Шоңҡар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Февраль , 16:25

Шәрифә Повесть (1) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

Ирен ҡулға алыуҙары аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек  булды Шәрифәгә... Шәмсетдинде колхоз кәртәһендә  эшләп йөрөгән еренән   тура районға алып киткәндәр. Шәрифә ирен күрмәй ҙә ҡалды. Аҙаҡ  ҡайнағаһы Мөхәмәтдин генә килеп: ”Килен, Шәмсетдинде райондан килеп ҡулға алдылар бит әле... Ул һиңә борсолмаҫҡа ҡушты, “ғәйебем юҡ, раҫлармын да, Алла бирһә, оҙаҡламай ҡайтырмын” тип әйтергә ҡушты. Мин ярҙам итешеп, донъяңды, балаларҙы ҡарашып торормон”, – тине.

Шәрифә  Повесть  (1)    Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Шәрифә Повесть (1) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

Хөрмәтле журнал уҡыусылар! “Шәрифә” повесы һеҙҙең күңелгә хуш килер, тип ышанабыҙ. Әҫәрҙең авторы – Гөлдәр Ғәбитова (Хәмитова) Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында тыуған. Күп йылдар Федераль һалым хеҙмәте идаралығында яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, “Рәсәй һалым хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре” айырма билдәһе менән бүләкләнгән, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Бөгөн Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы – Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары. Замандашыбыҙ дәүләт эшенән тыш, әҙәби ижад менән дә ихлас шөғөлләнә.

Пролог

 

Һәр  кеше был донъяла үҙе тураһында ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдыра. Яҡшы кешене изге һүҙҙәр,   яҡты хәтирәләр менән иҫкә алалар. Өләсәйем Шәрифә, ауыр яҙмыш юлын үтеп, ҙур юғалтыуҙар кисерһә лә,  бер саҡта ла кешелек сифаттарын  юғалтманы, уҫаллыҡҡа, яуызлыҡҡа бирелмәне, күңеле ҡатманы.

Өләсәйем  ябай ғына белемһеҙ  башҡорт ҡатыны  булһа ла, тормошҡа философия күҙлегенән ҡарай торғайны: “Балалар, яҙмыштан уҙмыш юҡ! Барлыҡ   һынауҙар Хоҙайымдан! Сабыр булайыҡ, этлек тә, шатлыҡ та үтеп китер...” – ти торғайны. Ауылдаштарым һаман да  өләсәйемде киң күңелле, йомарт, изге, әҙәпле  инәй булды тип иҫкә төшөрә. 

Өләсәйем! Сабырлыҡҡа, изгелеккә һинән өйрәндек,  һинән алған  тормош һабаҡтары  әлеге ваҡытта ла  бик көнүҙәк! Рәхмәт һиңә, өләсәй, тыныс йоҡла!

 

***

Ауыл ситендәге ферма. Тымыҡ ҡына гөрләгән сепарат тауышына ойоп киткән Шәрифә, ҡарынындағы балаһының ҡапыл тибеп ебәреүенә һиҫкәнеп,  тертләп уянды.

“Эй, балаҡай, ярай уяттың әле! Ойоп киткәнменсе... Уй Аллам,  күнәктәге айыртылған һөт тә мөлдөрәмә тулып киткән икән...”

Шәрифә һикереп тороп күнәктәрен алмаштырҙы ла, тиҙ-тиҙ генә суйын ҡомғандан  усына һыу ағыҙып битен сайҡап, кире урынына –  ағастан юнып яһалған тәпәш бүкәнгә барып ултырҙы.  “Сиратта тағы ла  биш күнәк һөт тора бит әле! Уларын ҡаҙанға ҡойоп имшетеп алырға тура килер, моғайын, һыуынғандыр инде.  Ярай, барабан  төбөндә ҡалған һөттө айыртып бөтәйем дә шунан ҡалғанына тотонормон”, – тип Шәрифә ашыға-ашыға    тағын эшкә тотондо.

Һәптән йылғаһы  буйындағы ҡуйы  томан әкрен генә тарала башланы. Тулыһынса аҡ томанға  төрөнгән урмандың,    тәүҙә ағастарҙың  баштары ғына күренде, бер аҙҙан  тулыһынса төҫмөрләнә башланылар. Күп тә үтмәй  тау  артынан  ҡояш нурҙарының тәүге осмоттары сәселде. Төнө буйы ярышып һайраған ҡоштар ҙа арынылар,   шикелле, дәрттәре һүнеп, тауыштары һүлпәнәйә башланы...

Шәрифә  ҡаҙан  төбөндәге йылы һыу менән сепараторҙы, тимер күнәктәрҙе йыуып-таҙалап  алғас өҫтәлгә теҙҙе лә, тағы ниндәй эш ҡалды икән тип,   күкшелт күҙҙәре менән аласыҡты байҡап сыҡты. Күҙенә ер иҙәндә, ҡаймаҡтан  бушаған  оло туҫтаҡ салынды. Шәрифә  бармаҡ остары  менән туҫтаҡ  ситендә ҡалған ҡаймаҡты һыпырып   ялай башланы. “Мына,  балаҡай, һиңә лә ризыҡ тәмләргә сират етте! Әҙ булһа ла етеп торор.  Хәҙер ҡайта һалып, ағаң менән апаңды ла  ашатайым. Әтеү кистән берәр кәсә  ҡатыҡ ҡына эсеп ятҡайнылар,  ыумас ыуып булһа ла  йылы ризыҡ ашатыр кәрәк”.

Шәрифә башындағы бушап барған аҡ  яулығын тартып нығытыңҡырап бәйләп, өҫтөнә ҡояшҡа уңып бөткән   сәкмәнен  кейеп,   ауыл яғына юл тотто.

Ҡояштың апаруҡ йылыта башлағаны һиҙелә. Үлән өҫтәрендә  йымылдашҡан ысыҡтар ҙа  бер-бер артлы юғалалар, юл ситендәге аҡлы-күкле сәскәләр ҙә ҡояшҡа баштарын бороп, таждарын аса башланылар, һауала дым ҡатыш хуш үлән еҫе таралған,  тирә-яҡ иртәнге сафлыҡҡа иҙрәгән.

Шәрифә бер нәмәгә лә иғтибар бирмәй юлын дауам итте. Уның башын төрлө уйҙар биләп алған ине. “Күрше Әлимә  Аҡбашты һауып өлгөрҙө микән... Һаумаһа,  исмаһам,   быҙауын имеҙеп булһа ла көтөүгә ҡыуһа ярар ине... Көнөнә  ике һауырға форсат юҡ шул!  Ярай, ыжғыр ҡышта тыуған быҙауын да үҫтерер кәрәк, бәлки,  ҡышҡа һуғымға эшкинер.... Әле йәй башы ғына бит әле. Алла бирһә, ҡышҡылыҡҡа ҡоротон, эремсеген, майын йыйыштырырмын әле һәүкәштең.  Еләк-емеш  йыйып, үләндәр ҙә киптерер  кәрәк. Нисек өлгөрөргә икән? Балаҡайҙары  береһенән-береһе бәләкәй шул. Улы Мырҙагилдегә бары – ун ике, Мөслимәһенә  алты ғына, тағы берәүһе тыуырға тора! Түҙергә кәрәк,  түҙергә, башҡаса  форсат юҡ!

Ирен ҡулға алыуҙары аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек  булды Шәрифәгә... Шәмсетдинде колхоз кәртәһендә  эшләп йөрөгән еренән   тура районға алып киткәндәр. Шәрифә ирен күрмәй ҙә ҡалды. Аҙаҡ  ҡайнағаһы Мөхәмәтдин генә килеп: ”Килен, Шәмсетдинде райондан килеп ҡулға алдылар бит әле... Ул һиңә борсолмаҫҡа ҡушты, “ғәйебем юҡ, раҫлармын да, Алла бирһә, оҙаҡламай ҡайтырмын” тип әйтергә ҡушты. Мин ярҙам итешеп, донъяңды, балаларҙы ҡарашып торормон”, – тине.

Ул хәлдән һуң ике айлап ваҡыт үтеп китте, һаман да ҡайтмай Шәмсетдине, үҙе лә, хәбәре лә юҡ!

“Ҡыҙыл  йондоҙ”  колхозын ойоштороу­сыларҙың иң беренселәренән  булды  уның  Шәмсетдине. Бригадир итеп ҡуйғас,  бөтөн донъяһын онотоп, мөкиббән китеп эшкә тотондо.  Таң һарыһы менән сығып китә эш тип, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып йығыла. Колхозды ойоштороу эше бик ауыр барҙы шул. Һыу аръяғындағы Үкерҙең урыҫтарын бир яҡтағы Ҡашҡаттың башҡорттары менән бергә эшләтеп ҡара! Әле генә ул эш рәткә инеп китте, яйланды!

Шәмсетдин барыһы менән дә  уртаҡ тел тапты: урыҫ менән – урыҫса, башҡорт менән – башҡортса... Урыҫтар күберәк тимер,  сәсеү-урыу эштәрен арыу башҡаралар, башҡорттар көтөү көтөп, малдың ағын эшкәртә.

Хәҙер инде урыҫтар Шәмсетдинде  үҙҙәренсә  яратып “Шурик” тип кенә йөрөтә, исемен дә тапҡандар бит әле. Шәрифә  уларҙың телдәрен әҙ-мәҙ генә  аңлай-аңлауын, әммә Шәмсетдин кеүек һөйләшә белмәй шул. Ысын ғына әйткәндә, быға тиклем кәрәге лә булманы урыҫтарҙың теле, сөнки “Крепостной” баҙарына  һәр саҡ ире  алып йөрөнө, ни  кәрәк булһа, үҙе  һөйләшеп,  һатыулашып алып бирҙе.

Урыҫтар менән аралашырға   тартына ла  шул Шәрифә. Ҡай саҡ һыу аръяғындағы Миклуй бисәһе Зуйка килеп  ҡатыҡ-май һатып ала  ла ул, Шәрифә  уның “дай“, “ыспасиба”  тигәнен генә аңлай-аңлауға, тик яуап бирергә ояла. Шәрифә бәләкәйҙән ҡыйыуһыҙ булды, күберәк кешеләрҙе тыңлай, һүҙ көрәштермәй, йыуаш, оялсан... Әсәһе Зарифа мәрхүмә лә шулай ине бит.

Бәләкәйҙән атаһына тағылып йөрөгән  улы  Мырҙагилде лә урыҫса апаруҡ һөйләшә. Хатта үҙенең исемен дә  уларға  яҡын итеп Мирза тип йөрөй. Хәҙер инде дуҫ-иштәре лә уға   Мырҙа ғына тип өндәшәләр. Уҙе  урыҫ балалары менән бигерәк дуҫ инде! Яҡын ҡәрҙәштәре кеүек күрә урыҫ балаларын: ҡай  саҡта  уларҙы  теҙеп муйыллыҡҡа алып төшә, Һәптән йәки Бараҡал йылғаһына балыҡҡа ла йөрөтә, ҡыш буйы шулар менән сана шыуа... Хәҙер инде һеңлеһе Мөслимәне лә ҡул арбаһына ултыртып урыҫтарға алып йөрөй башланы. Ғәрип булып ҡалды шул Мөслимәһе, ғәрип... Тыуғанда бик һөйкөмлө, бик теремек бала  ине, туғыҙ айлыҡ  сағында  имгәкләп йөрөп, яңылыш  ишеккә ҡыҫылды, умыртҡа һөйәгенә зыян килде шул.  Ғәриплек арҡаһында һаман йүнләп атлап китә алмай. Ярай әле Миклуй ағас  арба уйлап тапты балаға... Нишләрҙәр ине икән?! Мырҙаға ла һүҙ әйтеп булмай, иртә олоғайҙы балаҡай. Бөтә йорт-ҡура эше хәҙер шул малайға төшә, Мөслимәне лә көнө буйы ул ҡарай инде,  улы  өйҙә булмаһа, ул ҡыҙҙы  тыңлатып та алып булмай, ғәрип булһа ла, бәләкәйҙән көр тауышлы, бигерәк малай холоҡло шул Мөслимә”.

Шәрифәнең уйҙары тағы ла Шәмсетдингә  әйләнеп ҡайтты. “Эх, Шәмсетдин, ҡасан ғына  ҡайтырһың   икән?! Йәй үткәнсе ҡайтһын инде, Алла бирһә!”

 Кеше араһында һыр бирмәгән булһа ла, Шәрифә   эстән    янып-көйөп, ут-ялҡынын саҡ-саҡ баҫып  йөрөй. Әсәһенең әйткән һүҙҙәре һәр саҡ ҡолаҡ төбөндә һабаҡ булып яңғырап тора:  “Эсем тулы ҡара ҡан булһа ла төкөрмәйем, башымды юғары тотам, дошмандар  шатланмаһын”, – ти торғайны әсәһе. Барыбер  ҡайғы үҙенекен итә инде ул. Шәрифәнең ҡара толомдары араһына көмөш юлдар һалып,  унан-бынан аҡ сәстәр күренгеләй башланы, алһыу йөҙө ағарынып, ябығып, ҡоро һөйәккә ҡалды,  янып торған күкшелт күҙҙәре һүнеп, әле уға 30 ғына йәш, уйсанланып китте... Ни тиклем көслө булып күренергә теләһә лә, һуңғы хәлен йыйып, саҡ-саҡ йөрөгәнен үҙе генә белә Шәрифә.

Төндәр буйы   күҙенә йүнләп йоҡо ҡунмай, “шыҡ” иткән тауыш ишетһә лә һикереп тороп ишеккә бара, ҡолағын терәп тыңлап тора, бәлки, Шәмсетдине ҡайтып, быларҙы ҡурҡытмайым тип, ишек шаҡымай көтөп торалыр... Күпме генә өҙөлөп көтһә лә, Шәмсетдиндән бер хәбәр ҙә юҡ шул.

Имән һайғауы кеүек ныҡ, оҙон буйлы, аҡ  сырайлы, бөҙрә сәсле, янып торған ҡара күҙле Шәмсетдингә һоҡланмаған кеше юк ине. Тыныс холоҡло,  аҡыллы,  төплө уйлы уның Шәмсетдине. Ҡай саҡта шаярып-көлөп алырға ла ярата. Шул саҡ  ике  бите, эйәк остары  уйылып китә.

“Тоҡомдары менән эре кәүҙәле, аҡ башҡорттар был Моталлаптар”, – ти торғайны әсәһе Зарифа мәрхүмә. Әсәһенең төп сығышы Юлдыбайҙан булғас, кейәүенең  ырыу-нәҫелен бик яҡшы белә ине!

 Шәмсетдиндең атаһы Ҡыжым ҡарт, ун алты йәшлек Шәрифәгә яусы ебәргәс, түшәктә ятҡан әсәһе күп уйлап торманы, ризалығын бирҙе: “Бик  һәйбәт тоҡом, юғалмаҫһың, балам”, – тине.

Шәрифәнең атаһы Нәбиулла Герман һуғышынан ҡайтмағас, дүрт бала әсәһе ҡулында ҡалды шул. Ғаиләләге  өс ҡыҙҙан әсәләренә ҡул ярҙамы артыҡ булманы, берҙән-бер ҡустылары Сәйфуллаға ун ғына  йәш ине... Ике апалары ла иртә китте кейәүгә. Бахыр  әсәһе һаулығының самалы икәнен  белептер инде, бер яусыны  ла кире һуҡманы,  ҡыҙҙарын урынлаштырырға тырышҡандыр инде. Әммә Шәрифә киткәс, ярты йыл да йәшәмәне шул,   ҡустыһы Сәйфулланы яңғыҙ ҡалдырып, китеп барҙы яҡты донъяларҙан. Шунан Сәйфулла бәлиғ булғансы Стәрлелә етемдәр йортонда йәшәне.

Әсәһе дөрөҫ әйткән, ирҙән уңды Шәрифә. Шәмсетдин ағаһы Мөхәмәтдин менән бер ҡалаҡ аш кеүек оҡшаштар. Бөтә нәмәне лә икәүләп, кәңәшләшеп эш итәләр. Ҡайнағаһы  урыҫтар менән бик дуҫлашып китте. Уларҙан күрмәксе, баҡса яһап, картуф, кәбеҫтә, кишер үҫтерә башланы.

Икәүләшеп уҫаҡтан бейек    итеп йорт һалдылар,  эстән ике яҡҡа бүлделәр: кесе яҡта – аш-һыу урыны яһанылар, атай-әсәй йоҡлай торған урындыҡ та ошонда тора, төпкө яҡтың буйынан-буйына ҙур урындыҡ яһанылар, ҡунаҡ саҡырһалар, шунда ултырталар, бала-саға ла төпкө яҡта йоҡлай. Урыҫтар кеүек, йортҡа терәтеп таҡтанан  солан тигәнен  дә эшләнеләр, ямғырҙа аяҡ кейеме шунда тора, ҡышҡыһын бигерәк уңайлы солан  булғас, ишектән йортҡа һалҡын да, ҡар ҙа инмәй. Тәҙрәләргә тышҡы яҡтан,  урыҫтар һымаҡ  семәрләп,  матур  ағас япҡыс ҡуйҙылар. Ҡышҡы һалҡындарҙа ла, йәйге эҫе селләләрҙә  лә ҡапҡасты ябып  ҡуялар, эҫе лә, һалҡын да инмәһен тип.  Урмандан һайғау алып ҡайтып йорт тирәһен  матур итеп кәртәләп ҡуйҙылар, яңы аҙбар ҙа һалдылар...

Шулай бик матур барған тормоштары быйыл март уртаһында ҡапыл селпәрәмә килде лә ҡуйҙы шул... Колхоздың өс баш аты юғалды. Шуның бәләһен, бригадир булғас, Шәмсетдингә яптылар....

Яҙ иртә килде быйыл. Ҡояш ҡыҙҙырып, ҡыйыҡтан тамсылар  тамып, ағас төптәре асыла башлау менән, аттар, аяҡ аҫтындағы ерҙе тырнап,  иреккә һорай башланылар. Ажғырып торған  аттарҙы ҡурала тотоп буламы ни? Аптырағас, шул һарайҙың бер мөйөшөндә йәшәгән етем Әбдрәхимгә ҡарарға ҡушып, аттарҙы тау битенә сығарҙылар. Бер нисә көн тибенлектә аттар  бик яҡшы йөрөнө. Уларҙың донъя яңғыратып кешнәүҙәре, иркенлектә сабышыуҙары  ауылға ишетелеп торҙо. Әммә март уртаһында ҡапыл  аҡман-тоҡман ҡубып, Әбдрәхим дә, аттар ҙа юҡ булды.

Өс-дүрт көн үткәс кенә, Аҡ томан һыртына утынға барған урыҫтар Әбдрәхимде күбә төбөнән табып алып ҡайттылар, хәҙер инде ике аяғынан яҙып ята  Әбдрәхим. Аттарҙы бер нисә көн бөтә ауыл менән эҙләнеләр. Ҡалмаҡ ятҡан туғайынан саҡ туғыҙ башын табып алып ҡайттылар, әммә өсәүһе һыуға сумған кеүек юҡ булды. Колхоз аттарының юғалыуын Шәмсетдингә япһарғандар инде...

Шәрифәнең  ҡустыһы  Сәйфулла  районда парткомда эшләй ҙә һуң,  уныһы ла  бер  хәбәр ҙә ебәрмәй еҙнәһе тураһында. Шәрифә, башын биләп алған уйҙарына сумып, юлын дауам итте.

“Йә Аллам, үлтереп йоҡо килә! Ҡайтып, әҙ генә ятып алһаң ине. Юҡ, ятһаң, тороп булмаҫ. Түҙергә кәрәк. Ҡыш еткәс, туйҙырырмын әле йоҡоно, Алла бирһә. Хәҙер балсыҡ баҫып тиҙ генә кәртә-ҡураны һылап ҡуйырға кәрәк. Ҡыш һыуыҡ булды, кәртә тишегенән өргән һалҡын елгә ҡышҡы селлә ваҡытында малҡайҙар дерелдәп яттылар бит, ярай өҫтәренә септә ябып, аҫтарына иҫке-моҫҡо  йәйеп, саҡ үтеп китте быйылғы һалҡын ҡыш...”

Шәрифә, ауылға инеп, боролоштан йорттарына табан йүнәлде. Боролош башында уҡ ҡолағына Мөслимәнең әсе итеп сырылдап  илаған тауышы  салынды. Шәрифә булдыра алғанса шәберәк атлап  өйгә килеп инде.

– Эй, балаҡай, нимә булды тағы? Мин бында, бында...

Шәрифә иҙәндә ҡолап ятҡан Мөслимәне күтәреп  ҡуйынына алды.

– Аһ, аһ, ағаң ҡайҙа булған? Мырҙа, Мырҙагилде?

Шәрифә тиҙ генә мейес башынан  үрелеп ҡаты ҡорот киҫәген  алды ла  Мөслимәгә тотторҙо:

– Мә, балам, һура тор.

Шул  арала тиҙ генә соланға сыҡты, иҙәндә таҫтамал менән ҡапланған бер күнәк һөттө күреп ҡыуанып китте...

– Эй, күршекәйем Аҡбашты һауған икән. Әсеп ҡуймаһын инде, тиҙ генә ҡайнатып ойоторға ҡуяйым. Ҡатыҡ-ҡорото  булыр, исмаһам.

Ишек алдындағы ҡаҙанлыҡта  арлы-бирле эшләнгән  мейескә тап йыйып, ут төртөп ебәрҙе:

– Тиҙ генә ыумас ыуып ашатайым да аҙаҡ  ҡаҙанға һөттә бушатырмын.

Шәрифә ашыға-ашыға  йорт эштәренә тотондо. Мөслимә, тамам тынысланып,  тәҙрә төбөнә ултырып алды ла  супылдатып ҡорот һура-һура урамды күҙәтте.

– Миза, Миза! Миза!

Мөслимәнең әсе тауышы бөтөн өйгә тулды.

– Тағы нимә  булды? Ағайың юҡ бит, тағы урыҫтарға сығып киткәндер... Шәрифә һүҙен һөйләп тә бөтмәне,  шыбаға  балыҡтарын  теҙеп Мырҙагилде ҡайтып инде.

Шәрифә, күкшелт күҙҙәренә мөмкин тиклем уҫаллыҡ сығарып,  улын һүгеп алды.

– Ҡайҙа йөрөйһөң, һеңлеңде ташлап? Урындыҡтан ҡолап төшкән Мөслимә! Тағы имгәнеп ҡуйһа, нишләрбеҙ? Бөтөн донъяға яр һалып илап ята ине. Таң  тишеге менән балыҡҡа йөрөмәһәң инде...

– Әсәй, беҙ Васька менән тиҙ генә  Һәптәнгә барып килдек. Мына биш балыҡ тоттом, хәҙер ҡамышҡа төрөп ҡуҙға һалам! Мөслимәне ашатырға кәрәк, әтеү   ашарға һорап йәнде көйҙөрә бит...

– Һеңлеңде ташлап йөрөмә! Мин ҡайтҡас йөрөрһөң! Имгәк бит  һеңлең, ярҙамға мохтаж.

– Әсәй, балыҡ иртән яҡшы ҡаба, эҫе төшкәс, улар һыу төбөнә  китә бит.

– Әйҙәгеҙ, тиҙ генә әсе ҡатыҡ ҡойоп, ыумас ашап алайыҡ та, һин балсыҡ баҫырһың, мин кәртәне һылай башлармын эстән-тыштан. Ярай әле атаң былтыр балсыҡ ташып ҡуйған,  Әлимә инәйеңдәрҙең һарай тирәһенән ат тиҙәге йыйып  апҡайт. Ат тиҙәге ҡушһаң,  ныҡ була, төшмәй. Быҙауҙы ла сығар ялан кәртәнән, үлән ашап, һыу эсеп йөрөп килһен. Көтөү ҡайтыр алдынан апҡайтып биклә.

Шәрифә  ун ике генә йәшлек улына йомош артынан йомош ҡушып, оло кеше кеүек һөйләшә, үҙе эстән генә көйөп тә ала. Ошо малайы тормош тотҡаһы инде бөгөн: һеңлеһен дә ҡарай, бесән сабыу, уны ташып алыу, ҡышҡа утын әҙерләү – бөтә ирҙәр эше, Шәмсетдине ҡайтып өлгөрмәһә, улына  төшәсәк  бит инде быйыл. Бесән ваҡытында өсөнсөһө тыуырға тора, эй Аллам, ярҙам бир инде!

Тышта-үлән өҫтөнә балаҫ йәйеп, Мөслимәне  балсыҡтан яһалған ҡурсаҡтары менән сығарып ултырттылар, самауырға тере ҡуҙ һалып шыжлатып, Шәрифә менән Мырҙагилде эшкә тотондолар.

Мырҙагилде балсыҡты баҫып, тимер күнәккә тултырып кәртәгә  ташып торҙо. Әсәһе кәртәнең  булған тишек-тошоҡтарын эске яҡтан  һылап сыҡты.

– Ярай, улым, эске  яғы булды, шикелле, көн эҫелә һәйбәт булды, тиҙ генә кибәр, Алла бирһә!

– Әсәй, мин  тиҙ генә  һыуға сумып, балсыҡлы аяҡтарҙы йыуып ҡайтайым әле?

– Аһ, аһ, сәй эсәйек ошонда ғына ултырып, шунан барырһың!

– Юҡ, һыуға сумып киләм, эҫе бит! Малайҙар бөтәһе лә  һыу буйында инде.

“Һыу буйы” тигәнде ишетеп Мөслимә тағы  иларға тотондо:

– Мин дә  байам, мин дә, Миза, Миза ағай!

Мырҙагилде, уны ишетмәмешкә һалышып, йылт ҡына йүгереп урамға сығып ҡасты. Мөслимә  сәрелдәп, тағы бөтә донъяға яу һалырға тотондо.   Шәрифә эсендәге балаһының ҡаты тибеп ебәреүенә түҙмәй, эсен ҡосаҡлап,   балаҫҡа  сүгәләне.

– Нимә булған был сырылдыҡҡа?  Эй, тынғыһыҙ бала булды был Мөслимә!

Ҡапҡанан  ағас сеүәтә тотоп килеп ингән Нәғимә апһынын Шәрифә абайламаған икән.

– Кәртә һыланыҡ Мырҙагилде менән, ағаһы һыу буйына балсыҡлы аяҡ-ҡулдарын йыуырға төшөп китте, шуға эйәрәм тип яу һала.

– Мырҙагилде ағаң. Былай ҙа тыуғандан бирле ҡарай бит инде һине. Ағаңа  әҙерәк кенә ял бир. Мә, ҡоймаҡ аша, йома сәйенә ҡойҙом! Шәрифә, һин дә ауыҙ ит, бигерәк ағарынып-ябығып киттең был арала. Ятып ял итеп ал, кәртәң ҡасмаҫ әле, йәй башы ғына, өлгөрөрһөң.

– Апһын,  Шәмсетдин ҡасан ҡайтыр  икән, билдәһеҙ бит. Эсемдәге балам бесән ваҡытына тура килә, бөтөн эшкә лә  өлгөрөргә тырышам инде...

– Ярай, бесән өсөн көймә, йәй эҫе торһа, малайҙар менән бергәләп   аҙна-ун көндә  сабып, йыйып, күбәләп бөтөрҙәр. Мөхәмәтдин шулай ти, ташламаҫ ҡустыһының балларын.

– Уңайһыҙ бит, апһын,  һеҙҙең үҙегеҙҙең бесәнлек ҙур!

– Беҙҙеке уйһыу ерҙә, бесәне һуң бешә, һеҙҙеке тау битләүе, тиҙерәк өлгөрә. Башта өмә итеп һеҙҙекен эшләрбеҙ, ти Мөхәмәтдин.

– Мөхәмәтдин ҡайнаға гел беҙҙе ҡайғырта, рәхмәт инде! Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын инде һеҙҙе, апһын,  ҡалай ҡоймағың әскелт кенә, нимә ҡуштың? Күңелгә ятып тора. Әйҙә, етеш үҙең дә йома сәйенә!  Үҙенең күстәнәсен ашаған кеше оҙон ғүмерле була, ти ине әсәйем мәрхүмә.

Шәрифә һөттөң ҡуйыһын ғына һалып, ҡатыраҡ итеп үлән ҡушылған хуш еҫле сәйҙе Нәғимәнең алдына ҡуйҙы.

– Зуйка өйрәтте, ҡоймаҡҡа   ҡомалаҡ һалып туҡырға ла әҙерәк йылы урынға ҡуйып әсетеп алырға кәрәк,  әсегән ҡамырҙан яһайҙар ҡоймаҡты мәрйәләр. Үҙенә күрә,  танһыҡҡа ашарға бик тәмле, – тип һүҙен дауам итте Нәғимә.

– Зуйка  менән бик ҡатышып йәшәйһегеҙ. Бик һәйбәт! Мырҙа ла ҡай саҡ Зуйканан йә картуф, йә тоҙло кәбеҫтә апҡайта, уларҙың ризығы танһыҡ булып китә шул.

– Мөхәмәтдин быйыл Миклуйҙан орлоҡтар алып,  урыҫтар кеүек тағы кү-ү-үп итеп  баҡса сәсте. Алла бирһә, картуф, кишер, кәбеҫтә барыһы ла үҙебеҙҙеке була быйыл да. Тик һыуыңды йәлләмә генә, ти Мөхәмәтдин. Ана, ике  малай көнө-төнө баҡса менән булыша, Мөхәмәтдин кистән ҡайтып эштәрен тикшереп кенә тора!

– Ҡайнаға Мырҙагилдегә  лә әйткән,  Миклуйҙың орлоғо ҡалған, әйҙә картуф сәсәйек, тип.

– Аһ,аһ, улай булғас, сәсергә кәрәк. Әле июнь уртаһы ғына, һуң түгел бит. Мөхәмәтдин кистән килеп кәртә артын һөрөп китер, Миклуйҙың тимер һабаны беҙҙә ята әле, колхоз аты менән ҡайта ул кискә, һөрөп бирер.

– Ҡуй, Нәғимә апһын, ҡуй! Кәрәкмәҫ, мин кискә һөт айыртырға китәм, төн уртаһында ғына ҡайтам. Ваҡыт та юҡ, хәл дә юҡ.

– Ҡуйылдама, балаларыңды ашатырға кәрәк. Бер һәүкәштең ағы етәме ни өс   йәнгә! Тағы бер йән  тыуырға тора! Ҡайнағаңа әйтәм, үҙе белә.

Һөйләшеүҙе шығырҙап  асылған ҡапҡа тауышы бүлде. Ҡапҡа төбөндә ҡаҡса буйлы, ҡылған кеүек аҡ    сәсле ир менән бәләкәй генә кәүҙәле йоҡа ғына ҡатын тора ине.

– Здорово, хозяюшки! Можно к вам?

Шәрифә аптыраулы ҡарашын Нәғимә апһынына борҙо.

Нәғимә апһыны үҙе яуап бирҙе:

– Ыздарово, мужны!

– Мы из Крепостного Зилаира. Нам Шарифа нужна. Говорят,  она  может вылечить женские болезни. Моей жене нужна помощь, может посмотрите, уже три года не может понести, постоянно выкидыш. Если поможет, мы в долгу не останемся, отблагодарим!

Нәғимә өнһөҙ ҡалған Шәрифәгә аңлатып бирҙе.

– Ярай, ҡарармын. Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Аллаһы Тәғәлә ярҙам итһә, шул еткән.

Нәғимә урыҫтарға ҡарап руссалап  дауам итте.

– Пусть жена заходит домой. А ты тут жди.

Шәрифә ҡояшта ултырып йылынған ҡомғанға ҡулын-битен сайҡаны ла,  мәрйә менән өйгә инеп киттеләр.

Ҡоймаҡ ашап ултырған Мөслимә   шыуыша-шыуыша ирҙең алдына барып ултырҙы. Ир, аптырап, һораулы күҙҙәрен Нәғимәгә төбәне.

– Не боись. Это Муслима.  Скучает по папе!

– Маленькая, но шустрая девочка! Она калека?

– Да, кәликә!

Мөслимә ирҙең  һаҡалын, мыйыҡтарын тартҡылап ҡараны, йөнлө ҡулдарын һыпырғыланы.

– Папу ариставали! – тип һүҙен дауам итте Нәғимә.

– Арестовали? Враг народа что ли?

– Какой враг. Биргадир был колхозда, нахак аристовали!

– Понятно, дай Бог, разберутся и отпустят!

Нәғимә башҡорттарға хас ҡунаҡсыллыҡ менән ирҙең алдына кәсә менән  сәй ҡуйҙы. Урыҫтар башҡорттарҙың оҙаҡ итеп, ашыҡмай ғына кәсәнән сәй эскәндәрен белеп бөткәндәр инде. Шуға күрә сәй артынан сәй һемереп, үҙ-ара аңлашып, һүҙҙе дауам иттеләр.

Дауамы бар. 

Шәрифә  Повесть  (1)    Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Шәрифә Повесть (1) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Автор:
Читайте нас