Шоңҡар
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Февраль , 19:15

Сынаяҡ ярсығы Повесть (4) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Дипломлы белгес булыуҙы көтөп торғандай, уның армияға китеү ваҡыты ла килеп етте. Егет ҡулына саҡырыу ҡағыҙы алғас та, ҡайғыһын Гөләндәмгә еткермәксе булып, ул уҡыған ҡалаға китте. Гөләндәмдән тағы ике йәки өс йылға айырылып торорға тура киләсәк – бына ҡайҙа ул ҡайғы. Һөйгәне был хәбәрҙе тыныс, хатта сит кешеләргә хас ҡиәфәттә ҡабул итте.

Сынаяҡ ярсығы Повесть (4) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
Сынаяҡ ярсығы Повесть (4) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

7

Дипломлы белгес булыуҙы көтөп торғандай, уның армияға китеү ваҡыты ла килеп етте. Егет ҡулына саҡырыу ҡағыҙы алғас та, ҡайғыһын Гөләндәмгә еткермәксе булып, ул уҡыған ҡалаға китте. Гөләндәмдән тағы ике йәки өс йылға айырылып торорға тура киләсәк – бына ҡайҙа ул ҡайғы. Һөйгәне был хәбәрҙе тыныс, хатта сит кешеләргә хас ҡиәфәттә ҡабул итте.
– Гөләндәм, хәҙер нисек була инде, беҙ бит оҙаҡҡа айырылышабыҙ, бер ҙә генә кәйефең төшмәйме шуға? Мин нисек оҙаҡ ваҡыт һинән башҡа үткәрәм. Мөмкин түгел! – тип, һораулы ҡарашы менән ҡыҙға төбәлде.
– Бер һин генә бармайһың бит, бөтә егеттәр бара. Мөхәббәт тип, үлгәндәре ишетелмәне, – тип бер аҙ мыҫҡыллыраҡ итеп яуап бирҙе.
– Һин мине көтөрһөңмө? Вәғәҙә бирәһеңме?
Гөләндәм ҡапыл ғына бындай һорауға әҙер түгел ине, унан һуң әле ниңә улай уға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, ҡайҙа ашыға ул.
– Һин ҡайҙа ашығаһың ул тиклем. Ултыр, ял ит, автобусҡа тиклем ваҡыт бар әле, оҙатырға сығырмын, юлда һөйләшербеҙ. Хәҙер ҡыҙҙар ҡайта, сәй әҙерләйем, – тип бүлмәнән сығып китте.
Әлтәф үҙенең артыҡ ашҡыныуына оялып, сикәләре янды. Автобусҡа оҙатырға сыҡҡанда ла егет теләгән яуабын ишетә алманы, шулай ҙа, имтиханды тапшырғас, оҙатыу мәжлесенә ҡайтасағын белдергәс, бик ҡәнәғәт булып автобусҡа инеп ултырҙы.
Әсәләре, ололар менән йәштәрҙе бергә саҡырып, матур ғына мәжлес ойошторҙолар. Әлтәф һөйгәненең мәжлес аҙағына булһа ла ҡайтып етеүен теләне. Егет ҡыҙҙың һаман да үҙенән ситләшә барыуын һиҙһә лә, артыҡ иғтибар итергә тырышманы: имтихан мәле булыуы менән бәйләргә тырышты. Ул гел генә уны башҡаларҙың һаҡһыҙ ҡарашынан, рәнйетеүҙәренән ҡурсалап йөрөттө. Әле лә, төрлө уйҙарға батып, матур теләктәр әйткән туғандарына ла артыҡ иғтибар итмәй, ишектән күҙен алманы. Мәжлес тамамланыуға еткәйне инде, ҡапыл ишек асылды ла берәү ҙә инмәйенсә кире ябылды. Әлтәф ишектән күҙен алмай ултырған кеше, шул ыңғайы урынынан һикереп торҙо ла тышҡа атылды. Уның уйынса, был – Гөләндәм. Бары ул ғына гел шулай итә: тәүҙә асып яба ла, унан яңы ингән кеше кеүек, яңынан асып, һаулыҡ һорашып килеп инә. Был юлы егет унан етеҙерәк ҡыланды, ул ишекте асыуға, Әлтәф ишек ҡаршыһында ине, кире сыҡмаһын тигән кеүек, ишектән тартып тигәндәй индерҙе лә, берәүгә иғтибар итмәй ҡосағына алды.
– Килмәйһең икән тип борсолдом, йәйәү килдеңме, бик оҙаҡ булды? – тине.
– Имтиханда оҙаҡ тотҡарландым, автобусҡа өлгөрмәнем, юлға сығып, машиналарға тауыш бирергә тура килде. Әҙерәк йәйәү ҙә атланым, – тине. Бөтәһе лә тын ҡалды, аш өйө ишегенән әсәһе Сәлимә күренде, ҡыҙҙы күргәс:
– Гөләндәм дә килгән, маҡтап ҡына килгәнһең, бына аш ултыртам, йыраҡтағылар ашыҡтыра, ҡараңғыға ҡалғылары килмәй. Әйҙә, өҫтәл янына үт.
– Әсәй, ул автобусҡа һуңлап, бер талай юлын йәйәүләп атлаған.
– Йәш саҡта, берәй биш минут ял итһәң, арыу ҡул менән һыпырып алып ташлағандай була ул, – тип бөтәһен дә аш өҫтәленә саҡырҙы.
Йәштәр айырым өҫтәлдә ултыралар, Сәлимә күрше ҡыҙы Вазифаға ҡарап:
– Бына тәрилкәләргә аш бүлеп һал, ә һин, Әлтәф, шкафтан ҡалаҡтар килтер. Мин ололарға аш килтерәм, – тип кире аш бүлмәһенә сыҡты.
Ололар өҫтәленә аш килтереп, шунда хөрмәт итә башланы. Йәш ҡыҙға йәштәр өҫтәлен хәстәрләү ҡалды. Кемдер:
– Гөләндәм, ҡәйнәң йортона өйрәнә тор, Вазифа урынына тор, – тип шаяртты.
Тик уға ҡушылыусы табылманы, өҫтәл артында себен осҡан тауыш ишетелерлек тынлыҡ урынлашты. Тынлыҡты һеңлеһе Сәлиә боҙҙо:
– Әсәй, беҙ урамда йөрөргә сығабыҙ, йыбанмаһаҡ, клубҡа ла барырбыҙ. Ағай ауыл менән хушлашһын, – тине.
Әлтәф тә был мәжлестең ошолай боролош алыуына ҡыуанды. Уға ла Гөләндәм менән бик күп нәмәләр хаҡында һөйләшәһе бар ине. Эй шәп тә инде уның һеңлеһе, бәләкәймен тимәй –ҡыйыу. Өйҙән урамға сығыу менән, Әлтәф һөйгәнен ҡосағына алды, күҙҙәренә ҡарарға тырышты, уныһы ситкә ҡарап, тын ғына урам буйлап атланылар. Йәштәр уларҙы артҡа ҡалдырып, үҙҙәре алдан китте, кемдер:
– Ғашиҡтар янында артыҡ таяҡ башы булмағыҙ, – тип ебәрҙе.
– Һин мине көтөрһөң бит, Гөләндәм, – тип өмөтлө ҡарашын ҡыҙға төбәне, уныһы тағы ла ситкә ҡарарға тырышты.
Оҙаҡ уйланғас ҡына:
– Иртәгә яуап бирермен, – тине.
Улар, йәштәрҙән айырылып, йылға буйына төштөләр. Ай яҡтыһына йылға айырыуса серле күренә ине. Уның ярына күпме ғашиҡ килеп үҙенең серен асҡандыр, күңел ғазабын һөйләгәндер, һалҡын һыуы менән биттәрен йыуып, күңелен баҫҡандыр – бары йылға үҙе генә белә. Әлтәф тә сисенеп ташлап:
– Балыҡтар менән ярышып йөҙгән һыуым, минең күңел борсоуҙарымды еңеләйтеп, имен-аман әйләнеп ҡайтыуымды теләп тор. Тәнемдә һинең шифа бирер һалҡынлығыңды, тыуған еремә тартыуыңды йәнә тойорға рөхсәт бир! – тип ҡысҡырҙымы, әллә уйланымы, асыҡ ҡына хәтерләмәй, ҡойонорға төштө.
Эргәләге генә тауҙар уның тауышын әллә ҡайҙан кире бороп килтерҙеләр ҙә “Рөхсәт бииир!” тип ҡабатланылыр. Гөләндәм көлөп ебәрҙе, уның да тауышын кире алып килделәр. Ауылдың юҡ-барға өрөп сығырға яратҡан эттәре, нисектер был юлы өн дә сығарманылар, тик йәш көсөктәр генә әле ул яҡта, әле был яҡта шыңшый-шыңшый бер-ике абаланылар ҙа ”аңлашылды” тигән кеүек шымып ҡалдылар. Әлтәф һыуҙан сығып кейенеп алды ла һөйгәне янына килеп ултырҙы. Егеттең ишетергә теләгән яуабының иртәгәһе тыуған ине. Алыҫта офоҡ ҡыҙарып, таң атып килгәнен шәйләргә мөмкин, ләкин Гөләндәм күҙҙәрен бер нөктәгә текләгән дә уйҙары менән әллә ҡайҙа йөрөй.
– Гөләндәм, мин яуап көтәм, иртәгә булды бит инде, ана, таң беленә башланы, – тине ул.
Яр ситендә тубыҡтарын ҡосаҡлап ултырған ҡыҙ, ҡапыл ғына бер ҡарарға килгән кешеләй, Әлтәфтең яуырындарынан ҡосаҡланы ла:
– Бәлки, көтөрмөн дә, – тине, нисек ҡапыл килеп ҡосаҡлаһа, шулай тиҙ генә ҡулдарын алды, хатта Әлтәф аңын йыйып та өлгөрмәне.
Бындай көтөлмәгән ҡыланыштан егет баҙап ҡалды: ни эшләргә, нимә әйтергә, үҙен нисек тоторға ла белмәне. Һөйгәне шарҡылдап көлә башланы: был көлөүҙә шатлыҡ ҡатыш иңрәү, ғазап, илау тауыштары иртәнге тынлыҡты ярып үтте. Ситтән берәү күҙәтһә, былар мәңгегә айырылышаларҙыр, тип уйлар ине, ә ғашиҡ егет үҙенсә аңланы.
– “Бәлки” тигәнен ҡушмайынса ғына булмаймы?
– Була, тик үҙемә ундай ҡәтғи ҡарар алғым килмәй. Тормош ҡатмарлы икәнен, уның һин көткәндән тыш боролоштары ла, көтмәгәндә алдыңа килеп баҫып, яуап талап иткән мәлдәре лә була, һин теләмәгән аҙымдарҙы ла яһарға мәжбүр иткәнен төшөнә башланым мин.
– Оһо, һин минең өләсәйем кеүек һөйләйһең: бөгөн бармын, иртәгә... иртәгәһен Алла белә, шулай була инде. Ярай, мин үҙем теләгәнде өмөт итәйем, шулаймы?
Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Ул тынлыҡ кемгә нимә вәғәҙә итәлер, тик Гөләндәм уйҙары менән – ситтә, ә Әлтәф һөйгәненең әйткән һүҙҙәре тураһындағы уйға бирелгәйне. Ҡапыл ғына ҡыҙға ҡараны.
– Әйҙә мин һине оҙатып ҡуяйым, матайым әҙер, әсәйеңдәр юғалтҡандыр инде.
– Юҡ, мин бөгөн Гөлсирә апайҙарҙа йоҡлайым – шулай һөйләштек. Атай белә, ә әсәйем кисә ҡунаҡта, ти ине. Яратмайым уның шулай ҡунаҡтан иҫереп ҡайтҡанын.
– Мин ҡунаҡ саҡырған кешенең ниңә шулай иҫерткәнсе һыйлауҙарына аптырайым. Әллә үҙҙәренең сумартлығын күрһәтергә теләйҙәрме – белмәҫһең.
– Һиңә рәхәт: әсәйең эсмәй, атайың да... – Бер аҙ тынып торҙо ла, икеләнгән һымағыраҡ, һөйләргәме-юҡмы тигән кеүек һүҙен дауам итте, – шуға мин һирәк ҡайтырға тырышам. Шулай итһәң, әсәй һағынып тора, йүгереп йөрөп аш әҙерләй, нимә эшләргә белмәй. Ул саҡта күңелле. Мин өйҙө таҙалап, ҡусты-һеңлеләрҙең кейемдәрен йыуып китәм. Уларға ла күңелле булып ҡала. Атайҙы йәлләйем, ҡайһы берҙә һыйырҙы ла үҙе һауа, икмәк тә бешерә. Аңламайым мин әсәйҙе, нимә етмәйҙер уға. Атайым мине оҙатҡанда: “Ҡыҙым, йышыраҡ ҡайт, ана, әсәйең ҡалай матур йөрөй”, – тип оҙатып ҡала. Миңә икеһе лә йәл... Ринатҡа ла минең ҡайтыу яҡшылыр инде. Һуңғы арала уҡытыусы Нәҡиә Усмановна:
“Ҡустың менән һөйләшеп кит әле, йомолдо ла ҡуйҙы. Берәү менән аралашмай, һөйләшмәй, дәресен дә арлы-бирле генә әҙерләй, алдынғылар рәтенән дә төштө, – ти. – Ҡайһы берҙә дәресен дә ҡалдыра, былай үҙенә трактор ене ҡағылған инде, СПТУ-ға барып уҡыйым да тракторист булам, – тип ебәрә”, – тип һөйләп торҙо. – Ниңә бер нәмә лә өндәшмәйһең? Мин һөйләп тик ултырам.
Әлтәф өндәшмәне. Икенсе ауылда булғас, ара яҡын булһа ла, Фәрзәнә апайҙың эсеүе тураһында тәүләп ишетеүе ине. Үҙен нисек тоторға, нимә тип һөйгәнен йыуатырға белмәне.
– Һөйлә әйҙә, һинең тауышыңды гел тыңлағым килә, һағынғанмын.
– Һин әйтерһең инде, әйҙә булмаһа, мине алып барып ҡуй, Гөлсирә апай асыуланыр, төн ҡыҫҡа, йә көтөүгә һуңлар, йоҡлай алмай мине көтөп ятып.
Гөләндәмдең бик ололарса һөйләүенә егет хатта һоҡланып та ҡуйҙы.

8

Иртәгеһенә совхоз идараһы Әлтәфте оҙатыу өсөн автобус бирҙе. Автобус әллә ни иртә килмәне, сөнки армияға алыусыларҙың йыраҡта булғандары кискә килеп район үҙәгендә квартирала ҡуна ла иртәгеһенә иртәнсәк сәғәт унға, бөтә эштәрен тамамлап, махсус автобус менән Өфөгә юлланалар ине. Автобус килгәнсе, Әлтәфте оҙатырға килгән күрше-күлән теләктәрен әйтергә, бүләктәрен бирергә тип йыйылды. Ғәҙәт буйынса, улар оҫта телле Гөлсирәнең башлауын теләп көтөп ҡалдылар, ә ул, Сәлимә менән Маһира әбейҙән дә оҫта әйтеүсе булмаҫ тип, һуң ғына килергә уйлағайны. Маһира әбей:
– Бар, Гөлсирә апайыңа барып кил, ниңә оҙаҡлай икән, тиҙ йөрө, – тип ейәнсәре Сәүиәне йүгертте.
Бына улар ҙа ашығып килеп еттеләр, ҡапҡаны асыу менән:
– Маһира инәй, һинән уҙып, нисек мин һүҙ башлайым инде, – тип алды.
– Мин әйткән – үҙе әйткән, кеше әйткән – мир әйткән, мине улар көн дә ишетә, һине бына ошондай яуаплы мәлдә генә ишетәләр. Һинең һүҙең ил һүҙе булып, алтынға тиң ҡиммәттә торор, – тине лә, һүҙем бөттө тигән ҡиәфәттә ситкә атланы. Яурындарының һелкенеп-һелкенеп китеүенә ҡарағанда, ул илай ине, ахырыһы. Берәү өндәшергә баҙнат итмәне. Ауыр тынлыҡты тыштан йүгереп килеп ингән, үҙенең сабырһыҙлығы менән атаһына оҡшаған Сәүиә боҙҙо:
– Аһ-аһ, Гөлсирә апайыңды тиҙ генә килтер, тип бойорғайнылар бит, ниңә башламай тораһың, Гөлсирә апай?! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Берәүҙәр еңел тын алды, икенселәре:
– Эйе лә баһа, әйҙә, Гөлсирәкәй, башла инде, телдәр ҡысыта башланы бит, – тип уйынлы-ысынлы элеп алдылар.
Гөлсирә урынынан тороп, Сәлимә апаһынан икмәк, һөт һорап алды. Уны һәр саҡ килен оҙатып алғанда, ҡыҙ оҙатҡанда ла, егеттәрҙе армияға оҙатҡанда ла, яңы йортҡа күсенгәндә лә теләк теләргә саҡыралар ине. Был юлы ла шулай булды. Гөлсирә апай ҡулына көмөш балдаҡ тотоп алды ла:
– Һине алыҫ араларҙа, ят ерҙәрҙә, таныш булмаған кешеләр араһында көмөш балдағың бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, аралаһын. Имен-аман тыуған яҡтарыңа, дуҫтарың эргәһенә, әсәйеңдең наҙлы ҡарашы алдына, хәстәрлекле атайыңа, эскерһеҙ ауылдаштарың янына, һинең өсөн өҙгөләнеп торған өләсәйең ҡосағына ҡайтырға яҙһын. Буйға үҫ, көскә тул, аҡылыңа аҡыл өҫтәп әйләнеп ҡайт. Киләсәктә һиңә үҙең үҫкән йортҡа килен төшөрөргә, балалар үҫтерергә, ағас ултыртырға, йорт төҙөргә, ата-әсәйеңде хәстәрләргә тура килһен, – тип, ҡулындағы көмөш балдағын Әлтәфкә кейҙереп, һөт менән икмәкте Маһира инәһенә бирҙе.
Һәр кем Гөлсирә апайҙан һуң артыҡ сурытмай, оҙон һуҙмай ғына теләген әйтеп, юл бүләген тапшырҙы. Бына юлға тип бешерелгән сәксәк тә әҙер булды. Өләсәһе ейәненең алдына икмәк менән һөт ҡуйҙы ла:
– Һинең тешләп ашап бөтмәгән икмәгең юлыңды өйгә бороп, имен генә ил һаҡларға мөмкинлек биреп ошо юлыңдан кире алып ҡайтһын. Һин тешләгән икмәк ишек башында һине көтөр. Һин эскән һыйыр ағы юлдарыңдың гел генә ыңғай булыуын теләр. Тупһанан уң аяғың менән атлап, ҡапҡаны уң ҡулың менән асып сығырға тырыш. Оҙон сәфәрең гел генә уң булһын. Ил – һинән, һин илдән ҡәнәғәт бул, – тип һамаҡлай-һамаҡлай теләк теләп, һөт эсереп икмәк тешләтте. Унан икмәк киҫәген ишек башына ҡыҫтырҙы.
Әсәһе менән Насир ағай Әлтәфте етәкләп тигәндәй автобусҡа алып киттеләр. Автобус тәҙрәһенән егеттең: “Гөләндәм, мине көт, мин һине яратааам”, – тигән тауышы һауала эленеп ҡалды. Йәштәр бер-береһенә ҡарашып йылмайыштылар, ә ололар тел шартлатып алдылар. Арала үткер телле Сәғиҙә әбей генә:
– Йәштәр хәҙер ҡыйыу, бик оялып та тормайҙар, – тип һөйләнде, тик уға иғтибар итмәнеләр, ишетһәләр ҙә ишетмәмеш булып, уға ҡаршы һүҙ ҡатыусы кеше булманы.
Гөләндәм өҫтөнән бер ауыр йөк төшкән кеше төҫлө, еңел итеп тын алды ла үҙ ауылы юлына ыңғайланы. Маһира әбей уның артынан ҡарап ниҙер уйланы, ахырыһы, аҙаҡ ҡулын һелтәп, урамына йүнәлде. Кемдәрҙер әбей менән, уның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлай-тыңлай сәй эсергә өйгә ыңғайланы, кемдәрҙер ҡайтыр яҡҡа атланы. Өй алдында торған бер өйкөм кешеләр таралышты. Сәлиә ҡусты-һеңлеләре менән ҡапҡа япты. Сәғиҙә әбей ҡояшҡа ҡарап алды ла:
– Кәртәләнгән уңғыры, тағы көн боҙола инде, оҙаҡҡа китмәһә ярар ине. Бәрәңге утарға ла көн юҡ, – тип һөйләнә-һөйләнә үҙ өйөнә атланы.
– Оло башың менән ҡайҙа ҡайтып бараң, сәйгә ин, өйөңдә балаң илап ятмайҙыр бит, Сәғиҙәү, – тигән тауышҡа боролоп ҡараны.
Унда күлдәк итәген ике тубыҡ тапҡырынан бөрөп тотоп, күтәрә биреп, алъяпҡыс билдегенә һөлгөһөн ҡыҫтырған Маһира ҡарсыҡ тора ине. Сәй янында йәшерәк ҡатындар, ололарҙы тыңлап, артыҡ һүҙгә ҡушылмай, табын янындағы эштәрҙе башҡарырға тырышып йүгергеләнеләр, ә олораҡтары, әбейҙәр, элекке әрме хәлдәре тураһында, үҙҙәре күргән кешеләй итеп әңгәмә ҡорҙолар. Был ваҡытта автобус һағыш урынынан, үҙен ғәйепле тойған кешеләй, тиҙлеген шәбәйтә барып, ауылдан һаман алыҫлаша барҙы. Әлтәф үҙенә таныш булмаған билдәһеҙлеккә китте. Алда уны ни көтәлер, ниндәй таныш булмаған кешеләр менән танышыр, ҡайһы ят һуҡмаҡтан үтер – барыһы ла алда, әлегә ул шул билдәһеҙлектең тәүге араһын ғына үтә.
Артта ауылы, һөйгәне, дуҫтары, туғандары ҡалды. Уйҙары үҙенән-үҙе һөйгәненә барып тоташты. Ул теләгәнсә булмаһа ла, оҙатты уны Гөләндәм. Тик һөйөүҙән илереп ашҡыныу ҙа, оҙаҡҡа айырылып тороуҙан һағышланыу ҙа, айырылыу минуттарын оҙайтаһы килеү хистәрен дә тойманы егет. Бары бала саҡтан бергә уйнап, уҡығандағы парталаш, синыфташ дуҫын ихлас итеп оҙатыуҙы әле килеп тойоп, күңелен ниҙер сәнсеп алғандай булды. Ҡапыл күҙе асылып, ҡурҡыныс әйбер күргән кеүек, аңғармаҫтан тертләп китте. Әсәһе:
– Ни булды, әллә йоҡлап киттеңме, ана башыңды атайыңдың яуырынына һал, – тип үҙенсә хәстәрләне.
Юҡ тигәнде белдереп баш һелкте. Уйға батып бара торғас, оҙон юлды ҡыҫҡартырлыҡ иткән серемгә китте, әсәһе улын ипләп кенә атаһының яуырынына ҡыйшайтып һалды.
– Йәштәр төнө буйы йөрөнөләр, арығандыр инде, бөгөн Мәүлиҙә апайҙарға барғас, иркенләп йоҡлап алыр, иртәгә иртә менән тағы юлға сығырға кәрәк бит, – тип әллә иренә, әллә үҙаллы һөйләнеп алды. – Рәхмәт инде совхоз директорына ла, өсөбөҙгә генә бер автобус биреп ҡуйһын әле.
Ире уның һүҙенә ҡушылманы, ниҙер уйлай ине, шикелле, уның һүҙенә ире ҡушылмағас, Сәлимә лә тәҙрәгә ҡарап тын ҡалды. Тик уларҙы алып барыусы автобус шоферы ғына Сәлимәнең һүҙенең ахырын ишетеп:
– Беҙҙең директор мировой инде ул, кешегә отношениеһы абсолютно һәйбәт, һис тә шыттырмайым, – тип, алда торған көҙгөнән пассажирҙарына күҙ һалды ла, – егет армияға барғансы йоҡо һимертергә булған, арыу, тегендә тәтемәй ул. Баштан үтте инде, – тип күпте күргән кешеләй һүҙен тамамланы. Барып еткәнсе башҡа һөйләшеү булманы.

9

Әлтәф китте. Уның бәхетенә хеҙмәт срогын да ике йылға ҡалдырҙылар. Ике йыл ваҡыт, бер уйлаһаң, күп тә түгел, тик көткәндәр өсөн ул бик оҙаҡ тойола. Армиянан егет һөйгәненә аҙна һайын, үҙе вәғәҙә иткәнсә, һөйөү тулы хаттар яҙып торҙо, тик Гөләндәмдән генә яуап һирәк килде. Артыҡ бер ни ҙә яҙмай, бары һау-сәләмәт, эшләп йөрөүе, отпускыға ла ваҡыт етеп килеүе тураһында белдерә лә теге йә был уртаҡ танышынан сәләм күндерә һәм шуның менән тамам. Әлтәфтең хаттарында һөйөү, мөккибән бирелгәнлек, мөхәббәттән сик сығып шашыу кимәленә етеү, һағыныу сағыла. Бындай хатты уҡып, бер ваҡытта ла мөхәббәт барлығына ышанырға ярамай, тип башҡаларҙы ышандыра алған фәйләсүф тә: “Ә мин шыр тиле булғанмын икән”, – тип, үкенеү хисе кисерер ине, ә ҡыҙҙың яуап хаттарын уҡыған булһа: “Бына ҡайҙа ул ике тиленең һыңары”, – тип баш сайҡар ине, моғайын. Нисек кенә булмаһын, егет хаттары ҡыҙҙа һөйөү хисен уята алмаған, тип уйларға ғына ҡала.
Әлтәф хеҙмәтен тултырып ҡайтышлай, әсәләре бик көтһә лә, һөйгәненә һуғылмай ҡайтмаҫҡа булды. Күрһәтелгән адрес буйынса тиҙ эҙләп тапты. Бик тулҡынланып, хәҙер генә ҡосағына аласаҡ. Һөйгәне уны кисә генә айырылышҡан кеше кеүек ҡаршы алды:
– Уй, Әлтәф ҡайтҡан, приветик! – Күрешергә ҡулын һуҙҙы.
Егет ҡаушап ҡалды, ни әйтергә белмәне, ҡоласын йәйеп ҡосаҡларға әҙерләнгән егеттең яурындары бөршәйгәндәй тойолдо, ҡулдар үҙенән-үҙе быуынһыҙ һәленеп төштө. Үҙен ҡулға алды ла:
– Ярай, һинеңсә булһын, привет!– Ярһыу хистәренә юл бирҙе, – ә мин һине шул тиклем һағындым, аңлайһыңмы? Бына, өйгә лә ҡайтмай, тура бында килдем. Ә Һин?...
– Ауылға тәүҙә ҡайтырға кәрәк ине, – тип битаф ҡына әйтеп ҡуйҙы. – Әйҙә үт, сәй ултыртам, хәҙер ҡыҙҙар ҙа ҡайта. Ике ҡыҙ менән бергә урынлаштыҡ. Улар икеһе лә шырпы фабрикаһында эшләйҙәр. Береһе ҡарт ҡыҙ инде. Утыҙы тулған. Квартираға сиратым етеп килә, тип ауылына ҡайтмай. Ҡайтһа, моғайын, кейәүгә лә сығыр ине. Үҙе менән бер дуҫ ҡатынының ҡыҙын алып килеп шул фабрикаға эшкә урынлаштырҙы. Мин дә шул организацияның балалар баҡсаһында эш башланым, хәҙер бер йыл булды инде. Бәлки, квартира снимать итермен, – тип бер тынала, егеткә һүҙ әйтергә ирек бирмәй һөйләне лә, бөттө тигән кеүек, Әлтәфкә ҡараны.
Уныһы эске тулҡынланыуын йәшерә алмайынса:
– Әйҙә, ауылға ҡайтайыҡ бергәләп, әсәйемдәр һөйөнөрҙәр, эш урынынан бер көн һора ла, мин өйгә телеграмма һуғайым,– тип, өмөт тулы күҙҙәре менән ҡыҙға ҡараны.
– Була инде. Мин әлегә бер тәрбиәсене алмаштырғайным, ул минең урынға эшләп тора ала, беҙ уның менән былай ҙа бер төркөмдә алмашлап эшләйбеҙ. Ул ике төркөм тәрбиәсеһенә ял бирә. Мин ҡайтып килгәнсе, тегенеһе ялһыҙ эшләр инде, бер аҙ график боҙола, был аҙнала дөйөм саралар ҡаралмаған, шикелле. Әйҙә бергәләп садикка барып, зав менән һөләшеп киләйек, – тип нисектер ихласлыҡ күрһәтте.
Әлтәф һөйгәненән наҙлы ҡарашын ала алмай аҙапланды. Улар уйлағанса, ауылға бергәләп ҡайттылар. Әлтәф өсөн бик һөйөндөләр, тик әсәһе генә артыҡ асылып һөйләшмәне, Маһира өләсәһе:
– Әсәйең аҙнанан бирле сирләштергеләй, үҙе балнисҡа ла бармай, үлән төнәтмәләре генә эсеп тик йөрөй. Атайың да әйтеп тора, тик тыңламай, – тип ейәненә бышылдап алды.
Сәлимә улы өсөн бик һөйөндө, тик хәлһеҙлеге йөҙөнә бәреп тора ине, шулай ҙа эргәһенән үткән һайын, арҡаһынан тупылдатып һөйә йә сәсенән һыйпап ала ине. Гөләндәмгә лә ихлас хөрмәт күрһәттеләр, кискә ҡарай Әлтәф уны ауылына матай менән алып барҙы, ҡайтышлай мунса инер өсөн ҡайын миндеге әҙерләп алып ҡайтты. Эй, һағындырҙы миндекле мунса, тип уйланы ул. Ауылда уларҙы бергә күргән кешеләр ”Тиҙҙән туй ҙа булыр инде”, – тип фаразланы, ә әсәһе, кеше күрмәгәндә генә: ”Бәхетһеҙ генә булмағайы”, – тип шөбһәләнә ине. Ысынлап та тиҙҙән туй булды, дөрөҫөрәге, Гөләндәм Өфөнән Көйөргәҙегә килеп эшкә урынлашты, тик адресын егеткә әйтмәгәйне, ләкин тиҙ арала адресын күрһәтеп, килеүен һорап телеграмма ебәргәйне.
Егет бик ашығып юлға сығып китте, тик унан алда әсәһе менән өйләнеү тураһында һөйләшеп алды, ләкин әсәһе өндәшмәне. Шулай ҙа улы әсәһенең ҡылығын белгәнгә күрә, риза буласаҡтарына ышана. Егет барғас та ҡалаға яҡын ауылға агроном булып эшкә урынлашты, ләкин бер нисә айҙан уға был юлы ауылдан телеграмма килде. Ул армияла саҡта өйләнгән Басир ағаһы ла Көйөргәҙегә килеп эшкә урынлашҡан ине.
Уларға бергәләп, ауылға ҡайтырға тура килде. Икеһенең дә ҡулында телеграмма, ләкин бер-береһенә был турала белгертмәйҙәр, йәнәһе, шулай бергә, аңғармаҫтан ҡайталар, ниҙер булған өйҙә. Ағаһы – ҡустыһын, ҡустыһы ағаһын ҡурсый. Дөрөҫөрәге, икеһе лә күңелдәре менән өйҙә кем менәндер ни ҙә булғанын тойомлайҙар ине, тик бер-береһенә әйтмәйҙәр генә. Еңгәһе лә артыҡ һөйләшеп барманы.

Дауамы бар.

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас