Шоңҡар
+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
2 Май 2020, 17:00

Яҡыныңдың рухын һындыра яҙғанһың

Яҡыныңдың рухын һындыра яҙғанһыңРәмзиә менән Закир Өфөгә килгәс, бер аҙ ваҡыт беҙҙә йәшәнеләр. Рәмзиә — белемле, ғилемле, матур ҡатын. Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, гилми дәрәж ә алып эшләп йөрөгән сағында ире Закир ташлап сығып китте лә, күп тә тормай, икенсе ҡатынға өйләнде. Авиация институтының киске бүлегендә өс курс тамамлағайны, уҡыуын да ташлаған. Һуңғы йылдарҙа ҡауышыуҙар һанына ҡарағанда ла айырылышыуҙар күбәйеп китте, был осраҡ та сираттағы айырылышыу һымаҡ ҡына булыр ине — әммә Рәмзиәнең бик ныҡ өҙгөләнеүе, ғәрләнеүе, балаһын эйәртеп ире янына барып ҡайтҡандан һуң минең яныма йүгереп килеп аптырап һөйләүе уларҙың ғаилә тормошона анализ яһарға мәжбүр итте. — Апай, ҡатыны шул тиклем әрпеш, йәмһеҙ, килбәтһеҙ. Өйөндә ҡайҙа нимә ятҡанлығын да белмәй. Өҫтөнә кейгән кейеменең төҫөн дә айыра алманым. Баламды бер нисә көнгә атаһы янында ҡалдырып торормон, тигәйнем, ҡайҙа ул — ул әҙерләгән ашты үҙем дә ашай алманым. М агазиндан алған икмәккә ҡушып, сәй генә эсергә мәжбүр булдым. Баламды йәлләнем дә кире алып ҡайттым. Ә Закир шул ҡатындың күҙенә генә ҡарап тора. Уныһы берәй йомош ҡушыр-ҡушмаҫтан аңлап ҡала, йүгереп үтәй һала. Башҡорт ҡатындары ирҙәрен йомошай белмәйме, эшләтә алмаймы — ни эшләп улай һуң? Әлбиттә, беҙ бергә йәшәгән саҡта ла үҙ белдеге менән оҫта ғына итеп эш эшләп ҡуя ине, әммә минең йомош менән бер ваҡытта ла йүгермәне шикелле? — тип аптырап һөйләне.— Мин ул ҡатынға ҡарап ултырҙым да, минән артыҡ ни яғын тапты икән, тип уйланым. Белеме юҡ, төҫкә-башҡа минән ҡайтыш, кәүҙәһе ларҡайып, миндәй икәү. Йөрөшө һуң, хәс өйрәк һымаҡ байпаңлап атлай. Йәшлегенә ҡыҙыҡтымы? Аңлай алманым. Мин Рәмзиәне иғтибар менән тыңланым.— Һөйләүеңә ҡарағанда, Закирың ул ҡатын менән үҙен ир итеп тоя, күрәһең. Теге ҡатын уны маҡтайҙыр, күңелен үҫтерәлер, һалпы яғына һалам ҡыҫтыра беләлер. Әлдә һин бар, һин булмаһаң, ни эшләр инем, тип тә ебәрәлер. Ысынлап та, ир көсөнә мохтаж икәнлеген күрһәтә алалыр. Ә һин бит улай итмәнең. Беҙҙә йәшәгән сағығыҙҙа күрә, иҫкәртә инем һиңә. Һәр саҡ үҙеңдең үҙ аллы булыуыңды, унһыҙ ҙа бына тигән итеп донъя көтә алырыңды, иргә бер генә лә мохтажлығың юҡлығын, аҡсаны уға ҡарағанда күберәк алыуыңды, абруйыңдың уға ҡарағанда ю гарыраҡ икәнлеген иҫенә төшөрөп торҙоң, өҫтәүенә, уны һәр саҡ кәмһеттең, рухын һындырҙың. Мин был хаҡта әйтә килдем һиңә. Аш кәмләмә — ҡоҫторор, ир кәмләмә — боҫторор, тигән халыҡ мәҡәлен дә телгә алғайным, иҫеңдә булһа, — тинем.— Мин уны кәмһетмәнемсе, апай.— Тимәк, һин үҙең дә абайламағанһың. Әйҙә, иҫкә төшөрәйек әле. Һин кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағас, Закир ҙа вузға инергә булды. Киске бүлеккә. Икегеҙҙең дә матди ярҙам күрһәтерлек туғандарығыҙ булмағас, алмашлап уҡырға һойләшкәнһегеҙ. Авиация институтына инеп ҡыуанып ҡайтты. М аҡтаның — уныһы яҡшы. Бер аҙҙан курсташтары уны староста итеп һайлағандар ҙа, тағы күңеле үҫеп, балҡып-йылмайып ҡайтып инде. Әлбиттә, был — уның өсөн ҙур баһа, ҡыуаныс, һабаҡташтарының ихтирам билдәһе ине. Уның өсөн һин дә ҡыуанырға тейеш инең. Ә һин нимә тинең? «Ниндәй ҙур ҡаҙаныш! һинең йәштә башҡалар завод директоры, институт ректоры булып ултыра. Ә ул — беренсе курстың старостаһы, имеш!» Закир күҙҙәрен тултырып һиңә ҡарап алған булды ла бер пи ҙә өндәшмәй улы янына үтеп китте. Мин уның ҡарашынан шул тиклем ғәрләнеүен, ә өндәшмәүенән сыҙамлы икәнлеген аңланым. «Ай әттәгенәһе, бындай кәмһетеүҙәр йыш ҡабатлана ҡалһа, эштең айырылышыуға барып етеүе лә ихтимал бит», — тип уйланым. Ҡатындар ғына төрлө саралар табып, ғаиләһен һаҡлау яғында була. И рҙәр түҙә-түҙә лә күтәрә һуғып сыға ла китә. Шундай хәүеф менән һинең үҙең менән генә һөйләшеп алғайным. — Бындай «баһа» ир кешене кәмһетә, рухын һындыра. Ирҙәрҙең ҡайһы берҙәре эскегә һабыша, икенселәре ғаиләһенән китә, — тип аңлатып маташтым. Ә һин: — Эй, дөрөҫө шул да инде! Тормаһын маҡтанып! Мин ғәрләнер инем, беренсе курстың старостаһы, имеш! — тинең дә ҡуйҙың.— М инең үҙемде ғәйепләмәксеһеңме, апай?— Ғәйебең юҡ түгел. Ир балаларҙы беҙ, әсәйҙәр, ғорур, ныҡлы рухлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ә үҙебеҙ үк рухтарын һындырабыҙ. Кеше күңеле таштан ҡаты, сәскәнән паҙлы, тиҙәр бит. Күңел күтәрерлек һүҙҙәр аҙмы ни донъяла? Дөрөҫлөктөң бөтәһен дә, бигерәк тә йөҙ йыртырлыгын әйтергә ярамай. Шуның өсөн кешегә «тел тыйыусы» аҡыл бирелгән, тинем һәм шунда уҡ мәжлестәге бер хәлде һөйләгәйнем. Иҫеңдәме? Батыр менән Бүләкбикә тураһында ине ул. Бер нисә генә кеше йыйылған мәжлес бара. Батыр, аҙ ғына ҡыҙмаса булып алғас, күңеле нескәреп хистәргә бирелеп китте лә: «Атайым арбаға ҡырын ятып алыр ҙа, дилбегәһен бушаҡ ҡына тотоп ошолайтып йырлап барыр ине», — тип аҡрын ғына итеп моңло көй һуҙҙы. «УйыЛ» ине ул. Әле лә «Уйыл» көйө Батырҙың моңо менән һеңеп ҡалған күңелемә. Шул тиклем моңло ине тауышы. Атаһын иҫенә төшөрөүҙәнме, әллә ошо йыр менән башҡа бер ваҡиға бәйле булдымы — күҙҙәре дымланып йәш кәҙәп китте. Ә күкрәктән сыҡҡан тәрән моң йөрәктән йөрәккә генә күскән кеүек тетрәндереп ағылды ла ағылды. Шул саҡ Бүләкбикә: «Ултырма әле, күҙең шемәреп, мөңөрәп. Йырлаһаң — йырла, йырламаһаң — кеше йонсотма...» — тине лә гөрөлдәп торған көслө тауышы менән ауыл көйө башланы. Батыр бер ни әйтмәй шымды, мәжлестең ҡото китте. Аҙаҡ уларҙың ғаиләһе тарҡалғас, Диҡҡәт, тарҡалырға тейешле ғаилә ине ул, тине. Ҡатын менән ир бер-береһен хәстәрләп, ҡанатландырып, рухын күтәреп йәшәргә тейеш. Бер-береңдең рухын һындырып, бәҫен төшөрә башланыңмы — ғаилә түгел инде, тине. — Апай, иҫкә төштө әйткәндәрең. Мин йәш ерәк булғанмындыр инде ул саҡта. Аңламағанмын. Хәҙер булһам, аңлар инем дә бит, — гине Рәмзиә, уфтанып. — Хәҙер ҙә аңламаҫ инең. Сөнки һин, ысынлап та, үҙ аллыһың. Йр менән йәшәүҙе һин ниндәйҙер артыҡ йөк артмаҡлап барған һымаҡ тояһың. Ундай ҡатындар бер һин генә түгел. Бигерәк тә ижад ҡомары йоҡҡан ҡатындар үҙ аллылар. Ундайҙар яңғыҙ йәшәүҙе өҫтөнөрәк күрә. Ҡайһылары хатта фани донъялағы бөтә гонаһтарын юйып ырғытырлыҡ изге бурысы — әсәйлек бурысын онотоп ебәрәләр. Һин үҙең дә Тәңренән яңғыҙлыҡты теләгәнһең. Әйләнгән һайын, мин үҙем дә йәшәй алам, тип ҡабатлағанһың. Тәбиғәт кешенең бер теләген дә юҡҡа сығармай. Һин бит үҙеңә буйһоноп ҡына, адъютант һымаҡ ҡына йәшәгән ирҙәрҙе үҙһенмәйәсәкһең. Ә үҙеңә тиң һанаған йәки ни яғы менәндер юғарыраҡ тип иҫәпләгән ирҙәр менән һәр саҡ ыҙғышлы, бәхәсле буласаҡһың. Шуның өсөн, берегеҙ айт тигәнгә икенсегеҙ тайт тип әйтерлек кеше килеп сыҡмайынса, йәки тотошлайы менән һине үҙ ихтыярына буйһондороп шыҡырлатып тотҡан ир булмайынса — ир хаҡында уйларға түгел. Ижад ит, үҫ. Ҡатынҡыҙҙың иң изге бурысы — әсәйлек бурысын үтәнең. Тик улың ғына китек күңел менән тәрбиәләнмәһен. Атаһынан айырма, бала алдында атаһына үҙ күҙлегең аша баһа бирмә. Бала, үҫкәс, үҙе баһалар. Улыңды атаһына сағыштырып кәмһетмә. Сөнки һин кәмселек тип һанаған сифаттар икенсе кеш е ҡараш ынан, киреһенсә, ыңғай сифаттарҙыр. Әгәр улыңды атаһының һиңә оҡшамаған сифаттары менән сыбыртҡылап, «һин уның кеүек булма, ул шулай ине», тип тәрбиәләһәң, рухы һынып үҫер, кемгәлер һыйынып тыныс ҡына йәшәгеһе килер, оло маҡсаттар билдәләмәҫ, һәм, яратмаһа ла, үҙен һыйындырған өлкән йәштәге ҡатынға әйләнер. Һиңә хәҙер уңышһыҙлыҡтың бәхетһеҙлеккә килтермәү яғын хәстәрләргә кәрәк. Бөгөнгө көндә айырылышыу осраҡтары йышайҙы. Сәбәптәре төрлө. Әммә айырылышыу ниндәй генә сәбәп арҡаһында булһа ла — күп осраҡта яңғыҙ ҡалған ир кешенең дүрт ягы ҡибла була, ә ҡатын кеш е ҡулында бала — тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләү бурысы ҡала. Ә яңғыҙ бала тәрбиәләү, бигерәк тә ҡайҙалыр ситтә йөрөгән атаһы тәртип яғынан рухи өлгө алырлыҡ булмаһа, ауыр. Ә бала бағыуҙа иң тәүге бурыстарҙың береһе — рухи ныҡлыҡ тәрбиәләү. Бигерәк тә ғаилә тотҡаһы, ил тотҡаһы ир кешегә рухи ныҡлыҡ кәрәк. Рухи яҡтан былҡы ирҙәр ғаилә өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә имгәк кенә. Шуның өсөн ир менән бергә ғаилә ҡороп йәшәй алмаған ҡатындар бала тәрбиәләүгә икеләтә яуаплылыҡ менән ҡараһа гына, артабанғы ғүмерҙәре тыныс булыр. Ғаилә тарҡалыуында һәр ваҡыт бер-береңде ғәйепләп кенә йөрөүҙең файҙаһы юҡ. Яңыса тормошто үҙ холҡоңдо үҙгәртеүҙән, үҙтәрбиәнән башлау күпкә отошло.Мәрйәм Бураҡаева ("Арғымаҡ" китабынан).

Яҡыныңдың рухын һындыра яҙғанһың
Рәмзиә менән Закир Өфөгә килгәс, бер аҙ ваҡыт беҙҙә йәшәнеләр. Рәмзиә — белемле, ғилемле, матур ҡатын. Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, гилми дәрәж ә алып эшләп йөрөгән сағында ире Закир ташлап сығып китте лә, күп тә тормай, икенсе ҡатынға өйләнде. Авиация институтының киске бүлегендә өс курс тамамлағайны, уҡыуын да ташлаған. Һуңғы йылдарҙа ҡауышыуҙар һанына ҡарағанда ла айырылышыуҙар күбәйеп китте, был осраҡ та сираттағы айырылышыу һымаҡ ҡына булыр ине — әммә Рәмзиәнең бик ныҡ өҙгөләнеүе, ғәрләнеүе, балаһын эйәртеп ире янына барып ҡайтҡандан һуң минең яныма йүгереп килеп аптырап һөйләүе уларҙың ғаилә тормошона анализ яһарға мәжбүр итте.
— Апай, ҡатыны шул тиклем әрпеш, йәмһеҙ, килбәтһеҙ. Өйөндә ҡайҙа нимә ятҡанлығын да белмәй. Өҫтөнә кейгән кейеменең төҫөн дә айыра алманым. Баламды бер нисә көнгә атаһы янында ҡалдырып торормон, тигәйнем, ҡайҙа ул — ул әҙерләгән ашты үҙем дә ашай алманым. М агазиндан алған икмәккә ҡушып, сәй генә эсергә мәжбүр булдым. Баламды йәлләнем дә кире алып ҡайттым. Ә Закир шул ҡатындың күҙенә генә ҡарап тора. Уныһы берәй йомош ҡушыр-ҡушмаҫтан аңлап ҡала, йүгереп үтәй һала. Башҡорт ҡатындары ирҙәрен йомошай белмәйме, эшләтә алмаймы — ни эшләп улай һуң? Әлбиттә, беҙ бергә йәшәгән саҡта ла үҙ белдеге менән оҫта ғына итеп эш эшләп ҡуя ине, әммә минең йомош менән бер ваҡытта ла йүгермәне шикелле? — тип аптырап һөйләне.
— Мин ул ҡатынға ҡарап ултырҙым да, минән артыҡ ни яғын тапты икән, тип уйланым. Белеме юҡ, төҫкә-башҡа минән ҡайтыш, кәүҙәһе ларҡайып, миндәй икәү. Йөрөшө һуң, хәс өйрәк һымаҡ байпаңлап атлай. Йәшлегенә ҡыҙыҡтымы? Аңлай алманым. Мин Рәмзиәне иғтибар менән тыңланым.
— Һөйләүеңә ҡарағанда, Закирың ул ҡатын менән үҙен ир итеп тоя, күрәһең. Теге ҡатын уны маҡтайҙыр, күңелен үҫтерәлер, һалпы яғына һалам ҡыҫтыра беләлер. Әлдә һин бар, һин булмаһаң, ни эшләр инем, тип тә ебәрәлер. Ысынлап та, ир көсөнә мохтаж икәнлеген күрһәтә алалыр. Ә һин бит улай итмәнең. Беҙҙә йәшәгән сағығыҙҙа күрә, иҫкәртә инем һиңә. Һәр саҡ үҙеңдең үҙ аллы булыуыңды, унһыҙ ҙа бына тигән итеп донъя көтә алырыңды, иргә бер генә лә мохтажлығың юҡлығын, аҡсаны уға ҡарағанда күберәк алыуыңды, абруйыңдың уға ҡарағанда ю гарыраҡ икәнлеген иҫенә төшөрөп торҙоң, өҫтәүенә, уны һәр саҡ кәмһеттең, рухын һындырҙың. Мин был хаҡта әйтә килдем һиңә. Аш кәмләмә — ҡоҫторор, ир кәмләмә — боҫторор, тигән халыҡ мәҡәлен дә телгә алғайным, иҫеңдә булһа, — тинем.
— Мин уны кәмһетмәнемсе, апай.
— Тимәк, һин үҙең дә абайламағанһың. Әйҙә, иҫкә төшөрәйек әле. Һин кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағас, Закир ҙа вузға инергә булды. Киске бүлеккә. Икегеҙҙең дә матди ярҙам күрһәтерлек туғандарығыҙ булмағас, алмашлап уҡырға һойләшкәнһегеҙ. Авиация институтына инеп ҡыуанып ҡайтты. М аҡтаның — уныһы яҡшы. Бер аҙҙан курсташтары уны староста итеп һайлағандар ҙа, тағы күңеле үҫеп, балҡып-йылмайып ҡайтып инде. Әлбиттә, был — уның өсөн ҙур баһа, ҡыуаныс, һабаҡташтарының ихтирам билдәһе ине. Уның өсөн һин дә ҡыуанырға тейеш инең. Ә һин нимә тинең? «Ниндәй ҙур ҡаҙаныш! һинең йәштә башҡалар завод директоры, институт ректоры булып ултыра. Ә ул — беренсе курстың старостаһы, имеш!» Закир күҙҙәрен тултырып һиңә ҡарап алған булды ла бер пи ҙә өндәшмәй улы янына үтеп китте. Мин уның ҡарашынан шул тиклем ғәрләнеүен, ә өндәшмәүенән сыҙамлы икәнлеген аңланым. «Ай әттәгенәһе, бындай кәмһетеүҙәр йыш ҡабатлана ҡалһа, эштең айырылышыуға барып етеүе лә ихтимал бит», — тип уйланым. Ҡатындар ғына төрлө саралар табып, ғаиләһен һаҡлау яғында була. И рҙәр түҙә-түҙә лә күтәрә һуғып сыға ла китә. Шундай хәүеф менән һинең үҙең менән генә һөйләшеп алғайным. — Бындай «баһа» ир кешене кәмһетә, рухын һындыра. Ирҙәрҙең ҡайһы берҙәре эскегә һабыша, икенселәре ғаиләһенән китә, — тип аңлатып маташтым. Ә һин: — Эй, дөрөҫө шул да инде! Тормаһын маҡтанып! Мин ғәрләнер инем, беренсе курстың старостаһы, имеш! — тинең дә ҡуйҙың.
— М инең үҙемде ғәйепләмәксеһеңме, апай?
— Ғәйебең юҡ түгел. Ир балаларҙы беҙ, әсәйҙәр, ғорур, ныҡлы рухлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ә үҙебеҙ үк рухтарын һындырабыҙ. Кеше күңеле таштан ҡаты, сәскәнән паҙлы, тиҙәр бит. Күңел күтәрерлек һүҙҙәр аҙмы ни донъяла? Дөрөҫлөктөң бөтәһен дә, бигерәк тә йөҙ йыртырлыгын әйтергә ярамай. Шуның өсөн кешегә «тел тыйыусы» аҡыл бирелгән, тинем һәм шунда уҡ мәжлестәге бер хәлде һөйләгәйнем. Иҫеңдәме? Батыр менән Бүләкбикә тураһында ине ул. Бер нисә генә кеше йыйылған мәжлес бара. Батыр, аҙ ғына ҡыҙмаса булып алғас, күңеле нескәреп хистәргә бирелеп китте лә: «Атайым арбаға ҡырын ятып алыр ҙа, дилбегәһен бушаҡ ҡына тотоп ошолайтып йырлап барыр ине», — тип аҡрын ғына итеп моңло көй һуҙҙы. «УйыЛ» ине ул. Әле лә «Уйыл» көйө Батырҙың моңо менән һеңеп ҡалған күңелемә. Шул тиклем моңло ине тауышы. Атаһын иҫенә төшөрөүҙәнме, әллә ошо йыр менән башҡа бер ваҡиға бәйле булдымы — күҙҙәре дымланып йәш кәҙәп китте. Ә күкрәктән сыҡҡан тәрән моң йөрәктән йөрәккә генә күскән кеүек тетрәндереп ағылды ла ағылды. Шул саҡ Бүләкбикә: «Ултырма әле, күҙең шемәреп, мөңөрәп. Йырлаһаң — йырла, йырламаһаң — кеше йонсотма...» — тине лә гөрөлдәп торған көслө тауышы менән ауыл көйө башланы. Батыр бер ни әйтмәй шымды, мәжлестең ҡото китте. Аҙаҡ уларҙың ғаиләһе тарҡалғас, Диҡҡәт, тарҡалырға тейешле ғаилә ине ул, тине. Ҡатын менән ир бер-береһен хәстәрләп, ҡанатландырып, рухын күтәреп йәшәргә тейеш. Бер-береңдең рухын һындырып, бәҫен төшөрә башланыңмы — ғаилә түгел инде, тине. — Апай, иҫкә төштө әйткәндәрең. Мин йәш ерәк булғанмындыр инде ул саҡта. Аңламағанмын. Хәҙер булһам, аңлар инем дә бит, — гине Рәмзиә, уфтанып. — Хәҙер ҙә аңламаҫ инең. Сөнки һин, ысынлап та, үҙ аллыһың. Йр менән йәшәүҙе һин ниндәйҙер артыҡ йөк артмаҡлап барған һымаҡ тояһың. Ундай ҡатындар бер һин генә түгел. Бигерәк тә ижад ҡомары йоҡҡан ҡатындар үҙ аллылар. Ундайҙар яңғыҙ йәшәүҙе өҫтөнөрәк күрә. Ҡайһылары хатта фани донъялағы бөтә гонаһтарын юйып ырғытырлыҡ изге бурысы — әсәйлек бурысын онотоп ебәрәләр. Һин үҙең дә Тәңренән яңғыҙлыҡты теләгәнһең. Әйләнгән һайын, мин үҙем дә йәшәй алам, тип ҡабатлағанһың. Тәбиғәт кешенең бер теләген дә юҡҡа сығармай. Һин бит үҙеңә буйһоноп ҡына, адъютант һымаҡ ҡына йәшәгән ирҙәрҙе үҙһенмәйәсәкһең. Ә үҙеңә тиң һанаған йәки ни яғы менәндер юғарыраҡ тип иҫәпләгән ирҙәр менән һәр саҡ ыҙғышлы, бәхәсле буласаҡһың. Шуның өсөн, берегеҙ айт тигәнгә икенсегеҙ тайт тип әйтерлек кеше килеп сыҡмайынса, йәки тотошлайы менән һине үҙ ихтыярына буйһондороп шыҡырлатып тотҡан ир булмайынса — ир хаҡында уйларға түгел. Ижад ит, үҫ. Ҡатынҡыҙҙың иң изге бурысы — әсәйлек бурысын үтәнең. Тик улың ғына китек күңел менән тәрбиәләнмәһен. Атаһынан айырма, бала алдында атаһына үҙ күҙлегең аша баһа бирмә. Бала, үҫкәс, үҙе баһалар. Улыңды атаһына сағыштырып кәмһетмә. Сөнки һин кәмселек тип һанаған сифаттар икенсе кеш е ҡараш ынан, киреһенсә, ыңғай сифаттарҙыр. Әгәр улыңды атаһының һиңә оҡшамаған сифаттары менән сыбыртҡылап, «һин уның кеүек булма, ул шулай ине», тип тәрбиәләһәң, рухы һынып үҫер, кемгәлер һыйынып тыныс ҡына йәшәгеһе килер, оло маҡсаттар билдәләмәҫ, һәм, яратмаһа ла, үҙен һыйындырған өлкән йәштәге ҡатынға әйләнер. Һиңә хәҙер уңышһыҙлыҡтың бәхетһеҙлеккә килтермәү яғын хәстәрләргә кәрәк. Бөгөнгө көндә айырылышыу осраҡтары йышайҙы. Сәбәптәре төрлө. Әммә айырылышыу ниндәй генә сәбәп арҡаһында булһа ла — күп осраҡта яңғыҙ ҡалған ир кешенең дүрт ягы ҡибла була, ә ҡатын кеш е ҡулында бала — тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләү бурысы ҡала. Ә яңғыҙ бала тәрбиәләү, бигерәк тә ҡайҙалыр ситтә йөрөгән атаһы тәртип яғынан рухи өлгө алырлыҡ булмаһа, ауыр. Ә бала бағыуҙа иң тәүге бурыстарҙың береһе — рухи ныҡлыҡ тәрбиәләү. Бигерәк тә ғаилә тотҡаһы, ил тотҡаһы ир кешегә рухи ныҡлыҡ кәрәк. Рухи яҡтан былҡы ирҙәр ғаилә өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә имгәк кенә. Шуның өсөн ир менән бергә ғаилә ҡороп йәшәй алмаған ҡатындар бала тәрбиәләүгә икеләтә яуаплылыҡ менән ҡараһа гына, артабанғы ғүмерҙәре тыныс булыр. Ғаилә тарҡалыуында һәр ваҡыт бер-береңде ғәйепләп кенә йөрөүҙең файҙаһы юҡ. Яңыса тормошто үҙ холҡоңдо үҙгәртеүҙән, үҙтәрбиәнән башлау күпкә отошло.
Мәрйәм Бураҡаева ("Арғымаҡ" китабынан).
Читайте нас: