Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Октябрь 2025, 21:36

Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Башы.

Таныш булығыҙ: Рокси! – Рәмилә, тиҙерәк йыйын! Һуңлайбыҙ! – тип, иртәнге сәйгә сырлы, колбасалы йылы бутерброд әҙерләп йөрөгән атаһы, икенсе ҡаттағы бүлмәһенән һаман да сыҡмайынса мыштырлаған ҡыҙына ҡысҡырҙы. – Р-р-р-р...   – Рәмилә, сәй әҙер. Әйҙә!  – Быныһы, түҙмәҫбикә әсәһенең тауышы. – Уа-у-у-у!  – Баҫҡыстан төшөп килгән ун өс йәшлек үҫмер ҡыҙ аяҡ аҫтында уралып йөрөгән әсәһенең ҡуштаны – бәләкәс кенә этте ҡапыл өрөп тертләтте. Тегеһе, ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырып, яҡлау эҙләп сыйылдай-сыйылдай әсәһенең аяҡ аҫтына кереп йәшенде.

Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Башы.
Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Башы.

Таныш булығыҙ: Рокси!

– Рәмилә, тиҙерәк йыйын! Һуңлайбыҙ! – тип, иртәнге сәйгә сырлы, колбасалы йылы бутерброд әҙерләп йөрөгән атаһы, икенсе ҡаттағы бүлмәһенән һаман да сыҡмайынса мыштырлаған ҡыҙына ҡысҡырҙы.

– Р-р-р-р...  

– Рәмилә, сәй әҙер. Әйҙә!  – Быныһы, түҙмәҫбикә әсәһенең тауышы.

– Уа-у-у-у!  – Баҫҡыстан төшөп килгән ун өс йәшлек үҫмер ҡыҙ аяҡ аҫтында уралып йөрөгән әсәһенең ҡуштаны – бәләкәс кенә этте ҡапыл өрөп тертләтте. Тегеһе, ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырып, яҡлау эҙләп сыйылдай-сыйылдай әсәһенең аяҡ аҫтына кереп йәшенде.

– А-ата-а-аҡ! Был нимә тағы? – Әсәһе ҡыҙының ҡиәфәтен күреп ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

– Нимә булған? Инопланитянин күрҙеңме әллә? – тине атаһы әсәһенең ҡапыл ҡыҙып китеүенә аптырап. Ул ҡыҙына арты менән ултыра ине.

– Ана, ҡыҙыңа ҡара! – Әсәһе йәне көйөп ҡыҙына төртөп күрһәтте.

– Бә-ә-әй, Рәмилә, әллә бөгөн, уҡып тормайынса, спектакль ғына ҡуяһығыҙмы? – Ялбыр кофта менән итәк кейгән, ҡойроҡ таҡҡан ҡыҙын күреп Харис ағай бер мәлгә баҙап ҡалды.

 – Р-р-р-р... – Рәмилә һорауҙарына йәнә ырылдап яуап бирҙе.

– Йә етте. Уйыныныңды күрҙек. Хәҙер сәйеңде эс тә, уҡырға барғандағы формаңды кейә һал!

– Р-р-р-р-р-р! – Был юлы ырылдау уҫал яңғыраны. Рәмилә әсәләренең фекере менән килешмәүҙе шулай белдерҙе.

– Ҡыҙым, ҡыйланып ултырһаҡ, һин – уҡырға, беҙ – эшкә һуңлаясаҡбыҙ! – Эт кеүек шәшке өҫөнән сәйҙе телен сығарып эсергә маташып ултырған ҡыҙының ҡыланыланышы атаһына ла оҡшаманы. Шуға ла уҫал ғына әйтеп ҡуйҙы.

– Ә мин мәктәпкә ошолай барам! – Рәмилә бөгөн беренсе тапҡыр әҙәмсә итеп һүҙ ҡушты.

– Тағы нимә уйлап сығарҙың? Эт костюмында унда һине кем керетә? – Йәне көйгән Рая апай ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

– Мин хәҙер эт. Таныш булығыҙ, минең исемем – Рокси! Кешесә – ун өс йәш. Этсә – бер көнлөк!

– Рокси!?! Быныһы тағы нимә? Танауыңды тиштерергә маташыу, сәсеңде йәшел төҫкә буятыу әҙ инде һиңә? – Әсәһе ҡыҙып уҡ китте.

– Етәрегеҙ, тынысланайыҡ әле! Ҡыҙым, эт булып ҡыйланыуың да яңы модамы? – Харис ағай һәр ваҡытта ла уртаҡ тел табып, бәхәскә нөктә ҡуйырға ашыҡты.

 – Мин – Рокси. Хәҙер этмен. Минең менән дә, Рекс менән йөрөгән кеүек үк, саф һауаға сығып йөрөй алаһығыҙ. Һеҙгә эйәреп эшкә лә бара алам. Кәрәкһә, аяҡ аҫтында буталып, ҡулығыҙҙы ялармын. Уа-а-ау!

– Уф, етте! – Әсәһе ике ҡулы менән башын ҡыҫып тотто. – Ниндәй бала булдың ул һин! Нимә кейгең, ашағың килә барыһы ла бар! Нимә етмәй һиңә?

– Етәрегеҙ, барыһын да уртаға һалып һөйләшәйек әле. – Атаһы һәр ваҡыт аңлашыу яғында. – Рәмилә, эт булып йөрөү һиңә нимә бирә? Йәштәр араһында яңы сыҡҡан берәй модамы? Ниндәй йәнлек булып тағы ла йөрөйҙәр? – Ҡыҙына һорауҙар яуҙырған арала планшетына нимәлер яҙып эҙләй ҙә башланы.

– М-м-м... Әй, р-р-р-р!!! Минең кеүек эт-бесәйҙәр хәҙер күп. Р-р-р-р! Дүрт аяҡлап йөрөйбөҙ. Хатта махсус аҙыҡтар ҙа етештерелә башлаған.

– Һеҙҙең өсөн айырым уҡыу йорттары ла асырҙармы икән? – Әсәһе һүҙгә ҡыҫылды.

– Эйе, һинең кеүектәр хәҙер байтаҡ икән шул. Фурри тип атайҙар икән... Инглиз теленән тәржемә иткәндә йомшаҡ, ҡабарып торған тиреле йән эйәһе. – Атаһы ҡыҙы һөйләгәндә планшеттан мәғлүмәт табып уҡый ҙа башлаған ине. – Уҡырға әле үк дүрт аяҡлап сығып китергә йыйынаһыңмы?

– Уа-а-ауу! Юҡ. Әле үк түгел. Ике пар уңайлы аяҡ кейеме табып өлгөрмәнем.

– Бәй, аяҡ кейеме һиңә нимәгә? Эттәр ялан аяҡ йөрөй бит! – Әсәһе эләкләүгә үк күсеп китте. – Уҡыу яңы башланып торған саҡта, мәктәпкә ошо килеш барып барыһын да шаҡ ҡатырам тиһең инде?

– Шаҡ ҡатырмайым. Беҙҙең хаҡта барыһы ла белә. Уау-у-у! Уҡытыусы ҡайһа бер класташтарым менән был хаҡта һөйләште лә.

 – Әйләнгән һайын туҙға яҙмаған нәмәләр уйлап сығарып тораһығыҙ. Афариндар, тинеме?

– Мммм... Әй, уау-у-у! Уҡыусы мәктәп формаһында йөрөргә тейеш, тине.

– Ә һин әле шуға эт костюмында уҡырға барырға йыйындыңмы?

– Ну, әсәй! Әйтерҙәр, әйтерҙәр ҙә туҡтарҙар!

– Мәктәп ул – белем ала торған урын. Кәмит күрһәтергә, башҡаларҙан айырылып торорға маташырға кәрәкмәй.

– Һеҙ мине бер ваҡытта ла аңламайһығыҙ! Теге ярамай, был ярамай! – Рәмилә-Рокси ярһып илай башланы. Әсәһен еңеп бөгөн уҡырға ошо ҡиәфәттә сығып китһә,  уның күңеле буласаҡ ине.  

–Ҡыҙым, етте, әҙерәк ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Атай менән әсәй бер ваҡытта ла балаһына насарлыҡ теләмәй бит, – Атаһы йәнә ҡыҙын тынысландырырға ашыҡты. – Ә уҡыуыңа һуңланың инде.

– Ярай, ана, Рекс та уҡырға йөрөмәй бит! Мин дә бармаҫмын! Ул нисек булһа ла яратаһығыҙ! Хатта әсәйемдең яратҡан гөлө төбөнә сәптереп китһә лә!

– Урамдың ҡайһы мөйөшөнә һиңә оя эшләп ҡуяйыҡ? – Рая апай, ҡыҙының ҡыланышына ҡарап,  утҡа кәрәсин һибергә кереште.

– Рекс һинең менән бер бүлмәлә йәшәй бит. Иҙәндә махсус урыны булһа ла, һеҙ ятҡан карауатта йоҡлай. Мин дә шулай итермен! Әсәйем уны йыуындырған кеүек, мине лә яратып ҡына йыуындырыр! – Әле генә үҙен саҡматаштай ҡаты итеп тоторға маташҡан Рәмиләнең күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. – Һеҙҙең бит миңә ваҡытығыҙ юҡ! Ә бына Рексҡа табаһығыҙ!

Дөп-дөп баҫып Рәмилә икенсе ҡатҡа йүгереп менеп китте. Тиҙҙән шап итеп йоҡо бүлмәһенең ишеге ябылғаны ишетелде. Йоҡо карауатына йөҙ түбән ҡапланып үкһеп илай ине ул. Үҙен был донъяла япа-яңғыҙ, бер кемгә лә кәрәкмәгән кеше итеп тойҙо.

– Үҫмерлек осоронда кеше шулай үҙ-үҙен төрлө образ аша эҙләй инде. Бынан ун биш – егерме йыл элек беҙ ҙә гот, эмоларға сәйерһенеп ҡарай инек бит, – тип, был ваҡытта, атаһы әсәһен тынысландырырға тырышты.

– Ауылда бәрәңге утап, һыу ташып, утын яғып өй йылытып, ҡул менән кер йыуып, бәләкәс туғандарыбыҙҙы ҡарашып үҫтек беҙ. Ундай нәмәләр менән булашырға хәлебеҙ ҙә, ваҡытыбыҙ ҙа ҡалманы, – тине әсәһе асыулы итеп. – Былар эшһеҙлектән ҡотора.

 – Ярай, эт булып бер нисә көн йөрөр ҙә, ялҡыр. Рәмилә – аҡыллы ҡыҙ бит,  – тине атаһы. – Бер көн уҡырға бармайынса, үҙенең ҡылығы тураһында яңғыҙы ҡалып уйланып алһа ла, яҡшы булыр.

– Буштан бушҡа уҡыу ҡалдырыу ҙа яраған эш түгел инде.

Ҡусты-һеңлеһеҙ ауыр!

Рәмиләнең бер көн килеп Роксиға әйләнеп китеүенең үҙенә күрә сәбәбе лә бар ине. Класташы Самира – фотоға төшөрөү менән шөғөлләнә. Бергә уҡыған дуҫтарын һәр ваҡыт үҙенең эше менән һөйөндөрә. Уҡыу йылы башланған аҙнаның беренсе ялында үҙҙәре йәшәгән ҡасабаның паркына саҡырҙы. “Үҙегеҙ менән ҡусты-һеңлеләрегеҙҙе лә алып килегеҙ. Бер иш кейемдән булһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ”, – тине ул.

Рәмилә ғаиләлә яңғыҙ бала. Бер яҡтан ҡарағанда, иптәштәре менән велосипедта йөрөргә, һыу инергә барғанда уға берәү ҙә эйәреп йонсотмай. Мәктәптә лә кемделер ҡарап йөрөргә кәрәкмәй. Икенсе яҡтан ҡарағанда, класташ ҡыҙҙарының һеңлеләренең матур итеп сәстәрен үргәндәрен, бер иштән күлдәк һайлағандарын, бергәләшеп нимәлер эшләгәндәрен күрә лә күҙе ҡыҙып ҡуя. Апайлылары иһә һәр саҡ терәкле. Ә ҡустылы, ағайлы кешеләр үҙҙәрен яҡлаулы тоя.

Ял көнө ҡапҡаларынан сыҡҡанда уҡ күршеһе, класташы Камиланың күбәләктәй осоп ҡына йөрөгән һеңлеһе Асияны етәкләп ҡаршыһына килгәндәрен күргәс, эсе бошоп ҡуйған ине. Шулай ҙа, кире боролоп кермәне. Дүрт йәшлек тәтелдәк ҡыҙҙы икеһе ике яҡлап етәкләп һөйләшелгән яҡҡа табан юлландылар. Был райондан сыҡҡан беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури исемендәге парк ине ул.

Башҡорт әҙибе исеме ҡушылған шишмә янында, килеүселәр өсөн ҡуйылған матур түңәрәк өҫтәл артында, шағирҙың бюсы алдында, төрлө сәскә, ҡайын ағастары араһында оҙаҡ ҡына фотоға төшөп йөрөнөләр. Камила менән ныҡ аралашҡас, Асия Рәмиләне ят итмәй. Апаһы менән күршеһен ике яҡтан ҡосаҡлап бер нисә тапҡыр фотоға төштөләр. Күңелле генә йөрөгән кеүектәр ине башта. Бына Дамира класташының ҡустыһы Батырхан Рәмиләнең кителгән күңелен уйырлыҡ итеп әйтте лә ҡуйҙы.

– Батырхан, минең янға ла баҫ, әйҙә, – тине Рәмилә. – Киләсәктә, бер ун – егерме йылдан мин: “Был шәп спортсы егетте бәләкәс сағынан уҡ беләм”, – тип маҡтанырмын...

– Минең үҙ апайым бар, – тип танауын күккә сөйҙө Батырхан.

– Нейә, Рәмилә менән фотоға төшһәң, уҡаң ҡойолмаҫ ине әле, – тине апаһы ҡустыһына, класташының йөҙө үҙгәргәнен күреп. – Уның кеүек ҡыҙҙар менән бергә паркта йөрөгәнең өсөн, киләсәктә һиңә маҡтанырға тура килер әле. Төшөп ҡала торған ҡыҙҙарҙан түгел, бынамын тигән бейеүсе.

– Ҡуй, ярай, көсләшмәйек, – тип йылмайырға маташты Рәмилә. Үҙе иһә эстән генә иренен ҡанатҡансы тешләгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Икенсе көнөнә Самираның әҙерләп биргән фотолары класташтарының социаль селтәрҙәрендә урын ала башланы. Бер Рәмилә генә яңғыҙ ҡарға кеүек. Йә бюст янында бер үҙе һерәйеп тора. Йә өҫтәл артында моңайып ултыра. Камила, Асия менән төшкән бер фото ғына матур, үҙенсәлекле сыҡҡан. Шуға ҡараған һайын, Рәмиләнең йөрәге яңғыҙлыҡтан өҙөлә барған кеүек тойолдо. Ни өсөн ата-әсәһе тағы ла бәпес алып ҡайтмағандар? Етеш торалар. Үҙҙәренең ҡасабала ҙур магазиндары бар. Интернет аша ла арыу ғына һатыу итәләр. Күрше ауылдарға ла тауар ташыйҙар. Өйҙәрендә өс бүлмә буш тора. Берәй һеңлеһе булһа, моғайын, Рәмилә уға үҙенең йоҡо бүлмәһендә лә урын табыр ине. Уның ҡарауы кәүҙәгә бесәйҙән дә  ҡайтыш эткә бар күңел йылыһы бүленә. Әсәһе Рекс исемле бәләкәс кенә этте күтәреп кенә йөрөтә. Хатта эшкә лә үҙе менән эйәртеп алып бара. Ҡайһы берҙә Рәмиләнең Рекс урынында булғыһы килеп киткән саҡтары ла бар. Етеп килгән ҡыҙын Рая апай көнөнә нисә тапҡыр, Рексты алдына алып ҡосаҡлап үпкән һымаҡ, наҙ күрһәтмәй.

Өнһөҙ генә балауыҙ һығып, интернетта ҡаранып ята ине, фурри тигән ят һүҙ күҙенә салынып ҡалды. Донъяның төрлө мөйөшөндә үҙен эт йәки бесәй ролендә күрә башлаған, уларҙың ҡыланыштарын ҡабатлаған йәштәштәре көнләп арта икән. Урамда йорт хайуандары кеүек кейенеп, ырылдап, еҫкәнеп, хатта кешеләргә ташланып йөрөгән был дүрт аяҡлы әҙәмдәргә сәйерһенеп ҡараны Рәмилә. Әммә эске бер тауыш: “Әйҙә, һин дә уларҙы ҡабатла. Бәлки, ата-әсәйең һине лә ишетер. Теләгең тормошҡа ашыр”, – тигән кеүек ине. Башланған эш – бөткән эш. Интерет магазиндан тиҙ генә үҙенең размерында эт костюмына заказ бирҙе. Ихтияж ҙур булғас, оҙаҡ көттөрмәнеләр. Шул кисте үк, Камила күршеһе менән кисен урамға сыҡҡанда, тауар бирә торған ерҙән барып та алды. 

Кейеп көҙгө алдына баҫҡас, үҙ ҡиәфәтен күреп терт итеп ҡалды. Тауар сифатлы булһа ла, етеп килгән матур ҡыҙға эт костюмы көлкөлө лә, мәғәнәһеҙ ҙә күренә ине. “Был ҡиәфәттә мәктәп эсенә лә керергәме? Әллә иртәнсәк өйҙән сыҡҡандан һуң, өҫ кейемен алмаштырырғамы?” – тигән уй менән байтаҡ ҡына баш ватты йоҡлар алдынан.

Әсәһенең иғтибарын үҙенә йәлеп итер өсөн алдан да төрлө сара ҡулланып ҡараны ул. Бынан бер йыл элек юғары класта уҡыусы бер нисә ҡыҙҙың танауҙарын тиштереп персинг ҡуйып йөрөгәндәрен күрҙе. Ҡыҙыҡ ине был күренеш Рәмилә өсөн. Тоҡом үгеҙенең танауына ҡуйылған тимер кеүек итеп күҙ алдына килтерҙе ул. Улар тыңламаһа, шунан ғына тотоп тарталар ҙа ҡуялар бит. Былар иртән уяна алмаһалар, ата-әсәһе персингтарынан һөйрәп торғоҙамы икән, тип уйлап көлөмһөрәй ине. Тиҙҙән үҙе лә танау тиштерәм, тип әсәһе менән бер нисә тапҡыр һүҙгә килештеләр. Рая апай ҡыҙы менән тыныс ҡына ултырып һөйләшеү урынына, ҡыҙҙы ла китте, ҡыҙҙы ла китте. Ярай ҙа, аталары эште яйға һалды. Күпмелер ваҡыт персинг урынына наклейка йәбештереп йөрөргә тура килде. Үҙенә оҡшамаһа ла.

Быйыл йәй иһә ата-әсәһе эштән ҡайтыуға шаҡ ҡатырғыс эш эшләп ҡуйҙы. Әлеге лә баяғы интернет магазиндан сәсен төрлө төҫкә керетә торған аҡбурҙар һатып алды. Өлкәндәр эшкә китеү менән, йәп-йәшелгә буяп та ҡуйҙы. Урамда гөл төптәрен йомшартып йөрөгәндә, күрше Камила класташындағы үҙгәреште күреп тә ҡалған.

– Ниндәй ҙур үлән тегеләй-былай күсеп йөрөй икән, тиһәм. Рәмиләнең яңы шедевры икән дәһә, – тине йылмайып. – Аҡыллы башыңа төрлө идеялар ҡайҙан тыуып тора ул?

– Һин ҡустың менән һеңлеңде ҡарашып, улар менән мәж киләһең. Ә минең ваҡыт күп бит. Йыйыштырылған  урын-ер аҙна дауамында тик кенә тора. Арттан ҡойроҡ кеүек эйәреп йөрөүсе лә юҡ. Шуға ваҡыт күп. Дөрөҫөн генә әйткәндә, нимә эшләргә лә белмәйем, Камила.

– Ярай, атайың менән әсәйең яғынан ике туғандарың етерлек бит, – тине Камила. Рәмиләнең йөҙөндәге моңһоу күләгәне күргәс, класташы йәл булып китте.

– Улар бит ҡунаҡҡа ғына киләләр ҙә китәләр. Ә мин йәй буйы ошолай, яңғыҙ ҡарға кеүек, һәлпәнләп тик йөрөйөм, – тине Рәмилә көрһөнөп. Иҫенә бер ваҡиға төшкән ине.

Май байрамдары ваҡытында, әсәһенең тыуған көнөнә бер туғандары ғаиләләре менән йыйылды. Биш бала улар. Әсәһе иң олоһо. Төпсөктәре Райхан ағаһының ғына әлегә кәләше лә, балалары ла юҡ. Мобилизацияланып яу яланында йөрөй ине. Табын ҡорған саҡта уның ялға ҡайтҡан ваҡытын тура килтерҙеләр. Ҡалған өс ҡусты-һеңлеһенең икешәр, өсәр ул һәм ҡыҙҙары бар. Рәмилә йәштәштәре менән компюьтер уйындары уйнайҙар ҙа, рәхәтләнеп залдағы ҙур диванда аунап көлөшәләр. Бер-береһен ҡытыҡлайҙар. Әлбиттә, бармаҡтар ҡабырға араларына керһә, ҡытыҡ ҡына ла килмәй. Әсетеп ауырта ла. Был ваҡытта барыһы ла сай-сой килә. Туғанлыларҙы: “Минең апайыма теймә!” йә “Ағый, мин һиңә ярҙам итәм!” – тип бәләкәстәр киләләр ҙә ҡосаҡлайҙар, киләләр ҙә ҡосаҡлайҙар. Бер Рәмилә генә яңғыҙы моңайып тора ла ҡала. Камила менән һөйләшкән ваҡытта ла, ошо ваҡиға иҫенә төшкән ине.

 Ә ҡыҙының сәсен йәшел төҫкә буятып ҡаршы алыуын күргәс, әсәһе артына ауып китә яҙҙы.

– Оҙаҡ уйланыңмы? Әллә берәйһе кәңәш бирҙеме? – тине, тынысландыра торған дарыу эсеп, бер аҙ торғас.

– Ағастар, ана, төрлө төҫкә инә бит. Мин дә йәйен – йәшел, көҙөн – ҡыҙғылт һары, ҡышын – аҡ, яҙын – һоро төҫкә буятырға уйлап торам, – тине Рәмилә шарҡылдап көлөп ебәрмәҫ өсөн. Был мәлдә уға үҙенең әйткән һыны күҙ алдына килгән ине.

– Һин мине тиҙерәк үлһен тиһеңде ул! Эштән арып ҡайтам, йөрәгем былай ҙа ауыртып йөрөй! – тип әсәһе илап ебәрҙе. – Әйләнгән һайын бер нәмә уйлап сығарып ҡына тораһың бит!

– Һуң, әсәй, күптәр шулай йөрөй. Мода ла инде, – тигән булды Рәмилә. Бындай боролошто көтмәй ине ул.

 – Иртәгә үк сәсеңде тәбиғи төҫөнә – ҡараға буят! Ишетһен ҡолағың! Хәйер, бер тапҡыр химия менән яндырылған сәс ҡабат тәбиғи төҫөнә ҡайтҡансы, йонсоясаҡһың әле!

– Ҡыҙым, баш тиреһен генә яндырып ҡалмай, сәстәрҙе лә бөтөрә бит ул, – тип атаһы һүҙгә ҡушылды. – Икенсе юлы ниндәй яңы нәмә эшләп ҡарар алдынан, зинһар өсөн, беҙҙең менән кәңәшләш.

Яҡындарының үҙе өсөн өҙөлөп тороуын аңлағас, Рәмилә киске аштан һуң уҡ сәсен йыуҙы. Ололар, әлбиттә, шатланды. Тик ҡыҙҙарының ни сәбәптән, ваҡыты-ваҡыты менән, ҡапыл йөҙ-ҡиәфәтен үҙгәртергә маташыуының сәбәбен генә асыҡларға тырышманылар. Ҡыҙып-ҡыҙып миҙгелле тауарҙарҙы ҙур ташлама менән ҡайҙан алыу, нисек килтереү тураһында һөйләшеп алдылар ҙа киттеләр.

Әле лә шулай. Рәмиләнең ҡапыл эткә әйләнергә теләүенең сәбәбенә төшөнөргә тырышыусы булманы шикелле. Рекс менән үҙен сағыштырып та ҡараны. Тик атаһы менән әсәһе тиҙерәк эштәренә ашыҡты. Ҡыҙҙары илап әҙерәк күңелен бушатҡас, эт кейемен ҡабаттан кейеп урамға сығып әйләнде. Паркка барҙы. Бер нисә урында дүрт аяҡлап тороп селфи эшләп, социаль селтәрҙәге битләүенә лә һалды.

Кисен йорт хайуаны ҡиәфәтендә йөрөгән ҡыҙҙарын өлкәндәр күрмәмешкә һалышты.

– Рәмилә, әй, Рокси, һеҙгә киске ашты өҫтәлгә ултыртырғамы? Әллә Рекс янына тағы бер һауыт ҡуйырғамы? – тип әсәһе генә йәнә эләкләп алды.

– Р-р-р-р, урам буйында һөйәк кимереп йөрөп туйҙым. Р-р-ә-хр-мә-әт,  – тип яуап бирҙе ҡыҙы.

Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Башы.
Рәмилә-Рокси. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова. Башы.
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас