КИТӘМ, ЙӘНЕЙЕМ, ДОНБАССҠА
Йортомбайға һуғыш сығыр йылы ете йәш тула. Мәктәпкә барырға әҙерләнә лә башлаған инде – матур «Әлифба» китабы, дәфтәрҙәр алғандар, ә портфеле һуң, портфеле: ялтырап торған йоҙаҡлы, ҡыршылмаһын өсөн мөйөштәренә ялтыр тимер ҡағылған, төҫлө ҡәләмдәр һалынған пеналы ла бар.
Төрлө төҫкә буялған ағас таяҡсалар менән малай һанау ғына түгел, хатта ҡушыу-алыу ғәмәлдәрен дә үҙләштерә башлаған. Башҡорт-татар мәктәбендә уҡыясаҡ икән.
Бер мәл уларға Украинала Донбасс яғындағы бер ҡаласыҡта йәшәгән олатаһынан хат килеп төштө. Ул яратҡан ейәнен үҙҙәренә килтереп, мәктәпкә тиклем сыныҡтырып алып ҡайтырға саҡырып яҙған. Украинала Туғайгүлгә ҡарағанда йылыраҡ, ул алма, ул ҡарбуз, ул һары сейә, әле тәмен дә белмәгән башҡа мәмәйҙәр үҫә, ти. Йылғала рәхәтләнеп һыу төшөр, нығыныр, ауырыуҙың ни икәнен белмәҫ, тигән ти олатаһы.
Ололар Туғайгүл тип атаған ҡасабаларында күмер сығарыусылар йәшәй, шуға ла ҡаҙыныу һүҙенән алып Копи тип йөрөтөлгән ҡала бер нисә йыл элек Копейск тип атала башлаһа ла, башҡорттарҙа боронғо исеме һаман телдән төшмәй. Малай әлегә бәләкәй шул, йәшәгән еренең ни тиклем тарихҡа бай икәнен белер йәштә түгел.
1832 йылда Иван Иванович Редикорцев тигән кеше Силәбе янында Мейәс йылғаһы буйында тәүге күмер ятҡылығын аса. Мәгәр ул, сәнәғәт күләмендә эшкәртерлек түгел тигән һығымта яһалып, ташлап ҡуйыла. Ә 1904 йылда Туғайгүлдә йәшәгән бер кеше ҡойо ҡаҙғанда ғәҙәти булмаған ҡара таштар таба. Улар ташкүмер киҫәктәре булып сыға. Ошонан һуң ҡасаба бик тиҙ үҫеш алып, шул тирәлә барлыҡҡа килгән шахталар менән тораҡтар Силәбе Соҡорҙары (Челябинские Копи) тигән атама ала. 1907 йылда бында эшҡыуар И. Н. Ашаниндың ҡатыны хөрмәтенә «Екатерина» тип исемләнгән күмер шахтаһы асылғанға күрә хәҙер шул йылда ҡалаға нигеҙ һалынған тип һанала. Ул Силәбенең форпосына әүерелә.
Боронғо башҡорт ерҙәре шулай итеп сәнәғәтле төбәккә әйләнә.
Тәбиғәте бик матур был тарафтарҙың – урмандарға ла, күлдәргә лә бай.
Йортомбай тиҫтерҙәре менән уйнап, урамдан ҡайтып инмәй, ата-әсәһе менән еләккә йөрөргә ярата. Атаһы таш еләге тип күрһәткәне бигерәк татлы. Ҡыҙыҡ, әсәһе уны «тупар» тисе. Уның әйтеүенсә, «йөндө еләк» тип тә йөрөтәләр икән әле уны ҡайһы бер яҡтарҙа. Быныһынан малай эс тырнап көлдө. Нисек аталһа ла, тәмле инде, тәмле, хатта бәләкәй генә ҡула тултырып йыйырлыҡ эре. Үҙе хуш еҫле.
Муйыл-сейә лә етерлек. Мейәс буйында ҡырағай алма ла үҫә, тик емештәре бигерәк ваҡ. Үҙҙәрендә лә һәйбәт тәһә, ниңә әллә ҡайҙарға йөрөйһө, бер уйлаһаң.
Малай әле олатаһының ни өсөн сит яҡтарҙа йәшәп ятҡанын бик аңлап та етмәй. Уны бары фотола ғына күргәне бар. Өләсәһе менән төшкәндәр. Силәбелә. Унда фотоға төшөрә торған урын бар икән. Олатаһы уң яҡта баҫып тора. Аҡ күлдәк, костюм кейгән, хатта галстук таҡҡан. Күрше бабай әйтмешләй, «урыҫҡошап» киткән. Киң маңлайы өҫтөндә – бәләкәй генә тирмәгә оҡшаған түбәтәй. Башҡорттар шундайҙы кейә ти. Йортомбайҙы һуйған да ҡаплаған олатаһы тиҙәр. Тимәк, зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлөләр, икеһе лә ҡыр танаулылар. Ҡаштары ҡалын, әммә оҙон булып һуҙылып китергә төктәре шул урында бөткән дә ҡуйған.
Уның янында итәге иҙәнгә тейеп торған әберкәле күлдәк, уҡалы камзул эсенән һаҡал, башына ҡашмау кейгән өләсәһе ултыра. Кейеме ниндәй төҫлө булғандыр, аҡлы-ҡаралы фотола күренмәй шул. Ҙу-ур ҡап-ҡара күҙенең ҡабағын оҙо-он керпектәре күләгәләп тора. Уның да танауы ҡупшы. Ҡаштары ҡыйылып ҡына күтәрелә барған да, маңлайын үтеп бөткәс, сикә яғына бөгөлөп киткән. Шундайҙы «ҡарлуғас ҡанатындай» тип атайҙар икән. Ҡунаҡтарҙан ишеткәне булды. Ауыҙы бәләкәй генә, ирендәре тулы, өрөлөп тора. Уймаҡ ауыҙ. Әсәһе шулай ти. Олатаһы уң ҡулы менән уның яурынынан тотоп тора. Өркөп, тороп китмәһен тинеме икән. Фотоға төшөргә ҡурҡа торғайны, тиҙәр ҙә.
– Атай, ә нишләп олатайым шулай йыраҡта йәшәй? – тип аптырап һорағаны ла булды малайҙың.
– Олатайың емертеп эшләй ине, передовик тип йөрөттөләр. Алдынғы. Эште еңеләйтерлек уйлап табыуҙары ла күп булды, шуның өсөн уны күмер сығарыла торған Донбассҡа ебәрҙеләр, – тип яуапланы атаһы.
– Ә нишләп мин уны күргәнем булманы?
– Ул саҡта һин юҡ инең әле, – тип бик сәйер һүҙ әйтеп ҡуйҙы атаһы.
Быныһын инде малай күҙ алдына килтерә алмай: нисек инде булмаған, ә ҡайҙа йөрөгән ул? Ә емертеп эшләү нисек була? Ишек алдындағы иҫке һарайҙы емергәнде күргәйне малай, әммә олатаһының нимә емергәнен аңлай алмай.
Атаһы ла, әсәһе лә – табиптар. Өйгә лә бальнис еҫе эйәртеп ҡайталар. Эштәрендә аҡ халат ҡына кейеп йөрөйҙәр. Һис тынғылыҡ юҡ уларға, берәй ауырыған кеше янына саҡырырға ғына торалар. Нисек бармайһың инде, тиҙәр ҙә сығып китәләр. Гипакрат тигән бабай шулай ҡушҡан, ти. Йүнде кеше түгел инде уныһы ла, балаһы янында булырға бирмәй бимазалатҡас. Бер ни емергәндәре ишетелмәй. Тимәк, «передовик» түгелдәр. Уныһы яҡшы әле, әллә ҡайҙа ситкә сығарып ебәрмәҫтәр, ошонда ғына йәшәрҙәр. Йәнә уларҙың бер сәйер ҡылығы бар, төнгө сменаға эшкә киткәндә бер-береһенә «төнөң тынысһыҙ үтһен» тип теләйҙәр. Быныһына аптырай Йортомбай: төндә йоҡларға кәрәк тә инде. «Тыныс үтһен» тиһәң, төн буйы операция эшләп сығаһың, ти. Уныһы ни булалыр – малай әлегә аңлап етмәй.
Хат килгәне бирле Йортомбай, түҙемһеҙләнеп, әле ул белмәгән ымһындырғыс тәмлекәстәр тулы төбәккә барыр мәлде көтә башланы, олатаһын да күргеһе килде. Иптәштәре, олатайым менән шунда барҙыҡ, бында барҙыҡ, олатай миңә шуны бүләк итте, быны алып бирҙе, тип маҡтанышҡанда, уның да бик шул бәхетлеләр урынында булғыһы килә торғайны.
Ата-әсәһе эштән һорап киткәнсе байтаҡ ваҡыт үтте әле. Рөхсәт алғас, поезд менән юлға сыҡтылар. Бик оҙаҡ барҙылар, малай көндәр һанын да юғалтты. Ниндәйҙер вокзалда юғала ла яҙҙы. Урынынан ҡуҙғалмай ғына ултырырға ҡушып, ата-әсәһе ашарға алырға киткәйне. Һаҫығы дегет еҫенә оҡшағаныраҡ әсе һауаны яратмай, күҙ күреме ерҙә паровоздар һыҙғыртҡанын, пышылдап боҫ сығарып үтеп киткәндәрен ҡарап ултыра торғас, бер ҡыҙыҡ нәмәне абайлап, нисек тороп киткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Алыҫта, ишелешеп ятҡан рельстар араһында, ваҡ ҡына уйынсыҡ вагондар күҙенә салынды ла аяҡтары үҙенән-үҙе шул яҡҡа тартып алып китте.
Шпалдар, рельстарҙы күҙенә лә элмәй – тик шул вагондар үҙенә саҡырып ята! Башҡа бер ни ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә, рельстар аҫтына һалынған таҡталарға баҫа-баҫа элдерә генә. Тик барып еткәс кенә, улары аҡлы-ҡаралы арҡыры һыҙаттар һалып буялған дүрткел бер бүрәнә булыуын аңланы – йыраҡтан күҙенә состав булып күренгән дә баһа.
Шул мәл генә ҡолағы асылып китте: әсәһе уны эҙләп, һөрәнләй-һөрәнләй йүгереп килә икән. Урыныңда ғына тор, ҡуҙғалма, тип ҡысҡыра. Килеп етте лә башта малайҙың осаһына сәпәп алды, шунан ҡосаҡлап күтәреп, һулҡылдап илай башланы. Ә эргәләренән аяҡтан йығырлыҡ ипкенен һуғып, ажғырып, бер тауар поезы үтеп китте.
Башҡаса уның яңғыҙын ҡалдырыу ҡайҙа!
...Олаталары ике ғаилә йәшәгән бер ҡатлы йортта көн итә булып сыҡты. Ҡатыны Мәликә менән икәүһенә, малайҙың күҙаллауынса, ҙу-у-ур өс бүлмәле фатир биргәндәр: киң бер бүлмәһендә йоҡлайҙар, радио тыңлайҙар, китап кәштәһе, Сталиндың рамлы портреты, трюмо тигән ҙур көҙгө тора; икенсеһендә титан тигән мейес, унда һыу эҫетеп, бер яғы бейегерәк ванна тигән таста йыуыналар; өсөнсөһөндә күрше фатирҙа дауам итеп һалынған ағартылған ҙур кирбес мейес урынлашҡан, олатаһы, уға күмер яғып, бешеренә.
Өләсәһе түшәктә ята, эштәрендә ниндәйҙер авария булып, имгәнгән, ти. Туғайгүлдә ҡалған фотоһына оҡшаған да, оҡшамаған да һымаҡ. Күҙҙәре тағы ла ҙурыраҡ булып киткән, моңһоу ҡарай, ә йөҙөн йыйырсыҡ баҫҡан. Ыңғырашмаҫҡа тырышыптыр, ирендәре ҡымтыулы.
Уны теге оста йәшәгән Дуня тигән апай килеп, тәрбиәләшеп тора. Ҡаҡса ғына буйлы был апайҙың башынан яулығы төшмәй, ҡарашы шундай мәрхәмәтле, тауышы ла яғымлы, хәрәкәттәре тилбер. Һылыу тип әйтеп булмаһа ла, һөйкөмлө һөйәге бар апайҙың. Ихлас йылмайып, юҡтан да мәҙәк табып, мотлаҡ күңел күтәрерлек берәй хәбәр һөйләп, тынысландырып сығып китә, шуға ла уны көтөп алалар. Әйтерһең, бер ҡайғы ла күрмәгән. Ә бит ире йәшләй генә үлеп ҡалған, яңғыҙы ғына үҫтергән улы фин һуғышынан ҡайтмаған, ти. Быны ҡунаҡтарына олатаһы һөйләне.
Татлы телләнеп бармаҫ өләсәһе хатта бер көн:
– Дуняша, ты такая обаятельная, в молодости, наверное, была красавицей, – тип маҡтап та ҡуйҙы әле.
– Что ты, Малика, я была дурнушка, ряба така, это с годами конопушки ушли, посветлела, стала вроде покрасивше, чем раньше, – тип, ғәҙәтенсә сылтыратып көлөп ебәрҙе.
Шулай асыҡ-ярыҡ булыуы ла яраттыра бит үҙен.
Килеп төшөү менән үк ата-әсәһе, ауылдағыса ҡоролған шаршау артында ятҡан өләсәһенең хәлен еңеләйтергә тырышып, төрлө анализдар яһатты, ниндәйҙер дарыуҙар табып килтерҙе. Дуня апайға ҡат-ҡат, «только пролежней не допускайте», тигәндәре лә хәтерендә ҡалды. Ятып ауырығандар өсөн иң хәтәре шул, ти. Оҙаҡ бер килеш кенә ҡыбырламай ятһа, тәне боҙола, ите серей башлай икән кешенең. Шул арҡала сирле кеше һәләк була.
Өсәүләп урамда йөрөргә сыҡҡас, атаһы әсәһенә:
– Дөрөҫ дауаламағандар шул, аяғына баҫа алмаҫ инде, – тине.
– Ҡуй инде, үҙебеҙ ҙә ваҡытында ғына килә алманыҡ, эштән ебәрмәне лә торҙолар бит... Ярай, аҙаҡ һөйләшербеҙ, «ваҡ теш»тең хәҙер тәртәһе һирәгәйә бара, йә бер кәрәкмәгән һүҙ ысҡындырыр, – тип, әсәһе атаһына күҙ ҡыҫып ҡуйҙы.
«Ваҡ теш» тип үҙен атағандарын белмәй тип уйлайҙар инде. Былай ҙа бер ни ҙә «ысҡындырмаҫ» ине, бәләкәй түгел дә инде, сер һаҡлай белә.
... Ихатала – «уңайлыҡтар», күмер келәте, Казбек тигән атты ҡуя торған һарай. Малай көткәнсә, ишек алдындағы баҡсала алма ла, ҡарбуз да әле күренмәй. Бары көҙҙән сәсеп ҡалдырылған һуғандар ғына йәшәреп ултыра, йәнә ниндәйҙер ашай торған үләндәр баш ҡалҡытып килә. Март ҡояшы ялтырап торһа ла, һыу инергә лә иртә, йылға һыуыҡ, ти.
Яҡшыбай олатаһын бында бар белгән-күргәне Яша тип кенә йөрөтә икән. Ул ейәнен бик яратып ҡосаҡлап-ҡосаҡлап ҡаршы алһа ла, бер нисә көндән ҡыҙының, йәғни Йортомбайҙың әсәһенең, тетмәһен тетеп ташлауына шаһит булды:
– Егеткә ете йәш тулған, «мужик», ә һаман һеҙгә һалышып, бер ни эшләй белмәй! Ай-һай, балаңа бәхет теләмәйһеңдер, бығаса һис юғы үҙен ҡарарға өйрәтер инең – башайын да урынына һалмай, теләһә ҡайҙа ташлап ҡуя бит.
Үлеп яратҡан ҡәҙерле кешеһенә үҙе арҡаһында һүҙ тейгәненә ҡыйынһынып китте малай. Уны яҡларға тырышып, ике ҡулын йәйеп ҡамалап, олатаһына ҡаршы барып баҫты. Әсәһе иһә Йортомбай янына сүгәләне лә:
– Эшкингән ул беҙҙең улыбыҙ, әле ҡунаҡта булғанға ғына иркәләп китте, эйе бит, балам? – тип ҡосағына алды.
Рәхәт ине уның ҡуйынында: сәсенән тәмле еҫтәр килә, атлас кеүек шыма аҡ йөҙө, ҡыйылып торған ҡаштары аҫтынан мәрхәмәт сәсеп ҡараған зәңгәр күҙҙәренең нуры ғүмер буйы онотолманы, күҙ алдында торҙо, төштәренә инде. Ә ҡулдары ниндәй йомшаҡ, йылы ине.
Килгән көнө генә олатаһы уның ҡуңыр сәстәрен һыйпап, тас үҙем, тип һөйөп, иркәләп торһа ла, ана ҡайһылай уҫал икән! Малай олатаһының ҡырыҫ һүҙҙәренә бик ҡаты үпкәләне.
Етмәһә, ата-әсәһе уны ҡалдырып ҡайтып китергә самалай бит әле. Ҡалмайым, бергә ҡайтам, тип аяҡ тызып илағас, ярай-ярай, тип әүрәткән булһалар ҙа, бер иртәлә уяныуына уларҙың урыны буш булып сыҡты. Көнө буйы ашарға ла ултырмай буҙлап ятһа ла, нишләһен, күнергә тура килде инде.
***
Олатаһы шул көндән ейәнен «бәхетле итеү» ғәмәленә тотондо: һыу ташыу, утын бысып ярыу, иҙән, кер йыуыу, йәнә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек әллә күпме йорт эштәре инә икән был ҡаҙанышҡа. Хатта бергәләп борщ бешерергә лә өйрәтте. Борщ – ошонда йәшәгән украиндарҙың иң яратҡан ашы, нескәлектәре лә бихисап икән. Ошо яҡта ғына үҫтерелә торған «буряк» тигән сөгөлдөр арҡаһында шулай тәмле була, ти, баҡһаң. Ана шуға күрә йәшелсә баҡсаһында иң күп урынды алып ята ла ул. Олатаһы аштың исеме төркисә «борыч», йәғни борос тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип һанай.
Өләсәһен тәрбиәләшеү ҙә малай елкәһенә төшә: уны ашатыша, йыуындырыша, аҫтына ҡуйыла торған «утка» тигән ауыр еҫле һауытты ла сығарып түгеп тора.
Әбей ейәнен йәлләй, унан тартына, тик ни хәл итһен – үҙе кеше көнлө. Тороп йөрөй алмаһа ла, һөйләшә ала – шуныһы ла бәхет әле. Һыҙланыуын еңеп, кистәрен малайға әкиәттәр, тылсымлы риүәйәттәр һөйләй, башҡортса көйләп тә ебәрә. Оҙаҡ йылдар үткәс, радионан ишетеп, был йырҙың «Шахта» тип аталғанын белә, яңы ғына сыҡҡан сағы булған икән хәҙер киң билдәле йырҙың. Бигерәк тә өләсәһенең йомаҡ ҡойғанын ярата малай.
– Йомаҡ ҡоям, ҡас-ҡас, йомолдоғон ас-ас, – тип башлап ебәрһә, шунда уҡ ятағы янындағы ултырғысҡа барып та ҡунаҡлай. – Йәле, ҡолонсағым, зиһенеңде эшкә ек, нимә ас булһа – ята, туҡ булһа – тороп ултыра?
Малай табышмаҡтарҙы тәүге ишеткәнендә оҙаҡ ҡына сисә алмай яфаланғайны, хәҙер инде күбеһен иҫендә ҡалдырып, ятҡа бикләгән, хатта үҙе өләсәһенә һорау биреп, аптыратып ҡуя. Ә бөгөнгө һорауға яуапты әле белмәй.
– Өләсәй, миндер ул, – тип көлөп ебәрҙе йор телле малай, – ас булһам, бер ҙә торғо килмәй, туҡ булһам, йүгереп кенә йөрөйөм.
Әбей ҙә кеткелдәне, ейәненең тапҡырлығына һөйөндө. Дөрөҫ яуап «тоҡ» та, тик уның әйткәне лә хата тип булмай.
– Улай тиергә лә була. Тик нығыраҡ уйлап ҡара әле.
Малайҙың иһә башҡаса баш ватып ултырғыһы килмәй, һарайға, Казбек янына сығып йүгерҙе. Олатаһы унда аттың утлыҡсаһына һоло өҫтәп йөрөй ине. Бушаған тоҡто бөхтә итеп бөкләп, тулылары өҫтөнә һалғанда ғына малайҙың башына барып етте: бына бит ул «ас» ҡапсыҡ «туҡтары» өҫтөндә ята! Йүгереп инеп, өләсәһенә тоҫмаллауын әйтә һалды ла:
– Үәт отҡорҡайым минең, эшкингәнем, – тип маҡталып, кире олатаһы менән ат янына йомолдо.
Нисек яратмайһың инде Казбекты – иҫ киткес аҡыллы, Йортомбайҙы танып тора, буйһона. Эйәрһеҙ-өҙәңгеһеҙ менеп йөрөргә лә өйрәнеп алды. Олатаһы уны бурыл төҫлө ти, буҙ менән ҡара ҡатыш йәғни. Урыҫса «чалый» була икән. Башының буйынан-буйына оҙонса булып һуҙылып төшкән ҡашҡаһы ла бар. Сывай ҡашҡа тип атала икән уныһы. Дүнән тип тә ебәрә айғырҙы бабай, дүрт йәше менән бара, тимәк.
Ә өләсәһенән ул тәүге һүҙҙәрҙе уҡырға, яҙырға өйрәнде, арифметикаға ла һуҡмаҡ башлап ҡуйҙы.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте