Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
9 Июнь 2020, 16:35

Психолог яуап бирә

– Ирем йыш алдаша, һәм беҙ ике тапҡыр ошо арҡала айырылыша яҙҙыҡ. Бындай осраҡтарҙа нимә эшләргә? – Ни өсөн әҙәм заты алдаша һуң? Яҡшы тормоштан түгел был. Йыш ҡына кешене һәйбәт булып күренергә теләү, теге йәки был ҡылығымды аңламаҫтар, ҡабул итмәҫтәр тип ҡурҡыу алдашыуға этәрә. Ә уның тамыры иһә һәр ваҡыттағыса бала саҡҡа ҡайтып ҡала. Тимәк, уға бала сағында үҙе булырға, үҙ фекерен ҡурҡмайынса әйтеп бирергә ирек бирмәгәндәр. Әгәр ҙә хәләл ефетегеҙ алдаша икән, бер ваҡытта ла әсәй роленә инмәгеҙ. Уны ғәйепләмәгеҙ, хатаһына төртөп күрһәтмәгеҙ. Киреһенсә, уны нисек бар, шулай ҡабул итеүегеҙҙе, нисек бар, шул килеш яратыуығыҙҙы, уға ышаныуығыҙҙы күрһәтегеҙ. “Алдашыуҙы ауыр кисерәм, кешенең миңә ышанмауын күрһәм, кәйефем ҡырыла. Был осраҡта бергә йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем”, тип үҙ кисерештәрегеҙ хаҡында һөйләгеҙ. Һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул үҙгәрер, һеҙгә күңелендәге йәшерен серҙәрен, теләктәрен аса башлар. Әммә алдашыуҙың патологик осрағы ла бар. Кеше вәғәҙәһен үтәмәй, эсеүен йәки башҡа алама ғәҙәттәрен бик теләһә лә, башҡаса улай итмәйем тип ант итһә лә, туҡтата алмай. Уныһын психолгия теле менән әйткәндә “невроз” тиҙәр. Һәм бындай осраҡта психологтарға, психиатрҙарға мөрәжәғәт итеү кәрәк

– Ирем йыш алдаша, һәм беҙ ике тапҡыр ошо арҡала айырылыша яҙҙыҡ. Бындай осраҡтарҙа нимә эшләргә?
– Ни өсөн әҙәм заты алдаша һуң? Яҡшы тормоштан түгел был. Йыш ҡына кешене һәйбәт булып күренергә теләү, теге йәки был ҡылығымды аңламаҫтар, ҡабул итмәҫтәр тип ҡурҡыу алдашыуға этәрә. Ә уның тамыры иһә һәр ваҡыттағыса бала саҡҡа ҡайтып ҡала. Тимәк, уға бала сағында үҙе булырға, үҙ фекерен ҡурҡмайынса әйтеп бирергә ирек бирмәгәндәр. Әгәр ҙә хәләл ефетегеҙ алдаша икән, бер ваҡытта ла әсәй роленә инмәгеҙ. Уны ғәйепләмәгеҙ, хатаһына төртөп күрһәтмәгеҙ. Киреһенсә, уны нисек бар, шулай ҡабул итеүегеҙҙе, нисек бар, шул килеш яратыуығыҙҙы, уға ышаныуығыҙҙы күрһәтегеҙ. “Алдашыуҙы ауыр кисерәм, кешенең миңә ышанмауын күрһәм, кәйефем ҡырыла. Был осраҡта бергә йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем”, тип үҙ кисерештәрегеҙ хаҡында һөйләгеҙ. Һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул үҙгәрер, һеҙгә күңелендәге йәшерен серҙәрен, теләктәрен аса башлар. Әммә алдашыуҙың патологик осрағы ла бар. Кеше вәғәҙәһен үтәмәй, эсеүен йәки башҡа алама ғәҙәттәрен бик теләһә лә, башҡаса улай итмәйем тип ант итһә лә, туҡтата алмай. Уныһын психолгия теле менән әйткәндә “невроз” тиҙәр. Һәм бындай осраҡта психологтарға, психиатрҙарға мөрәжәғәт итеү кәрәк
Читайте нас: