Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
13 Июнь 2019, 21:21

Күңел һөйөү көҫәгәндә…

«Алыҫтарға алып китә юлдар», - тип йыр һуҙа берәү радиоалғыстан. Yҙем тыңлайым, үҙем шым ғына илап ятам. Эргәмдә туп та туп килеп ике балам мәж килә. ¥урҙар инде улар. Улар йә компьютерҙы ҡабыҙа, йә тупҡа барып йәбешә, йә үҙ-ара көрмәкләшеп ала. Күңелле уларға. Ә мин… Ә нимә - мин? Ә мин бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә. Миңә күңелле лә, күңелһеҙ ҙә. Бер яҡтан, улдарыма ҡарап ҡыуанам, йыуанам.

Мөхәббәт – ике кешенең

бер-береһенә түгел,

ә бер йүнәлешкә

ҡарап тороуы ул.

Бөгөнгө көндә ғаилә институты кризис хәлен кисерә. Ҡасандыр ғаилә ҡороу сәйәси йәки матди стратегия ролен үтәһә, унан һуңғы заманда егет менән ҡыҙ, башлыса, мөхәббәт нигеҙендә өйләнгән. Ә бөгөн нисек, тиһегеҙме? Бөгөнгө ғаилә ҡороу сәбәбенә шулай уҡ мөхәббәт тә, сәйәсәт тә, матди мәсьәләләр ҙә килеп ҡушылалыр, моғайын. Шулай ҙа, социологтар фекеренсә, хәҙерге көндә йәштәр яңғыҙлыҡтан ҡотолоу, кемдеңдер өҫтөнән хакимлыҡ итеү (партнер - статус өсөн), үҙ-үҙеңә кем икәнлегеңде иҫбат итергә тырышыу өсөн ғаилә ҡора

Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө һөйләшеүебеҙ бер һорауға ҡайтып ҡала – ниндәй маҡсаттан сығып ғаилә ҡорабыҙ, йәмәғәт? Кемгә нимә кәрәк?

…Был тәңгәлдә Гөлфирә исемле ҡатындың яҙмаларына күҙ һалайыҡ әле.

Гөлфирә, ике бала әсәһе, 32 йәш:

«Алыҫтарға алып китә юлдар», - тип йыр һуҙа берәү радиоалғыстан. Yҙем тыңлайым, үҙем шым ғына илап ятам. Эргәмдә туп та туп килеп ике балам мәж килә. ¥урҙар инде улар. Улар йә компьютерҙы ҡабыҙа, йә тупҡа барып йәбешә, йә үҙ-ара көрмәкләшеп ала. Күңелле уларға. Ә мин… Ә нимә - мин? Ә мин бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә. Миңә күңелле лә, күңелһеҙ ҙә. Бер яҡтан, улдарыма ҡарап ҡыуанам, йыуанам. Иҫән-һау тырышып ҡына уҡып йөрөйҙәр, кешеләр уларҙы тилбер, тыңлаусан, тырыш, тип маҡтай. Эйе, мин бәхетле ҡатын – ирем, балаларым, бәләкәй кенә булһа ла, үҙ өйөм, эшем, ашарға ризығым бар. Икенсе яҡтан, күңелем һәр саҡ тиерлек китек минең. Ундай саҡта, ғәҙәттә, йәш ҡатын әсәһенә йә әхирәтенә күңелендәген асып һала, эс серҙәрен бушата. Ә мин күҙ йәштәремә генә ирек бирәм, кешегә бер ни һөйләмәйем. Сөнки… һөйөүетмәй миңә.

…Кейәүгә яратылып-яратып сыҡтым. Ул миңә тәҡдимде ҡасан һәм нисек яһаны, беләһегеҙме? Ҡойма ямғыр ваҡытында, етәкләшеп урамды бер итеп йүгереп китеп барғанда! Йәш инек, иҫәр инек, бер-беребеҙҙе ярата инек…

Тәүҙә, кейәүгә сыҡҡан йылды, иремдән барыһын да көттөм. Мине кейендерер, буласаҡ балаларымды ҡарар, үҙе эшендә үҫер, мине лә берәй ергә урынлаштырыр, тип өмөтләндем. Бер-бер артлы балалар тыуҙы. Әллә күпме мәшәҡәт, балалар илай, ауырый, ашарға һорай… Етмәһә, ярты йыл һайын кеше фатиры, ятаҡ бүлмәһе, ташландыҡ ағас йорт алмаштырып, күсенеп йөрөгән саҡ. Ирем миңә һин әбей кеүек халат кейеп йөрөйһөң, мин һине ашатам, кейендерәм (кәләше ҡыш буйы замогы боҙолған ҡытай итеген һөйрәп йөрөүендә эше юҡ), мин аҡса табам, ә һин юҡ, тигәнерәк һүҙҙәр ырғыта башланы. Нисек әйтә бит әле! Мин тәүҙә нимә тип яуап бирергә белмәй аптырап,кәмһенеп күҙ йәштәренә быуыла торғайным. Төндәрен ҡайтмаһа, тәҙрә төбөнә ултырам да тағы илайым. Ә ул иртәнсәк ҡайта ла, йоҡларға ята, мин ике бала менән көнө буйы аңҡы-тиңке киләм, кер йыуам, йүргәк алмаштырам, ашарға бешерәм… Тора-бара битәрләүенә ҡаршыяуап бирергә өйрәндем: төндәр буйы әйтер һүҙ әҙерләгәнем хәтерҙә. Миңә ул ваҡытта егерме ике йәш ине. Этем көсләгәнме икән мине шул йәштән ирҙән таланып ултырырға?

Йылдар үтә, йәшлек үтә, кейәүгә сыҡҡанмын икән, йәшәргә кәрәк, тигән булдым. Балаларым атайһыҙ булмаһын, үҙем парлы йәшәйем, тинем. Туғандар, класташтар, тиң-тоштар ни тиер, тип хафаландым. Яңғыҙаҡ ҡатын ярлығын тағып йөрөргә көсөм етмәне. Айырылыштыҡ та, ти, ә артабан нимә? Ике бала менән яңы тормош башлау өсөн көс кенә түгел, һаулыҡ та, йөрәк тә, дәрт тә кәрәк.

Иремде насар кеше, тип әйтергә телем бармай минең шулай ҙа. Барыһын да ғәфү итәм: ял көндәрен ғаиләһе менән үткәрмәүен дә, төшөрөп ҡайтыуын да, балаларға, миңә ҡарата тупаҫ, битараф булыуын да, кеҫә тулы презервативтар йөрөтөүен дә. Ул ғаилә тормошонда әүҙем ҡатнашмаһа ла, үҙенә кәрәк бар нәмәне лә ала: ҡатыны бармы – бар, балалары бармы – бар, өҫтө бөтөнмө - бөтөн, тамағы туҡмы – туҡ… Ярай әле, ҡул күтәрмәй, аҡсаһының аҙы булһа ла ғаиләгә эләгә, тием дә, йәшәй бирәм. Минән дә насарыраҡ торғандар бар әле…

Шулай ҙа… арыным мин. Өй кәрәк-яраҡтары йүнләп, ҡулым өҙөлә яҙғансы аҙыҡ-түлек йөкмәп, балаларҙың үҫеүенә, егет ҡорона еткәненә яңғыҙым ҡыуанып арыным. Ҡайһы саҡ, эх, йәш саҡтағыса, (ә беҙ әле лә йәш) ҡыҫып ҡосаҡлаһын ине, яратһын ине, тип хыялланам. Ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкме ни?

Балалар үҫте, торлаҡ мәсьәләһе хәл ителде, эшкә урынлаштым. Барыһы ла яҡшы кеүек. Төҫ ташламағанмын, күп кенә ир-егет һаман иғтибар итә. Мине ике бала әсәһе тип бер кем дә башына килтермәй, көслө зат һүҙ ҡуша, шаярған була. Ә миңә уларҙың йылмайыуы ла, һүҙ уйнатыуы ла кәрәкмәй. Ирем генә мине яратһын, балаларыма яҡшы атай булһын, тип теләйем.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: ҡатын-ҡыҙ кейәүгә яратыр өсөн генә түгел, яратылыр өсөн дә сыға. Тағы – бала табырға, өй йылыһын һаҡларға, үҙен дә, яҡындарын дабәхетле итергә… Ирем минең менән йәшәгеһе килмәгәс, ниңә өйләнде икән һуң? Йәиһә ниңә иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөйәркәләренә китмәй, ике уртала йөрөй? Һаман да нимәнелер көтөп, йәшлегемде бушҡа ғына уҙғармайыммы икән?

Психолог кәңәше.

Әлфирә Һунарғолова, психолог-валеолог:

- Иң тәү сиратта Гөлфирәгә тынысланырға кәңәш итер инем. Кем һуң һеҙ? Ир ҡатынымы, ике бала әсәһеме, әллә көсһөҙлөктән, сабырһыҙлыҡтан һынған бисара йәнме? Һеҙ ҡатын-ҡыҙ булып яратылғанһығыҙ, тимәк, күктәр тарафынан һеҙ күпкә көслөрәк тә, сыҙамлыраҡ та булырға… «Тейешһегеҙ» тип әйтеүҙән тыйылам шулай ҙа: әгәр ҙә һеҙгә түҙеп торғоһоҙ ҡыйын икән, хәсрәтегеҙ менән бүлешергә, кәрәк икән, илап та алырға мөмкин.

Гөлфирә ханым, һеҙҙең хәл ҡот осҡос түгел әле: ирегеҙ менән бергә йәшәйһегеҙ, балаларығыҙ имен-һау, үҙегеҙ сырхау түгел. Иң мөһиме – хис-тойғоларығыҙҙы ипкә килтереү. Саф һауала күберәк булығыҙ, әхирәттәрегеҙ менән аралашығыҙ, үҙегеҙгә матур күлдәк һатып алығыҙ, прическа яһатығыҙ. Әлбиттә, быларҙыирегеҙ өсөн түгел, ә үҙегеҙ өсөн эшләгеҙ. Әммәтөҫ-башты, тышҡы ҡиәфәтте үҙгәртеү менән генә мәсьәләнехәл итеү мөмкин түгел. Һеҙҙең төп ҡоралығыҙ - компромисс. Бер-берегеҙҙе иреш-талашһыҙ ишетеү һәм аңлау, бер фекергә килеү - ир һәм ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙә төп урынды биләй.

Һеҙ аңлашырға теләйһегеҙме? Улайһа, ультиматумдарҙан, оторо яуаптарҙан ҡасығыҙ. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һәм бер-береңде кәмһетмәү - төп ҡағиҙә. Ирегеҙҙе лә тыңлап ҡарағыҙ. Дәғүәләрегеҙҙе ваҡытында белдереү, әлбиттә, насар түгел, шулай ҙа яҡыныңды ишетә белеү - үҙе бер сәнғәт. Аңлашҡандан һуң дөйөм фекергә килегеҙ - ниндәй талаптарҙы һәм теләктәрҙе үтәргә мөмкин, ә ҡайһыларын юҡ? Был һеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙҙе яйға һаласаҡ мөһим һәм кәрәкле ысул.

Йәнә шуныһы: кемдән булһа ла ниҙер көтөү, нисек кенә күңелһеҙ һәм аяныслы булмаһын, бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағандабуш нәмә, абсурд. Һеҙ теләгәндән генә ирегеҙ ғаилә аҫрарлыҡ аҡса, йәки күңелегеҙгә хуш килерлек эш таба алмай бит. Ғөмүмән, беҙҙең ил ҡатындары ирҙәренән нимәлер көтөп ултырһа, күптән эшһеҙ ҙә, ашһыҙ ҙа ҡалыр ине.

Шулай итеп, ҡайһы саҡ хәл-ваҡиғаны түгел, ә уға ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеү килеп тыуған сетерекле мәсьәләне йомшарта төшә. Ирегеҙҙән булмаҫтайын, хәленән килмәҫтәйен талап итмәгеҙ, киреһенсә, ошо уҡ маҡсаттарҙы үҙегеҙгә йөкмәтегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ - һәр кемдең үҙ хыялы, һәм кеше был донъяға башҡаның өмөттәрен тормошҡа ашырыу өсөн тыумаған. Гөлфирә менән иренә үҙҙәре өҫтөндә байтаҡ эшләргә, бер-береһен яңынан ишетергә, тойорға өйрәнергә кәрәк.

Болгарияның психологтары ғаиләһен һаҡлап ҡалырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түбәндәге ҡағиҙәләр төҙөгән:

- Бер ниндәй профессия ла, матди һәм социаль бейеклек тә ғаилә һәм баланы алмаштыра алмаясаҡ. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, был төшөнсәләрҙе типә-тиң алып барырға кәрәк. Иң мөһиме – ҡатын-ҡыҙ үҙенең… ҡатын-ҡыҙ икәнлеген онотмаһын ине. Ул тышҡы ҡиәфәтенә лә тейешле иғтибар бүлергә бурыслы.

- Бәхетле ғаилә һауанан төшмәй, бушҡа бирелмәй, үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Ул булһын өсөн кеше әллә күпме көс, таһыллыҡ, иғтибар талап ителә. Был, тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙға ҡағыла.

- Икенсе яртығыҙ менән үпкәләшкәндә, ғәйепте үҙегеҙҙән эҙләүҙән башлағыҙ. Нисек кенә ярһыған булһағыҙ ҙа, ирегеҙгә мөнәсәбәтегеҙҙе белдерергә ашыҡмағыҙ. Тәүҙә тынысланырға кәңәш ителә. Һуңынан был мәсьәләгә айыҡ аҡыл менән кире ҡайтығыҙ.

- Илаҡ, сәрелдәк, мыжыҡ ҡатындар ирҙәрен бик тиҙ туйҙыра. Онтомағыҙ, уның хәстәрҙәре былай ҙа етерлек. Ҡасан ғына әле ирегеҙҙең иғтибарын йәлеп итергә тырышҡанығыҙҙы, башҡа ҡатын-ҡыҙҙан уҙҙырырға тырышып, уның өсөн генә биҙәнгән-төҙәнгәнегеҙҙе, фәҡәт уны ғына тормош юлдашы итеп һайлағанығыҙҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.

- Әгәр ҙә һеҙҙең икенсе ир-атҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу килеп тыуһа, был иләҫ-миләҫ хис-тойғоға тәрәнәйергә, үҫергә ирек бирмәгеҙ. Сөнки ул һеҙгә кәрәкмәгән хәсрәттәр килтереүе һәм ғаилә нигеҙен ҡаҡшатыуы мөмкин. Яңы объект тәү ҡарашҡа ғына шул тиклем камил һәм яҡшыраҡ булып күренеүе ихтимал. Бәлки, уның етешһеҙлектәре тағы ла күберәктер…

- Балаларығыҙға аталарына ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләргә тырышығыҙ. Ирегеҙҙең ата-әсәһен, туғандарын яратығыҙ. Уның уңыштарынан көнләшмәгеҙ.

- Теге йәки был етди мәсьәләне хәл иткәндә, тормош иптәшегеҙ менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Ахыр сиктә нәҡ һеҙҙең тәҡдим ҡабул ителһә лә, уның менән иҫәпләшеүеңде тойған хәләлеңдең күңеле үҫәсәк. Йәмғиәттә ир заттарының лидер ролен үтәүенә ҡарамаҫтан, ғаиләлә уларҙың комплекстары күберәк һәм тәрәнерәк.

- Сиктән сиккә һуғылмағыҙ - йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙар йә ирҙәрен үлә яҙып көнләшә, йә бөтөнләй битарафлыҡ күрһәтә.

Аҙаҡҡы һүҙ урынына….

Беҙ «теләйем» һүҙен йыш ҡына үҙебеҙҙең шәхесебеҙ менән бәйләйбеҙ: мине аңлауҙарын теләйем, мине ишетеүҙәрен теләйем, мине яратыуҙарын теләйем, һ.б. Ғаиләлә үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртҡан кеше – хыянатсыл тәбиғәтле, тигән бер аҡыл эйәһе. Ошо уҡ һүҙҙе башҡаса ла ҡулланырға мөмкин бит: һине ишетергә, аңларға, яратырға, бәхетле итергә теләйем…

Ләйлә САБИТОВА әҙерләне.

Читайте нас: