

6
Мөхәммәтғәленән кесерәге Ҡыяметдин Мырҙагилденән ике йәшкә өлкән, Мырҙа уны үҙенсә “Ҡыям ағай” тип йөрөтә, өсөнсөһө Кинйәғәле Мырҙагилде менән бер йылғы, әммә улар бик яҡын түгелдәр, сөнки Кинйәғәле бәләкәйҙән сырхауыраҡ, ағалары әйтмешләй, “ел иҫһә лә йүтәлләй”. Күберәк өй тирәһендә, баҡса эштәре менән булыша, артыҡ урамға сығып йөрөмәй. Иң бәләкәйҙәре Имаметдин Мырҙагилденән дүрт йәшкә кесе. Әммә бала саҡтан ауыр эштәр эшләп ағалары араһында булғанға, Имаметдин ағаларынан ҡалмаҫҡа тырышып, һәр саҡ уларға эйәреп йөрөй.
– Ғизетдин, Әбдерәхмән, Ибраһим, Ҡыям, Батыр, Ирғәле еткәндер!
– Бәлки, Үкерҙән Васька менән Андрейҙы ла алырбыҙ, мин уларға вәғәҙә биргәйнем.
– Ярай, һөйләштек.
Шул саҡ өндәшмәй генә һөйләшеүҙе тыңлап ултырған Имаметдин телгә килде:
– Ә мине, мине лә алығыҙ.
– Һин бәләкәй әле, – тип ҡырт киҫте Мөхәммәтғәле.
– Эш ҡушҡанда бәләкәй тимәйһегеҙ әле! Мин, ағай, гармуныңды күтәреп йөрөрмөн!
– Юҡ, баҡса менән булышырһың Ҡыямға.
– Ағай, мин бөтә эште лә бөтөрөп китәм, ал, ағай, мине лә, – тип илар сиккә етеп үтенде Имам.
– Ярай, барһын әйҙә, балыҡ таҙалар, – тип һүҙгә ҡушылды Мырҙагилде.
Егеттәр, ишек алдына сығып ултырып, сыраҡҡа төшөү тураһында әңгәмәне дауам иттеләр.
Икенсе көндө, баҡсаға һыу ҡойолоп, көтөүҙән ҡайтҡан малдар ҡаралып бөткәс, бер көтөү егеттәр атҡа тейәлешеп Бараҡал йылғаһына юл тотто.
Бараҡал ауылдан алыҫ түгел, өс саҡрым тирәһе бар. Уның һыуы Һәптәнгә ҡарағанда һыуығыраҡ, тәрәнерәк һәм киңерәк тә ине. Яҙ етһә, Бараҡал, ярҙарынан сығып Һәптән менән тоташа ла, аҫҡы болондарҙы баҫа. Ҡарттар һөйләүенсә, элек Бараҡалда ҙур суртандар тотҡандар. Хәҙер ҙә ҡайһы саҡ сыраҡҡа сығып, оло ғына шамбылар алып ҡайталар.
Егеттәр, яр буйына килеп урынлашып, усаҡ яғып ебәрҙеләр, сәйнүккә үләндәр һалып, сәй ҡайнаттылар, шунан кемдең ниндәй ризығы бар, шуның менән табын ҡорҙолар. Васька усаҡтың көлөнә генә күмеп картуф бешереп алды. Көйгән картуф еҫе танауҙарға кереп, ауыҙ һыуҙарын сығарҙы.
– Әйҙәгеҙ, ашап алайыҡ та шунан сыраҡ яғырға торомбаш әҙерләрбеҙ, – тип Мөхәммәтғәле егеттәрҙе табынға саҡырҙы, үҙе көлгә күмеп бешерелгән сөсө икмәк, бер сеүәтә ҡатыҡ ҡуйҙы, Мырҙагилде майланған талҡан менән ҡорот сығарҙы, Батыр бешкән – йомортҡалар, Ирғәле – тәгәс менән киптерелгән ат ите. Һәр береһенең алып килгән аҙығын ҡуйғас, ашъяулыҡ тулды ла ҡуйҙы. Васька өтөлгән картуфҡа ҡушып ашарға сало килтереп сығарҙы, сөснөк еҫе сығып торған тоҙло сусҡа майын йоҡа ғына итеп бүлгеләп табынға теҙҙе. Егеттәр тәмләп ашарға керештеләр. Ашау һүҙһеҙ генә барҙы. Бер аҙ үткәс, Мөхәммәтғәле йылмайып Ирғәлегә өндәште:
– Бәләкәй Бүләк, нишләп сусҡа майы ашамайһың?
– Өләсәйем, мосолмандарға сусҡа ашарға ярамай, ти, ҙур гонаһ була, ти.
– Ә һин бисмилла тиген дә аша ла ҡуй, – тип шаяртты Батыр.
– Эйе, барлыҡ мосолмандар шулай итер ине, ярамай, ти өләс.
– Был бит һимеҙ генә аҡ һарыҡ ите кеүек, ашап ҡара, – тип ныҡышты Батыр.
– Ярай, егеттәр, мин дә ҡапманым, көсләшмәйектәр. Йәне теләгән – йылан ите ашаған, ти әсәйем, кем теләй – шул ашай. Әйҙәгеҙ, йыйына башлайыҡ сораҡҡа, тиҙҙән ҡараңғылай башлай, – тип шаярыуҙы туҡтатты Мырҙагилде.
Егеттәр ашап бөтөп, туйғансы эҫе сәй эсеп алдылар, аҙаҡ һауыт-һабаларҙы йыйыштырып, арбаға тейәп ҡуйҙылар, усаҡҡа күп итеп утын йыйҙылар, сәйнүккә һыу ҡойоп, үләндәр тултырып ҡайнатырға ултырттылар. Сораҡҡа төшөү, ғәҙәттә, ҡараңғы төшкәс башлана һәм таң һыҙылғансы дауам итә. Төнө буйы һалҡын һыу кисеп йөрөү бик өшөттөрә, шуға күрә усаҡта эҫе сәй, арбала ҡоро кейем булырға тейеш, сөнки таңға табан үләнгә мул итеп ысыҡ ултыра, ерҙә ятып ҡалған кейем-һалым еп-еүеш була.
Егеттәр алмашҡа алып килгән кейемдәрен кейеп алдылар, торомбаштарын Васька алып килгән балауыҙға мул итеп манып, ут төртөргә әҙерләнеләр, һандалдарҙы сығарып тимер тештәрен барланылар, балыҡ һалырға септәндәрен элеп, сыраҡҡа төшөргә әҙерләнделәр. Имамды һанамаһаң, барыһы ун кеше ине, Мөхәммәтғәле егеттәргә бойороҡтар бирҙе:
– Ирғәле, һин атыңды тышаулап ебәр ҙә, Имам менән шарламаға мурҙа ҡуй. Унда бәрҙе күп була, усаҡты һүндермәгеҙ, ҡарап тороғоҙ. Ярға беҙ бушатҡан балыҡтарҙы йыйып торорһоғоҙ! Мырҙа, һин Васька менән Әндрейҙе ал! Башта, ятыуға инеп, әсе ҡатыҡты ҡойоғоҙ. Бер аҙ ваҡыт үтеп, балыҡтар йыйылғас, ятыуға өс яҡтан инәбеҙ. Мин, Ибраһим, Мырҙа – сәнсеүсе, Васька, Ҡыям, Ғизетдин сыра тотоп йөрөйһөгөҙ, ҡалғандар септән элеп балыҡ йыяһығыҙ.
Егеттәр өсәр-өсәр өс төркөмгә бүленеп, тамам ҡараңғы төшкәс, сораҡты башланылар. Ирғәле менән Имам, мурҙаларын шарлауыҡҡа урынлаштырҙылар, ала бейәне тышаулап болонға ҡыуҙылар ҙа, янып ятҡан усаҡҡа йүнәлделәр.
Айлы матур йәйге төн. Йылы, тыныс, бар донъяла һиллек. Үлән араһында сиңерткәләр сырылдаша, Бараҡал буйында унда-бында баҡалар ҡысҡырыша. Аттың ҡырҫ та ҡырҫ итеп үлән ашағаны яңғырап китә.
– Ирғәле ағай, күккә ҡарале, анау ниндәй йондоҙ ул ҡыҙғылт ҡына? Элек күргәнем юҡ инесе.
– Ҡайһы йондоҙ, күрһәт?
– Анау, ана, Үкерҙең өҫтөндә генә эленеп тора.
– Әәә, белмәйем, беренсе тапҡыр күрәм.
– Ҡәртәс әйтә, ҡыҙыл йондоҙ ҡалҡһа, бәлә килә, ти!
– Юҡты һөйләмә әле, ниндәй бәлә булһын, ауыҙыңдан ел алһын. Әйҙә, анау ереклектән ҡоро-һары йыйып алайыҡ. Усаҡҡа утын күберәк булһын.
– Ирғәле ағай, балта алманыҡ бит.
– Ә был нимә, балта түгелме ни? Ирғәле биленә бәйләп алған балтаһына күрһәтте. Мин урманда һәр саҡ балта менән йөрөйөм! Атайым шулай өйрәтте. Ике аяҡлы йәнлектән дә, дүрт аяҡлы йәнлектән дә балта һаҡлай. Иҫеңдә тот! Һин дә шулай эшлә!
Ирғәле менән Имам ике ҡороған еректе йыҡтылар ҙа, һөйрәп алып килеп янып ятҡан усаҡҡа өҫтәнеләр, берешәр көрөшкә эҫе сәй эсеп, ятыулыҡҡа башҡалар янына йүнәлделәр.
Һыу өҫтөндә тулған ай менән яҡты йондоҙҙарҙың нурҙары сағыла. Әйтерһең дә, улар төнгө һиллектә һыу ҡойонорға төшкәндәр. Һыуҙың өҫтөндә бер тулҡын да юҡ, йылға көҙгө кеүек йылтырап ята. Бараҡалдың икенсе ярындағы бөҙрә талдар баштарын һыуға тиклем эйеп, ошо сихри матурлыҡҡа тағы ла серлелек өҫтәй.
– Ҡайҙа улар, күренмәйҙәр бит? – тип аптырашынан ҡысҡырып ебәрҙе Имам, һыуға килеп еткәс.
– Ҡысҡырма! Һыу инәһен уятаһың бит! Ана йөрөйҙәр, текләңкерәп ҡара! – Ирғәле ҡулын һуҙып ятыулыҡты күрһәтте.
Ысынлап та, торонбаш тотҡан егеттәр ятыуҙың өс яғынан әкрен генә баралар, уларҙың күләгәләре генә һыуҙа сағылып ҡала. Ваҡыт-ваҡыты менән балыҡ сәнскәндә “ҡарп” иткән тауыш ҡолаҡҡа салына. Ирғәле менән Имам әкрен генә яр буйлап егеттәргә эйәрҙеләр.
Тәүге ҡояш нурҙары беленә башлағанда, балыҡсы егеттәр усаҡ тирәләй турпышаға өйөлөп ятып әүен баҙарына киткәндәр ине. Үлән еҫе сығып торған һалҡынса һауа, өҫкә ябынған иҫке көпөләр тәрән йоҡоға булышлыҡ ҡына итәләр.
Ирғәле һары бейәне алып килеп, ағасҡа бәйләне лә, мурҙанан алған бәрҙеләрен таҙартып, бер өлөшөн тимер күнәккә бешерергә ҡуйҙы, бер өлөшөнә тоҙ һибеп, дегәнәк япрағына төрөп ҡуҙға күмде. Йоҡоһо осҡайны Ирғәленең. Ул егеттәргә ҡамасауламаҫ өсөн, миндек ҡырҡырға тип, ҡайынлыҡҡа йүнәлде. Миндек тигәнен дә урыҫтарҙан отоп алдылар. Мунсала эҫе ташҡа һыу һибеп, шуның парына урыҫтар миндек һалып бер-береһен сабалар, һалҡын һыу менән ҡойоналар, ҡыш яланғас килеш ҡарға һикерәләр. Башҡорттар башта бер килке аптырашып, ситтән генә күҙәтеп йөрөнөләр, тора-бара үҙҙәре лә сабыныуҙың файҙаһын белеп алдылар. Эҫе мунсала сабынып алһаң, талсыҡҡан тәндең арыуы ла, ауыртыуы ла ҡул менән һыпырып алған кеүек була. Шуға күрә йәй көнө ауылдары менән өмә яһап миндек тә эшләйҙәр, һарай, мунса түбәһенә элеп, урыҫтар кеүек, ҡышҡылыҡҡа киптерергә ҡуялар. Миндек артыҡ булмай ул”, – тип уйлап алды Ирғәле.
Таң ата... Бараҡал буйындағы таллыҡта кем уҙарҙан һандуғастар һайрай. Һыу өҫтөнән ҡуйы томан күтәрелә.
Өс оло ҡосаҡ япрағын арбаға тултырғас, Ирғәле усаҡтағы торомбаштарҙы сәйнүктең төбөнә өйөштөрҙө лә егеттәрҙе уятырға булды.
– Торыйҡ-торыйҡ торна килгән, әйҙә тороп ҡайтайыҡ, – тип ҡысҡырып, тимер күнәккә балтаһы менән тондороп алды.
Иң беренсе Мырҙагилде тороп ултырҙы.
– Нишләп ҡарлыҡҡансы ҡысҡыраһың, былай уятып булмаймы ни?
– Тимергә һуға, ут сыҡҡан кеүек, йоҡоһоҙ Иркәй! Үҙе лә йоҡламай, беҙҙе лә йоҡлатмай, –тип һөйләнә-һөйләнә Батыр ҙа тороп баҫты.
– Етәр, бәхетегеҙҙе йоҡлайһығыҙ әтеү. Балыҡ һурпаһы беште, сәй ҡайнаны, ашап алайыҡ та –ауылға. Йә атай эҙләп килеп етәр. Былай ҙа саҡ ебәрҙе, уттай эш ваҡытында ниндәй балыҡ ул, тип әрләй-әрләй, – тип, Ирғәле туҫтаҡтарға балыҡ һурпаһы ҡоя башланы.
Башҡа егеттәр ҙә уянып, тороп ултырҙылар.
– Әйҙәгеҙ сайҡанып сығайыҡтар. Йоҡо асылып китер, – тип кейемдәрен сисә-сисә Мырҙагилде йылғаға йүгерҙе. Уның артынан башҡалар ҙа эйәрҙе.
Турпыша өҫтөндә иҫке тире тунға төрөнөп Имам ғына ятып ҡалды. Ҡыҫҡа тун менән ул тулыһынса башын, ҡолаҡтарын, ҡулбашын ҡаплаған, тун аҫтынан уның йәшенә ҙурыраҡ танауы ғына сосморап күренә. Тун етмәгәс ни, сепейләнеп бөткән яланғас аяҡтарын тубығынан аҫҡа бер-береһенә ҡыҫып, өшөп ятҡаны күренеп тора. Әммә уның иртәнге тәмле йоҡоһона һалҡынса дымлы һауала, һыу буйында көлөшкән егеттәр тауышы ла, кем уҙарҙан һайраған ҡоштар ҙа, бер ниндәй тауыш та ҡамасауламай. Ул, әсә ҡуйынына һеңгән йәш бала кеүек, тәбиғәт ҡосағына сумып, иртәнге тәмле йоҡо һемерә ине.
Егеттәрҙән бушаған иҫке балаҫты алып Ирғәле Имамдың аяҡтарына япты ла танау аҫтынан ҡәнәғәтһеҙ мығырлап алды:
– Төнө буйы туйманығыҙмы ни һыу кисеп? Һыу баҡалары! Балыҡ һурпаһы һыуына бит!
Әммә егеттәр бер нәмә лә ишетер хәлдә түгел ине. Улар башта бер-бер артлы йүгерешеп һыуға сумдылар. Аҙаҡ бала саҡтағылай һыу сәсрәтеп уйнанылар, сумып йылға төбөнән таш эҙләнеләр, бер-береһен ҡыуышып йөҙөп алғандан һуң ярға сыҡтылар.
Шунан балыҡ һурпаһы ашап, эҫе сәй эсеп алғас, дәррәү генә балыҡ таҙаларға керештеләр.
Аҙаҡ балыҡтарҙы бүлешеп алдылар ҙа, һауыт-һаба, кейем-һалымды, балыҡ тотоу ҡорамалдарын арбаға тейәп, ат артынан йәйәүләп ауыл яғына юл тоттолар. Барыһы ла көр күңелле, бик шат инеләр.
– Әйҙәгеҙ, йәй аҙағына тиклем ошолай тағы бер-ике тапҡыр сораҡҡа сығайыҡ, – тип тәҡдим индерҙе Батыр.
– Йәй нисек килә бит әле, эштән бушап булһа... – тип уйсан ғына яуапланы Мырҙагилде.
– Эш тә эш тип һылтанһаҡ, эш бер ҡасан да бөтмәй ул. Атайым әйтмешләй, бәндә үлгәс тә өс көнлөк эше ятып ҡала, – тип ҡаршылашты Батыр.
– Өйҙәге бар ирҙәр эше Мырҙаның бер елкәһенә төшә бит: бесән, утын, аҡса эшләү, – тип Мөхәммәтғәле Мырҙаны яҡлашты.
– Мирза, брат! Давай мы с Андрюхой поможем тебе с покосом, дрова заготовить тоже поможем! Да ведь, Андрей?
– Запросто поможем, – тип Васьканы хупланы Андрей.
– Беҙ ҙә ярҙам итә алабыҙ! Мырҙа, бергәләп өмә эшләп бесән-утын әҙерләрбеҙ һеҙгә! Егеттәр, һеҙ ризамы? – тип һораны Батыр.
– Риза, риза! – тип дәррәү яуап бирҙе егеттәр.
– Их,егеттәр! Бер ҡасан бөтә малды ла бер һарайға туплап, уртаҡ бесән эшләп, уртаҡ ҡына һауып, бөгөн балыҡ таратҡан кеүек, кемгә күпме кәрәк ризығын шунса бүлеп биреп, еңел генә йәшәрбеҙ ул – тип көлөп ебәрҙе Мырҙагилде.
– Әле донъя шуға китеп бара инде былай ҙа. Колхоз малы шул уртаҡ мал түгелме ни, тик ризығы ғына әлегә бүленмәй, хөкүмәткә китә, –тип өҫтәне Мөхәммәтғәле.
– Эш, ризыҡ, мал уртаҡ булыуына ризамын, тик бисәләр уртаҡ булмаһын, – тип көлөп ебәрҙе Әбдерәхмән. – Өләс һөйләй торғайны, колхоз башланған саҡта, бисәләр ҙә уртаҡ була, тип ҡурҡытҡандар халыҡты! Шуға күптәр колхозға барырға ҡурҡып йөрөгән. Бер Абдулла тигән ҡарт апалы-һеңлеле ике бисәһен утарға апарып йәшергән, ти, тартып алмаһындар колхозға тип. Биш йыллап шунда икеһе генә ҡасып торған, ти. Аҙаҡ барһа, ул бисәләргә ен эйәләшеп киткән тей.
– Эйе, анау Хәбирә менән Сабираны йәшереп ҡара утарға! Утарҙан бөтә ендәр ҡасып бөтөр, – тип көлөп ебәрҙе Ирғәле.
– Хәлимә лә шул инде, анау көн кәртә янында елкәгә төртөп киткәйне, һаман һыҙлап йөрөй, – тип зарланып алды Әбдерәхмән.
– Минең һеңлеләр менән булма! Хәбирә менән Сабира икәүләп егерме күбәнән бер көндә кәбән һалып ҡуялар. Ендәр эшләй алмай улар кеүек. Хәлимә бушҡа төртмәҫ елкәңә, әсе телеңде ҡойғанһыңдыр тағын, – тип ҡушылды Ғизетдин.
– Әптерәй үҙе үсекләй Хәлимәне, аҙаҡ елкәһенә ала! Шулай бит? – тип Имам да ҡоро ҡалманы һөйләшеүҙән.
– Нимә тип үсекләй Хәлимәне? – тип ҡыҙыҡһынды Ғизетдин.
– Һәмәм, Һәмәм, ҡайҙа һинең кәмәң, бер йөҙҙөрһәң кәмәңдә, ташламамын мәңгегә! – тип Әбдерәхмәндең тауышы менән һөйләп күрһәтте Имаметдин.
Башта егеттәр бер нисә тапҡыр Имамды ҡабат-ҡабат һөйләтеп күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлөп алдылар, аҙаҡ Ғизетдин Әбдерәхмәнгә ныҡ итеп әйтеп ҡуйҙы:
– Хәлимә менән булма! Кеше араһында башҡаса уның исемен ҡушып теләһә ни һөйләмә! Әтеү мынау ҙур кәмәне ҡолаҡ төбөндә татырһың!
– Ҡызый, ми-мин бит шаярып ҡына, шаярып ҡына. Һәмә күбеп бешкән май кеүек йо-йо- йомшаҡ ҡына. То-тотоп ҡарағы килә! То-тоттормай, шуға, исмаһам, тондорһа ла рәхәт бит! – тип ҡурҡышынан тотлоға-тотлоға яуапланы Әбдерәхмән.
– Ишеттеңме мине? – тип ҡабатланы Ғизетдин.
– Э-эйе, Ҡызый, эйе!
Ғизетдин – араларында иң олоһо, иң бейеге, бәһлеүән кеүек ныҡ егет. Уның тиҫтерҙәре күптән кәләш алып донъя ҡороп яталар. Йәше егерме бишкә етеп барһа ла, ул ғаилә ҡороуҙы ашыҡтырмай. Киске уйындарға йөрөмәй, күберәк Үкер яғына сығып кузнис Николай менән тимер-томор сүкеп, уға ярҙамлаша, колхозда аттар дағалай, ҡышын һунарға йөрөй. Бәләкәйҙән етем ҡалып, атайҙан ҡалған донъя дилбегәһен, үҙ елкәләренә аҫып, ике һеңлеһе – Хәбирә һәм Сабира менән бергә һөйрәйҙәр. Ауылдаштары уның исемен үҙҙәренсә ҡыҫҡартып Ҡызый тип кенә атайҙар. Егеттәр уның Хәлимәгә күҙ һалғанын күптән белә, шуға күрә ҡай саҡ үҙ-ара шаяртып та алалар. Хәлимә егеттәр кеүек бик көслө, бик тәкәббер холоҡло. Өс ағаһы араһында үҫкән ҡыҙ бер нәмәнән дә ҡурҡмай ҙа, оялмай ҙа, оҡшамаһа, осора һуғып китер. Ғизетдин Хәлимәне ситтән генә күҙәтеп, һоҡланып, яҡын барырға уңайһыҙланып йөрөй.
Егеттәр көлөшә-көлөшә ауыл яғына юлдарын дауам иттеләр. Алда ҡуйы таллыҡ күренде, уның артында боролоп аҡҡан Һәптән йылғаһы, унан инде йылғаның ике ярында ике ауыл: бейегерәк ярҙа, тау итәгендә Ҡашҡат урынлашһа, йылғаның уйһыуыраҡ ярында Үкер урынлашҡан. Ҡашҡатта ҡар тиҙерәк иреп-ағып бөтһә, Үкерҙә берәр аҙнаға һуңлап башлана. Ҡояш та Ҡашҡатҡа иртәрәк төшә, күрәһең, электән үк башҡорттар иртәрәк тороп эштәрен бөтөрөүгә, Үкерҙең урыҫтары йоҡонан тора ғына башлайҙар.
Шуға күрә Ҡашҡатта ялҡауыраҡ ҡатындарға “Марүсә кеүек һыртыңа ҡояш төшкәнсе ятаһың“, тиҙәр.
Ҡояш арыуыҡ күтәрелгән. Сағыу эҫе уҡтарын йәлләмәйсә ергә һибә лә башлаған. Ике ауыл да йоҡонан күптән уянған инде. Кешеләр малдарын көтөүгә ҡыуып, ағын эшкәртеп, иртәнге сәйҙе тамамлап, төшкөлөккә әҙерләнәләр, күрәһең. Ҡайһы бер аласыҡтарҙың өҫтөнән аҡһыл-зәңгәр төтөн күтәрелә. Ҡаҙан төптәренә яғып, кем аш йүнәтә, кем эркет ҡайната, кем һөт бешерә. Йәй көнө тауыҡ сүпләһә лә эш бөтмәй шул.
– Ауылда беҙҙе юғалтҡандарҙыр инде... – тип ҡуйҙы Батыр.
– Беҙ булмағас, киске уйын да булмағандыр ул. Бөгөн уйынға сығабыҙмы, әйҙәгеҙ, кис бейеп, күңел асып ҡайтайыҡтар, – тип ҡушылды Ирғәле.
– Ҡы-Ҡызыйҙан башҡалар ки-киске уйынға сығалар инде... – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Әбдерәхмән.
– Ҡызыйға ней булған, ул нишләп сыҡмай?
– Уның Хә-Хәлимәһе бөгөн ятаҡҡа ҡуна китә. Хәлимә булмағас, Ҡызыйға ҡы-ҡыҙыҡ юҡ, – тип булышыуын дауам итте Әбдерәхмән.
– Әптерәй, к-к-көлмә, йәме, әтеү ХәХәлимә ишетһә туҡмап к-китер үҙеңде! – тип Әбдерәхмәнде эләкләп алды Имаметдин.
Егеттәр дәррәү көлөшөп алдылар.
Урман юлы ауылға етәрәк Крепостнойҙан килгән оло юлға ҡушылды. Юл таҡырыраҡ, иркенерәк булып китте. Арбаның кәңгерләүе лә кәмене. Халыҡ телендә Крепостной тип йөрөтөлгән ауыл – ул Крепостной Йылайыр тигән боронғо ҙур урыҫ ауылы. Урман араһында аҙашып ятҡан Ҡашҡат һәм Үкер өсөн Крепостной цивилизация үҙәге ине. Унда тормош ҡайнай: һәр шәмбе ҙур баҙар көнө үтә, элекке купецтарҙан ҡалған лавкаларҙа кәпирәтивтәр асылып, көндәлек әйберҙәр ҙә һатыла, ике ҡатлы йортта кәнсә лә бар, мәктәп, фельдшер пункты, почта ла бар! Хатта урыҫтарҙың сиркәүе лә эшләй. Һәр ял көнө Үкер урыҫтары суҡынырға ғаиләләре менән Крепостнойға йөрөйҙәр. Ул һигеҙ саҡрым аралыҡта ятһа ла, башҡорттар ҙа, урыҫтар ҙа был араны, кәрәк икән, көнөнә бер нисә ҡабат урай.
Егеттәр Һәптәнде кисеп үттеләр. Алда – Ҡашҡат. Юл ыңғайында яр буйында ҙур булмаған ҡара мунса тора. Был сит яҡ урам мунсаһы. Ул мунсаны Мөхәмәтдин менән Шәмсетдин яҡын-тирәлә йәшәгән ирҙәр менән бергә өмә итеп, уҫаҡтан күтәргәйнеләр. Хәҙер инде ситке урам халҡы нисәмә йылдар рәхәтләнә! Йәй етһә, күмәкләп утын, миндек әҙерләйҙәр, мунса йыл буйына яғып төшөргә бөтәһенә лә етә.
Мунсанан һыуға тырансанан баҫма һалдылар. Был урын – йәй буйы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кер йыуыу, сайыу урыны. Әле лә һыу буйында бер нисә ҡыҙ кер сайҡай ине.
– Ҡыҙҙар, мине лә сайындырып алығыҙ әле, –тип йыраҡтан уҡ шаяртып ҡысҡырҙы Ирғәле.
– Әйҙә, ҡустым, ыштаныңды сисеп кил, кесерткән менән сабып та ебәрербеҙ, – тип яуап бирҙе олораҡ сырайлы апай.
Егеттәр геү килешеп көлөп ебәрҙеләр.
Яҡынайғас, танынылар: күршеләре Зөлхизә апай, ҡунаҡҡа килгән бикәстәре Фирүзә һәм Фәғилә менән балаҫ йыуалар икән. Зөлхизә апай башына ҡайырып аҡ яулыҡ бәйләгән, йәрпесле күлдәген күтәреп ыштанына ҡыҫтырған, ыштан балаҡтарын һыуға теймәһен тип ҡайырып ҡуйған. Биттәре ҡояшҡа ҡыҙарып киткән, маңлайынан тирҙәр аға. Ҡыҙҙар ҙа йәрпесле күлдәктәрен билбау менән ҡыҫҡартып бәйләгәндәр, сәстәре таралмаһын өсөн яулыҡтарын ҡайырып бәйләгәндәр.
– Алла ярҙам бирһен, Зөлхизә апай! Әллә һығышып бирәйекме балаҫты? – тип һораны Мырҙагилде.
– Ҡуй, күрше, үҙебеҙ! Әле эше күп әле, балаҫты тағы ла һабынлап тансҡар кәрәк, – тип яуапланы Зөлхизә апай.
Мырҙагилде тишерҙәй итеп Фәғиләне күҙәтте. Егеттең ҡарашын һиҙепме, ҡыҙыҡай башын күтәреп Мырҙагилдегә күҙ һирпеп алды. Ҡараштары осрашҡас, Фәғилә оялып башын түбән эйҙе, Мырҙагилде серле йылмайып һаман ҡыҙҙы күҙәтте. Әммә Фәғилә башҡаса башын күтәрмәй, эш менән булды.
– Зөлхизә апай, ҡоҙасаларҙы бөгөн киске уйынға сығар әле, һаҡлап ҡына алып йөрөрмөн, – тип шаярыуын дауам итте Ирғәле.
– Һиңә ышанып булмай, аяҡтарың бейей башлаһа, башың кем менән килгәнен онотор, Иркәй.
– Аһ, аһ, үҙ апаң да ышанмай! Зөлхизә апай, ҡоҙасаларға тоҙ ашатырға кәрәк бит.
Ҡоҙаса, ҡоҙаса
Ҡоҙалар тоҙ ашата!
Тоҙ ашаған ҡоҙасалар
Ҡоҙаларын ярата, үәт!
– Эй, телең бысаҡ кеүек үткер, Иркәй. Ярай эш бөтһә, сығырҙар! Кем тоҙ ашата? Әҙерләп ҡуйығыҙ, – тип шаяртты Зөлхизә апай.
– Ярай, апай! Хәҙер шыбаға тотошорбоҙ егеттәр менән. Кем тоҙ ашатыр, – тип шаяртыуын дауам итте Ирғәле.
Егеттәр, артыҡ туҡталмай, көлөшә-көлөшә юлдарын дауам иттеләр. Ауылдың осондағы иң беренсе йорт Мөхәммәтғәлеләрҙеке мунсаға ла, һыу буйына ла иң яҡын йорт. Шуға күрә мунсаны ҡарау күберәк атаһы, уларҙың елкәһенә төшә. Йорт артындағы арыу уҡ ерҙе Мөхәмәтдин баҡса итеп кәртәләп ҡуйған, унда йыл да күп итеп картуф, кишер, кәбеҫтә, шалҡан ултырталар. Ғаиләлә үҫкән дүрт егеткә йәй буйына эш етерлек.
Ирғәле аттың башын Мөхәммәтғәлеләрҙең йортона ҡайырҙы. Шул саҡ Крепостной юлынан йән-фарман сабып килгән һыбайлы күренде. Ул туҡтап тормай ҡысҡыра-ҡысҡыра юлын дауам итте.
– Война, война началась, – тип ярһып ҡысҡырған һыбайлы урамға инеп юғалды. Ул арала һыбайлының тауышы урамдың икенсе башында яңғырай ине.
Бер ни аңламаған егеттәр уның артынан ғәжәпләнеп ҡарап, бер килке һүҙһеҙ торҙолар. Тынлыҡты Ирғәле боҙҙо.
– Война тип ҡысҡырҙымы? – тип һораны аптырауы йөҙөнә сыҡҡан Ирғәле.
– Да, кажется, кричал “война”, – тип яуапланы Васька.
– Война башҡортса һуғыш бит, – тип аптыранды Мөхәммәтғәле.
– Ни-ниндәй һуғыш булһын? Яңылыш ишеткәнһегеҙҙер, – тип телен саҡ-саҡ бороп һүҙгә ҡушылды Әбдерәхмән.
– Әйҙәгеҙ, һыбайлының артынан! Колхоз аҙбары яғына сапты, – тип һүҙгә ҡушылды Мырҙагилде.
Егеттәр, арбанан әйберҙәрен дә бушатып тормай, урам буйлап туп-тура һыбайлы артынан юл тоттолар.
Һыбайлының ҡысҡырыуын ишетеп, урамға сыҡҡан башҡа кешеләр ҙә аптырашып ат артынан эйәрҙеләр...
Аҡ күбеккә батҡан ат ауыл башындағы идара йорто, халыҡса “контор” тип аталған бина янында тора ине. Был бәләкәй генә ағас йортта колхоздың бригадиры, кассиры ултыра, ҡайһы саҡ бында хужалар йыйылып үҙ-ара кәңәшмә үткәреп алалар.
Бер көтөү кеше, контор янына йыйылышып, эскә инергә ҡыймай, туҡтап ҡалдылар. Уларҙың аптырауы йөҙҙәренә сыҡҡан, үҙ-ара бышылдашып ҡына һөйләшәләр. Күп тә үтмәй конторҙан, борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан бригадир Булат ағай, ферма мөдире Зәйнетдин ағай һәм ҡаҡса ғына кәүҙәле ят кеше килеп сыҡты.
Һүҙҙе Булат ағай башланы:
– Йәмәғәт, нимесләр беҙгә ҡаршы һуғыш башлаған. Һуғыш! – Булат ағай туҡтап торҙо, унан һуң ҡаты уфтанып һүҙен дауам итте. – Хәҙер колхоздың ун туғыҙ йәштән илле йәшкә тиклем ир-егеттәренең исемлеген төҙөйбөҙ, районға ебәрәбеҙ, саҡырыу башлана, әҙерләнегеҙ!
Бер нисә секунд тынлыҡ урынлашты.
Һүҙҙе ят кеше дауам итте:
– Товарищи колхозники! Фашистская Германия вероломно напала на нашу страну! Страна в опасности! Получили директиву из Москвы, от самого товарища Сталина! Начинается всеобщая мобилизация мужского населения с тысяча девятьсот пятого по тысяча девятьсот восемнадцатого года рождения, сначала те, которые ранее прошли военную службу! Отправка по спискам. Готовьтесь, после завтра начнется первая отправка через станцию Сара, нужны будут обозы для доставки на станцию мобилизованных! Готовьте! В колхозе работы не останавливаются, перераспределяйте работу, переходим на военное положение! – тип һүҙҙе тамамланы ят кеше.
– Ағай-эне, барығыҙ ҙа аңланығыҙмы иптәш Егоровтың һөйләгәнен? – тип ҡабатланы бригадир.
Йыйылған кешеләр бер нимә лә өндәшмәнеләр.
Һуғыш! Был йән өшөткөс һүҙҙең мәғәнәһен төпкөл башҡорт ауылының халҡы әлеге ваҡытта аңлар хәлдә түгел ине. Был һүҙҙең мәғәнәһе, асылы, әсеһе тик аҙаҡтан ғына халыҡтың йөрәгенә, аҡылына барып етер: типһә тимер өҙөрлөк матур, көслө, ғәйрәтле егеттәрҙең үлеме тураһында һуғыштан өскөл ҡара хәбәрҙәр килгәс. Һуғыштан һуң илленән артыҡ ир-егеттең алты бөртөгө генә аяҡтарын саҡ-саҡ һөйрәп, тән һәм йән йәрәхәте алып ауылға кире әйләнеп ҡайтҡас, күп балалар, ҡатын-ҡыҙҙар аслыҡтан, ауыр эштән, сирҙән, Ҡашҡат зыяратына күсеп ятҡас ҡына аңларҙар был йән өшөткөс һүҙҙең мәғәнәһен.
Һуғыштың беренсе йылында уҡ ауылдың барлыҡ ғәйрәтле ирҙәрен һуғышҡа оҙаттылар. Ғизетдин, Ғайса, Мөхәммәтғәле лә беренсе йылдың аҙағында фронтҡа киттеләр. Күрше Үкер ауылында ла ирҙәр ҡалманы. Васьканың атаһы тимерсе Микола ағай ҙа көсләшеп үҙ теләге менән һуғышҡа сығып китте. Бөтөн ирҙәр эше ун биш-ун ете йәшлек егеттәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға төштө.
Дауамы бар.