Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
17 Ноябрь 2019, 11:11

Гөлбикә Хәйрелварина: "Иреңә ЙӘННӘТ тип өндәш..."

“Ирең – һинең ожмахың. Һөйөклө йәннәтем минең, тип өндәш уға һәм үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙҙе пакландырырға өйрән. Теге йәки был әйберҙе йыуып, керҙән таҙартып, ағарта беләбеҙ ҙәһә, үҙең һәм хәләл йәрең араһындағы мөнәсәбәтте лә аҡтан-аҡ, сафтан-саф итеүгә өлгәш. Бәхет, яҡтылыҡ, нур бөркөлһөн унан. Йәннәтеңде һаҡла…”

“Донъялыҡта ирең һинән ҡәнәғәт булһа, әхирәттә йәнең теләгән ҡапҡа аша ожмахҡа рәхим ит, тиеләсәк”. Хәҙис.
“Ирең – һинең ожмахың. Һөйөклө йәннәтем минең, тип өндәш уға һәм үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙҙе пакландырырға өйрән. Теге йәки был әйберҙе йыуып, керҙән таҙартып, ағарта беләбеҙ ҙәһә, үҙең һәм хәләл йәрең араһындағы мөнәсәбәтте лә аҡтан-аҡ, сафтан-саф итеүгә өлгәш. Бәхет, яҡтылыҡ, нур бөркөлһөн унан. Йәннәтеңде һаҡла…”

Илһамландыра, шулаймы? Иң мөһиме, буш урында барлыҡҡа килмәгән был наҙ һәм һөйөү менән һуғарылған һүҙҙәр. Авторҙың шәхси тәжрибәһенә, үҙе кисергәндәргә нигеҙләнеп йөрәген һыҙып сыҡҡан, дини ғилем, күңел һәм аң бизмәндәрендә үлсәнгән.

Ихласлыҡтың, нәзәкәтлелектең үҙе, йәшәйештәге бөтә өлкәлә лә тәртип яратҡан һоҡланғыс зат, күңел имсеһе, йәғни психолог, димсе, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә тәғәйенләнгән “Аиша” журналының баш мөхәррире ГӨЛБИКӘ ханым ХӘЙРЕЛВАРИНАның ҡәлебендә яралған улар.

“…Эйе, йәннәт тип түгел, исемләп өндәшергә теләмәгән саҡтар ҙа була. Хиттин ашҡан дәғүәләр, ғәйепләүҙәр, үпкәләүҙәр, ахыр сиктә, ҡул һелтәп, атай-әсәй йортона ҡайтып китеүҙәр. Барыһы ла баштан үткән. Үҙ тәжрибәм дә бар, димсе, психолог булараҡ та күп яҙмыштар менән тап булыштым. Һәм шуны еткерге килә: бер-береһен һөйгән йәрҙәр айырылмаһын ине. Китеү өсөн күп аҡыл кәрәкмәй. Ә һин… ҡал… Һәм Хоҙай ихтыяры буйынса ҡауышҡан ошо йәреңде үҙеңде ихтирам итә башлап, ҡәҙерләргә өйрәнеүгә илһамландыр. Иреңә йәннәт тип өндәш…”

Һоҡландырғыс… Шулай ҙа ялҡытты, тиер бәғзеләр. Һуңғы арала ирҙәрҙе ҡурсалау, йәлләү, һаҡлау хаҡында былай ҙа күп һөйләйбеҙ. Имеш, барыһында ла беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ғәйепле. Баҡтиһәң, уларға хәҙер йәннәт тип тә өндәшергә кәрәк икән, тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табылыр. Кемдер, йәннәтемдең тамуҡтан ҡайтып ингәне лә юҡ, тип көлөмһөрәп кенә ҡуйыр. Һәм был беҙҙең әлеге лә баяғы тәкәбберлегебеҙҙең, үҙ тәбиғәтебеҙҙән алыҫ тороуыбыҙҙың күрһәткесе генә булыр.

Хәйер, Гөлбикә ханым менән әңгәмәбеҙ ҙә ошоға тартымыраҡ һорауҙан башланды:
– Һеҙ “Иреңә йәннәт тип өндәш” тип исемләнгән семинар һәм китап авторы. Әйтегеҙсе, барлыҡ ирҙәр ҙә лайыҡмы был аталмышҡа?

– Шундай хәҙис бар: “Донъялыҡта ирең һинән ҡәнәғәт булһа, әхирәттә йәнең теләгән ҡапҡа аша ожмахҡа рәхим ит, тиеләсәк”. Һис шикһеҙ, һәр ир заты – бөйөк! Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде үҙенең ерҙәге идарасыһы итеп яралтҡан. Хаҡ Тәғәлә аңһыҙ бәндәне идарасы итеп ҡалдыра буламы?! Һәр ир затының тәбиғәтенә бөйөк көс һалынған. Тик беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ул көстө уята ғына белмәйбеҙ. Ә бына алама сифаттарын уятырға оҫталығыбыҙ етә. “Ярата белмәгәс, дуҫ булып тик йөрө” тигән лаҡап бар бит әле. Шуның ише, яҡшы сифаттарын уята белмәгәс, алама ирҙәр менән йәшәйбеҙ инде. Ҡөрьәндә шундай аят та бар: “Кеше үҙен үҙгәртмәйенсә тороп, Аллаһы Тәғәлә ваҡиғалар ағышын үҙгәртмәй”. Шуға ла йыш ҡына тәүге иренән айырылып, икенсегә тормошҡа сыҡҡандар тағы ла сетереклерәк хәлгә тарып ҡуйыусан.

Республикала һәм башҡа төбәктәрҙә семинарҙар менән йөрөгәндә ҡатын-ҡыҙҙы бер үк мәсьәләләр борсоуына шаһит булам. Тәүгеһе — нисек итеп кейәүгә сығырға, икенсеһе — ул ир менән ҡайһылайыраҡ донъя көтөргә, өсөнсөһө — балаға уҙыу мәсьәләһе, дүртенсеһе — байтаҡ йылдар бергә йәшәп, мөнәсәбәттәрҙә тәбиғи көрсөк барлыҡҡа килгәс, мөхәббәтте ҡайтарыу теләге. Ҡатын-ҡыҙҙың төп хатаһы шул: ул үҙенең дә, иренең дә кем икәнен белмәй. Бына кейәүгә сығыр ҙа һөйгәне уны бәхеткә сорнар тип яңылыша. Һәм һәр ваҡыт ниҙер көтә. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ талаптар ҡуя. Ә бит беҙ үҙебеҙ – бәхет сығанағы. Эйе, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе үҙгәреүсән, төрлө-төрлө халәткә инеүсән итеп яралтҡан. Беҙ Әҙәмдең ҡабырғаһынан барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ, шуға ла һығылмалыбыҙ, гормональ йәһәттән үҙгәреүсәнбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ гормондары күберәк булған һайын – нескәрәкбеҙ, хислебеҙ, көсһөҙбөҙ, әҙерәк осраҡта – бойондороҡһоҙ, һалҡынбыҙ.

– Ғаиләлә нимәгә юл ҡуйырға ярамай?

– “Дөрөҫ” ҡатындың ғаиләһендә бөтәһе лә яҡшы, яйлы һәм үҙ урынында. Ул барыһын да алдан күрә, тоя, ниндәй ҙә булһа хәлде барлыҡҡа килтермәүҙең сараларын күрә белә.

– Ә “дөрөҫ булмаған” ҡатындарға ни кәңәш итерһегеҙ? Әйтәйек, ир ҡатынына ҡул күтәрһә, был осраҡта нимә эшләргә?

– Үкенескә күрә, был һорау менән дә йыш мөрәжәғәт итәләр. Үҙ тәжрибәмдә бындай хәлгә тарыған ике төр ҡатын-ҡыҙ менән тап булдым. Тәүгеләре үҙҙәренә илткән юлды, үҙҙәре хаҡында бөтөнләй онотҡан һәм ирҙәренә табына, баш эйә башлаған. Иренә ярарға, артыҡ идеаль ҡатын булырға теләгән. Ә ысынында иһә, идеаль ҡатын тигән төшөнсә юҡ. Ҡатын-ҡыҙ гормональ үҙгәрештәрҙән азат була алмай. Бөгөн – бер, иртәгә бөтөнләй икенсе халәттә. Ире уны көн дә өр-яңынан аса. Әгәр ҙә ҡатын кеше хәләленә ярарға тырыша һәм уның өсөн бөтәһенә лә әҙер икән, ир быны тоя. Ул үҙенең Аллаһы Тәғәлә түгеллеген яҡшы төшөнә ләһә! Шуға ла, үҙе лә һиҙмәҫтән, интуитив рәүештә ҡатынын урынына ултырта. Һәм, иң ҡурҡынысы, ҡатын-ҡыҙ был хәлгә күнә. Шулай булырға тейештер, тип фекерләй, ҡорбан позицияһына китә. Һеҙҙең менән ундай хәл булған икән, ирегеҙҙе иреккә ебәрегеҙ. Һүҙ айырылышыу хаҡында түгел. Уға табыныуҙан туҡтағыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләгә яҡынайығыҙ. “Аллаһы Тәғәлә тәүге урында икән, барыһы ла үҙ урынында булыр”, – тигән һүҙҙәр ҙә бар. Һәм, әлбиттә, үҙеңде өйрәнә, үҙеңә юл яра, үҙеңде ярата башла. Ғөмүмән, күпме йәшәһәк, үҙебеҙҙе шунса өйрәнәсәкбеҙ.

Бындай хәлгә тарыған икенсе төр ҡатындар иренә һүҙ әйтергә бирмәй. Уға әллә күпмегә арттырып яуап ҡайтара. Ирҙең һарыуын ҡайната. Аҡса эшләй белмәүҙә һәм башҡа нәмәләрҙә ғәйепләй, туҡтауһыҙ битәрләй, игәй. Уны тыйып туҡтатып булмай. Ә ҡаршыһында ир баҫып тора! Ул бит – баш, уның һүҙе үтергә тейеш! Бисара ҡатын ирҙең бөйөк икәнлеген күрһәтер, өҫтөнлөктәрен билдәләр урынға уны кәмһетә. Бындай осраҡта ирҙең ҡул күтәреүҙән башҡа сараһы ҡалмай. Тәүҙә ҡул күтәрер, һуңынан эт урынына ла күрмәй туҡмауҙан да тартынмаҫ. Был – һәләкәт, ҡыҙҙар! Мөнәсәбәттәрҙе ундай кимәлгә еткерергә һис ярамай. Беҙ – тере һыу. Беҙ – бәхет һәм илһам сығанағы. Һәм һис ниндәй осраҡта ла ирҙең хайуани сифаттарын уятырға тейеш түгелбеҙ. Бурысыбыҙ – уны тынысландырыу. Ҡөрьәндә шулай тиелгән: “Әҙәм ғәләйһиссәләм күҙҙәрен асһа, янында Һауаны күргән һәм, һин ни өсөн, тип һораған. Һауа иһә, мине Аллаһы Тәғәлә һин миндә йыуаныс тапһын өсөн яралтты, тип яуаплаған”. Үҙе тыныс ҡатын ғына башҡаларҙы тынысландырырға һәләтле. Бының өсөн ул үҙен өйрәнергә, тәбиғәттән бирелгән һыҙаттарын, һәләттәрен файҙалана белергә, үҙе булыуҙан тартынмаҫҡа тейеш. Ә Ислам дине – ул бөйөк тәртип. Берәүҙең урынын икенсе кешенең урыны менән алмаштырырға ярамай. Шуға ла ирҙе – Аллаһы Тәғәләнән, ә инде балаларҙы ирҙән һуң ғына яратабыҙ. Ер йөҙөндә ике көс барлығын онотмайыҡ. Ир-аттағыһы ғәйрәтле, көслө, ҡаты көс, ә ҡатын-ҡыҙҙағыһы сихри, илаһи, нескә, йомшаҡ, һаҡлаусы, яйлаусы көс. Тәүгеһе пыран-заран килтерә ала, икенсеһе һаҡлай һәм тынысландыра. Беҙҙең башҡаса көсөбөҙ юҡ.

– Ысын ҡатын-ҡыҙ тағы ла ниндәй сифаттарға эйә?

– Ысын ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла алдашмай. Нимәлер оҡшамай икән, ул быны йәшермәй. Көнсөл дә түгел, ярамһаҡланмай ҙа. Ул өлгөрөп еткән, нурлы, һутлы ҡабатланмаҫ зат. Шуныһы ла мөһим: ҡатын-ҡыҙ алама булып күренеүҙән ҡурҡмаһын ине. Һәр кемдең яҡты һәм ҡараңғы яғы бар. Беребеҙ ҙә нәфсенән азат түгел. Ҡараңғы яғын күрмәмешкә һалышҡан кеше шул ҡараңғылыҡта ҡаласаҡ та. Шуға ла яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ араһында баланс һаҡларға кәрәк. Шул осраҡта ғына нәфсене ауыҙлыҡларға мөмкин. Сиктән сиккә йөрөргә ярамай. Урталыҡта булыу фарыз. Пәйғәмбәребеҙ ҙә алтын урталыҡты тотоу яҡшы, тигән бит.

– Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ, нәзәкәтлелек ниҙән башлана?

– Нәзәкәтлелек, нәфислек әсәйҙән башлана. Бихисап семинарға, тренингка барып аҡса түгеп ҡайта, нәзәкәтлелек хаҡында әллә күпме уҡый, матур йөрөй, матур кейенә алаһығыҙ, әммә уның ваҡытлыса ғына ярҙамы тейеүе лә ихтимал. Әгәр ҙә һеҙ нәзәкәтлелектә, нәфислектә нығынырға, булмышығыҙға башкөлләй сумырға теләһәгеҙ, иң тәүҙә әсәйегеҙҙе нисек бар, шул килеш ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Сөнки әсәй – ул беҙҙең нигеҙебеҙ. Ул беҙҙең тәүге остаз, тренер, коуч, провокатор. Заманса фекерләмәгән, тормоштан артта ҡалған кеүек тойолһа ла, әсәйҙең мөхәббәтен дә, иҫкәрмәләрен дә риза булып ҡабул ҡылыу фарыз. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ быға өлгәшһә, нәзәкәтлелегенең сиге булмаясаҡ.

– Ә әсәйҙәр менән бала саҡтан уҡ бәйләнеш булмаһа, ул саҡта нимә эшләргә?

– Бик йыш күҙәтелә был хәл. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең быуын вәкилдәре атай-әсәйҙәр менән һөйләшергә өйрәтелмәгән. Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә динһеҙ, Аллаһы Тәғәләгә ышанмаған дәүерҙә үҫкән бит. Улар коммунизм төҙөгән. Беҙҙе өс айлыҡ саҡтан уҡ балалар баҡсаһына тапшырған. Һөҙөмтәлә, арала упҡын барлыҡҡа килгән. Әммә был мәсьәләне яйға һалырға мөмкин. Семинарҙарҙа мин әсә менән ҡыҙ араһындағы бәйләнеште тергеҙеү көсөнә эйә булған күнегеүҙәр тәҡдим итәм. Бына шуларҙың береһе: уның өсөн бары әсәйегеҙ янына килеп: ”Әсәй, һин – өлкән, ә мин – сабый ғына, һин бирәһең, мин алам. Һинең балаңмын, һинең нәҫелеңдәнмен, миндә һинең ҡаның аға. Мине бөтәһе өсөн дә ғәфү ит. Һин – минең ҡаҙнам, һин – минең аҫылташым. Һинең алдыңда баш эйәм”, – тип әйтеү ҙә етә. Бер тапҡыр әйтерһең, әсәйең аптырап ҡына ҡарап ҡуйыр. Икенсеһендә сәйерһенер. Өсөнсөһөндә ул һине мотлаҡ ҡабул итер. Улар ҙа бит был һүҙҙәргә мохтаж.

– Был мөрәжәғәтте үҙ һүҙҙәрең менән яңғыратыу ҙа хата булмайҙыр. Тик уны мотлаҡ әсәйҙең үҙенә еткерергә кәрәкме, әллә үҙ алдыңа ҡабатлау ҙа етәме?

– Кемдер был һүҙҙәрҙе әсәһенең үҙенә туранан-тура әйтеүҙән тартына икән, уға тәкәбберлек ҡамасаулай тигән һүҙ. Шуға ла үҙ алдығыҙға ғына әйтеүҙән фәтүә булмаясаҡ. Тәкәбберлекте төбө-тамыры менән юҡҡа сығарырға кәрәк. Хәйер, юҡҡа сығарыу тигән һүҙҙе яратмайым мин, иретергә, наҙлы һөйөү даръяһында иретергә кәрәк. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға был тормошта ни тиклем мөхәббәт кәрәк икәнлеген төшөнәбеҙме беҙ?! Ошо һүҙҙәрҙе әсәйҙең үҙенә еткерһәк, улар менән беҙҙең арала рухи бәйләнеш, шифалы бер энергия барлыҡҡа килә. Ә инде әсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалғас, сәскә атырға, бәхеттән балҡырға ваҡыт. Сөнки әсәһен ҡабул иткәндән һуң, ҡатын-ҡыҙ, ниһайәт, өлкәнәйә, уның физиологияһы эске торшона тап килә башлай. Ундай гүзәл зат ифрат татлы еҫле. Унан изгелек, мөхәббәт еҫе аңҡый. Әсәй фатихаһына эйә ҡыҙҙы Аллаһы Тәғәлә үҙе һаҡлай. Уны үҙ мәлендә ҡайҙа кәрәк, шунда алып бара.

– Ҡатын-ҡыҙ нисек эшләргә тейеш?

– Заманына күрә бик актуаль тема был. Ҡатын-ҡыҙ нисек дөрөҫ эшлрәгә тейеш икәнлеген беләм. Әммә был донъя, ығы-зығылы заман шауҡымы мине ритмдан сығара. Һәм, үҙем дә һиҙмәҫтән, ирҙәрсә эшләй башлайым. Ыстағафируллаһ. Һуңынан, юлдан тайпылыуымды аңлайым да, ҡатын-ҡыҙҙарса эшләргә тотонам. Ҡатын-ҡыҙ нисек эшләргә тейешме? Аллаһы Тәғәлә беҙгә 100 процент энергия биргән. Бәғзе бер ҡатындар шул 100 процентты ла эшкә генә һала. Үҙенә бөтөнләй ваҡыт ҡалдырмай. Үҙен күберәк эшкә бағышлаған һайын, ҡатын-ҡыҙҙың ҡәҙере булмай. Ул эй эшләй, эй эшләй, офиста һуңға тиклем ҡала. Әммә уның хеҙмәтен бер кем дә баһаламай. Хатта шунда бөтөнләй эшләмәгән ҡыҙ булһа, уны әлеге “йөк аты”на өлгө итеп ҡуйыуҙары ла ихтимал. Ә ғәйеп “йөк аты”ның үҙендә. Сөнки ул балансты боҙған. Үҙенең төп эше хаҡында онотҡан. Аллаһы Тәғәләнең Һауаны ни өсөн яралтыуына бәйле хәҙисте телгә алдыҡ бит. Ҡатын-ҡыҙҙың бурысы – ғаиләһен, ирен, балаларын тынысландырыу. Әгәр ҙә ул 100 процент энергияһын эшкә һалһа, уның ғаиләһен тынысландырырлыҡ хәле ҡалырмы? Юҡ, әлбиттә. Һөҙөмтәлә, ул ҡайтыр ҙа балаларына ҡысҡырыр, ире менән тырт-мырт һөйләшер. Ә инде үҙенә бөтөнләй ваҡыты ҡалмаҫ. Ҡатын-ҡыҙ күңел донъяһын ипкә килтергәс, ирен, балаларын тынысландырғас, ғаиләләге мөхитте яйға һалғас ҡына эшләй ала. Ул, әгәр ҙә теләге булһа, баяғы 100 проценттың 30 процентын ғына эшкә сарыф итергә хоҡуҡлы. Әммә был 30 процент эшкә илке-һалҡы ҡарау тигәнде аңлатмай. 70 процентты үҙенә, иренә, балаларына бағышлаған ҡатын, ошо 30 процентты иҫ киткес һөҙөмтәле файҙалана ала. Сөнки ул үҙенең төп бурысын үтәгән һәм бындай ҡатында бәрәкәт бар. Ә инде аҡыллы ҡатын аҡса эшләүҙе бөтөнләй бурыс итеп ҡуймай, ирен илһамландыра белә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн эш ижади энергияны үҫтереү өсөн генә кәрәк.

– Әгәр ҙә ғаилә лә, балалар ҙа булмаһа?

– Егерме йәштә яныңда һис кемең дә булмау – бер нәмә. Ҡырҡҡа еткәндә лә яңғыҙһың икән, быныһы инде сетерекле мәсьәлә. Ни өсөн шулай килеп сыҡҡан? Һиңә берәү ҙә кәрәкмәйме, йәиһә нимәгәлер артыҡ әүрәп китеп бәхетеңде күҙҙән яҙҙырғанһыңмы, әллә нәзәкәтлелегең, ҡатын-ҡыҙ булараҡ көсөң шул тиклем дә наҡыҫмы?! Энергияң ҡайҙа сарыф ителгән – шуны асыҡларға кәрәк. Эйе, яңғыҙ ҙа бәхетле булырға мөмкиндер. Тик ҡатын-ҡыҙ ир менән генә “үҫә” ала. Кейәүгә сығып, үҙеңдән һуң лайыҡлы тоҡом ҡалдыра алһаң, сауабы ла күберәк.

– Шәхси никах агентлығығыҙ бар. Һеҙҙең ярҙам менән 100-гә яҡын ғаилә барлыҡҡа килгән. Ике йөрәкте бер-береһенә нисек тап килтерәһегеҙ?

– Мәктәптә уҡығанда уҡ малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы таныштырырға әүәҫ инем. “Анау малай һиңә текәлеп-текәлеп ҡарай, оҡшатамы икән, һорашайыҡ әле”, – тип ҡыҙҙарҙың башын ҡатыра торғайным. Әммә димсе булып китермен тип уйламаным. Психолог һөнәрен үҙләштергәс, кешеләр ғаилә мәсьәләләре буйынса бик йыш мөрәжәғәт итә башланы. Һуңынан миңә бөтәһенә лә бер үк нәмәне һөйләү ялҡытты. Һәм журнал сығарырға ҡарар иттем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, донъяның бер генә төбәгендә лә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн матур ялтырауыҡлы ҡағыҙҙа нәшер ителгән журнал юҡ. Мода хаҡында баҫмалар ғына осрай. Әммә ғаилә ҡиммәттәрен бәйән иткәндәре хаҡында ишеткәнем юҡ. Журнал сығара башлағас, ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған мәсьәләләрҙең барыһын да унда яҙып бөтөрөп булмауын аңланым һәм семинарҙарҙа сығыш яһай башланым. Шулай ҙа иң тәүҙә, бынан дүрт йыл элек, никах агентлығым барлыҡҡа килгәйне. Ике йөрәкте бер-береһенә нисек тап килтереүгә бәйле һорауға туҡталғанда инде, уныһын үҙем дә белмәйем. Кешене тоя, уға ниндәйерәк йәр тап килгәнен аңлай алам. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән инде. Минең ҡаҙанышым түгел ул. Аллаһы Тәғәлә миңә ошо ике йөрәктең осрашыуының, аралашып китеп, бер-береһенә хуш килһәләр, матур ваҡиғаның, йәғни никахтың сәбәпсеһе булырға, шулай уҡ журнал нәшер итеп, семинарҙарҙа сығыш яһап, ҡатын-ҡыҙҙы илһамландырырға мөмкинлек биргән. Ул, теләһә, мине бындай һәләттән яҙҙыра ла ала.

– Хәҙер һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән семинарҙарығыҙ менән донъя буйлап тиерлек йөрөйһөгөҙ. Ә бына Өфөлә улар һирәк үтә. Был нимәгә бәйле?

– Башҡортостанда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бик аҡыллы, ғилемле һәм һоҡланғыс күңелле. Улар быуындан-быуынға тапшырыла килгән тәрән аҡылға эйә. Шуға ла беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар бер кемдә лә мохтаж түгел. Һәр хәлдә лә, миңә шулай тойола. Сит тарафтарҙа йыш ҡына, һеҙ ҡайһылай күп беләһегеҙ, тиһәләр, Башҡортостанда йәшәгән һәр ҡатын-ҡыҙ мин белгәнде белә, тип ғорурланып яуаплайым. Үҙ республикамдың, гүзәл баш ҡалабыҙҙың патриоты мин.

Семинарҙарыма килгәндә, йылдан-йыл күберәк Ҡөрьәнгә һәм пәйғәмбәребеҙ сөннәтенә таянам. Был йәһәттән, Хоҙайға шөкөр, нигеҙем киңәйә. Сөнки Рәсәй Ислам институтының дүртенсе курсында белем алам. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән яйлап белемем арта. Киләсәктә мин бары тик Ҡөрьән һәм пәйғәмбәребеҙ сөннәте хаҡында ғына һөйләрмен. Сөнки унда бөтәһе лә бар. Хәҡиҡәт шунда.

– Изге Рамаҙан айы башланып тора. Ураҙа тотоу ҡатын-ҡыҙға нимә бирә?

– Ураҙа ҡатын-ҡыҙҙы сафландыра, дауалай. Уның донъяуи ихтыяждарын, инстинкттарын кәметә, рухын, йәнен терелтә. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн был бик тә мөһим. Сөнки ул йәне, йөрәге менән көслө. Дөрөҫ ураҙа уны үҙ юлына күсерә. Һөҙөмтәлә, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен аңлай, үҙенең ҡабатланмаҫ ритмы менән йәшәй, үҙенсә генә “яңғырай”, үҙенә генә хас һыҙҙаттары менән балҡый башлай. Ысынлап та, Аллаһы Тәғәлә һәр ҡатын-ҡыҙҙы ҡабатланмаҫ бер биҙәк, нағыш итеп яралтҡан. Шуға ла үҙебеҙ булып йәшәүҙән тартынмайыҡ, ҡыҙҙар!