Шоңҡар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Февраль , 19:30

Шәрифә Повесть (3) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

Мырҙагилде ярҙарынан сығып, шаулап аҡҡан Һәптән йылғаһына  ҡарап торҙо ла, ни  булһа-булыр  тигән кеүек, хром итеген сисеп, ыштан балаҡтарын күтәреп,  күбекләнеп аҡҡан бысраҡ һыуға аяҡтарын тыҡты. Һыуҙың һалҡынлығынан, тәне семерҙәп китте, үҙәккә үтерлек һалҡынға аяҡтары  ҡорошто.

Шәрифә   Повесть   (3)    Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Шәрифә Повесть (3) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

...1941 йылдың  яҙы бик иртә килде. Апрель башында уҡ ҡарҙар ирей башланы,  урамдарҙа ҡар һыуынан  ҙур-ҙур күләүектәр йыйылды, оҙаҡ та үтмәй ҡар һыуҙары йырғанаҡтар булып гөрләй-гөрләй Һәптән йылғаһына табан  йүгерҙеләр, Һәптән йылғаһы ярҙарынан сығып, шаулай-шаулай Бараҡалға ҡушылды.

Быйыл урыҫтарҙың Пасхаһына ҡар иреп бөткән ине,  йылғалар ярҙарынан сығып, ташҡын башланды. Башҡа йылдарҙа  был байрамда бер көтөү башҡорт балалары боҙ аша Үкер ауылына сығып,  урыҫ балалары менән  өй беренсә әйенселәп йөрөп тәмлекәстәр йыйһалар, быйыл       Һәптән   ике  яҡ ярҙа  ултырған  ике ауыл   халҡын  бер-береһенән айырып ҡуйҙы.  Ике ярҙа һәр ауылдың үҙ тормошо башланды. Урыҫтар башта оло хөрмәт менән Пасханы   үткәрҙеләр, ҡунаҡҡа йөрөштөләр. Аҙаҡ  сәсеү эшенә әҙерлек башланылар, һабан-тырмаларын йүнәттеләр, орлоҡтарҙы  елләттеләр.  Башҡорттар колхоз малын кәртәнән сығарыу менән мәшғүл булды.

Мырҙагилде ярҙарынан сығып, шаулап аҡҡан Һәптән йылғаһына  ҡарап торҙо ла, ни  булһа-булыр  тигән кеүек, хром итеген сисеп, ыштан балаҡтарын күтәреп,  күбекләнеп аҡҡан бысраҡ һыуға аяҡтарын тыҡты. Һыуҙың һалҡынлығынан, тәне семерҙәп китте, үҙәккә үтерлек һалҡынға аяҡтары  ҡорошто.  Әммә  ул туҡтамайынса   икенсе ярға табан юлын дауам итте.  “Был урында һайыраҡ булырға тейеш ине бит. Йәй көнө тауыҡ кисеп сыҡмалы һыу ҡалай тәрәнәйгән быйыл”.  Йылғаның  уртаһына еткәндә, һалҡын һыуҙан бөтә тәне  ҡалтырай  ине Мырҙагилденең.

“Күп ҡалманы,тағы ла әҙерәк барһам,  сығам”, – тип үҙен йыуата-йыуата юлын дауам итте   малай.

Ярға баҫҡанда, уның  аяҡтары боҙло һыуҙан туңып, бер нәмә лә һиҙмәй ине. Мырҙагилде ҡулдары менән аяҡтарына шап-шоп итеп һуҡҡылап, иҫһеҙ  аяҡтарын  йылытырға  тырышты.  Үҙәккә үтерлек һыуыҡтан ирендәре күгәреп, тәне  дер-дер ҡалтырай ине.  Мырҙагилде булған көсөн йыйып,  тиҙерәк Васькаларҙың өйөнә йүгерҙе.

Тупһала ағас юнып ултырған Васька тауышҡа  башын күтәреп ҡараны ла үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай   аптырап китте. Лыс һыу дуҫы сабып килә ине.

– Васька, открой дверь! – тип ҡысҡырып,  Мырҙагилде  йүгереп өйгә инеп юғалды.

Васька аптырап дуҫы артынан инде. Шул  арала Мырҙагилде ике кеше һыймалы итеп эшләнгән  ҙур мейес башына менеп ҡунаҡлаған ине.

– Я не понял, ты откуда, Мирза, что случилось?

– С реки, с Һаптанки. Замерз...

– Ну, ты даешь, Мирза. С реки? Сейчас горячий чай налью, согреешься!

Васька  янып ятҡан мейескә тағы утын өҫтәне лә, көлдөксәһендә торған сәйнүкте төпкәрәк этеп,  йылытырға ҡуйҙы.

Малайҙарҙың шаулашҡанына, шаршау менән бүлеп ҡуйылған йоҡо бүлмәһенән Васяның  әсәһе  Зоя апай килеп сыҡты.

– Мирза, дорогой! Ты откуда?

Зоя күгәреп ҡатҡан Мырҙагилдене күреп хәлде аңлап алды ла ашыға-ашыға уның еүеш кейемдәрен  систерҙе. Мейес артында  быйма эсенә йәшерелгән  шешәне алып, Мырҙагилденең бот-ҡулын  ыуалай башланы. Малайҙың танауына  көслө һаҫыҡ еҫ йүгерҙе. “Фу, сәмәй тигәндәре шулдыр инде. Ҡалай һаҫыҡ!” – тип ҡулдары менән танауын баҫты. Көмөшкәнең файҙаһы булды,  ахырыһы, күп тә үтмәй Мырҙагилденең тәне ҡыҙарып, ҡан йүгерә башланы. Шул арала Васька үләндәр менән эҫе сәй  ҡойҙо. Малай тамам йылынып, хәбәр һөйләрлек хәлгә килде.

–  Прошлом году тетя Нюра просила печку переделать,  когда снег сойдет, поэтому пришел.

– Господи, Мирза, в такое половодье, разве можно через брод переходить,  вода ледяная ведь. Пока у нас Пасха, крупные дела нельзя начинать. В пасху грех работать!

–  Я уже согрелся. Час сбегаю к тете Нюре, узнаю, когда можно начать.

– Подожди, не торопись на холод! Как  там Ваши? Живы, здоровы? Как там Муся наша, как младшенькая? Все забываю ее имя.

– Нормально. Муся учится   гадать на косточках, каждый день у Нагимы инәй пропадает, Гульемешка растет, уже некоторые слова говорит.

– Как мама, про папу новостей нет?

– Нет никаких новостей! Мама работает с утра до ночи.

– Муся на чем, говоришь, гадает, не поняла?

– На косточках, набрала себе 41 косточек и учится гадать.

– Господи, зачем ей это?

– Не знай,  она  за зиму носки, варежки вязать научилась. Много навязала. Дороги откроются,  в Крепостной поедем на базар, будем продавать. Я вот  печку сделаю,  потом  куплю маме швейную машинку. 

– Ой, Мирзуш, хозяйственный ты наш! Какой молодец! Мужик-мужиком! Тебе сколько лет то?

– Как и Ваське, 15 исполнится.

– Ты, давай, согрейся на печке как положено, иначе заболеть недолго.

Төндә Мырҙагилде “атай, атай” тип һаташып ҡысҡырған тауышына үҙе уянып китте. Эске кейеме лысма һыу, тәне янып бара, ауыҙы кибеп, ике сикәһе  леп-леп итеп һуға ине.

– Господи, Мирза, что с тобой?

Өй мөйөшөндәге икона янында уҡынып торған Зоя, мейес башында ятҡан Мырҙагилде янына килеп, ҡорғанды күтәрҙе.

– У тебя ведь жар, сынок! Что делать, что же делать?

Өй буйлап зыр ҡупҡан Зояның тауышына башҡалар ҙа уянды.

– Мать, успокойся, давай сухую рубаху и штаны,  давай самогонку неси и чай с травами, – тип Микола егеттең өҫтөн алыштырып, көмөшкә менән тәнен ыуалап, ҡоро кейем кейҙерҙе.

– Надо тебя срочно переправить домой! Твоя мама сама вылечит тебя, она знает как лечить!

Мырҙагилде һалҡын алдырып, арыуыҡ ҡына  сәсрәп ауырып ятты. Шәрифә улын көнө-төнө бағып,  ун көн тигәндә саҡ-саҡ  тупһаға сығып ултырырлыҡ хәлгә килтерҙе.  Ябығып, һарғайып, ҡаҡ һөйәккә ҡалған егетте,  кәртә эргәһендә ятҡан  Һарыбай ҙа башта таныманы, шикелле.  Тупһала ултырған Мырҙаны   башта шым ғына килеп  еҫкәп ҡараны, аҙаҡ  аяҡ осона килеп ятты ла күҙәтә башланы.

– Нишләп сыҡтың тышҡа?! Ел һуғып ҡуймаһын! Саҡ кеше булып киләһең! Тағын бөлөрһөң, улым, һаҡлан! Ана, арҡаңа   минең мамыҡ  шәлде яп!

 Аласыҡта эркет ҡайнатып торған әсәһе  улын битәрләп алды.

– Әсәй, ятып туйҙым инде. Картуф сәсергә кәрәк бит.

– Ваҡыт бар әле. Сырхауың үтһен  әле башта! Үпкәңә төшөп ҡуймаһын! Аптырағас, үлән төнәтмәһенә тамсылап  андыҙ тамыры ҡуша башланым. Күпләмәй генә. Күпләһәң, андыҙ – ағыу. Андыҙ ат үлтерә, ти торғайны өләсәң! Шәре һыуы быуынһыҙ итә! Ә һин шәрене кисеп сыҡҡанһың. Бөтә тәнеңде һалҡын алған бит! Ҡоро һөйәккә ҡалдың, ун көн ҡорот һыуынан башҡа бер ни ашаманың-эсмәнең. Йүткереүең һаман бөтмәй әле. Бер-ике аҙнанан көн йылынһа, ер йылыһына һалып алырмын! Бөгөн кис мунса яғып, сабып, һары май менән түштәреңде майлармын. Һарыңды тиҙерәк сығарып бөтөр кәрәк.

– Әсәй, Мөслимә менән Гөлйемеш  ҡайҙа булғандар?

– Улар  ни,  көн дә  йылға буйынан  үгәй инә сәскәһе, юл япрағы йыя, шуның төнәтмәһе генә йүткеректе һәйбәт баҫа. Әле  тағы  икәүләп Һәптән буйына төшөп  киттеләр.

Шәрифә  йән кереп килгән   улына ҡарап ҡыуанып, эстән доғаларын уҡый-уҡый эше менән булды.

Мырҙагилде кәңгерләй-кәңгерләй урамда ятҡан имән бағанаға сығып ултырҙы ла тирә-яҡ донъяны  байҡай башланы.

Яҙ ҙа үтеп   бара. Һәптән йылғаһы тамам тартылған, хәҙер инде  кисеп сығырға ла була. Тау һыртындағы ҡайынлыҡ та   йәшәрә башлаған. Ҡайын һыуы сыҡҡандыр  инде. Тау-таш араһында  таш йыуаһы ла барҙыр, барып килергә кәрәк. Их, балтырған ашына әсе ҡатыҡ ҡойоп ашаһаң ине... Ашау  тураһында уйлағас, ауыҙ һыуҙары килеп сыҡты Мырҙагилденең.

Егеттең иғтибарын  өй алдындағы муйылда бер туҡтауһыҙ һайраған сыйырсыҡ йәлеп итте. Атайым, ошо муйылға урыҫтар кеүек сыйырсыҡ ояһы эшләп элербеҙ, тигәйне, һаман эшләмәнем бит. Нисә йыл үтте һуң? Өс йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Ҡайҙа икән һуң атайым? Бер хәбәре лә юҡ, һыуға сумған кеүек юҡ булды. Сәйфулла ағай ҙа бер ни өндәшмәй... Барыһы ла оноттолар атайымды!  Мөслимә лә атайҙы  бер ҙә һорамай. Ярай, Гөлйемеш атайҙы белмәй, ә  Мөслимә бит атайҙың елкәһенән төшмәй ине бала саҡта! Әсәй ҡайғыра, һиҙҙермәй генә ҡайғыра.  Кистәрен йоҡларға ятҡас,  уфтана-уфтана йоҡлап китә алмай ята, беҙгә һиҙҙермәҫкә тырышып илап та ала, шикелле,  һуңғы йылдарҙа ябығып-һарғайып китте, кешеләр менән дә артыҡ аралашып, көлөшөп-һөйләшеп ултырмай элекке кеүек. Ваҡыты ла юҡтыр инде. Иртәле-кисле колхоз эше, көнө буйына  өй-мал  эше, имселәнергә килеүселәр ҙә өҙөлмәй. Барыһына ла ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша, өндәшмәй генә эшләй ҙә эшләй.

Бик йәлләй   әсәһен Мырҙагилде, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ярай, быйыл йәй Миколаға ярҙамсы булып эшкә төшөрмөн,  һабан-сәскес, тырмаларҙы ҡарашырмын, колхозға һәнәк, көрәктәр эшләрмен. Нюра апай мейесен һуңыраҡ эшләрһең тигәйне, уға тағы барып эшләп килермен.

Тәрән уйға батып, бүрәнә башында  ултырған Мырҙагилдене  күреп, уның янына    берәм-һәрәм дуҫ-иштәре йыйыла башланы. Улар көләкәс, шаян-йор һүҙле, тапҡыр Мырҙагилдене  арыуыҡ күрмәгәс, һағынып бөткәйнеләр инде.

Иң беренселәрҙән булып зәңгәр күҙле,   бейек кәүҙәле Батыр менән бәләкәй генә буйлы Ирғәле килеп етте.  Уларҙың йорттары юл аша ғына, тәҙрәләре    Мырҙагилделәр яғына ҡарап тора. Шуға күрә урамдағы бөтә ваҡиғаны иң беренсе улар күреп сығалар. Икеһенең дә  сығыштары Бүләков булғанға, малайҙар үҙ-ара шаярып Батырға “Ҙур бүләк”, Ирғәлегә “Бәләкәй бүләк”  тигән  ҡушамат тағып йөрөтәләр.

–  Мырҙа, һауыҡтыңмы? Бигерәк  оҙаҡ яттың бит әтеү, ҡорҙаш!

–  Һауығам, Бүләктәр, һауығам! Йүткерек кенә оҙаҡ  үтмәй.

–  Ҡымыҙ эсергә кәрәк йүткеректән.

– Ҡымыҙға иртәрәк  бит әле. Бейәләр әле  һауҙырмайҙыр ул! Әсәй көнө-төнө үлән-мүлән төнәтмәһе эсерә.

– Уның да файҙаһы барҙыр инде.

– Ауылда ни хәлдәр бар? Һеҙ колхоз көтөүенә ҡушылып ятаҡҡа сыҡмайһығыҙмы ни?

– Ирғәле йыйына, мин йөрөмәйем. Атай йорт-ҡура эштәрен эшләтә быйыл, – тип икеһе өсөн дә яуап бирҙе  Батыр.

– Көтөү әлегә һыу буйында үҙәктә йөрөй, бер аҙҙан ҡыуырбыҙ Күркәтау яғына тигәйне Хәбир ағай! Һин бараһыңмы ятаҡҡа минең менән? – тип Ирғәле лә ҡушылды һөйләшеүгә.

– Юҡ, мин йөрөмәҫмен. Быйыл Миколаға кузниста ярҙам итәм, шулай һөйләштек. Бәлки, Крепостной яғына барып мейестәр ҙә  эшләп ҡайтырбыҙ. Утын-бесән йүнәтергә кәрәк. Әсәйҙе, һеңлеләрҙе  оҙаҡҡа  ҡалдырып китеп булмай шул.

Ул арала малайҙарҙың йыйылышҡанын  күреп, Мөхәммәтғәле килеп етте. Ағаһының эҙенә баҫып тигәндәй ҡустыһы Имаметдин да эйәргән ине.

– Мөхәммәт, тағын эйәрсегең  эйәргән бит, –тип көлөшөп алды малайҙар.

– Имам, бар, ҡайт, баҡсаға һыу ташып ҡойоғоҙ теге икәү  менән, бар, тиҙ бул, – тип Мөхәммәтғәле ҡустыһын ҡыуып, уның яғына таш сәпләп алды.

– Юҡ, үҙең ҡайт, минең Мырҙаны күргем килә, –тип ҡырталашты алты йәшлек Имаметдин.

Был  ағалы-ҡустылы Моталлаповтарға үҙ йәштәрен биреп булмай, икеһе лә аталарына оҡшап һомғол буйлы,  кәүҙәле малайҙар. Тышҡы ҡиәфәте менән  Имаметдин ун йәшкә тарта, ағаһы Мөхәммәтғәлегә егермене бирергә мөмкин.

– Зөлхизә апайҙарға еҙнәйҙең бер  туған   һеңлеләре килгән  Ишбулдынан. Йәй буйы мында бала  ҡарашалар,  ти. Һылыу  ғыналар. Әллә  киске уйынға саҡырабыҙмы? – тип һүҙҙе   бороп ебәрҙе  Ирғәле.

–  Ирғәле, булдырһаң, һин булдыраһың инде был эште! Саҡыр ҡоҙасаларыңды ипләп кенә, ҡурҡытмай,  тартып ҡара әле ҡыҙҙарҙың ҡылдарын, – тип шаяртып алды Мырҙагилде.

– Мырҙа, һин дә ут күрше инде Зөлхизә апайға, үҙең тарт ҡылдарын, – тип яуапланы  Ирғәле.

– Һин бит – ат бейеткән егет. Атты өйрәткән кешегә, ҡыҙҙарҙың ҡылын тартыу еңелдер ул, –   тип көлөп ебәрҙе Мырҙагилде.

– Ярай, гармунды һуҙып үтәрмен кискеһен урамдан, бәлки, үҙҙәре ишетеп сығырҙар әле. Булмаһа, Сабира менән Хәбирәне йәки  Хәлимәне ебәрербеҙ, – тип  ҡушылды  Мөхәммәтғәле.

Егеттәр оҙағыраҡ шаярышып һөйләшеп ултырырҙар ине, әммә тыҡрыҡтан күшеккән тауыҡ кеүек еүешләнгән Мөслимә күренде. Артынан ялан тәпәй бысранып бөткән Гөлйемеш  тә эйәргән.

– Аһ,аһ, былар ҡайҙан килә, лыс һыу булып? Әллә Һәптәнде йөҙөп сыҡҡандармы Мырҙа кеүек? – тип аптыраны Ирғәле.

– Ана, Гулимеш һыуға бата яҙҙы, саҡ һөрәп сығарҙым. Башҡаса миңә эйәртмәһендәр, – тип һөрән һалып, Мөслимә ихатаға инеп китте.

Мырҙагилде, бүрәнә башынан  етеҙ генә  һикереп төшөп, бәләкәй һеңлеһен күтәреп алды.

– У-у-уй! Өшөгәнһең бит, Гөлйемеш, ҡарындашым! Аяҡ-ҡулдарың боҙ кеүек. Егеттәр, кискә осрашырбыҙ, йәме!

Мырҙагилде   тиҙ генә Мөслимә артынан уҡталды. Бөкрө Мөслимә  әсәһе янына ҡаҙанлыҡҡа туҡтаны ла, ҡулындағы бер ҡосаҡ үләнде эркет һыуы һалырға тип әҙерләнгән күнәккә ташланы:

– Башҡаса Гулимеште алып йөрөмәйем, үҙегеҙ ҡарағыҙ! Һыуға төшөп китә яҙҙы, мине тыңламай. Тыуғандан бире минән ҡалмай,  тағылып тик йөрөй. Әйтеп торам, һыуға инмә тип, юҡ инде, тыңламай мине, инде  сыбыҡлап өрәтергә кәрәк. Нәнә инәй Имамды сыбыҡлаған кеүек...

– Аһ, аһ, ҡайҙа һеңлең, Мөслимә?

 Шәрифәнең ҡурҡышынан ҡулындағы   эркет   болғатҡысы ҡаҙан эсенә төшөп китте. Ул арала Гөлйемеште күтәргән Мырҙагилде күренде урам яғынан.

– Мында, һеңлем мында! Аяҡ-ҡулдары боҙ кеүек, кейемдәре лә еүеш, алыштырайыҡ тиҙерәк.

Бәләкәй Гөлйемеште тиҙ генә сисендереп, аяҡ-ҡулдарын ҡыҙартҡансы майлап,   атаһының тире туны аҫтына тыҡтылар. Улай-былай итеп үлән сәйе әҙерләгәнсе, Гөлйемеш тире тун аҫтында йылынып, тирләп йоҡлап киткәйне инде.

Шәрифә ҡаҙандағы эркетте, киндер  ҡапсыҡҡа бушатып бәйләне лә, эркет һыуы  һарҡһын өсөн, аҫ яғынан  күнәк ҡуйып, сыуал аҫтынан самауырға тере ҡуҙ ташланы. Самауырҙың шыжлап йырлауымы,  мейестәге көл араһынан сыҡҡан   сөсикмәк  еҫеме,  был өс етемдең күңелдәрен күтәреп ебәрҙе.

Мөслимә урындыҡтың бер осона ашъяулыҡ йәйҙе, әсәһе  тәмле үлән еҫе сығарып сәй  бешерҙе. Мырҙагилде урындыҡ башына атаһы урынына ултырып, эҫе сөсикмәкте ҡулдары менән бүлгеләп ашъяулыҡ уртаһына теҙҙе.

– Мөслимә, ана, өҫтәл аҫтында сеүәтәлә һары май тора, әпкил  әйҙә, йылы сөсикмәк менән тәмле булыр, ашап алайыҡ, балалар.

Берәр кәсә сәй ҙә эсеп өлгөрмәнеләр,  ишектән  Сәйфулла менән ҡатыны Шәмсиә  килеп инделәр.

– Әле һаумыһығыҙ, ҡалай күңелле итеп сәй эсеп ултыраһығыҙ, – тип сәләмләне  Сәйфулла.

– Уй, сөсикмәк еһе сыҡҡан, ҡалай тәмле! – тип ҡушылды Шәмсиә.

– Аһ, аһ, ҡустым! Килен! Әйҙүк, әйҙүк! Әле һаумыһығыҙ!

Шәрифә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сослоҡ менән һикереп тороп, тиҙ генә  яулыҡ аҫтынан сыҡҡылаған сәстәрен  кире  тыҡҡылай-тыҡҡылай, ике ҡулын һуҙып килене менән ҡустыһын сәләмләне.

– Әйҙүк, сәйгә!  Ҡалай маҡтап йөрөйһөгөҙ!

Мөслимә   тиҙ генә ашъяулыҡҡа тағы  ике кәсә килтереп ҡуйҙы. Мырҙагилде Сәйфулла ағаһының яурынынан ҡосаҡлап, арҡаһын ҡаҡҡылап алды ла еңгәһенә ҡулын һуҙҙы.

– Ағай, еңгәй, әйҙә түргә менеп ултырығыҙ. Сәйҙе башлап ҡына торабыҙ! Әйҙүк.

Шәмсиә  ашыға-ашыға сумкаһын аҡтарып, күстәнәс-бүләктәрен сығара башланы.

– Сәйфулла Мәскәү яғында өс ай уҡып ҡайтты бит, әле ике генә  көн  ҡайтҡанына. Уй-вайға ҡуймай, таң һарыһынан апайымдарға барайыҡ тип ат менән сығып киттек, Крепоснуйға ла инеп сыҡты эш менән.

– Туҡта әле, Шәмсиә, башта килтер бүләктәрҙе.

Сәйфулла оло төргәктән өс киҫәк туҡыма тартып сығарҙы:

– Мә, Мөслимә ҡыҙым, мынауһы һиңә, күлдәк тегеп кейерһең, – тип аҡҡа ҡыҙыл борсаҡ төшкән туҡыманы  Мөслимәгә тотторҙо.

Былай саҡта телдәр Мөслимә аптырашынанмы, шатлығынанмы башта өндәшмәй торҙо. Аҙаҡ туҡыманы буйынан-буйына йәйеп ебәреп, эсенә инеп төрөндө лә:

– Әсәй, матуймы? Мынан  Гулимешкә лә күлдәк сыға, оҙо-о-он бит, – тип,  ҡыуанысынан әсәһенә барып һарылды.

– Ҡайҙа Гөлйемеш, бәләкәскәй? – тип уңға-һулға башын борғолап эҙләп алды Сәйфулла. Уның күҙҙәре урындыҡ мөйөшөндә бер ни ишетмәй йоҡлап ятҡан Гөлйемешкә төштө.

– Һай-һай, ҡыҙым йоҡлап киткән бит! Мына уға ла күлдәклек әпкилдек, – тип көрәнле-ҡыҙыллы фланель туҡыманы Гөлйемештең янына ҡуйҙы. Ул арала Мөслимә-өлгөрбикә  туҡыманы  ала һалып, үҙенә тиңләп ҡараны:

– Ҡалай йомшаҡ ҡына мыныһы! – тип ҡабат-ҡабат ҡулдары менән һыпырғыланы.

 Мөслимәнең иҫ белгәндән алып ғүмерендә тәүге тапҡыр ҙур бүләк алыуы ине. Быға тиклем йә әсәһенең иҫке күлдәктәрен боҙоп, йә башҡаларҙан ҡалған    күлмәк кейеп өйрәнгән Мөслимәнең шатлығы эсенә һыймай ине.

– Әсәй, Гулимештеке ҡалһа, миңә лә  тегерһең, йәме, минекенән уға өлөш сығарайыҡ. Икешәр күлдәк була беҙгә!

– Ярай ҡарарбыҙ Мөслимә, ҡысҡырма, һеңлеңде уятырһың, әтеү, – тип  Шәрифә ҡыҙын тынысландырырға тырышты.

– Апай, мыныһы һиңә, – тип, һары төҫкә    бәләкәй генә зәңгәр сәскәләр  төшөрөлгән туҡыманы Сәйфулла  Шәрифәгә тотторҙо.

– Ҡуй инде, ҡустым, анауынса бүләк тотоп килгәнсе, ҡуй, уңайһыҙ бит!

– Аһ, аһ, нимәһе уңайһыҙ, миңә лә дүрт төрлө туҡыма апҡайтҡан Сәйфулла. Икәүһе күлдәклек, берәүһе сәкмәнлек туҡыма, береһе бигерәк ҡалын, уныһын тегеүсе Машаға күрһәтермен, нимә тип әйтер, – тип маҡтанып алды Шәмсиә.

– Мырҙа, мыныһы һиңә! – Ағаһы төргәктән аҡҡа зәңгәр шаҡмаҡ төшөрөлгән ирҙәр  күлдәге менән ялтырап торған ҡара ботинканы  сығарып  Мырҙагилденең  алдына ҡуйҙы.

Былай ҙур бүләкте  күреп аптырауҙан Мырҙагилде лә, Шәрифә лә өнһөҙ ҡалдылар.

Тынлыҡты тағы ла Мөслимә бүлде:

– Мин беләм ниндәй күлдәк тегергә, мин беләм! Аняныҡы кеүекте тегәм! Нәнә инәм  теккес машинкаһын бирһә!

– Ниндәй Аня, кем ул Нәнә инәй? – Сәйфулла көлөмһөрәп Мөслимәгә ҡараны.

– Уй, ҡустым, нишләп анауынса бүләк күтәреп йөрөйһөң инде,  беҙҙең кейергә бар бит! –Шәрифә   уңайһыҙланыуҙан ҡыҙарып киткән бит остарын, йәшләнгән күҙ төптәрен  яулыҡ осо менән һөртөп алды. – Нәғимә апһынды Нәнә инәй  ти ҙә ҡуя ошо бала үҙенсә.  Мөслимә, улай тимә, оятлы итәһең бит кеше алдында! Ҡуй, инде, был баланы!

Мырҙагилде  шул арала ағаһы килтергән күлдәк менән ботинканы кейеп тә алды.

– Ағай,  матурмы?  Рәхмәт ағай! – тип Сәйфулланы ҡосаҡлап алды.

– Бәтинкәһен ағайыңа эштән биргәйнеләр, бәләкәйерәк булды. Мырҙагилде кәүҙәгә Сәйфулланан әҙерәк йоҡараҡ, уға һыялыр тип әпкилдек, – тип һөйләнә-һөйләнә Шәмсиә сумка төбөнән күстәнәстәрен сығарҙы: – Мына манпаси тигән кәнфит, беҙҙә һатылмай ул! Мыныһы кәлбисә тип атала, ит ҡатыш бер нәмә шул. Беҙҙен өсөн ят аҙыҡ, тәмләп ҡарағыҙ.

Самауырға тере ҡуҙ өҫтәй-өҫтәй, ашъяулыҡты  түңәрәтеп ултырып күстәнәстәр  менән оҙаҡ итеп сәй эстеләр.

Сәйҙән һуң  Шәрифә сепарат айыртырға эшенә йүгерҙе. Шәмсиә, түрә бисәһенә генә хас эрелек менән, ул-был күстәнәсен тотоп  Нәғимәләргә төшөп китте. Уның артынса  Гөлйемеште күтәреп, Мөслимәне эйәртеп Сәйфулла ла Мөхәмәтдин ҡоҙаларына юлланды.

 

Дауамы бар. 

Шәрифә   Повесть   (3)    Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Шәрифә Повесть (3) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Автор:
Читайте нас