Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Февраль , 20:45

Шәрифә Повесть (8, аҙағы) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

– Фәриғә, мине  көт инде, һылыуым,  йәме! Мин һинең өсөн, әсәйем, һеңлеләрем өсөн  дошманды дөмбәҫләп, еңеп ҡайтырмын, көт мине, йәме! – тип бышылданы егет. Фәриғә өндәшмәй тора бирҙе. Уның   “уртаҡ серҙән”   йыйылған хәсрәте, күҙ йәштәре булып бит осона тәгәрәнеләр.

Шәрифә   Повесть (8, аҙағы)  Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Шәрифә Повесть (8, аҙағы) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

8

 

– Фәриғә, мине  көт инде, һылыуым,  йәме! Мин һинең өсөн, әсәйем, һеңлеләрем өсөн  дошманды дөмбәҫләп, еңеп ҡайтырмын, көт мине, йәме! – тип бышылданы егет.

Фәриғә өндәшмәй тора бирҙе. Уның   “уртаҡ серҙән”   йыйылған хәсрәте, күҙ йәштәре булып бит осона тәгәрәнеләр.

– Илама, һылыуым, нишләп илайһың. Бәлки, мин һуғышҡа барып та етмәҫмен әле, һуғыш бөтөр ҙә ҡуйыр, илама!

Егет ҡыҙҙың сәстәренән, ҡулбашынан һыйпап, тынысландырырға тырышты.

– Мырҙа, минең һиңә бүләгем бар, шуны иҫтәлек итеп йөрөт, йәме. Ҡайтыуыңа икенсеһен сигеп ҡуйырмын, – тип Фәриғә ҡуйынынан сигелгән ҡулъяулыҡ сығарҙы. – Мында ғәрәпсә “Аллаһ” тип сигелгән. Һине Хоҙайым   үҙе һаҡлап йөрөтһөн!

– Рәхмәт, һылыуым, рәхмәт! Онотма, мин ҡайтҡан көндө үк колхоздың иң шәп айғырын егеп, дуҫтарым менән һине  һоратырға зыйпытып Ишбулдыға килеп етәм, йәме!

Мырҙагилде менән Фәриғә тағы бер аҙ  ҡулдарына тотоношоп, йылы тындары менән бер-береһен йылытып,айырылыша алмай һүҙһеҙ торҙолар. Уларҙың йәш кенә йөрәктәрендә, башҡа кешеләргә  сер булып ятҡан, һөйөү тойғолары бик көслө ине. Ошо һалҡын көҙҙөң ҡараңғы төнө, уларҙың һуңғы һөйөү төнө һәм мәңгелеккә хушлашыу төнө лә  ине...

Был төн... оялсан Фәриғә... уның сиккән ҡулъяулығы... – Мырҙагилде ут эсенә ингәндә лә, үлем яланын кискәндә лә, тормошоноң иң матур мәле булып егеттең күңеленә уйылып ҡалды.

Мырҙагилденең  “айғыр егеп һине килеп алам” тип әйткән һүҙҙәре  лә Фәриғәнең күңелендә ғүмер буйы мәңгелек хәтирә булды.

Фәриғә,  һуғыш бөткәндән  һуң, әллә күпме йылдар  ауылға ингән юлдан сабып килгән аттарҙа Мырҙагилдене  көтөп ҡаҡшаны. Һыбайлы  ат  күрһә лә, арбалы ат күрһә лә, ҡулдарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, юлға йүгереп ҡаршы сыға ине. Хатта  күршеләре  аптырап,  уны “көтәкәй Фәриғә”  тип йөрөтә башланылар. Тик уларҙың береһе лә уның бәләкәй генә йөрәгендә йәшеренгән  серен – беренсе саф һөйөү хисен,  Фәриғәнең кемде зарығып көткәнен белмәй ине.

“Мырҙагилде Берлин ҡалаһын алғанда  юғалған”  тигән хәбәрҙе Фәриғә үҙенсә ҡабул итте: “Үлгән тигән хәбәре юҡ, бәлки, берәй ерҙә госпиталдә яталыр, бәлки, яҙа алмайҙыр. Ҡайтыр ул”, – тип үҙен үҙе  ышандырҙы.

Унан тағы ла бер ваҡиға уның күңеленә ышаныс өҫтәгәйне.

Һуғыш бөткәс тә  Фәриғә     Ҡашҡатҡа йөрөүен ташламаны. Зөлхизә  еңгәһен, һеңлеләрен, Гөлйемеш менән Мөслимәне күреп ҡайтыу, Хәлимә, Сабира, Хәбирәләр менән осрашыу – уның күңеленә йыуаныс бирә ине. Мөслимә менән Гөлйемеш тә Фәриғәгә ныҡ эҫенеп, яҡын күрә башланылар. Ул килгән һайын ҡыҙҙарға йә таҫма, йә еҫле һабын, йә берәй тәмлекәс  килтерә. Үҙенсә Мырҙаһының һеңлеләрен  шатландырырға тырыша.

Аҙаҡҡа табан Фәриғә  Шәрифә апай менән дә бик яҡынайып китте. Фәриғә    уның Мырҙа тураһында һөйләгәнен көндәр буйы тыңларға әҙер  ине. Шулай бер килгәнендә Шәрифә апай  күрәҙә сиғандан ишеткән  хәбәре менән   бүлеште. Ул хәл былай булған. Һуғыш бөткәндең икенсе йылына  Ҡашҡатта сиғандар туҡталған.  Ҡарт сиған әбейе дөрөҫ итеп кәрт һала, күрәҙә лә итә,   тигән хәбәр таралғас,  ҡатындар  ул-был ашамлыҡтарын тотоп, сиған әбейенә  барғандар. Шәрифә апай ҙа ситтә тороп ҡалмаған. Сиған әбейе Шәрифәгә “Улың ҡайта, исеме онотолоп бөткәс   ҡайтасаҡ”, – тигән. Шәрифә апай ҙа, Фәриғә лә “ҡайта” тигән хәбәргә ышанып ғүмер буйы көтөргә лә әҙер инеләр...

Бәлки, күрәҙәсе сиғандың һүҙҙәре дөрөҫ тә булғандыр...

Шулай бер килгәнендә  Фәриғә Гөлйемешкә “Аллаһ” тип сигелгән ҡулъяулыҡ бүләк итте. Гөлйемеш  башта оҙаҡ итеп ҡулъяулыҡты ҡарап торҙо ла шунан урындыҡ аҫтынан ағас сумаҙанын  тартып сығарҙы.

– Фәриғә апай, миндә бит тап ошолай ҡулъяулыҡ бар, әллә ул да һинекеме? – тип бөтәрләнеп, төҫтәре уңып бөткән ҡулъяулыҡты сумаҙандан эҙләп сығарҙы.

Фәриғә ҡалтыранған ҡулдары менән ҡулъяулыҡты ҡулына алды, еҫкәп ҡараны ла:

– Гөлйемеш,  ҡайҙан алдың был ҡулъяулыҡты?! – тип   ҡысҡырып ебәрҙе.

Гөлйемеш, ҡобараһы осҡан Фәриғәне күреп,  аптырап китте:

– Фәриғә апай, мыны миңә әсәйем бирҙе, ағайыңдың  төҫө итеп һаҡла, тине, шуға мин уны йыумайым, ағайымдың еҫе һеңгән кеүек... Һуң әсәйем һөйләгәне бар бит, һуғыш бөткәс, ағайымдың командиры посылка ебәргәйне, тип. Шунан сыҡҡан был ҡулъяулыҡ. Посылканан.

Фәриғә бер нәмә лә ишетерлек хәлдә түгел ине. Ул иҙәнгә бөгөлөп төшөп ултырҙы ла, үҙен-үҙе тота алмай, һеңкелдәп  илай  башланы. Ҡурҡышынан  Гөлйемеш әсәһен саҡырырға кәртә артындағы баҡсаға йүгерҙе.

Ҡулындағы тәпкеһен дә ташларға онотоп, Шәрифә   йүгереп килеп ингәндә, Фәриғә ҡулъяулыҡты түшенә ҡосаҡлап тын ҡалған ине, уның  күҙҙәре бер нөктәгә төбәлгән, бармаҡтары, ирендәре  дерелдәй, нимәлер бышылдап үҙ-үҙенә һөйләнә ине.

– Ҡыҙым... Фәриғә... ни булды, нишләп илайһың, һылыу? – Шәрифә йүгереп килеп Фәриғәне ҡосаҡлап алды.

Фәриғә, йәшле күҙҙәрен күтәреп, Шәрифә апайға ҡараны:

– Шәрифә апай, был ҡулъяулыҡты һуғышҡа киткәндә Мырҙа ҡалдырып киттеме ни? – тип һораны.

– Ю-ю-юҡ, ҡыҙым! Был посылканан сыҡты бит! Һөйләгәнем бар бит. Башта  юғалыу хәбәре килде Мырҙаның, аҙаҡ посылкаһы килде... Командиры хат та һалған ине.  Мырҙа  беҙгә  тип посылка йыйған: ике кер һабыны, еҫле һабын,  дүрт яулыҡ һалған, береһе бигерәк матур, ап-аҡ ҡына, йоҡа ғына  шәл кеүек, ике ойоҡбаш, ошо ҡулъяулығын...

Фәриғә тағы бөгөлөп иларға кереште. Шәрифә апай тиҙ генә үлән төнәтмәһе ҡушып ҡыҙға көсләп һыу эсерҙе. Фәриғә, бер аҙ өндәшмәй   ултырғас, һөйләй башланы: “Шәрифә апай, беҙ Мырҙа менән осрашып йөрөгәйнек бит... Ул һуғышҡа китәм тигән серен дә башта  миңә генә һөйләгәйне... Был ҡулъяулыҡты мин сигеп, һуғышҡа китер кисте бирҙем уға, ҡайтыуына  икенсеһен сигеп әҙерләгәйнем дә ул, – тип  һүҙен бөтөрмәй туҡтап   тағы илай башланы.

– Эй, балам, Мырҙам менән йәрәшеп йөрөнөгөҙмө ни? Минең киленем булыр инең, бәлки, булырһың да әле. Анау бер йыл сиғандар ауылдан үтеп барғанда әйткәйнеләр бит “Улың ҡайта... Онотолоп бөткәс тә ҡайта ул, тинеләр... Өмөтһөҙ шайтан ғына,  Хоҙай Тәғәлә лә,  сабыр бул, бәндәм, тигән бит. Бар теләгең дә үтәлер, сабыр булып минән һорағыҙ, тигән... Доға ҡылған һайын һорайым, Шәмсетдинем, Мырҙагилдем ҡайтһындар,  тип. Бәлки, ҡайтып та төшөрҙәр әле. Былтыр Исҡужа ауылында берәү ҡайтҡан, тиҙәр бит. Башына йәрәхәт алып балниста оҙаҡ йылдар исемен онотоп, кантужный булып ятҡан, тей. Крепостнойҙа бер урыҫ ҡайтҡан, үлде тигән хәбәрҙән һуң... Ҡалай  шатлыҡ булыр ине – бер-бер артлы ҡайтып инһәләр...  Сабыр булып көтәм инде... Боронғолар әйткән бит, “сабырлыҡтың төбө алтын”, тип.

Шәрифә апай үҙен үҙе ышандырырға тырышҡан кеүек тағы   бер нисә тапҡыр ҡабатланы:

– Ҡайтырҙар, Алла бирһә, ҡайтырҙар. Көтәйек, балалар. Көткән көткән булыр...

Шунан Шәрифә апай, төпкө бүлмәлә торған һандығын асып, ап-аҡ ҡына ҡылдан үреп яһалған  йоҡа ғына  шәл тартып сығарҙы ла Фәриғәнең яурынына һалды:

–  Фәриғә ҡыҙым,   күңелем менән аңланым, был ап-аҡ шәлде Мырҙам һиңә  бағышлап алған, аңланым... – тип ҡыҙҙың   иңдәренән ҡосаҡлап   үҙенә ҡыҫты.

 Фәриғә   бер минутҡа Мырҙаһының ҡосағына сумған кеүек хис итте үҙен. Шулай уҡ көслө ҡулдар, бейек кәүҙә, таныш еҫ...

– Балам, был  ҡулъяулығың Мырҙамдың һулыштарын һеңдергән.  Ул  уны сығарған һайын һине иҫкә алған, уйлағандыр... Ал, балам, кире үҙеңә,   иҫтәлек булһын, – тип ҡулъяулыҡты ла Фәриғәнең  усына һалды.

Шәрифә апайҙың йәшереп  кенә йәш түгеүҙән   буҙарып  бөткән күкһел күҙҙәренән, һығылып тағы бер-ике бөртөк йәш ағып сыҡты. Уның йөрәгендә  улына һаҡланған    бар йылылығы,   әйтелмәгән һөйөү һүҙҙәре, ошо бәләкәй генә, ябыҡ ҡыҙға күсте. 

– Эй, Хоҙайым, шөкөр һиңә! Улым ҡыҙҙар һөйөп, йәрәшеп  тә йөрөгән икән...  Әтеү мин һөйөү утында ла янмай, ҡыҙҙар ҙа күрмәй китте, тип ҡайғырам тағын.

Фәриғә төн ауғансы Шәрифә апайҙарҙа ултырҙы, уларҙы   яҡынайтҡан, берләштергән Мырҙаны һөйләп һүҙҙәре бөтмәне. Ике яңғыҙ йөрәкте, һөйләшергә һыуһаған етем  күңелде бер оло уртаҡ һағыш берләштерҙе.

Был хәлдән һуң Фәриғә, Мырҙаһына ашҡынған кеүек, тағы ла йышыраҡ   йөрөй башланы Ҡашҡатҡа. Шәрифә апай менән бер туғандар кеүек осрашалар, оҙағыраҡ күрешмәһәләр, һағынышалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Хатта Зөлхизә еңгәһе лә бикәсен көнләшә башланы Шәрифәгә.

Шулай итеп, тағы ла бер нисә  йыл үтеп китте. Фәриғәнең ата-әсәһе башта ҡыҙҙарын ситтән генә  күҙәттеләр. Һуғыш бөтөүҙең һигеҙенсе йылына, кинйә ҡыҙҙары   ҡарт ҡыҙ булып яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, таныш-белештәре аша ҡайһы бер  ир-егеттәрҙән ҡыҙҙың ҡулын һораттыра башланылар, һуңыраҡ үҙ-ара кәңәшләшеп,  һуғыштан бер ҡулһыҙ ҡайтҡан күрше ауыл егетенә  Фәриғәне кейәүгә биреп ебәрҙеләр. Фәриғә был ирҙән ике малай, ике ҡыҙ тапты. Өлкән улына Мырҙагилде тип исем ҡуштырҙы. Шулай итеп, һуғыштан ҡайтмаған егетенә булған саф һөйөүен балаларына бағышланы...

 

...Һуғышҡа китәһе төндө Мырҙагилде шыпа йоҡламаны. Фәриғәне оҙатып өйгә инһә, әсәһе, йөндән ойоҡбаш  бәйләп, ситке бүлмәлә ултыра. Мейес алдында  самауыры шыжлай.

– Улым, ҡайттыңмы? Әйҙә, икәүләп кенә ултырып сәй эсәйек!

– Әсәй, нишләп йоҡламайһың ул?

– Йоҡом  ҡасты, улым. Һиңә тағы бер ойоҡбаш  бәйләп бөтөп барам инде. Уй, битең ҡыҙарып бөткән, өшөгәнһең бит!

– Юҡ, әсәй, өшөмәнем. Әйҙә һуң, эсәйек сәйеңде.

Шәрифә  тиҙ генә  урындыҡ ситенә ашъяулыҡ һуҙҙы, булған тәмлекәстәрен теҙеп, кәсәләргә, тәмле үлән еҫе сығарып,   сәй ҡойҙо.

Шәрифәнең күңелендә улына әйтергә теләгән әллә күпме һүҙҙәре йыйылған ине. Кис буйы  улын көтә-көтә ойоҡбаш  бәйләгәндә, бөтә үткән тормошон күҙ алдынан үткәреп, әлеге көндә балалары өсөн әсәй ҙә, атай ҙа урынына ҡалған Шәрифә, барлыҡ әйтәһе һүҙҙәрен уйлап, башына төпләп ҡуйғайны. Әммә улы менән самауыр артына ултырып, Мырҙаһының бәхетле ҡарашын күргәс, барлыҡ һүҙҙәре башынан осоп бөттө лә ҡуйҙы.

“Аһ, аһ, мынау улым йылмайып, шатланып  ултырасы,  аңламай микән әллә ҡайҙа бараһын... Һуғышҡа барыу – һыу кисеү түгел бит! Шул тиклем ашҡынып ултыра, ҡуй күңелен ҡырмайым инде, өндәшмәйем! Атаһы кеүек  бигерәк кеше йәнле, төнө буйы дуҫтар тип йөрөп, саҡ ҡайтып инде... Шәмсетдине лә шулай ине... Колхоз эшен тамамлағас та,  ҡайтып килешләй  йә бер дуҫына, йә икенсеһенә инеп  ярҙам итеп, кәңәшен биреп булһа ла сығыр ине...

Их, Шәмсетдин, мына улыбыҙ ҙа ир-егет ҡорона инде, танау аҫтында анда-мында ғына мыйыҡ өлпәттәре лә күренә башлаған. Янып торған ҡара күҙҙәр, ҡуйы бөҙрә сәс, тура  танау! Хас та атаһы, һуйып ҡаплаһаң да оҡшамаҫ! Тәүге улдары Аҡмалетдин ап-аҡ ҡына, күкһел күҙле, Шәрифәләр яғына тартҡан ине... Йәш ярым тигәндә  сәсәк ауырыуынан китеп барғас, иренән йәшереп кенә әллә күпме   күҙ йәштәрен түкте Шәрифә! Барыбер Шәмсетдине  барыһын да һиҙеп тора ине. Шәрифәне бошоноп киткән саҡтарында ҡосаҡлап ҡыҫа ла: “Ҡайғырма, Шәрифәм! Беҙҙең тағы биш малай, биш ҡыҙ булыр! Бошонма!” – ти торғайны.

Ә  Мырҙалары тыуғас, ҡалай шатланды! Оло тол һарыҡты һуйып, ике ҡаҙан аш бешереп, бал ҡойоп бөтә Ҡашҡатты һыйлағайны! Эй Аллам, кисә генә булған һымаҡ та, әллә күпме ғүмер үткән шул! Ваҡыт һыу һымаҡ аға ла аға... Ул саҡтарҙы һағынып иҫләргә генә ҡалды инде...”

– Әсәй! Ниндәй уйға баттың? Минең һөйләгәнде ишетмәйһең, шикелле. Әсәй!

Шәрифә  һиҫкәнеп китте. “Уй Аллам, уйға батып ултырамсы!”

– Эйе, улым, тыңлайым.

– Юҡ, тыңламайһың, әсәй, мине ишетмәйһең. Нимә әйттем, ҡабатла әле, әсәй? – Мырҙагилде көлөп ебәрҙе. Ярай мәрәкәләп  кенә әйттем! Ҡызыйҙан хат килгән, ти. Хәбирә. Бик һирәк кенә яҙа... Үҙе яҙа ла, уҡый ҙа белмәй бит Ҡызый, эргәһендә йөрөгән бер Юлдыбай кешеһенән яҙҙыра, ти, хатты!

– Ярай инде, имен-һау йөрөһөн! Бахыр Ғизетдингә ниндәй уҡыу эләкһен?! Өләсәй ҡулында ғына үҫтеләр бит! Барлыҡ эш бәләкәйҙән уның елкәһенә төштө. Һәҫпей әбей йүргәктән  Хәбирә менән Сабираны ҡараны... Ауыр йәшәнеләр ата-әсәләрен юғалтҡас!

– Әсәй, нисек үлеп киттеләр һуң бер-бер артлы уларҙың ата-әсәләре?

– Аталары Һибәтулла ағай Исҡужа ауылынан ине. Селлә ваҡытында  ат егеп, санаға еңгәй менән парлап ултырып,  һуғым ашарға тип туғандарына ҡунаҡҡа  киткәндәр. Балаларын Һәҫпей инәң ҡарап ҡалған. Ҡыш көнө ни яман буран сыҡты. Һәҫпей инәң, буран үткәнен көтөп яталар, тип уйлап тик йөрөгән! Баҡтиһәң, улар ҡайтыр юлда аҙашып, урман төпкөлөндә туңып ҡалғандар. Мына шулай! Ғизетдингә ул саҡта ун йәш тә тулмаған ине, игеҙәк һеңлеләренә йәш ярым тирәһе... Етемлекте Хоҙай күрһәтмәһен... Аяныс яҙмыш!

– Әсәй, һин үҙеңде һаҡла инде, йәме. Мөслимә менән Гөлйемеш әле бәләкәйҙәр. Былай ҙа йәй буйы һине һағынып, бөгөн кем әсәй менән йоҡлай, тип шыбаға тотошоп сыҡтылар. Һине көтөп-көтөп ятып, аҙаҡ икәүләп йоҡлап китәләр... Һеҙгә,  һалдат ғаиләһенә, хөкүмәттән ярҙам булыр! Башҡалар кеүек,  улым  һуғышта  тип, ҡурҡмай  йәшәрһең, әсәй, йәме! Мин  һеҙгә  ғәрәпсә  хат яҙып торормон! Һин бит ғәрәпсә генә уҡыйһың!

– Ярай, улым! Йышыраҡ яҙып торорһоң хәлеңде... Был германдар беҙгә тыныс йәшәргә бирмәне ғүмер буйына... Нәбиулла  ҡартатаң Герман һуғышына киткәндә, өләсәйең мәрхүмәгә: ”Бик  һағынһаң, төндә тышҡа сығып, Сүмес йондоҙона ҡарарһың, мин дә шул йондоҙға ҡарап  һеҙгә сәләм ебәрермен”, – тигән. Әсәйем бахыр, төн етһә, ҡулбашына көпөһөн генә элә лә тышҡа сығып китә ине... Ғүмере бөткәнсе   шулай йөрөнө лә йөрөнө...

– Әсәй, һин дә бик һағынһаң  Сүмес йондоҙона ҡарарһың, йәме! Мин дә олатайым кеүек сәләм ебәрермен һиңә, – тип көлөп ебәрҙе Мырҙа.

– Ҡуй, ауыҙыңдан ел алһын! Олатайың Герман һуғышынан  ҡайтманы, һин ҡайтырһың, Алла бирһә! Мөслимәне, Гөлйемеште кем кейәүгә бирә! Атайың юҡ хәҙер... – Шәрифәнең тауышы ҡалтырап сыҡты, күҙ төбөнә йыйылған йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн   башын аҫҡараҡ эйҙе.

– Әсәй, атайым ҡайтыр ул! Ул бит көслө кеше, бирешмәҫ! Ҡасан булһа ла  ҡайтыр! Бәлки, һөргөндән атайымды туп-тура һуғышҡа ебәргәндәрҙер... Бәлки, мин уны осратырмын да әле...

– Белмәйем, улым, белмәйем. Бөтә нәмә лә Аллаһ ҡулында! Биш йылдан артыҡ ваҡыт үтеп китте бит инде, һыуға батҡан кеүек юҡ булды! Атаһыҙ бала – яҡлауһыҙ бала! Шуға күрә һеңлеләрең һинең яҡлауға мохтаж булырҙар инде... Мине  һәр саҡ Сәйфулла ҡустым яҡланы, атай урынына йөрөнө... Хәҙер инде ул да булмай. Имен генә  йөрөп ҡайтығыҙ!

– Ярай, әсәй, мин германдарҙы  ояһына барып ҡыйратҡас та  ҡайтып етермен! Ҡайғырма, йәме!

– Ярай, улым, ярай. Ятып, әҙерәк булһа ла серем итеп ал! Таң һыҙыла башлаған әтеү. Бар ят, уятырмын үҙем...

Шәрифәнең күҙенә йоҡо эленмәне. Ойоҡбашын бәйләп бөтөп, самауырҙың  һыуын алыштырып, мейес алдына ҡайнатырға ҡуйҙы ла,  бәләкәй бала кеүек мышнап йоҡлаған улының баш осона ултырып, доғаларын уҡып алды. Улының ҡуйы сәстәренә бармаҡтарын батырып һыйпай-һыйпай таң аттырҙы Шәрифә.

Иртәнге сәйҙе эсеп тә бөтмәнеләр, йортҡа  дөбөр-шатыр  Ирғәле менән Батыр  килеп инде.

– Шәрифә апай, һаумыһығыҙ! Мырҙа дуҫ, Васька менән һине районға  үҙем илтәм, Булат ағай шулай ҡушты. Иң шәп айғырҙы – Йондоҙҙо ектем! Васьканы барып алдым! – тип бер тында һөйләп бирҙе хәбәрен Ирғәле.

– Мин дә һине  Иркәй менән районға тиклем  оҙата барам, персидателдән һораным, – тип өҫтәне Батыр.

– Һаубыҙ әле! Аһ, аһ, килеп тә еттегеҙме ни? Әйҙүк түргә, сәй эсеп алығыҙ, – тип, урынынан һикереп тороп Шәрифә йүгергеләй башланы.

– Юҡ, юҡ, беҙ сәй эсеп тормайбыҙ! Мырҙа, беҙ һине урамда көтәбеҙ!

Мырҙа урынынан һикереп тороп, тиҙ-тиҙ генә кейенә башланы. Шунан аптырап торған әсәһен ҡосаҡлап түшенә ҡыҫты ла  ике һеңлеһен күтәреп алды.

– Мөслимә, Гөлйемеш! Әсәйҙе тыңлағыҙ! Йорт-ҡураны  мин ҡайтҡансы яҡшы итеп ҡарағыҙ, йәме! Егеттәр килеп ярҙам итеп торорҙар... һөйләшелгән. Әсәй, иҫән-һау бул! Мин ҡайтырмын, көтөгөҙ!

Мырҙа һеңлеләрен тупылдатып һөйҙө лә,   әйберҙәрен күтәреп, йорттан тиҙ генә сығып та китте.

Шәрифә  ҡыҙҙары менән тиҙ-тиҙ генә өҫтәренә кейенеп урамға йүгереп сыҡҡанда, арбалы ат боролошҡа инеп бара ине.  Уларға  егеттәрҙең ҡысҡырып йырлаған тауыштары ғына ишетелде.

 

Беҙ китәбеҙ, ҡалаһығыҙ,

Бағанаға терәлеп!

Беҙ китәбеҙ, ҡалаһығыҙ,

Бағанаға терәлеп!

Һуғыш бөткәс,

Беҙ ҡайтырбыҙ,

Шинелдәргә төрөнөп!

Һуғыш бөткәс,

Беҙ ҡайтырбыҙ,

Шинелдәргә төрөнөп!

 

Ҡапыл Шәрифә ҡулын  көпөһөнөң кеҫәһенә тыҡты ла: “Бетеү... бетеүең ҡалған бит, улым, – тип аттарҙың артынан йүгерҙе. Әммә  сабып барған аттарҙы йүгереп кенә ҡыуып етерлек түгел ине. Шәрифә юл уртаһына ултыра төштө лә беренсе тапҡыр әсе күҙ йәштәрен тота алмай   һулҡылдап илай башланы: “Эй, балам, атаң да бетеүен таҡманы, һин дә бетеүһеҙ оҙон юлға сыҡтың... Хәйерле булһын инде юлҡайың...”

 

 

ЭПИЛОГ

 

Аҡ “Москвич” һөрөлгән яландың ситенән һалынған  таҡыр  юлдан боролоп, яр буйына килеп туҡтаны. Машинанан ап-аҡ сәсле  олпат  ир кеше килеп төштө, артынса урта йәштәрҙәге ҡаҡса  ғына ҡатын менән  оҙон буйлы егет тә күренде. Ҡатын, кәрзиндән ваҡ-төйәген сығарып, яр буйында табын ҡора  башланы.

– Папа, а таблички из багажника достать?

– Да, Егор, доставай!

Олпат ир, уң яҡ аяғына аҡһай-аҡһай һыу буйына төштө, устарына  һалҡынса һыу алып  битен-ҡулын йыуҙы ла ҡаршы яҡтағы ярға йәшләнгән зәңгәр күҙҙәрен төбәне:

– Мирзуш, я опять приехал на Родину, друг мой! Давай, встречай меня, мой дорогой! Как я соскучился по нашему детству, по тебе, Мирзуш!

– Папа, я правильно понял, табличку “Укер” установим  на этом берегу, а “Кашкат”– на другой стороне реки, да?

– Да, Егор!

– Ребята, давайте перекусим! – тип һүҙгә ҡушылды ҡатын.

– Маруся, я хотел сначала через брод пройти на другой берег и найти место, где стоял дом моего друга!

– Василий, вода очень холодная, как ключевая,  твоя рана не воспалится? Береги себя!

Шул саҡ юлдан туҙан туҙҙырып килгән “Беларус” тракторы күренде.

– Егор, останови трактор, останови!

Тракторҙан йәш  кенә  башҡорт егете һикереп төштө.

– Здрасьте, помощь нужна?

– Һаумы, улым! Ярҙам кәрәк ине шул! Боронғо  ауыл исемдәре яҙылған таҡталарҙы  башта  анау ятҡан бағаналарға беркетеп, аҙаҡ уларҙы  ергә ҡаҙып ултыртырға ине! Бигерәк ауыр йәш имән бағаналар! Ваҡытығыҙ булһа, шуларҙы трактор менән һөйрәтеп урынына хәтлем илтмәҫһегеҙме икән?

Зәңгәр күҙле, ап-аҡ сәсле ирҙең тап-таҙа итеп башҡортса һөйләшеүенә  тракторист егет аптырап китте:

– Аһ, аһ, ағай, мин һеҙҙе урыҫ икән тип уйлаһам, һеҙ  башҡортмо ни?

– Ҡустым, мин бит башҡорт урыҫы! – тип көлөп ебәрҙе Василий. Ошо урында Үкер тигән урыҫ ауылы булды элек, ошонда тыуып үҫтем! Һыуҙың  теге яҡ  ярында  башҡорт ауылы  Ҡашҡат булды! Бер колхоз булып,   тел айырмай, ныҡ дуҫ йәшәнек   беҙ! Башҡорттар   – русса, урыҫтар башҡортса тап-таҙа һөйләшә инек. Минең бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән  дуҫым Мирза булды, башҡорт малайы. Ул миңә  яҡын туғаным  кеүек ҡәҙерле  ине! Бер көн күрешмәһәк, һағынышып осрашабыҙ. Йә ул беҙгә килеп, икәүләп  мейес башында ҡунабыҙ, йә мин  Ҡашҡатҡа барып, һарай башында төнө буйы йондоҙҙар һанайбыҙ! 

Василийҙы,  иҫтәлектәргә бирелһә,  туҡтатып булмай икәнен белгән Маруся,  көрөшкәләргә  ҡайнар  сәй ҡойҙо ла  табын янына саҡырҙы. Һөйләшеү табын  артында дауам итте.

– Ағай, дуҫығыҙҙың исеме Мирза тиһегеҙме? Минең дә исемем – Мырҙагилде, ҡыҫҡаса     Мырҙа тип йөрөтәләр!

– Мирза?! Неужели,  шулай совпадение була икән? Ҡайһы ауылдан һин, Мирза? – тип аптырап китте Василий.

– Ағай, мин Ҡашҡар ауылынан, мынан ун  биш километрлап    юл өҫтөндә ятып ҡала, үткән­һегеҙҙер!  Мында элек ике ауыл булғанын, өлкәндәр һөйләүе буйынса ишетеп кенә беләбеҙ. Ә исемгә килгәндә, минең исемдең үҙ тарихы бар, ағай.

Василий һөйләшеүҙе дауам итте:

–  Где-то илле өсөнсө йылдарҙа беҙҙең “Ҡыҙыл йондоҙ” колхозын бөтөрөп, Ҡашҡар ауылына ҡуштылар! Ҡашҡат ауылы халҡы күбеһенсә Ҡашҡар ауылына күсеп ултырҙы, ә Үкерҙәр  – Магнитогорск, Орск, Ырымбур яғына таралдылар... Улым, һөйләп ебәр әле исемеңдең тарихын! Минең өсөн бик ҡәҙерле  был исем!

– Ағай, беҙҙең Ҡашҡар ауылында  Ҡашҡат тигән  урам да    бар, унда ошо ауылдан  сығыусылар  йәшәй. Минең әсәйем Фәриғә исемле, уның йәш сағы ошо Ҡашҡатта үткән! Был ауылда уның иң өлкән ағаһы Фәтхулла олатай  ғаиләһе менән йәшәгән.  Һуғыштан ағаһына похоронка килгәс, әсәйем  еңгәһенә ярҙам итеп Ҡашҡатта торған, ҡашҡаттарҙы бик яҡшы белә. Ошо ауыл егете Мырҙагилде менән осрашып йөрөгәндәр, ҡыҫҡаса  әйткәндә, әсәйҙең беренсе мөхәббәте! Әсәйем һөйләүе буйынса, Мырҙа бик сая, көслө, шаян егет булған! Һуғыш башланғас,   йәшен өҫтәп яҙҙырып, үҙ теләге менән һуғышҡа киткән, әммә    кире ҡайтмаған... Әсәйем   уны бик оҙаҡ йылдар көткән, һандыҡ төбөндә һаман да  хаттары һаҡлана! Минең атай тоже фронтовик, һуғыштан яраланып ҡайтҡан. Мин тыуғас, икеһе  кәңәшләшеп, миңә Мырҙагилде тип исем ҡушҡандар. Үәт шулай исемдең тарихы!

Василий йәшләнеп киткән күҙҙәрен ҡулъяулыҡ менән  һөрткөләне лә, яҡын кешеһен осратҡан кеүек,  егетте ҡулбашынан ҡосаҡлап  алды:

– Беләм, беләм әсәйеңде! Фәриғә – минең дуҫым    Мирзаның беренсе һәм һуңғы мөхәббәте ул!  Беҙ һинең менән бер үк кеше тураһында  һөйләшәбеҙ! Беҙ дуҫым Мирза менән икәүләп, йәшебеҙҙе өҫтәп яҙҙырып, 1943 йылдың көҙөндә   һуғышҡа киттек. Бер  взводҡа  эләктек, ул – пулеметчик, мин стрелок булдым. Беҙҙең взводта башҡорттар бик күп  ине. Улар русса артыҡ аңламағас, беҙ Мирза менән  гел переводчик кеүек ике уртала  йөрөнөк инде... Мирзаны барыһы ла бик яраттылар, командир ҙа, ярҙамсылары ла, башҡорттар ҙа, урыҫтар ҙа, сөнки ул киң күңелле, кеше йәнле егет ине. Бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай, үҙе шаян, бик батыр, көслө егет, үҙен-үҙе аямайынса һуғыша ине.  44-се йылда Белоруссияла барған ҡаты  һуғышта минең уң аяғым бер нисә урындан ныҡ яраланды. Бик күп ҡан юғалттым. Дуҫым мине һуғыш яланынан табып, һөйрәп сығарып, яраны ҡыҫып бәйләне лә  госпиталгә оҙатты. Шул саҡта “Ауылда, Һәптән йылғаһы ярында  осрашырбыҙ”, – тип һүҙ бирешкәйнек Мирза  менән. Әммә  килеп сыҡманы шул... Һуғыш бөтөргә күп  ҡалмағас, 45-се йылдың апрелендә, фашистарҙың ояһына барып еткәс, Мирза дуҫым батырҙарса һәләк булған.

 Мин Мирзаға биргән һүҙемде тотам, һәр йәй  ауылыбыҙ урынына ҡайтып китәм! Дуҫтарымды, йәшлегемде иҫкә алам. Ошо һыуҙы эсеп, йыуынып  алһам, хатта йәшәреп киткән кеүекмен! Һыу кисеп, элекке ауыл урынында йөрөп сыҡһам, дуҫым Мирзаны күргән кеүек булам!

Василий, йәшле күҙҙәрен ҡаршы яҡтағы ярға төбәп, йылмайып  тымып ҡалды. Әйтерһең дә, теге яҡ ярҙа, бөҙрә сәстәрен елгә уйнатып, бит остарын уймаҡлатып, киң йылмайып, йәшлек дуҫы Мирза ҡарап тора...

...Шәрифә     80 йәшкә  тиклем Ҡашҡар ауылында  Ҡашҡат урамында йәшәне. Һуңғы көнөнә тиклем    үҙ зиһенендә  булды, үҙ аяҡтарында йөрөнө, үҙ ҡулдары менән ашарға бешерҙе, үҙен үҙе  ҡараны.  Ғүмере буйы  улы Мырҙагилдене һағынып көттө,   йондоҙло  кистәрен  баҡсаға сығып ултырып  белгән доғаларын уҡый, Сүмес йондоҙона ҡарап, теләктәр теләй ине.

Һәр саҡ  өҫтәлгә артыҡ сынаяҡ, артыҡ һауыт-һаба  ҡуя торғайны: “Йә Мырҙагилде ҡайтып инер! Ул ҡайтмаһа, йә берәр мосафир, йә күрше-күлән килеп инер”, – ти торғайны.

Шәрифәнең  был ғәҙәте,  уның оло йөрәкле, киң күңелле,  изгелекле кеше булыуын  тағы ла иҫбатлай ине.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең   80 йыллығын билдәләүгә, хәрби архивтар асылып, бик күп мәғлүмәт халыҡҡа  еткерелде. Моталлапов Мырҙагилде Шәмсетдин улының Берлин ҡалаһын алғанда геройҙарса һәләк булыуы, уға “Батырлыҡ миҙалы” бирелеүе тураһында ла мәғлүмәт бар ине. Тик  был мәғлүмәт   сыҡҡан ваҡытта, уның әсәһе Шәрифә лә, һеңлеләре Мөслимә менән Гөлйемеш тә, һөйгәне Фәриғә лә, дуҫы Василий ҙа  яҡты донъяларҙы күптән ҡалдырып киткән инеләр...  

Мырҙагилденең  батыр  тигән исеме барыбер әйләнеп ҡайтты   тыуған яғына!

Аҙағы. 

Шәрифә   Повесть (8, аҙағы)  Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Шәрифә Повесть (8, аҙағы) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Автор:
Читайте нас