Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
29 Ғинуар 2019, 18:35

Кем кемде… нисек һайлай?

Ирҙәр, ғәҙәттә, улар ихтирам иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ярата. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә үҙҙәре һөйгән ир-егеттәрҙе генә ихтирам итә ала. Ҡатын-ҡыҙ ир-егетте, ә ир-егет гүзәл затты нисек һайлай һуң?

Ирҙәр, ғәҙәттә, улар ихтирам иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ярата. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә үҙҙәре һөйгән ир-егеттәрҙе генә ихтирам итә ала.


Ҡатын-ҡыҙ ир-егетте, ә ир-егет гүзәл затты нисек һайлай һуң? Эйе, ысынлап та, кемгәлер оҙон буйлылар, кемгә йыуантыҡтар оҡшай, кемдер һары сәслеләрҙе ярата, ә бәғзеләрҙең күңеленә ҡараҡайҙар хуш килә. Ғалимдар фекеренсә, һәр бер енес үҙенең буласаҡ партнерын ғәмәлдә төпкөл аң (подсознание) ҡанундары буйынса ла һайлай икән. Нисек, тиһегеҙме? Сент-Эндрю университетында доктор Дэвид Фейберг етәкселегендә эшләгән ғалимдар бына ниндәй асышҡа тап булған - ҡатын-ҡыҙ фертиль, йәғни балаға уҙа торған йәш арауығында, түбән тауышлы ирҙәргә ғашиҡ булыусан. Бындай ир-ат гендарҙы бутау һәм һау-сәләмәт бала табыу өсөн ҡулай, имеш. Ғалимдар фекеренсә, түбән тауыш һәм тестостерон араһында ниндәйҙер уртаҡлыҡ булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ирҙәр юғары тауышҡа эйә икән, был уларҙың хәстәрлекле атай буласағына ишаралай.

Ә ирҙәрҙең төпкөл аңы киң янбашлы, тулы күкрәкле ҡатын-ҡыҙҙы һайларға бойора - бындай гүзәл заттар сабыйҙы бер ҡыйынлыҡһыҙ табасаҡ һәм туҡландыра аласаҡ, йәнәһе.

Шулай итеп, беҙҙең төпкөл аңыбыҙ нәҫелде дауам итеү принцибына хеҙмәт итә һәм һау баланың тыуыуын тәүмаҡсат итеп ҡуя. Әммә көндәлек тормошта осрап торған башҡа һайлауҙарҙа ҡатын-ҡыҙ әсәлек инстинктына таянһа, ир-ат рациональ фекерләүгә өҫтөнлөк бирә икән.

Был мәсьәләгә ҡарата белгестәр ни тиер? Һайлағанда ысынлап та төпкөл аң тауышы көслөрәк яңғыраймы? Ҡолаҡ һалайыҡ әле.


Психолог фекере

Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ бер-береһен ниндәй критерийҙарҙан сығып һайлай?

Ләйсән Әбсәләмова, педагог-психолог:

- Беҙ гел генә һайлау алдында торабыҙ. Ниндәй кейем алырға, ҡайҙа ял итергә, кем менән аралашырға… Шул уҡ ваҡытта һәр бер кешенең тормошонда мөһим һәм хәл иткес һайлау була - үҙ яртыңды табыу. Ғүмерлек юлдашын эҙләгәндә билдәле факторҙар әһәмиәткә эйә. Социологтар фекеренсә, ир-ат, тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итә - йөҙөнә, кәүҙәһенә, сәстәренә, йылмайыуына… Эйе, йыш ҡына ирҙәр гүзәл заттың физик матурлығына ылығып бара, ә бына күңел байлығын, уның холоҡ күркәмлеген тейешенсә баһалап еткермәй. Бында боронғо ирҙәрҙең инстинкт сағылышы күҙәтелә - физик яҡтан матур булған партнер, тимәк, көслө вә сәләмәт. Унан тыуған нәҫел дә һаулығына зарланырға тейеш түгел. Шулай итеп, заман ирҙәренең камил ҡатын-ҡыҙ стереотибы түбәндәге үҙенсәлектәргә эйә: ул балаларҙы яҡшы тәрбиәләй алған, өйҙә йәмле мөхит тыуҙырған, һөйкөмлө, уңған хужабикә.

Ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, улар, әлбиттә, ирҙәрҙең тышҡы матурлығына иғтибар итеүен-итә, шулай ҙа был ҙур йоғонто яһамай. Төпкөл аңы менән гүзәл заттар төҫкә сибәр Ир-уҙаманды янында оҙаҡ тота алмаҫын аңлай һәм, ҡарамаҡҡа уртаса матурҙы һайлап, үҙен күңел ғазаптарынан һаҡларға тырыша. Улар өсөн иң мөһиме - ир-аттың матди хәле. Бында бер ниндәй ҙә хаслыҡ юҡ - ир-ат йәмғиәтебеҙҙә борон-борондан мал табыусы, үҙен һәм ғаиләһен ҡараусы булараҡ сығыш яһай.

Ҡатын-ҡыҙ ир-егеттең юғары интеллектын, эшһөйөүсәнлеген, юморға бай булыуын баһалай. Йәнә - уны аңлауын, яҡлауын, терәк булыуын…

Йыш ҡына кәүҙә-килбәт яғынан ҡапма-ҡаршы типтар бер-береһенә тартылыусан. Мәҫәлән, оҙон буйлы, олпат ирҙәр орсоҡтай ҡатын-ҡыҙҙарҙы хуп күрә, ә бына күп кенә ҡыҫҡа буйлылары һәм йыуантаҡтар - һомғол вә нескә билле гүзәлдәрҙе үҙ итә. Тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ оҙон, ябыҡ ирҙәргә күҙ һала. Был парадокс физиология ҡанундары менән аңлатыла - стандарт булмаған кеше, төпкөл аң закондарына буйһоноп, үҙенә ҡапма-ҡаршы кәүҙәле партнерҙы һайлай һәм шул рәүешле киләсәк нәҫелдең буй-һынын тигеҙләргә тырыша.

Тағы бер үҙенсәлек - буласаҡ тормош иптәшен һайлағанда ҡатын-ҡыҙ бала саҡта уҡ (5-6 йәштәрҙә) нығынған стереотипҡа таяна. Был образ ошо ваҡыт арауығында ҡыҙыҡай эргәһендә ниндәй холоҡло кеше йышыраҡ булыуына ҡарап барлыҡҡа килә - ҡартатаймы, атаймы, ағаймы, тигәндәй… Был ирҙәр идеаль кеше стереотибы ҡыҫандарына һыймауы ла мөмкин.

Шул уҡ мәлдә, тикшеренеүҙәргә ышанғанда, кәүҙәләре оҡшаш парҙар ун процентты, ә холоҡ үҙенсәлектәре буйынса оҡшаштар ҡырҡ процентты тәшкил итә. Ғаилә ҡорғанда ҡыҙыҡһыныуҙарҙың тап килеүе лә мөһим. Социологтар шуны иҫбатлай - теге йәки был өлкәлә бер-береһе менән киҫешкән профессия вәкилдәре йышыраҡ ҡауыша.

Интеллектуаль яҡтан да тап килеү ғаилә тормошонда хәл иткес роль уйнай. Фекерләү ҡеүәһе юғарыраҡ, белемле партнер был йәһәттән күпкә ҡалышҡан икенсе яртыһынан яйлап һыуына, ти ғалимдар.

Йәр һайлауҙа мода ла ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә нәҙек, оҙон буйлы һәм күпкә йәш ҡыҙҙарға өйләнеү киң таралған. Бер быуат элек кенә иһә тулы кәүҙәле, көслө ҡатын-ҡыҙға өйләнеүҙе хуп күргәндәр - ундайҙарҙың итәк тултырып бала табырына, емертеп эшләренә өмөтләнгәндәр.

Ғаилә тормошонда енси мөнәсәбәт мөһим урын биләй. Ләкин тик сексуаль тартылыу нигеҙендә генә ҡоролған ғаиләләр ныҡлы булмай - ярһыу хистәр тора-бара һыуына һәм уларҙың урынына бер-береңде ихтирам итеү тойғоһо ҡала. Һәр хәлдә ҡалырға тейеш.

