡулы менән елкәмдән умырып тотоп, мине кирегә һөйрәне.
– Ҡайҙа бараһың, аламағолош!
– Быҙыҡ улы икәнлегеңде оноттоңмо? – тип ғыжылдап һораны икенсе малай, Хәжғәли алдында ярамһаҡланып.
Залда ултырыусылар араһынан кемдәрҙер минең тартҡылашыуымды күреп көлөштө. Сәхнә артында тороусылар ҙа үҙ-ара көлөшә-көлөшә мине мыҫҡылларға тотондо:
– Аламағолош ни йомош?
– Алам-һалам кейемең менән бында йөрөргә нисек оялмайһың?
– Быҙыҡ ҡарттың был йолҡошона ни ҡалған бында?
– Әй, бар, табаныңды ялтырат!
Хәжғәли ҡотҡоһона бирелгән олораҡ йәштәге малайҙар йәберләгән саҡта мине бер кем яҡлашманы. Ауыҙына һыу уртлаған шикелле шып-шым ғына торған уҡытыусы апай ҙа ғәмһеҙ ине. Мин күмәк кешеләр араһында үҙемде япа-яңғыҙ тойҙом. Әрнеү ҡатыш асыуымдан ҡыҫылған алҡымым быуылыуға ни эшләргә белмәйенсә:
– Һеҙ бөтәгеҙ ҙә алама, бик алама! – тип ҡысҡырҙым да, клубҡа бүтәнсә аяҡ та баҫмаҫҡа ниәтләнеп, тышҡа сығып йүгерҙем.
Өйҙәгеләр барыһы ла һушһыҙ йоҡлай ине. Сыра яндырманым. Ҡараңғыла һуҡыр кешеләй һәрмәнә-һәрмәнә ҡоштабаҡта минең өсөн ҡалдырылған картуфты күҙ йәштәрем ҡатыш ашағас, сисенмәй-нитмәйенсә ҡустым эргәһенә яттым. Ләкин йоҡлай алманым. Бөтә асыуымды, әрнеүемде Хәжғәлигә йүнәлдереп, оҙаҡ яфаландым...
Беҙҙән урам аша ғына йәшәүсе Хәжғәлиҙең миңә ҡарата булған мөнәсәбәте, ысынлап та, хөрт ине. Бының төп сәбәбе ниҙә икәнлеген әле булһа ла аңлай алмайым. Раскулачить ителеп ҡайҙалыр оҙатылған атаһы өсөн барлыҡ үсте минән алырға маташманымы икән?
Сәүек этенән тешләткәйне, һыҙма мылтығының көбәген ҡолағыма терәп пистонды шартлатыуҙан һаңғыраулана яҙғайным. Ғилметдин исемле таҙ малайҙың ҡутырын тырнай-тырнай башыма һыланы. Шунан аҙаҡ ике йыл буйы мин дә башым ҡутырлауҙан, һул ҡолаҡ төбөм шешеп һытылыуынан интектем...
Хәжғәлиҙең клуб сәхнәһе артындағы мине мыҫҡыллап көлөүе сиктән тыш ғәрлек булды һәм ғүмерем буйы йөрәгемдә яра ҡалдырҙы. Сәхнә артындағы ваҡиғанан аҙаҡ тиңдәштәремдән үҙемде һәр саҡ кәм һанап, хатта дәрес мәлендә уҡытыусы өҫтәле эргәһенә сығырға йәки ҡара таҡтаға ниҙер яҙып иҫбат итергә баҙнатсылығым етмәне. Нимә генә эшләһәм дә, минең иҫке-моҫҡо кейемемдән, буй-һынымдан йәки һөйләйәсәк һабағымдан мәрәкә табып көлөрҙәр, мыҫҡылларҙар һымаҡ ине. Һәр саҡ ҡыйырһытҡан ауыр тойғоларҙан алтын приискыһында эшләгән һәм һуғыш ваҡытында армияла булғанда ла ҡотола алманым. Ҡырҡынсы йылдың урталарында ВЛКСМ-дың Белорет район комитеты аппаратында эшләй башлағас ҡына, холоҡ-ғәҙәтемә ныҡлы һеңергә өлгөргән үтә оялсанлығыма, баҙнатһыҙлығыма, үҙемде бүтәндәрҙән кәмһетеп ҡарауға ҡаршы көрәшә торғас, бюро ултырыштарҙа сығыш яһарға үҙемде мәжбүр итә башланым...
XVIII
Бесән эше тамамланыу менән атайым мине алтын йыуырға алып китте. Көҙгө һалҡын көндәр башланғанда ла алтын приискыһынан ҡайтманыҡ. Берәй самородка йәки «алтын ояһын» табырға өмөтләнеп, атайым һаман эшләтте. Мәктәптә уҡыу башланыуы тураһында һүҙ ҡуҙғатһам, асыуланды.
– Өлгөрөрһөң, ҡыш оҙон. Әрәмтамаҡланып, елкәмде кимерергә ашҡынаһыңмы? Улайтып ыңһырҙағансы, тырышып ҡына алтын йыу! Бәхетеңдән хазина табылһа, лафканан ыштан-күлдәк, аяғыңа быйма, өҫтөңә кейем һатып алып бирермен. Шунһыҙ уҡый алмаясаҡһың...
Нисек кенә тырышып соҡсонһаҡ та, беҙ эҙләгән хазина табылманы. Ә көндәр һаман нығыраҡ һыуытты. Быуа ситенә нығытып ҡуйылған ағас улағыбыҙға һалып йыуған тау тоҡомдары боҙло һыуҙа уҡмашып ныҡ туңа башлағас ҡына алтын приискыһында көндәр буйы аҙапланыуыбыҙҙың мәғәнәһеҙ икәнлеген аңланыҡ.
Ҡайтҡас та мәктәпкә йүгерҙем. Дүртенсе класс уҡыусыларын беренсе йыл ғына уҡыта башлаған Садиҡов Хәниф исемле йәп-йәш мөғәллим, балсыҡҡа һарғайған йыртыҡ-йортоҡ ыштан-күлдәгемә, тишек сабата башынан сыҡҡан силғауыма, етек сәсемә күҙ ташланы ла:
– Беренсе сирек тамамланыуын көттөңмө? – тип һораны.
– Бушаманым. Алтын приискыһынан яңы ғына ҡайттыҡ.
– Ҡайҙан, ҡасан ҡайтыуығыҙҙа минең ни эшем бар? Уҡыу йылының беренсе сиреге тамамланғандан һуң һине дүртенсе класҡа уҡырға ала алмайым, – Садиҡов ҡырт киҫте.
Мин, нисек тә булһа уҡырға рөхсәт итеүен һорап, мөғәллим алдында ялына башланым:
– Ағай, зинһар, уҡырға рөхсәт итегеҙ. Бик, бик уҡығым килә. Мин...
– Етте, һатыулашма! – Әлегәсә уҡырға килмәүем сәбәбен аңларға теләмәйенсә, ул асыуланды: – Бик уҡырға теләгән балалар беренсе сентябрҙә килде. Ә һин – ялҡау!
– Мин ялҡау түгел, ағай.
– Барыбер һуңланың! Хәҙер иптәштәреңдән артта ҡалдың, уларҙы ҡыуып етә алмаясаҡһың. Бар, өйөңә ҡайтып бер йыл ял ит тә, киләһе йыл килерһең.
– Киләһе йылға саҡлы оҙаҡ...
– Хәҙер дәрес башлана, бар, ҡамасаулама, – тип Садиҡов мине мәктәптән ҡыуып тигәндәй сығарҙы.
Яҡты уй-хыялдарым селпәрәмә онталыуына ҡайғырып, илай-илай өйгә ҡайтып киттем. Яҡты донъяла йәшәүемдең бер ниндәй ҙә йәме ҡалманы. Киләсәгем дөм ҡараңғы төн һымаҡ мәғәнәһеҙ, ҡот осҡос ҡурҡыныслы булып төҫмөрләнде.
– Уҡырға барманыңмы ни? – тип һораны атайым.
– Яңы мөғәллим ағай класҡа индермәне.
– Ниңә?
Садиҡовтан ишеткәндәремде әйткәйнем, атайым шатланды.
– Шәп иткән! Яңы мөғәллимегеҙ шәп кеше икән! Ярар, уҡымаһаң да асҡа үлмәҫһең әле!..
Мин өндәшмәнем. Аҡтыҡ ышанысым, донъяла йәшәргә көс биргән өмөтөм юҡҡа сығыуына эсем бошоп, бер ни ашаманым-эсмәнем, атайым ҡушҡан эштәрҙе эшләргә лә күңелем төшмәне.
Атайым мине башта өгөтләне, аҙаҡтан асыуы ҡабарып туҡманы. Ләкин бер нисек тә тыңлата алманы. Минең өсөн өгөт-нәсихәт тә, ҡурҡыныслы күренештәр ҙә барыбер ине инде. Көн яҡтыһы төшмәгән ҡараңғы мөйөшкә барып боҫтом да, көтөлмәгән бәләнән ҡотолоу юлын таба алмайынса, иртәнән кискә саҡлы шәмәреп иланым да иланым.
Ҡайһы саҡта, өмөтһөҙлөктөң иң аҡтыҡ сигенә етеп, үҙемдең ҡайғы-хәсрәтем һәм бәхетһеҙлегем тураһында Сталинға хәбәр итергә йыйындым. Ләкин ул заманда донъяла иң ҡәҙерле һәм бөйөк һаналған кешегә нисек яҙырға белмәнем. Күңелемдәге уй-тойғоларымды Иосиф Виссарионович Сталин оҡшатмаҫ, ҡәҙерле ваҡытын алған өсөн асыуланыр һымаҡ күрҙем. Шулай булһа ла, аҙналар буйы икеләнеүҙән һуң, Сталинға исемләнгән хатты яҙырға ултырҙым:
«Барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерле, донъяла иң бөйөк даһийыбыҙ һәм юлбашсыбыҙ, иптәш Сталин!
Беҙҙең ауылға быйыл килгән яңы мөғәллим мине уҡырға алманы. Уҡырға алһа, бик тырышып уҡыр инем. Минең бик уҡығым килә. Миңә уҡырға ярҙам итегеҙ. Былай уҡымай йөрөүе миңә ҡыйын, донъяла йәшәгем дә килмәй...»
Көн дә бер бит ҡағыҙҙы ҡат-ҡат күсереп яҙыуым һәм туҡталмай буҫлығып илауым атайымды һағайтты.
– Оҙон көн буйы ни менән аҙапланаһың?
Нимә икәнлеген әйтергә теләмәгәйнем, уның ҡыҙыҡһыныуы артты. Бер төндө Сталин исеменә яҙған хатымды алған да ауыл советына алып барып тапшырған.
Шул уҡ көндө иртәнсаҡ ауыл советы рәйесе Байымов Мырҙабай тигән кеше мине үҙенә саҡыртты. Ҡаш аҫтынан яман һөҙөп ҡараны ла:
– Нәмә һин, малай, сәүит власынан риза түгелһеңме? – тип һораны.
Мин, бер ни аңламай, ауыҙ эсенән генә яуап ҡайтарҙым:
– Ризамын, ағай.
– Риза булғас, ни өсөн донъяла йәшәгең килмәй?
Ауыл советында ултырыусы күмәк кешеләр алдында оялыуымдан һәм Байымовтың асыулы күҙ ҡарашынан ҡурҡыуымдан, ни эшләргә белмәйенсә, ҡыҙарындым. Теге, ата күркәләй ҡупырайып, алдындағы ҡағыҙҙы елпелдәтте.
– Бындай ҡыланышың, беләһеңме, чем пахнет? «Донъяла йәшәгем дә килмәй» тип зарланған өсөн төрмә пахнет, үәт, белмәһәң – бел! Етмәһә, хатты кемгә яҙған бит! Бөйөк юлбашсыбыҙ иптәш Сталинды һин түгел, беҙ борсорға ҡыймайбыҙ! Һин яҙған хатты уҡыуҙан башҡа эше юҡмы ни иптәш Сталиндың? Бик яман, бик ҡурҡыныслы малай булып сыҡтың һин, – тине лә, асыулы ҡиәфәтен үҙгәртмәйенсә, ауыл советы секретарына бойорҙо: – Был йүнһеҙ малайҙы ауылда бер көн дә ҡалдырырға ярамай. Уны бөгөндән үк, хаты менән бергә, Иҙелбашындағы Гыпыуыға алып барып ташларға!
«ГПУ» һүҙен ишеткәс, яманлыҡ эшләүемә тамам ышанып, ҡотом алынды:
– Мырҙабай ағай, яңылыштым. Бүтән улайтмам. Иҙелбашына, зинһар, ебәртмә мине, – тип ялына башланым.
Байымов, ҡыҙарынып-бүртенеп, секретарына әйтте:
– Бынан ебәреләсәк ҡағыҙға өҫтәп яҙ – был малай яңылыш хаталаныуын таныманы, тиң!
Мин иларға тотондом.
– Шәмәр-мә! Мәскәү эслизам верит итмәй! Илаһаң да, һиңә пощадь не будит, так ызнай!
– Ағай!..
– Етте, ялҡыттың! – Байымов, мине тыңларға теләмәйенсә, секретарына ҡул һелтәне: – Йә, йәһәтерәк оҙат был малайҙы Иҙелбашы төрмәһенә!
– Ат егеүле. Иҙелбашына үҙем барып әйләнәйемме әллә? – тип һораны секретарь.
– Унда нимә бар һиңә?
– Унан эш хаҡы алып ҡайтыр мәл етте бит, ағай. Бер ыңғай был малайҙы ла Гыпыуыға апарып тапшырырмын.
– Әләйһә, бар!
Мине тышҡа алып сығырға ҡушылғас, ҡысҡырып илай-илай тартҡылаштым.
– Бармайым унда, бармайым!..
Ауыл советы секретары ай-вайыма ҡуйманы, ҡулымдан тотоп, елтерәтә-елтерәтә ишектән алып сығып барған сағында, Кинйәбаев Моталлап ағай осраны.
– Малайҙы ниңә аҡыртаһың?
– Гыпыуыға апарып тапшырам.
– Берәй эш боҙғанмы?
– Боҙған шул.
– Ғәйебе ниҙә?
– Мына уҡы! – Байымов, секретары ҡулындағы ҡағыҙҙы һыпыра тартып алып, Моталлап ағайға һондо: – Аҡылың булһа, үҙең аңларһың!
Минең хатты ҡат-ҡат уҡып сыҡҡан Моталлап ағай бер ни ҙә аңламаны, ахыры. Һыңар һуҡыр күҙен ҡаплаған ҡара сепрәкте төҙәткеләп, Мырҙабайға һораулы ҡараш ташланы.
– Иптәш Сталинға исемләп яҙылған был хаттың нимәһен оҡшатманың?
– Шуны аңламаныңмы?
– Юҡ.
Миңә ниндәй ғәйеп ябыуы тураһында Байымов һөйләй генә башлағайны, Моталлап ағай көлөргә кереште.
– Ха-ха-ха!.. Кәмит бәндә икән һин, Мырҙабай ҡустым!.. Үәт тапҡанһың «дошманды»! Былай ҡыланһаң, бөтә ауыл халҡынан шикләнергә мөмкин бит! Был малайҙы районға оҙатып, үҙең әҙәм көлкөһөнә ҡалырға булдыңмы? Ҡуй, юҡ менән маташма!
– Иптәш Кинйәбаев, ауыл сәүите пырсиҙәтелен мыҫҡыл итәһеңме? – Байымовтың күҙҙәре упайҙы. – Мине алйотҡа тиңләйһеңме? Улай ҡыланһаң, һиңә лә закун табылыр!
– Әләйһә, ярар, теләһәң ни эшлә, – тип ҡул һелтәне лә, Моталлап ағай минең яҡҡа боролдо: – Һин, ҡустым, юҡ нәмә өсөн тартҡылашма. Районға алып барһындар. Мында юҡ ғәйепте һиңә тағырға маташһалар ҙа, унда аңларҙар. Иптәш Сталинға яҙған был хатың буйынса, һине Белорет ҡалаһының берәй мәктәбенә уҡырға урынлаштырасаҡтар. Һине ятаҡта йәшәтеп, ашатырға, кейендерергә һәм уҡытырға Совет хөкүмәтенең хәле, моғайын, етер.
– Киттекме инде? – тип һораны секретарь.
– Барығыҙ, – Моталлап ағай еңелсә яурыныма ҡағылды. – Хәйерле юл һиңә, ҡустым!
Беҙ тышҡа сығып ат егеүле санаға ултырғас, председатель тәҙрәне дөбөрҙәтте.
– Туҡтағыҙ!
– Нимә булды?
– Был малайҙы ҡалдырып, Иҙелбашына яңғыҙың кит, – тип ҡысҡырҙы Мырҙабай.
– Мин барам, – тинем, Моталлап ағайҙың өгөтөнә бирелеп.
– Юҡ, бармайһың! – Тышҡа сыҡҡан Байымов ярһыны. – Төш сананан! Ҡарышһаң, баҙға бикләтеп ҡуям!
Сананан төшкәс, төшөнкөлөккә бирелеп, өйгә ҡайттым. Бер кем менән дә һөйләшмәнем, атайҙың һорауҙарына яуап ҡайтарманым, туҡмарға ҡырсыныуына ла иғтибар итмәнем. Сәй ҙә эсергә теләмәйенсә, ҡараңғы мөйөшкә һырыҡтым да үҙемә генә билдәле ауыр уйҙарға күмелдем.
Икенсе, өсөнсө, дүртенсе көндә лә ауыҙыма бер ни ҡапмай, бер урында ҡуҙғалмай ултырыуымды күргәс, атай борсола башланы.
– Кил, ултыр, аша. Астан үлһәң, мине ғәйепләйәсәктәр! Минең менән бер-бер яман хәл булһа, туғандарыңды кем аҫрар?
Мин шунда ла бер ни өндәшмәнем. Ниңәлер, асығыуым да һиҙелмәне.
Өгөтләп тә, ҡурҡытып та мине еңә алмаясағын аңлағас, башын һалындырып ултырған атайым көрһөндө.
– Әйҙә, кейен!
– Мин ҡуҙғалманым.
– Уҡырға ла барырға теләмәйһеңме? – тип һораны атайым. – Әйҙә, киттек!
Уның ниәтен аңламайынса кейенә башланым. Беҙ эйәртенешеп урам буйлап атланыҡ.
Мәктәпкә барыуыбыҙға бик һуң булыуына ҡарамаҫтан, атайым туҡталып торманы. Ишекте шар асып ебәрҙе лә сабатаһы менән лас та лос баҫып дәрес барған бүлмәгә инде.
Уҡыусыларға ниҙер аңлатҡан Садиҡов, һүҙенән бүленеп, атайыма ҡараны..
– Ағай, һеҙгә нимә кәрәк?
– Һин кәрәк!
– Әләйһә, әҙерәк көтөгөҙ. Аҙаҡтан, дәрес бөткәс, һөйләшербеҙ, ағай.
– Юҡ, хәҙер һөйләш, – тип ныҡышты атайым.
Садиҡов, балалар алдында бәхәсләшеүҙән уңайһыҙланып, ярһыған атайымды тынысландырырға тырышты:
– Тиҙҙән тәнәфес. Шуға саҡлы коридорҙа көтөп тороғоҙ.
– Көтөргә теләмәйем, – тине атайым, асыуланып. – Улымды уҡытырға тейешһең һин! Бүтәндәрҙеке уҡыған саҡта, ни өсөн минекен, ярҙы балаһын, уҡырға алмайһың? Уны ситкә тибергә бер ниндәй ҙә хаҡың юҡ! Ул кемдән кәм?
– Малайығыҙ уҡырға һуңланы... Уҡыу йылы беренсе сентябрҙә башланды. Хәҙер өсөнсө ай... Класташтарынан ул бик артҡа ҡалды. Дәрескә өлгәшмәйәсәк. Уҡырға бик теләһә, ҡабат өсөнсө класҡа ултырһын.
Атайым, ҡапыл тынысланып, миңә эйелеп ҡараны.
– Йә, нисек, быйылға тағы өсөнсөлә уҡыйһыңмы әллә?
– Юҡ, мин дүртенселә уҡырға теләйем, – тинем.
– Әләйһә, улымды дүртенселә уҡырға ал. Әгәр ҙә теләмәһәң, Иҙелбашындағы түрәләргә барам!
Атайымдан еңел ҡотола алмаясағын аңлағас, Садиҡов мине дүртенсе класта уҡытырға ризалығын биреп иҫкәртте:
– Дәрескә өлгәшмәй, дүртенсе класта икенсе йылға ҡалһа, миңә үпкәләмәгеҙ.
– Малай үҙенә үпкәләр, – тине атайым, мөғәллим менән ризалашып.
Иң артҡы рәттәге буш партаға мине ултыртҡас ҡына ул ҡайтып китте.
Альбина Таҡалова һүрәте.
Дауамы бар.