Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәм һәм Һауа
16 Июнь 2020, 15:35

Бәхетле мөнәсәбәттәр ҡороу алгоритмы

Психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина яуап бирә: – Бәхетле мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡорорға? Йәғни бәхетле мөнәсәбәттәр алгоритмы?

– Үрҙә әйтеп үтеүемсә, бәхетегеҙ өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ. Булмышығыҙҙа бәхет сығанағы тапһағыҙ, башҡаларҙың һеҙҙе бәхетле итеүен көтөүҙе туҡтатһағыҙ, бөтәһе лә һеҙгә тартыласаҡ. Тағы ла берҙе ҡабатлайым: үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ! Бына мин шундай шарттарҙа йәшәргә мәжбүрмен, ә башҡаларҙың тормошо яҡышраҡ, тимәгеҙ. Бәхетһеҙлегегеҙҙә башҡаларҙы ла, үҙегеҙҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Ошо хәлдән сығыу өсөн ниндәй ҙә булһа саралар күрегеҙ. Һәм мотлаҡ алға китеш күҙәтеләсәк. Ҡасандыр үҙемдең тормошом да шул рәүешле үҙгәрҙе. Мин бары тик үҙемде йәлләүҙән туҡтаным. Ана шул тойғонан ҡотолғас, барыһы ла улай уҡ насар түгел бит, тигән аңлау килде. Үҙемдең тормошомдо, мөнәсәбәттәрҙе нисегерәк ҡорорға теләүемде асыҡ күрә башланым. Һеҙ ҙә шулай итегеҙ. Нимәләр теләүегеҙҙе ҡағыҙ битенә теркәп ҡуйығыҙ. Холҡоғоҙҙо, тимәк, тормошоғоҙҙо үҙгәртеүҙе бәләкәй генә аҙымдарҙан башлағыҙ. Көн дә ниндәй ҙә булһа ғәмәл башҡарығыҙ. Ана шул бәләкәй-бәләкәй еңеүҙәрегеҙ күберәк булған һайын, тормошоғоҙ ҙа, мөнәсәбәттәрегеҙ ҙә яйланыр. Тыныс тормоштан ҡасығыҙ. Сөнки комфортҡа ынтылыу – ул йоҡоға ынтылыу. Тормош динамикала булырға тейеш. Мөнәсәбәттәр менән дә шул уҡ хәл. Әгәр ҙә беҙ яныбыҙҙағы кеше ҡасан да булһа үҙәрер тип көтһәк, ул бер ҡасан да өмөтөбөҙҙө аҡламаясаҡ. Беҙҙең булмышыбыҙҙа бөтәһе лә бар: бәхет тә, гармония ла, көс тә, еңеүсе һыҙаты ла. Барыһы ла үҙебеҙгә һәм тормошҡа ҡарата мөнәсәбәттән генә тора. Ә гармониялы мөнәсәбәт өсөн бер нисә әйбергә ынтылырға кәрәк. Иң тәүҙә үҙбаһағыҙҙы арттырыу өҫтөндә эшләгеҙ. Яратҡан кешегеҙ өсөн нимәләр эшләргә әҙер булыуығыҙҙы аңлағыҙ. Бер ваҡытта ла янығыҙҙағы кешенең дәрәжәһен төшөрмәгеҙ. Киреһенсә, уның ыңғай һыҙаттарын күрергә өйрәнегеҙ. Бөтә яҡлап та идеаль кешеләр юҡ ул. Әммә, кемдеңдер ыңғай һыҙаттарына иғтибар йүнәлтһәң, ул һеҙгә ҡарата яҡшыраҡ мөнәсәбәттә була башлай. Был ҡанун. Артабан иһә ир кешегә ирек бирегеҙ. Уны ихтирам итегеҙ. Үҙегеҙҙе лә сикләмәгеҙ, ирекле тотоғоҙ. Тәнҡиттән, ризаһыҙлыҡ тойғоһонан, шикләнеүҙән ҡотолоғоҙ. Һөйгәнегеҙгә рәхмәт һүҙҙәре әйтергә онотмағыҙ. Үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләргә туҡтарға теләһәгеҙ, һүҙҙәрегеҙ яҡын кешегеҙҙе ғәйепләү һымаҡ яңғырамаһын. Бары үҙ кисерештәрегеҙ хаҡында ғына әйтегеҙ
Читайте нас: