Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
16 Ғинуар 2020, 15:57

Ирең күп аҡса эшләһен тиһәң...

Күпселек һылыуҙарҙың ҡалыныраҡ кеҫәле, мул ҡуллы, йомарт егеттәргә кейәүгә сыҡҡыһы килә. Дуҫлашып йөрөгән уның саҡ ҡына һыҡмырлығы беленеү менән "жмот" тигән мөһөр ҙә һуғып һуғып ҡуялар. Ә инде егеттең сәскә алып килгәне, ресторандарға саҡырғаны, бер байрамда ла бүләк йәлләмәгәне ҡыҙҙарҙың күҙен ҡыҙҙырыусан була. Әммә ул артабан да һине балда, майҙа ғына йөҙҙөрөрмө? Ғаилә ҡорғас, тием. Ә быныһы күп осраҡта ҡатындың үҙенән тора икән. #Шоңҡаржурналы #МәрйәмХәйҙәрова

Күпселек һылыуҙарҙың ҡалыныраҡ кеҫәле, мул ҡуллы, йомарт егеттәргә кейәүгә сыҡҡыһы килә. Дуҫлашып йөрөгән уның саҡ ҡына һыҡмырлығы беленеү менән "жмот" тигән мөһөр ҙә һуғып һуғып ҡуялар. Ә инде егеттең сәскә алып килгәне, ресторандарға саҡырғаны, бер байрамда ла бүләк йәлләмәгәне ҡыҙҙарҙың күҙен ҡыҙҙырыусан була. Әммә ул артабан да һине балда, майҙа ғына йөҙҙөрөрмө? Ғаилә ҡорғас, тием. Ә быныһы күп осраҡта ҡатындың үҙенән тора икән.
Китап магазины кәштәләрендә төрлө әҙәбиәт тулып ята. Уларҙа йәнең теләгән хәйләләргә өйрәтәләр бит - шуларҙы уҡып, ирҙе бай яһарға тиһегеҙме? Юк икән шул. Бары тик ҡайҙа, нисек аҡса табыуына ҡыҫылмаҫҡа һәм мыжымаҫҡа ғына кәрәк, баҡһаң. Ғәҙәттә, күпселек ғаиләләрҙә ошондай күренеш, асыуынан шартлар сиккә еткән ҡатыны ирен ризаһыҙ ғына ҡиәфәттә ҡаршы ала. “Аҡса алып ҡайттыңмы? Ҡатынды ошо ғына ҡыҙыҡһындырған кеүек. Ә ирҙең яуабы билдәле инде. Асыуын көскә тыйып йә ғәмһеҙ генә кире яуап ҡайтара. Ул ҡатынының ошондай мөнәсәбәтенә, гел генә ниҙер таптырыуына өйрәнеп бөткән, шуға күрә булған аҡсаһын йәшерә йә бөтөнләй эшләгеһе лә килмәй. Ә ни өсөн тырышырға һуң? Нисек кенә алға ынтылмаһын - әр-битәр, зарланыу, игәү һүҙҙәре ишетә бит. Уны ғаилә башлығы булараҡ хөрмәт итмәйҙәр, һанламайҙар, өлгәшкәндәрен күрмәйҙәр. Ә ҡатыны, моғайын да, үҙен гел генә хаҡлы, шәп күрәлер. Әйтерһең дә, донъя йөгөн үҙе генә тартып барыуға һәләтле.
Һәр кемебеҙҙең дә уңышлы, ышаныслы ир менән йәшәгеһе килә. Уның күп аҡса табыуын теләйбеҙ, әммә үҙебеҙҙе үҙгәртергә аҡылыбыҙ етмәй.
Ә нисек үҙгәрергә һуң? Ни эшләргә?
Күп ҡатын-ҡыҙҙың тормошон рәткә һалырға ярҙам иткән коуч, Өфөлә йәшәгән Мәрйәм ХӘЙҘӘРОВАның был йәһәттән төп кәңәштәре бар.
Баҡтиһәң, ир ниндәй генә булмаһын, ҡайҙа һәм ниндәй вазифала эшләмәһен, уға тулыһынса ЫШАНЫРҒА кәрәк. Ир ни тиклем генә насар тойолмаһын, уның ыңғай сифаттарын күрә белеү фарыз.
Мәрйәмгә яңыраҡ ҡына утыҙ йыл буйы ире тарафынан кәмһетелеп йәшәгән ҡатын килгән. Ғүмер буйы "һулаҡайға" йөрөгән икән хәләле. Әлбиттә, апайҙың уға үпкәһе ҙур. Әңгәмәләшә торғас, ҡатының ире мөхәббәтен күрмәй йәшәгәнлеге асыҡлана. Йәғни ғаилә башлығы үҙенең һөйөүен күп осраҡта йорт эштәрендә ярҙам итешеүҙә белгертергә ынтылған. Ысынында ул кәләшен яратҡан! Ләкин мөхәббәтен тейешенсә күрһәтә белмәгән. Ә ҡатын наҙлы һүҙ, сәскә, бүләк көткән, һөҙөмтәлә, ирен игәү, тыйыу, зарланыу башланған. Апай үҙе үк йәмәғәтен хыянатҡа илткән булып сыға. Хәҙер ул тормошон яңынан байҡап, хаталарын төҙәтергә тотонған һәм, ғәжәп... ире лә үҙгәрә башлаған!
Көслө заттың гел кире сифаттарын ғына күреп тороу уның аҡса эшләү генә түгел, ғөмүмән, тормош көтөүгә булған ынтылышын һүрелдерә. Шуға күрә иреңә ышан, әхирәт!
"Ғөмүмән, ир изге теләктәр менән әйләнә. Ғаиләһенә тик яҡшылыҡ теләй, - тип һанай Мәрйәм. - Тик, әйтәйек, бер саҡ гөлләмәләр алып ҡайта башлай. Йәки кәләшен, затлы уҡ булмаһа ла, алҡа-беләҙектәргә "күмә". Хатын быны нисек ҡабул итә? "Ит алырға аҡса юҡ, ә һин әйләнгән һайын сәскә ташыйһың..." Был саҡта ир кеше үҙен кәм, эшкинмәгән кеүек тоя. Шуға күрә, һөйгәнең нисек кенә иғтибар күрһәтһә лә, ризалыҡ менән ҡабул итә белеү мөһим", - ти коуч. Шулай уҡ йәш белгестең клиенттарына йыш биргән кәңәше - ирҙе маҡтарға кәрәк. Уның иғтибарына рәхмәтле була белеү зарур. Шул саҡта һин уны нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнә башлайһың икән.
Ир ғаиләһенең матди кимәлен тейешенсә үҫтерһен өсөн йәнә бер мөһим күренеште билдәләне коуч. Ул да булһа - ир менән ҡатынға БЕРГӘЛӘП пландар ҡорорға, хыялланырға кәрәк. Ғәҙәттә, ғаилә нисек машина алыу, кредит түләү, баланы ҡайҙа мәктәпкә биреү кеүек мәсьәләләрҙә генә үҙ-ара кәңәшләшә. Әммә был ғына етмәй. Киләсәккә баш етмәҫлек хыялдар ҡороуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Тик бында төп урынға ирҙе ҡуйыу мөһим. Тормош иптәшеңдең карьераһы, үҫеше алда барырға тейеш. Юғиһә күп осраҡта ҡатын үҙ өҫтөндә эшләй, йөрөмәгән курстары, семинарҙары ҡалмай, ә ир көн һайын эшкә барып ҡайта ла - вәссәләм. Дөрөҫөрәге, бергәләп РУХИ ЯҠТАН ҮҪЕҮ мотлаҡ икән.
Ҡыҙыҡһыныуҙар тап килмәһә, ҡатын ир барған йүнәлеш буйынса үҫешергә ынтылһын. Ғаилә башлығы төрлө китаптар уҡый, спорт менән шөғөлләнә, көн дә ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнә, ә ҡатын сериалдар ҡарап, аш бешереп кенә өйҙә ултырһа ла ғаилә тарҡалыу хәленә килеп етеүе ихтимал. Ә бындай осраҡта ирҙең мал табыу, аҡса йүнләү дәрте ҡайҙан булһын?
Шулай уҡ Мәрйәм ғаиләлә көслө зат функцияһын үҙенә алған ҡатындың ире бер ҡасан да күп аҡса эшләмәйәсәк, ти. "Ир ялҡау икән, тимәк, уның ынтылышы юҡ. Ә дәрт-дарман биреү ҡатындан тора. Бер ир, үҙе эшләмәһә лә, ҡатыны өсөн хатта өҫтәмә килем сығанағы табып биргән. Ике урында бил бөгә был ханым. "Ни хәл итергә?" - тип аптырап килде миңә. Баҡтиһәң, ҡатын ғаилә йөгөн үҙе егелеп алдан тартып өйрәтеп бөткән. Мин уға: "һин дә өйҙө ят," - тип кәңәш бирҙем. Шулай итте лә. Ире сараһыҙҙан үҙе аҡса йүнләй башланы", - тип һөйләне ул. Һылыуҙар, ваҡытлыса икмәк-һыуға булһа ла ҡалып тороғоҙ, әммә ғаилә башлығынан алда йүгереп мал табырға тырышмағыҙ! Бүтәнсә ниндәй һығымта яһайһың?
Иң тәүҙә ирҙе тәрбиәләп алмайынса, бала хаҡында уйларға ла ярамай, ти коуч. "Әйтәйек, ғаилә башлығы магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы ҡатыны елкәһенә тапшырған. Был мәсьәләне матур ғына итеп уның иңенә күсереп була. Аҡыллы ҡатын әрләшмәй генә, яғымлы ғына итеп әйтеп өйрәтеп ала ул. Фатир түләүҙәре, ремонт мәсьәләләре лә ирҙең бурысы булырға тейеш", - тине Мәрйәм.
"Ғөмүмән, балаларҙы атай тәрбиәләй. Әсәй ашата, таҙа йөрөтә — шул ғына. Балалар атайға ҡарап күп нәмәгә өйрәнә. Кешеләр менән нисек аралашыу, маҡсаттарға өлгәшеү кеүек дәрестәр ала. Ҡыҙ уға оҡшатып тормош иптәше һайлай, малай киләсәктә үҙе уның һымаҡ атай буласаҡ. Шуға күрә сабыйҙарыбыҙға арыу атай, ғаиләне бәхетле итерҙәй, күп аҡса эшләгән ир тәрбиәләп алыу үҙебеҙҙән тора", — коучтың был фекерен асыш булараҡ ҡабул иттем.
ИР АҠСА ЭШЛӘҺЕН ӨСӨН УҒА ЫШАНЫУ, УНЫҢ ХОЛҠОН ҠАБУЛ ИТӘ БЕЛЕҮ, МАҠТАУ, ЙЫЛЫ ҺҮҘҘЕ ЙӘЛЛӘМӘҮ, УНЫҢ РОЛЕН ҮҘЕҢӘ АЛМАУ, БЕРГӘЛӘП ҮҪЕШЕҮ, ПЛАНДАР ҠОРОУ, ХЫЯЛЛАНЫУ, ҺЫҒЫЛМАЛЫ БУЛЫУ КӘРӘК ШУЛ ЛӘКИН УНЫҢ СЕРҘӘРЕ БЫНЫҢ МЕНӘН ГЕНӘ ТАМАМЛАНМАЙ. ТОРМОШОН ҮҘГӘРТЕРГӘ ТЕЛӘГӘН ҠАТЫН-ҠЫҘ ӨСӨН ОШОНДА ЯҘЫЛҒАНДАР ТӘҮГЕ АҘЫМҒА ЭТӘРГЕС БУЛЫР ТИГӘН.
Читайте нас: