Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Февраль , 23:05

Сынаяҡ ярсығы Повесть (6) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Өйгә ҡайтҡас, Сәлимә нисектер, йөҙө яҡтырып, йүнәлеп киткән төҫлө булды. Маһира әбей ҙә әсәһенән отоп алған үләндән теге йәки был төнәтмәләрен өҙлөкһөҙ әҙерләп ҡулланды. Насир ҙа ҡатынының төҙәлеүенә тамам ышана башланы, хатта эстән генә врачтар ҙа бөтәһен белеп бөтмәйҙер әле, тигән уйға килде.

Сынаяҡ ярсығы Повесть (6) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
Сынаяҡ ярсығы Повесть (6) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

11.

Өйгә ҡайтҡас, Сәлимә нисектер, йөҙө яҡтырып, йүнәлеп киткән төҫлө булды. Маһира әбей ҙә әсәһенән отоп алған үләндән теге йәки был төнәтмәләрен өҙлөкһөҙ әҙерләп ҡулланды. Насир ҙа ҡатынының төҙәлеүенә тамам ышана башланы, хатта эстән генә врачтар ҙа бөтәһен белеп бөтмәйҙер әле, тигән уйға килде. Доктор әйткән, тәсбих төймәләре хәтле ара ла бөтөп килә ине, көҙгө шыңшыу көндәр етте. Маһира ҡарсыҡ күпте күргән генә түгел, күпте белгән ҡарсыҡ ине. Әле һәр көн иртән килеү менән, ҡыҙының күҙҙәренә ҡарап ала ла, еңел көрһөнөп ҡуя, тик йөҙөнә төшә башлаған ҡуйы һоро туттың бөтә йөҙөн биләй барыуын күреп, йөрәген тотоп ала ла, ҡулындағы ҡулъяулығы менән ауыҙын ҡаплап сығып китә. Насир ҡатынынан бер ни эшләтмәй, балалары ла йүгереп йөрөп эшләйҙәр.Тик бына өсөнсө көн инде Сәлимә сәй яһай торған ғәҙәтен оло ҡыҙына тапшырҙы ла:
   – Һин хәҙер әсәй булып сәй яһа инде, ә мин бала булып ҡарайым. Һинең урыныңда ултырайым. Һиңә генә ҡарап ултырырмын. Үҙегеҙҙе күреп ҡалайым әле, – тигән булып шаяртып, сәй яһай алмауын, ҡулы ҡалтырап, сәйнүккә көсө етмәүен йәшереп маташты.
    Насир менән әсәһе һиҙҙе, тик улар белдермәнеләр. Балалар өсөн был ҡыҙыҡ тойолдо – улар һиҙмәйҙәр, Сәүиә апайҙарына хатта "Әсәй"-тип өндәшеп көлөшәләр ине. Ауылдаштары ла артыҡ белмәйҙәр. Шәфҡәт туташын да Маһира ҡарсыҡ ныҡ тыйып ҡуйҙы:
   – Ана кейәүгә укол һалырға өйрәт,тамырға һала торғанын ғына үҙең килеп һал, көнөнә ике-өс килеп йөрөһәң, кешеләр һораша башларҙар ҙа, йәлләп, хәл белешергә йөрөй башларҙар. Кешене йәлләһәң, уның үҙен-үҙе йәлләп, йәшәү көсө бөтә. Шулай өс ай буйы улар Сәлимәнең сирен йәшерә алдылармы юҡмы – уныһы билдәһеҙ, тик күршеләр ниҙер һиҙеп ҡойма аша булһа ла хәл белешә торған булып киттеләр. Ауылда бөтәһе лә беләләр ине, тик береһе лә Маһираның тура һүҙлелеген белгәнгә күрә, Сәлимәнең хәлен белергә бик ынтылманылар. Насир ҙа быны шулай тейеш тип ҡабул итте. Сәлимәнең генә хәле, көндән –көн һыуыҡҡа тартҡан көн шикелле, ауырая башланы, йөҙөндәге ихлас йылмайыу уйсанлыҡ менән алмашынды. Бер уколдан икенсе уколға тиклем араның аҙағын түҙемһеҙлек менән көтә, хатта ҡайһы бер көндә ваҡытынан алдараҡ та һалыуын үтенә башланы. Тауышы ла үҙгәреп, тыны етмәгән кеше кеүек көсһөҙләнә, ваҡыты-ваҡыты менән бөтөнләй ишетелмәҫ кимәлгә етә башланы. Шундай ауыр көндәрҙең береһендә, Насир, ҡәйнәһенең кәңәше менән, балаларға телеграмма һуҡты. Улар ҙа оҙаҡ көттөрмәй, һәләт ҡайтып еттеләр. Хәҙер инде Сәлимә лә өй эсендәге еңел эштәрҙе эшләргә артыҡ хәле етмәгәнгә күрә, ятып ҡына тора. Әсәһе Маһира әбей, бөтөнләйгә килдем, тип бер көнө байтаҡ әйберҙәрен төйнәп килеп етте лә:
   – Миңә бер аҙ һеҙҙә йәшәп торорға тура килер, мейесемдең торбаһы емерелде, йәй буйы ут яғылмағас, эсенә берәй ҡош төшкәнме, оялағанмы, белмәйем. Ана мейессе Робертты саҡырттым, уныһы берәй ун көндән килерменә, тип әйтеп ебәргән. Һин ашыҡһаң, ул ҡабалана, тиҙәр бит, шулай булды инде, – тип, ҡыҙының ятҡан урынының яҫтығын ҡаҡҡылап йүнәтештерҙе лә , бер кемдең дә яуабын көтмәй, биҙрәләрҙе күтәреп тышҡа сығып китте.
   – Әсәйем һис кенә лә йәшереп өйрәнмәгән, үҙе һөйләй, ә алдағаны күҙенән күренә. Насир, балалар бөгөн ҡайтырҙар кеүек күңелемә, әллә хәбәр ебәрҙеңме? Шулай иткән булһаң, арыу булыр ине, үҙемдең хәлем барҙа, әйтер һүҙҙәремде, теләгемде әйтер инем. Бәләкәстәренә өндәшмәм. Уларға әйтер һүҙемде хат итеп яҙып ҡуйҙым мин, үҙҙәре эҙләп табырҙар, ҡыш кейә торған мамыҡ бейәләйҙәренең эсенә һалдым. Әлегә һин генә беләһең, – башын Насирға борҙо ла, – Балаларҙы үгәй әсәйҙең рәнйетеүенә юл ҡуйма инде. Быныһын үтенеп һорайым.
   – Мин һинең һауығыуыңа өмөт итәм, ә һин ана нимә һөйләйһең. Үгәй әсәйгә килгәндә, минең бер генә яуабым: атайым беҙгә үгәй әсә алып килмәне. Үҙе үлгәндә, “Ғүмерең булып, балалар үҫтерергә тура килһә, уларҙы хәлеңдән килгәнсе, етемлектән азат ит, әсә-ата наҙынан мәхрүм итмә!”, тигән васыят ҡалдырҙы. Мин уға хыянат итмәм, шулай булғас, күңелең тыныс булһын.
   Был уларҙың тәүге һәм һуңғы тапҡыр үлем, сир тураһында һөйләшеүҙәре ине, ҡабат был турала улар һүҙ ҡуҙғатманылар.Бөгөн ниңәлер көн, оло ҡайғыға тарыған етем ҡатын кеүек, үтә оҙон үткәндәй тойолдо. Үҙенең ярҙамға мохтаж булып та, уны таба алмауына, көсһөҙлөгөнә, яңғыҙлығына, башына төшкән ауырлыҡтан ҡотола алмауынан тағы ла нығыраҡ кесерәйеп, атлауҙары ла ауырайған, кемдәргә үҙ ҡайғыһын һөйләргә белмәгән етем ҡатынды хәтерләтеп, оҙон оҙаҡ үтмәгәндәй тойолдо. Кемдәрҙер был көндөң тиҙ үтеүенә көрһөнһә, кемдәрҙеңдер, киреһенсә, күңеле бошто. Сәлимә бына шул һуңғылары менән бергә үҙенең үткән ғүмер хәтирәләренә төшөп китә лә, шул хәтирәләр йомғағына сейәлеп, көндөң яйлауына көйәләнде.Тышта аяҡ тауыштары ишетелде, уғансы булмай, ишекте шар асып, алдан кәләшен үткәрергә теләп:
    – Рәхим итегеҙ, ханым – солтаным –тигән ҡалын тауыш ишетелде.
 Басирҙың тауышын ишеткән Сәлимә, ятҡан еренән ҡалҡына биреп, йоҡо бүлмәһенең ишегенә ҡараны. Алғы бүлмәлә сырсыулышҡан тауыш ҡолаҡҡа салынды, балалар ағаһы менән еңгәләрен ҡосаҡлап, геү килделәр. Әлтәф ҡайттымы икән, тип уйларға өлгөрмәне:
   – Иии, Әлтәф балаҡайым да ҡайтҡан, бына яҡшы булған, бәрәңгене алып бөтөрөрбөҙ, минең баҡсанан да, бындағын да. Көн ике-өс көн торор ҙа, ямғырҙар башланыр ул, – Маһира әбей шулай һөйләнә-һөйләнә Сәлимәнең бүлмәһенә инде лә, – сәй эсеп алайыҡ әле, хәҙер теге мидик ҡыҙың килер, балалар ҡайтҡанын ишеткәнһеңдер, ә мин тәмле итеп яңы бәрәңгенән тауыҡ ите ҡушып бәлеш бешерҙем, һин яратҡанса ғына. Бөгөн тороп та йөрөмәнең, хәлең етекүңкерәмәнеме, балаҡайым? – тип, тауышы ҡалтыранып, аш бүлмәһенә сығып китте.
   Ишек ипләп кенә асылды ла Басирҙың бала сағындағы кеүек, тәүҙә бөҙрә башы күренде, үҙенән алда ҡалын көслө көр тауышы ишетелде.
   – Инергә ярайҙыр?...
   – Ярамай, – тине лә элеккесә шатлыҡ ауаздары сығарып көлөп ебәрҙе, ыңғайы бер Басир кәләшен етәкләп килеп инде,
   – Һин,Әлтәф ишек артында көт, һин рөхсәт һораманың, әсәй миңә ҡушты, үәт, – тип шаяртты.
   – Мин рөхсәтһеҙ инәм, әсәй мине ярата, белдеңме, Басир-насар, үәт шулай, – тип шаярышып, әсәләрен дә ҡыуандырғылары килде.
    Сәлимә уларҙың шулай әйтешеүен бигерәк ярата, ә балалар бына шуны белгәнгә күрә осоналар ҙа китәләр ине. Сәлимә һәр баланы айырым яратты, бер төрлө яратманы. “Басиры-баш балам, Әлтәфе-ҡуш балам, Сәүиәһе-аҡыл эйәһе, ҡайғы белмәҫ-Гөлшатым, дәрт бирер Илһамым,” – тип һәр береһенә айырым иркәләү бүлер ине.
    Яҙмыштың әҙәм белмәгән тупһалары күп шул: кемгә ниндәй тупһанан үтергә икәнен дә фәҡәт хоҙай үҙе генә билдәләй, тип көрһөнөргә ярата бындай ваҡытта Маһира әбей ҙә. Әле килеп, балалар шул яҙмыштың ҡайғы тигән тупһаһына килеп баҫҡандарын да белмәйҙәр әле. Бары өс кеше быны ныҡ ҡына төшөнә, тағы ике бала, йөрәктәре леп-леп тибеп, күңелдәре менән һиҙеп, хоҙайға ялбара, Сәүиә әсәһен көн дә аш өҫтәленең уға тәғәйен урында күрергә өмөт итеп таң аттыра, ҡалған икәүһе өсөн әсәләре бөгөн тормаһа, иртәгә тора тигән өмөт менән йөрөй:
   – Әсәй йүнәлһә, мин шуны алдырам, шунда барабыҙ, – тигән өмөт менән хыял йөрөтәләр.
   Гөлшат Сәүиәнән оло булһа ла, бала сағында ныҡ ауырып, уны әпәүләп кенә үҫтерҙеләр. Шуғалыр ҙа, оло ҡыҙы үҙен һеңлеһенән кесе кеүек тота. Сәүиә баштауҡ бик теремек бала булып үҫте.
   ************

         Әсәһе ятҡан урынында арҡаһына мендәрен терәп һөйәлеп ултыра , атаһы аяғына йөн башалтай кейҙерә, балаларын күреү менән, Сәлимә көслөк менән ҡыуанысын йәшермәй, ауыртыныуын йәшерергә теләгәндәй йылмайып ебәрҙе. Балалар әсәләре менән күрешкәс, ауырлыҡ менән булһа ла юл хәлен, эштәрен һорашты, унан:
   – Әлтәф, һин сығып тор әле, килен, һин дә – үҙем саҡырырмын. Бөгөн бына сирләп киттем. Атайығыҙға иркәләнеп ятам әле, – тигән булды.
   Килене ипләп кенә баҫып сығып китте, ишек ябылыуға, Сәлимә урынын тағы йүнәткәндәй итте лә:
  – Балам, мин китәм инде, бөтәбеҙҙең барыр йортобоҙға.Тик ниңәлер мине иртәрәк алырға уйланы: был – тәҡдир. Һин атайыңа таяныс, иң олоһо булып ҡалаһың. Уны ярҙамыңдан ташлама, Әлтәф менән Сәүиәгә лә кәңәштәреңде бирә йөрө. Әлтәф бик хисле кеше, ә хис ҡайһы берҙә аҡылға урын ҡалдырмай ҡуя. Хаталанмаһын, донъяһын ныҡ уйлап ҡорһон. Гөлшатты ныҡ хәстәрләгеҙ инде, ауырып- фәлән китмәһен. Ҡустығыҙҙы ла онотмағыҙ. Былай бирешмәҫ ул. Илаһа илар, тик алдына алғанын эшләмәй ҡалмаҫ. Шулай кесе туғандарыңды ла рәнйетмәгеҙ. Еңгәй кеше өсөн улар ят ҡан; эт тә бүре балаларын имеҙеп ҙурайтһа ла, аҙаҡ ситләтә. Уларҙы бөтә рәнйеүҙәрҙән азат итегеҙ. Өләсәй бар, тимәгеҙ. Уның ғүмере лә мәңгелек түгел. Кешегә ғүмер иҫәпле генә бирелгән, ә өләсәйеңдең ғүмере шул иҫәптең аҙағына етеп килә, аңланыңмы минең әйтергә теләгәнемде. Мин китәм, шуныһы ҡыҙғаныс: ейәндәр һөйөргә насип булманы. Атайығыҙҙы ярҙамдан мәхрүм итмәгеҙ. Атай, тип өҙгөлөнеп тороғоҙ, күңеле кителмәһен. Ярай, булмаһа сығып тор, әллә ниңә арып киттем. Әлтәф инмәйерәк торһон, үҙем саҡырырмын.

         Өй эсендә шомло тынлыҡ урынлашты, бөтәһе лә аяҡ осона ғына баҫып йөрөгәндәй, тауышһыҙ ғына атлайҙар. Көн кискә ауышыуға, Әлтәф әсәһе янына инде. Сәлимә улын күргәс, күҙҙәренән ике тамсы атылып сыҡты ла яңаҡ буйлап, ҡолаҡ яғына ағып төштө. Әсәһе күҙен йомдо ла, улына ҡарамай ғына һөйләй башланы. Үҙен бүлдереп ҡуймаһындар тигәндәй ашыға ине:
   – Балам, мин һине ҡарамаһам да эргәмдә икәнеңде тоям, ҡытыршы ҡулдарыңдың һәр һыҙатын күрәм, миңә аптырағандай күҙҙәреңде ҙур асып ҡарайһың – уныһын да һиҙәм. Балам, миңә улай ҡарама, һине эшкә оҙатҡанда нисек йөрөгән булһам, шул килеш хәтереңдә һаҡла. Был хәл тормош ҡануны – берәү ҙә мәңгелеккә яратылмаған. Әлеге хәлемде күрмәгәнһең икән, ти, аңланыңмы? Мине бүлдермәй генә тыңла, бөгөн ниңәлер хәлем бөтөбөрәк китте, аллабирһа йүнәлеп торһам, иң тәүҙә һеҙҙең яратҡан былауығыҙҙы бешереп ашатам, үҙем дә утә һағындым әле. Сәүиә бешерә белмәй әле, шуға оҡшатмаҫһығыҙ, тип баш тарта. Эййй, әйтер һүҙем ул түгел ине бит әле, ҡыуаныстан онотолоп киткәнмен, – тине лә ауыр итеп, ғыжылдатып тын алды, – һиңә, Әлтәф, ауырыраҡ булыр, шулай ҙа әле әйтер һүҙемде үтәргә тырыш. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, әсәйҙәр балаларының яҙмышын алдан күрә, ләкин күптәр балаларына ҡаршы килмәйем тип, үҙ уйҙарын еткермәйҙәр. Мин дә әйтмәҫмен, үҙе ҡолаған иламай, тип күңелде йыуатырмын, тигәйнем. Бына ағас башына ишелгер сире минең йәнгә талаша. Мин китәм инде, күп тормам, әсәйемә генә бөтмәҫ ҡайғы һалам – шуныһы ҡыҙғаныс. Атайың өйләнер инде, кесе туғандарығыҙҙы хәстәрләгеҙ, рәнйеп йәшәргә тура килмәһен, үҙ -ара татыу йәшәгеҙ: ауыҙығыҙҙа ҡан булһа ла төкөрмәгеҙ – кеше күрмәһен. Һиңә,Әлтәф, иң ҙур үтенесем – Гөләндәмгә өйләнмә. Бәхетле була алмайһың. Әсәһе эсеүе генә етмәй, үҙе лә бик эре ҡылана. Ҡатын кеше аҡыллы ғына түгел, хәстәрле лә булырға тейеш. Һәр ҡош ояһында күргәнен осҡанында ҡабатлай, ҡандан килгән ҡанға күсә. Уның әсәһе бер генә лә донъяһын ҡараманы, ире Вәхит ағайҙы тиңһенмәне. Балалары алдында ла уны гел генә кәмһетергә тартынмай. Уға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, уның фекере менән иҫәпләшмәй йәшәне. Ир хурлама ҡоҫторор, ил хурлама боҫторор, ти торғайны әсәйем. Бәлки шулайҙыр, тик минең үтенесем, хатта васыят тип тә аңла – нисек теләйһең, шулай аңла. Гөләндәмгә ризалығым юҡ, – тине лә башын ситкә борҙо, – арыным, хәлем бөтөп китте, эй, ерҙе ташлап китеүе ауыр икән шул. Йәшәгән тиклем дә булманым: бигерәк ҡыҫҡа был ғүмер, күҙ асып йомғансы үтә лә китә икән, йәл – барыбер үлге килмәй, – тип улының эргәһендәлеген онотҡандай һөйләнде. Әлтәф аяҡ остарына ғына баҫып, күҙенә тығылған йәштәренә ирек ҡуйып, алғы бүлмәгә атылды. Әлтәф өсөн ошонан да ҙур юғалтыу юҡ кеүек тойолдо. Тик был юғалтыуҙарҙың башы ғына ине әле. Үҙ ғүмерендә әллә нисә тапҡыр әсәһенең алдына башын һалып, сабый сағындағы кеүек тыйыла алмай илағыһы килгән саҡтары байтаҡ буласағы алда ине әле.
   Кискеһен сәй табынында ултырғанда әсәһе уны тағы эргәһенә саҡырҙы:
   – Бая яҡшылап тауышыңды ла ишетмәнем. Ипләп кенә миңә “Уйылды “ йырла әле. Эй һағындым шул йырҙы. Атайың ярата шул йырҙы, йыры менән мине арбаны бит ул. Әле бына шул йыры менән үҙенең һыны күҙ алдымда йәш саҡтағылай үтеп китте.
  Әлтәф уңайһыҙланыуын ситкә ҡуйып, әсәһенең үтенесен үтәне. Бер ҡараһа, әсәһе лә уға ҡушылып йырлай, ә күҙҙәренән йәше ятҡан мендәренә аға, “теләһәң әйҙә туҡтат мине” тигән төҫлө, әсәһенең сикәһенән көмөш тамсылар тәгәрәй. Үҙе улының ҡулын ныҡ итеп ҡыҫҡан. Йырлап бөтөүгә Сәлимә ҡулдарын ысҡындырҙы ла йөрәге тапҡырына ҡуйып,– бына ошонда ғына һеҙҙең һәр берегеҙҙең мөләйем йөҙөгөҙҙө үҙем менән алам. Һин минең ғәзиздәрҙән ғәзиз яратҡан балам. Басир ағайыңа йөклө сағымда үҙемдә әсә булып өлгөрөүҙе тойманым, ахыры, һине ҡарынымда тойоу менән ярата, иркәләй башланым. Ағайың миңә хоҙай тарафынан яратҡан кешемдең бүләге, тип ҡабул иттем һәм шуға яҡын. Һине мин булмышым менән өлгөрөп көтөп алдым, – тине лә күҙҙәрен ситкә борҙо.
    Әлтәф һаҡ ҡына баҫып ишеккә ынтылды, әсәһенең: “Бәхил бул, фатихамды бирәм, бәхетеңә ҡойонорға яҙһын!”-тигән көсһөҙ тауышы ишетелде.
         Эңер нисек ҡара ҡыҙыл төҫкә инеп байыған булһа, өйҙәгеләрҙең йөрәгенә шом һалып, тағы ла ҡуйыраҡ төҫкә инеп таң беленде. Насир тороу менән, ҡатынына күҙ һалды ла бөтәһен аңланы. Ул инде был хәлгә күптән әҙер ине. Киске һөйләшеүҙән һуң ҡатынының йөҙөндә ҡәнәғәтлек тойғоһо менән йылмайыу сағылғайны. Уның йөҙөндә әле шул йылмайыу сағылған да ҡатып ҡалған. Ул йылмайып яҡты донъя менән хушлашҡайны, әйтерһең дә унан бәхетле кеше юҡ. Киске һөйләшеү уға әллә тағы бер тапҡыр үҙен бәхетле итеп тойорға мөмкинлек бирҙеме икән?
   – Насир, әгәр һин өйләнһәң, бер үк үҙеңдән нимәһе менәндер юғарыраҡ булғанға өйләнмә, яңғыҙ тора алмаҫһың. Ул ҡатын бер аҙ нужа ҡаласын татыған, бәхеткә ынтылған аҡыллы кеше булһын. Ундайҙар балаларҙы рәнйетмәҫ. Шуға йөрәгем һыҙлай – яҡты донъялағы бәхетте ташлайым бит, ә ташлағы килмәй...Әсәйем бөтөрөнөр инде, бала бәғер ите бит ул. Үҙе әйткән була: “Һинең балалар эш булмайынса мин үлергә йыйынмайым, көтмәгеҙ ҙә, хоҙай менән дә килешеү төҙөнөм, ул белә,” – тей.. Ҡыҙыҡ кеше ул әсәй, эйе бит.
   – Аҡыллы кеше инде. Өйләнеүгә килгәндә, Сәлимә, һинең урынды алырҙай кешене, беренсенән, эҙләмәм, икенсенән, ундайы табылмаҫ. Тимәк, тыныс бул, беҙ үҙебеҙ генә кешенән үҙебеҙҙе рәнйетергә ирек бирмәй йәшәрбеҙ. Атай әйтмешләй “Баста”. Был һүҙ нимәне аңлатҡандыр, уныһын белмәйем, тик гел генә был турала һөйләшеүгә конец, тип үҙе аңлата ине. Бына шулай, Сәлимәкәйем!
    Уныһының йөҙөндә ҡәнәғәт йылмайыу сағылды. Эйе, мөхәббәт күптәрҙе үҙенең бәхет ҡанаты менән әйҙәп ала ла тормош диңгеҙендә ялғыш аҙымдар яһамай йәшәргә, эргә тирәләге кешеләрҙе ошо хис менән бәхетле итергә тырыша бит ул. Быны аңлағандар күп булған һайын, донъя матурлыҡ менән күркәмләнә кеүек. Әҙәм хыялы, өмөтө, мөхәббәте үҙе менән һуңғы тынын алғансы йәшәй ҙә уның менән бергә баҡыйлыҡҡа күсә. Эй хоҙайым, минең был хаҡтағы уйҙарым аҡҡа ҡара менән төшкән кеүек, иманым кеүек камил...Шул һөйөү нуры уның был донъянан китеүен дә еңеләйткән. Эргәһендәге яҡынына ла улем ғазабы тартышын һиҙҙермәй генә фани донъя менән алыш-биреште өҙгән. Насир был турала иң алда ҡәйнәһенә әйтергә булып алғы бүлмәгә сыҡҡайны, ҡәйнәһе:
   – Эй кейәү, алды үҙенә, арты ҡалғандарға хәйерле булһын инде. Иманын юлдаш итеп, ожмах ишектәренең һигеҙен дә асып кертер фәрештәләр насип әйләһен ине, – тип, уҡынып битен һыпырып алды.
   Насир аптырауға ҡалды: ҡайҙан белде икән. Әсә йөрәге бит, һиҙгәндер.
   – Мин муллаға хәбәр иттем, һыйыр ҡыуып ҡайтышлай инеп сыҡтым. Күрше Вазифаның әсәһенә ашҡа һалма йәйергә әйттем, ҡыҙың Сәүиә менән урамдағы ваҡ-төйәк эштәргә йүгергеләрҙәр. Балаларға үҙең еткер, тик сеңләп күп иламаһындар. Тегендә ул һыу өҫтөндә булыр, ти торғайны миңә әсәйем. Кантурға барып әйтәһеңме, әллә почтаға ғына елдерәһеңме анау матайың менән, туғандарға хәбәр ит. Их, минең сиратты алды бит был Сәлимә, нисек кенә йөрәгем түҙәр икән, эй хоҙайым, үтенеп һорайым, миңә сабырлыҡ бир, һинең алдыңда минең бер гонһым юҡ, сабырлыҡ бир, сабырлыҡ,– тип, яулыҡ осо менән күҙенә эркелгән йәшен һөртөп, ҡыҙы янына инеп китте, ишек ябылғанда уның:
   – Кеше инмәй торһон әле, мин балаҡайым менән хушлашайым,–тигән тауышы ишетелеп ҡалды.
   Насир тағы аптырауға ҡалды: нисек белде икән ҡәйнәһе. Балалар бер көн алда бөтәһе лә әсәләре менән һуңғы тапҡыр хушлашып, һуңғы кәңәштәрен тыңлап сыҡҡайнылар. Ике бәләкәсенән башҡаһы артыҡ сеңләп иламанылар, тик күҙҙәрендә генә “ Ниңә? ”тигән һорау ярылып ята ине. Сәлимәне оҙатыуға ауыл халҡы бөтәһе лә, күрше ауылдағылар ҙа, Гөләндәмдең әсәләре лә, хатта Буранный ауылынан да белештәре килгәйне – бик ҙурлап оҙаттылар. Ҡәбергә индерер алдынан совхоз директоры, тағы бер нисә кеше хушлашыу телмәре тотто. Яҡшы кеше ине шул уларҙың әсәһе. Балалар шуны аңланы. Ҡәберҙән һуң өйҙәренә таралышҡан ҡатындар:
   – Эй алла, биш бала бит әле, өсәүһе генә эшкингән, ә теге икеһе мәктәптә уҡый. Ярай Сәүиәһе сос ҡыҙ, быйыл тағы береһе мәктәпте бөтә, шикелле.
   – Әлдә генә Маһира инәй бар, ул ярҙамынан ҡалдырмаҫ әле.
   – Шулай тиһегеҙ ҙә ул, әгәр өйләнеп ҡуйһа. Үгәй, үгәй инде. Әсәй үлһә , атай еҙнә, бит ул.
   – Минеңсә, ул өйләнмәҫ. Насир ағай бигерәк яратты бит Сәлимә апайҙы
   – Ярай ҙа шулай булһа.
    Ауыл ҡатындары ла ниңәлер Насирҙың өйләнеүен күңелдәренә индергеләре килмәй ине, күрәһең. Өсөн уҡытҡас, балалар таралышты. Әлтәф, Гөләндәмде тиҙерәк күреп, күңелендәге даръя булып ишелгән уйҙарын сисеп , йөрәген баҫҡыһы килде. Гөләндәмгә ҡарата әсәһенең фекере менән ул килешмәгәйне, әле лә һөйгәне янына ашыҡты.

 

                                                         12.

Дауамы бар.

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас