Шоңҡар
-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Февраль , 22:15

Сынаяҡ ярсығы (Повесть, 3) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Етенсе синыфҡа күскәнсе шулай йөрөнөләр, ағаһы Басир ете синыфты тамамлаһа ла, өләсәһенә ярҙам итеп, муйылын күтәрешеп урыҫ ауылына йөрөнө, ә Әлтәфкә улай йөрөргә тура килмәне. Район үҙәгендә ауыл хужалығы техникумы асылғас, шунда уҡырға инде, шунан һуң уға бушау мөмкинлеге һирәк тейҙе, ә ағаһы етене бөткәс, Өфөгә барып һөнәрселек училищеһына уҡырға ингәйне, август аҙағына тиклем өйҙә булды. Шуға күрә лә өләсәһенең йомошона ҡарышманы. Өләсәһе лә һатып алған аҡсаһын гел генә малайҙарға бүлеп бирә килде:

Сынаяҡ ярсығы  (Повесть, 3) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
Сынаяҡ ярсығы (Повесть, 3) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

 

  • 5

    Етенсе синыфҡа күскәнсе шулай йөрөнөләр, ағаһы Басир ете синыфты тамамлаһа ла өләсәһенә ярҙам итеп, муйылын күтәрешеп урыҫ ауылына йөрөнө, ә Әлтәфкә улай йөрөргә тура килмәне. Район үҙәгендә ауыл хужалығы техникумы асылғас, шунда уҡырға инде, шунан һуң уға бушау мөмкинлеге һирәк тейҙе, ә ағаһы етене бөткәс, Өфөгә барып һөнәрселек училищеһына уҡырға ингәйне, август аҙағына тиклем өйҙә булды. Шуға күрә лә өләсәһенең йомошона ҡарышманы. Өләсәһе лә һатып алған аҡсаһын гел генә малайҙарға бүлеп бирә килде:
    – Икегеҙгә лә тигеҙ итәп бүләм, Басир, үпкәләмә, Әлтәфтең уҡыуы булмаһа, ул да йөрөр ине, әлегә уға ла ярҙам булһын. Моғайын, онотмаҫ, бер килеп рәхмәт әйтер әле. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара бит. Рәхмәттең хаҡы – иҫәпһеҙ, – тип артыҡ һүҙ ҡуйыртырға урын ҡалдырмай тамамлап ҡуя.
    Шулай күп ваҡыттарын өләсәләре менән бергә үткәрҙе малайҙар. Улар менән Гөләндәм дә бергә, бер генә айырылманы. Әсәһе бәләкәй сағында ҡайтарырға килһә:
    – Мин өләсәйҙә йоҡлап ҡайтам, – тип мыжый башлай.
    – Ул һинең өләсәйең түгел, өләсәйең өйҙә ултыра, – тиҙәр уға.
    – Ул ана Таһир, Милләт ағайға, Санияға булһын. Маһира өләсәй, миңә лә өләсәй булам, тине, – тип, ырғыта баҫып икенсе яҡҡа китергә ынтыла.
    Бик оҙаҡ инәлгәс, Маһира өләсәйе лә әпәүләгәс:
    – Әй-й-й, мин онотҡанмын, мине теге Зәйтүнә ҡоҙаса саҡырғайны бит әле, һеҙ ҙә Басир ҡайтығыҙ инде, – тигәс кенә, үҙенең көндәге алданыуын шәйләмәй, балаларса мөләйем сифаты менән:
    – Өләсәй, һине көн дә ҡунаҡҡа саҡыралар ивет, ә үҙең миңә күстәнәс ҡалдырмай Әлтәфтәргә ашатып бөтөрәң, – тип аптыратып та ҡуя.
    – Мин күстәнәс алып ҡайтмайым шул.
    – Ниңә?
    – Күстәнәслек нәмә бешермәй шул.
    – Шәкәре лә булмаймы?
    – Уны мин һеҙгә сәйгә ултыртам бит.
    – Шулай күп бирәләрме?
    – Эйе.
    – Әсәй, һин шәкәр юҡ тигән булаң, һин дә ҡунаҡҡа бар, – тип әсәһенә аҡыл өйрәтә-өйрәтә кейенә башлай, ә Маһира әбей, артыҡ ебәрҙем шикелле, тигәндәй, Гөләндәмдең әсәһенә ҡарап, йылмайып ҡуя.
    Улар уҡырға ла бергә йөрөнөләр. Ауылда башланғыс кластар ғына уҡытылды, шуға күрә улар бишенсе класҡа күрше генә ятҡан ауылға уҡырға йөрөнөләр. Әлтәф менән Гөләндәм бишенсегә килгәндә, Таһир менән Басир етенсе синыфта, ә Милләт етене бөтөп ауыл фермаһына эшкә сыҡҡайны. Алтынсыла дүрт малай, ике ҡыҙ йөрөп уҡый. Улар унлаған бала күрше ауылға уҡырға йөрөнө. Бер йыл йөрөп уҡығандан һуң, Гөләндәмдең аталары шул ауылға күстеләр, балаларға яҡын булһын тигәндәрҙер инде. Насир ағай күсергә уйламаны, киреһенсә, өйөнә ҙур итеп төкөтмә эшләп, ҙурайтып ебәрҙе. Был ваҡытта әсәһе бәләкәй өс һеңлеһен ҡарап өйҙә ултырҙы. Балалар баҡсаһы юҡ, әсәһен өс бала менән ыҙалатҡыһы килмәне, ике малайҙы үҫтерешкәне лә еткән, тип уйланы, шулай ҙа Маһира әбей тик ятып сыҙаманы: балаларға нәски, шарф, шәл, косынкалар бәйләп, күлдәктәр тегеп биреп торҙо. Үҙе бер ҙә аҡсанан өҙөлмәне. Хәлем бар әле, типтер инде, һарыҡтарын да бөтөрмәне, кәзәһен дә көттө. Кейәүе:
    – Малдарҙы беҙҙең ҡурала ғына көтәйек, ыҙалама, – тип әллә күпме әйтеп ҡараны, тыңламаны.
    – Кеше эшһеҙлектән яфаланып үлә, тиҙәр, минең хәлем бар әле, – тип кенә ебәрә.
    Әлтәф атаһының ҙур ауылға күсмәүенә йәне көйҙө, хәҙер ул мәктәптә генә Гөләндәмде осратасаҡ, башҡа ваҡыттарында улар икеһе ике ауылда буласаҡтар. Бына шуның өсөн ул атаһына көн дә тип әйтерлек бер үк һорауҙы биреп ҡаңғыртты.
    – Ҡасан беҙ ҙә күсәбеҙ, ана шулар күскән,– тип, ауылдан совхоз үҙәгенә йә урыҫ ауылына күсеүселәрҙе һанай башлай.
    – Балам, өй һалыуы еңел эш түгел бит, ана район үҙәгендә ҡустым өй һала, әле һаман һалып бөтә алмай. Мин хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Ярҙам итергә минең атай юҡ бит. Бына ағайың һалып бөтһә...
    – Ҡасан бөтә?
    – Әйтә алмайым.
    Ошоноң кеүек һөйләшеү йыш ҡына булып торҙо. Ул үҙе әйтә алмай бит инде “Мин Гөләндәмде һағынам”, – тип, оят булыр. Был – уның үҙе лә аңлап бөтә алмаған сере. Бишенсене бөткәнсе Гөләндәменең сумкаһын мәктәпкә күтәреп барып, күтәреп ҡайтып, ошонан бер ҡәнәғәтлек табып йөрөһә, алтынсыла ул мәктәпкә башҡаларҙан алда килеп, Гөләндәмде ҡаршы алырға, ҡул биреп һаулыҡ һорашырға, сумкаһын класҡа алып инеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Гөләндәм үҙе бер тапҡыр ҙа Әлтәф барҙа, сумкаһына

ынтылманы, әйтерһең, шулай тейеш итеп ҡабул ителгән. Бына шулай ун өс йәшлек Әлтәф үҙе лә белмәгән, аңлай һәм аңлата алмаған серле донъяла йәшәне. Өйөнә ҡайтып йоҡларға ятһа, төштәрендә гел генә уның менән бергә йә муйыл йыялар, йә ҡуҙғалаҡ ашы бешерәләр, йә өләсәһенең туҙҙан һағыҙ ҡайнатыуын күҙәтәләр. Ә бер көнө ул Гөләндәмде ҡосаҡлап тора, имеш, шыбыр тиргә батып, әйтерһең, өндә булғандай, йән-яғына күҙ һалып, үҙ төшөнән үҙе оялып, урынынан тороп китте. Бына шулай үҙе аңлап бөтмәгән татлы һөйөү хисе менән янды. Уны кем аңлар ҙа, кем уға аҡыллы кәңәш бирер...

***
...Әле поезд тәгәрмәстәренең талғын ғына келтерләгән тауышына шуларҙы хәтерләп, теге ваҡыттағы татлы хистең ниндәй ғазаплы бер йөк булып уны баҫып тороуын аңлаған кеүек булды.
Алтынсы класта уҡығанда, башҡорт теле уҡытыусыһы уларға:
– Бына инша дәфтәрҙәрегеҙ, һеҙ яҙасаҡ иншаның тәүге һөйләме яҙылған, ә һеҙгә уны дауам итергә кәрәк булыр. Һәр берегеҙгә айырым-айырым бирелгән, тимәк, күсерә алмайһығыҙ булып сыға. Һеҙ әле ҡараламала яҙаһығыҙ, ә өйҙә шуны күсереп алып килерһегеҙ, – тине.
Әлтәфкә: ”Ватанды яратыу ул...” тип өс кенә һүҙ яҙылғайны. Әлтәф класта бер нәмә лә уйлай алманы, ҡайтҡас, ашап та тормай өләсәһенә йүгерҙе. Уның һөйләгәндәрен үҙ фекере итеп яҙып ҡуйҙы, аҙаҡ “бишле” алғас, бик ныҡ оялды, шулай ҙа өләсәһенә рәхмәт әйтергә онотманы. Өләсәһе уға:
– Ватанды яратыу ул, балам, бына ошо ерҙе, унда йәшәгән һәр йән эйәһен яратыу, ярҙам кәрәгенә ярҙам итеү, кешеләрен яратыу.
– Ниндәйерәк кешеләрҙе?
– Ата-әсәйеңде, мине, ҡартатай, ҡартәсәйеңде, ҡусты-һеңлеләреңде, күрше-күләндәрҙе, дуҫтарыңды.
– Ҡыҙҙарҙы ламы?
– Эйе.
– Гөләндәмде ләме?
– Эйе... Эй-й-й, балаҡайым, бына ниндәй ғазаптарға тарығанһың икән. Әйтәм балтаң һыуға төшкән кеше төҫлө йөрөйһөң.
– Ниңә улай тиһең, өләсәй?
– Егеттәргә – ҡыҙҙарҙы, ҡыҙҙарға егеттәрҙе яратыу еңелдән булмай ул. Ул – иң яуаплы йөк, иң татлы ғазап.
– Ыһы...Ҡыҙыҡ икән: яуаплы йөк, татлы ғазап...
– Эйе, Үҙе татлы, үҙе ғазаплы, үҫә төшкәс аңларһың әле...

6

Нәҡ үҫә төшкәс аңланы ла инде ул. Ете класты тамамлағас, Гөләндәмде икенсе райондағы интернатҡа уҡырға бирҙеләр. Уға юл йөрөүе лә еңел булды, сөнки Өфөнән үткән автобус интернат урынлашҡан ауылдан үтә. Гөләндәмгә ҡайтыуы еңел, автобус урыҫ ауылы аша ла туҡтап үтә. Гөләндәм интернатҡа һигеҙенсе класҡа уҡырға киткәс, Әлтәф тә күп уйлап тормай, ауыл хужалығы техникумына инде, үҙе уҡыуға һәләтле ине, уҡытыусылар ебәрмәҫкә лә тырыштылар. Мәктәп директоы документтарын биргәндә:
– Әллә китмәй ҙә ҡуяһыңмы? Һинең тырышлығың менән унынсыны тамамларға, институтҡа инергә була. Быйыл мәктәпте урта мәктәпкә үҙгәртәсәктәр. Уҡытыусылар ҙа бик ебәргеләре килмәй бит, – тигәйне.
– Мин мәктәптә ун класты тамамлағансы , техникумдың ике курсын бөтөрәсәкмен, – тип яуапланы.
– Теләгең инде. Ярай, тиҙерәк ҙурайып эшләй башларға уйланың инде. Бик хуп, – тине мәктәп директоры Айҙар Абдрахманович.
Бик яҡшы кеше ине ул, тик ғүмере ҡыҫҡа булды. Район үҙәгенә эш менән барғанда, аварияға осрап, оҙаҡ ҡына иҫһеҙ ятып, һәләк булып ҡалды. Тыуырға ла өлгөрмәгән ҡыҙы менән дүрт йәшлек улы ҡалды. Шуға әйткәндәр бит инде: бәлә аяҡ аҫтында, ағас башынан килмәй ул. Бик йәш булһа ла, оло бәйелле ине. Ауылға ситтән килһә лә, тиҙ арала халыҡ менән танышып, уртаҡ тел таба алды. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта мәктәпте лә тейешле кимәлгә күтәрҙе, ата-әсәләр араһында ла абруй ҡаҙанып өлгөрҙө. Кешене үтәнән-үтә күрә, тиҙәр ине, тик бына Әлтәфтең уйында ниҙәр барын һиҙә алманы, бәлки, белһә, берәй кәңәш биреп, уйынан айындырыр ине.
Әсәһе менән өләсәһе һиҙенде һиҙенеүен, тик улар ҙа өндәшмәне: бишектәге бишкә төрләнә, тип уйлағандарҙыр инде, ахырыһы. Әсәһе генә бер тапҡыр:
– Әллә, улым, йөрөмәйһеңме, урта мәктәпкә әйләнә, тиҙәр бит, – тигәйне.
– Әсәй, мин хәҙер үҫтем инде, унан ҡайтыуға ҡыйынлыҡ булмаясаҡ, беҙҙән аша үткән Өфө автобусына ултырам да ҡайтам. Гөләндәм дә... –тип, һүҙен дауам итмәксе ине, әсәһе ҡулын һелтәп, күҙенә йәш алып сыҡты ла китте.
Ошоноң менән был турала ҡабат һөйләшеү булманы. Әлтәф имтихандарҙы уңышлы биреп, студент булып китте. Ял һайын тип әйтерлек ҡайтып йөрөнө. Гөләндәм менән гел генә бергә ҡайтып, бергә киттеләр. Хәҙер ике ғаиләнең дә ата-әсәһе быға өйрәнделәр, яйы тура килгәндә Насир, үҙенең шаянлығына барып:
– Ҡасан әйттерә барайым, ҡасан ҡоҙа булышабыҙ, бал әсене, – тип Гөләндәмдең әсәһе Фәрзәнәгә төрттөрөп ала ине.
Тегеһе лә бирешә торған ҡатын түгел:
– Әсеһә – артай, әйҙә беҙ уны хәҙер мискәһе менән бергә афурмит итеп ҡуяйыҡ та, яңынан баш яһап ултыртырбыҙ, – тип элеп ала
Былай үҙе артыҡ уҫал ҡатын түгел, тик үтә күп һөйләй, үҙе өсөн дә, ире Вәхит өсөн дә һөйләп ташлай. Эсергә лә тартынмай, ҡунаҡта булһа, иртәгеһенә әсе йырлап, баш төҙәтмәй, әшнәләрен йыймай ҡалмай. Улары ла аңдып ҡына торалар. Ауыл араһы яҡын булғас, бының кеүек насарыраҡ хәбәрҙәр оҙаҡ тотҡарланмай килеп етә. Шуғамылыр, Сәлимә Фәрзәнәне артыҡ өнәп бөтмәй, тик башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырыша. Ауыл ҡатындары:
– Күрә-баға шул эскесе Фәрзәнәнең ҡыҙын килен итергә уйламайһыңдыр ул, – тип, Сәлимәнең шешенә баҫып алалар, ә ул өндәшмәй.
Ә бына Маһира әбей һүҙһеҙ ҡалмай:
– Алма ағасынан алыҫ төшмәй тимәксеһегеҙме, ә беҙ уны сайҡатыбыраҡ, алыҫҡараҡ төшөрөрбөҙ. Балсыҡты нисек теләйһең, шулай болғап, үҙеңә кәрәк әйберҙе яһаған ваҡытты ла оноторға ярамай. Әле балаларҙың яҙмышы бишектә генә бит әле, – тип, һүҙҙе артабан сурытырға ирек бирмәй.
Бына шулайтып ауылдағылар үҙҙәренсә был ике йәштең мөнәсәбәтенә баһа бирергә тырышһа, ә улар мөхәббәт утында илерә ине. Аҙна һайын осрашып, бер-береһен күреп туя алмай, тағы ла бер аҙнаға айырылышып, һағыныуҙарын баҫа-баҫа дүрт йыл ваҡытты уҙғарып ебәрҙеләр. Әлтәф техникум тамамлауға, уны армияға алдылар. Был ваҡытта Әлтәф Гөләндәмде шашыр сиккә етеп ярата ине, осрашыуға барған һайын:
– Эй үҙеңде үлә яҙып һағындым, ә һин? – тип гел бер үк һорау бирә лә, ыңғай яуап алырға теләгәндәй күҙҙәренә ҡарай.
Тегенеһе күҙҙәрен йәшерә йә ситкә ҡарай. Әйтәләр бит: ”Һөйөү утҡа ла һала, һыуға ла ташлай, кәрәк икән аҡылды ла ҡайсаҡ бутап ҡуя”. Әлтәф менән дә нәҡ шулай булды. Ул Гөләндәмдең үҙенән ситләшә барыуын ниндәйҙер эске тойомлау менән һиҙһә лә, танырға теләмәне, күңеле быға ышана торған асҡыстарҙы юҡ итте. Бер осрашыуҙа егет хатта ҡыҙҙы үҙенә тартып ҡосаҡларға баҙнат итте һәм һөйгәненең күҙҙәренә ҡарағыһы, ошо күҙҙәрҙең уны әсир иткәнен әйтергә теләп:
– Һин һағынһаң мине,
Күҙҙәремә ҡара.
Күҙҙәремдә минең
Һағыштарым яна, – тип таҡмаҡлап, Гөләндәмде күтәреп әйләндереп алды.
– Төшөр, ебәр, – тип, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Минме?.. Мин һине һағынманым, ысын, ваҡыт булманы.
Көлөүендә ниндәй яһалмалыҡ сағылған булһа, яуабында ла шундай ҡоролоҡ яңғырап китте. Егет уның бер ниндәй мәғәнәһеҙ ҡараған күҙҙәрендә үҙенең, яурындары бөршәйгән ҡиәфәтен күреп, артҡа сигенде. Мейеһендә “Булмаҫ!?.” тигән уй йәшен тиҙлеге менән сағылып үтте. Ҡапыл ғына шаярталыр тигән уй ул сағылышты киҫергә тырышты. Ҡулдары менән маңлайҙан бәрелеп сыҡҡан тирен һыпырҙы.
– Шаяртаһың, эйе бит, – тип өмөт тулы күҙҙәрен тағы ҡыҙға төбәне.
Тегеһе лә яйһыҙ хәлдән, уйламай ысҡындырған һүҙ эҙемтәһенән ҡотолорға теләгәндәй, йылмайып, “эйе” тигәнде аңғартҡандай башын һелкте. Егет һөйгәнен тағы ҡосағына алды – ошонан да оло бәхет уға әлеге минутта юҡ та, булмаған да кеүек ине. Алда үҙен әллә күпме һынауҙар, үкенеүҙәр, көслө кисерештәр, шаулы тормош ғәрәсәттәре көткәнен егет әлегә белмәһен, ти, мин дә шуны теләйем, тигән кеүек офоҡҡа ынтылған ҡояш егет менән ҡыҙҙы үҙҙәрен генә эңер ҡосағына ҡалдырып, ашыҡҡан кеше төҫлө, ҡараңғылыҡҡа батты.

Дауамы бар.

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас