Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Февраль , 21:05

Сынаяҡ ярсығы Повесть (7, аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Ваҡыт үҙе дауалай ҙа , бөтәһен үҙ урынына ҡуя. Әлтәф тә өйләнергә уйы барлығын атаһына еткерҙе. Атаһы кемлеген һорашҡас, бер аҙ уйланып торҙо ла:    – Әсәйең менән һуңғы тапҡыр нимә тип һөйләштегеҙ?    – Ул, риза түгелмен, тине.

Сынаяҡ ярсығы Повесть (7, аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
Сынаяҡ ярсығы Повесть (7, аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

12    

Ваҡыт үҙе дауалай ҙа , бөтәһен үҙ урынына ҡуя. Әлтәф тә өйләнергә уйы барлығын атаһына еткерҙе. Атаһы кемлеген һорашҡас, бер аҙ уйланып торҙо ла:
   – Әсәйең менән һуңғы тапҡыр нимә тип һөйләштегеҙ?
   – Ул, риза түгелмен, тине
   – Тимәк, мин дә риза түгел
   – Атай, аңлайһыңмы, мин уны яратам. Һин дә әсәйемә яратҡанға өйләнгәнһеңдер бит, – тип һораулы ҡарашын төбәне.
Насир башҡаса һүҙ ҡуйыртманы, риза булды, ағаһы ҡул һелтәне, ә бына өләсәһе:
   – Был уйың барып сыҡмаҫ ул, балам – бары расхутланырбыҙ ғына, әйҙә мәйелең, йәне теләгән йылан ите ашаған, тиҙәр бит. Өйләнеп ҡара, булмаһа. Мин әйттереү йолаһына бармайым, туйыңа ла килә алмам. Хәҙер шау-шыулы табындарҙа ултыра алмайым, – тип һылтауын да бик йәтеш итеп уйлап тапты.
     Аҙаҡтан ул тағы өс ейән-ейәнсәренең туйҙарында, хатта Әлтәфтең икенсе туйында ултырып ҡына ҡалмай, бейеп тә аласаҡ ине. Был юлы ул баш тартты. Әлтәф тә артыҡ төпсөнөп торманы, ҡыҫтаманы ла. Тик өйөн Әлтәфкә туй бүләге итеп һаласағын еткерҙе. Бөтәһе лә аптырауға ҡалды. Әлтәф ситтә эшләй, төпкөлдәге ауылға ҡайтамы ни ул. Тик Маһира әбей генә үҙенекен тылҡыны.
   – Мин белмәйенсә бер нәмә лә эшләмәйем, ул ауылда торасаҡ.
   – Ниңә улай тиһең?
   – ...
   Туй булды, тик ул туйға Әлтәфтән башҡа талпынып та, атлығып та торған кеше тойолманы. Бары туғандарының теләгенә ҡаршы бармау ғына сағылды. Туйға саҡырылған туғандарҙың байтағы килмәне, ә бына йәштәр был мәжлесте тағы бер күңел асыу форсаты, тип ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыштылар. Ҡыҙҙар энәнән – епкә килешле итеп кейенергә тырышҡандар, хатта уларҙы танырлыҡ та түгел. Егеттәр ҙә ҡалышмаған. Әлтәфтең атаһы ғына көйһөҙөрәк күренә . Шулай ҙа туй башланды, барлыҡ йолалар үтәлде. Икенсе көнөн ҡыҙҙы ҡайны йортона оҙатыу йолаһы, артынса һыу юлы, килен һөйөү кеүек фарыз йолалар үтәлде. Ҡоҙалар үҙҙәренә тәғәйен ҡоҙалар менән үҙ ара саҡырышып һыйлашыу йолаһын үтәнеләр. Өсөнсө көнө хуш табыны– ҡоҙаларҙы сыбыртҡылап оҙатыу йолаһы башланды. Кемдер былйоланы ҡыҙ оҙатыпкилеселәр өсөн эшләнмәй, ә ҡыҙ яғында уҙғарырға тейештәр, тип ярһыны. Шулай ҙа, боҙоп булһа ла, кемдер ҡоҙалар араһынан сығып өй бүрәнәләрен туҡмай, ә ике ҡоҙа менән ҡоҙаса, йә ҡоҙағый ҡайтыр ҡоҙаларҙы сыбыртҡылап һый өсөн хаҡ һорайҙар. Сыбыртҡыға бәйләнгән сепрәктәргә ҡайтыр ҡоҙалар аҡса бәйләйҙәр.
   Тап ошо мәлдә Әлтәфтең һеңлеһе Сәүиә килеп ағаһының ҡолағына ниҙер шыбырланы, тегеһе Гөләндәмгә эйелеп: “Мин хәҙер”– тине лә тышҡа сыҡты. Тышта өс-дүрт егет тора ине. Алда торған киң яуырынлы төңкөс ҡарашлы егет башлап һүҙ ҡатты:

   – Тәк-тәк-тәк, минең кәләште алып бәхет яуламаҡсыһыңмы? Ир менән ҡатын талаша ла, яраша ла, понятно, деревенщина! Удобный случай көттөңмө? Этого не будет, понял?
   – Яңылышаһығыҙ, мин Гөләндәм исемле ҡыҙға өйләнәм. Кеше ҡатыны юҡ бында.
   – Ышанмай, эй егеттәр күрҙегеҙме, бына ҡайҙа ул лопух.
   – Мин Гөләндәмде саҡырам, ул әйтер, һеҙ яңылыш килгәнһегеҙҙер.
   – Саҡыр, саҡыр, – эйәреп килгән ике дуҫы ярамһаҡланып, яһалма рәүештә көлөштөләр.
   Әлтәф оҙаҡлағас, Гөләндәм үҙе сыҡҡайны, егет уға боролоп ҡарап:
   – Бына егеттәрҙе беләһеңме?
    Гөләндәм телдән ҡалғандай булды. Йөҙө ала- тилә булып ҡыҙарынды.
   – А как же белмәй. Йә Гөләндәм, әйт әле, беҙ кемдә и ҡайҙа ярты йыл буйы квартира снимать итеп бергә йәшәнек?
   Гөләндәм ағарынды, ә Әлтәф ниҙер һиҙенеп, йөрәге сәнсеп киткәндәй булды. Теге егет ҡайһы аралалыр ҡулына бысаҡ төшөрҙө, ә дуҫтары уны хуплап:
   – Йә, Батыр, күрһәт әле үҙеңдең кемлегеңде шул тиреҫ бөжәгенә.

   – Юҡ, Батыр, Әлтәфкә теймәйһең, мине үлтер, – тип егеттең алдына килеп баҫты.
   – Ә-ә-ә, уға ярамай, значит миңә ярай,– тине лә бысаҡ менән үҙенең баш бармағының бер быуынынан үтәнән-үтә ҡырҡып ебәрҙе, Гөләндәм атылып барып ҡан сыҡҡан урынды туй фатаһын йыртып бәйләй башланы, ә үҙе ялбарыулы ла, наҙлы ла ҡарашын Батырға төбәгәйне. Әлтәфтең йөрәге тағы ла ныҡ ҡына итеп сәнсеп алды, әйтерһең дә ”Миңә ярҙам кәрәк, мин бар бит,” – ти ине. Аръяғын егет хәтерләмәне. Тик бер тапҡыр өләсәһенең ”мин әйттем бит,” – тигән тауышын ишеткәндәй, атаһының ҙур асылған күҙҙәре менән уға текләп торғанын тойғандай булды. Өн менән төш буталды – көн дә янына әсәһе килеп башынан һыйпай ҙа юҡ була. Ошолай күпме ятҡандыр, бер көнө ул ныҡ ҡына үҙен һау тойғандай булды: бер ере лә ауыртмай. Һеңлеһе Сәүиә янында тора. Ағаһының күҙен асҡанын күрҙе лә:
   – Ҡурҡыттың бит ағай, атай ҙа бында, өләсәй ҙә. Уларға һөйөнсөләйем әле. Хәҙер еңгәй киләм тигәйне, Басир ағай ауылға ҡайтып китте, Вазифа апайҙан аш бешертеп алып килә һиңә, – тип, һөйләп ташланы.
   – Миңә нимә булды?
   – Һинең йөрәгеңә приступ булды, ярай еңгәй килеп сыҡҡан.
   – Гөләндәмме?
   – Эйе.
   – Ул ҡайҙа?
   – Тағын ауырымаһаң ғына әйтергә ҡушты врач.
   –Ауырымам.
   – Ул Батыр тигән егет менән китте, һин бында хәҙер дүртенсе көн ятаһың. Былай бындағылар инфаркт та, инсульт та түгел тинеләр. Тик бик ныҡ һаҡланырға кәрәк. Йәш организм бирешмәҫ, ти атай ҙа. Өләсәй эргәңдән китмәне инде, үәт.
   – Әсәйем дә килеп сәсемдән һыйпай ине, уныһы һаташыу булдымы икән, – тип үҙ алдына һөйләнеп алды.

...Хәтирәләренең шул еренә еткәс, Әлтәф ниңәлер төн ҡараңғылығына сумған тәҙрә аша тышҡа ҡараны, унан юлдашына ҡарап, йоҡлай, ахырыһы, тип уйлап алды ла, стенаға ҡарай боролоп ятты. Тик уйҙары уны ташлап китеп, йоҡоға урын бирергә ашыҡманы.
Бер генә кеше уның өс тиҫтәнән ашыу ғүмерен аҡтарып һалды. Бер артыҡ һүҙ ҙә әйтмәне. Тик бер ҡараш та, тупыс бармаҡ...
         Дауаханала уға егерме көнләп ятырға тура килде.Өләсәһе:
   – Бирешмә, һин егет кеше. Һинең тамырыңда әллә ҡайһы замандарҙан батыр ҡаны аға. Бына шуға бөлөнөргә тейеш түгелһең. Ана, атайыңа ҡара. Ул да йәшәй. Сей ит төҙәлмәккә, ваҡыт үҙе дауа, Хоҙай насип итһә, бына тигән туй яһарбыҙ әле. Әсәйең бер миңә үҙенең төшөн һөйләгәйне.
   – Ниндәй?
   –  Төшөмдә, ти сәсемде ҡыҫҡартып ҡырҡтым да үҙемдең туй күлдәгем менән көмөш балдағымды Вазифаға кейҙерҙем, ти. Минән юратырға теләй. Мин әйтәм, күп булһа күрше ҡыҙы кейәүгә сығыр, бәлки Басирың алыр, тигәйнем. Ағайың күп тә үтмәй өйләнде, тик әсәйең минең юрауҙы үҙенсә үҙгәрткән дә миңә әйтә:”Әсәй, Вазифаға Әлтәф өйләнер ул. Уға минең көмөш балдағымды бирерһең, өйләнһә лә өйләнмәһә лә”–тине. Әле мин ниңә уны һиңә һөйләйем. Әсәйеңә ул ҡыҙ бик яҡын ине. Ул уны килен итеп күрергә теләгән. Иғтибар ит әле, балам, шул балаға.
   – Ярар, өләсәй, өйләнеп тә ҡуяйыммы? Минең күңелде ҡайҙа һалып торорбоҙ?
   – Күңел, йөрәк, мөхәббәт. Әллә мөхәббәтһеҙ ҙә йәшәнек әле. Ана ҡартатайыңды бер күрмәһәм дә ун һигеҙ йыл йәшәп ташланыҡ. Һуғыш булмаһа...
   – Уны мин беләм, ятлап бөттөм индө.
   – Эй һантый, һиңә әйткән мин дүрәк. Мөхәббәт , имеш. Ниңә шул мөхәббәтең менән бәхетһеҙлек күрә яҙҙың түгелме? Тере ҡалғаныңа ҡыуан – тине лә, күлдәк итәктәрен бөрә тотоп, палатанан сығырға ашыҡты.
Әлтәф ҡайтҡас, бер ни тиклем берәү менән һөйләшмәй, тамағына ла ашар- ашамаҫ ҡына тик йөрөнө. Уның менән һөйләшһәләр “эйе”. “юҡ”тан ары уҙманы. Шулай бер көн тиҙ генә бөтә документтарын йыйып алды ла эшенә китте, тик китер алдынан Сәүиәгә:
   – Мин тиҙҙән ҡайтам.
   – Ниңә улай?
    – Был яҡҡа ҡайтып эшкә урынлашам. Институтҡа уҡырға инергә уйлайым. Ситтән тороп уҡырмын. Һеҙгә лә ярҙам кәрәк, өләсәй ҙә олоғайған. Бәлки... – тине лә ниҙер уйлап туҡтап ҡалды. Сәүиә шунда уҡ элеп алды:
   – Өйләнеп тә ҡуйырмын, тиген. Тик үткәндәге кеүек ҡаты шаяртма. Өләсәй былай ҙа һине өйләнә, ти. Әҙерләнә торорға ҡуша ине атайға ла. Ул көлдө лә ҡуйҙы. Ағай, ә һин Вазифа апайҙы ал да ҡуй. Яҡында ғына, егете лә юҡ.Берәү менән дуҫлашмай. 
   – Әйҙә булмаһа хәҙер икәүләп инеп яусылайыҡ. Һин бер балағыңды сығарып, береһен эскә һалып, салбар менән итек кей. Барамы?
   – Һин шаяртма әле. Мин ысын әйтәм.
   – Ысынығыҙ менән үҙегеҙ йыуанығыҙ, йәме. Мин яҙмышымды үҙем хәл итермен.
         Шулай ҡайғыһыҙ күренергә тырышһа ла, йөрәгедә уның йәнен телгеләп, үҙе генә белгән ут яна ине.


    Өйләнде ул, кемгә - әлеге күрше ҡыҙы Вазифаға. Ҡырҙан ҡайтып эшкә урынлашып йөрөгәндә, совхоз үҙәгенән ҡайтышлай юлда матайына йәйәүләп килеүсе ҡыҙҙы ултыртып алды. Ул ҡояшҡа ҡара янған йөҙөн ышыҡларға теләп эшләпә кейеп, йәйәүләп ҡайтыусы Вазифа булып сыҡты. Юлда матайы ҡапыл ғына һүнде. Әлтәф бынан үҙенсә һығымта яһаны ла, ҡыҙҙы ҡосаҡламаҡсы булды. Уныһы ҡулын алып ташланы ла ситкә шылды.
   – Ярай. Ниңә ҡасаһың? Үҙеңде недотрога итеп күрһәтмәксе булаһың. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә...
   Вазифа уға әйтеп бөтөргә ирек бирмәне:
   – Мин бөтәһе түгел. Мин берәү, бөтәһен дә бер ҡалыптан ҡыумағыҙ, Әлтәф ағай, һеҙгә килешмәй, ундай кеше түгелһегеҙ ҙә инде. Һеҙҙе Гөләндәм апай алдаған икән, унда минең ғәйебем юҡ. Белгегеҙ килһә, минең менән улай ҡыланырға хаҡығыҙ юҡ. Мин гел генә ярҙам итергә ынтылам икән, уның сәбәптәре бар.
   – Йә-йә, һайра сәбәптәрен, – тине, тағы ла тупаҫыраҡ итеп.
Үҙе эстән генә уйлап алды: миндә ярайһы уҡ грубость бар икән дабаһа, шунан ҡапыл ғына был ҡылығынан оялып ҡуйҙы.
   – Һөйләйем дә. Бөгөнгөнө һеҙҙән көтмәгәйнем. Һеҙгә тупаҫ ҡыланыу килешмәй. Аҡ эттең бәләһен ҡара эттән күреү ҙә хата булыр. Сәлимә апайға биргән һүҙем бар: үҙе үлгәс, ҡалған кесе туғандарығыҙҙы үҙ туғандарымдай күреп хәстәрләүемде үтенде. Мин бит әсәйемдең әллә нисә балаһынан имен ҡалған берәү генәһе бит. Мине улар мулла саҡыртып, тәҙрә аша һатып алғандар, Әсәйемдең мине хоҙайҙан бурысҡа алған балаһы булып сығам инде. Унан килеп, һеҙҙекеләргә өйрәндем, әсәйем дә ҡаршы түгел. Тағы бер сәбәбе бар: уныһын һинең өләсәйең әйтер, тигәйне. Шул аманатты ла ишеткем килә.
   – Мин ишеттем инде, – ҡыҙҙың һөйләгәндәрен диҡҡәт менән күҙәтеп торған егет, үҙенең ниндәй түбәнлеккә төшкәнен аңланы.
   Ер тишеге булһа икән, юҡ шул. Килештерә алһа ғәфү үтенеп ҡарарғамы, тик теле икенсе нәмәне әйтте.
   –Сыҡ, ней, миңә кейәүгә,ә?
   – Ниндәй аманат?
   – Һиңә өйләнергә, тигән.
   – Мин әйбер түгел аманат итеп тапшырырға. Ярай мин атлайым әле, алыҫ ара түгел. Гел яҡшы юлсылар ғына осрай торғайнысы...
   Вазифаның һуңғы һөйләме ҡолағына ҡаҙау менән ҡаҡҡандай тойолдо. Ниндәй түбәнселеккә төштө ул. Бер ниндәй гонаһһыҙ ҡыҙҙың йөҙөнә нисек ҡарар. Шундай уйҙар менән эңер төшкәнсе юл ситендә ултырҙы. Шунан матайын этеп, төн ҡараңғылығында өйгә ҡайтып инде. Өйҙә тәмле аш еҫе таралған. Сәүиә үҙенең хәбәрен теҙеп ҡаршы алды:
   – Атай бер һарыҡ һуйҙы ла аш һалырға ҡушты, ә мин күпме һалырға белмәй, Вазифа апайҙарға ингәйнем. Ул да совхоздан йәйәү ҡайтҡан. Һине һорағайным, күрмәгән икән. Ул килеп аш һалып, туҡмас ҡырҡып бирҙе. Әле атай әйтә уларҙы ла ашҡа әйтегеҙ, ти.
   – Минең ваҡытым юҡ, хәҙер генә хәл итәһе эшем бар, – тип, ашығып сығып китте, – мине көтмәгеҙ, үҙегеҙ генә ултырығыҙ.
   Иртәгеһенә Вазифаның күҙенә күренмәҫкә тырышып йөрөнө лә, кискә ҡарай Сәүиәне ебәреп, саҡырырға ҡушты. Вазифа сыҡмаҫ тип уйлағайны, ә ул сыҡты. Әлтәф ғәфү итеүен һораны.  
   – Беләм һеҙ улай түгел, тик бер кеше өсөн генә лә бөтә донъяға асыу һаҡларға ярамай.
   – Сыҡ миңә кейәүгә. Ысын әйтәм. Рәнйетмәм. Бер ауыҙ ҙа ауыр һүҙ әйтмәм.Сыҡ миңә...
   Устары менән егеттең ауыҙын баҫты ла:
   – Был аҙымды лы уйлап яһарға кәрәк. Әсәйең әйткән өсөн генә булһа-юҡ. Тик тағы бер яғы бар быныһын әйтмәйем, уйлармын.
   – Уйла, уйла, тик оҙаҡ көттөрмә йәме, – тип яуырындарынан ҡосаҡламаҡсы булды ла кире уйлап, ике ҡулы менән ҡулдарын тотоп ирендәренә килтерҙе, .– мин көтөрмөн.
   Байтаҡ нәмәләр хаҡында һөйләштеләр. Иртәгеһенә лә унан һуң да осраштылар. Бер көндө Вазифа уға үҙенең ризалығын белдерҙе. Әлтәф артыҡ осонманы ла, йөрәгенә ярһып тиберлек ҡыуаныс та килмәне – бары еңел һулап, үҙенә оҡшаған кешенең ыңғай яуабына күңеле тынсып, ҡыҙҙы ҡосаҡлап үҙенә яҡын килтерҙе лә күҙҙәренән, ирененән үбеп алды:
   – Тик туй булмай, минең туйҙа ҡыҙҙар ҡаса. Һине икенселәр алып киткәнен мин күтәрә алмаҫмын, үлермен. Минең әле һинең менән бергә йәшәгем, балалар үҫтергем килә.
         Вазифа быныһына ла риза булды. Нисә йыл өмөт менән көттө бит ул ошо егеттең ҡасан да булһа үҙенә иғтибар итер ҙә күңел донъяһын асып, уны үҙе менән мөхәббәтле бәхетле тормошҡа әйҙәр тип. Сабыр итеп көттө, хатта Әлтәфтең туйы пыран-заран килгәндә лә, күңеленең ҡайһылыр ерендә “Әйҙә, ынтыл”–тигәндәй уй тыуһа ла, ул егеттең ҡайғыһы менән ихлас ҡайғырҙы. Үҙең һөйгән кешенең һәр ваҡыт бәхетле булыуын теләйһең бит, тигәндәргә ышаныуы ҡыйын ине Вазифаға, үҙ иңенә төшкәс – ышанды. Әле бына уның йөҙөндә йәшәүгә дәрт балҡыуын тойоп шатланды. Бына шулай күрше генә тороп, ғашиҡ булды ла, ошо осҡондо һүндермәй өмөт менән йәшәне. Егеттәр булманы түгел булды, тик береһе лә күңелен яулай алманы. Бер тапҡыр ауылға практикаға килгән агроном егет хушлашырға тип ингәнендә, хатта былай тигәйне:
   – Ярай, һылыу, мин ҡайтам, һинең йөрәкте иретеп булманы, ә бына уйсан йөҙөңдө, эстән генә кемделер һөйөп, өмөт менән балҡыған күҙҙәреңде һәм шул күҙҙәр эйәһе булған һинең һыныңды үҙем менән алып ҡайтам. Һин әйҙә һөйөүҙән һөйөү эҙләп аҙашҡан бер фәрештәләй ҡал. Көт әйҙә, бәлки күрер, һиҙер. Шул ваҡытта һинең минутың һуғыр: ысҡындырма. Мин бары һинең бәхетле булыуыңды теләйем, – тине лә ҡыҙҙың ҡулдарын усына һалып –

Яҙмышымда һөйөү эҙләп,
     Сәфәр сығам тағы мин.
     Ниндәй һылыу мине күреп,
     Мин бит һиңә ғашиҡ, тир.

Яҙмыштыр, һылыуҡайым. Бына шулай, әлегә гуд бай, орашыуҙар көтәм, өмөт өҙмәйем әле, –тине лә ишекте һаҡ ҡына ябып сығып китте, ә Вазифа уйҙар даръяһына сумды.
   Ошо көндөң килерен ул башҡасараҡ: хислерәк, ташҡынлыраҡ, тойғолораҡ итеп күҙ алдына килтерә ине. Ә ул ябай ғына: ике күршенең бергә буш ваҡыттарын уҙғарған кеүек, береһе күңеленә ут-ялҡын тейәп тә сәселеп китә алмай, икенсеһе һалҡынын бөрккән боҙ тейәп, шул һыуыҡтан өшөгән кешеләй яҙылып китә алмай осраштылар ҙа, беҙ бергә булһаҡ бер нәмә лә үҙгәрмәҫ, донъя ла түңкәрелмәҫ, тигән кеүек хәл иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Шулай тойолдо ул күптәр өсөн. Тик улай түгел ине шул: Вазифа уны һәр яҡлап бәхетле итергә тырышты. Күңелендәге Гөләндәмде алмаштырырлыҡ һылыуға әйләнергә ынтылды. Күҙ йәштәре менән егеткә һиҙҙермәй генә мендәрен һыуланы, ә тегеһе аңғармаҫтан уға Гөләндәм исеме менән өндәшеп ут янды. Башта барыһы ла булды, ахыры килеп үҙен беренсе булып Вазифа ҡулға алды:
   – Беҙгә, Әлтәф, һөйләшергә кәрәк, былай булмай. Һин Гөләндәм апай менән һаташаһың, төндә төштәреңдә уны эҙләйһең, ахырыһы, быныһын мин тыя алмайым. Һинең төштәреңә мин хужа түгел, ләкин өнөңдә һин минең эргәлә, шуға күрә, миңә уның исеме менән өндәшергә тырышма. Йөрәгеңдән алып ташлай алмайһың икән, үҙ мәйелең. Мөхәббәтте хөкөм итеп булмай. Тик шуны бел: мин һине мәктәп йылдарынан яратам, икебеҙ өсөн дә үҙем генә һөйөп йәшәрмен, тик көсөм бөтөп, өмөтөм һүнһә ни эшләрмен. Ғаилә булғанбыҙ икән, миңә кешеләр араһында бәхетле ҡатын, бәхетле әсәй булып йәшәргә мөмкинлек бир, үкенмәҫһең.
   Әлтәф өндәшмәне, тик ҡатыны үҙенең ауырлы булыуы тураһында белгерткәйне, бәхеттең етенсе ҡат ишеген асҡан иргә әүерелде. Хәҙер улар араһында бындай һөйләшеү ҡабатланманы, Вазифа ысынлап та икеһе өсөн бер үҙе яратып та бәхетле әсәй, ҡатын булып йәшәй белде. Ҡайныһы Насир ҙа өйләнмәне, улар менән бергә торҙо. Совхоз директоры эше буйынса бер нисә тапҡыр үҙәккә күсергә тәҡдим яһаны, тик риза булманы:
   – Сәлимә апайың ебәрмәй ҡустым, булмай, – ти ҙә ҡуя.
   Шулай эшләй-эшләй пенсияға сыҡты.                                                                                                                                                                         Ул пенсияға сыҡҡан йылда ҡәйнәһе Маһира әбей ҙә баҡыйлыҡҡа күсте. Балалар ҙа әсә наҙына һыуһалар ҙа, рәнйетелеү кисермәй генә Вазифа еңгәләре менән татыу ғына йәшәп, эйәле-башлы булып бөттөләр. Байрамдарҙа йыйылһалар, еңгәһен бүләкләп, гел генә “Һин беҙгә өләсәй менән бергә әсәйҙе алмаштырҙың, һаулыҡ менән генә ғүмер бирһен инде һиңә “-тип теләйҙәр. Еңгәләре лә уларға бик эҫенде, оҙағыраҡ килмәй башлаһалар, тәүҙә үпкәләп, унан борсолоп һөйләнә башлай:
   - Юлдары тотҡарланы, берәй хәл генә сыҡмағайы.
         Бына шулай Әлтәф әсәһенең аманатын боҙоп хаталанһа ла, Вазифаға өйләнеп уңды, ә бына бәхетле булдымы һуң? Был турала ул аҙ уйланманы, әле килеп шул туралағы уйға күсте...

Иртә булһа ла юлдашы ҡулына таҫтамалын тотоп йыуынырға сығып китте, ә улы йоҡлай. Кире килгәс, Әлтәфкә боролоп ҡараны:
   – Сәй таратып йөрөйҙәр. Мин икәүгә заказ бирҙем, моғайын, эсерһең ул. Юл буйы йоҡо һимерттең, ә мин йоҡлай алмай уйланып яттым.
   Нисек итеп мин дә уйландым тип әйтеп торһон инде. Һәр кемдең ғүмере үҙе бер уҡып та, яҙып та бөтөрөп булмаған китап бит ул. Ҡыҫҡа ғүмерлеләрҙең - йоҡа, оҙон ғүмерлеләлерҙең томдарға һыймаҫ, насар кешеләрҙең тормошо ҡурҡыныс төш сағылған кеүек булыуы тураһында институттағы бер профессор күп тапҡырҙар һөйләй торғайны:
    – Кешеләргә иғтибар итегеҙ, уларҙан кешеләр менән аралашырға өйрәнегеҙ. Ул һеҙҙең эшегеҙҙә кәрәк булған беренсе ҡоралығыҙ, – тип ҡабатларға яратты. Әле Әлтәф әлеге шул насар төшкә лә, матур гөлләмәләр яланына ла оҡшаған ташҡа баҫылмай күңелдә яҙылған китап биттәрен аҡтарып барҙы. Ошо турала әйтеп тормаҫ бит инде. Өндәшмәй генә сәй эстеләр ҙә Батыр ятып торҙо, шунан ҡапыл ғына ырғып тороп ултырҙы ла үҙе тураһында, теләһәң дә, теләмәһәң дә тигән шикелле, күкрәктән сыҡҡан тауыш менән һөйләй башланы.
   – Ни ғүмер осрашманыҡ, бынан һуң да осрашмаҫбыҙ, тип уйлайым. Теге ваҡыттан һуң беҙ Көйөргәҙенән Белоретҡа күсеп киттек. Мин һин килеп эҙләп, Гөләндәмде тағы алып ҡайтырһың, тип ҡурҡтым. Теге ваҡытта бик ҡыйыу ҡыланһам да, араҡы шауҡымы сыҡҡас, баҫылдым. Гөләндәмгә һиңә кире ҡайтырға ла ҡуштым. Тик ул кешеләрҙән оят, унан мин уны тик бала сағым дуҫы тип кенә яратам, һине тормошомдо ҡороп бергә үтәһе кешем итеп яратам, тип риза булманы. Һүҙендә дөрөҫлөк тә булғандыр, ниндәй рәнйеткән сағымда ла айырылып, әсәһенә ҡайтам, тип ыҙалатманы. Таштай, ҡомдай батырға теләне ул ғаилә тормошона. Тик беҙҙән бәхетле ғаилә тыуманы. Бер-бер артлы тыуған балалар уға балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләргә мөмкинлек бирмәне. Балалар ҡарап, үҙ иркенә йәшәне. Мин табырға тырыштым.Тик һәр баланан һуң балаға танышырға килгән дуҫтар менән кәйеф-сафа ҡороуҙарҙың оҙаҡҡа һуҙылыуы уны ла мине лә ошоға(муйынына сиртеп күрһәтеп) әсир итте. Бер шулай оҙаҡ эсеп, больницаға барып эләккәс, Гөләндәм килде лә:
   – Һин белогорячкаға әйләнә яҙҙың. Өй эсендәге бөтә нәмәне онтап бөттөң. Минән Әлтәфеңде ҡайҙа йәшерҙең, тип таптыраһың, ошонда түгелме, ана күренә, тип кейем шкафын ваттың, аръяғын тотоп та булманы. Күршеләге Һибәт ағай улы менән инеп, бәйләп бында килтерҙеләр, – тип һөйләне.

   Шунан һуң мин уны һинән ҡыҙғанып бик оҙаҡ ыҙалаттым, тағы больницаға эләктем. Мин үҙем балалар йортонда ғына үҫкән кешемен, туғандар бармы –юҡмы , белмәйем. Барҙары ла бауыр баҫырлыҡ яҡын түгел. Бына шунда, больницала ятҡанда, бик күп уйландым да Гөләндәмгә ҡаты бәрелмәҫкә тырыштым, дөрөҫөрәге, үҙ иркенә ҡуйҙым. Артыҡ ирек тә кеше боҙа тигән һығымтаға ла килдем. Ҡатыным тулы иреккә хужа булғанын тойоу менән, яңы дуҫтары, әшнәләре табыла башланы. Эштән ҡайтҡан һайын, ниндәйҙер сәбәп менән байрам табыны ҡорола. Ғөмәмән, беҙ күҙ асып йомғансы юҡҡа сыҡтыҡ инде. Ҡатын үлде. Өлкән улым, заводтан әйбер урлап, төрмәгә эләкте, икенсе ҡыҙым әле һаман яратҡанын таба алмай, өс иргә барып өс бала тапты. Әйтә башлаһаң, яратҡан кешемде эҙләйем, ти. Өсөнсө ҡыҙ ҙа эскелектән баш тартмай, кейәүгә бармаған әле, белмәйем. Дүртенсе малай зәғиф булды, уны хөкүмәт ҡарай. Быныһы иң бәләкәсе, былай үҙе башлы ғына, тик бик тиҙ ҡыҙып бара, берәүҙе лә тыңламай. Минән генә әҙерәк шөрләй, тиһәм дә була. Бына шулай.
  Гөләндәм дә бер сығып китһә, аҙналар буйына ла ҡайтмай йөрөй башланы, шулай һалҡын тейҙереп, теберклүзме шунда, шул ауырыуға дусар булды. Оҙаҡ ауырыны, тик бына үлер алдынан һиңә ошоно бирергә ҡушты. Мин уны асманым, үҙе нисек һалһа, шулай йөрөтәм, был яҡҡа ҡайтҡан һайын алып ҡайтам, тик һине эҙләргә баҙнат итмәйем, үҙемде тәрбиәгә алған әсәйгә ҡалдырырға ҡыйыулыҡ етмәй. Мин шулай эсеп алһам ғына бөтә донъяға ғазрайыл бит ул, былай-башмаҡмын, Гөләндәм әйтмешләй. Үҙем һөйләйем дә һөйләйем, һин һуң өйләнгәнһеңдер, балалар нисәү?
   – Өсәү. Икәүһе эйәле башлы булды инде. Бәләкәсе әле өйләнмәгән, армиянан ҡайтты.
   – Ҡатыныңды Гөләндәм беләм, ти ине, күрше ҡыҙымы шул?
   Эйе тигән де белдереп баш һелкте лә әлеге Батыр биргән әйберҙе ҡулына алды. Эсендә көмөш балдаҡ. Әйттергәндә бүләк иткәйне. Янында хат.

         “Һаумы Әлтәф! Бына нисә йылдар инде һиңә хат яҙам да ебәрергә ҡыйыулығым етмәй, утҡа ташлайым. Мин һине, бала саҡ дуҫымды шул тиклем һағындым. Һине бер күрәһем килә, тик күрергә насип булмаҫ инде. Алдарыңа башымды һалып, танһығым ҡанғансы, күҙ йәштәрем бөткәнсе бер илағым килә. Бәхет минең менән бергә атлаған, ә мин уны күрмәгәнмен. Фани донъяла ожмах бар тиһәләр ышанмаҫ инем, ә ул һинең менән үткәргән бәхетле сағым булған. Һин минең хоҙай тарафынан насип булған ишем булғанһың. Мин күктәге торнаға тилмергәнмен. Донъяла кемделер бәхетле итергә көсөңдән килмәй икән, ниңә йәшәргә? Мин гел генә һиңә бәхетһеҙлек килтергән көнөмдө ҡарғайым. Һинең күҙҙәрең бәхетте тойорға, ирендәрең бәхет шишмәһенән эсергә ынтылғанда, мин барыһын селпәрәмә килтерҙем. Хатта кире инер, ишекте, кире үтер күперҙе яндырҙым. Юлдарҙа йөрөп, һине бәхетеңдән мәхрүм иткән көнөмдә ҡарғай инем. Һин тик бәхеткә генә хаҡлы йәнһең, ә минең уға хаҡым юҡ. Мин Батырҙы яраттым, тик ул мине һинән көнләп ыҙаланы. Үҙен дә мине лә йәшәтмәне. Бер аңлап яҡшыға үҙгәргәндәй булғайны, мин бәхетһеҙ үткән ғүмерем өсөн үс алырға теләнем. Теләгемә ирештем. Эсеп бар ҡайғыларҙан онотолам, ә тора бара шул шешәнең ҡолона әйләндем. Унан ҡотолоуы ҡыйын икән, мөмкин, тигән кешеләр бик көслө заттарҙандыр ул. Миндә ул көс юҡ. Миңә бит ул ҡандан килгән. Әсәй шулай эсеп, атайҙы тиңһенмәй ғүмерен көл итеп баҡыйлығына күсте. Мин дә шунда етеп киләм. Ғәфү ит, әгәр көсөң етһә. Яратҡандар ғәфү итергә көс таба, тейҙәр. Һин инде миңә тик нәфрәт кенә һаҡлайһыңдыр. Үслеләрҙә ул көс юҡ. Үслеләр көсһөҙ була. Мин үләм, ә ул әйҙә үҙен ғәйепле тойоп, бәхетһеҙ ҙә, бәхетле лә булып йәшәп ҡараһын. Миңә үпкәләмә. Мин һине дуҫтарса яраттым. Әсәйең Әлтәфтең башын әйләндермә, икегеҙ ҙә бәхетһеҙ булаһығыҙ, тигәйне, дөрөҫ әйткән. Мин тик һинең әсәйең менән өләсәйеңә ҡарышып ҡына... Улар хаҡлы булған. Вазифа бәхеткә лайыҡ. Уны ир бәхетенән мәхрүм итмә. Нимәгә яҙам һуң бәхетһеҙлегем хаҡында. Уға һин ғәйепле түгел, тик һин минең бәхетһеҙлегемдән ҡыуаныс кисерерһең, тип уйлап башлағайным, тик яңы хат яҙырға хәлем бөттө. Мин беләм: һин ундай кеше түгелһең. Мең-мең ғәфүҙәр һорайым, көсөң етһә ғәфү ит. Үлгәндәргә үс һаҡламайҙар, ти торғайны өләсәйем. Хуш. Ҡәберемә килһәң, ҡыңғырау сәскәләре һал, үтенәм, дуҫың Гөлә... - исемен яҙырға хәле етмәгәндер...
Хат ошо ерҙә яҙылып бөтмәйенсә тамамланмай тороп ҡалған. Һарғайып бөткән ҡағыҙ битенәдә Гөләндәмдең йәштәре тамған урындарҙа, уның йөҙөн күрергә теләгәндәй текләп, артабан уҡымай туҡтап ҡалды. Ҡулдары менән хатты һыйпап- һыйпап алды, әйтерһең һөйгәнен наҙлай ине.
   Һуңлаған хат...Бынан егерме йылдан элек ебәрелгән булһа ла, күп нәмә үҙ урынына ултырыр ине бит, ул да Вазифаға икенсерәк ҡарар ине. Мөхәббәт баҡсаһынан мөхәббәт эҙләмәҫ, бәхет шишмәһен урап үтергә, мәңгелек хисте юҡ, тип фараз итергә тырышмаҫ ине. Ул үҙен ғаилә бәхетенән мәхрүм ителгән итеп тойҙо: гел генә Гөләндәмен көттө, бер килер ҙә ғәфү итеүен һорар, ә ул ғәфү итер ҙә кире бергә булырҙар, тип хыял итте. Шул хыял эсендә йәшәне. Вазифа уның янына ваҡытлыса йәшәргә килгән кеше кеүек тойолдо уға.
  Бер осрашыу...Күпме ваҡиғаны хәтергә төшөрөп, тағы ла күңеленең ҡайһылыр ерен семтеп үтте. Ниндәйҙер хәтер ебе үҙе теләмәһә лә, Вазифа менән үткән көндәргә алып китте. Бәләкәй генә ҡыуаныстан да оло шатлыҡ тойоп, иренең наҙлы бер ҡарашына ҡанатланып осорҙай булып, икеһе өсөн баҫалҡы ғына итеп, үҙе генә һөйөп утыҙ йылдан ашыу йәшәгән бит. Бәхет янында бәхетһеҙ булыу мөмкинме һуң, юҡ. Тик ул үҙен бәхетһеҙ итеп хис иткән. Ниндәй һуҡыр йүләрлек... Үкенес...

 

                                      13

         Ул уйҙар эсендә, эргәһендә генә Батырҙың

    - Беҙ килеп еттек, ярай һау бул. Миңә рәнйемә. Моғайын, ҡабат осрашырға тура килмәҫ. Шулай булғас, хуш!
   Әлтәф өндәшмәне, уның күңелен Гөләндәм менән бергә булған бер хәл биләгәйне: улар юл буйлап сынаяҡ ярсыҡтары йыйып йөрөйҙәр ине. Гөләндәм ҡабалана-ҡабалана йыя. Әлтәфтең ҡулындағын да тартып ала. Шул саҡ Маһира әбей килеп сыҡты ла ҡулдарына ҡарап һорап ҡуйҙы:
   – Ҡулығыҙҙа нимә?
   – Тәсәй.
   – Ҡайҙан алдығыҙ?
   – Юлдан, ҡыйлы урындан.
   – Юлдан әйбер, бигерәк тә сынаяҡ ярсығы йыйырға ярамай.
   – Ниңә?
   – Юлдағы сынаяҡ ярсығы – ул кешенең яҙмышы, кем йыя – шуның яҙмышы сынаяҡ ярсығындай китек булыр.
    – Инәй, уны һиңә кем һөйләне?
    – Әсәйем.
    – Уға кем һөйләгән?
    – Әсәһе.
    – Ә минең әсәйем миңә һөйләмәне, – тине лә ҡапҡаға йүгерҙе.
    Эйе, яҙмышы уның китек булды. Бөгөнгө юлдашы ҡулынды ярылған сынаяҡ та шуны хәтерләтте.
   Килеп етеүҙе белдереп вагон оҙатыусы ҡыҙҙар вагон ишектәрен астылар. Әлтәф тә ашыҡмай ғына сығырға әҙерләнде. Күңелендәге ниндәйҙер сиселмәҫ төйөн ҡайҙалыр юҡҡа сыҡан, Әлтәф үҙе лә ниндәйҙер күңел күтәренкелеген тоя ине. Күңеленән генә Вазифаның осрашыуға килмәүенә беренсе тапҡыр ысын күңелдән көйөндө. Ҡабат бының кеүек осрашыуҙарға унһыҙ аяғын да атламаясаҡ. Әлтәф вагондан юлға алған китабын ҡулына тотоп сыҡҡайны, китабына ҡараны ла бушҡа алғанмын, тип уйлап ҡуйҙы.Үҙенең тормошо был китаптан да мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы икән дә баһа. Ҡулына тағы ла тәмәкеһен алып тоҡандырырға уйланы, ниҙер уйлағандан һуң, тәмәкеһен кире ҡабына тығып, ҡыҙыу атлап автобустар туҡталышына ҡарай йүнәлде. Уға тағы ғүмер китабының ниндәй битен асырға ла, күптән инде онотола башлаған ерҙәрен ҡабат хәтергә төшөрөргә тура килһен. Кем белә.... Нисек кенә булмаһын, кеше үҙенең күрәһе шатлығын да, үкенес – хафаларын да яҙмыш ҡушыуы, тормош һынауы итеп ҡабул итергә тейештер. Ошо һынауҙы һынмай, бөгөлмәй , бирешмәй үтеу барыһы ла кешенең үҙенә бәйле тигән уйҙар менән атланы ул алдағы осрашыуға.

         Алда Әлтәфте Вазифа менән ҡатмарлы һөйләшеү, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереү, мең тапҡырҙар үҙенең ҡатыны алдында ғәйебен таныу – тормошона икенсе төрлөрәк ҡарау өсөн, уға был осрашыу кәрәк булдымы икән. Кеше үҙенең торошо, донъяға ҡарашы менән бер яҡтан ҡарағанда, бик бөйөк, икенсе яҡтан ҡарағанда, ҡылдай ғына ҡаршылыҡҡа ла бөгөлөп төшөүсән бер мәхлүк хәлендә. Быны тормош барлыҡҡа килгәндән алып күптәр аңлатырға тырышып ҡарай, ләкин төшөндөрөп тә, үҙҙәре лә төшөнөп бөтә алмаған оло бер сер йомғағы ул кеше.
  Бына уларҙың да яҙмышы шул сынаяҡ ярсығындай кителеп -кителеп китмәнеме һуң. Берәүҙәр ярсыҡтарҙан кире сынаяҡты ямайҙар, тергеҙәләр, ләкин ул тәүге матур хәленә бер ҙә генә ҡайтырға ынтылмай һәм булмай ҙа. Әлтәфтең дә тормошо шул ярсыҡтарҙа булманымы һуң. Ваҡыты менән ул уны үҙенсә ҡоршаны, тик операциянан һуң табиптар уның урынын бөтөрә алмаған кеүек, ҡоршалған ярсыҡтарҙан торған сынаяҡ та яңы булмаясаҡ икәне көн кеүек асыҡ. Был сәфәренән һуң Әлтәф тормошон бөтөнләй башҡа яҡтан баһалап, башҡаса билдәләр.
              Эпилог
    Әлтәф вагон тәҙрәләренән ҡарап, тыуған яғына яҡынлашыуын тойҙо ла, ашығып юл сумкаһына әйберҙәрен тултыра башланы. Сумканан бәләкәй үтә күренмәле пакет шыуып килеп төштө. Әлтәф уның эсенән шифон тауарҙан тегелгән эре биҙәкле матур күлдәк һәм шундай уҡ эре биҙәкле поплин материянан тегелгән костюмды ипләп кенә ҡулына алды ла, бәлки, ошо йәшенә етеп, беренсе тапҡыр: “ Вазифа ғына ҡәнәғәт булып ҡабул итһен инде. Яратып ҡына кейһен инде” тип теләне. Күҙ алдына тәбәнәк кенә буйлы, теремек кенә йәш фиғылллы, йәшлек матурлығын әле ташламаған асыҡ йөҙлө ҡатыны баҫты.
Бер үк кенә ҡаршы килһен инде, тип теләне. Ғүмерендә беренсе тапҡыр ул үҙен ҡатыны ҡаршы алыуына өмөт итте. Был осрашыуға ул өс- дүрт көн эсендә шул тиклем һөйөү хистәре менән илереү хәленә еткән йәш егеттәй әҙерләнде. Ниңә шулай икәнен ул үҙе лә аңлата алманы.
   Поезд станцияға етәрәк оҙон тауыш бирҙе лә, яйлатып, “гөрҫ- гөрҫ” тигән бер аҙ ҡаты туҡылдауға оҡшаған тауыш биреп туҡтаны. Вагон ишектәренән пассажирҙар төшә, уларҙы ҡаршы алырға килеүселәр, ҡайһы вагонда икәнен белмәгәндәр ҙә поездан төшөүселәрҙе исемдәре менән ҡысҡыралар. Тәҙрәнән ҡарап торған Әлтәф аҙаҡҡа ҡалған ине. Кешеләр араһында икеләнеберәк, баҙнатһыҙ ғына баҫып торған ҡатынын күреп ишеккә ынтылды. Алдында торғандарҙы этә- этә, уларҙың асыулы тауштарына ла иғтибар итмәй ишеккә ынтылды. Килеп етте лә, Йәмиләнең:
   – Әлтәф ағай, аяҡҡа баҫтығыҙ, яратһағыҙ- әйтегеҙ, аяҡҡа баҫмағыҙ,- тип, шаяртып алғанына ла иғтибар итмәне.
   – Ғәфү ит, Йәмилә! Ана еңгәйең аптыранып тора бит, – тине лә,– Вазифааа! Мин бында,– тип, ныҡ итеп ҡысҡырып ебәрҙе.
 Вокзалдағы халыҡтың ҡайһылары Вазифа, тигән тауышҡа кем йүгерер тип ҡараһа, икенселәре – кем ҡысҡыра тип,өсөнсөләре – бына бер ғашиҡ,– тип тауыш эйәһен эҙләне.
Вагон ишеге янына Вазифа килеп еткәнсе, Әлтәф төшөп тә өлгөрҙө, килеп еткән ҡатынының яуырындарынан ҡосаҡлап алды. Ҡатыны кеше араһында уңайһыҙ булыуын һиҙҙерҙе.
  – Оялма, беҙ урламайбыҙ. Мин һине һағындым бит, ә һин. Бер аҙна бер йылдай булды, бисәкәй. Бушҡа барманың. Шул тиклем матур осрашыу булды. Әнәстәрҙең ауылында ғына ял йорто ла бар, эй ҡалырға өгөтләйҙәр. Һинең менән килергә вәғәҙә иттем. Барырбыҙ, шулай бит! Ҡатыны Хафиза ла ҡат- ҡат саҡырып ҡалды.
  Вазифа иренең, бәлки, бергә йәшәү дәүерендә беренсе тапҡыр ошолай булыуына аптырап, өнһөҙ ҡалғайны. Әлтәф һөйләне лә һөйләне. Еңел машинаға ултырған да ла уның ҡәнәғәт шат тауышы ишетелеп ишек ябылғансы тынманы.     

 

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас