Ғафури леспромхозына ҡараған Мәндем урман пунктында 1975-1996 йылдарҙа эшләргә тура килде. Был ваҡыт араһында эшселәр поселогында эш гөрләп, ҡайнап торҙо, тотороҡло үҫеш осоро булды. Урта мәктәптә 300 артыҡ бала белем алды, балалар баҡсаһы, ОРС системаһына ҡараған 3 магазин эшләне, пекарняла тәмле икмәк бешерҙеләр. Кистәрен ауыл клубы халыҡты үҙенә тартып, эшселәрҙең ялын ойошторҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урман пунктарының яҙмышы бер төрлө: эшкә яраҡлы ағас бөтөү менән тормош һүнә бара, халыҡ күсенә, һирәкләп ултырған өйҙәр, уларҙың нигеҙҙәре эшселәр поселогының ҙур булғанын иҫбатлай.
Ҡасандыр Мәндем поселогының Үзбәйҙәк урамында көн күргән йәше 9 тиҫтәгә яҡынлашҡан Рауза апайҙың яҡты, стеналары элекке фотолар менән биҙәлгән Красноусолдағы квартираһында әңгәмәләшеп, үткәндәрҙе иҫләп, хәтирәләргә бирелеп ултырабыҙ. Мәндем яғынан ҡалҡҡан иртәнге ҡояш яҡтыһы тәҙрәләргә төшә, балаларымдың да өйҙәре күренеп тора, ҡайһы берҙәренең эшкә китеүҙәрен дә күҙәтеп торам, - тип һүҙ башлай Рауза апай. Өлкән йәштә булһа ла, зиһене дөрөҫ, хәтере яҡшы. Бик ныҡышҡас, ҡыйынһынып ҡына үҙенең тормош юлын бәйән итте. Тыуған ауылым Иҫке Тайышҡа Үзбәйҙәк ауылында йәшәүсе Зайнуллин Рауил Шаймардан улына кәләш алырға киләләр. Өмөтләнеп килгән, Рауза исемле аҡ йөҙлө һылыу ҡыҙҙың ата-әсәләре ризалыҡтарын бирмәй, ҡыҙ өйҙә лә булмай сыға. Яусылап йөрөгән ҡарсыҡ юғалып ҡалмай, беҙҙең тағы ла сибәр, оҙон сәсле, ҡара йөҙлө башҡорт ҡыҙы бар, үрге остағы Сәлимйәндең ҡыҙы, исеме лә тура килә тип Рауза апайҙы димләйҙәр. 1957 йылда арбаға ултыртып, бирнә һалынған ағас һандығын тейәп, тау араһында урынлашҡан Үзбәйҙәк ауылына килен булып төшә. Ташлы ауылынан 12 саҡрым алыҫлыҡта, Усолка йылғаһы башланған, тау-ташлы урында урынлашҡан Үзбәйҙәк ауылы тәүҙә бөтөнләй ят донъя булып куренә апайға. Рауилды беренсе күреүем ине, шулай ҙа оҡшатҡанмындыр, әтеү риза булмаҫ инем, бәхетенә осраҡлы рәүештә мин эләктем, - тип кеткелдәп көлөп алды Рауза апай. Үзбәйҙәктә эш бөткәс, бөтә ауыл менән яңы асылған Мәндем урман пунктына күсеп килеп, тау битләүендә бер урам булып йәшәй башлайҙар. Ун бала тәрбиәләп үҫтерәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Юныс Афған һуғышында һәләк була. Ҡалған балалары Красноусолда бик татыу берҙәм булып көн күрәләр. Балалары медсестра, уҡытыусы һөнәрҙәрен һайлайҙар, ҡыҙҙарымды малайҙарға алмаштырмайым тип ғорурлана Рауил ағай. Рауза апай менән ағай бик татыу йәшәйҙәр, бер-береһен аңлап, тыңдап, яратышып көн күрәләр. Хоҙай күпме биргән, шул тиклем бала таптыҡ, - тип йылмая апай. Бынан бер-нисә йыл элек яҡты донъя менән хушлашҡан Рауил ағай еңел кәүҙәле, юморға бай оло йәшендә малайҙарҙы сәмләндереп, 30 тапҡыр турникта күтәрелә торғайны, бик оҫта килешле бейене. Ҡуңыр йөҙлө, ҡара ҡашлы, ҡара сәсле Рауза апайға "аппағым" тип күҙен ҡыҫып, мут йылмайып өндәшә торғайны. Эштә төшкө ашҡа туҡталғас, бына минең "аппағым" тәмле бешерә тип, йәш эшселәрҙе аҙығы менән һыйлай. Тегеләре "аппағым" һымаҡ бешер тип ҡатындарының теңкәһенә тейәләр, ул һүҙ лаҡапҡа әйләнә.
Бер -беребеҙҙе электән белгәс, ауыр урман эше ирҙәребеҙҙе берләштергәс , күршеләребеҙ менән татыу йәшәнек: ҡытлыҡ осорҙа аҙыҡ- түлек менән дә бүлешеп байрамдарҙы бергә үткәрҙек, ҡайғыларҙы ла бүлештек, бесән-утын әҙерләү ҙә күршеләр ҡатнашлығында үтте, балаларыбыҙ ҙа бергә уйнап үҫтеләр. Ҡаршыла Әнүр ҡәйнеш менән Зөһрә килендәш йәшәнеләр, ун бер бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Иң оста фронтовик Ғаян ағай Украинанан алып ҡайтҡан Галя апай менән йәшәнеләр, алты бала үҫтерҙеләр. Галя апай һатыусы, завхоз да булып эшләне, рус һәм башҡорт һүҙҙәрен бутап ҡыҙыҡ итеп һөйләшә торғайны. ""Ты смотри сюда, ошолай эшләргә надо",- тип миңә аҡыл өйрәткәне иҫтә ҡалған.
Бейәләйкүлдән күсеп килгән икенсе фронтовик Искандаров Мөхәмәт ағай, ҡатыны татар милләтенән көр тауышлы, олпат кәүҙәле Фәриҙә апай менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ысынлап та, тауышы көслө булды: " Марыс-с-с, (кинйә улдары Марс) ҡайҙа йөрөйһөң?"- тип ҡысҡырһа, бөтә ауылға ишетелә торғайны. Элек ветеринар булып эшләгән Фәриҙә апайға ауылдаштары тәкәләрен операцияға килтерә торғайнылар. Хәбәрен һөйләй-һөйләй:" Был тәкә минең ҡартҡа оҡшап йөрөмтәл булған, хәҙер үс алам, "- тип мал хужаларын көлдөрөп эшкә тотона. Уҡыған-уҡыған инде, бер мал да уның ҡулынан зыянламаны. Мөхәмәт ағай үлә тип ситтән балалары йыйылып бөтһә, ҡарт терелеп аяҡҡа баҫа ла китә. Бер нисә тапҡыр ҡабатлана был хәл. Урыҫ кейәүе Володя:" Старик, ты меня разоришь, сколько можно водку покупать", - тип һөйләгәне иҫтә ҡалған.
Рәшиҙә һәм Шәрифулла (Шәрип ҡарт) Йәнмырҙиндарҙың ун ике балаһы булды: күптәре хәҙер үҙҙәре олатай- өләсәйҙәр, кинйә малайҙары ла алтынсы тиҫтәне ҡыуа. Фәхретдинов Тимерғәле һәм Гөлбаныу апайҙар иркен, мул тормошта йәшәнеләр, һигеҙ балаға ғүмер бирҙеләр. Уларҙың ут күршеһе Кәлимуллиндар Фәрит һәм Хәтимә һигеҙ ҡыҙ һәм дүрт малай үҫтерҙеләр. Башҡорт культураһының классигы булған "Ете ҡыҙ" бейеүен һеңлеләре оҫта башҡаралар, оло апалары Земфира өйрәтеп тора. Урамдаштарға өлгө булып, беҙҙең арала иң өлкәндәре Мөхтәр бабай менән Мәғзүрә инәйҙәр бик татыу йәшәнеләр, кәңәш бирә торғайнылар, ярҙамсыл булдылар. Татар милләтенән булып, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнделәр, йәшелсә үҫтерергә уларҙан өйрәндек. Үзбәйҙәк урамында шулай уҡ Акрам, Рәсүл, Миннулла, Салауатов Рауил, ҡоҙабыҙ Сәүгәндең ғаиләләре йәшәне, улар ҙа күп балалы булдылар. Тимербикә әбей улы Нәжметдин менән айырым йәшәне.
Етешһеҙ тормошта йәшәһәк тә, төшөнкөлөккә бирелмәнек, төрлө ерҙән йыйылған күршеләремә бер ҡатлылыҡ, эскерһеҙлелек, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар хас ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ауыл һүнә бара, киләсәк быуын беҙҙән өлгө алып, ишле ғаилә булдырһындар ине. Балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, бәхетле ҡартлығыбыҙ,- тип һүҙен тамамлай Зәйнуллина Рауза Сәлимйән ҡыҙы.
Дәриғәт Рәхимов. Ғафури районы.