Бай һәм ярлы ҡатлам кешеләренең дә партнер һайлау үҙенсәлектәре бихисап. Мәҫәлән, бер нәмәгә лә мохтаж булмаған ғаиләлә үҫкән йәштәр, ғәҙәттәгесә, үҙҙәре кеүек үк хәлле ғаиләнән сыҡҡандарҙы иш итә. Ә бына матди байлыҡтарын үҙ көсө менән йыйыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы буласаҡ ирҙәренең ниндәй социаль баҫҡыста тороуы артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Был категорияға ҡараған ирҙәр үҙҙәренән түбән матди хәлдә булған ҡатын-ҡыҙға өйләнеүсән - уларға йә үтә шәп хужабикә, йә дуҫтарының күҙен ҡыҙҙырырҙай матур “тәтәй” кәрәк.

Нисек кенә булмаһын, бер-береһен тапҡан ике яртынан бер бөтөн яһалғанда ғына бәхетле ғаиләләр тыуа. Никахтар күктә ярала, ә ерҙә кешеләр… осраҡлы рәүештә генә тап булыша, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, был бәхетле осраҡтарҙың йышыраҡ булыуын теләйек. Бәхетле булығыҙ һәм …уңышлы һайлау һеҙгә!


Ирле ҡатынлы Рәзилә менән Айрат Рәжәповтар.

Рәзилә:

- Мин Айратты… дыуамал булыуы арҡаһында һайланым. Эйе, эйе. Ғөмүмән, янып-һүнеп тороусы, шарылдағыраҡ холоҡло кешемен. Ҡапыл ҡыҙып китәм, уҫалмын, тәкәббермен. Шуға ла кейәүгә сыҡмаған осорҙа миңә үҙем һымағыраҡ холоҡло егеттәр ҡараманы тиерлек. Ә бына, ни ғиллә менәндер, мәмәй ауыҙҙар ҡаба ине. Мин уларҙы шар ҙа шор килеп әрләйем, иҙәндең бер таҡтаһынан ғына йөрөтәм, йәнәһе, әсәләрсә тәрбиәләйем. Зитҡа тейеп, ялҡыта башлаһалар, ҡыуып ебәрәм. Теге бахырҙар күҙ йәштәрен йотоп китә лә, миңә яҡын килергә ҡурҡып йөрөйҙәр. Тәүҙә ошо ҡыланышымдан ҡыҙыҡ таба инем, шунан ялҡыта башланы. Ә бына Айрат менән мөнәсәбәтебеҙ башҡаларҙан ҡырҡа айырылып торҙо. Һәр төрлө холоҡ күрһәтеүҙәрем, наянланыуҙарым бушҡа ғына булды, иҫе лә китмәне, тейешле иғтибарын да бүлмәне. Быға тиклем мин үҙемде тиҫкәре тип һананым, Айрат минән дә уҙҙырҙы - ҡайһы саҡта уны еңә алмай, илап та ҡуя торғайным. Шунда ғына мин унда шәхесте, улай ҙа түгел, ә ысын Ир-атты күрҙем. Тыныс, үҙ фекере бар, әйтһә, бер тапҡыр ғына әйтә…

Өйләнешергә тәҡдимде лә көттөрөп кенә яһаны. Әгәр ҙә Айратҡа түгел, баяғы мәмәйҙәргә сыҡһам, белмәйем, күптән уларҙы ҡурҡытып, өркөтөп бөткән булыр инем. Ә хәҙер ҡайһы ваҡыт теге йәки был хәлгә Айрат ни тиер инде, тип борсолоп, шыртлап йөрөгән саҡтарым була.

Йәнә шул - ҡыҙыл ҡойроҡло яндырай, уҫал әтәстән... өй тауығына әйләнә барам, шикелле. Нисектер баҫылдым хәҙер, эске ярһыуым әллә ҡайҙа булды. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, мин дә үҙ холҡома дауа тапҡанмындыр, тим.


Айрат:

- Рәзиләне тәү күргәндән үк оҡшаттым. Үҙемдең әсәйемде лә хәтерләткәндәй була ул - шундай уҡ уңған, сағыу тауышлы, алсаҡ, көләкәс һәм… бер аҙ уҫал. Атайым миңә бәләкәй саҡтан өйрәтә килде - ҡатыныңды баштан уҡ буйлатма, юғиһә елкәгә лә ултырырға күп һорамаҫ. Самаһын белеп кенә иркәләй һәм тыя бел. Ана шул ябай аҡыл ғаилә ныҡлығының нигеҙе. Ир кеше - мал табыусы, ҡатын-ҡыҙ - өй йылыһын һаҡлаусы.

Рәзилә өйҙә матур мөхит тыуҙыра белә - мин эштән ҡайтыуыма бөтә нәмә лә ялт итеп тора, аш-һыу еҫе аңҡый…

Шул уҡ ваҡытта кәләшемдең ҡайһы бер теләктәрен дә үтәргә, уны донъялағы иң бәхетле ҡатын итеп тойорға мөмкинлек тә бирәм. Ул аҡсаға ла, иғтибарға ла мохтаж түгел.


Былар ҡыҙыҡлы

- Ҡатын-ҡыҙҙарҙа, ирҙәр менән сағыштырғанда, белемгә ынтылыш түбәнерәк.

- Гүзәл заттарҙың гардеробында, дөйөм алғанда, 11 пар аяҡ кейеме була. Ә ир-аттарҙа был һан өс мәртәбә аҙыраҡ.

- Ҡатын-ҡыҙ журналдарҙағы рекламаға күберәк иғтибар бирһә, ир кешеләр гәзиттә баҫылғанын өҫтөн күрә.

- Сибәркәйҙәр ҡайһы театрға барыуҙы, ниндәй кинофильм ҡарауҙы, аҙыҡ-түлек һатып ала торған магазинды һайлай. Ир-атҡа машина, йорт электроникаһының маркаһын һайлау хоҡуғы бирелгән.

- Ирҙәр хәл-ваҡиғаға дөйөм баһа бирә, ҡатын-ҡыҙ киреһенсә, ваҡ-төйәккә иғтибарын бүлә.

- Киҫкен хәл тыуғанда, ҡатын-ҡыҙ башын юғалта, аныҡ ҡына ҡарарға килә алмай, был осраҡта көслө заттың иһә күҙәтеүсәнлеге, һиҙгерлеге арта.

- Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә егермегә яҡын ым сағыла. Ир-егеттәрҙә был һан икенән артмай - битарафлыҡ һәм ерәнеү.

- Гүзәл зат ир-атҡа ҡарағанда ике тапҡыр аҙыраҡ сирләй. Шул уҡ ваҡытта улар көслө зат менән сағыштырғанда күберәк зарлана.

- Ирҙәрҙә логика, дөйөмләштереү, абстракцияға ынтылыу, техник йүнәлеш, романтизм, уңыш ҡаҙаныуҙа мотивация, лидерлыҡҡа, новаторлыҡҡа, ҡатын-ҡыҙҙың беренсе ир-егете булыуға ынтылыу кеүек сифаттар ныҡ үҫешкән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа анализ, интуиция, конкретлыҡ, практиклыҡ, гуманитар йүнәлеш, ҡулдар һиҙгерлеге, буйһона белеү, берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ зат булыу теләге көслө.

- Ҡатын-ҡыҙ бер юлы ике-өс эште башҡара ала - телефондан ҡыҙыҡлы әңгәмә алып барырға, плитәләге ашты болғатырға, эргәһендә мыжып торған баланың башынан һыйпарға һ.б. Ир-аттың тойомлау һәләте бер конкрет мәсьәләгә генә туҡталырға мәжбүр итә.

- Ике енес тә ят йортҡа ингәндә үҙен төрлөсә тота. Нәфис зат бүлмәгә аяҡ баҫыу менән ундағы барлыҡ мебелгә, түшәмдәрҙең төҫөнә, картиналарға иғтибар иткәс кенә, үҙенә ултырырға урын һайлай. Ирҙәр иһә, тәү сиратта, урынлашыр урын эҙләй, шунан һуң ғына уның эске торошона күҙ һала.

Ләйлә САБИТОВА әҙерләне.

Читайте нас: