Шоңҡар
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Февраль , 22:00

Шәрифә Повесть (5) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

Йәштәр киске уйынға   Һәптән  йылғаһы буйына һуң ғына йыйылдылар. Көтөү ҡайтып, малдарҙы  ҡарап, йорт-ҡура эшен  бөтөрөп  һыу буйына төшкәндә, күктә йондоҙҙар ҡалҡҡан ине.

Шәрифә Повесть (5)   Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Шәрифә Повесть (5) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

5

 

Йәштәр киске уйынға   Һәптән  йылғаһы буйына һуң ғына йыйылдылар. Көтөү ҡайтып, малдарҙы  ҡарап, йорт-ҡура эшен  бөтөрөп  һыу буйына төшкәндә, күктә йондоҙҙар ҡалҡҡан ине.

Егеттәр яҡтыраҡ булһын өсөн, бер нисә урынға усаҡ яҡтылар,  һыу буйындағы  таллыҡтан утын йыйып ҡуйҙылар. Аҙаҡ  гармунсы Ғайсаны  уратып баҫып, үҙ-ара  көлөшә-көлөшә,  әкрен генә ҡыҙҙарҙы күҙәттеләр. Ҡыҙҙар ни, киске уйынға ҡупшыланып килгәндәр: өҫтәренә йәрпесләп тегелгән күлдәктәрен кейеп, сәстәрен ялтыр таҫмалар  менән сикәләп үреп, беләҙек-йөҙөктәрен тағып алғандар. Улар йығылған ағасҡа  теҙелешеп ултырып, үҙ-ара шым ғына һөйләшәләр, кеткелдәп көлөп тә алалар. Уйынды  башлап ебәрергә йәштәр Сабира менән Хәбирәне  көтәләр. Бәләкәйҙән етем  үҫкән  апалы-һеңлеле был икәү ауылдың иң шаталаҡ ҡыҙҙары инде. Һәр уйындың үҙәгендә ул икәү тора: бейергә лә оҫталар, таҡмаҡлап   йырлап ебәрәләр, ҡурҡып та, оялып та тормайҙар, кәрәк икән  әсе телдәрен дә сәсәләр.

– Аһ, аһ, ништәп уйнамайһығыҙ, гармунды  буш тотаһығыҙ? – тип алыҫтан уҡ  ҡысҡырып тауыш бирҙе Сабира.

– Әйҙәгеҙ, түңәрәкте бейеп алайыҡтар, – тип, килеп етеү менән Хәбирә    ҡыҙҙарҙы ҡулдарынан һөйрәп түңәрәккә төшөрә башланы.

– Ғайса, уйна түңәрәкте!

Ғайсаға  ҡыҙҙарҙың бер һүҙе генә етә, тальян гармунын һуҙып, бейеү көйөн  һыҙҙырып та ебәрҙе. Башта түңәрәктә бер нисә генә ҡыҙ бейене. Егеттәр ситтән тартыныбыраҡ ҡарап торҙолар. Хәбирә, бейеп барып, Ирғәле менән Батырға баҫты. Бәләкәйерәк кәүҙәле Ирғәле бейергә бик оҫта егет, етеҙ генә түңәрәктең эсенә үк төшөп китте лә ят ҡунаҡ ҡыҙын уртаға тартып сығарҙы.

Хәбирә менән Сабираға етә ҡалды, улар таҡмаҡ әйтеп бейей башланылар:

        

        – Аръяҡта ла ҡомалаҡ,

        Бир  яҡта ла ҡомалаҡ.

         Ишбулдының ҡыҙҙары

        Ҡап-ҡара ла тумалаҡ!

 

Ирғәле юғалып ҡалманы, үҙ таҡмағы менән был икәүгә бейей-бейей ҡаршы йырланы:

 

 

            – Имәндә лә бер һуйыр,

           Ҡайында ла бер һуйыр.

           Ошо Ҡашҡат ҡыҙҙары

           Ҡасан көнләшеп туйыр!

           Ошо Ҡашҡат ҡыҙҙары

           Ҡасан көнләшеп туйыр!

 

           Ҡыҙҙар ҙа ҡалышманы:

 

           – Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

           Исемдәре – Ирғәле!

           Яндарыңда беҙ булғанда

           Ҡулың  ятҡа бирмәле!

           Яндарыңда беҙ булғанда

           Ҡулың  ятҡа бирмәле!

          

           – Көньяҡтан  оса ҡаҙҙар,

           Төньяҡтан оса ҡаҙҙар,

           Минең йөрәктең йылыһы

           Һеҙгә лә етә, ҡыҙҙар!

           Минең йөрәктең йылыһы

           Һеҙгә лә етә, ҡыҙҙар!

 

– тип ҡаршы бейегән  Ирғәле Сабира менән Хәбирәне бер юлы ҡулдарынан эләктереп тә  алды.

Шаярып-көлөп бик оҙаҡ бейене йәштәр.   

Ваҡыты-ваҡыты менән Ғайсаға күҙ һалып торған Хәлимә бейей-бейей түңәрәктең эсенә төштө:

        – Ҡулдарыңда тальян гармун,

        Арымай микән ҡулың?

        Ҡулдарыңда тальян гармун,

        Арымай микән ҡулың?

        Арып китһә әгәр ҡулың,

       Мин булырмын уң ҡулың.

       Арып китһә әгәр ҡулың,

       Мин булырмын уң ҡулың!

 

– Әйҙәгеҙ, Ғайсаға ял бирәйек, йөҙөк һалыш уйнап алайыҡтар. Ултырышығыҙ теҙелешеп ағасҡа. Мин йөҙөк һалам. Ғайса, анау алдағы бүрәнәгә ултыр, беҙгә артың менән! Һин йөҙөк табыусы.

Оялсан Ғайса, уйындан баш тартты.

– Әйҙә инде, Ғайса, ялындырып торма!

– Эйе шул! Ултыр әйҙә! – Сабира менән Хәбирә икәүләп Ғайсаға ябырылдылар.

– Бәйләнмәгеҙ Ғайсаға! Ял итһен әҙерәк...Үҙем ултырам бүрәнәгә! – Дуҫын яҡлап, бүрәнәгә Мырҙагилде килеп ултырҙы.

– Алдым-һалдым! Көмөш йөҙөк таптым! Көмөш йөҙөк кемдә? Әйт, Мырҙа!

Мырҙагилде  боролоп, ағаста теҙелеп ултырған йәштәргә ҡараны. Уның күҙе ҡара ҡашлы, ҡара күҙле сибәр генә ят ҡыҙға төштө.

– Исемен белмәйем, мына был һылыуҙа, – тип ҡулдары менән төртөп күрһәтте Мырҙагилде.

– Һин ҡарап ултырғанһыңдыр шәйт? Ҡайҙан белдең ул, Мырҙа? – тип аптырап китте Хәлимә.

– Һылыуҙың күҙҙәренә ҡарап белдем, – тип шаяртып   яуап бирҙе  Мырҙагилде.

– Ниндәй яза бирәбеҙ Фәғиләгә?

– Үҙе тураһында һөйләһен әле!

– Эйе, эйе, – тип ҡысҡырышты йәштәр.

Ҡунаҡ ҡыҙ оялышынан ҡып-ҡыҙыл булды.

– Сыҡ уртаға, сыҡ, – тип Хәбирә Фәғиләне  төрткөләп уртаға сығарҙы.

– Һөйлә үҙең тураһында, – тип ҡушылды  Сабира.

Ҡаушап ҡалған ҡыҙ, нисек башларға белмәй, ҡыйыуһыҙ ғына Мырҙагилде яғына ҡарап алды. Фәғиләнең ярҙамға мохтаж икәне  йөҙөнә сыҡҡан ине.

– Мин – Фәғилә,  Ишбулды ауылынан. Апайым Фирүзә менән Зөлхизә еңгәмә бәпәй ҡарашырға килдек, йәйгелеккә.

– Тағы, тағы, – тип ҡысҡырышты Сабира менән Хәбирә, –  нисә йәш һиңә? Һөйлә. Йәрәшкән егетең бармы?

Шул саҡ Мырҙагилде урынынан торҙо ла, ҡыҙҙарға  ҡарап:

– Ярай, оялтмағыҙ һылыуҙы, уйынды дауам итәйек, – тип бәхәсләшеүҙе туҡтатты.

Гармун тауышын ишетеп, икенсе ярҙағы урыҫтар ҙа балалайка уйнап йырлай  башланылар:

 

– Балалайка, балалайка,

Ну сыграй, дружочек мой!

Может девушка краса

Прибежит на голос твой!

 

– Һайт тигән тауышҡа

Балыҡ сумды  ҡамышҡа.

Ҡайҙа ҡасып ята икән

Миңә тигән Петрушка?

Ҡайҙа ҡасып ята икән

Миңә тигән Петрушка?

 

– Мой миленок,  как теленок,

Только разница одна:

Мой миленок любит девок,

А теленок – молока!

 

Уйындар ике ярҙа ла дауам итте: теге ярҙа Васьканың тауышы ҡолаҡ ярһа, был яҡ ярҙа Сабира менән Хәбирә бирешмәнеләр. Йәштәр таралыша башлағанда,  таң атып килә ине.

Гармунда уйнап,  йырлай-йырлай йәштәр урамға бөтәһе бергә инделәр. Аҙаҡ берәм-һәрәм һәр береһе үҙ йорто йәки оҡшаған  ҡыҙҙың йорто янында тороп ҡала башланылар.

Мырҙагилде, Батыр, Ирғәле,  Фәғилә һәм уның апаһы Фирүзә  Зөлхизә апайҙарға тиклем йәштәргә ҡушылып  бергә барҙылар. Боролошҡа етәрәк Мырҙагилде  күрһәтмәй генә Фәғиләнең ҡулынан тотоп ҡыҫып алды. Ҡыҙыҡай ҡурҡышынан тертләп  китте. Мырҙагилде ҡыҙҙың ҡолағына бышылдап ҡына:

– Өй  янында  туҡта, хушлаш, тик  инмәй тор, йәме, – тине.

Йәштәр йырлай-йырлай урам буйлап киттеләр. Батыр, Ирғәле, Фирүзә лә  ҡапҡа янында туҡтамай, йәштәр менән юлдарын  дауам иттеләр.

Фәғилә Зөлхизә апайҙарҙың  йорттары яғына боролдо. Һүҙгә мауыҡҡан йәштәр уның тороп ҡалғанын һиҙмәнеләр ҙә. Фәғилә ҡараңғы ихатаға инде.

Шул саҡ, ике йорт араһындағы һайғау аша һикереп,    уның алдына Мырҙагилде килеп баҫты. Ҡыҙ ҡурҡышынанмы, оялышынанмы бөршәйеп ҡалды.

– Фәғилә, ҡурҡма минән. Әйҙә, әҙерәк һөйләшеп торайыҡсы.

Фәғилә, үҙенән ике башҡа бейек, ҡыйыу, матур егеткә күҙҙәрен күтәреп ҡарарға баҙнат итмәне.

Мырҙагилде дерелдәгән ҡулдары менән ҡыҙҙың ҡулдарын усына  алды.

– Фәғилә, апайың ҡайтҡансы һөйләшеп торайыҡ әле. Ҡурҡма минән, йәме!

– Ҡурҡмайымсы, оялам шул.

– Оялма, ҡараңғы бит, мин һиңә    ҡарамай ғына һөйләшәм, төндә оялғаның күренмәй бит! –тип көлөп ебәрҙе егет.

Егеттең шаяртыуына Фәғилә лә көлөп ебәрҙе.

– Фәғилә, ҡалай бәләкәй генә ул ҡулдарың. Бигерәк йәтеш кенәләр. Бармаҡтарың өшөп бөткәндәр бит! – Мырҙагилде ҡыҙҙың һалҡын бармаҡтарын өрөп йылыта башланы.

– Юҡ, юҡ, өшөмәнем ул. Хәлимә менән шишмәнән услап һалҡын һыу эскәйнек, шуға һыуыҡтыр ул.

– Хәлимә фермала быҙауҙар ҡарай, ул өйрәнеп бөткәндер ул һыуыҡҡа!

– Ул быҙау ҡарай, мин бала ҡарашам.  Зөлхизә еңгәм эшкә лә йөрөй кәнсәгә, әтеү өс бәләкәй балаға өлгөрә алмай.

– Ишбулдыла кемдәрең бар?

– Атайым, әсәйем, ике ағайым, ике апайым, бер ҡустым. Мин ҡыҙҙарҙан иң бәләкәйе.

– Ә мин иң өлкәне, ике һеңлемә ағаймын!

– Беләм...

– Ҡайҙан беләһең?

– Мөслимә менән Гөлйемеш һөйләнеләр.

Мырҙагилде ғәжәпләнеп китте:

– Улар һине беләләрме ни?

– Эйе, улар Зөлхизә апайҙарға көн дә инеп сығалар.

– Оҙаҡҡа килдеңме Ҡашҡатҡа?

– Йәй бөткәнсе, тигәйне әсәйем.

Хәбәрҙең ҡыҙа башлаған ғына сағында, яҡынлашып килгән йәштәрҙең тауыштары ишетелде. Ирғәле ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер һөйләй, ҡыҙҙар көлөшә.

– Уй, апайым күрә бит, мин ҡайтам, – тип Фәғилә ҡулдарын ысҡындырырға тырышты.

– Иртәгә уйынға сыҡ, йәме, ошолай тағын тороп ҡалырбыҙ, – тип Мырҙагилде ҡыҙҙың бармаҡтарын ысҡындырмаҫҡа тырышты.

Әммә Фәғилә ҡулын тартып алып, йүгереп ишек артына сумды.

– Мырҙагилде йәштәргә ҡаршы  атланы.

Боролоштан  Ирғәле, Батыр, Фирүзә, Хәлимә күренделәр.

– Атаҡ! Мырҙа һаман ятмаған! Нишләп йөрөйһөң бер үҙең? Аһ-аһ, – Хәлимәнең тауышы таңғы һиллекте боҙоп яңғырап китте.

– Тш-ш-ш, ҡысҡырма, Һәлеш, хәҙер бөтә Ҡашҡатты уятаһың бит! – тип шаяртып алды  Мырҙагилде.

– Уятты инде! Ана, Шәрифә апай сығып та килә, – тип көлөп ебәрҙе Ирғәле.

Ысынлап та, ҡапҡанан күнәген тотоп Шәрифә сығып килә ине.

– Һаумы, Шәрифә апай, әллә еләккә киттең инде таң  менән? – тип шаяртып сәләмләне Ирғәле.

– Аһ, аһ, ништәп тораһығыҙ  таң һарыһы менән? Эйе, минең еләк  колхоз кәртәһендә көтөп тора! Бар,  ҡайтып ятығыҙ, йоҡоноң иң тәмле сағында йоҡо осороп урамда йөрөйһөгөҙ! Мырҙагилде, бөгөн һыйырҙы Зөлхизә апайың һауам тине, көтөүгә үҙең ҡыуырһың йәме, – тип Шәрифә туҡтап тормай  тиҙ-тиҙ атлап боролошҡа инеп юғалды.

Йәштәр тағы әҙерәк һөйләшеп торҙолар ҙа, әкрен генә һәр береһе үҙ йортона таралды.

 

Икенсе көндө Шәрифә эштән ҡайтыу менән тегеү машинаһына ултырҙы. Ҡыҙып китеп көнө буйы ике ҡыҙына ла йәрпесләп яңы  күлдәк тегеп кейҙерҙе. Ҡалыныраҡ туҡыманан ике ҡыҙына көҙгөлөккә яңы сәкмән тегергә тип ниәтләп,  нисегерәк бесергә тип баш ватты, аҙаҡ көҙләйерәк урыҫ ҡыҙҙарыныҡын ҡарап бесермен тип, туҡманы  киренән  һандыҡҡа  тығып ҡуйҙы.

Кискә табан Мөслимә менән Гөлйемеш яңы күлдәктәрен кейеп, сәстәрен таҫма менән сикәләп үреп,  аҫҡы яҡҡа Нәғимә инәһе менән Мөхәмәтдин олаталарына төштөләр.

Урамда   күргән бер кеше янында туҡтап, күренеп китергә лә онотманылар! Күрше-күлән  күлдәктәренә һоҡланып, Шәрифәне маҡтап ҡалдылар.

Нәғимә туҡһанға етеп барған ҡәйнәһенә сәй эсерергә  әҙерләнеп йөрөй ине. Күбәләк кеүек матур ҡыҙҙарҙы күреп аптырап китте.

– Аһ, аһ, ҡайҙан киләһегеҙ былай ҡупшы кейенеп, әсәң тегеп кейҙерҙеме, ҡасан өлгөрә был Шәрифә?

– Эйе, Нәнә инәй. Әсәйем бөгөн текте икебеҙгә лә, – тип яуапланы Мөслимә.

– Ҡалай килештереп теккән бит әле. Тегенсе Нюраң ары торһон, һай, һай, йәрпестәренә хәтлем эшләгән, йәрпесенә таҫма ла һуҙған бит әле!

 Нәғимәнең  үҙ ҡыҙҙары булмағас, апһынының  ҡыҙҙарына һоҡланып бөтә алмай шул. Булған наҙын, һөйөүен  Шәрифә килендәшенең ошо ике ҡыҙына бирә, баҙарға барһа,  Мөслимә менән Гөлйемешкә тип бағышлап  таҫма, мунсаҡ, төрлө-төрлө туҡымаларын да алып ҡайтыштыра, кеҫәһендә ошо ике  балаға тип кәнфитен дә   йөрөтә. Мөхәмәтдине менән уҫаҡ кеүек  бейек дүрт малай үҫтерәләр, бәлки, Алла бирһә, ҡыҙы  ла булыр әле тип өмөтөн өҙмәй йәшәй.

Урындыҡтың түрендә сәй көтөп ултырған Хәмдиә әбей ейәнсәрҙәренең тауышын ишетеп шатланып китте. Әбейҙең күҙҙәренә аҡ төшөп, һуңғы йылдарҙа  бик насар күрә башланы, шуға күрә йорттан йыраҡҡа яңғыҙ сығып йөрөй алмай, күберәк өй һаҡлап, түрҙә   генә ултыра. Күрше-фәлән  килһә, шатланып, һөйләшеп туя алмай. Бөгөн дә ишек төбөнән ейәнсәрҙәренең  сәркелдәгәнен ишетеп, әбей ҡыуанып китте. Кесе улын – Шәмсетдинен ҡулға алғандан һуң, борондан бейек буйлы Хәмдиә әбей бөкрәйеп, бәләкәйләнеп ҡалған һымаҡ, оҙон танауы тағы ла оҙонайып, бит иттәре кибеп, яңаҡтары  эскәрәк инеп киткән  кеүек. Өйгә килгән һәр бер кешенән улы тураһында   ҡош телендәй булһа ла хәйерле  хәбәр көтөп ултырған Хәмдиә әбейгә ейәнсәрҙәрен һыйпап-һөйөп алыу ҙур йыуаныс ине.

– Мөслимә, Гөлйемеш, һеҙме был, ҡыҙымдар? Килегеҙ мында, бер һөйәйем!

– Беҙ, беҙ, ҡәртәс! Мына әсәйем яңы күлдәк текте беҙгә! Әйенселәп йөрөйбөҙ, – тип Мөслимә ҡартәсәһенә килеп һыйынды. Унан күрмәксе, Гөлйемеш тә әбейҙең икенсе яғынан  килеп һыйынды.

Хәмдиә әбей бармаҡ остары менән икеһенең дә күлдәктәрен һәрмәп, тотҡолап  ҡараны:

– Ҡалай яҡшы булған! Әллә бер иш итеп теккән инде Шәрифә килен ҡыҙларына?  Йылы тәнегеҙҙә туҙһын! Килен, минең һандыҡты  ас әле, шунда еҫле һабындар бар, алып бир ҡыҙларыма, әйенселәп килгәндәр бит, – тип, камзул кеҫәһенән һандығының асҡысын алып ташланы урындыҡҡа.

“Һандыҡ” тигән һүҙҙе ишетеү менән Мөслимә урындыҡтан төшә һалып, Нәғимә инәһенә эйәреп   төпкө яҡҡа үтте.

– Мин дә ҡарайым ҡәртәстең һандығын.

– Һандығын аҡтарып тормайым бит, Мөслимә. Еҫле һабынын ғына алам да ябам кире. Әтеү ҡәртәсең әрләр беҙҙе!

– Ярай, мин дә тиҙ генә ҡарашам һабынды, –тип ҡырталашты Мөслимә.

Нәғимә элмәле йоҙаҡты сисеп иҙәнгә ҡуйҙы ла  һандыҡтың ҡапҡасын асып ебәрҙе.

Йортҡа  хуш еҫле һабын, тағы ла ниндәйҙер әскелтем  еҫтәр таралды. Һандыҡ арыуыҡ ҙур ғына ине, эске яҡтан икегә бүленгән. Ҙурыраҡ яғына туҡымалар, шаршау, кейем-һалымдар, сигелгән таҫтамалдар ипләп кенә теҙелгән.   Бәләкәйерәк яғына ваҡ-төйәк тултырылған. Унда гәрәбәнән эшләнгән мунсаҡтар, беләҙектәр, һырғалар, йөҙөктәр, төймәләр, сигелгән ҡулъяулыҡтар, төрлө төҫлө таҫмалар, әсмуха сәйҙәр төрөп һалынған. Хәмдиә әбейҙең килен булып төшкәндән алып килгән  бөтөн байлығы ошо йоҙаҡлы  ҙур ағас  һандыҡта һаҡлана. Әбей һандыҡтың асҡысын  бауға бәйләп кеҫәһендә генә алып йөрөй,  быға тиклем  берәүгә лә асҡыс эләкмәй ине. Тик һуңғы ваҡытта,  күҙҙәре асыҡ күрмәү сәбәпле, анда-бында  килене Нәғимәгә асҡысын бирә башланы. Ни  тиһәң дә,  оло килен бит!

Ҡатын-ҡыҙҙарға хас ҡыҙыҡһыныусанлыҡ Мөслимәне лә урап үтмәгән ине. Ул тиҙ генә һандыҡ янына килеп, тубыҡланып иҙәнгә ултырҙы. Нәғимә ҡулын тығып һандыҡтан һабын эҙләгән арала, Мөслимә тиҙ генә мунсаҡтарҙы кейеп алды, нәҙек кенә бармаҡтарына бер нисә йөҙөк тә элде.

– Нәнә инәй, ҡарале миңә, матурмы?

– Һай-һай, ҡыҙ остоғо! Килештереп тағып та алған! Матур, бик матур!

– Былар миңә буламы? Ҡәртәс  кемгә йыйған был матусҡайларҙы?..

– Ҡәртәсеңдең ҡыҙ сағынан йыйған бирнәһе инде. Һеҙгә булыр, ейәнсәрҙәренә.

– Мин бөгөн уҡ алып ҡайтам әтеү.

– Бирнәне кейәүгә сыҡҡанда бирәләр. Һиңә иртәрәк әле.

– Мин әтеү тиҙ генә  кейәүгә сығам!

– Башта Мырҙагилде ағайың кәләш ала, унан һуң сират һиңә етә. Мырҙаға тиҙерәк кәләш табыр кәрәк.

– Ярай әтеү, мин уға тиҙ генә табып бирәм  кәләште. Анау теге Аняны алабыҙ кәләш итеп!

– Һуң, ул бит мәрйә! – тип көлөп ебәрҙе Нәғимә.

– Булһа һуң! Аня матус ҡына, күҙҙәре йәшел генә, сәстәре һап-һары бәпембә кеүек! Ә күлдәктәре ниндәй мату-ус. Аня була еңгәм.

– Ә Мырҙагилде ағаң риза булмаһа, шунан нишләйһең? – тип шаяртыуын дауам итте Нәғимә.

– Риза булмаһа, анау нишана кеүек һыңар күҙле Нәзифәне алаң, тип ҡурҡытабыҙ аны.

Мөслимәнең тәтелдәгәненә Нәғимә көлөп ебәрҙе.

– Ярай, ағаң ишетмәй. Телеңде ишеп ҡуйыр ине, Мөслимә, ҡулыңды тығып һин эҙләп ҡара әле әйберҙәрен болартмай ғына. Һабындың хуш еҫе бар, үҙе ҡулға эләкмәйсе!

– Нәнә инәй, ҡәртәс һабынды яулыҡҡа  йә таҫтамалға төрөп һала, тәмле еҫе сыҡһын тип.

– Аһ-аһ, һин ҡайҙан беләһең аны?

– Әсәйем дә шулай итә, ҡәртәсәй өйрәткән.

Еләк еҫе сығып торған һабындарҙы табып ситке яҡҡа сыҡҡанда, Гөлйемеш башын ҡартәсәһенең алдына ҡуйып йоҡлап киткән ине. Хәмдиә әбей ҡыҙҙың сәстәренән һыйпап әкрен генә доғаларын уҡып ултыра.

– Эй, бейем, сәй ҡоймағанмын бит, – тип Нәғимә ашыға-ашыға кәсәләргә һөтлө сәй ҡоя башланы.

– Индегеҙ ҙә баттығыҙ бит, килен.   Гөлйемеш тә арыған, сәй ҙә эсмәй  әүен баҙарына китте.

– Һабынды саҡ-саҡ таптыҡ! Еҫе сыға, үҙе юҡ. Ярай Мөслимә әйтте әле.

– Аһ, аһ, Мөслимә ҡайҙан белә һабындың ҡайҙа ятҡанын?

– Ҡәртәс, әсәйем дә һабынды таҫтамалға төрөп һала, еҫе сыҡһын тип.

– Бигерәк отҡор бала булып сыҡты был Мөслимә. Атаһы ла бәләкәйҙән шулай отҡор булды, Мөслимә лә, Мырҙагилде лә атаһына оҡшаған. Урыҫ тип тормай, сит-ят тип тормай,  бөтә әҙәм  менән тиҙ генә уртаҡ тел табалар, Мөслимә лә бәләкәймен, имгәкмен тип тормай  Укергә мәрйәләргә йөрөй, урыҫса һупалай. Шәмсетдинем кеүек отҡорҙар. Эй, балаҡайым, ҡайҙа ғына йөрөйҙөр? Хоҙайым, үҙең һаҡлап-яҡлап алып йөрө улымды. Ошо балалары хаҡына,  ҡайтар инде! Ҡайтыр, Алла бирһә, атаң, Алла бирһә, ҡайтыр! Ана, урамдан әристәнттәр үткән һайын ҡорот булһа ла сығарып бирегеҙ, Мөслимә балам! Атайың да берәй ерҙә сарсап-асығып йөрөйҙөр, бәлким. Мосафирҙарҙы ашатып-эсереп ебәреү мотлаҡ, балам! Мотлаҡ! – Хәмдиә әбей кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып күҙҙәрен һөртөп алды ла һүҙен дауам итте.  – Мөслимә ҡыҙым, мына һеңлең менән икегеҙгә еҫле һабындар, ҡыҙларҙан тәмле еҫтәр сығып торорға тейеш, яңы күлдәктәрегеҙ йылы тәнегеҙҙә туҙһын! Алла бирһә, тағы ла яңыларын тегеп кейҙерер әсәгеҙ.

Ҡыҙҙар Нәғимә инәләре һәм ҡартәсәләре менән сөкөрләшә-сөкөрләшә тәмләп сәй эстеләр. Шәмсетдинен һағынған   Хәмдиә әбейгә ейәнсәрҙәрен һөйөү, улар менән сөкөрләшеп сәй эсеү үҙе бер байрам  ине. Улын күргән кеүек булды әбей. Мөслимә сәй эсеп алғас, ҡартәсәһенең сәстәрен тарап, башын ҡарап алды.

Кискә табан, юғалған һеңлеләрен эҙләп, Мырҙагилде килеп инде.

– Был икәү  сыҡты ла юҡ булды! Ярай һеҙҙә икәндәр әле. Әллә Үкергә сығып киткәндәрме тип аптырап бөттөм. Ышан Мөслимәгә, яңы күлдәк әйенселәргә тип теге яҡ ярға ла сығып китер...

– Улым, түргә үт, сәй эсеп сыҡ. Килен, самауырға ҡуҙ төшөр, шыжлап китһен!

– Сарсап киткәйнем, ҡәртәс,  бер ике кәсә һинең менән эсәм.

– Мырҙагилде, ҡаҙанда аш та әҙер, һоҫа башлайым, хәҙер олатаң да ҡайтыр инде, мал ҡайтҡансы көтөүҙән  ашап алайыҡ. Малайҙар  кәртә артында көнө буйы эш менән булалар, Мөслимә,  бар, саҡыр ағайҙарыңды.

Нәғимә йомоштарын ҡушып бөткәс, килендәргә хас йылғырлыҡ менән тиҙ генә самауырын шыжлатып ебәрҙе лә, ҡәйнәһе менән Мырҙагилдегә ҡуйы сәй яһап, аш һоҫорға ҡаҙанлыҡҡа сығып йүгерҙе.

Шул арала   бер-береһенән  һомғолораҡ дүрт егет теҙелешеп ҡайтып инделәр.

Хәмдиә әбей, эстән уҡына-уҡына ейәндәрен уйланы. ”Аллаға шөкөр, барыһы ла мәрхүм  бабайыма оҡшап оҙон буйлы, аҡ йөҙлө, тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәсле бер тоҡомдан! Хатта Шәмсетдинемдең улы Мырҙагилде лә һуйып ҡаплаған кеүек Мөхәмәтдиндең улдарына оҡшаған. Мәшаллах! Ҡан да тартҡан, йән дә тартҡан! Хоҙайым, балаларға тәүфиҡ бир, тәүфиҡҡа ҡушып бәхет бир, бәхеткә ҡушып ғүмер бир!”

Егеттәр бергәләп ултырып аш ашанылар, сәй эстеләр. Мөслимә менән Гөлйемеште шаяртып, көлөшөп тә алдылар.

– Мырҙа, әйҙә иртәгә төнгөлөккә  Бараҡалға сыраҡҡа төшәйек! Усаҡ яғып балыҡ бешереп, төн ултырып ҡайтайыҡтар!

– Була инде.  Абзый, кемдәрҙе алабыҙ һуң?

Мырҙагилде үҙ-ара һөйләшкәндә Мөхәммәтғәлене “абзый” тип ҙурлап өндәшә, сөнки ул унан  дүрт йәшкә өлкән. Әммә Мөхәммәтғәле Мырҙагилдене кесе  тип һанамай, сөнки Мырҙа   үҙен ололар кеүек етди тота, ололарса уйлай.

 

Дауамы бар. 

Шәрифә Повесть (5)   Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Шәрифә Повесть (5) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Автор:
Читайте нас