Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ике усаҡҡа тиң. Мөнәсәбәттәрендә Аллаһҡа урын бар икән, улар дөрләр ялҡынға берләшә. Әгәр ҙә Аллаһҡа урын булмаһа, ир һәм ҡатын бер-береһен өҙгөләр сиккә етә.
Борон-борондан ир һәм ҡатын араһындағы дуҫлыҡ инҡар ителгән. Ул осор әхлағына ярашлы, ғаилә усағын һаҡлаусы гүзәл зат менән мал табыусы көслө зат вәкиле ғаилә шарттарында ғына бергә була ала. Ләкин стереотиптарының үҙгәреүе уларҙың мөнәсәбәттәренә лә ҙур йоғонто яһай. Ҡатындар ҙа, ирҙәр менән бер рәттән, эшләй, ижад итә, карьера яһай. Ғилми тел менән әйткәндә, улар бергә-бергә социализация процесын үтә.
Ғөмүмән, нимә ул - дуҫлыҡ? Тәү сиратта бер енес араһындағы дуҫлыҡтың ниндәй төшөнсәләргә нигеҙләнеүен иҫебеҙгә төшөрәйек.
- Дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙар. Кешеләргә бер үк кино, музыка оҡшай, улар бер үк спорт секцияһына йөрөй, әҙәби яңылыҡтар менән әүҙем бүлешә.
- Бер-береһенең машинаһына, фатирына, абруйлы эшенә көнләшеп ҡарамай.
- Даими аралаша: йыш шылтырата, осраша, байрамдар менән ҡотлай.
Шулай итеп, ир-уҙаман һәм гүзәл зат дуҫ була аламы? Был тәңгәлдә бәхәстәр һәм фекерҙәр уртаҡлығы бихисап. Башлыса ир-егеттәр әлеге һорауға «юҡ» тиһә, ҡатын-ҡыҙҙар ыңғай яуап бирә. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙҙең маҡсаты - ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә тырышыу. Ир менән ҡатын араһында мөхәббәт, нәфрәт, битарафлыҡ кеүек хис-тойғоларҙың булыуы ихтимал, ә бына… дуҫлыҡҡа урын ҡаламы?
«Шоңҡар» журналының әүҙем уҡыусылары бына нисек яуап бирҙе:
- Ир һәм ҡатын араһында дуҫлыҡтың булыуы мөмкин, тик… формаль рәүештә. Бындай мөнәсәбәттәрҙә «дуҫтарҙың» береһе булһа ла икенсеһенә ҡарата мөхәббәт тойғоһо кисерә. Йәғни, һөйгәненә яҡын булыр өсөн ҡыҙ йәки егет дуҫ булырға мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта ул хистәрен белдермәҫкә лә тейеш булып сыға - «дуҫлыҡтың» шарты шулай. Сер сиселгән, һөйөү һүҙҙәре әйтелгән осраҡта йыш ҡына бындай дуҫлыҡ күҙгә күренеп юҡҡа сыға.
Мин дә кисерҙем бындай дуҫлыҡты. Ике-өс йыл элек бер коллегам менән аралаша башланым. Өйләнгән, ике балаһы ла бар. Ни әйтһәң дә – аңлай, ни һораһаң да – ярҙам итә. Беҙ ысын дуҫтарға әйләндек. Кабинетыма инһә, оҙон-оҙаҡ һөйләшеп тә һүҙҙәр бөтмәй. Бер заман был миңә кәнфит-маҙар ташый башламаһынмы. Тәүҙә аптыраным, яңылышамдыр, тип уйланым. Ләкин ҡатын-ҡыҙ аңлай бит инде ундай ым-ҡараштарҙы. Ул хатта минең эргәмдә икенсе төрлө тын ала башланы кеүек. «Хистәрен белдермәһә генә ярар ине», тип шыпыртын ғына теләнеп йөрөүем бушҡа булды. Аулаҡта ғына: «Һине көнө-төнө уйлайым», - тип әйтте лә… дуҫлығыбыҙҙың тамырына балта сапты ла ҡуйҙы.
Хәҙер шул йылдарға, шул ваҡиғаға уйҙарым менән әйләнеп ҡайтам да, «Миңә был һүҙҙәрҙе әйтмәһә лә була ине», - тип уйлайым. Нимә үҙгәрҙе һуң уның һүҙҙәренән? Ҡабалан рәүештә икенсе бүлеккә күсергә тура килде. Ул да, бер аҙ ҡаңғырып йөрөнө-йөрөнө лә, башҡа ҡалаға олаҡты.
Бер йыл элек ниндәйҙер ғилми конференцияла осраштыҡ элекке дуҫ менән. Нисектер олпатланып, олоғайып киткән кеүек. Яй ғына баҫып, үҙ мәртәбәһен белеп кенә килде ул минең яныма. Ике ҡулын биреп тороп һаулыҡ һорашты. «Хәлдәр нисек, кейәүгә сыҡтыңмы?» кеүегерәк һорауҙар биреп торҙо. Кейәүҙә булмауымды белгәс, ауыҙын ҡыйшайта биреберәк йылмайҙы ла, ауыҙ эсенән ниҙер мығырлап ҡуйҙы. «Шул кәрәк һиңә», - тинеме, әллә: «Дөрөҫ, ҡабаланма», - тиеүе булдымы, аңғарманым. Һуңынан ишеттем – ҡатыны бишенсе сабыйын көтә, ике улы, ике ҡыҙы бар. Тимәк, һәүетемсә генә йәшәп яталар, насар торһалар, ҡатыны ул сама бала тапмаҫ ине, тип уйлайым.
Шулай тамамланды беҙҙең дуҫлыҡ. Интеллектуаль кимәл, ҡараштар буйынса тап килә инек беҙ. Дуҫлыҡ өсөн бик яҡшы ерлек. Ә ул өйләнгән, ике балаһы булған көйө, тотто ла миңә хистәрен белдерҙе. Уның, кемдеңдер ире статусын йөрөткән кешенең, ниндәй тойғолар кисереп йөрөүе кемгә кәрәк ине һуң ул ваҡытта? Дуҫтар булып ҡалыу осрағында бер-беребеҙ менән аралашыу мөмкинлеге ҡалыр ине, исмаһам.
…Тимәк, ир һәм ҡатын араһында дуҫлыҡ бар. Формаль яҡтан…
- Ир һәм ҡатын араһындағы дуҫлыҡҡа ысын күңелдән ышанам. Минең шундай үҙемдең ике-өс дуҫым бар. Улар менән үҫмер саҡтан уҡ дуҫбыҙ. Үҙегеҙ күҙ алдына килтерегеҙ – ауыл еренән ҙур ҡалаға килгән кисәге мәктәп балалары. Бер үк кисерештәр, бер үк хәстәрҙәр, бер үк проблемалар…
Техникумда уҡығанда уларҙан да яҡыныраҡ, уларҙан да ышаныслыраҡ кешеләрем булманы. Бергә дәрестәребеҙҙе әҙерләнек, күмәкләшеп дөйөм кухняла ашарға бешерә инек. Диплом алғас, бөтәбеҙ ҙә бер заводҡа эшкә урынлаштыҡ, бер үк дөйөм ятаҡта йәшәнек. Унда ла бергә киноға йөрөнөк, кистәрен тансы-маҙарҙарға йүгерә инек.
Дуҫтарым бер-бер артлы өйләнде, балалары тыуҙы. Яҙмышым шулай булғандыр, кейәүгә сыҡманым. Был осраҡта ла мине дуҫтарым ярҙамдарынан, хәстәрҙәренән ташламаны. Элек яныма үҙҙәре генә килеп йөрөр булһа, хәҙер улар ҡатындары, балалары менән күмәкләшеп ҡунаҡҡа килделәр. Бергә-бергә юбилейҙар үткәреү, балаларының туйҙарын ойоштороу…
Шулай итеп йылдар ғына түгел, ғүмер үткән дә киткән. Ә беҙ… һаман дуҫтар. Ҡатындарына рәхмәт, бер ҡасан да ирҙәрен көнләшеп, ғауға ҡуптарып йөрөмәнеләр.
Ир һәм ҡатын араһында дуҫлыҡ бар ул, иптәштәр. Был мөнәсәбәт тәү сиратта яҡынлыҡ төшөнсәһе менән бәйле. Интеллектуаль, рухи, мораль яҡынлыҡ. Юғиһә, бөгөнгө йәштәр дуҫлыҡты бөтөнләй икенселәй аңлай. Хәҙер бит күптәр «кемгә ҡаршы дуҫлашабыҙ» принцибы менән йәшәй. Мөхәббәт тә, ниңәлер, тик физик яҡынлыҡ синонимы булараҡ ҡына яңғырай. Үкенесле. Ә беҙ бит заманында бер-беребеҙгә «иптәш» (товарищ) тип өндәшкән кешеләр… Теге йәки был енес вәкиле булыр алдынан беҙ тәү сиратта кешеләр бит әле. Шул хаҡта онотмаһын ине йәштәр.
- Дуҫтарым араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Тик улар мине… гүзәл зат булараҡ ымһындырмай. Ә бына интеллектуаль, рухи яҡтан тап килә – фекерҙәш, уйҙаш һ.б. Ҡапма-ҡаршы енес вәкиле булараҡ шуларҙы әйтә алам: әгәр ҙә мин дә ҡатын-ҡыҙға ҡарата физик ылығыу бар икән, мин уның менән дуҫ була алмаясаҡмын. Эйе, гүзәл заттар ир дуҫтарын яратҡан осраҡта ла, хистәрен белдермәйенсә мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай ала. Ә мин уны, был «дуҫты», нисек яуларға икән, тип баш ватасаҡмын.
Курсташ ҡыҙ менән шундайыраҡ хәл булды. Мин «яратам» тигән һайын миңә дуҫ булып ҡалыуыбыҙҙы үтенде. Ҡыҙыҡ шул ҡатын-ҡыҙ халҡы. Уның менән йәнем-тәнем менән бергә булырға теләйем, ә ул миңә… дуҫ ҡына, имеш. Юлдарыбыҙ студент йылдарында уҡ айырылды. Ул минең менән аралашыуҙан ҡаса башланы, шылтыратһам, телефонын алманы.
Ә бына атайым менән әсәйем йәш саҡтарында тәүҙә дуҫ булғандар. Артабан уларҙың дуҫлығы мөхәббәткә үк булмаһа ла, улар һүҙҙәренсә, тәрән ихтирам тойғоһона әүерелгән. Атайым әсәйемдән ипле, хәстәрлекле хужабикә сығасағын күҙаллап, уға тәҡдим яһаған, әсәйем, атайымда ныҡлы терәк күреп, кейәүгә сығырға ризалашҡан. Хәҙер улар бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан уҡ аңлап торған әбей менән бабай. Йылдар үтеү менән, олоғайғас, мөхәббәт килдеме икән уларҙың тормошона, юҡмы, белмәйем, ләкин мин шуны әйтә алам – был донъяла, тимәк, мөхәббәттән дә юғарыраҡ мөнәсәбәттәр бар. Сөнки мөхәббәт – ул бары тик ялҡынлы хис кенә. Ғашиҡтарҙың өйләнешкәндән һуң бәхетле һәм татыу йәшәрҙәренә тулы ышаныс юҡ. Ысынлап та бер бөтөндөң яртыһы булғандар дуҫлыҡты -ихтирамға, ихтирамды - мөхәббәткә, ә мөхәббәтте икенсе бер, мин әле аңламаған илаһи тойғоға тиклем үҫтерә ала.
Алина Вәлинурова, педагог-психолог:
- Ысынлап та, енес-ара дуҫлыҡ, йыш булмаһа ла, осраштырғылай. Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән дуҫтарса ғына аралашыу процесында көслө заттың логикаһын аңларға тырыша, уларҙың тәбиғәтенә төшөнә барған кеүек була. Ир-дуҫы ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙар теге йәки был күлдәктең килешеү-килешмәүен, ирен буяғыстың тура килеү-килмәүен белә ала. Гүзәл зат өсөн дуҫ ир ағай ролен үтәй – уның янында тыныс һәм уңайлы. Уға бар проблемаларыңды, кисереш-тетрәнеүҙәреңде һөйләй һәм борсоған һорауҙарға икенсе енес күҙлегенән яуаптар ишетергә мөмкин.
Ирҙәр иһә ҡатын-ҡыҙ дуҫтарынан нимә өмөт итә һуң? Эйе, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтендә әсәлек рухы ята – барыһын да аңлау, тыңлау, ишетеү һәм… ғәфү итеү. Дуҫына ир кеше ҡатынының һуңғы арала оторо шашып китеүен, бәйеленән аҙыуын һөйләй ала.
Эйе, енес-ара дуҫлыҡ һирәк осрай. Парһыҙ ир һәм ҡатындарға икенсе енес менән дуҫлашыу уңайлыраҡ. Бер кем дә һине дуҫыңдан көнләшмәй, үпкәләмәй, тигән кеүек…
Ләкин ир - ир, ә ҡатын – ҡатын-ҡыҙ енесенә тоғро булып ҡала. Ә улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә һәр ваҡыт сексуаль подтекст һаҡланып килә. Бер генә яңылыш аҙым – һәм һеҙ дуҫ түгел, ә ни бары … бер төнлөк һөйәрҙәр генә. Дуҫлыҡ, әлбиттә, мөхәббәткә әүерелә ала, ә бына мөхәббәт дуҫлыҡҡа… Ундай осраҡтар ҙа була – хис-тойғолар һүрелгәндән һуң да кешеләр бер-береһенә ҡарата һаман да йылы мөнәсәбәт һаҡлай ала, тик… был бик һирәк күренеш.
Ир һәм ҡатын ике планетаға тиң. Икеһенең ике төрлө кисерештәре, йәшәү рәүеше. Хоҙай Тәғәлә беҙҙе бушҡа ғына ике енескә мөхәббәтте һәм дуҫлыҡты икеһен ике мөнәсәбәт булараҡ айырмағандыр.. Тимәк, ир һәм ҡатын араһында мөхәббәт тә, дуҫлыҡ та булыуы мөмкин, бик мөмкин…
Ир һәм ҡатын-ҡыҙ араһындағы дуҫлыҡ – һәр ваҡыт тиерлек оло бәхәстәр тыуҙырған социаль күренеш. Бөгөнгө көн күҙлегенән уны инҡар итеү йәки дәлилләү урынһыҙ. Иң мөһиме – ир һәм ҡатын араһында мөхәббәткә, нәфрәткә генә түгел, дуҫлыҡҡа ла урын бар…