4
Мырҙагилде тиҙ генә мунса яҡты, әсәһе ҡушыуы буйынса, һырттан ҡара тәкәне эҙләп алып ҡайтып һарайға бикләне.
Борондан килгән йоланы бик яҡшы белә Мырҙагилде – ауылда ҡунаҡ күрһәтеү йолаһы бар. Сәйфулла ағаһы килһә, атаһы һәр саҡ һарыҡ һуйып, ҡунаҡ саҡыра торғайны. Бер ҡаҙан бишбармаҡ бешерәләр, бөтөн туған-тыумаса, күрше-күләнде саҡыралар, бишбармаҡ ашап, ҡымыҙ эсеп алғас, йырлап, ҡурай уйнап ултыралар ине. Эй, күңелле ине шул саҡтар!
Шәрифә лә, йоланы боҙмай, өс йәшлек ҡара тәкәһен һуйып, ҡунаҡ күрһәтергә булды. Эҫе төшә башлағансы өлгөртәйек тип, таң һыҙыла башлау менән ҡайнағаһы Мөхәмәтдин менән Сәйфулла ҡустыһы тәкәне һуйып, итен ботарлап бүлеп тә бирҙеләр. Шәрифә менән Нәғимә бешерергә тигән итте айырып алып оло ҡаҙанға төшөрҙөләр. Һөйәкһеҙ йомшаҡ ерен тоҙлап, һауыттарға ныҡып тултырып, һалҡын мөгәрәпкә ҡуйҙылар. Бауыр, үпкә, эс-ҡарындарынан ҡуғырлаҡ та бешереп алдылар. Тирә-йүнгә тәмле ит еҫе таралды.
Килендәштәр туҡтамаҫтан эш менән булыштылар: һалмаға тип ҡамыр баҫып, ҡояшҡа киптерә һалып, һалманы ҡырҡып әҙерләп тә ҡуйҙылар. Унан һуң бәләкәй ҡаҙан төбөндә, йомортҡаның һарыһына ғына баҫылған бауырһаҡты күпертеп бешереп алдылар, мөгәрәптән һары май сығарып, киптерелгән эремсекте болғап, һауыттарға теҙеп сәйгә әҙерләп ултырттылар.
Мөслимә лә үҙ эшен оҫта башҡарҙы. Бәләкәй кәүҙәле, сибек, бөкрө генә булһа ла, ул йорт эштәрен еренә еткереп эшләй белә. Шуға ла Ҡашҡатта уның бөкрө Мөслимә түгел, эшлекле Мөслимә тигән даны күптән сыҡҡан инде. Ул йоҡонан тора килеп, оло тимер бысаҡ менән ағас иҙәндәрҙе ҡырып, һап-һары итеп йыуып ташланы, яңы һөлгөләр элде, ҡомғандарға йылы һыу тултырҙы, урындыҡ мөйөшөнә ҡаралтыны йыйып, өҫтөнә сигелгән таҫтамалдар ябып ҡуйҙы, мейестәрҙе аҡлап сыҡты. Урындыҡ-иҙәндәргә һуғылған балаҫтарҙың туҙанын ҡат-ҡат ҡағып, индереп йәйеп ҡуйҙы. Йорт эсенә тамам байрам ҡиәфәте инде.
Шәмсетдинде алып киткәндән һуң, был йорт етемһерәп, ергә һеңеп барған кеүек ине. Йорт эсе яңынан нурланып китте.
Шәрифә лә, өс йыл инде күңеле төшөнкөләнеп, ҡулына артыҡ эш тә бармай йөрөнө, затлыраҡ кейем-һалымдарын һандыҡтың иң төбөнә йәшереп ҡуйған ине. Бөгөн дәртләнеп, һандыҡ төбөнән йәрпесле йәшел күлдәген алып кейҙе, ҡулдарына әсәһе мәрхүмәнән ҡалған көмөш беләҙектәрен тағып, башына ҡыҙыл француз яулығын бәйләгәйне бер нисә йәшкә йәшәреп киткән кеүек булды.
Әсәһен былай күргәне булмаған Гөлйемеш тә уға ҡарап: “Матус, матус”, – тип артынан эйәреп йөрөнө. “Ағас матурлығы – япраҡ, кеше матурлығы – сепрәк”, – тип эстән уйлап Шәрифә йылмайып ҡуйҙы.
Байрам хөрмәтенә ул ике ҡыҙының да сәстәрен яңы таҫмалар менән сикәләп үрҙе, матур күлдәктәрен кейҙерҙе.
Мырҙагилде иртән үк ағаһы бүләк иткән күлдәген, ботинкаһын кейеп сыҡты урамға. Был кейем уны, кәләш һайлаған кейәү егеттәре кеүек олоғайтып ебәрҙе.
Барыһы ла шат кәйеф менән ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнделәр. Нәғимә менән Шәрифә йомош артынан йомоштарын ҡушып Мөслимә менән Мырҙагилдене йүгертеп кенә торҙолар.
– Мөслимә, бар, Әлимә инәйеңдәрҙән, Зөлхизә апайыңдарҙан сеүәтә, кәсә, ҡалаҡтар әпкил! Тик ҡарап ал, аҙаҡтан ҡайтарғанда бутамаҫһың.
– Мырҙагилде! Һин тағы бер йөрөп сыҡ күрше-күләнде. Көтөү ҡайтыу менән һуҙылмай килеп етһендәр! Әйт, колхоз хужалары килә тиң! Алдараҡ килһендәр. Үҙҙәре менән ҡалаҡ, кәсә, сеүәтә лә тотоп килһендәр, йәме!
Ҡунаҡҡа әҙерләнеү менән көндөң нисек үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ысынлап та, көтөү ҡайтыу менән, бер аҙ торғас, ҡунаҡтар өйкөлөшөп бер-бер артлы килә башланылар. Арыу уҡ кеше йыйылды: колхоз председателе Булат ағай Бүләков ҡатыны Сәриә апай менән, ферма мөдире аҡһаҡ Зәйнетдин ҡатыны Мөршиҙә инәй менән, келәт мөдире Зөләйха инәй ире – ат өйрәтеүсе Уйылдан олатай менән, бөтә күрше-тирә, туғандар иң матур, иң затлы кейемдәрен кейеп, ҡулдарына һәр береһе күстәнәсен күтәреп Шәрифәләргә ағылдылар.
Олораҡ ир-егеттәр иң түргә – төпкө бүлмәләге ҙур урындыҡҡа теҙелешеп ултырҙы, йәшерәк ир-егеттәр иҙәндәге балаҫтан урын алды. Ҡатын-ҡыҙҙар ситке бүлмәнең урындығына ултырҙылар, йәшерәк килендәр, ҡыҙҙар ултырып та тормай аш-һыу ташып, йүгереп йөрөнөләр. Ата-әсәһенә эйәреп килгән бала-сағаларға ла урын табылды. Уларға урамда үлән өҫтөнә балаҫ йәйеп, ашъяулыҡҡа теҙеп ҡуйҙылар.
Өйҙөң асмалы тәҙрәләрен асып ебәргәс, өйгә киске еләҫ һауа ағылды. Башта еҙ тасҡа, ҡомғандан ҡул сайҙырып алдылар. Шунан Мөхәмәтдин, өй хужаһының ағаһы булараҡ, табынды асып ебәрҙе:
– Бисмилләһи-рахманир-рахим! Әле һаумыһығыҙ, ағай-эне! Күршеләр! Ҡустым Шәмсетдиндең йортондағы табынды асып ебәрәйем! Хуш килдегеҙ! Шәрифә килендең берҙән-бер ҡустыһы Сәйфулла ҡоҙа менән Шәмсиә ҡоҙаса ҡунаҡҡа килеп төштөләр. Уларҙың хөрмәтенә ҡара тәкәне салдыҡ! Бергәләп ҡунаҡ булып, булған ризыҡтан ауыҙ итеп алайыҡтар. Етешеп, ашап-эсеп ултырығыҙ. Хуш!
Оло табаҡтар менән табындың уртаһына туралған ит ҡуйҙылар, эргәһенә тоҙ, ҡорот, һурпа эсергә кәсәләр ҙә теҙҙеләр.
Хужаның “хуш” тигәнен көтөп торған ҡунаҡтар ашыҡмай ғына иткә тотондолар. Бер аҙ һүҙһеҙ генә ашап алғас, ирҙәр яғында ла, ҡатын-ҡыҙҙар яғында ла итте маҡтау башланды.
– Шәрифә, был теге ҙур ҡара тәкәң бар ине, шулмы? Ҡалай туҡ булған! Майы ла арыу сыҡҡан!
– Эйе, бик майлы, ите бик йомшаҡ, һутлы, тәмле!
– Эйе, Зөләйха апай, өс йәшлек ҡара тәкә! Шәмсетдин ҡайтһа, һуйырбыҙ тип ниәтләгән инем дә ул. Мөхәмәтдин ҡайнаға, бейемдең Шәмсетдингә ниәт иткән оло аҡ һарығы бар, тисе. Шуға ҡара тәкәне һуйырға булдыҡ, ҡартая ла башлаған.
Һүҙгә Нәғимә лә ҡушылды:
– Эйе, бейемдең үҙе нит иткән ҙу-ур аҡ һарығы бар, ҡаҙаҡ тоҡомонан сыҡҡан һарыҡ. Алла биреп, Шәмсетдин ҡайтһа, шуны һуйып ебәрербеҙ.
– Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуя юлына, ти, Шәмсетдин ҡайтһа, тағы ҡунаҡ булырбыҙ, Алла бирһә, – тип хупланы Зөләйха.
– Амин шулай булһын, – тип яҡшы теләк теләй-теләй ашанылар ҡунаҡтар.
Ике яҡта ла табында “ҡалай тәмле”, “бик һәйбәт һимергән” тигән һүҙҙәр бер туҡтауһыҙ ҡабатланып торҙо.
Боронғо йола буйынса, һарыҡтың һимеҙ ерен бер-береһенә һоғондорошоп , ҡоротло һурпа ла эсеп алдылар.
Һоғондороуҙы шаян Уйылдан ҡарт башланы. Һарыҡтың мөлкөлдәп торған майлы киҫәген иткә төрөп тоҙ һипте лә:
– Йә, ҡоҙа, ас ауыҙыңды! Ҡәҙерле ҡунаҡты башҡорттар ошолай һыйлай, – тип ҡыҫтай-ҡыҫтай Сәйфулланың ауыҙына тыҡты.
Унан сират Булатҡа, Зәйнетдингә, Хәбиргә лә етте. Итте ашап, ҡоротло һурпаны эсеп тә бөтмәнеләр, оло аштабаҡ менән табындың ҡап уртаһына һалма килеп ултырҙы.
Һалма ашап алғас, барыһы ла урамға сыҡты. Ҡыҙҙар-килендәр ашъяулыҡты бушатып, таҙалап сәй табыны ҡорғансы, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағанан бушаған балаҫҡа йәйелеп ултырып, үҙ-ара һөйләштеләр.
Ир-егеттәр урамдағы имән бағанаға ултырып тәмәке көйрәттеләр, һүҙҙе Булат башланы:
– Сәйфулла ҡустым, һин район буйлап йөрөгән кеше, күрәһеңдер, башҡа колхоздар нисегерәк йәшәй икән, ашлыҡтары етәме икән сәсеүгә, малдары нисек ҡыш сыҡҡан?
– Ялан яҡтарының уңышы бик яҡшы булды, планды арттырып үтәнек улар арҡаһында, колхозсыларға ла ашлыҡты бик тос итеп тараттылар. Урман араһындағы колхоздар ит, һөт планын яҡшы үтәнеләр. Заготконторалар бик күп тире, һөйәк йыйҙылар. Былай зарланырлыҡ түгел, – тип яуап ҡайтарҙы Сәйфулла.
– Һине Мәскәүгә барған, тинеләр. Унда нисек тормош яғы? – тип һорау өҫтөнә һорау бирҙе председатель.
– Мәскәү! Мәскәү инде ул! Иң ҙур, бар ҡалаға баш ҡала! Завод-фабриктары көнө-төнө туҡтамай эшләй, тимер аттар урамдарҙан шаулап саба. Ә метро, беләһегеҙме, метроның нимә икәнен! Ул ер аҫтынан һалынған тимер юл, кешеләргә ҡамасауламаҫ өсөн, паровоздар вагондар тағып Мәскәү аҫтынан йөрөй. Йорттар таштан, кирбестән һалына, өҫтө-өҫтөнә, ҡат-ҡат итеп! Бер йортҡа бер нисә ауылды һыйҙырырға була! Бик мул, матур тормош. Кешеләр йырлап эшкә бара, йырлап эштән ҡайта. Ә Ҡыҙыл майҙан ни тора! Унда барлыҡ Ер шарынан килгән кешеләрҙе күрергә була: ул индустар, ул африкандар, ул үзбәктәр, ул грузиндар... Ниндәй генә милләт юҡ унда. Кремль сәғәте һуҡҡан һайын, Ленин бабайҙы күрергә тип әллә нисә саҡрым сират һуҙыла! Бөтә Ер шарынан килгән кешеләр мавзолейға инеп Ленинды күреп, сәләмләп сығалар. Тормош ҡайнап тора Мәскәүҙә: театрҙар, кинолар, музейҙар, парктар. Нимә генә юҡ! Өс ай уҡыным, әммә күреп бөтөрә алманым Мәскәүҙе, – тип һүҙен тамамлап, уйға ҡалды Сәйфулла.
Ҡунаҡтар ҙа тымып ҡалдылар. Барыһы ла Сәйфулланың һөйләгәндәрен күҙ алдына баҫтырырға тырыштылар. Ниндәй мөғжизә икән һуң ул Мәскәү тигән ҡала?!
Бер аҙҙан Уйылдан ҡарт һүҙгә ҡушылды:
– Сәйфулла ҡустым! Ҡасан беҙҙең Шәмсетдинде сығарырҙар икән, уның бит бер ғәйебе лә юҡ. Бүреләр ашаған ул аттарҙы, һөйәктәрен дә былтыр таптыҡ бит Һары бейә туғайында... Өс ат башы, тояҡтары...
– Шәмсетдин булмағас, ат һарайының бер ҡото ҡалманы... Аттар шыпа үрсемәй башланылар. Шәмсетдинде һәр ат танып тора ине! Ул килһә, аттар хатта тыпырсынып, атлығып торалар. Ул һарайға килеп инә лә һәр аттың ялынан һыпырғылап, иркәләп, һөйләшеп сыға ине, – тип өҫтәне ферма мөдире Зәйнетдин ағай.
– Кемдер “Шәмсетдин аттарҙы урлап, ҡаҙаҡтарға һатып ебәргән” тип кенә ялыу ҡағыҙы яҙған. Был эш хәҙер НКВД-ла ... Шуға эште тиҙ генә туҡтатып булмай, ағай-эне, – тип ҡыҫҡаса яуапланы Сәйфулла.
Ир-егеттәр бергилке һөйләшеп ултырҙылар, аҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы көттөрөп кенә сәйгә инделәр. Туйғансы үлән ҡушылған хүш еҫле сәй эскәс, Фәтхулла ҡурайын сығарып “Уйыл”ды һыҙҙырып ебәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙар яғынан Зөлхизә апай иренә йырлап ҡушылды. Ҡунаҡтар рәхәтләнеп ҡурай тыңлап, ҡушылып йырлап, туйғансы һөйләшеп, төн ауғас ҡына таралыштылар.
Икенсе көндө ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тигән кеүек, Нәғимә менән Мөхәмәтдин төшкө сәйгә Сәйфулла менән Шәмсиәне, балалары менән ҡушып, Шәрифәне саҡырып алдылар.
Кис етеп, малдарҙы ҡарағас, Зөлхизә менән Фәтхулла ла, ҡунаҡ күреп ҡалайыҡ тип, киске сәйгә саҡырып алдылар. Оҫта Зөлхизәнең, мәрйәләрҙән күреп бешергән йомортҡа бәлештәрен тәмләп, оҙаҡ итеп сәй эстеләр.
Ҡатын-ҡыҙҙар Зөлхизәнең йәш булһа ла бик тырыш, бик уңған икәнен маҡтап алдылар. Нәзәкәтле итеп сигелгән таҫтамалдарын, яҫтыҡ тыштарын ҡарап һоҡландылар. Балалары бәләкәй булһа ла, йортта тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрә. Иҙәндең аралары бысаҡ менән һап-һары итеп ҡырып йыуылған, мейес ап-аҡ итеп аҡланған! Маҡтау тигәндә, һүҙгә һараныраҡ Шәмсиә лә, бер аҙ ҡарап ултырғас, Зөлхизәне маҡтап ҡуйҙы:
– Юҡҡа ғына эшлекле ҡушаматы тағылмаған икән. Бөтә донъяң ялтырап тора, Зөлхизә.
– Ҡайҙан инде, Шәмсиә апай, колхоз эшенән өлгөрөп булмай хәҙер. Ярай бикәстәр килде йәйгә Ишбулдынан. Балалар ҡараулы. Хәҙер инде эшлекле ҡушаматы Мөслимәгә күскәндер инде. Ул минән дә уҙҙырып ебәрә. Хатта бөтә тимер һауыттарҙы Һәптәнгә алып төшөп әсе ҡатыҡ менән ҡом ҡушып йылтыратып әпкилгән. Ҡайҙан белә тиген! Мәрйәләр ҙә маҡтайҙар Мөслимәне, уларға ла барып, өйрәтеп-эшләп ҡайта!
– Эй Аллам, Мөслимәнән мин өс көн рәхәтләндем инде. Мөслимә оҫта итеп баш ҡарай, һыҡҡылап ҡысыуын ҡандырып ҡуя. Инде рәхәт! Хатта йоҡлап китәм, – тип Мөслимәгә күсерҙе хәбәрен Шәмсиә.
– Минең әсәйем баш ҡарарға оҫта ине! Мөслимә өләсәһен бер ҙә күрмәне! Ул нисек өйрәнгәндер, – тип аптыраны Шәрифә.
– Шәрифә апай, ҡыҙыңа мәрйәләр сират тороп баш ҡарата, сират тороп ноҡот һалдыралар бит, – тип өҫтәне Зөлхизә.
– Әйтеп торам, йөрөмә тип, ярамай тип! Аңламай ҙа, тыңламай ҙа! Ниндәй ғәҙәт табып алды инде! Бигерәк үҙ һүҙле. Гөлйемешен эйәртеп ала ла арғы яҡтан ҡайтып инмәй.
– Ярай, Шәрифә апай, бушҡа йөрөмәй бит. Бер көн итәгенә йомортҡа һалып алған ине, бер көн Гөлйемешкә ҡаластар тотторған ине. Үҙҙәрен үҙҙәре ҡарай бит әле, – тип яҡлашты Мөслимәне Зөлхизә.
– Кеше алдында оят. Аталарын япҡайнылар, ҡыҙҙарын кәсепкә сығарып ебәрҙе Шәрифә, тип әйтерҙәр. Уңайһыҙланам. Мырҙа ла әйтеп ҡараны Мөслимәгә, юҡ, тыңлашмай! Әле туҙҙан һағыҙ ҡайнатырға өйрәнгән Әлимә апайҙан! Бер көн ҡайтһам, бер тәгәс һары май бөткән, – тип зарланып алды Шәрифә.
– Ҡуйсы, ҡуйсы! Бәйләнмәгеҙ шул Мөслимәгә. Һағыҙы бигерәк тәмле, миңә лә бирҙе күстәнәскә! Үҙ көнөн үҙе күрә алғас, булған! – тип һүҙҙе тамамлап ҡуйҙы Шәмсиә.
Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ хәбәрҙәре менән мауыҡҡан арала, ир-егеттәр тыштағы аласыҡҡа сығып ултырҙылыр. Оҙаҡ итеп донъя хәлдәрен, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләшеп көлөшөп, гәпләшеп алдылар. Йәйге төн бик еләҫ, рәхәт. Йәйге һиллекте боҙоп, Ҡашҡат буйында баҡалар ҡысҡырыша, ярышып ҡоштар һайраша, унда- бында эттәр өргөләй, ялан кәртәлә ҡарт һыйыр көйшәнә...
Сәйфулла уйсан ғына ҡарашын Мөхәмәтдин ҡоҙаһына төбәне: “Ҡоҙа, әйҙә, һыу буйынан әҙерәк йөрөп киләйек әле”, – тип уны башҡаларҙан айырып, Һәптән буйына алып төштө. Ашыҡмай ғына яр буйлап төнгө йылғаға, һыуҙа һикергеләгән балыҡтарға ҡарап, һыуҙа сағылған ай һәм йондоҙ нурҙарына һоҡланып, байтаҡ өнһөҙ торҙолар.
– Ҡоҙа, һиңә генә әйтәм, һинән бер кемгә лә китмәй икәнен беләм... Донъя хәлдәре бик я3шы түгел, – тип башланы һүҙен Сәйфулла. – Мин таныш-белештәр аша еҙнәйем тураһында мәғлүмәт йыйҙым. Шәмсетдин еҙнәм башта Өфөлә Достоевский урамында төрмәлә ултырған, аҙаҡ эҙе юғалған, минеңсә, еҙнәм тере түгелдер. Шәрифә апайыма ла, балаларға ла өндәшмәйек, белмәһендәр. Көтөп-өмөтләнеп йәшәү уларға еңелерәк булыр. Беҙ инде, ҡоҙа, ҡулдан килгәнсә балаларға ярҙам итәйек.
Мөхәмәтдин бер килке һыуға ҡарап өнһөҙ торҙо, күҙҙәренә йыйылған йәш тамсыларын күрһәтмәҫкә тырышып, башын ситкә борҙо ла тамаҡ төбөнә ултырған ҡаты төйөндө саҡ-саҡ йотоп ебәрҙе.
– Колхоздың өс аты юғалғанға Шәмсетдиндең ниндәй ғәйебе булһын! Уның бер ғәйебе лә юҡ, ул аттарҙы ас бүреләр генә йыҡҡандыр...
– Ҡоҙа, Шәмсетдин еҙнәм беренсе допроста уҡ Йылайырҙа бөтөн бәләне үҙ өҫтөнә алған. Башҡаларҙы ғәйепле итергә теләмәгән, күрәһең. Шуға күрә уны Өфөгә этапировать иттеләр. Еҙнәмдең холҡон үҙең беләһең, ҡоҙа, ул бер ҡасан да бер кешене лә һатмаҫ та, ғәйепле лә итмәҫ ине. Шул етте инде еҙнәмдең башына...
– Бар халыҡ белә, Шәмсетдин ул аттарҙы һуйып та ашаманы, һатып та ебәрмәне, тикшереү ауылға килеп берәүҙән дә һорау алманы. Нисек була инде улай?
– Ҡоҙа, барыһын да аңлайым, әммә был еҙнәмдең үҙе һайлаған яҙмышы. Нимә тип әйтәйем инде...
– Нисек ҡустым балаларын уйламаны икән? Ул бит һәр саҡ баш менән уйлап эш итә ине. Нишләп улай һуң? Колхозды бергәләп төҙөнөк, колхоз эшенән ҡайтып инмәне Шәмсетдин ашамаһа ашаманы, эсмәһә эсмәне шул уҡ ферманың малдарын ул бөртөкләп тупланы, ҡуралар төҙөттө. Башына тай типмәгән бит үҙе йыйған аттарҙы урларға. Етем Әбдрәхимде йәлләне инде, үҙен уйламаны... Эй, ҡустым!
– Ҡуй инде, ҡоҙа! Мин дә еҙнәмдең саф күңелле, эшһөйәр, колхоз өсөн йәнен бирергә торған кеше икәнен беләм дә ул, тикшереү эшенә ҡыҫыла алмайым, үҙең бик яҡшы беләһең, заманалары шулай. Хәлдәр бик хөрт, ҡоҙа, германдар менән һуғыш башланыуы бик мөмкин, таныш-тоноштар шулай һөйләй. Һуғыш башланһа, мин иң беренсе булып китәм! Шәрифә апайымды, балаларҙы ҡалдырма инде, ҡарап тор. Һинең беренсе Герман һуғышынан алған яраң да бар, йәшең дә бара, һине алмаҫтар ул. Ҡоҙа, һиңә генә ышаныс! Ташлама инде уларҙы.
– Һуғыш тиһеңме? Был германдар һаман баш күтәрәме ни, дөмөккөрҙәр! Ояларын туҙҙырыр кәрәк ине лә бит теге юлы уҡ! Һай әттәгенәһе, килеп сыҡманы шул! Һуғыш була ҡалһа, алға ғына китеп барған донъябыҙ кирегә тәгәрәр инде. Эй Аллам! Тағы ниҙәр көтә ир баштарын. Ҡустымдың ғаиләһе миңә сит түгел, ҡарармын! Мырҙагилде лә атаһына оҡшап бик тырыш, үткер булып үҫеп бара. Тик ҡыҙҙар бәләкәйерәк шул. Мөслимәһе ҡул араһына инеп бара-барыуын, бөкрө булһа ла. Әммә колхоз эшенә сығырлыҡ түгел шул. Йорт-ҡураны ҡараштырһа ла киленгә ярҙам була! Килен генә сырхап китмәһен, бөтөн ҡайғыһын эсенә баҫа, бер ни ҙә һөйләмәй. Нәғимәгә әйтеп торам, йышыраҡ барып хәлдәрен һорашып тор тип, тик килен сиселеп бөтмәй, ти Нәғимә.
– Шәрифә апам бала саҡтан шулай, әсәйем кеүек һүҙгә бик һаран, эсендә биш ҡат бикле йоҙаҡ ята уның. Ни уйлағанын, ни кисергәнен белеп булмай, бик сабыр, бик түҙемле. Шулай бер саҡ әсәм уны Һынташҡа бер сирле апайға үләндәр илтеп бирергә ебәргән. Ялан тәпәй барғанда аяғына ҡырсын таш инеп киткән. Һыҙланһа-һыҙланған, шуны әсәйемә әйтмәгән. Атлай алмай башлағас ҡына, осраҡлы рәүештә генә асыҡланды. Баш бармағы эренләп ҡарая башлаған ине...
– Шулай, һәр бер кеше үҙенсә йомаҡ инде, Сәйфулла ҡоҙа! Әйткәнеңде аңланым. Килен, балалар өсөн ҡайғырма, мин барҙа астан үлмәҫтәр, Алла бирһә.
Икенсе көнө иртән Сәйфулла менән Шәмсиә район үҙәгенә ҡайтырға йыйындылар. Уларҙы ҙурлап оҙатырға тағын да туғандар, күрше-тирә йыйылды. Сәй эсеп алғас, Шәрифә күстәнәстәрен төйнәне: ҡорот, киптерелгән эремсек, еләк, үләндәр, тоҙланған итен дә ҡушып һалды.
Сәйфулла менән Шәмсиә ултырған тарантас тау һыртына менеп күҙҙән юғалғансы Шәрифә, Мырҙагилде, Мөслимә, Гөлйемеш ҡапҡа тышында ҡарап торҙолар. Ҡунаҡтар китеп, кешеләр таралғас, йорт бушап, күңелһеҙләнеп ҡалды.
– Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек тә күршеләрҙән алған һауыт-һабаны таратайыҡ, балалар, – тип Шәрифә йортҡа табан атланы.
Ҡустыһы ҡайтып киткәс, Шәрифәнең дә күңелен ниндәйҙер болоҡһоу баҫып алды. Самауырҙан аҡҡан эҫе сәй ҙә, урындыҡ янында йүгереп йөрөгән Гөлйемеш тә, Мөслимә менән Мырҙагилденең шаярып әйткеләшеүе лә уның күңелен күтәрмәне.
Шәрифәнең берсә бәләкәй генә бөжәккә әйләнеп бер тишеккә йәшеренеп яңғыҙ ҡалғыһы, берсә ярһып илап туйғансы күңелен бушатҡыһы килде.
“Сәйфулла ниҙер әйтеп бөтмәгән кеүек... Ниҙер минән йәшерә... Был юлы Шәмсетдин тураһында бер нимә лә өндәшмәне, еҙнәһен иҫкә лә төшөрмәне. Нишләп икән? Еҙнәһен ныҡ ярата бит Сәйфулла. Еҙнәһенең бысағын, балтаһын ҡулына алыу менән гел маҡтай башлай торғайны: “Һай, һай, еҙнәмдең бысағы ҡалай үткер! Еҙнәмдең балтаһы менән айыу сабырға була!” – тип ебәрә ине. Был юлы Шәмсетдиндең бысағы менән һарыҡ салды, балтаһы менән утын ваҡланы, әммә уның тураһында ләм-мим өндәшмәне. Нисек һүҙ башларға ҡыймай, Шәрифә бер нисә көн ҡустыһы тирәһендә өйөрөлдө. Әммә Сәйфулла апаһын аңламаған булып ҡыланды. Күҙҙәренә лә тура ҡарамай, үҙен ғәйепле кеүек тота. Ҡустыһы нимәлер йәшерә. Йәшергәс, яҡшы хәбәр юҡтыр...
Өс йыл буйы өмөтләнеп көттө Шәмсетдинен, бер ҡайтмаһа, бер ҡайтыр, тип уйланы. Ана, күпме кешене нахаҡ бәлә яғып колхозлашыу ваҡытында һөргөнгә ҡыуҙылар. Һөргөндән кире ҡайтыусылар әҙ булманы. Шәмсетдиндең бер ғәйебе лә юҡ, ҡайтыр, Алла бирһә, тип уйланы. Башҡа ауылдаштары ла шулай тип уйлайҙар, барыһы ла көтәләр Шәмсетдинде. Хатта бейеме Шәмсетдиндең ҡайтыуына бағышлап бер оло тыу һарығын ашатып тора ҡайтҡас, ҡорбан салырға уйлай.
Әммә был юлы, ҡустыһы килеп киткәс, Шәрифәнең күңеле ҡыйылды... Ярты йөрәге өҙөлөп төшкән кеүек булып ҡалды...
“Туҡта, Шәрифә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай! Уның елкәһендә өс балаһы бар, ул көслө булырға тейеш! Эсең тулы ҡара ҡан булһа ла төкөрмә, кешегә күрһәтмә, башыңды юғары тотоп йөрө, ти торғайны әсәкәйем!”
– Ауылға диуана килгән, диуана! Ҙу-ур таяҡҡа таянған, ҡурҡыныс! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра урамдан ихатаға йүгереп инде Мөслимә.
– Ниндәй диуана? Ҡайҙа диуана? – тип аласыҡта кер йыуып торған Шәрифә атылып урамға сыҡты.
Ысынлап та, урам буйлап олпат кәүҙәле, оҙон һаҡаллы, таяҡҡа таянған, оҙон сапан кейеп, башына ҡат-ҡат шәл ураған бер ир килә ине. Уның артынан бер өйкөм бала-саға йүгерә, малайҙар таш сәпләйҙәр: “Диуана, диуана, аҡса бирһәң, ҡыуана!” – тип ҡысҡыралар...
– Туҡтағыҙ! Был бит мосафир, оҙон юлдан килә, уны эсерергә-ашатырға кәрәк. Сарсағандыр! Туҡтағыҙ! – Шәрифә ҡулдарын күтәреп диуанаға ҡаршы атланы. Балалар аптырашып туҡтап ҡалдылар.
Шәрифә юлсыны йортҡа алып инде, ҡаҙандан йылы һыу ҡойоп, ҡомғандан бит-ҡулын сайҙырҙы ла урындыҡ ситенә сәй ултыртты. Сәй алдынан ул оҙаҡ итеп доға ҡылды, унан һуң өндәшмәй генә биш-алты кәсә сәй эсте. Юлдан сарсап килгән мосафирға хәл кереп киткәс, ипләп кенә күҙҙәре менән йорттоң эсен, хужабикәне, балаларҙы байҡап сыҡты.
Гөлйемеш менән Мөслимә урындыҡ мөйөшөндә, яҫтыҡ артына йәшенеп, диуананы күҙәттеләр.
– Кардашем, ялғыз бик ҡыйындыр сиңа. Көтмә, ҡайтмас ул, көтмә. Ул хәҙер анда, – тип таяғы менән йорттон түбәһенә ымланы диуана.
Ҡапыл телгә килеп һүҙ башлаған диуанаға ҡарап, Шәрифә аптырап китте. “Нимә һөйләй ул, кемде көтмәҫкә?” Ултыра биргәс, Шәрифәнең башына диуананың һүҙҙәре барып етте.
– Кардашем, син үзен дә беләсен бит уның юк икәнен, жирдән туабыз, жиргә китәбеҙ. Һәр бәндәнең үз вахыты бар. Син көчле, сабыр, синдә чирләрне жиңә торган көч бар. Кем килә барсына ла ярдам ит! Аллах шуңа бирган ул көчнө. Ә хәзер жыла, үзеңне тыймай жыла. Эчеңә жыйылган хәсрәтне чыгар, сары чиренә әйләнер... Мосафир мейес янына иҙәнгә тубыҡланып ултырып доға уҡырға кереште.
Уға ҡарап аптырап ултырған Шәрифәнең күҙҙәренә йәш тулды, аҙаҡ эре-эре йәштәр бер-бер артлы бит осона тәгәрәшә башланы. Башта тауышһыҙ ғына илаған Шәрифә, тора-бара һулҡылдап иларға тотондо. Әсәһенең илағанын күреп, яҫтыҡ артында ҡасып ултырған Гөлйемеш менән Мөслимә лә сығып, әсәһен ҡосаҡлап ҡушылып илай башланылар...
– Ней, булды, нишләп илайһығыҙ? – өйгә килеп ингән Мырҙагилде, аптырап китте. – Әллә атайым тураһында берәй хәбәр бармы, нишләп илайһығыҙ?
Мырҙагилде түргә үтеп, әсәһенең ҡулбашынан ҡосаҡланы. Шәрифә улынан уңайһыҙланып, тиҙ генә биттәрен һөрткөләне. Ул арала Мөслимә бөтә нәмәне ағаһына түкмәй-сәсмәй һөйләп тә бирҙе.
– Диуана илатты әсәйҙе, диуана. Беҙ Гөлйемеш менән әсәй илағанға ҡурҡып иланыҡ.
– Ниндәй диуана ул?
– Ана, иҙәндә ултыра, – тип Мөслимә бармағын мейес яғына һуҙҙы.
Әммә мейес яғында бер кем дә юҡ ине. Мырҙагилде тағы ла ғәжәпләнә төштө.
– Ниндәй диуана, ҡайҙа ул?
Диуананың йортта эҙе лә ҡалмаған ине: уның ҡасан, ҡайҙа сығып киткәнен береһе лә күрмәй ҡалған.
Ул арала Шәрифә үҙен ҡулға алды.
– Эйе, бер мосафир килеп ингәйне, шуға сәй эсереп сығарҙыҡ. Йорттоң хужаһы ҡайҙа, тип атайыңды һораша башлағайны, беҙ илашып алдыҡ. Шул арала сығып киткәндер ул. Бәлки, беҙ илағанға ҡурҡҡандыр, кем белә инде.
– Теләһә кемде нишләп индерәһегәҙ йортҡа?
– Улым, юлсыларҙы, мосафирҙарҙы ашатып ебәреү мотлаҡ, тип әйтә торғайны боронғолар.
– Ярай, етте, илашмағыҙ! Әйҙә, ашап алам да мунса яғам, кискеһен уйынға сығабыҙ егеттәр менән! Әй, онотоп торам, мин һеҙгә бүләк алып ҡайттым бит әле.
Мырҙагилде йылт итеп соланға сыҡты ла тегеү машинаһы күтәреп кире инде.
– Мына һеҙгә, тегегеҙ күпме теләйһегеҙ!
– Аһ-аһ, был бит тегеү машинаһы! Ҡайҙан алдың, улым? – тип аптырап китте Шәрифә.
– Нюра апай бирҙе, мейесен эшләй башланым, бер-ике көндә эшләп бөтөрәм мин уны.
– Уй, улым, нишләп алдан алаһың ҡул хаҡын, улай ярамай бит.
– Нюра апай иртәгә Ырымбурға китә, әфицер кейәүен Мәскәү яғына күсерәләр, ти. Шуға барып ҡыҙын, балаларын оҙатып ҡалам, ти. Өйҙә игеҙәктәре Лида менән Люда ғына ҡалалар. Ҡул хаҡына нимә бирәйем, тип һорағайны, тегеү машинаһы алырға ине, тип әйттем, Нюра апай үҙенекен сығарҙы ла бирҙе, беҙгә мейес кәрәгерәк, ти.
– Уй, улым, уңайһыҙ булмаймы һуң, йә үҙҙәренә кәрәктер, ике ҡыҙы ла бар.
– Әсәй, мин һорап алманым бит, Нюра апай үҙе сығарып тотторҙо. Түләүҙе көҙгә тиклем көтәм, тип тә әйтеп ҡараным. Ризалашманы, ал, ти ҙә ҡуя.
– Ярай әтеү. Әйҙә, ашап алайыҡ та, шунан туҡымаларҙы ҡарарбыҙ.
Ашап алғас, Шәрифә менән Мөслимә һандыҡ төбөндә ятҡан барлыҡ туҡымаларын сығарып урындыҡҡа теҙеп һалдылар. Шунан ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас наҙлылыҡ менән һәр береһен тотоп-үлсәп, нимә тегергә, нисек тегергә, тип план ҡора башланылар. Бәләкәй Гөлйемеш тә йә бер туҡымаға, йә икенсеһенә уранып, шатланып йөрөнө.
Мырҙагилде уларға ҡарап, үҙе ҡыуанып бөтә алманы. ”Ҡалай яҡшы булды әле. Мөслимә лә йышыраҡ өйҙә ултырыр, тегеү эшенә өйрәнер, әтеү һәптәңләп урыҫтар яғында сабып тик йөрөй, әсәйем дә кешенән тегеү машинаһы һорап инәлеп йөрөмәҫ, ҡалай яҡшы булды”.
Мырҙагилде үҙен йорт хужаһы ҡорона ингән ир итеп тойоп, үҙ-үҙенә ҡәнәғәт булып ҡалды.
Дауамы бар.