Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
8 Декабрь 2017, 10:53

Әсәй менән түшәк бүлешмәйҙәр

Эйе, беҙ төрлө-төрлө. Берәүҙәребеҙ социаль йәһәттән әүҙем, һәр саҡ алғы рәттә булырға ғәҙәтләнгән, икенселәребеҙ күләгәлә ҡалыуҙы хуп күрә..


Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы арбағыс көскә эйә, ифрат үҙенсәлекле, һығылмалы, нәфис зат итеп яралтҡан. Эйе, беҙ төрлө-төрлө. Берәүҙәребеҙ социаль йәһәттән әүҙем, һәр саҡ алғы рәттә булырға ғәҙәтләнгән, икенселәребеҙ күләгәлә ҡалыуҙы хуп күрә, нескә тал сыбыҡтай яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж, бәғзеләребеҙҙә ғорурлыҡ, тәкәбберлек өҫтөнлөк итә, ҡайһыбыҙҙалыр ‒ башҡаларға ҡарата үтә хәстәрлекле мөнәсәбәт. Һәм шул уҡ ваҡытта бер үк ҡатын-ҡыҙ төрлө халәткә инеүсән була ала. Үҙемде генә алғанда ла, бәғзе саҡта минән дә тәүәккәлерәк кеше юҡ, ә ҡайһы берҙә – минән дә өркәгерәге. Ғөмүмән, ҡыҙыҡ был тормош: бәхетле булыр өсөн берәүгә әҙ генә ҡыйыулыҡ, бәғзеләргә аҙ ғына сабырлыҡ етмәй, кемгәлер артыҡ аҡыллы булыуы ҡамасаулай, кемдеңдер бошмаҫлығы, шуҡлығы бәкәленә һуға. Әммә тормошта әлеге һыҙаттарҙың барыһын да самалап ҡуллана белергә кәрәк икән, баҡһаң. Ошолар хаҡында бәйән ҡылып, яңылыҡ асмабыҙ. Был хаҡта аҡыллы китаптарҙа ла күп яҙалар, глобаль селтәрҙә лә мәғлүмәт етерлек. Шулай ҙа үҙебеҙҙең һылыуҙарға ҡатын-ҡыҙҙың дүрт халәте, уларҙың ҡайһыһының етмәүе, йәки булмышыбыҙға инеп оялауы нимәгә килтереү ихтималлығы хаҡында иҫкә төшөрөп үтеү ҡамасауламаҫ. Шул дүрт халәтте белеү үҙебеҙҙе лә, ир-атты ла нығыраҡ аңларға ярҙам итер.



Ниндәй халәттәргә эйә һуң ҡатын-ҡыҙ?


Әйҙәгеҙ, батшабикәнән башлайыҡ. Сөнки бөгөн күп гүзәл затта ошо халәттең саманан тыш үҫешеүе күҙәтелә. Кем ул батшабикә? Бындай ҡатын-ҡыҙ үҙ аллы, үҙенә етерлек кимәлдә аҡса эшләй ала, үҙ көсөнә ышана, ғорур, хатта тәкәбберлеге лә бар. Ул күп белә, үҫешкә ынтыла. Билдәле, ундай ҡатын-ҡыҙ карьера йәһәтенән үҫә, эшҡыуарлыҡта ла һынатмай, ҡыҫҡаһы, йәмғиәттә үҙен тормошҡа ашыра алған. Кемдәндер нимәлер хаҡында үтенеү уны кәмһетә. Аҡыллы, тура һүҙле. Уны яраталар, уның менән һоҡланалар. Һәм бындай ҡатын-ҡыҙҙа башҡаларҙы файҙаланыу, үҙенә хеҙмәт иттереү энергияһы өҫтөнлөк итә. Ир-ат менән мөнәсәбәттәргә килгәндә, үҙен өҫтөн тота, баһаһын белә, матурмын, аҡыллымын, әйҙә ир кеше мине яулап алһын, минең хаҡта хәстәрлек күрһен, тип фекерләй.

Бөгөнгө гүзәл заттар араһында киң тарлған икенсе халәт – хужабикә. Улар әсәй төҫлө. Башҡалар хаҡына үҙен ҡорбан итә ала. Ул яҡшы хужабикә. Кешене тыңлай, аңлай белә. Уның янында тыныс һәм уңайлы.

Өсөнсөһө – ҡыҙсыҡ. Унда ла үҙ яғыңа ҡайырыу, файҙаланыу энергияһы өҫтөнлөк итә. Ул тормошто ярата, ярҙамға мохтаж. Теләгән нәмәһенә бик еңел өлгәшә. Сөнки ғорур түгел, һорай белә (батшабикәнән шуныһы менән айырыла). Бындай ҡатын-ҡыҙға һәр ваҡыт кемдер ярҙамға киләсәк, уны нимәнәндер ҡурсалаясаҡ, уның хаҡында хәстәрлек күрәсәк. Ул изгелеккә ышана, хыялланырға ярата.

Дүртенсе халәт – һөйәркә. Ул да ир-ат хаҡында хәстәрлек күрә, үҙен ҡорбан итеүе лә ихтимал. Дәртле, ир-ат менән үҙен иркен тота, һис ниҙән оялып тормай. Түшәктә лә уға етеүселәр юҡ. Ир-атты тиҙ үк үҙенә ҡарта. Уға көс-ҡеүәт, энергия өҫтәй.

Ошо һыҙаттарҙы иҫәпләп сыҡҡанда ла һәр кем үҙендә ниндәйерәк халәт өҫтөнлөк итеүен аңлағандыр, моғайын. Хәҙер әлеге энергияларҙы дөрөҫ файҙаланмауҙың, йәғни теге йәки был халәттең саманан тыш үҫешкән булыуы йәки, киреһенсә, етерлек кимәлдә булмауы ниндәй күңелһеҙ ваҡиғаларға килтереүен билдәләп үтәйек.

1. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙа батшабикә халәте артыҡ ныҡ үҫешһә, уны ни көтә? Әлбиттә, яңғыҙлыҡ. Уға бер кем дә оҡшамай, күңеленә ятҡан ир-ат юҡ, ти ул. Унан хатта һалҡынлыҡ та бөркөлә. Күпселек ир-атты мәүеш, үҙенә тиң түгел тип иҫәпләй. Ә ир-ат батшабикә менән, һис шикһеҙ, һоҡлана. Уға оҡшарға теләй. һөйләшеп ултырырға, кәңәшләшергә әүәҫ. Әммә уны яулап алырына ышанып бөтмәй. Һәм йыш ҡына бындай ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәт ҡороуҙан ҡурҡа.
2. Әгәр ҙә хужабикә халәтендә туҡтап ҡалһаҡ, нимә көтә беҙҙе? Эйе, ул саманан тыш хәстәрлекле. Ир-атҡа ундай ҡатын менән уңайлы. Һәм был йыш ҡына уның менән файҙаланыуға килтерә. Тора-бара ир-ат хужабикә менән һоҡланмай, хатта уны ҡатын-ҡыҙ булараҡ теләмәй башлай. Сөнки ул бар булмышы менән әсәйгә оҡшаған. Эйе, ир әсәйҙә мохтаж, әммә әсәй менән түшәк бүлешмәйҙәр. Ул үҙе лә аңғармаҫтан, һоҡланыр, түшәк бүлешер өсөн башҡа йәр эҙләй. Был роль өсөн ҡыҙсыҡ, һөйәркә, батшабикә халәтендәге ҡатын-ҡыҙҙар нығыраҡ тап килә.
3. Ҡыҙсыҡ халәте өҫтөнлөк итһә… Ир-атты был һылыуҙың бер ҡатлылығы арбай. Уның янында шул тиклем рәхәт. Бер яҡтан ир-атҡа үҙен кәрәкле итеп тойоу кинәнес бирә. Ошо бәләкәй генә ҡыҙсыҡҡа ярҙам итеүе, уны ҡыуандырыуы әйтеп аңлатҡыһыҙ көс-ҡеүәт өҫтәй. Яңы үрҙәргә этәрә. Әммә был хәл көн дә дауам итһә, ялҡытасаҡ. Сөнки мөхәббәт ике яҡлы булырға тейеш. Ә бындай ҡатын-ҡыҙҙа башлыса эгоизм өҫтөнлөк итә.

4. Һөйәркә генә була белһәң… Эйе, уның менән төн үткәрергә хыялланалар. Уны яулап та алалар. Әммә ундайҙар менән тормош ҡорорға теләмәйҙәр. Ғәҙәттә, бындай ҡатын-ҡыҙ ир-атты янында тота, үҙенә өйләндерә алмай.
Ә нимә эшләргә һуң?


“Йөҙ йыл йәшә, йөҙ йыл өйрән” тиҙәр. Ысын ҡатын-ҡыҙ ошо дүрт халәтте лә үҙләштерерг һәм уларҙы берҙәй кимәлдә оҫта файҙалана белергә тейеш. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, уларҙың икәүһе йылылыҡ биреү, хәстәрлек күреү, ҡалған икәүһе үҙ яғыңа ҡайыра, файҙалана белеү оҫталығы талап итә.

Уйлап ҡараһаң, был халәттәрҙе файҙаланыуҙың артыҡ ауырлығы юҡ һымаҡ. Ябай ғына миҫал: хәләлегеҙ эштән асығып ҡайтҡан икән, ул мотлаҡ хужабикәлә мохтаж.

Ниндәй ҙә булһа эште атҡара, йәки аҡса алып ҡайтҡан икән, ҡыҙсыҡҡа әйләнә белеү, ирең менән һоҡланыу тала ителә.

Эйе, һөйәркә була белеү ҙә мөһим. Әммә билдәләп үттек инде. башҡа өс халәте булмай тороп, ул ирҙе үҙе янында тота алмай.

Ә инде ирегеҙ һеҙҙе ҡәҙерләмәй башланымы? Тимәк, батшабикәгә әүерелергә ваҡыт. Өҫ-башығыҙҙы ипкә килтерегеҙ, рухи йәһәттән үҫешегеҙ, үҙ мауығыуҙарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ ‒ ни булырын үҙегеҙ күрерһегеҙ.

Беләм, шундай ҡатындар бар: улар был халәттәр хаҡында уйлап та ҡарамай, әммә һәммәһен дә оҫта файҙалана. Был осраҡта хатта файҙалана тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел. Барыһы ла тәбиғи рәүештә килеп сыға. Улар инде ысын ҡатын-ҡыҙ. Һәм ундайҙар беҙҙең журналды уҡыусылар араһында ла бар. Әммә бәғзеләргә ана шундай ысын ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланырға, күҙәтергә, үҫешергә һәм, иң мөһиме, үҙеңде өйрәнергә, эске халәттәреңде асырға ынтылырға кәрәк.

Читайте нас: