Улар шулай ҙа дөрөҫ һиҙемләгәндәр. Әлтәф киткәс, әсәһе ныҡлап сирләй башланы, атаһы бик өгөтләп, район үҙәгенә больницаға алып барҙы. Уны ентекләп тикшерергә алып ҡалдылылар, дауаланып һауығыр, тигән өмөт менән Насир ағай больницанан үҙе генә ҡайтты. Юл буйына Сәлимәһе менән йәшәгән йылдарын хәтер ебенә теҙҙе. Насир ағай яратып өйләнде, тик үҙе ҡыҙыуыраҡ кеше булғанғамы, Сәлимәне бер күреүҙә оҡшатты ла уның үҙенән дә һорап тормай, күрше Сәмиғә инәһен яусы итеп тә ебәрҙе. Белә ул кемде ебәрергә: ул ниндәй ҡыҙға, кемдән барһа ла, юлы уңмай ҡуймай. Үҙе лә теләһә кемгә яусы булырға риза түгел: үҙе белгән, яҡшы тип иҫәпләгәндәргә генә йөрөй.
– Шул яусылап алып биргәйне, хәйерһеҙ булды, тигән һүҙ ишетелмәҫтәй итеп йәшәгеҙ, – тип өгөтләп тә ҡуя ул.
Тик Насир бөтөн ауылға шаулатып туй яһаманы, иң яҡын туғандары менән Маһира ҡәйнәһенең шаҡтай ҙур ғына төкөтмәле өйөндә бер кис ултырҙылар ҙа, Сәлимәне оҙатып алып та ҡайтты. Насирҙың әсәһе һуғыш бөткән йылы үпкә сире менән ауырып, өс ай тирәһе ятып үлде. Атаһы һуғыштан алған яраларынан бик һыҙланып йәшәне, гел генә:
– Әсәйегеҙ үлергә рөхсәт бирмәне, һеҙҙе ыҙалатмай ғына китеп барһам ярар ине лә ул. Үҙең балаларҙы аяҡҡа баҫтыр, тигәйне, – тип һөйләнде лә, Насир өйләнәһе йылды гел генә:
– Инде Насир өйләнһә инде, килен күрһәтһә... – тип әйтештерә башланы.
Ә инде Насир өйләнәсәге тураһында бесән эшләгән мәлдә әйткәйне, бигерәк дәртләнеп китте, йәшәгеләр килеп китте, тигән уйҙарға ла бирелеп ала башланы.
Шулай ҙа бесәнде әҙерләп бөткәнсе, бер ни һиҙҙермәй йөрөнө. Картуф ала башлаған көндө ҡултыҡ аҫтындағы яраның асылыуы тураһында улына әйтеп, өйгә инеп ятып торҙо. Насир аш йүнәтеп, әйтергә тип ингәндә, атаһы йоҡлай ине, киске сәйгә лә торманы. Ҡустыһының ҡатыны мунсаға әйтергә килде, тик атаһы торманы. Килене янына инде лә шул ыңғай йөҙө ағарып килеп сыҡты:
– Ҡасанан бирле шулай ята? Киткән бит, эргәһенә инмәнеңме ни? – тине лә һөйләнә-һөйләнә өтәләнеп сығып китте.
Насир шаңҡып ултырып ҡалды. Ошо минутта уның өсөн донъя ҡараңғылыҡҡа сумғандай тойолдо.
Туғандары тиҙ генә йыйылды, күрше районда йәшәгән атаһының ҡустыһы ла балалары менән килеп етте, ҡалған туғандар ошо ауылда, тик апайы ғына больницала ине, сығарманылар. Совхоз директоры, профсоюз етәксеһе лә килеп еткән. Ҡәберлеккә алып китер алдынан бик матур итеп телмәр тотоп оҙаттылар, Насирға совхоз үҙәгенә күсергә, фатир менән тәьмин итәсәктәре тураһында ла белдерҙеләр.
– Ярай, уйлармын, – тип ҡалды егет, бөгөн уның хәле юҡ ине.
Кәләш алып, үҙ төлөгөн ҡороп йәшәй торған мәлендә генә бөтмәҫ ҡайғыларға тарып, ни эшләргә лә белмәй торған мәле. Сәлимәгә ебәргән яусы ла ыңғай яуап алып ҡайтҡас, үҙенең дә, атаһының да күңеле бик күтәрелгәйне. Дөрөҫ икән: “Яҙмыш һәр саҡ бер ҡанаты менән ут бирһә, икенсеһе менән һыу һибә”, – ти торғайны атаһы, әле килеп шул фекерҙә хаҡлыҡ бар икәнен тойҙо. Сәлимәне бер күреүҙә ғашиҡ та булды, яусы ла ебәрҙе, йәнәһе, тимерҙе ҡыҙыуында һуға: ашыҡҡан ашҡа бешкән булды инде. Ул төрлө уйҙарға төшөп йөрөгәндә генә, ҡыйшайып килгән ҡапҡа бағанаһы күҙгә салынды. Атаһының күптән шуны төҙәтергә тип әҙерләгән ҡарағас бағаналыҡтары бар ине, шуны ҡарап алды ла эшкә сумды, уйланырға ваҡыт ҡалмаһын. Шул ваҡыт бәләкәй ҡапҡа шығырлап тауыш бирҙе. Ҡалҡып ҡарап, Насир төрлө уйға батты. Унда Маһира әбей инеп килә, ул да ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай һүҙ башланы:
– Кейәү булаһың инде, рас ҡыҙым ризалығын биргәс, йорт ҡото ҡатын-ҡыҙға бик ныҡ бәйләнгән. Алдағы йомаға туғандарыңа әйтеп көндөҙгө сәғәт ун икегә, йоманан алдараҡ беҙгә килегеҙ, бата туйы үткәреп, Сәлимәне алып ҡайтырһың. Ҡалғанын үҙең ҡарарһың. Ҡыҙымды рәнйетергә, әлбиттә, юл ҡуймам. Ҡатын затынан булһам да, ҡәйнәм һәр саҡ: “Минең килен аҡыллы уҫал,” – ти торғайны, бына шулай, – тине лә, ыңғайы бер боролоп сығып та китте.
Насир асҡан ауыҙын йоморға ла өлгөрмәне, тиһәң дә хата булмаҫ. Бына шулай бик ҡыҙыу ғына өйләнеп, инде егерме биш йыллап ғүмер кисерҙе ул Сәлимәһе менән.
Ҡатынын, үҙе әйтмешләй, үлептәр яратты, тик бына уны ҡатыны яраттымы-юҡмы – белмәне. Бер был турала оҙаҡ уйланғандан һуң, бәлки, яратмай, тиңһенмәйҙер тигән уй менән ҡатынына:
– Булмаһа , Сәлимә, беҙ айырылышайыҡ, һин үҙең яратҡанға барырһың, бәлки. Мин өйләнмәм, сөнки мин тик бер генә ярата торған кеше, – тине.
Сәлимә күҙҙәрен ҙур асып, ҡулына тотҡан әйберен өҫтәл өҫтөнә ҡуйҙы ла, һауа етмәгәндәй, ауыҙын аса биреп, тәрән итеп тын алып, урындыҡҡа ултырҙы. Йөҙө бер аҙ ағарып киткәндәй тойолдо, кинәт бөтә битенә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
– Ҡыҙҙар айырылыр өсөн, тағы икенсегә, өсөнсөгә барыр өсөн кейәүгә сыҡмай. Берәү ҙә һиңә: “Был һине һөйгән ир”, – тип үҙ ирен бирмәҫ, унан килеп, ир балаһы менән иргә һыйып буламы икән, юҡтыр, мин дә икенсе ҡатындың балаһына үҙ баламдай күреп әсә була алмаҫ инем. Кем менән яҙмыш һабанын ҡулыңа алһаң, шуның менән бергә тотоп үтәһең. Күҙ алдыңа килтер әле: Басир кемгә атай тип өндәшер, Әлтәфең ҡыҙҙар кеүек, күңеле һынырға ғына тора. Минең ғүмерем аталы балаларға ҡыҙығып үтте. Үҙемә һүҙ биргәнмен, кейәүгә сыҡһам, балаларымды ата наҙы – арҡа таяуынан мәхрүм итмәм. Бына шулай минең фекерем: теләһәң-теләмәһәң дә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу – һинең бурыс, – тип һүҙен бөтөрҙө лә, онотҡанмын тигән төҫлө, – яратам, тип ураған һайын уның көсөн, серен юғалтып әйтеп йөрөмәйҙәр, – тип өҫтәне лә сығып та китте.
Насир баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Байтаҡ баҫып торғас:
– Һы, – тип ҡуйҙы, шул ваҡыт ишектән килеп ингән ҡатыны:
– Һы, тип көрһөнәһеңме әллә, кемдән кәм йәшәйһең? Үҙең менән һүҙләшмәйем, ҡайны-ҡәйнә юҡ мыжып ултырған йә аҡыл өйрәткән. Икебеҙ. Етем итергә тип, бала тапманым, унан, яратмаған кешенән кеше бала табамы? Юлдашты юлда ташлап ҡасыу була түгелме? Ата-әсәйең алдында ҡылған гонаһ иң ҙурыһы булһа, икенсеһе – балаларыңды ата-әсә бәхетенән мәхрүм итеү, өсөнсөһө – юлдашыңды ташлап ҡасыу.
– Һин мине тиңһенмәй, яратмайҙыр, тип уйлағайным, – тип, ҡоласын йәйеп ҡатынын ҡосағына алды.
– Бәлки, мин шулай йомоҡ кешемендер, ләкин һинең эшлекле, тырыш, намыҫлы, балаларың өсөн үлә яҙып тороуыңды ихтирам итәм. Мин ундай кешене минең бәхеткә тыуған, тигән ышаныс менән йәшәйем. Унан һинең һөйөү икебеҙгә лә етә, ә инде икенсене һөйәһең икән, мин айырылыуыңа ҡаршы килмәм, тик уныһы бөгөнгө һөйләшеүгә ҡағылмай, сөнки мин ундай осраҡта яҙмышыма күнеп, кәртә булмаҫҡа тырышырмын. Мин, ауыҙ тулы ҡан булһа ла төкөрмә, тигән әйтемде ҡаныма һеңдергәнмен – күнермен. Һинең урынды алырҙай минең янда кеше булмаҫ, – тигәйне, Насир үҙенең ниндәй оло иҫәрлек сығарыуын танырға мәжбүр булды.
Был уның өсөн бергә үтәһе ҡалған йылдарына әсе һабаҡ ине. Ҡатыны дөрөҫ әйткән, теге һөйләшеүгә оҡшаш һөйләшеү ҡабатланманы. Ҡатынын яратты, уныһы ла, әйтеп бармаһа ла, яратҡандыр – биш балаға тағы ғүмер бирҙеләр. Уларға бөтәһе лә һоҡлана ине. Ҡәйнәһе Маһира әбей ҙә төплө кәңәштәрен бирә торҙо. Сәлимәнең ағаһы ҡалала үҙ йортон һалып сыҡҡас, ауылға һирәк ҡайтты, шуға ла ҡәйнәһе уларға йышыраҡ килде. Йәше күпкә китһә лә, бик теремек ҡарсыҡ ул: ҡатын-ҡыҙ совхоз эшенә сыҡһа, бөтә балалар шунда була – хас та кескәйҙәр баҡсаһы инде. Өлкәнерәктәре мәктәптән ҡайтҡас алырға баралар ҙа, унда көнө буйына уйнайҙар, кискә эштән бушаған әсәләре килеп, бер-ике ҡысҡырып алып ҡайта. Әрләрҙәр ине, Маһира ҡарсыҡтан шөрләйҙәр – әрләтмәй.
Уйҙар шулай сикһеҙ инде, ни генә уйламайһың, күңелеңдән генә кем менән һөйләшмәйһең, кемгә генә әйтеп еткермәгән һүҙҙәреңде әйтеп ҡуяһың – барыһы ла һинең йөрәгең аша үтә. Шулай Насир ҡатынын дауаханаға һалып ҡайтып, аҙна тирәһе йөрөнө лә, хәлен белергә тип, ҡәйнәһенән тәмле тауыҡ һурпаһы бешертеп тағы китте. Тик был юлы уға уйҙарға бирелеп барырға тура килһә лә, ҡайғыға уранып ҡайтырға яҙҙы, тик яңғыҙы түгел, ә ҡатыны менән...
Ул дауаханаға барып инеү менән, уны Сәлимәне дауалаған врач көтөп тора ине, бүлмәһенә саҡырып индерҙе:
– Шунан, ағай, яңғыҙ донъя көтөп буламы? – тип, күҙҙәренә ҡараны.
– Әллә инде, балалар ҡул араһына ингән инде, ҡәйнәм дә ярҙам итә.
– Эйе... Ҡәйнәгеҙ ҙә ололор инде.
– Оло тиһәң дә ярай, былай ныҡ ҡына әле ул, һаулығына зарланмай.
– Һүҙ уның тураһында түгел, бына нимәгә һеҙҙе апайҙан алда күрергә көтәм: Сәлимә апайҙың көндәре һанаулы ғына ҡалған. Ул төҙәлмәҫ, дөрөҫөрәге, беҙҙең, докторҙарҙың көсө етмәҫ ауырыуға дусар булған, етмәһә, бик һуңлап килгәнһегеҙ. Унан ул йүткергәс оҙаҡ ҡына, һалҡын тейгән тип уйлап, самолечение менән булашҡан. Үҙегеҙ ҙә һиҙгәнһегеҙҙер уның төҫө ҡасып, йонсой башлағанын. Нисек булыр икән, әгәр алып ҡайтһағыҙ? Ауыртыныуҙы баҫа торған дарыу һәм уколдарҙы бирәбеҙ. Ауылығыҙҙағы шәфҡәт туташына көнөнә ике тапҡыр барып укол һалыу тураһында еткергәнбеҙ, ул белә.
Насир ҙур өмөттәр менән килгән булһа, улар ҡул менән һыпырып алып ташлағандай юҡҡа сыҡты, телдән ҡалып, башы шаңҡыны. Һауа етмәгән төҫлө, ауыҙын асып, гөрөлдәтеп тын алды, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәне; ҡулына тотҡан баш кейемен бер ултырғысҡа һалды, унан кире алды, ҡағыҙ кеүек йомарламаҡсы булды, унан аптыраған төҫлө, ҡаршыһындағы докторға ҡараны:
– Бер ниндәй ҙә өмөт ҡалдырмайһығыҙмы, үҙе беләме? – тип һораны.
– Юҡ, һеҙгә әйтмәйенсә белдермәҫкә булдыҡ. Өмөтөн өҙмәйек әле, тип уйланыҡ. Һеҙ нисек хәл итәһегеҙ – шулай булыр.
– Улайһа әйтмәйбеҙ. Мин уны мунсаға алып ҡайтырға килдем, шулай яҡшыраҡ булыр.
– Һеҙҙеңсә булһын, тик уға көн дә әҙләп булһа ла хәрәкәт кәрәк, ике сәғәт һайын ашау ҙа тәҡдим ителә. Ауыр әйберҙәр күтәрергә ярамай. Үҙегеҙгә эргәһенән китмәҫкә кәңәш ителә, сөнки ҡатын-ҡыҙ сабырһыҙ була бит ул, сыҙамай берәй эшкә тотонор. Шуның өсөн һеҙгә бер аҙнаға эшкә бармаҫҡа бюллетень дә бирәбеҙ, унан күрһәтелгән көнгә килә алһағыҙ – үҙегеҙ килә алмаһағыҙ, шәфҡәт туташына биреп ебәрерһегеҙ, оҙайтырбыҙ. Бер аҙ тәртибен боҙабыҙ инде, тик һеҙҙең алыҫтан булыуығыҙҙы иҫәпкә алабыҙ.
Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр иң оҙон, иң ауыр юл үтте Насир, әйтерһең дә, яҙмыш арбаһын тотҡан да, бер туҡтамай, үҙе һөйрәп бара... Эргәһендә ҡатыны барлығын онотҡан кешеләй, алға ҡарап, дөрөҫөрәге, машина быялаһына төбәлеп тын барҙы. Асфальт юл бөткәс, машина һелкетә башланы. Насир ҡатынына, уның сирылған йөҙөнә ҡарап:
– Бик ныҡ ауыртамы, әллә яйыраҡ барайыммы? – тип һораны.
– Юҡ, әҙерәк ауыртты ла баҫылды инде, – тине лә дауам итте, – Насир, әгәр мин ҡапыл ғына китеп барһам, һин өйләнһәң, балалар ни эшләрҙәр икән?.. – тип иренә борсоулы ла, наҙлы ла ҡарашын төбәне.
– Нисек китәһең, ҡайҙа, ниңә мин белмәйем, ҡасан хәл иттең? – тип борсоулы шул уҡ ваҡытта бер ни белмәгән кеше кеүек, иҫәрҙәрсә һорау биреүенә үкенеп, ҡатынына ҡараны ла уның күҙҙәрендәге наҙға албырғап китте. Нисә йылдар ул ҡатынынан ошондай ҡарашты тотоп алырға тырышты. Бына күрҙе – бәхет, тик үтә һуң...
– Юлыңа ҡара, тыныслан. Был сир миңә әжәл булып ингәндер, һис кенә лә ебәрмәй бит, хәл бөтә, ашағы ла килмәй. Ҡулым да аяҡтарым да ойоп китә, башым шаулап, хатта ишетмәй алып китәм. Төштәрем дә болара, атайым гел саҡыра ла тора. Бер генә булһа ярай ҙа бит, әллә нисә тапҡыр күренде, шуға әйтәм.
– Улай ғына булһа, дауаланырбыҙ, бына мин эшкә йөрөмәйем – бюллетень алам да үҙем яныңда булам, – тип, эшкә бармаҫҡа мөмкинлеге тураһында ҡағыҙ булһа ла, бер аҙ алдап та ебәрҙе.
– Әлтәфтең генә өйләнгәнен күрә алмам инде, – тип үҙ алдына һөйләнде.
– Сәлимә, күңелһеҙ уйҙарыңды ташла әле.
– Барыбер...Миңә ниңәлер ҡыйын, ҡалаһың бит, өйләнерһең инде, ә мин ул бәхетле булыр ҡатынды белмәһәм дә, һине ҡыҙғанам. Кем бәхетенә генә ҡалаһың инде...
– Егерме биш йыл мин һинең ошоға оҡшаш һүҙҙәреңде көттөм. Әле килеп шул һүҙҙе үлем һүҙе менән йәнәш ҡуйып һөйләйһең. Ул наҙыңды йылдар төпкөлөнә йәшерҙең дә мине тилмерттең бит, – тип, һыңар ҡулы менән ҡосаҡлап алды. – Мин ҡат-ҡат өйләнер өсөн өйләнмәнем. Һин киткән хәлдә лә, һин әйткәнсә булған хәлдә лә, һинең урыныңды биләр кеше булмаҫ. Мин – атайымдың улы.
Шул урында әңгәмә өҙөлдө, ҡайтып еткәнсе береһе лә һүҙ башламаны. Өйҙә уларҙы ҡәйнәһе тәмле аш еҫе таралған йылы өйҙә ҡаршы алды. Ҡыҙының йөҙөнә ҡарап, ул бөтәһен дә аңлағайны, Насирға ҡарап алды ла:
– Быҙауға һөт ултырт әле, – тине лә үҙе артынан сыҡты.
Кейәүе менән һөйләшергә теләнеме, тик ниҙер уйлап, ҡулын һелтәне лә, кейәүенә һөт биргәндә:
– Балаларға ла, кешегә лә әйтмә, үҙе лә белмәһен, йәлләһәң һиҙер, һау кеше менән һөйләшкәндәй ҡылан, еңелерәк булыр, – тип теге докторҙың фекерен ҡеүәтләне.
Өйгә ингәс, донъя хәлдәрен һөйләшә-һөйләшә аш эсеп алдылар. Сәйҙе балалар ҡайтҡас эсергә булдылар.
Дауамы бар.