7
Колхоздың бригадиры булып ферма мөдире Зәйнетдин ағай ҡалды. Ул да район үҙәгенә барып бер нисә тапҡыр фронтҡа ебәреүҙе һораған тиҙәр, әммә аҡһаҡ Зәйнетдин ағайҙы һуғышҡа алманылар. Колхоздың аттарын беренсе йылды уҡ обозға тип алып китеп бөттөләр. Ат һарайы бушап ҡалды, етем Әбдрәхим дә һыйыр һарайына күсеп, быҙауҙар ҡарай башланы.
Мырҙагилде, Ирғәле, Батыр... – бер йылда тыуған ҡорҙаштар колхоздың иң төп эшселәренә әүерелделәр.
Мырҙагилде урыҫтар менән сәсеү-урыу эшенә бирелде, Ирғәле менән малдар көтә, Батыр кәнсәлә документ тултыра, бригадир Зәйнетдин ағайға булыша.
Һуғыштың тәүге ике йылында Ҡашҡат ауылы халҡы аслыҡты артыҡ кисермәне. Булған малдарын, уларҙың ағын ашап, кемдең баҡсаһы бар – емеше менән үткәрҙеләр. Әммә һуғыштың өсөнсө йылында һуяһы малдар һуйылды, баҡса емештәре ашалып бөттө, орлоҡтар ҡалманы, аслыҡ тәҡәтте ҡорота башланы.
1943 йылдың яҙы бигерәк һалҡын һәм оҙон булды. Май аҙағында ҡапыл күҙ асҡыһыҙ буран ҡубып, ергә яңынан ҡар ятты. Әтмәкәй, ҡыр йыуаһы, кәкүк сәскәһе, һөтлөкәс йыйып тамаҡ туйҙырырға йыйынған ас кешеләрҙең өмөтө тамам өҙөлдө. Апрель урталарында һуңғы кәбәнде ашап бөткән ферма малы ағас ҡоймаларҙы кимерә башланы. Аслыҡтан иртә уянған айыуҙар, ас бүреләр ауыл тирәһенә яҡынлашты.
Шәрифә, һөттәре булмаһа ла, һыйырҙарға быҙауҙарын ҡуша, имсәктәрен ыуалай, һыуалып ҡуймаһындар тип ҡурҡа. Исмаһам, райондан һөткә-майға ҡуйылған норманы ла кәметмәйҙәр бит. Нишләргә һуң? Ас һыйырҙар береһенән-береһе көслөрәк мөңрәйҙәр, уларға һарайҙың икенсе башынан ас быҙауҙар ҡушыла. Малҡайҙар бигерәк йәл шул... Нимә бирергә һуң? Аптырағас бер нисә һауынсы үҙ-ара кәңәшләшеп, малдарға селек ҡырҡып һалырға булдылар. Иртән яҡтыра башлау менән быйма ҡуныстарына бысаҡ менән еп ҡыҫтырып, Аҡтау һыртына менделәр. Көрт аҫтындағы селектең остары ғына күренеп ултыра. Ҡулдары менән эргә-тирәһен көрәп, туңған селекте ҡырҡып алырға кәрәк. Бейәләйҙәре һыуланып, елгә боҙ булып туңды, бармаҡ остары һыуыҡтан әрнеп һыҙлай башланы. Тау һыртында ҡотороп уйнаған әсе ел, бит остарын, маңлайҙарҙы үтәнән-үтә һуға. Бер йөктәй селекте йыйып, бәйләп ҡуйҙылар ҙа һауынсылар, хәлһеҙләнеп ағас төбөнә ултырҙылар. Әҙерәк ултырғас, Шәрифә ҡыҙҙарға ҡарап:
– Сабира, Хәбирә, һеҙ икәү мынау селекте һөйрәп ҡуҙғалығыҙ. Беҙ Хәлимә менән тағы әҙерәк ҡырҡайыҡ та артығыҙҙан төшөрбөҙ, – тип урынынан ҡуҙғалды.
– Шәрифә апай, ҡуй, бергәләп ҡайтырбыҙ! Бүленеп йөрөмәйек, – тип ҡаршылашты Сабира.
– Хәбирәңде ҡара әле, биттәре туңып, ап-аҡ булған бит, Әбдрәхимдә үлән менән ҡайнар һыу табылыр әле, йылындырыр кәрәк тиҙерәк!
– Шәрифә апай, бүленмәйек, хәҙер биттәремде ышҡыйым, ҡан йүгерһә, йылына ул, – тип ҡаршылашты Хәбирә лә.
Ҡыҙҙарҙың был икәүҙе урманда ҡалдырып китәһе килмәй ине.
– Ярай әтеү, тағы әҙерәк ҡырҡайыҡ та ҡайтып ҡайнар сәй эсербеҙ, – тип ризалашты Шәрифә.
Әммә селек йыйыу оҙаҡламай тамамланды, сөнки Хәлимә ҡар аҫтында ятҡан осло ташҡа баҫып аҫҡа тәгәрәп китте.
– Ә-ә-әле-е-еү, әсәкәйем, – тип ҡысҡырған үҙәк өҙгөс тауыш тау һыртын ярып үтте.
Шәрифә ҡарға бата-сума Хәлимәгә ярҙамға ташланды. Хәлимә ҡар өҫтөндә ауыртыуҙан һыны ҡатып илап ултыра ине. Шәрифә шәленең эсенә ҡатлап ябынған ситса яулығын тартып сығарҙы ла ипләп кенә Хәлимәнең ауыртҡан һул ҡулын күтәреп муйынына бәйләне.
– Әл-л-леү, ауырта, Шәрифә апай, ны-ы-ыҡ ауырта, – тип күҙ йәштәре аша ҡат-ҡат ҡабатланы Хәлимә.
– Туҡта, Хәлимә, ҡулың һынған, шикелле! Түҙ инде! Хәҙер ҡайтып етәбеҙ ҙә, һыҙлауын баҫа торған төнәтмә бирәм! Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, ҡуҙғалайыҡ, мин Хәлимәне тотам, һеҙ, көслөбикәләр, йөктө һөйрәгеҙ инде, тауҙан төшә биргәс, алышынырбыҙ.
– Түҙерлек түгел бит, ҡалай ныҡ һыҙлай, үҙәкте өҙә бит, – тип илай-илай урынынан торҙо Хәлимә.
– Түҙ инде, Хәмә, Ҡызый ҡайтҡансы ҡулың төҙәлә ул. Ҡызый ағам ҡайтҡас, туй эшләрбеҙ Алла бирһә, – тип үҙенсә Хәлимәне тынысландырырға кереште Сабира.
– Эйе, кәрәк инем мин Ҡызыйға... Мәрйәләрҙе ярата ул! Артынан бер көтөү мәрйә эйәреп йөрөнө, – тип ҡарышты Хәлимә.
– Юҡсы, әрмегә киткән саҡта оҙатыусылар араһынан һине эҙләнесе. Һин бит үҙең килмәнең оҙатырға.
– Килерһең, килмәй! Ошо колхоз эше бөтәме ни! Минең Йондоҙом быҙаулай алмай ауырыған көн булды бит ул. Мин йүгереп һарайҙан сыҡҡанда, абуз ауылдан сығып киткән ине, – тип тағы һулҡылдап иларға тотондо Хәлимә.
– Ҡуй, Хәлимә, илама! Ағайым гел һиңә генә күҙ атып йөрөнө. Бөтөн ауыл беләсе, ышанмаһаң, ана, Иркәй менән Мырҙанан һора, – тип һүҙгә ҡыҫылды Хәбирә.
Һүҙ нимә менән бөтөр ине, ҡапыл алда барған Сабира әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе.
– Кееш-кееееш мынан! Был кемдең эте ул? Урыҫтарҙыҡы микән?
Тау итәгендә һыуыҡҡа ҡорайып ҡарт бүре баҫып тора ине. Бүренең эсе эскә йәбешкән, тиреһендәге йөндәре урыны менән ҡойолоп бөткән. Аслыҡтан, һыуыҡтан урынынан ҡуҙғалырға ла хәле ҡалмаған ине.
– Был бит бүре! Туҡтағыҙ, ҡыҙҙар, туҡтағыҙ! Ҡурҡҡанығыҙҙы күрһәтмәгеҙ!
Ҡулындағы таяғын юғары күтәреп Шәрифә алға сығып баҫты.
– Туҡтамай ғына эргәһенән туп-тура үтеп китәбеҙ!
Бүре лә, бер өйөр кешеләрҙе күреп, аптырап туҡтап ҡалды. Шәрифә ҡар ярып алдан атланы. Улар уны урап үтеп киттек тигәндә, ҡапыл ҡарт бүре аҡылына килде, шикелле, ҡыҙҙарға ҡарап уҫал итеп ғырылдай башланы. Арттараҡ килгән Хәбирә ҡурҡышынан, биленә элгән балтаһын алып, бар көсө менән бүренең елкәһенә тондорҙо. Быны көтмәгән Бүре саңҡ итеп көрткә һикерҙе. Уның артынан ҡарға ҡанлы эҙҙәр һуҙылды.
– Уй Аллам, әллә үлтерә һуҡтың да ҡуйҙың, Хәбирә?! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Сабира.
Ҡыҙҙар әкрен генә бүрене ҡамап алдылар. Ысынлап та, бүренең йәнһеҙ кәүҙәһе көрткә һуҙылып ятҡан, күҙҙәре асыҡ, елкәһенән ҡара ҡан аға ине.
– Хәбирә, бер һуғыуҙа үлтерә һуҡты ла ҡуйҙың бит! Көс тә бар үҙеңдә! – тип аптыраны Хәлимә.
Ҡыҙҙар бүренең кәүҙәһен көрткә күмеп, урынын билдәләп таяҡ ҡаҙап, ҡайтыр юлдарын дауам иттеләр.
Шул уҡ көндө Мырҙа менән Ирғәле бүрене алып ҡайтып тунап, итен бүлешеп ашанылар. Элек һунарсылар бүре һуҡҡанда тиреһен генә ала ине, әммә аслыҡтан ыҙалаған кешеләр бүре итен дә бешереп ашарға мәжбүр инеләр.
Ошо хәлдән һуң Хәбирәгә ауылда яңы ҡушамат тағылды. Элек ауылдаштары үҙ-ара “Ир Хәбирә” тип һөйләһә, хәҙер инде “Бүре һуҡҡан Хәбирәгә” әйләнде лә ҡуйҙы.
Яҙ етеп, сәсеү эштәре башланғас, колхозда эшләргә кеше етмәгәне айырыуса һиҙелде. Шәрифә бер юлы бер нисә эште алып бара: үҙенә бүлеп бирелгән һигеҙ һыйырҙы ла һауа, аҙаҡ сепараттан бөтөн колхоздың һауылған һөтөн дә үткәрә, ҡаймағынан май ҙа баҫа. Йортонан таң һыҙыла башлау менән сығып китә, дөм ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып йығыла Шәрифә. Ҡыҙҙары әсәһен йүнләп күрмәйҙәр: улар йоҡонан уянғанда әсәләре күптән эштә була, кис ҡайтып ингәндә, ҡыҙҙар күптән әүен баҙарына киткән. Ҡайҙа ул әсәйгә һыйыныу, иркәләү. Әсәйҙең йылы ҡарашына, йомшаҡ һүҙенә мохтаж ине улар. Әсәйҙең йортта ҡуныуына дәлил булып, йоҡонан тороуҙарына өҫтәлдә ике кәсә һөт, ҡай саҡта һыуынып уҡмашып бөткән боламыт бутҡаһы була. Әсәй булмағас ни, донъяның бер йәме лә юҡ инде. Шуға күрә ҡыҙҙар тороу менән етәкләшеп Нәғимә инәләренә аҫҡы яҡҡа төшәләр. Инәләре ҡыҙҙарға бер һалҡын ҡарашын да күрһәтмәй. Булғаны менән байрам, тигән булып, тамаҡтарын ялғатып ебәрә, сәстәрен дә үрә, әҙер мунса булһа, йыуындырып та ҡайтара. Ҡартәсәләре лә һандыҡ төбөнән йә ҡаты ҡорот, йә кипкән муйыл килтереп сығара, үҙенсә ике бөртөк етем ейәнсәрен һыйларға тырыша.
Әсәләрен бик һағынып китһәләр, Мөслимә менән Гөлйемеш ҡай саҡ колхоз һарайына ла етеп ҡайталар. Әммә бүреләр күбәйгәс, Шәрифә ҡыҙҙарына яңғыҙ йөрөргә ҡушмай, шуға күрә улар таяҡ тотоп, бер өйөр балаларҙы эйәртеп күмәкләп баралар колхоз ятағына. Бала-сағаның ас икәндәре күренеп тора. Улар ҡыужайып ҡоро һөйәккә ҡалдылар, йөҙҙәре ағарып, яңаҡтары эскә батып, күҙҙәренең нуры һүнеп бөттө. Шәрифә бала-сағаны бик йәлләй, бер өйкөм балалар килеп инһә, нимә менән булһа ла һыйларға тырыша: йә барабанға яғылып ҡалған ҡаймаҡты яларға бирә, йә май бешә лә, май йыуған һауыттың төбөнә бер киҫәк май һалып, бала сағаны һыу буйына сығарып ебәрә. Ас балалар майҙы бүлешеп ашап, һыуын эсеп, һауытына һыу тултырып килтерәләр.
Тамаҡ туйҙырыр өсөн ас балалар Шәрифәнең янына йышыраҡ йөрөй башланылар. Шулай бер саҡ һыу буйында май бүлешеп ашап ултырған балаларға бригадир аҡһаҡ Зәйнетдин барып сыҡты.
– Нимә ашайһығыҙ, ас ҡарғалар? – тип уҫал итеп һораны ул балаларҙан.
– Күнәк төбөндә ҡалған майҙы ялайбыҙ, олатай, – тип тиҙерәк яуап бирҙе Мөслимә.
– Күрһәт әле күнәгеңде! – тип Мөслимәнең ҡулынан күнәген тартып алды Зәйнетдин. – Һаҡ, һаҡ, һеҙ күнәк яламайһығыҙ, колхоз майын урлап ашайһығыҙ, ас ҡарғалар! Әйтәм йышланығыҙ һарай яғына! Беҙ мында план үтәй алмайбыҙ, Шәрифә һеҙгә май ашатып ята икән!
Шул уҡ көндө Зәйнетдин һарай тирәһендә эшләгән һауынсы-көтөүселәрҙе йыйып йыйылыш үткәрҙе:
– Ирҙәр һуғышта ас-яланғас илде һаҡлаған саҡта, Шәрифә колхоз майын урлап балларына ашата. Ирең колхоз аттарын урлап төрмәгә ултырҙы, артынан һине лә ебәрәбеҙме ни хәҙер?! Бар ғаиләнән кемдер фронтта! Һеҙҙең йорттан берәү ҙә китмәне һуғышҡа, ҡоротҡостар! Әйҙә, йәмәғәт, нимә эшләйбеҙ? Районға хәбәр итмәй булмай.
Зәйнетдин башлаған һүҙен һөйләп тә бөтмәне, халыҡ араһынан уның алдына бейек кәүҙәле, сал сәсле, ирҙәр кеүек ҡалын тауышлы колхоз келәтенең мөдире Зөләйха апай килеп сыҡты:
– Зәйнетдин, нишләп битһеҙ ҡыланаһың улай?! Шәмсетдиндең кем икәнен бөтә кеше белә! Ошо колхозды нигеҙенән төҙөп, колхоз тип сабып йөрөнө! Балаларҙың ни ғәйебе бар? Бер Шәрифә баллары ялағанмы ни майлы күнәкте?! Барыһы ла беҙҙең һауынсы-көтөүселәрҙең баллары. Шәрифә кеүек булыр кәрәк әле беҙгә. Бер өйөр һыйыр һауа, аҫтын түгә, бөтөн колхоз һөтөн айырта. Сепарат эшләмәгән саҡта, ҡутарып ташлап, яңынан ҡороп эшләтеп тә ебәрә шул сипаратты! Әйҙә, тығайыҡ башын төрмәгә, уның урынында эшләр кеше лә юҡ бит колхозда! Кем менән алыштыраһың Шәрифәне? Битһеҙ! Йәмәғәт, был хәлде былай ҡалдырырға ярамай! Әгәр ҙә мәгәр тикшереү саҡырһаң,беҙ табырбыҙ һинең турала ни һөйләргә! Крепостнойҙағы Валяға нәмә ташып, нәмәне сәмәйгә алыштырып йөрөгәнеңде беҙ беләбеҙ! Шашма, Зәйнетдин!
Зөләйхә апай – ауылдың иң хөрмәтле кешеләренең береһе. Ул Граждандар һуғышында Совет власы өсөн көрәшкән. Ире Усман олатай аттарға тачанка тағып ҡыуған, Зөләйха апай пулеметчица булған, тиҙәр. Уның ауылда ҡушаматы ла “Ҡыҙыл Зөләйха”. Ул һәр саҡ башына ҡыҙыл яулыҡ бәйләп йөрөй. Тура һүҙле, аҡыллы фекер йөрөткән сая апайҙы райондағы етәкселәр ҙә бик хөрмәт итәләр. Һуғыштың башынан бөркөт кеүек ике улын фронтҡа оҙатып, икеһенә лә похоронка алған апай.
Башҡа һауынсылар ҙа Зөләйхаға ҡушылып даулаша башлағас, Зәйнетдин йыйылышты ник башлағанына ныҡ үкенде. Эште олоға ебәрмәй, тиҙерәк туҡтатты, кәнсәнән сығып ҡасты.
Эш менән йәйҙең нисек үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Башта малдарҙы һарайҙан ятаҡҡа сығарҙылар, яҡын-тирәләге һутлы үлән кәмей башлағас, малдарҙы йәһәннәм төпкөлөндә ятҡан Күркәтау аръяғына ҡыуҙылар. Яҙ уртаһынан бер көтөү бисәләр шәре кисеп, өшөй-өшөй урманда утын киҫтеләр, киҫелгән ағастарҙы шунда уҡ өйөп, йәй аҙағына тиклем киптерергә ҡалдырҙылар. Күп тә үтмәй колхозға бесән әҙерләй башланылар. Таң һарыһы менән малды көтөүгә ҡыуып, бесәнлеккә сығып йүгерәләр. Ысыҡ һирпелгәнсе барып етеп, салғыларын сүкеп әҙерләп ҡуялар. Ҡул менән сабалар, кипкәнен йыялар, аҙбар башына ташып өйәләр. Ҡараңғы төшә башлағас ҡына, ҡайтыу яғына йүнәләләр. Юл ыңғайында уҡ Һәптәнгә төшөп сайыналар ҙа, ул-был менән тамаҡ ялғап, тиҙерәк йоҡоға ауалар. Эш артынан эш башланып ҡына тора. Барлыҡ ирҙәр эше ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төштө, барыһына ла өлгөрөр кәрәк ине.
Ауылға аҙнаһына бер тапҡыр, йома көндө, райондан почта килә. Ул көндө бесәнлектән ҡатын-ҡыҙ иртәрәк тая. Уларҙы бер нисек тә туҡтатып булмай... Зәйнетдин әйтмешләй, “баштарына пистәлит терәһәң дә, алабарман һыйыр кеүек туҡтамай тапап үтеп китерҙәр”. Был көн ҡайһы берәүҙәргә шатлыҡлы хәбәр – иренең, улының, атаһының ҡош телендәй генә булһа ла сәләмен килтерһә, ҡайһы берәүҙәргә мәңгелек ҡайғы – “ҡара хат” алып килә ине. Әммә нисек кенә булмаһын, һәр йома көнө бәләкәй генә ике урыҫ һәм башҡорт ауылдарын илата ла, йырлата ла торған көнгә әйләнде.
Мәрйәләр ҡайғыларын Үкер башындағы ҡарт ҡайынға таҫма бәйләп илап йыуатһалар, башҡорттар ҡайғыларын һыуға һалалар. Һәптәнгә төшөп, ярына ултырып илап, биттәрен һалҡын һыу менән сайҡап ҡайталар. Был хәл ике ауылда ла ғәҙәти йолаға әйләнеп китте. Үҙ-ара һөйләшкәндә лә халыҡ урыҫтарҙың ағасын “Ҡайғы ҡайыны” тип, “Һәптәнгә ҡайғыңды һөйләп, йыуынып кил” тип һөйләй бшланылар.
Йәйҙең бер көнөндә, ҡыҙыу эш ваҡытында, Зөлхизә апай ҙа фронттан Фәтхулла еҙнәйгә “ҡара хат” алды. Береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы менән егерме алты йәшлек Зөлхизә апай етем ҡалды. Ул әсе ҡайғыһынан бер нисә көн ни йоҡламай, ни һөйләшмәй, ни ашамай, ни эсмәй бер мөйөшкә ҡарап тик ултырҙы, балаларының илашыуын да, күрше-күләндең өндәшеүен дә ишетмәҫ булды. Уның сикә сәстәренә бер нисә көндә ап-аҡ салдар ҡунды, күҙҙәренең нуры һүнеп, шиңеп ҡалды. Янып торған Зөлхизә апай утҡа һыу һипкән кеүек һүнде лә ҡуйҙы.
Шәрифә лә, күршеһен аяҡҡа баҫтырырға тырышып, көсләп үлән төнәтмәләре лә биреп ҡараны, яурындарын, елкәләрен дә майланы, доғалар-сүрәләр ҙә ҙа уҡыны, тик бер нимә лә ярҙам итмәне. Зөлхизә апай аҡылынан яҙған кеше кеүек бер кем менән һөйләшмәй, көндәр буйы бер яңғыҙы Һәптән буйында тик йөрөнө.
Башта Ишбулдынан Фәтхулла еҙнәйҙең ата-әсәһе, һеңлеләре алмашлап килеп донъяһын, балаларын ҡарап торҙолар. Аҙаҡ, уттай эш ваҡыты булғас, еңгәһен, балаларҙы ҡарарға Фәриғәне ҡалдырып киттеләр.
– Илатырға кәрәк Зөлхизәне, илатырға! Ҡайғынан һыны ҡатҡан! Ҡайғыһын илатып сығарырға кәрәк, – тип һөйләнде Шәрифә.
Нисек кенә булышмаһындар, тик Зөлхизәне илатып та, һөйләштереп тә булманы. Ул аҡылдан яҙған кеше кеүек тәнтерәкләп һыу буйында йөрөй бирҙе. Шулай итеп, йәй ҙә үтеп китте, көндәр һыуынып, ағастарға һары ҡунды, ваҡыты-ваҡыты менән ямғырҙар ҙа ҡоя башланы. Шулай бер көндө Зөлхизә тағы Һәптән буйына төшөп, яр башына ултырған. Һыу буйына ыштан-мыштанын йыуырға килгән етем Әбдрәхим, Зөлхизә апайҙы күрмәй, өҙҙөрөп йырлап ебәргән. Ул әллә етем булғанға, әллә гел яңғыҙ көтөү көткәнгә, бәләкәйҙән моңло йырлай ине. Әбдрәхимдең һуҙып йырлаған боронғо йырҙарын һауынсылар ҙа, көтөүселәр ҙә бик яратып тыңлайҙар. Шәрифә әйтмешләй, “етем зарын йырға һала белә”.
– Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар йыраҡҡа.
Һин һағынһаң, мин ҡайтырмын,
Ташлап китмәм оҙаҡҡа!
Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Төшөп ҡалған ҡанаты.
Йәнем һөйгән йәрем ҡалды,
Йөрәк яна – ҡан ағып!
Китә ҡаҙҙар, ҡитә ҡаҙҙар,
Ҡайтырҙар еткәс яҙҙар!
Беҙ ҡайтмаһаҡ, онотмағыҙ,
Иҫкә алығыҙ, ҡыҙҙар!
Әбдрәхим йырын йырлап бөттөм тигәндә генә, биленә тиклем һыуға инеп, әрнеп-әрнеп илаған Зөлхизә апайҙы күреп ҡалған. Батып ҡуймаһын тип, Әбдрәхим уны тиҙерәк һыуҙан һөйрәп сығарған, аҙаҡ өйөнә алып ҡайтып Шәрифә апайға тапшырған. Был хәлдән һуң күп тә үтмәй Зөлхизә апай яйлап ҡына кеше хәленә ҡайта башланы. Әммә еңгәһе тамам аяҡҡа баҫмайынса Фәриғә Ишбулдыға ҡайтырға ашыҡманы. Ул һәр кис йорт эштәрен тамамлап, еңгәһен, балаларҙы йоҡларға һалғас, йә Хәбирәләргә, йә Хәлимәгә кис ултырырға йөрөй башланы. Кис ултырырға башта ҡул эштәрен тотоп берәм-һәрәм ҡыҙҙар йыйыла, улар бер аҙ эшләп, ҡыҙҙарса хәбәр һөйләп алғас, уларға егеттәр ҙә ҡушыла. Бер аҙ уйындар уйнап, сәй эсеп күңел асып алғас, көнө буйы эшләп арыған йәштәр таралыша башлайҙар. Фәриғә менән Мырҙагилде ҡайтыр яҡҡа гел бергә ҡуҙғалалар. Йәштәр уларҙың бергә сығып китеүенә ғәжәпләнмәй, күршеләр тип ҡабул итәләр. Әммә был икәү күптән инде икеһе генә яҡҡан, икеһе генә белгән һөйөү усағында йылына ине. Улар башта етәкләшеп Һәптән буйына төшә, унан һуң ауылдың ике урамын ике ҡабат урайҙар, аҙаҡ бер-береһенә һыйынышып таң һыҙылғансы ҡапҡа төбөндә һөйләшеп торалар.
Бер көн шулай икәүҙән икәү ҡалғас, Мырҙагилде ҡыҙҙың бармаҡ остарына ғына ҡағылып:
– Фәриғә, һиңә бер серемде сисәйемме? – тип һораны.
– Һинең минән серҙәрең ҡалдымы ни әле? – тип көлөп ебәрҙе ҡыҙыҡай.
– Юҡ, мин һинән бер нәмә лә йәшермәйем, һуңғы серемде һиңә генә сисәм.
– Йә һуң, әйт әтеү, миңә бик ҡыҙыҡ.
– Мин һуғышҡа китергә дәкүмит йыям! Васька менән икәүләп китәбеҙ.
Мырҙагилденең был сере ҡыҙыҡайға аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды. Йәп-йәш кенә булһа ла, ҡыҙыҡай һуғыштың яуызлыҡ, юғалтыу, әрнеү икәнен үҙ иңендә белеп өлгөргәйне инде. 15 кенә йәшендә ағаһының балалары, ҡайғынан алйыр сиккә еткән еңгәһе уның ҡулында ҡалды.
Фәриғә тамағы төбөнә килеп тығылған төйөндө саҡ-саҡ йотоп ебәрҙе лә, үҙен ҡулға алырға тырышып, яуап бирҙе:
– Нисек инде һуғышҡа китәң? Һиңә бит 17 генә.
– Йәшемде өҫтәп яҙҙырам.
Фәриғә ни әйтергә белмәй тынып торҙо, бер аҙҙан ҡыйыуланып, үҙ кәңәшен еткерҙе:
– Ҡуйсы, Мырҙа, йөрөмәсе. Ҡурҡыныс бит һуғыш. Ана, Фәтхулла ағайым да әллә ҡайҙа ятып ҡалды. Йөрөмә...
Мырҙагилде ҡыҙҙың ҡулдарын усына алды, йылы тыны менән һалҡын бармаҡ остарын өрөп йылытып, һүҙен дауам итте:
– Зәйнетдин олатай һауынсылар, көтөүселәр алдында әсәйемде хур иткән, беҙҙең ғаиләне яманлаған! Беҙҙең йорттан берәү ҙә илде һаҡларға китмәне тип әйткән. Әсәйемде, һеңлеләремде яҡлау минең бурыс булып тора. Башҡа бер ҡасан берәү ҙә минең әсәйемде ғәйепләмәҫ тә, илатмаҫ та.
– Мин һуң, Мырҙа, мин нишләрмен һинһеҙ? тип иларға етеште Фәриғә.
– Һинме? Һин, һылыуым, минең миҙалдар тағып ҡайтҡанды көтәһең. Һуғыштан ҡайтҡан көндө үк мин “Ҡыҙыл йондоҙ” колхозының иң шәп айғырын егеп, Ирғәлене күсер итеп, елдереп һине алырға Ишбулдыға киләбеҙ! Һин юлға сығып, сабып килгән айғырҙарҙы ҡараңҡырап әҙер тор, йәме! – тип көлөп ебәрҙе егет. – Хәҙер инде икебеҙҙең уртаҡ серебеҙ бар, һылыуым. Башҡа берәү ҙә белмәгән сер, – тип егет ҡыҙыу ирендәре менән ҡыҙҙың танау осонан үбеп алды.
Дауамы бар.
Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.